Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәре
   

   Тәнегеҙҙең ағзаларын гонаһтарҙан һаҡлау өсөн Аллаһ Тәғәлә хәҙрәттәре ҡушҡанды зшләгеҙ.

   Фармандарын үтәгеҙ.

   Ҡайғы килгәңдә, сабыр иттегеҙ.

   Халыҡҡа инсафлыҡ күрһәтегеҙ һәм уларҙан инсафһыҙлыҡ көтмәгеҙ.

   Һис бер мосолманды һәм һис бер әҙәм балаһын дошман тип иҫәпләмәгеҙ.

   Аллаһы Тәғәлә биргән ризыҡ һәм мәртәбәләренә ҡәнәғәт булығыҙ.

   Халыҡ хөрмәтен аяҡ аҫтына һалмағыҙ.

   Ҡулығыҙҙа булған байлыҡты тейешлесә тотоноғоҙ.

   Алсаҡ булығыҙ.

   Көсөгөҙ еткәнсе һәр кемгә ярҙам итегеҙ.

   Изгелекле кешеләрҙе дуҫ күрегеҙ.

   Уҫал кешеләргә яҡшы мөнәсәбәт күрһәтегеҙ.

   Үҙегеҙ мохтаж булған әйберҙәрҙе өйрәнегеҙ.

   Белем өсөн ғәрләнмәгеҙ.

   Халыҡты рәнйетмәгеҙ.

   Күп фекерләгеҙ һәм аҙ һөйләгеҙ.

   Наҙан һәм хыянатсыларға серҙәрегеҙҙе сисмәгеҙ һәм улар менән кәңәшләшмәгеҙ.

   Үҙ белгәндәрегеҙгә таянмағыҙ.

   Йыуаштарҙың мәкерҙәренән, сая һәм үткер кешеләрҙең зарарынан һаҡланығыҙ.

   Ғалимдарға эйәрегеҙ, әҙәп эйәләренә ҡарындаш булығыҙ.

   Кешелекле кешеләрҙән үрнәк алығыҙ һәм боҙоҡтар менән ҡатнашмағыҙ.

   Өҫтөгөҙҙө пак һәм күңелегеҙҙе саф йөрөтөгөҙ.

   Дин һәм донъя бурыстарын киләсәк быуынға тапшырығыҙ.

   Халыҡ менән илтифатлы булығыҙ.

   Күҙебеҙгә шундай зиннәтле булып күренгән донъя хыянат, алдау, йәбер һәм золом кеүек насар нәмәләрҙе күрһәтә.

   Әхирәттә бер көн Аллаһы Тәғәлә алдына барып, һәр бер яҡшы һәм яман эштәребеҙ өсөн яуап һәм хисап бирәсәгебеҙҙе онотмағыҙ.

   Әхирәттә мәсхәрәгә төшөрәсәк, дуҫ һәм дошман араһында йөҙ ҡыҙартасаҡ нәмәләрҙе эшләмәгеҙ.

   Матур холоҡтарға өйрәнегеҙ, тоғро юлдан, ҡаршылыҡтар осраһа ла айырылмағыҙ.

   Донъя йәһәтенән үҙегеҙҙән түбәндәргә һәм дин йәһәтенән үҙегеҙҙән бөйөктәргә ҡараһағыҙ, донъяла һәм Әхирәттә бәхетле булырһығыҙ.

   Изгелек орлоҡтары сәсһәгеҙ, бәхет игендәре урырһығыҙ. Матур холоҡло кешеләргә юлдаш булығыҙ, улар һеҙгә түбәнгә төшкән ваҡытығыҙҙа һәм ҡыйырһытылғанда күтәрелергә ярҙам итерҙәр.

   Боҙоҡ холоҡлоларҙан йыраҡ булығыҙ, сөнки уларҙан хәйер күрмәҫһегеҙ, улар дәрәжәгеҙҙән төшөрөрҙәр, аманатығыҙға хыянат итерҙәр һәм серҙәрегеҙҙе фаш итерҙәр.

   Гонаһтарығыҙ өсөн үкенегеҙ һәм Йәнәби Аллаһҡа етешһеҙлектәр менән булһа ла ғибәҙәт итегеҙ. Пәйғәмбәренә мөхәббәт һәм хөрмәт күрһәтегеҙ. Бәләләрҙән һаҡлауын һорағыҙ. Сабырлыҡ бирергә ҡөҙрәте булған Аллаһы Тәғәләнең бәләләрҙән именлек бирергә лә ҡөҙрәте барҙыр.

   Сәләмәтлек ҡәҙәр ҡиммәтле һәм ләззәтле һис бер нәмә юҡтыр, быны сәләмәт ваҡытығыҙҙа белегеҙ. Етемдәр хаҡына ҡул һуҙмағыҙ, күршеләрегеҙ менән яҡшы тороғоҙ, намаҙҙарығыҙҙы ҡалдырмағыҙ, мөмкин булһа, мәсеткә барығыҙ.

   Бер-берегеҙҙең хәлен белешеп тороғоҙ, изгелек менән бойороғоҙ һәм бер-берегеҙ араһындағы уҫаллыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтегеҙ, аҡылһыҙҙар менән дуҫ булмағыҙ.

   Үлемдең киләсәген иғтибарҙан ситкә ҡуймағыҙ, һәр ваҡытта, һәр сәғәттә үлем килеүе мөмкин.

   Аллаһы Тәғәләгә яҡынлаштырасаҡ нәмәләрҙең Әхирәттә уттан йыраҡ итеүен һәм утҡа яҡынлаштырған нәмәләрҙең Аллаһы Тәғәләнән йыраҡ итәсәген һәр ваҡыт күңелегеҙҙә тотоғоҙ.

   Башҡаларҙың ғәйептәрең күрһәгеҙ, үҙ ғәйептәрегеҙҙе хәтерләгеҙ. Үҙ ғәйебең күргән кеше башҡаларҙың ғәйебе менән шөғөлләнмәҫ.

   Һис кем өсөн соҡор ҡаҙымағыҙ, юғиһә үҙегеҙ төшөрһөгөҙ. Халыҡ менән көрәшһәгеҙ — йығылырһығыҙ. Мосолмандарҙың йөҙ һыуын түкһәгеҙ, үҙегеҙҙең йөҙ һыуығыҙ түгелер.

   Фекерегеҙгә хайран булһағыҙ — аҙашырһығыҙ, халыҡҡа тәкәбберлек итһәгеҙ — хур булырһығыҙ. Эштәрегеҙҙә аҡыл эйәләре менән кәңәшләшһәгеҙ — үкенмәҫһегеҙ.

   Ғалимдар мәжлесендә ҡатнашһағыҙ ололанырһығыҙ. Ахмаҡтар .мәжлесенә инһәгеҙ уларҙың береһе булып иҫәпләнерһегеҙ.

   Ялған һөйләп, исем сығарһағыҙ, бөтә халыҡтың күҙеңән төшөрһөгөҙ. Шөһрәт әсире булһағыҙ — мәсхәрәгә ҡалырһығыҙ.

   Һәр кемдең дәрәжәһен белһәгеҙ, хайуандар дәрәжәһенән сығып кешеләр дәрәжәһенә аяҡ баҫырһығыҙ.

   Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис кемдән бер нәмә лә өмөт итмәгеҙ, теләмәгеҙ, үҙ гонаһтарығыҙҙан башҡа Һис бер нәмәнән ҡурҡмағыҙ.

   Белмәгән нәмәләрҙе: “Белмәйем", — тип әйтеүҙән оялмағыҙ. Белергә тейешле ғәмәлдәрҙе өйрәнеүҙән ғәрләнмәгеҙ. Үҙегеҙ һөйгән нәмәләрҙә башҡалар өсөн дә һөйөгөҙ. Үҙегеҙ өсөн теләмәгән нәмәләрҙә башҡалар өсөн дә теләмәгеҙ. Түбән булған нәфсегеҙҙе кешеләргә ҡол итмәгеҙ. Аҙғың бай булғансы, абруйлы һәм һөнәрсән фәҡир булыуҙы артыҡ күрегеҙ.

   Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәренә оҡшаған, эштәр эшләгеҙ, әмерҙәрен үтәгеҙ. Күңелегеҙҙе вәғәз менән нурландырығыҙ. Нәфсегеҙ һимерһә, үлемде иҫкә төшөрөгөҙ. Үткән ҡәүемдәр өҫтәнә килгән нәмәләрҙе хәтерләп, ғибрәт алығыҙ. Донъяғыҙ өсөн Әхирәтегеҙҙе һатмағыҙ. Белмәгән нәмәләр хаҡында белеүсе булып һөйләмәгеҙ. Үҙегеҙгә һөйләнмәгән һүҙҙәргә яуап бирергә тырышмағыҙ. Ахыры боҙоҡлоҡ булыр, тип фарыз ителгән юлдарға инмәгеҙ.

   Аллаһы Тәғәлә ризалығы өмөт ителгән урында халыҡ шелтәһенән ҡурҡмағыҙ. Хәрәм эш — ағыуҙыр. Үҙ ризыҡтарығыҙҙы үҙегеҙ эшләп табығыҙ. Кешеләргә ышанып ятмағыҙ. Ышанып ятыу иһә тик ҡәберҙә булғандарға ғына ярарлыҡ хәлдер.

   Ҡөрьәң Шәрифте үҙегеҙгә имам итеп һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтенә оҡшаған эштәр эшләгеҙ. Хәрәмде – хәрәм тип, хәләлде хәләл тип белегеҙ.

   Донъя һеҙҙе ҡыуалаһа, һеҙ донъяны ҡыумағыҙ, йәғни донъяғыҙ өсөн Әхирәтегеҙҙе һәләк итмәгеҙ. Юғиһә, дөрөҫ ниәт менән кәсеп итеү һәм байлыҡ йыйыу, донъя ҡыуыу түгелдер.

   Дөрөҫ һүҙле булығыҙ. Булмай ҡалған нәмәләр өсөн үҡенмәгеҙ. Бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Боронғо халыҡтарҙан ғибрәт алығыҙ. Киләсәк көндәрегеҙҙе уйлағыҙ. Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған нәмәләр өсөн ант итмәгеҙ.

   Йәнәби Аллаһтың исемен шаһит итер өсөн, хатта бөтөн донъяның ҡиммәте етмәҫ. Ислам әһелдәренә зарар килтерәсәк нәмәләрҙән һаҡланығыҙ. Ғәҙәттә оят булған эштәрҙе йәшерен эшләмәгеҙ. Әйтергә ярамаған һүҙҙәрҙе тикшермәгеҙ. Һәр ишеткән һүҙҙе һөйләмәгеҙ, һәр һүҙгә ҡаршы тормағыҙ. Үс алырға көсөгөҙ етһә лә ғәфү итегеҙ, асыуығыҙҙы йотоғоҙ.

   Аллаһы Тәғәлә бүләк иткән ниғмәттәрҙе ҡәҙерһеҙләмәгеҙ. Бер ерҙә низағ һәм тауыш сыҡһа, өндәшмәгеҙ, һуғыш булһа, ул ерҙән башығыҙҙы бер тарафҡа алып китегеҙ.

   Алдығыҙҙа кеше ғәйебен һөйләүселәрҙең башҡаларға барып, һеҙҙең ғәйебегеҙҙе һөйләүҙәренән һаҡланығыҙ. Кемдән ярҙам һораһағыҙ — уның тиңдәше булырһығыҙ, кемгә мохтаж булһағыҙ — уның әсире булырһығыҙ, кемгә изгелек күрһәтһәгеҙ — уның әмире булырһығыҙ. Дуҫ эҙләгәндә ярҙам итеүсе, раҫ һөйләүсе, изгелектәрегеҙҙе күреүсе, яманлыҡтарығыҙҙы дәфен итеүсе, ҡайғы һәм шатлыҡтарығыҙҙы уртаҡлашыусы кешеләрегеҙҙе табығыҙ. Бындай сифаттары булмағандарҙың дуҫлыҡтарынан файҙа сыҡмаҫ.

   Яҡшы кешенең ас һәм уҫал кешенең туҡ ваҡыттарынан һаҡланығыҙ. Боҙоҡ холоҡло кешелергә йәр, юлдаш булмағыҙ, үҙегеҙ һис һиҙмәйенсә уларҙың холоҡтарын алырһығыҙ. Бер кешенең аяғы тайһа, шатланмағыҙ. Бындай хәл үҙегеҙгә лә килеүе ихтимал. Динегеҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтен риза итерлек юл менән һәм донъяғыҙ өсөн тормошоғоҙҙо төҙәтәсәк рәүештә йөрөгөҙ.

   Һис бер нәмәнән үкенмәйенсә донъянан айырылығыҙ, рәхәтлек иһә шунда табылыр.