Шәғбан

                                                                              Шәғбан

     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Изге Шәғбан минең үҙемә тәғәйенләнгән ай», — тигән, был турала үҙенең фәрештәләренә хәбәр биреп. Аллаһы Тәғәлә үҙе лә: «Эй, фәрештәләрем! Минең ҡолдарым булған бәндәләрҙең Минең һөйөклө илсем өсөн тәғәйенләнгән айҙы нисек итеп хөрмәт иткәндәрен, ололауҙарын күрҙегеҙме? Шуның өсөн дә Мин үҙемдең дәрәжәм һәм ҡөҙрәтем менән ҡолдарыма мәғфирәт бирәм», — тиер ти. Пәйғәмбәребеҙ үҙе лә элек бер генә айҙа ла Шәғбан айындағы кеүек күп итеп ураҙа тотмаған, тип хәбәр бирә мөхәддистәр. Бының сәбәбен ул үҙе лә: был ай — йылдың шундай бер миҙгеле, унда бәндәләрҙең бөтә тәүбәләре Аллаһ хозурына барып етә.

     Эштәрем Аллаһ хозурына барып еткәндә мин үҙем дә үҙемдең ураҙала булыуымды теләйем, тигән.
Ни өсөн һуң Шәғбан изгеләрҙән-изге ай?
     Мосолман тормошонда бының сәбәптәре бик күп: Шәғбан айында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис- сәләм, Аллаһтың илсеһе булараҡ һайлап алына, ураҙа һәм зәкәт Шәғбан айында фарыз ителә, Ҡөрьән — Аллаһ хозурындағы изге Китап — Ләүхел-Мәхфүздән донъя күгенә төшөрөлә. Был айҙа Ҡиблабыҙ үҙенең асыл төбәге — Мәккә тарафына яңынан күсерелә.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Бәндәләрҙең доғалары ҡабул ителә торған биш кисә бар, улар:
     — Рәжәб айының беренсе йомаһының Рәғәиб кисе;
     — Шәғбан айының 15-се кисе, йәғни Бәра'әт кисе;
     — Кесе аҙна;
     — Ҡәҙер кисе.
     Әгәр ҙә кем дә булһа берәү Шәғбан айында ураҙа тотһа, ул кешегә Аллаһ йәннәтендә урын бирер. Әгәр ҙә инде ул Шәғбан айының 15-се кисен намаҙ менән үткәрһә, Аллаһы Тәғәлә уның кемделер үҙенә тиңдәш готоу, сихыр менән шөғөлләнеү, ата-әсәһен рәнйетеү, боҙоҡ юлда йөрөү, эскеселек менән мауығыу кеүек оло гонаһтарынан башҡа бөтә гонаһтарын ярлыҡар, ти.
     Төн йәки кисәләр — тәүлектең ҡараңғы ваҡыты. Төн тип әйтеү диндә йыш ҡына кинәйә булараҡ ҡулланыла: наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡ таралған дәүер тигәнде аңлата. Был ваҡыт донъяны хаҡиҡи ғилем яҡтылығы ташлап, иманһыҙлыҡ тамыр йәйеп алған саҡ була. Пәйғәмбәребеҙ килер алдынан донъя ана шундай ҡараңғылыҡ ҡаплап алған бер мәлдә Изге Рух — Ябраил, ғәләйһис-сәләм, пәйғәмбәребеҙгә Ҡөрьәндең тәүге аяттарын килтерә башларға әҙерләнә.
     Аҙаҡ пәйғәмбәребеҙҙең үҙенә лә: «Эй, Мөхәммәд, — тиелә, — беҙ Һиңә һәр нәмәне асыҡ аңлатып биргән аяттарҙы индерҙек, ул аяттарҙы инҡар итә торған булһа ла, выжданһыҙ, фасиҡ кешеләр генә инҡар итер».
                                                                                               «Әл-Бәҡара» (һыйыр) сүрәһе, 99-сы аят
     «Аллаһ аяттарына инанмаған кешене Ул үҙе лә һидайәткә төшөрмәй».
                                                                                                               «Ән-Нәхл» (Бал ҡорттары) сүрәһе, 104-се аят
     «Дөрөҫлөктә, һеҙҙән алда йәшәгәндәргә лә Аллаһ Ислам динен генә өйрәткәйне. Аллаһҡа буйһонған кешеләр хаҡ диндә тура юлда булдылар. Нәфсе ҡотҡоһона бирелеп, шайтанға эйәргәндәр төрлө фирҡәләргә бүленеп, аҙашыу юлына төштө. Әммә нисек кенә йәшәмәһендәр, барыбер был донъянан үтеп киттеләр. Ер өҫтөндә йөрөгөҙ, ялғансыларҙың яҙмышы нисек булып бөтәүе тураһында уйланығыҙ».
                                                                                                               «Әлү Ғимран» (Ғимран гаиләһе) сүрәһе, 137-се аят
     «Аллаһ хөкөмдәренә риза булып, үҙ ирке менән Ислам динен тотоусы ирҙәр менән ҡатындарға; ышанырға тейешле, ышанырға лайыҡлы нәмәләрҙең һәммәһенә ышаныусы ирҙәр менән ҡатындарға; Аллаһ хөкөмдәренә буйһоноусы күндәм ирҙәр менән күндәм ҡатындарға; һүҙендә һәм ғәмәлендә тоғро ирҙәр менән тоғро ҡатындарға; ғәҙел йәшәп, динде дөрөҫ итеп алып барыу хаҡына бөтә ауырлыҡтарға түҙә белеүсе сабыр ирҙәр менән сабыр ҡатындарға; күңелдәре Аллаһ алдында түбәнселекле булып, дин эштәренә мөхәббәт һаҡлаған ирҙәргә һәм ҡатындарға; Аллаһ күрһәткән юлдарға зәкәт һәм саҙаҡа биреүсе ирҙәр менән ҡатындарға Аллаһ үҙенең ярлыҡауын һәм оло әжерҙәрен әҙерләне».
                                                                                                               «Әл-Әхзаб» (Ғәскәрҙәр) сүрәһе, 35-се аят
     Шәғбан айындағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе — Ҡибланың яңынан Мәккә тарафына боролоуы.
Мәккәлә ваҡытта Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, намаҙҙы Ҡәғбәтулланың үҙендә, төрлө тарафтарҙа йөрөгән саҡтарында ғәрәптәрҙең рухи үҙәге Ҡәғбәтуллаға ҡарап уҡый торған була.
     Мәҙинәгә күсеп киткәндән һуң Аллаһы Тәғәлә әмере менән Ҡибла Бәйтелмөҡәддәскә ҡарай үҙгәртелә. Ун алты-ун ете ай буйы мосолмандар намаҙҙы алыҫтағы мәсеткә йүнәлеп уҡыйҙар.
     Әйткәндәй, Әл-Аҡса электән дә мосолмандарҙың рухи үҙәге була. Был изге мәсетте лә заманында Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, үҙе төҙөтә. Унан төрлө афәттәр, яуҙар һәм йылдар уны хәрәбәгә әйләндерә. Дауыт, ғәләйһис-сәләм, уны яңынан төҙөй башлай, әммә тамамлап ҡуя алмай, улы Сөләймән ҡарамағына ҡалдыра.
     Пәйғәмбәребеҙҙең Әл-Аҡса тарафына боролоп намаҙ уҡый башлағанын күргән йәһүдтәр:
     — Мөхәммәд менән уның сәхәбәләре Ҡибланы белмәй икән, беҙ ғибәҙәт ҡылғанды күргәс кенә уның ҡайҙа булыуын аңланылар, — тип һөйләп йөрөй башлай.
     Икенселәр иһә: «Динебеҙҙе яратмаһа ла, Ҡиблабыҙҙы Мөхәммәд ҡабул итте», — тип тә өҫтәп ебәрә.
Ә Мөхәммәд үҙе Ҡибланың Ҡәғбәтулла тарафына яңынан күсерелеүен теләп, доға ҡылып ҡына тора.
Ниһайәт: «Көнсығыш та, Көнбайыш та — Аллаһтыҡы. Үҙе теләгән ҡолон Аллаһ тура юлға үҙе күндерер. Тура юл — ул Ислам дине. Ҡәғбәтулла — Аллаһтың дуҫы Ибраһим Ҡиблаһы. Бөтәгеҙ өсөн дә уртаҡ Ҡибла.
Беҙ һинең юғарынан хәбәр көткәнеңде күреп торабыҙ. Был — хаҡ. Шуға ла хәҙер Беҙ Ҡибланы яңынан үҙең теләгән, үҙең риза буласаҡ тарафҡа күсерәбеҙ. Йөҙөңдө Хәрәм-Шәриф — Ҡәғбәтулла тарафына йүнәлт! Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, йөҙөгөҙҙө ошо Ҡибла тарафына йүнәлтегеҙ!
     Ә инде һин йүнәлеп намаҙ уҡыған Әл-Аҡсаны — Беҙ пәйғәмбәргә кемдәр эйәрер, кемдәр эйәрмәҫ тип, һынар өсөн генә Ҡиблаға әйләндергәйнек».
                                                                                                        « Әл -Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 143—144 -се аяттар
     Тағы ла бер риүәйәткә ҡарағанда, һижрәттән һуң икенсе йылдың Рәжәб айында үҙенең сәхәбәләре менән бергә бәнү Сәләмә мәсетендә намаҙҙың ике рәҡәғәтен Әл-Аҡса тарафына ҡарап уҡығас, Ҡибланың Ҡәғбәтулла тарафына күсерелеүе тураһындағы ошо аяттар инә.
     Намаҙҙың һуңғы рәҡәғәттәрен Аллаһ илсеһе Ҡәғбәтуллаға ҡарап тамамлап ҡуя. һуңынан был мәсет Зүльҡибләтәйн йәки ике Ҡибла эйәһе тип атала башлай.

                                                                              Бәра’әт кисе
     Үҙенең бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Шәғбан айының 15-се кисен ғибәҙәттә үткәрегеҙ, көндөҙ ураҙа тотоғоҙ. Сөнки ул кистә йәки төндә ҡояш ҡалҡҡансы Аллаһы Тәғәлә донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: «Ғәфү итеүемде теләгән кешеләр юҡмы? Булһа, Мин уларҙы ғәфү итәм. Ризыҡҡа мохтаждар, ризыҡ һораусылар юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә батҡандар, сәләмәтлеккә туймағандар юҡмы? Йыуаныс һәм шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәрегеҙ булһа ла, һорағыҙ — теләктәрегеҙҙе үтәрмен», — тиер һәм был мөрәжәғәттәр ҡояш ҡалҡҡансы дауам итер», — тигән.
     Был кистең бик тә хөрмәтле кис булыуы тураһында хәтергә төшөрөп, Ғәйшә инәбеҙгә лә ул: «Был кис, — ти, — Шәғбан айының уртаһындағы Бәра'әт кисе. Был кистә Аллаһ бәни Кәлр ҡәбиләһендәге һарыҡтарҙың төктәре һанынса кешеләрҙе йәһәннәм утынан ҡотҡарып ҡалыр.
     Аллаһҡа тиңдәш тотоп йөрөгәндәргә, күңелендә мосолман ҡәрҙәшенә асыу-кенә һәм дошманлыҡ һаҡлап, араларҙы өҙөп йәшәгәндәргә, иҫерткес шарап эскәндәргә генә илтифат итмәҫ».
     Бәра’әт кисендә, тимәк, бәндәләрҙең бер йылға билдәләнгән яҙмыштары фәрештәләр ҡарамағына тапшырыла йәки бөтә булмыштарҙың, бөтә мәхлүктәрҙең йыйыр ризығы, байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы дәрәжәләре, тыуасаҡ һәм үләсәк кешеләр — бөтәһе лә бына ошо кистә билдәләнеп ҡуйылыр икән.
     Игелектәренә сауабын арттырыу, гонаһтарын ярлыҡап ҡына тороу өсөн яралтып бар иткән. «Был ваҡыттарҙың ололоғон аңлап, гонаһтарығыҙҙы ғәфү итеүемде һорағыҙ, Мин уларҙы ғәфү итермен», — тигән. Бындай изге мәлдәрҙе мосолман күберәк ғибәҙәттә булырға, насар ғәҙәттәрҙе ташлап торорға, игелектәрҙе күберәк эшләп ҡалырға тырыша.
                                                                                    «Иман. Әхләҡи ҡиммәтәр», Суҡбаев С. Х.

Бәра'әт кисәһе намаҙыhttps://nazir1965.com/do%D2%93alar/b%D3%99ra%D3%99t-kis%D3%99%D2%BBe-nama%D2%99y.html

Шағбан айы ошо биттә: https://nazir1965.com/din/sh%D3%99%D2%93ban-ajy.html#more-5864