Был хәҙрәт тәйәммүм алыуҙы дөрөҫ күрһәтә

 

                                                            Тәйәммүм
     Тәйәммүм — тәһәрәт йәки ғөсөл алыу өсөн һыу булмаған йәки һыуҙы ҡулланыу мөмкин булмаған осраҡтарҙа, тәйәммүм алыуға ниәт итеп, ҡулдарҙы таҙа ергә (тупраҡҡа) ике тапҡыр һуғып, беренсеһендә битте, икенсеһендә ҡулдарҙы терһәктәргә ҡәҙәр мәсех ҡылыу.
     Тәйәммүм ҡылыуҙың тәртибе ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан бер төрлө башҡарыла.

     Тәйәммүмдең фарыздары
     1. Тәйәммүм алырға ниәтләү.
     2. Устарҙы таҙа ергә батырыу һәм устар менән битте, һуңынан ҡулдарҙы терһәккә ҡәҙәр һыпырыу.
   

     Тәйәммүмдең сөннәттәре:
     1. «Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-ражим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» һүҙҙәренән башларға.
     2. Бармаҡтарҙы айырып таҙа ергә ҡағылырға.
     3. Устар менән ерҙән тәүҙә -үҙеңдән, шунан кире, үҙеңә табан тартырға.
     4. Тәртибен һаҡлап, бер өҙлөкһөҙ башҡарырға.

     Тәйәммүм нисек башҡарыла?

     Әгәр бер мосолман ғөсөлләнеу йәки тәһәрәт алыу өсөн һыу тапмаһа, йәки һыу бысраҡ булһа, йәиһә бер ауырыуы сәбәпле уға һыу менән йыуынырға ярамаһа, йәки дошманынан ҡурҡһа, йәғни етди сәбәптәр булһа, тупраҡ һымаҡ бер нәмә менән тәйәммүм алырға ниәтләй. Ул былай башҡарыла: «Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-раджим. Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.  Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн тәйәммүм алып таҙарынырға ниәтләнем» әйтеп ҡулдарҙы ергә, тупраҡҡа, йәки тупраҡ кеүек булған нәмәгә һуғып, алға һәм артҡа йөрөтәһең. Унан һуң шул ҡулдар менән битте һыпырырға. Икенсе тапҡыр ергә ҡағылып, алға һәм артҡа йөрөткәс, башта — уң, һуңынан һул ҡулдарҙы терһәккә ҡәҙәр һыпырырға.
     Тәйәммүм алғанда йөҙөктө сисеү йәки урынынан шылдырып, уның урынының да мәсех ҡылыныуы һәм бармаҡ араларының да йыуылыуы мотлаҡ. Тәртибен һаҡлап, бер өҙлөкһөҙ башҡарырға. Әгәр ҙә бер намаҙға ғына ниәт ҡылһағыҙ, икенсе намаҙға яңынан тәйәммүм алырға кәрәк.
     Тәйәммүм ҡылыр өсөн сәбәптәр:
     Тәһәрәт йә ғөсөл урынына теләгән кеше түбәндәге сәбәптәр буйынса тәйәммүмде ала ала:

     1 Һыу сығанағының бер саҡрымдан (бер милянан) да алыҫта булыуы (3032 метр).
     2 Ауырыу булыу.
     3 Һыуыҡ булһа.
     4 Дошман тарафынан ҡурҡыныс янаһа.
     5 Һыу сығанағы булмай, ә ҡуллана торған һыу аҙ ҡалһа.

     Тәйәммүм хаҡында ӘТ-ТӘСҺИЛ ӘЗ-ЗАРУРИ ЛИ МӘСӘИЛ ӘЛ-КУДУРИ Кудури китабының еңеләйтелгән фикһи мәсьәләләре китабынан һорау-яуаптары:

     Тәйәммүмдың телдәге үә шәриғәтәге мәғәнәһе ниндәй?
     *Телдә «тәйәммүм» ниәт яиһә теләк мәғәнәһендә килә, ә шәриғәттә — тупраҡтың үә ерҙең төрлө төрөн айырым ысул менән ҡулланыуҙы аңлата һәм бында Аллаһы Тәғәләнең был һүҙҙәре дәлил булып тора:
     «...йыуынып таҙарынырға һыу тапмаһағыҙ, паҡ ергә ике ҡулығыҙҙы һуғығыҙ, шул ҡулдарығыҙ менән битегеҙҙе һыйпағыҙ, икенсе мәртәбә ергә һуғып ике ҡулығыҙҙы һыйпағыҙ!» «Маидә» / «Аш яулығы», 5:6
   

     Ҡасан тәһәрәтһеҙ кешегә тәйәммүм алыу рөхсәт ителә?
     *Әгәр тәһәрәтһеҙ кеше мосафир хәлендә йәки тороу еренән ситтә булып, һыу тапмаһа үә уның менән һыу араһындағы бер миль йәиһә унан да күберәк булһа, нәжестән паҡланыу өсөн, тәйәммүм ала.
     Һыу була тороп, ауырыуға тәйәммүм рөхсәт ителәме?
     *Әгәр ҙә һыуҙы ҡулланғандан һуң, ауырыу көсәйеүҙән йәки һалҡындан ҡурҡып ғөсөл алыуҙан ҡурҡһа, тәйәммүм алырға рөхсәт ителә.
     Тәйәммүмде нисек алырға?
     *Иң элек кесе һәм ҙур нәжестән паҡланыуға ниәт ҡылырға, унан һуң ҡулдарҙы ергә һуғып, йөҙҙө, тағын бер мәртәбә ергә һуғып, башта уң ҡулды, шунан һуңында һул ҡулды бармаҡ остарыннан алып терһәккә ҡәҙәр һәйбәтләп һыпырырға кәрәк. Был юл менән ҙур үә кесе нәжестәрҙән таҙарынып була.
     Тәйәммүм өсөн нимә ҡулланыла?
     *Әбү Хәнифә үә Мөхәммәд бин Әл-Хәсән таҙа тупраҡ үә уның теләһә ниндәй төрө, мәҫәлән, ҡом, аҡбур, известь, сөрмә, таш (туҙанлы булмаһа ла) тәйәммүм өсөн рөхсәт ителә, тип һанайҙар. Ә Әбү Йосыф фәҡәт таҙа ҡом үә тупраҡ менән генә таҙарынып була, тип һанай.
     Әгәр ҙә ел тупраҡты күтәрһә үә ул тупраҡ биткә ятһа, тәйәммүм булып һаналамы?
     *Юҡ, һаналмай, сөнки тәйәммүмдың шарты булып ниәт тора. Ләкин, әгәр ҙә кеше ғөсөл алырға ниәт итмәйенсә һыуға керһә лә, нәжестән паҡланған була. Шулай уҡ ниәте булмаһа ла, ямғыр тәһәрәт алғанда йыуырға тейешле ерҙәрҙе еүешләтһә, тәһәрәт тип һанала. Сөнки ниәт тәһәрәттә үә ғөсөлдә фарыз түгел, ә сөннәт булып тора.
     Тәйәммүм алған кешегә нәфел намаҙҙарын уҡырға рөхсәт ителәме?
     *Тәйәммүм алған кешегә бөтөн төр ғибәҙәттәр ҙә, мәсеткә кереү, Ҡөръән уҡыуҙа рөхсәт ителә.
     Әгәр ҙә йома намаҙына өлгөрмәһә, тәйәммүм алырға яраймы?
     *Юҡ, ярамай. Йома намаҙына камил тәһәрәт кәрәк. Шулай уҡ иртәнге намаҙға өлгөрмәһә, тәйәммүм менән генә намаҙ уҡырға ярамай. Уға ғөсөл алырға үә ҡояш сығып һөңгө буйы күтәрелгәс, ҡаза ҡылып намаҙ уҡырға кәрәк.
     Һыуы булмаған кешегә, һыу булыр тип өмөтләнеп, намаҙын һуңға ҡалдырырға зарурмы?
     *Зарур түгел, ләкин мөстәхәб. Әгәр ҙә инде һыуҙы тапмаһа, тәйәммүм алыр.
     Мосафир үҙендә һыу бар икәнен онотоп, тәйәммүм менән намаҙ уҡыһа үә ахырҙан һыуын тапһа, уға намаҙын тәһәрәт алып яңынан уҡырға кәрәкме?
     *Әбү Хәнифә фекеренсә, яңынан уҡырға кәрәкмәй, ә Әбү Йософ яңынан уҡырға кәрәк, тип һанай.
   Әгәр ҙә мосафирҙың тәһәрәт өсөн һыуы булмаһа, ул һыу эҙләргә тейешме?
     *Әгәр ҙә һыуҙың был тирәләрҙә булмаҫлығына ышанһа, уға һыу эҙләргә кәрәкмәй, әммә һыу был тирәләрҙә булыуына мөмкинлек булһа, һыуҙы эҙләргә кәрәк.
     Әгәр ҙә мосафирҙың юлдашында һыу булһа, унан һыу һорарға кәрәкме?
     *Әйе, хатта һыу өсөн түләргә кәрәк булһа ла. Әгәр һыу бирмәһә, тәйәммүм алып намаҙ уҡыла.
     Тәйәммүмды нимә боҙа?
     *Тәһәрәтте боҙа торған ғәмәлдәр, тәйәммүмде лә боҙа. Һыу табылыу һәм уны ҡулланырға мөмкинселек булыу ҙа тәйәммүмдың боҙолоуына сәбәп була.

                                                                         Хәҙистәр
                                                 Ҡом белән таҙарыныу (тәйәммүм)
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә: «Һыу тапмаһағыҙ, паҡ ергә ике ҡулығыҙ менән һуғығыҙ һәм йөҙөгөҙҙө үә ҡулығыҙҙы һыйпағыҙ» (4 сүрә 43 аят), — тигән.
     *Әбүзәр (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәтен тапшырыуҙарынса, ул, үҙенең дөяһенә ултырып, йыраҡ ерҙәргә сәйәхәт ҡылған, ә сәйәхәт ҡылыу дәүерендә нәжесләнә торған булған. Аллаһ илсеһе ғәләйһиссәләмгә был хаҡта һөйләгәс, ул: «Таҙа тупраҡ мосолмандарҙың тәһәрәте өсөн яраҡлы һанала. Хатта ун йыл буйы һыу тапмаһа ла, ул уның менән таҙарынырға тейеш, ә һыу тапҡандан һуң, һыу менән таҙаланһын», — тигән. Әт-Тирмизи бу хәҙисте «хәсән, сахих хәҙис» тип атаған.
     *Имам Мәлик Нәфиғтың: «Ғабдуллаһ бине Ғөмәр менән бергәләп Джәрфтән (урын атамаһы) ҡайтҡанда, беҙ Мирбәдтә (урын атамаһы) булдыҡ. Ғабдуллаһ бине Ғөмәр таҙа тупраҡ меән таҙарынды (тәйәммүм ҡылды): ул уның менән йөҙөн һәм терһәккә ҡәҙәр ҡулдарын һөрттө, ә унан һуң намаҙ уҡыны», — тигән һүҙҙәрен килтерә.
     *Джәбир бине Ғабдуллаһ (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт ҡылғанса, Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм: «Ҡом менән таҙарыныу ергә ике тапҡыр һуғыуҙан тора: беренсеһе — йөҙ өсөн, ә икенсеһе — терһәккә ҡәҙәрге ҡулдар өсөн», — тигән.
     *Джәбир ибне Ғабдуллаһ (Аллаһ Унан риза булһын) риүәйәт ҡылғанса, уның янына бер кеше килгән һәм: «Мин нәжесләндем һәм, һыу тапмағас, ҡомда аунай башланым», — тигән. Джәбир уға: «Һин былай эшләргә ишәк түгелһендер бит?» — тип әйткән. Шунан һуң, Джәбир уға ҡом менән таҙарыныу ысулын күрһәткән. Ул ҡулдары менән ергә һуҡҡан һәм улар менән йөҙҙөн һөрткән, ары тағы ла ҡулдары менән икенсе тапҡыр ергә һуҡҡан һәм терһәктәренә ҡәҙәр ҡулдарын һөрткән. Ахырҙан ул: «Бына был — ҡом менән таҙарыныу була инде», — тигән.
                                           Таҙа тупраҡ менән таҙарыныу

     *Джәбир бине Ғабдуллаһ (Аллаһ унан риза булһын) тапшырыуынса, Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм: «Миңә быға ҡәҙәр беркемгә лә бирелмәгән биш нәмә бүләк ителде. Миннән бер ай юл йыраҡлығында йәшәүсе дошмандарымдың йөрәктәренә ҡурҡыу һалыныу сәбәпле, мин еңеүгә ирешәм. Бөтөн ер йөҙө минем өсөн ғибәҙәт ҡылыу урыны булып тора. Ул ерҙең бөтөн урыны ла минем өсөн таҙа, таҙарыныу өсөн яраҡлы һанала. Шуға күрә миңә эйәреүселәр, ниндәй урында ғына намаҙ ваҡыты етһә лә, шунда уҡ намаҙ уҡый алалар. Миңә һуғыштан килгән мал хәләл булды, был нәмә миңә ҡәҙәр булған Пәйғәмбәрҙәрҙең береһенә лә рөхсәт ителмәгән ине. Миңә шәфәғәт хоҡуғы бирелде. Бынан тыш, элекке пәйғәмбәрҙәр айырым бер халыҡҡа ғына ебәрелгән инеләр, ә мин барса халыҡтар өсөн ебәрелдем», — тигән.
     *Әбү Һөрәйрә (Аллаһ Унан риза булһын) риүәйәт ҡылғанса, бер ваҡыт сүлдә йәшәүселәр Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләм янына килеп: «Беҙ сүлдә өс-дүрт ай йәшәйбеҙ. Беҙҙең арала, хәез ваҡытында һәм бала тапҡандан һуң, нәжесләнгән ҡатын-ҡыҙҙар була. Һыу тапмаған осраҡта беҙгә нишләргә?» — тип һорағандар. Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үәссәлам: «Ер менән таҙарынығыҙ», — тип әйткән.
                                                                   Һыу эҙләү
     *Сәғит әл-Кудри (Аллаһ Унан риза булһын) риүәйәт ҡылған: «Ике кеше юлға сыҡҡандар. Намаҙ ваҡыты еткәс, үҙҙәре менән һыу алмаған булыуҙары асыҡланған. Улар таҙа ҡом менән тәйәммүм ҡылғандар. Ә унан һуң, намаҙ ваҡыты сыҡҡансы, һыу тапҡандар. Уларҙың береһе, тәһәрәт алып, намаҙын яңынан уҡыған, ә икенсесе былай эшләмәгән. Шунда улар, Аллаһ илсеһе ғәләйһиссәләм янына килеп, был хаҡта уға һөйләгәндәр. Ул намаҙын яңынан уҡымаусыға: «Һин минем өммәтем буйынса ғәмәл ҡылғанһың, сөнки һинең беренсе намаҙың да етә, — тигән. Ә икенсеһенә ул : «Һин икеләтә әжер алдың», — тип әйткән.
                                                                           Хәнәфи мәҙһәбенең дәлилдәре китабынан