Шәриғәт ғилеме

   Әхмәдһәди Мәҡсудиҙың “Әхкәми шәрғийәһ” (Шәриғәт хөкөмдәре) тигән хеҙмәттәренән.
   1. “Таләбүл- ғилми фәридатүн ғәләә күлли мүслимийн үә мүслимәтин”
   Мәғәнәһе: Шәриғәт ғилемен белергә тырышыу һәр бер мосолман иргә һәм мосолман ҡатынға фарыз (үтәлеүе мотлаҡ булған эш).
   2. “Әт-тәфәҡҡүһү фид-диини хәҡҡун ғәләә күлли мүслимийн”
   Мәғәнәһе: Дин хөкөмдәрендә ғалим булыу һәр мосолманға тейешле эш.
   3. “Иннәллааһә Тәғәәлә фәрада фәрааида фәлләәтүдыйғүһәә үә хәддә хүдүүдән, фәләә тәғтәдүүһәә үә хәррамә әшйәә-ә фләә тәнтәһиҡүүһәә үә сәкәт ғән әшйәә-ә рахмәтул-ләкүм ғайра нисйәәнин, фәләә тәбъхәҫүү ғәнһәә”.
   Мәғәнәһе: дөрөҫлөктә Аллаһу Тәғәлә бер нисә ғәмәлде фарыз ҡылды, һеҙ уны әдә (туләү, үтәү) ҡылмайынса, дайағ ҡылмағыҙ (юғалтмағыҙ). Үә дәхи бер нисә сиктәр тәғәйен ҡылынды, ул сиктәрҙе һеҙ үтмәгеҙ. Үә дәхи бер нисә төрлө ғәмәлдәр харам ҡылынды, уларҙы һис бер ваҡытта ла ҡылмағыҙ. Үә дәхи бер нисә төрлө эштәрҙең әйтелмәй ҡалыуҙары онотолғанлыҡтан түгел, ә һеҙгә мәрхәмәт өсөн (шәриғәттә бәйән ителмәгән, аңлатылмаған ғәмәлдәрҙең хөкөмдәрен күп тикшереп гонаһлы булмағыҙ).
   

   Шәриғәт-кешеләрҙең ғәмәлдәре хаҡында ислам дине тарафынан бойоролған хөкөмдәр, тимәктер. Шәриғәт хөкөмдәрен белеү һәр бер мөьмин мосолманға фарыздыр. Ләкин мәғлүмдер: бәтә мосолманға шәриғәт хөкөмдәрен олуғ ғәрәп китаптарынан уҡып белеү насиб булмай, сөнки донъя мәғийшәте бәләһе мосолманды кәсеп үә һәнәр ғилемдәре илә шөғөлләнергә мәжбүр итә. Ни ҡылырға һуң?
   Донъяла торғаныбыҙ сәбәпле донъя ғилеме үә донъя мөғәмәләләре лә ләзем, хатта бер ни тиклем шәриғәт буйынса фарыздыр. Ләкин донъя мөғәмәләләре менән мәшғүл кешеләргә фарыз булған шәриғәт ғилемдәренән бөтөнләй мәхрүм ҡалыу ҙа һис мәғҡүл (аҡыллы) түгел. Камил мөьмин үә мосолманмын тигән кешегә шәриғәт хөкөмдәренең һәр береһен белеү һәм шәриғәттә бойоролған эштәрҙе үтәү, тыйылған эштәрҙән һаҡланырға ты¬рышыу тейешле. Был китап ғилем аҙлығы йәки ваҡыт тарлығы сәбәпле олуғ китаптарҙан ҡарап, шәриғәт хөкөмдәрен аңлай алмаған кешеләр өсөн яҙылды. Бында шәриғәттең бөтә мәшһүр хөкөмдәре ҡыҫҡаса һаналып китә. Тәфсилләп белергә теләгән кеше өсөн олуғ китаптарҙан ҡарарға юл һәр ваҡыт асыҡ. Башҡа китаптарҙан ҡарап аңлай алмаҫлыҡ кешеләр ошо китаптан файҙа күрер, иншә Аллаһ. Хосусан, мәктәп шәкерттәре был китапты уҡып һәр бер хөкөмөн хәтеренә алып ҡалырға тейештер. Сөнки йәш ваҡытта уҡылған китаптарҙың күбеһе олоғайғас та хәтерҙән сыҡмай. Хәтерҙән сыҡҡандары ла ҡабат ҡаралғанда тиҙ иҫкә төшә.
   Бәндәләрҙең ғәмәлдәре ислам дине буйынса һигеҙ төрлө: фарыз, вәжиб, сөннәт, мөстәхәб, мөбәх, мәкрүһ, харам, мөстәкрәһ.
   1. Фарыз — ҡәтғи дәлил менән бойоролған нәмәләр фарыз ике өлөштән тора:
   а) Фарыз-ғәйн: һәр мүкәлләф мосолмандың тик үҙенең эшләүе менән генә үтәлә торған биш ваҡыт намаҙ, ураҙа кеүек ғәмәлдәр;
   б) Фарыз-кифая: ҡайһы бер мосолмандарҙың үтәүе менән башҡа мосолмандарҙан яуаплылыҡты төшөрә торған фарыздар: йыназа намаҙы, сәләм ҡайтарыу кеүек. Әгәр был фарызды бер кем дә эшләмәһә мосолмандарҙың барыһы ла яуаплы булып ҡалыр.
   2. Вәжиб — фарыз дәрәжәһендә булмаһа ла, шәриғәт тарафынан ҡушылған нәмәләр, витр һәм байрам намаҙары кеүек.
   3. Сөннәт — Пәйғәмбәребеҙҙең һүҙе, үтәгән эше һәм башҡа кешенең эшләгәнен хуплаған, маҡтаған нәмәләр. Сөннәт икегә бүленә:
   а) Сөннәти-мөәккәдә: Пәйғәмбәребеҙ даими үтәгән, һирәк осраҡта ғына ҡалдыра торған нәмәләр, иртәнге һәм өйлә намаҙҙарының сөннәттәре кеүек;
   б) Сөннәти ғәйри-мөәккәдә: Пәйғәмбәребеҙ һирәк ваҡытта үтәгән нәмәләр, икенде һәм йәстү намаҙҙарының әүәл сөннәттәре кеүек.
   4. Мөстәхәб — Пәйғәмбәребеҙ ҡайһы бер ваҡыт үтәгән нәмәләр. Мәҫәлән, саҙаҡа биреү, нәфел ураҙа тотоу кеүек.
   5. Мөбах — был ғәмәл ҡылынһа ла, ҡылынмаһа ла сауап та гонаһ та булмаҫ. Мәҫәлән, ултырыу, тороу, ашау кеүек.
   6. Мәкруһ — эшләнеүе хупланмаған һәм ғәмәлдең сауабын кәметкән нәмәләр. Мәкруһ ике төрлө була:
   а) Тәхрими-мәкруһ: хәрәм дәрәжәһендә булмаһа ла, шәриғәт тарафынан тыйылған нәмәләр. Миҫал: Рамаҙан байрамы көнөндә ураҙа тотоу кеүек; {
   б) Тәнзиһи-мәкруһ: ҡәтғи булмаған рәүештә тыйылған нәмәләр. Миҫал: намаҙҙа ян-яҡҡа ҡарау кеүек.
   7. Хәрәм — ҡәтғи рәүештә тыйылған нәмәләр. Мәҫәлән иҫерткес эсеү, атай-әсәйгә ҡарата яуызлыҡ эшләү кеүек.
   8. Мөстәкрәһ – бәләкәй гонаһ, оло әҙәпһеҙлектән һанала.
                                            “Имамға ярҙамға” китабынан (дауамы бар).