Рия (намаҙҙа һәм саҙаҡала)

   “Рия” нәмәне аңлата һуң? Рия — кеше күрһен, кеше ишетһен, кеше маҡтаһын тип ғәмәл ҡылыу, берәр яҡшы эш эшләү. Әгәр ҙә етәксе урынға һайлана икән — башлыҡ итеп һайлаһындар тигән ниәт менән халыҡҡа изге ғәмәл ҡылыу.
   Был китапта рия хаҡында әйтелгән фекерҙәремде Аллаһы Тәғәләнең Ҡөръәненән сүрә һәм аяттар, унан һуң Аллаһының хаҡ илсеһе, Рәсүлебеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең рия хаҡындағы хәҙистәре менән дәлилләнем. Китапты уҡыусылар рия ғәмәлен аңлаһындар өсөн ҡайһы бер миҫалдар килтерҙем. Рия ҡылыусы кешегә Аллаһ ҡаршыһында нәмә көтеләсәген яҙҙым. Рия ҡылыусы кешегә риянан нисек тәүбә ҡылырға кәрәклеген өйрәттем. Рияның килеп сығыу сәбәптәрен бәйнә-бәйнә һөйләнем. Рия бит ул сир. Бына шул сирҙән нисек дауаланырға кәрәклеген аңлатырға тырыштым. Рия ҡылыусының шайтан юлынан йөрөүсе икәнлеген Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең хәҙисе менән дәлилләнем. Ҡыҫҡаһы, һеҙ был китаптан рия хаҡында күп мәғлүмәт алырһығыҙ тип өмөт итеп ҡалам. Әмин.
   Ихтирам менән Идрис хәҙрәт Ғәләүетдин.

                                                                Рияның мәғәнәһе
   “Рия” ул Аллаһы Тәғәлә һәм Уның рәсүле тарафынан әмер ителгән йәиһә маҡталған бер изге ғәмәлде, ғибәҙәтте ялғыҙ Аллаһының ризалығы өсөн генә түгел, шул уҡ ваҡытта кеше ризалығын теләп, кеше күрһен, ишетһен өсөн дә эшләү. Ул кешенең маҡсаты бер — фәҡәт үҙен маҡтатыу, шуның менән дан һәм ҡаҙаныш яулау, йәғни ул биҡ яҡшы һәм изге тигән фекер тыуҙырыу.
   Имеш, ул берҡайсан да, беркемгә лә яманлыҡ һәм зыян эшләмәй торған, гонаһыҙ фәрештә шикелле кеше.
                                                                   Рияның төрө
   Рияны ғалимдәр ике төргә бүлгәндәр. Беренсеһе — кешеләр күрһен өсөн ғибәҙәт ҡылыу. Миҫалы: намаҙҙы мәсеткә килгәндә генә йәиһә өйөнә берәр намаҙ уҡыусы мосолман килһә улар күрһен өсөн уҡыу шикелле.
Икенсеһе — кешеләр ишетһен өсөн ғибәҙәт ҡылыу. Миҫалы: кеше араһында танылыу өсөн китап яҙыу, йәиһә мәсет һалыу, йәиһә мәжлестәрҙә матур итеп Ҡөрьән уҡыу һәм күп ваҡытта зекер-тәсбихта ултырыу шикеллеләр.
                                                                Рияның хөкөмө
   Гонаһтарҙың төрҙәре, исемдәре бик күп. Шулар араһында “ширек” тигәне лә бар. Ширек ике төрлө.
Береһе уның оло ширек, икенсеһе кесе ширек. Кесе ширек ул оло ширеккә алын барыусы юл.
Оло ширек ул шундай гонаһтыр, уны Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә кисермәй. Уны ҡылып тәүбә ҡылмайынса үлеп киткән кеше мәңгелек Йәһәннәмдә ҡалып ғазапланасаҡ. Был һүҙҙәргә Рәсүлебеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең хәҙисе дәлил булып тора.
   “Бертөрлө гонаһ бар — ярлыҡанмаҫ, бертөрлөһө — иғтибарға алынмай ҡалмаҫ һәм бертөрлөһө — ярлыҡаныр. Ярлыҡанмай торған гонаһ — Аллаһы Тәғәләгә тиңдәш (ширек) ҡылыу, ярлыҡанырға мөмкин булған гонаһ — бәндәнең үҙе менән Аллаһы Тәғәлә араһында булған (тиңдәш (ширек) тотоуҙан башҡа) гонаһ, иғтибарһыҙ ҡалмай торған гонаһ — бәндәләрҙең бер-береһенә золом итеүҙәре ”, — тине.
   Аңлатма. Беҙ был хәҙистән “оло ширек”тең кисерелмәй торған гонаһ икәнлеген аңланыҡ. Был бик ҡурҡыныс нәмә. Кисерелмәй торған оло ширеккә алып барыусы юл шулай уҡ бик ҡурҡыныс. Әгәр кеше оло ширек юлының башына баҫҡан икән, тимәк ул шул юлдан оло ширеккә барып етеү ҡурҡынысы бар. Рия ул үҙе кесе ширек. Был һүҙгә дәлил:
   Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм сәхәбәләргә:
“Һеҙҙең өсөн ҡурҡа торған нәмәләрҙең иң ҡурҡынысы “кесе ширек— тип әйтте, һуңынан Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдән кесе ширек хаҡында һоралынды һәм Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм уларға «рия», — тип яуап бирҙе. Тимәк, рия ул оло ширеккә алып барыусы юл. Кем шул юлда булһа ул оло ширекте ҡылырға мөмкин.
   Рия ул ҡараңғы төндә, ҡара таш өҫтөндәге ҡара ҡырмыҫҡа шикелле. Рияның рия икәнлеген беркем белә алмай. Уны Аллаһы Тәғәлә менән рия ҡылыусы үҙе генә белә ала. Рия ул кешенең эсендә. Уны берниндәй приборҙар менән дә белә алмайҙар. Ул кешенең эсендәге сере. Унан һаҡлана күрегеҙ.
                                                 Ҡөрьәндә рия хаҡындағы аяттар
   Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә рияның хәрәм булыуы хаҡында аяттарҙа иҫебеҙгә төшөргән. Беҙ Аллаһының китабынан рияның хәрәм булыуын уҡып беләбеҙ һәм рия ҡылыуҙан һаҡланып йәшәргә тырышабыҙ. Беҙгә Аллаһ һүҙе ҡанун. Мосолман кешеһе был аяттарҙы белергә һәм риянан һаҡланырға тейеш. Мосолмандар араһында ғәрәпсә уҡый белмәүселәр ҙә бар. Шуға күрә ошо аяттарҙы бергә туплап үҙ телебеҙҙә еткерергә теләнем.
   “Әл-Бәҡара” сүрәһенең 264 нсе аяты:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا لَا تُبْطِلُوا صَدَقَاتِكُم بِالْمَنِّ وَالْأَذَى كَالَّذِي يُنفِقُ مَالَهُ رِئَاءَ النَّاسِ وَلَا يُؤْمِنُ بِاللَّهِ وَالْيَوْمِ الْآخِرِ فَمَثَلُهُ كَمَثَلِ صَفْوَانٍ عَلَيْهِ تُرَابٌ فَأَصَابَهُ وَابِلٌ فَتَرَكَهُ صَلْدًا لَّا يَقْدِرُونَ عَلَى شَيْءٍ مِّمَّا كَسَبُوا وَاللَّهُ لَا يَهْدِي الْقَوْمَ الْكَافِرِي نَ
   Мәғәнәһе. “Эй, мөьминдәр! Биргән саҙаҡаларығыҙҙы миннәт (биргән саҙаҡаһын кешенең иҫенә төшөрөп артынан йөрөмәй) ҡылып йәки рәнйетеп биреп, сауабын юғалтмағыҙ! Рия менән биргән кешеләр — кафырҙар кеүек, улар Аллаһыға һәм Ахирәт көнөнә ышанмайҙар, шулай ҙа кешеләргә яҡшы күренер өсөн саҙаҡа бирәләр. Рия менән йәки рәнйетеү менән бирелгән саҙаҡаның миҫалы — өҫтөнә тупраҡ ҡунған шыма таш кеүек, ямғыр һыуы тупраҡты йыуып төшөрә лә, таш тап-таҡыр булып, яланғас ҡала. Улар биргән саҙаҡаларының әжеренә ирешергә һис ҡадир булмаҫтар. Аллаһ Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылмайынса кафыр булған кешеләрҙе туры юлға күндермәҫ.
   Аңлатма. Был аятта һүҙ саҙаҡаларҙы риянан биреү хаҡында бара. Саҙаҡа биреү ул әжерле, изге ғәмәл. Аллаһты яратҡан, Йәннәткә керергә теләгән кешеләрҙең күбеһе саҙаҡа бирә. Саҙаҡа биреүселәр булғас уны алыусылар ҙа бар. Саҙаҡаны алыусылар бер нисек тә риясы була алмайҙар.
   Ләкин ҡайһы бер саҙаҡа биреүселәр араһында саҙаҡаларын риянан биреүселәр ҙә бар.
   Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә Үҙе: Рия менән биргән кешеләр — кафырҙар кеүек”, — тип Ҡөрьәндә әйткән. Әлбиттә, беҙ саҙаҡа биреүсе кешенең күңелен белә алмайбыҙ. Күңелдәрҙең, йөрәктәрҙең хужаһы Аллаһы Тәғәлә. Ул кемдең кем икәнен Үҙе бик яҡшы белә. Әйткәнемсә, беҙ кешенең күңел серҙәрен белә алмайбыҙ, ләкин ҡайһы сағында ҡайһы берәүҙәрҙең саҙаҡа өләшкәндәрен күреп был кеше риясыға оҡшаған тип уйлап ҡуя алабыҙ. Миҫал өсөн, мәжлестәрҙә саҙаҡа таратыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре саҙаҡаларын ҡасырып бирһәләр, ҡайһы берәүҙәр уны риянан биргән шикелле асыҡ итеп бирә. Уларҙың шул рәүешле саҙаҡа биреүҙәре рия шикелле тойола. Ундай кешеләр ун һум биргәндә уны алтыға бөкләп ҡулында йомарлап ҡасырып бирә, әгәр илле һум булһа уны ул дүрткә бөкләп бирә, әгәр ҙә саҙаҡа йөҙлөк булһа уны ул биргәндә урталайға ғына бөкләй, ә бына ул биш йөҙлөк булһа, биргәндә уны бөкләп тә тормай, саҙаҡа бер меңлек булғанда ул уны байраҡ күтәреп йөрөгән шикелле күтәреп килеп бирә. Әгәр ҙә инде уның саҙаҡаһы биш меңлек булһа ул уны байраҡ күтәреп килгән шикелле генә түгел бәлки саҙаҡа алыусы янына килеп еткәнсе һуғыш ҡырында урра ҡысҡырып йөрөгән һалдаттар шикелле, бына мин биш мең һум бирәм тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлай- ҡабатлай килтереп бирә. Быға оҡшаған саҙаҡа таратыусылар бер ҡасан да булманы һәм юҡ тип әйтеп булмай.
   Ундайҙар ҙа һирәк кенә осраштырғылайҙар.
   Әлбиттә, яҡшының яманы булған шикелле, саҙаҡаларҙы ихластан биреүселәр ҙә, риянан биреүселәр ҙә бар.
   Риянан биреүселәр булмаһа Аллаһы Тәгәлэ Ҡөрьәндә әйтмәҫ ине. Саҙаҡаларҙы биргәндә риянан булмаһын өсөн ҡалебтәребеҙҙе риянан таҙартып, сафлап бирергә кәрәк. Шул сағында беҙҙең саҙаҡаларыбыҙ ҡабул булыр һәм Раббыбыҙ Аллаһы Тәғәлә риза булыр, ин шәә Аллаһ.
                                              Саҙаҡа биреүселәрҙең ихласлыҡтары
   Саҙаҡаны ихластан биреү мөһим. Ғәрәп илендә уҡығанда мин ихластан саҙаҡа биреүселәрҙе күп күрҙем. Шуларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында һеҙгә лә һөйләп китәм. 1993 нсе йылда гәилә менән Сәғүд Ғәрәпстаны башҡалаһына — Эр-Рияд ҡалаһына уҡырға барҙыҡ. Ул ваҡытта ғәиләлә биш кеше инек: мин, йәмәғәтем, ике малайым һәм бер ҡыҙым. Барып етеп урынлашҡас, ғәрәптәр беҙҙең йыраҡтан килгәнебеҙҙе белгәс, был ғәилә ярҙамға мохтаж тип беҙгә ярҙам итә башланылар. Иртәнге намаҙға мәсеткә барғанда ҡараңғыраҡ була ине.
Саҙаҡа биреүселәрҙең ҡайһы берҙәре ҡараңғыла йөҙөн яулыҡ менән ҡаплаған хәлдә мине артымдан ҡыуып тотоп кеҫәмә йәиһә ҡулыма бер конверт тоттороп китәләр ине. Ул конверт эсендә беҙҙең аҡса менән һанағанда 20-25 мең һум тирәһендә саҙаҡа аҡсаһы була торған ине.
   Ҡайһы ваҡыт улар төндә фатирыбыҙға килеп ишек аҫтындағы ярыҡ аша конверт ташлап китәләр ине.
Берваҡыт ғәиләбеҙ менән иртәнге сәйҙе эсеп ултырғанда ишек шаҡыған тауыш ишеттек. Ишекте асҡас ҡара күлмәкле, пәрәнжә менән битен ҡаплаған ҡатын баҫып торғанын күрҙек. Беҙ татар-башҡорт халҡындағы ғәҙәт буйынса уны сәйгә өндәштек.
   Ул сәйгә кермәне, сөнки сәй эскәндә битте асырға тура килә, ә бите асылғас уның кем икәне беленә. Шуға күрә булһа кәрәк, ул беҙгә бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә ҡулыбыҙға конверт һуҙҙы ла китеп тә барҙы. Мин: “Был ҡатын ҡайһы яҡҡа табан китте икән?” — тип урам күренә торған тәҙрәгә ултырғыс ҡуйып ҡарарға булдым. Ултырғысты ҡуйып менеп баҫып тәҙрәгә ҡарай башлағанда ултырғысым уатылып мин гөрһөлдәп иҙәнгә йығылып төштөм. Саҙаҡа биреүсе ҡатындың ниәте изге булған. Ул ҡатын саҙаҡаһын ялғыҙ булған Аллаһы ризалығы өсөн биргәнгә Аллаһы Тәғәлә миңә уның ҡайһы яҡҡа табан киткәнен дә күрһәтмәне тип юраным.
   “Әл-Мәғун” сүрәһе
   “Әл- Мәғун” сүрәһендә һүҙ етемдәрҙе ҡағыу, уларға золом итеү һәм фәҡирҙәргә саҙаҡа биреүгә ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр тураһында һәм риянан намаҙ уҡыусылар хаҡында бара.
بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيمِ
أَرَأَيْتَ الَّذِي يُكَذِّبُ بِالدِّين* فَذَلِكَ الَّذِي يَدُعُّ الْيَتِيمَ* وَلَا يَحُضُّ عَلَى طَعَامِ الْمِسْكِينِ* فَوَيْلٌ لِّلْمُصَلِّينَ* الَّذِينَ هُمْ عَن صَلَاتِهِمْ سَاهُونَ *الَّذِينَ هُمْ يُرَاءُونَ* وَيَمْنَعُونَ الْمَاعُونَ*

   Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим.
1. Әйе, һин хисап һәм яза көнөн, Ҡиәмәтте ялғанға тотҡан кешене күрҙеңме? 2.Ул ялғансы, етемде ҡағыр, уға золом итәр. 3. Үҙен һәм башҡаларҙы фәҡирҙәргә аш һәм саҙаҡа бирергә ҡыҙыҡтырмаҫ. 4. Ни үкенес һәм һәләкәтлек ихласһыҙ намаҙ уҡыусыларға. 5. Улар намаҙҙарынан , иғтибарһыҙҙар ваҡытында уҡымаҫтар һәм намаҙҙың рөкөндәрен хөрмәт ҡылмаҫтар, намаҙҙарының ваҡытынан кисегүенә ҡайғырмаҫтар. 6. Әле улар уҡыған намаҙҙарын да рия менән уҡырҙар, йәғни кеше күргәндә уҡый, кеше күрмәгәндә уҡымай. 7. Ул риясы тейешле саҙаҡаларҙы бирмәҫ һәм тормош әйберҙәрен ваҡытлыса биреп тормаҫ.
   Аңлатма. Ҡайһы бер кешеләр намаҙҙарын өйҙәрендә уҡымайынса мәсеткә барғас ҡына уҡыйҙар. Ниңә һуң улар йома көн йоманан өйҙәренә ҡайтҡас аҙна буйына биш ваҡыт намаҙҙың береһен генә булһа ла уҡымайҙар. Ә бына мәсеттә — кеше алдында — ниндәй намаҙ бар, барыһын да уҡыйҙар.
Әллә улар Аллаһы Тәғәлә мәсеткә барған кешеләрҙең генә намаҙҙарын ҡабул итә тип уйлайҙармы икән? Әллә инде улар Аллаһы Тәғәлә мәсеттәге кешеләрҙе генә күрә лә мәсеттән тыш булған башҡа кешеләрҙе күрмәй тип уйлайҙармы икән?
   Әгәр улар Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һәрваҡыт, һәр ерҙә күрә, һөйләшкәндәребеҙҙе ишетә тип уйлаһалар, ул сағында улар мәсеттәрҙә генә уҡымайынса, өйҙәрендә лә намаҙҙарын уҡырға тейештәр. Әгәр ҙә улар намаҙҙарын кеше алдында ғына уҡып өйҙәренә ҡатҡас уҡымаһалар, ул сағында ихлас намаҙ уҡыусыларҙың күңелдәрендә: “Был кеше монафиҡ түгелме икән, был кеше намаҙҙарын кеше күрһен өсөн риянан ғына уҡыймы икән” тигән уй-фекерҙәр тыуырға мөмкин. Риясылар улар Аллаһы Тәғәлә әйткәнсә: “Әле улар уҡыған намаҙҙарын да рия менән уҡырҙар, йәғни кеше күргәндә уҡый, кеше күрмәгәндә уҡымай”. Кеше күргәндә, ул кеше өсөн генә намаҙ уҡыһаң ғәмәл-ғибәҙәтең риянан һанала. Уның өсөн берниндәй әжер булмаҫ һәм уның ғәмәле ҡабул да ителмәҫ, киреһенсә, уға гонаһ ҡына яҙыласаҡ. Аллаһы Тәғәлә “Әл-Кәһф” (Мәмерйә) сүрәһенең 110 нсы аятында риянан намаҙ уҡырға ҡушмай. Дәлил:
       قُلْ إِنَّمَا أَنَا بَشَرٌ مِّثْلُكُمْ يُوحَى إِلَيَّ أَنَّمَا إِلَهُكُمْ إِلَهٌ وَاحِدٌ فَمَن كَانَ يَرْجُو لِقَاءَ رَبِّهِ فَلْيَعْمَلْ عَمَلًا صَالِحًا وَلَا يُشْرِكْ بِعِبَادَةِ رَبِّهِ أَحَدًا
   “Дөрөҫлөктә, мин — һеҙҙең кеүек бер кешемен, минең айырмам шунда ғына — миңә Аллаһынан үәхи индерелде, һеҙгә индерелмәне, дөрөҫлөктә һеҙҙең илаһығыҙ — бер илаһ. Кем Раббыһы менән осрашыуға өмөт иткән кеше изгелек эшләһен, йәғни {Аллаһ әмерҙәрен рияһыҙ үтәһен) һәм Раббыһына ғибәҙәт ҡылғанда Уға беркемде лә тиңдәш итмәһен», — тип әйт. (“Әл-Кәһф”, 110)
   Был аяттың инеү сәбәбе тураһында хәҙис килгән: Таүс тигән исемле кешенән, ибн Әбү Хатим тигән кеше ишетеп риүәйәт ҡыла. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм янында бер кеше: “Әй, Аллаһының илсеһе, мин Аллаһ ҡаршында Уның ризалыгын намаҙҙа баҫып торганда өмөт итәм.
   Ләкин ошо баҫып торғанымды башҡалар ҙа күреп торғанын яратам, тип әйтте. Был һүҙҙәрҙе ишетеүсе Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәне, яуап ҡайтарманы, шунан һуң ошо алда уҡып үткән аят инде.
   Был хәҙистең мәғәнәһе: намаҙҙарҙы кеше күрһен өсөн генә уҡырға ярамай. Намаҙ уҡығанда “минең намаҙымды башҡалар ҙа күргәнен яратам”, — тип әйтһәк ул риянан китә. Беҙ намаҙҙы Аллаһы ризалығын алыр өсөн, Уның Йәннәтенә кереүгә сәбәп булһын өсөн уҡыйбыҙ. Шулай булғас, беҙгә намаҙҙарҙы бары тик Аллаһы ризалығы өсөн генә уҡырға кәрәклеге аңлашыла.
   Беҙ Раббыбыҙ Аллаһы менән осрашырға теләһәк, уны Аллаһының рәхмәте менән булдыра алабыҙ.
Уның өсөн беҙгә иң элек ширектән һәм риянан паҡ булырға кәрәк. Икенсенән, бөтөн ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙ пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең ғибәҙәттәренә оҡшарға тейеш, әгәр уныҡына оҡшамаһа ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙ ҡабул булмай, сөнки ғибәҙәттәрҙе беҙгә өйрәтеүсе ул бит. Әгәр ҙә беҙ уның өйрәткәнен алмайынса башҡаса, йә үҙебеҙ теләгәнсә, йәиһә башҡа диндәге кешеләрҙең ғибәҙәттәренә ҡарап улар һымаҡ уҡыһаҡ, ул ваҡытта ғибәҙәт ҡылып тороуҙың файҙаһы юҡ. Шуға күрә беҙгә ғилем кәрәк, йәғни пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең ғибәҙәттәрен нисек ҡылғанлығын белергә, өйрәнергә кәрәк. Шул саҡта беҙҙең күңелдәребеҙ тынысланыр, ин шәә Аллаһ.
   “Әл- Мәғун” сүрәһенең етенсе аятында Аллаһы Тәғәлә:
   “Ул риясы тейешле саҙаҡаларҙы бирмәҫ һәм тормош әйберҙәрен ваҡытлыса биреп тормаҫ”, — тине. Был аят риясы кешене сифатлай торған аят. Һин үҙеңдең риясымы әллә риясы түгелме икәнеңде белергә теләһәң ошо етенсе аятҡа ҡарап бел. Етенсе аятты тағын ҡабатлайым:
   “Ул риясы тейешле саҙаҡаларҙы бирмәҫ һәм тормош әйберҙәрен ваҡытлыса биреп тормаҫ”.
   Әгәр күршеләрең берәр нәмә һорап кергәндә уларҙың һораған нәмәләре һиндә була тороп та уларға бирмәһәң риясы һәм һаран булаһың.
   Миҫал өсөн, күршең һинән иләк-силәк, балта-бысҡы, табаҡ-һауыт шикелле нәмәләр һорағанда бирмәһәң риясы булаһың. Фәҡирҙәргә Аллаһы Тәғәлә әмер иткән өлөштәрен бирмәйенсә үҙеңә алып ҡалһаң һин риясы булаһың. Был һүҙҙәр бөйөк Аллаһы Тәғәлә һүҙҙәре. Аллаһы Тәғәлә “Эн-Ниса” (Ҡатын-ҡыҙҙар)сүрәһенең 142 нсе аятында ла рия ҡылмағыҙ тип киҫәтә. Рияны күберәк монафиктар ҡыла. Дәлил:
                إِنَّ الْمُنَافِقِينَ يُخَادِعُونَ اللَّهَ وَهُوَ خَادِعُهُمْ وَإِذَا قَامُوا إِلَى الصَّلَاةِ قَامُوا كُسَالَى يُرَاءُونَ النَّاسَ وَلَا يَذْكُرُونَ اللَّهَ إِلَّا قَلِيلًا
   Мәғәнәһе. “Әлбиттә, монафиктар Аллаһты алдайбыҙ тип уйлайҙар, Аллаһ иһә уларҙы донъяла һиҙәйәттән, Ахирәттә Йәннәттән мәхрүм итеп алдаусылыр. Әгәр монафиктар намаҙға торһалар кешеләргә рияланып ялҡауланып ҡына торалар, күңелдәре ҡарарланырлык итеп Аллаһты зекер итмәйҙәр, ләкин ғафил күңел иһә бик аҙ ғына зекер итәләр.”
   Был аятта ла Аллаһы Тәғәлә намаҙҙарын рияланып уҡыусы кешеләр тураһында әйтә.
   Риянан ҡылған ғәмәлдәрҙең береһе лә ҡабул булмай.
   “Әл — Инсән” сүрәһенең 9 нсы аяты
   “Әл — Инсән” (Кеше) сүрәһенең 9 нсы аятынан беҙ барлыҡ ғибәҙәттәребеҙҙе Аллаһы ризалығы өсөн генә ҡылырға тейешлегебеҙҙе аңлайбыҙ. Ихластан йөрөүселәр берәр төрлө изгелек эшләһәләр улар ул изгелектәре өсөн кешенән бернәмә лә өмөт итмәйҙәр, хатта доға ҡылығыҙ әле тип тә һорамайҙар. Дәлил:
                                                                                   إِنَّمَا نُطْعِمُكُمْ لِوَجْهِ اللَّهِ لَا نُرِيدُ مِنكُمْ جَزَاءً وَلَا شُكُورًا
   “Улар (изгеләр): күңелдәренән әйтәләр: “Дөрөҫлөктә, беҙ Аллаһынан әжер өмөт итеп һеҙҙе ашатабыҙ һәм был ризык өсөн түләү, бүләк һәм рәхмәт әйтеүҙе һорамайбыҙ”, тиҙәр.” (“Әл-Инсән”, 9.)
   Аңлатма. Аллаһының изге ҡолдары меҫкендәр менән фәҡирҙәрҙе ашатҡас: “Дөрөҫлөктә, беҙ Аллаһынан әжер өмөт итеп ашатабыҙ һәм был ризыҡ өсөн түләү, бүләк һәм рәхмәт әйтеүҙе һорамайбыҙ”, — тиҙәр.
Изгеләр фәҡир, меҫкендәрҙе ашатҡас бары тик әжерҙе Аллаһынан көтәләр. Әгәр бер кеше уларҙы ашатҡандан һуң:
1. Мин һеҙҙе ашаттым, ашатҡан өсөн һеҙ миңә аҡса түләгеҙ тип аҡса һораһа.
2. Быларҙың бер көндө миңә кәрәктәре сығар әле тигән ниәт менән ашатһа.
3. Быларҙы ашатҡас улар миңә ҡаршы һөйләмәҫтәр, ҡаршы сыҡмаҫтар тигән ниәт менән ашатһа.
4. Был фәҡирҙәрҙе ашатҡас һайлау ваҡытында (миҫал өсөн, мәсет имамын һайлағанда) тауыштарын миңә бирерҙәр тигән ниәт менән ашатһа.
5. Мин ашатҡас улар мине маҡтарҙар тигән ниәт менән ашатһа.
6. “Быларҙы ашатҡас берәр көндө миңә ярҙам итәрҙәр” тигән ниәт менән ашата икән, былар барыһы ла ихластан булмайынса риянан китә, сөнки улар кешенән маҡтау көтәләр йәиһә үҙҙәренә файҙа өмөт итәләр.
Изгелекте Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн эшләргә һәм әжерҙе бары тик Аллаһынан ғына өмөт итәргә кәрәк
                                         Донъя эштәре һәм Ахирәт эштәре
   Донъялыҡта, йәғни фани донъяла кешеләр бер-береһенә ярҙам итеп, игелек ҡылып йәшәйҙәр. Донъя эштәрендә бер кеше икенсеһенә ярҙам итә икән уға берниндәй ҙә әжер-сауап булмай. Яҡшылыҡ эшләүсе кеше изгелеген башҡаларға күрһәтеп ҡылһа ла риянан китмәй һәм гонаһ булмай, сөнки уның өсөн ғәмәл дәфтәренә әжер-сауап яҙылмай. Шуға күрә донъя эштәрен кешегә күрһәтеп эшләүҙә берниндәй ҙә гонаһ юҡ.
   Әгәр ҙә берәү икенсе берәүгә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ярҙам итһә, Раббыбыҙҙың ризалығын алыр өсөн изгелек ҡылһа, уға әжер-сауап була. Әммә, билгеле шарт үтәлергә тейеш: изгелек ҡылыусы үҙенең эш-ғәмәлен риянан ҡылмаҫҡа, йәғни кешеләр күрһендәр тигән ниәт менән эшләргә тейеш түгел.
   Тимәк, донъя эштәрендә лә әжер-сауапҡа ирешеп була: әгәр ҙә ниәтең Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн булып риянан булмаһа, йәғни кешегә күрһәтеп эшләнмәһә.
   
                                             Рияның ғәләмәттәре
   “Май сүлмәге тышынан беленә” тигән халыҡ әйтеменә таянып рия хаҡында бер фекер әйтәһем килә. Әйе, рияның рия икәнлеген фәрештәләр ҙә белә алмайҙар. Ләкин, үҙебеҙҙе риянан һаҡлау өсөн Ғәли радыйаллаһу ғәнһүнең рияһының ғәләмәттәре тураһында әйткән һүҙен белеү һәммә кешегә лә хәйерле булыр.
Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләмдең кейәүе Ғәли радыйаллаһу ғәнһү рияһының өс төрлө ғәләмәте бар тигән. Беренсеһе, риясы үҙе генә ҡалғанда изге эштәрҙе эшләргә ялҡаулана. Икенсеһе, халыҡтар араһында берәр изге эш эшләһә бик ғәйрәтле булып үҙен тырыш итеп күрһәтә.
Өсөнсөһө, әгәр уны маҡтаһалар ул бик тырышып һәм арттырып эшләй, әгәр уны ямандаһалар ул бик аҙ эш эшләй, тигән.
   Был риясының ғәләмәттәре. Ләкин кешелә бындай сифаттарҙың булыуы менән уны рияла барыбер ғәйепләп булмай. Мосолмандарҙа ла ҡайһы саҡта монафиҡтарҙың һәм кафырҙарҙың ғәләмәттәре күренергә мөмкин, ләкин шуға ҡарап ҡына беҙ ул кешегә: “Һин монафик, һин кафыр”, — тип әйтергә тейеш түгелбеҙ.
                               Аллаһы Тәғәлә риянан булған ғәмәлдәрҙе ҡабул итмәй
   Рия — кесе ширек, ул насар ғәмәл. Аллаһы Тәғәлә насар нәмәләрҙең береһен дә ҡабул итмәй. Беҙгә был хәбәрҙе Аллаһының илсеһе хәбәр итте. Пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм әйткән: “Эй, кешеләр, Аллаһы Тәғәлә — Яҡшы, Ул яҡшынан башҡаны ҡабул итмәй... ”
   Әлеге хәҙис эштәргә, матди байлыҡтарға, һүҙҙәргә һәм фекерҙәргә лә ҡағыла. Аллаһы Тәғәлә риянан булған һүҙҙе лә, ғәмәлде лә ҡабул итмәй. Уны ғазапланып эшләп һәм һөйләй уаҡыт үткәреп торорға ла кәрәкмәй. Рия ғәмәлен аҡыллы кешеләр эшләмәҫ. Сөнки, уның файҙаһы юҡ. Ул бары тик кешегә зарар ғына килтерә.
                                                      Батшаның риянан мәсет һалыуы
   Был ҡисса донъяла булып үткән үаҡиға, йәғни, тормошта булған хәл. Был хаҡта ғәрәп ғалиме Мөхәммәт Ғурайфи һөйләгән ине.
   Элекке заманда бер батша мәсет төҙөргә ниәтләгән. Ниәтләгән көндө ук, мәсетте төҙөй башлағансы: “Мәсетте һалыусы кеше — фәлән батша” — тип таҡтаһын яһатып төҙөлөргә тейешле мәсет янына бер ағасҡа элеп ҡуйған. Шунан һуң халыҡҡа: “Мәсеткә берегеҙ ҙә бер кирбес тә, ағас та килтермәгеҙ, барыһы ла үҙ хисабымдан”, — тип ситтән ярҙамды ҡабул итмәгән. Мәсетте төҙөп бөтөргәс халыҡ мәсеткә кереп намаҙ уҡый башлаған көндөң төнөндә был батша төш күрә. Төшөндә күктән бер фәрештә төшөп мәсеткә үҙенең исемен яҙҙырып элеп ҡуйған таҡталағы батша исемен бөтөрөп бер ҡатындың исемен яҙғанын күрә.
   Батша был төшкә биҡ ныҡ ғәжәпләнә. Шунан һуң ул үҙенең бер хеҙмәтсеһен таҡталағы исемде уҡып ҡайтырға мәсеткә ебәрә.
   Хеҙмәтсе мәсеткә барып таҡтаға ҡарағас унда батша исеменән башҡа исем тапмай. Хеҙмәтсе хәбәрҙе батшаға ҡайтып әйтә. Икенсе төндө батша тағын шул уҡ төштө күрә. Хеҙмәтсеһен тағын таҡтаны ҡарарға ебәрә. Хеҙмәтсеһе уға берниндәй ҙә үҙгәреш булмағанлығын ҡайтып әйтә. Батша өсөнсө төндә лә шул уҡ фәрештәнең күктән төшөп батшаның исемен бөтөрөп бер ҡатындың исемен яҙғанын күрә. Батша фәрештә яҙған ҡатындың исемен иҫендә ҡалдыра.
   Иртән ғәскәрҙәренә ҡатындың исемен әйтеп уны эҙләргә ҡуша. Күп тә үтмәй батшаның әмере үтәлә. Был ҡатын бер ҡарсыҡ булып сыға. Батша ҡарсыҡтан: “Һин был мәсеткә берәр төрлө ярҙам иттеңме?” — тип һорай.
Ҡарсыҡ батшаға: “һин бит халыҡты ярҙам итеүҙән тыйҙың, шуға күрә мин ярҙам итмәнем”, — тип яуап бирә. Батша ҡарсыҡтан: “Иҫеңә төшөр әле, бәлки һин берәй нисек ярҙам иткәнһеңдер”, — тип икенсе мәртәбә һорай. Ҡарсыҡ бераҙ уйланып торғандан һуң: “Көндәрҙән бер көндө мин мәсет янынан үтеп барғанда һинең мәсетеңә кирбес ташый торған бер аттың һыуһап, әлһерәп баҫып торғанын күрҙем һәм шунда мин уны биҡ ныҡ ҡыҙғанып бер биҙрә һыу алып килеп эсерҙем”, — тип яуап бирә.
   Батша был һүҙҙе ишеткәс: “Әй, әбей! Һинең ат эсерүең Аллаһы ризалығы өсөн ихластан булған, ә минең мәсет төҙөүем риянан ине”, — тип үҙ хатаһын танып, таҡталағы үҙенең исемен бөтөрөп әбейҙең исемен яҙҙырып ҡуя.
   Был — батшаның тәүбәһе. Күрәһегеҙме, батша үҙенең хатаһын танып риянан тәүбә ҡыла. Аллаһы Тәғәлә батшаға рәхимле булып уның төшөнә хәҡиҡәтте керетә.
   Ибраһим ғәләйһиссәлләм дә төш күрҙе. Ул төшөндә балаһын боғаҙлағанын күрә. Йософ пәйғәмбәр ҙә төш күрә. Төшөндә уға ай менән ҡояш һәм йондоҙҙар сәждә ҡыла.
   Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм беҙгә: “Төш ул үәхинең 46 нан бер өлөшө”, — тип әйткән. Төштәр керә, ләкин уны дөрөҫ юрарға кәрәк. Төштө нисек юрайһың — шулай була.
                                                                    Рияның зарарҙары
Мөхтәрәм мөьмин-мосолмандар, рия бары тик зарар ғына килтерә, Рияның зарарҙары:
1. Рия изге ғәмәлде юҡҡа сығара. Аллаһы Тәғәлә “Һуд” сүрәһенең 15 нсе, 16 нсы аятында *

مَن كَانَ يُرِيدُ الْحَيَاةَ الدُّنْيَا وَزِينَتَهَا نُوَفِّ إِلَيْهِمْ أَعْمَالَهُمْ فِيهَا وَهُمْ فِيهَا لَا يُبْخَسُونَ* أُولَئِكَ الَّذِينَ لَيْسَ لَهُمْ فِي الْآخِرَةِ إِلَّا النَّارُ وَحَبِطَ مَا صَنَعُوا فِيهَا وَبَاطِلٌ مَّا كَانُوا يَعْمَلُونَ
   Мәғәнәһе. «Кем донъя тереклеген һәм уның зиннәтен, йәғни алтын-көмөш, ынйы-мәрйен, ҡатындар, балалар, яҡшы матур йорттар һәм аттар һәм башҡаларын теләһә, беҙ уларға донъялыҡта йәшәгән ваҡыттарында ҡылған ғәмәлдәре өсөн барыһын да бирербеҙ, уларға донъяла берниндәй ҙә кәмселек килтерелмәҫ. Ләкин инде Ахирәттә уларға Йәһәннәм утынан башҡа берниндәй ҙә яза булмаҫ, йәғни уларға унда фәҡәт Йәһәннәм ғазабы ғына. Уларҙың донъялыҡта эшләгән эштәре риянан ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәре юҡҡа сығар, берниндәй ҙә файҙа бирмәҫ һәм уларҙың бөтөн ғәмәлдәре батыл(юҡҡа сыҡҡан)».
2. Рия ҡылыусы Аллаһының ғазабына эләгәсәк һәм ул ләғнәт ҡылынып Аллаһы рәхмәтенән ҡыуыласаҡ.
3. Аллаһы Тәғәлә рия ҡылыусы кешене яратмай.
4. Уның ҡылған ғибәҙәттәрен ҡабул ҡылмай.
5. Аллаһы Тәғәлә уға даими рәүештә асыулы буласаҡ.
6. Ҡәберҙә уға ғазап һәм үкенес.
7. Ҡиәмәт көнөндә ғазап һәм үкенес.
8. Риясыиың урыны — Йәһәннәм.
9. Әҙәм балалары башта риясыны маҡтайҙар. Аллаһы Тәғәлә бер көндө уның серҙәрен аса, бөтөн халыҡ уға ҡаршы сығып яратмай башлайҙар һәм ул донъяла ла, Ахирәттә лә хурлыҡта буласаҡ.
                                                                      Риянан ҡурҡыу
   Мосолман булған кеше риянан ҡурҡырға тейеш. “Әгәр рия ҡылһам уның өсөн Аллаһы Тәғәлә донъялыҡта ла һәм Ахирәттә лә яза бирәсәк”, — тип фекер йөрөтөргә тейешбеҙ.
   Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм сәхәбәләр өсөн риянан бик ҡурҡа торған булған. Был һүҙҙәргә дәлил: Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм сәхәбәләргә: «Һеҙҙең өсөн ҡурҡа торган нәмәләрҙең иң ҡурҡынысы «кесе ширек» тине.
   Һуңынан пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм кесе ширек хаҡында һоралынды һәм Пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм уларға «рия» тип әйтте.
   Мөхтәрәм мөьмин-мосолмандар, күрегеҙ әле, Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм камил иманлы сәхәбәләре өсөн уларҙың кесе ширеккә төшөп гонаһлы булыуҙарынан ҡурҡа торған булған. Ә бит беҙ зәғиф иманлылар һәм шундай гонаһҡа төшөү мөмкинлектәре лә бик күп тапҡырға артығыраҡ, шуға күрә беҙгә риянан биҡ ныҡ һаҡланырға һәм ҡурҡырға кәрәк. Сөнки, кесе ширек оло ширектең хасил булыуына сәбәп, ә оло ширек өсөн — Йәһәннәм.
                                                           Рия ҡылыусыны нимә көтә?
   Рия ҡылыусы кешене ниҙәр көтә? Әлбиттә, уға еңеллектәр көтөлмәйәсәк. Беренсенән, рия ҡылыусы кеше ул кесе ширек ҡылған булып һанала.
   Шулай булғас, иң беренсе уның риянан булған ғәмәлдәре барыһы ла юҡҡа сыға. Миҫал өсөн, кеше маҡтаһын өсөн Ҡөрьән уҡыһа, кешенән ҡурҡып мәжлес үткәрһә, кеше күрһен дә һөйләһен тап намаҙ уҡыһа был кешенең ғәмәлдәре барыһы ла риянан була һәм уның ғәмәлдәре ут ағасты яндырған шикелле янып юҡҡа сыға. Икенсенән, рия ҡылыусы кешегә гонаһ яҙыла. Ғәмәлдәре Аллаһ ризалығы өсөн булмағас, ул кемдеңдер ризалығын өмөт итеп ҡылған була. һәм ул ғәмәл дәфтәрен шуның менән бысрата.
   Өсөнсөнән, ул кеше Ҡиәмәт көнөндә Йәһәннәмгә төшәсәк һәм унда Аллаһы Тәғәлә теләгәнсә ғазапланасаҡ. Әгәр уның ҡалебендә тәүхиде булған булһа ғазапланғандан һуң Аллаһы Тәғәлә уны ҡайсан теләй шунда сығарып Йәннәтенә керетәсәк. Әй, бәндә, ғәмәлдәреңде риянан ҡылын шул ҡәҙәрле бәләгә төшкәнсе бераҙ башыңды эшләтеп риянан биҙ, ғәмәлдәреңде Аллаһ ризалығы өсөн ихластан эшлә. Минең кәңәшем шул һиңә. Уйла, фекер йөрөт.
                                                                      Рия дәрәжәләре
   Рияны ғалимдәр бернисә дәрәжәгә бүлгәндәр.
   Беренсеһе. 100 процентлы рия. Йәғни, Әҙәм балаһы барлыҡ ғибәҙәттәрен Аллаһы өсөн түгел, бәлки кеше өсөн генә ҡыла. Был рияны мосолмандар ҡылмайҙар, быны бары тик монафиктар ғына ҡылалар. Дәлил:
             إِنَّ الْمُنَافِقِينَ يُخَادِعُونَ اللَّهَ وَهُوَ خَادِعُهُمْ وَإِذَا قَامُوا إِلَى الصَّلَاةِ قَامُوا كُسَالَى يُرَاءُونَ النَّاسَ وَلَا يَذْكُرُونَ اللَّهَ إِلَّا قَلِيلًا
   Мәғәнәһе. “Әлбиттә, монафиктар Аллаһты алдайбыҙ тип уйлайҙар, Аллаһ иһә уларҙы донъяла һиҙәйәттән, Ахирәттә Йәннәттән мәхрүм итеп алдаусылыр. Әгәр монафиктар намаҙға торһалар кешеләргә рияланып, ялҡауланып ҡына торалар, күңелдәре тынысланырлыҡ һәм рәхәтләнерлек итеп Аллаһты зекер итмәйҙәр, ләкин ғафил күңел иһә бик аҙ ғына зекер итәләр.”(Ән-Ниса, 142)
   Был төр рияны фәҡәт монафиктар ғына ҡыла. Әлбиттә, был кешенең ғибәҙәте юҡҡа сыға, берниндәй файҙаһы ла ҡалмай, бәлки ҡылыусыһына зарары ғына буласаҡ.Үҙен мосолманға һанаған кеше намаҙ менән ураҙаны кеше өсөн ҡылмаҫ.
   Икенсеһе. Ғибәҙәтенең бераҙын Аллаһ өсөн, ә бер аҙын кеше өсөн ҡыла. Был ғәмәл дә файҙаһыҙ.
   Өсөнсөһө. Башлағанда 100 процент Аллаһы өсөн тип башлай ҙа, һуңынан ниәттәре үҙгәреп китеп бераҙ кеше күрһен өсөн эшләй, әгәр рияны һиҙеп алһа ул тағын Аллаһ өсөн ҡыла. Был ғәмәл өсөн әжер яҙыла.
Имам Әхмәт, Имам әт-Табари, Хәсән әл-Басри тигән ғалимдәр шулай тип әйткәндәр. Аллаһ белеүсерәк.
                                                        Рияның килеп сығыу сәбәптәре
   Яҙ көнө ҡояш нығыраҡ йылыта башлауға баҡсала, урмандарҙа һәм ҡыр-болондарҙа үҫемлектәр ерҙән шытып сығалар. Үҫемлектәрҙең шытып сығыуҙарына йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм ямғыр сәбәп булып тора. Аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡытында ҡараҡтар күбәйә, уларҙың күбәйеүенә аслыҡ сәбәп булып тора. Йылға-күлдәр, ҡойоларҙағы һыуҙың аҙайыуына, ҡояштың ҡаты ҡыҙҙырыуы һәм ямғыр яумауы йәки яуым-төшөмдөң бөтөнләй булмауы, йәғни ҡоролоҡ арҡаһында була.
   Тимәк, һәрнәмәнең артып һәм кәмеп китеүенә төрлө-төрлө сәбәптәр була. Шулай уҡ, рияның килеп сығыуына ла төрлө-төрлө сәбәптәр бар. Башта рияның сәбәптәрен белергә кәрәк. Әгәр беҙ сәбәптәрен белһәк уны булдырмабыҙ һәм беҙҙең рия ғәмәлдәребеҙ ҙә булмаҫ, ин шәә Аллаһ.
                                                               Рияның сәбәптәре
   Беренсеһе — имандың зәғифлеге
   Кешенең иманы зәғиф булһа уның хата-гонаһтары бик күп була. Иманы көсһөҙ кешеләр кесе һәм оло гонаһтарҙы ла, биҙәғәттәрҙе лә, кесе ширекте лә ҡылырға мөмкиндәр.
   Сөнки, уларҙың имандары ул гонаһтарға ҡаршы торорға һәләтле түгел. Ҡайһыбер кешеләрҙән: “Һин ниңә намаҙға баҫмайһың?” — тип һораһаң: “Әле беҙ намаҙға баҫырға етлекмәгәнбеҙ (өлгөрмәгәнбеҙ)”, — тип яуап бирә.
   Беҙ уның: “Әле беҙ намаҙға баҫырға етлекмәгәнбеҙ”. — тигән һүҙенән иманы зәғиф икәнен аңлайбыҙ. Әгәр ул берәр хәрәм йәиһә мәкруһ эш эшләһә һин уға: “Ниңә һин быларҙы эшләйһең?” — тип һораһаң ул: “Иманыбыҙ зәғиф, көсһөҙ тип яуап бирә. Мин шундай һүҙҙәрҙе бик күп ишеттем. Кеше хәрәм менән мәкрүһтәрҙе имандары көсһөҙ булғанға эшләй.
   Әгәр уның иманы көсһөҙ булһа ул рия ғәмәлдәрен эшләүҙән дә тартынмаясаҡ.
                                         Икенсеһе — маҡтағанды яратыу
   Бер кеше икенсеһен лайыҡлы маҡтау менән маҡтаһа, әлбиттә ул маҡтаусы кешенең маҡтарға хаҡы бар.    Аллаһы Тәғәлә “әл-Ғимран” сүрәһенең 110 нсы аятында пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм менән сәхәбәләрҙе маҡтап былай ти:
                                                     كُنتُمْ خَيْرَ أُمَّةٍ أُخْرِجَتْ لِلنَّاسِ تَأْمُرُونَ بِالْمَعْرُوفِ وَتَنْهَوْنَ عَنِ الْمُنكَرِ وَتُؤْمِنُونَ بِاللَّهِ...
   Мәғәнәһе. “Эй, Һеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәлләм өммәте, һеҙ донъяға сығарылған өммәттәрҙең иң хәйерлеһе булдығыҙ: Аллаһҡа хаҡ ышаныу менән ышандығыҙ, кешеләрҙе хәйерле эштәргә, изге ғәмәлдәргә өндәй белеү менән өндәнегеҙ һәм боҙоҡ, зарарлы эштәрҙән зыя белеп тыйҙығыҙ...”
   Аңлатма. Ғабдулла ибн Ғаббас радыйаллаһу ғәнһү был аятты тәфсир ҡылғанда: “Был сәхәбәләр Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт ҡылған сәхәбәләр”, — тип тәфсир итә. Сәхәбәләр араһында Рәсүлебеҙҙе маҡтаусылар ҙа булдылар. Атай-әсәй ҙә балаһын ҡайһы ваҡыт маҡтап ҡуя. Предприятие, ойошма етәкселәре лә булдыҡлы хеҙмәткәрҙәрен, эшселәрен лайыҡлы маҡтау менән маҡтайҙар. Маҡталынған кеше маҡтағаны өсөн уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Ләкин, шуны оноторға ярамай: әгәр беҙ кешене артыҡ маҡтаһаҡ ул сағында беҙ уға зыян итәсәкбеҙ.
   Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм артыҡ маҡтаусыларҙың йөҙҙәренә тупраҡ һибәргә ҡушҡан.
   Хәҙер “тупраҡ һибеү” тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңлап китәйек. Әгәр бер кеше маҡтаусы кешеһенең йөҙөнә тупраҡ һипһә нәмәләр булыуы ихтимал.
   Беренсе. Ҡара әле, мин быны кешеләр алдында маҡтайым, ә ул минең битемә тупраҡ һибә тин әйтәсәк һәм бик ныҡ асыуы сығасаҡ.
   Икенсе. Был кеше юләрләнгән икән тигән ҡарарға киләсәк.
   Өсөнсө. Был кешене башҡа берҡайсан да маҡтамаясаҡмын тип әйтәсәк.
   Дүртенсе. Маҡтаусы кеше унан биҙә, уның менән араһын өҙә
   Бишенсе. Уның янына (тағын был минең биткә тупраҡ һибәр тип) килергә курҡасаҡ.
   Алтынсы. Уның ғәйбәтен һөйләргә мөмкин.
   Күрәһегеҙме, йәмәғәт, нәмәләр булыуы ихтимал. Тимәк, артыҡ маҡтамау кешенең йөҙөнә тупраҡ һибеүгә ҡарағанда хәйерлерәк икән. Әгәр кешене артыҡ маҡтап боҙһаҡ ул тағын маҡтағандарын көтөп торасаҡ һәм кешеләр маҡтаһын өсөн риянан төрлө-төрлө эштәр эшләй башлаясаҡ. Ә рия, әйткәнебеҙсә, кесе ширек. Уны эшләүсе кеше Йәһәннәмгә төшәсәк.
                                   Өсөнсөһө — башҡаларҙың тәнҡитләүенән ҡурҡыу
   Әҙәм балаһы тәнҡитле яратмай. Йәғни, үҙен кәмһетәләр тип ҡурҡа. Миҫал өсөн, әгәр мосолман кешеһе һаҡал ебәргәс: “Хәҙер һаҡалым өсөн тәнҡитләрҙәр инде”, — тип һаҡалын ҡырһа был рия түгел, ләкин был гонаһлы эш. Сөнки, һаҡал ебәреү Әбү Хәнифә мәҙһәбендә лә һәм башҡа мәҙһәбтәрҙә лә вәжеб. Был кеше вәжеб ғәмәлен тотмаусы булып гонаһ эш эшләгән була. Ә менә берәү намаҙҙы Аллаһ ризалығы өсөн түгел, бәлки кешеләрҙең тәнҡит һүҙҙәренән ҡурҡып:
   “Кешеләр миңә һүҙ әйтмәһендәр, мине тәнҡитләмәһендәр”, — тип уҡыһа рия була. Шулай уҡ, бер ҡатын Аллаһтың ғазабынан ҡурҡып түгел, бәлки мосолмандарҙың тәнҡитләүҙәренән ҡурҡып хиджап кейһә рия була.
   Ҡайһы бер кешеләр рамазан айында ифтар мәжлестәренә, йәғни ауыҙ асыу атына бик йыш баралар. Унан һуң ул кеше: “Мин бик күп мәжлестәрҙә булдым, мине бик күп һыйланылар, ә үҙем берәүҙе лә мәжлескә саҡырманым, инде мине яманлап һөйләрҙәр, уларҙың ауыҙҙарын ябыу өсөн бер мәжлес үткәрәйем әле”, — тип мәжлес үткәрһә был ғәмәл рияға һанала. Әйе, ул ауыҙ астырырға тип ҡунаҡ саҡыра, бер ҡарағанда әжерле эш һымаҡ, ләкин ул Аллаһ ризалығы өсөн ауыҙ астырмай, бәлки халыҡ уңы тәнҡитләмәһен өсөн саҡыра. Шуға күрә был ғәмәл рия була. Был бер рамазан айындағы мәждестәргә генә ҡағылмай, бәлки барлыҡ мәждестәр һәм изге ғәмәлдәргә лә ҡағыла.
   Әгәр “кеше нәмә тип әйтер”, — тип ҡурҡып мәжлес үткәрһә ул кеше мәжлесен риянан, эшләгән булыр. Ул кешегә әжер түгел, бәлки бик ҙур гонаһ булыр.
   Әй, риясы бәндә, ни өсөн һин кешенән ҡурҡып ғәмәлеңде ҡылаһың, һин мосолман булһаң Аллаһты ололап, Уның ризалығын өмөт итәр өсөн ғибәҙәтеңде ҡыл. Ул ҡурҡҡан кешең ниндәй генә дәрәжәле кеше булһа ла ул да һинең кеүек бер тамсы һыуҙан яралған, һин йоҡлаған шикелле ул да йоҡлай, һин ашаған шикелле ул да ашай, һин һулаған шикелле ул да һауа һулай. Беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһ ҡаршыһында тигеҙ.
   Ҡабатлап әйтәм: кеше күрһен өсөн, кеше тәнҡитләүенән ҡурҡып ғибәҙәт ҡылма! Ошо хәйерле- файҙалы өгөт-нәсихәтте күңелеңә ныҡлап һалып ҡуярға тырыш. Рия ғибәҙәт өсөн әжер-сауаптар булмай, шул хаҡта уйла-фекерлә.
                                                           Рияны нисек дауаларға?
   Рия ул йөрәк сирҙәренең береһе булып һанала. Сирҙе дауаларға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм беҙгә: “Барлыҡ ауырыуҙарға ла дауа бар, дауаланығыҙ; үлемгә генә дауа юҡ”, — тип әйтеп ҡалдырған. Шулай булғас, беҙгә дауаланыу кәрәк, Ә дауаланыр өсөн ни эшләргә кәрәк һуң?
   1. Дини ғилемебеҙҙе арттырырға кәрәк
   Дини ғилемебеҙҙе арттырыу — Ҡөрьән менән хәҙисте дөрөҫ итеп өйрәнеү. Әгәр ҙә Әҙәм балаһы белем алһа ғилемле була. Ғилемле кешене халҡыбыҙ галим тип атаған.
Ғалим кеше ул Аллаһы Тәғәләнән ысын ҡурҡыу менән ҡурҡа. Был хаҡта Аллаһының Ҡөрьәнендә “Фатир” (“Барлыҡҡа килтереүсе”) сүрәһенең 28 нсе аятында әйтелгән:
                                                                                 إِنَّمَا يَخْشَى اللَّهَ مِنْ عِبَادِهِ الْعُلَمَاءُ إِنَّ اللَّهَ عَزِيزٌ غَفُورٌ
   Мәғәнәһе. “...Аллаһтан Уның хөкөмдәрен белгән ғалим кешеләр генә ҡурҡырҙар. Аллаһ Еңеүсе һәм мөьминдәрҙе Ярлыҡаусылыр.”
   Аңлатма. Дин ғилеме үҙ эсенә дүрт нәмәне ала. Беренсеһе уның “ғаҡиҙа”, йәғни кешенең эске хәләте (иманы) ниндәй булырға тейешлеген өйрәтә. Икенсеһе — “шәриғәт ғилеме”, уныһы Аллаһы Тәғәлә менән бәндә араһында ниндәй мөғәмәлә булырға тейешлеген өйрәтә. Өсөнсөһө иһә, “мөғәмәлә” — кеше менән кеше араһында, кеше менән тәбиғәт, кеше менән хайуандар араһында булған мөғәмәләне өйрәтеүсе ғилем. Дүртенсеһе — “әхләҡ ғилеме”, йәғни кеше үҙен нисек тотарға тейеш икәнен өйрәтә торған ғилем. Бына шул һанап үтелгән ғилемдәрҙе алған кеше ғилемле булыр һәм ул Аллаһтан ҡурҡып рия ғәмәлен ҡылмаҫ, ин шәә Аллаһ. Ғилем эйәләре Аллаһтың ғазабынан ҡаты ҡурҡалар. Әгәр ғилем алып та Аллаһ ғазабынан ҡурҡмаһа уның ғилеме файҙаһыҙ ғилем булып һанала. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм файҙаһыҙ ғилемдән Аллаһҡа һығынырға ҡушҡан. Йә, Раббым Аллаһ, файҙаһыҙ ғилемдән Һиңә һығынамын.
   2. Доға
Аллаһы Тәғәлә Үҙе беҙгә доға ҡылырға әмер иткән. Беҙ был оло мөмкинселекте ҡулланайыҡ. Доғалар һис шикһеҙ ҡабул буласаҡ. Иртә-кис, төндә уянып киткән саҡтарҙа, ғөмүмән, һәрваҡыт: “Иә, Раббым Аллаһ! һин мине риянан һаҡла”, гип Раббыбыҙ Аллаһы Тәғәләнән һорарға тейешбеҙ. Ибраһим ғэләйһиссәлләм дә ширектән ҡурҡып Раббыбыҙға доға ҡылып ялбарған.
   Аллаһы Тәғәлә уның доғаһын беҙҙең иҫебеҙгә төшөрөп Ҡөрьәндә килтергән:
                                                                                                        وَاجْنُبْنِي وَبَنِيَّ أَن نَّعْبُدَ الْأَصْنَامَ
«...Мине һәм минең улымды потларға ғибәҙәт ҡылыуҙан йыраҡ ҡыл.» (“Ибраһим”, 35.)
Ғабдулла Туҡай “Таян Аллаһҡа” тигән шиғырында балаларға доға ҡылыу юлын өйрәтеп былай тигән:
“Ҡыл доға, ихлас менән теҙлән дә ҡибла ҡаршына; Бел уны: керһеҙ күңелдән тоғро юл бар ғәршенә!”-
Ғабдулла Туҡайҙың “Таян Аллаһҡа” шиғырын тулыһынса килтереү яҡшы булыр:
   Әй баһалы, әй ҡәҙерле, әй гонаһһыҙ йәш бала! Рәхмәте бик киң Уның, һәр ваҡыт таян һин Аллаһҡа! Йә Аллаһ, күрһәт, һин, ошо йыһанда яҡты юл; Ул — рәхимле; атайың-әсәйеңдән дә күп шәфҡәтле ул! Саф әле күңелең һинең, һисбер боҙоҡ уй кермәгән, Паҡ телең дә һис ярауһыҙ һүҙҙәр әйтеп күрмәгән.
Паҡ йәнең һәм паҡ тәнең — барлыҡ вөжүдең паҡ һинең: Һин фәрештә уалсығыһың, йөҙҙәрең ап-аҡ һинең! Ҡыл доға, ихлас менән теҙлән дә ҡибла ҡаршына; Бел уны: керһеҙ күңелдән тоғро юл бар ғәршенә! Әй баһалы, әй ҡәҙерле, әй гонаһһыҙ йәш бала! Рәхмәте бик киң уның, һәрваҡыт таян һин Аллаһҡа!
                                            Фарыз ғәмәлдә рия кереүҙән ҡурҡма
   Фарыз ғәмәлдәре сөннәт, нәфел намаҙҙарынан айырыла. Сөннәт, нәфел намаҙҙары һинең өҫтөңдә түгел, уларҙы үтәмәгән осраҡта һиңә гонаһ яҙылмай. Ә бына фарыздар өҫтөбеҙҙә. Әгәр уларҙы үтәмәһәң һиңә гонаһ яҙыла. Шуның өсөн уларҙы үҙ ваҡыттарында үтәү тейешле.
   Ә инде фарыз ғибәҙәттәрен үтәгәндә кеше күрер ҙә риянан һанар тип ҡурҡыу бөтөнләй ярамаған эш. Беренсенән, фарыздарҙы барлыҡ кешеләр ҙә үтәргә тейеш. Миҫал өсөн, намаҙ уҡымаусылар азан тауышын ишеткәс намаҙға ашыға-ашыға барырға тейештәр. Улар намаҙға ашығыусы кешене күреп: “Был намаҙға китте, бының ғибәҙәте риянан”, — тип әйтеү түгел, уйларға ла тейеш түгелдәр.
   Сөнки, намаҙ һәммәбеҙҙен дә (уларҙың да) өҫтөбеҙҙә.Һин фарыз намаҙыңды һәм үтәлмәйенсә ҡалған фарыз ғәмәлдәреңде уларға үрнәк булырға тейеш тигән ниәт менән үтә. Улар миңә ҡарап өҫтәрендәге фарыздарҙы үтәһендәр тигән ниәт менән үтә. Әгәр һин зәкәтең менән ғөшөреңде биргәндә:
   “Миңә ҡарап күршеләрем дә һәм башҡа мосолмандар ҙа зәҡәт, ғөшөрҙәр бирһендәр”, — тип уларҙы изгелеккә ҡыҙыҡтырыу ниәте менән бирһәң бында ла бер ниндәй рия юҡ, бәлки һиңә фарыздарҙы үтәгән өсөн әжер генә буласаҡ, ин шәә Аллаһ. Ураҙа тотоусыға берәйһе килеп бәйләнгәндә Рәсүлаллаһ уға: “Мин ураҙаламын”, — тип ҡабат-ҡабат әйтергә, үҙенең ураҙала икәнен белдерергә ҡушҡан. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм хәҙисендә:
   “Ашау-эсеүҙән тыйылып тороу ғына ураҙала булыу түгел әле ул, хәҡиҡәттә ураҙа, былар менән бергә, мәгәнәһеҙ һүҙҙәрҙән ҙә тыйылыу. Әгәр һине ураҙа хәлеңдә бер кеше һүкһә йәки нисек булһа ла һиңә наҙанлыҡ күрһәтһә: “мин ураҙала, мин ураҙаламын, тип әйт!.. ”— тигән. Икенсе бер хәҙистә лә нәҡ шул уҡ мәғәнәлә килә.
   "Ураҙа булған кеше фәхеш, бысраҡ һүҙ һөйләмәһен, наҙанлыҡтан булған эштәрҙе эшләмәһен, әгәр берәр кеше уға наҙанлыҡ мөғәмәләһе менән ҡысҡырышырға һәм һүгәргә башлаһа: “мин ураҙаламын, мин ураҙаламын”, тип әйтһен", — тигән. (Сахих Мөслим: 1 ҡ., 316 б.)
   “Мин ураҙаламын”, — тип әйт тигән һүҙгә ғалимдәр асыҡлыҡ керетеп: “Фарыз ураҙа булһа, тел менән әйтһен, сөнки фарыз ғәмәлдә рия кереүҙән ҡурҡырға урын юҡ, әммә нәфел ураҙа булһа, үҙ эсенән генә фекер итһен”, — тигәндәр.
   Дөрөҫтән дә, Рәсүлебеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм ураҙа тотоусы кешегә был осраҡта үҙенең ураҙа ғибәҙәтендә икәнлеген белгертергә ҡуша. Сөнки ураҙа тотоусы кеше һүгенеүсе кешегә ҡаршы берәр һүҙ әйтһә, ҡысҡырыш-талаш сығып ураҙаһын юҡҡа сығарыуы ихтимал. Шуларҙы күҙ алдында тотоп Рәсүлаллаһ ураҙа тотоусы кешегә ураҙаһын белгертергә рөхсәт иткән. Шулай уҡ, башҡа фарыз һәм вәжеб булған ғәмәл- ғибәҙәттәрҙе лә кешегә белдереүҙән зыян юҡ, рия булмай, ин шәә Аллаһ. Әгәр ҙә инде һинең ниәтең Аллаһ ризалығы өсөн булмайынса кеше маҡтаһын өсөн генә булһа һин уны Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ҡылмаған булаһың һәм һинең фарыз ғәмәлең дә был осраҡта риянан була.
                                                               Ураҙала рия юҡ
   Ураҙала рия була алмай. Ураҙа тотоусы кеше Аллаһы ризалығын өмөт итеп ас торғанда бернисек тә рия ҡыла алмай. Миҫал өсөн, алдыбыҙҙа ике кеше булып береһе ураҙа тотоусы, икенсеһе ураҙа тотмаусы булып, икеһе лә ашамайынса баҫып торһалар беҙ уларҙың ураҙаламы, әллә ураҙала түгелме икәнлектәрен беләбеҙме? Юҡ, әлбиттә.
   Әйе, намаҙ уҡыусы кеше рия ҡыла ала, шулай уҡ саҙаҡа биреүсе кеше лә кеше күрһен өсөн саҙаҡаһын риянан бирә ала. Ә бына ураҙала был хәл мөмкин түгел. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм был хаҡта ап- асыҡ итеп әйткән:
   “Ураҙала рия юҡ".
                                                          Былар рия түгел
   Ҡайһы бер ғәмәлдәрҙә рия бөтөнләй юҡ. Уларға рия ҡушыла алмай.
   Беренсеһе. Әгәр һине кешеләр тәбиғи маҡтау менән маҡтаһалар рия юҡ. Сөнки һин уларҙан маҡтау көтмәнең, өмөт тә итмәнең һәм улар мине маҡтаһын тигән ниәт менән бер ғәмәл дә ҡылманың. Был осраҡта берниндәй ҙә рия була алмай.
   Икенсеһе. Берәү икенсе кешенең изге ғәмәл ҡылғанын күргәндән һуң уларҙан да артығыраҡ ғибәҙәт ҡыла  башлай. Бында рия юҡ, сөнки ул уны кеше күрһен өсөн ҡылмай, бәлки ул үрнәк алған кешенән артығыраҡ изгелек ҡылыу өсөн уҙышҡан хәлдә ғибәҙәтен ҡыла.
   Өсөнсөһө. Ғибәҙәтте биҙәнеп, еҫле майҙар һибеп ҡылыу риянан булмай.
Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм: “Аллаһы Тәғәлә матур һәм ул матурҙарҙы ярата”, — тигән. Шулай итеп бында ла рия юҡ.
   Дүртенсеһе. Гонаһтарҙы йәшереүҙә ҙә рия юҡ. Беҙгә ислам шәриғәте гонаһтарҙы йәшерергә ҡушҡан. Шуға күрә беҙ гонаһтарҙы йәшерәбеҙ.
   Бишенсеһе. Кешеләргә ғилем биргәндә улар мәғрифәтле булһындар тигән ниәт менән кеше алдында барлыҡҡа килгән шөһрәт (танылыу) рия түгел. Асылда ул уны шөһрәт өсөн эшләмәне.
                                                                Йомғаҡ
   Рия — насар ғәмәл. Әммә, риянан да зыянлыраҡ нәмә — ширек. Рия ҡылғанда кешенең риянан булған ғәмәлдәре генә юҡҡа сыға. Әгәр кеше ширек ҡылһа уның иманы юҡҡа сыға. Иман юҡҡа сығыу менән бөтөн булған изгелектәр ҙә юҡҡа сыға. Шуға күрә иманға ныҡ иғтибар итәргә кәрәк. Рия арҡаһында изге ғәмәлдәргә зарар-зыян килгән һымаҡ, ширек арҡаһында иманға ла зыян-зарарҙар киләһен онотмайыҡ. Кешенең иманы сыҡһа ул иманһыҙ була.
   Халкыбыҙҙа иманһыҙ, мөртәт тигән һүҙҙәр бар. Ошо һүҙҙәр иманын юғалтҡан кешеләр хаҡында әйтелгән.
Ғәзиз иманыбыҙҙы һаҡлап рия ҡылмайынса йәшәргә тырышайыҡ!
   Был мәҡәлә Идрис Ғәләүетдиндең «Рия кешеләр күрһен өсөн” тигән китабынан ҡыҫҡартып алынды. Инша Аллаһ дауамы: Рияның тәүбәһе;//nazir1965.com/din/riyany%D2%A3-t%D3%99%D2%AFb%D3%99%D2%BBe.html#more-5105

рия тураһында хәҙистәр//nazir1965.com/x%D3%99%D2%99ist%D3%99r/riya-xa%D2%A1ynda%D2%93y-x%D3%99%D2%99ist%D3%99r.html#more-5081