Рамаҙан айында мәжлес мәсьәләһе
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы * Башкорт катын-кызы төркөмөндә 15 июнь көнө Рамаҙан айында көндөҙ мәжлес үткәреү буйынса һорау сығып, шуға ошо комментарийҙәр яҙылды. Бында миндә үҙ фекеремде әйтеп китәм.
Һорау: Алла бирһә, Изге Рамаҙан айында балаға исем ҡушырға, Ҡорбан салырға ине. Көндөҙ ҡунаҡ саҡырырға яраймы икән, әллә ауыҙ асырға ғына саҡырырға яраймы? Туғандарҙын балалары бәләкәй, кискә арып, мыжый башларҙар инде.
Асия: Аллаһы Тәғәлә бөтә донъя халҡына ураҙа тоторға әмер биргәндә, үҙегеҙ ураҙа тотмаған хәлдә лә нисек итеп көндөҙ ҡунаҡ саҡырып, ашап эсеп ултырмаҡ кәрәк. Килешкән эш түгел инде. Аллаһҡа ҡаршы сығып нисек сауап алырға. Ауыҙ асыуға саҡырһағыҙ икеләтә сауап алырһығыҙ: 1) ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астырып һыйлап; 2) ҡорбан салып, ҡорбан итен ашатып.
Гульшат: Асия, мулалар үҙҙәре шулай тип әйткәс ярайҙыр инде элегерәк әбейҙәр әйтә торғандар ине, Алла ҡушмаған эш булмаҫ тип. Ярамаһа муллалар улай әйтмәҫтәр ине инде.
Зәйтүнә: Асия. Ҡушылам. Рамазан айын хөрмәт итеп, унда ҡуйылған бурыстарын өҫтөн ҡуйыу яҡшы булыр. Был айҙа шундай матур дингә ярашлы эштәр ниәтләгәнһеҙ икән, бар ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Балаларға ла фәһем күрһәтеү кәрәк. (әле сәғәт унда улар йоҡламай, көндөҙ ял иттереп алһындар).
Филюзә: Күргәнем бар, мулланын исем ҡушып, хатта никах уҡып ҡайтып киткәнен. Күңелгә нык ҡыйын булып ҡала, hүҙ йыҡмай киләләр инде тип уйлайым.
Гузәл Ситдыҡова Филюзәгә: Филюзә, ысын динле мулла ашар өсөн йөрөмәй бит ул ундай йолаларға. Беҙҙең дә ейәнебеҙгә исемде ураҙа ваҡытында ҡуштырырға тура килде. Хәҙрәт килеп, исем ҡушып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырып, балаларыбыҙҡа нәсихәттәр биреп ҡайтып китте, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре булһын.
Мурат Лукманов: Әлеге ваҡытта беҙҙә ҡояш һуң байый. Дөрөҫөн әйткәндә, оло кешегә ул ваҡытта әллә ҡайҙа барып ауыҙ асып йөрөүе еңел түгел. Ләкин, Ҡөръән ашына әйтһәләр, кеше баш тарта алмай, теләмәһә лә барырға мәжбүр була. Хәлһеҙ кешене ыҙалатып сауап алып булмай. Шуға күрә, бигерәк тә ололарҙы, сирлеләрҙе, йәш балалы ғаиләләрҙе ифтарға көсләп саҡырмаҫҡа тәҡдим итәм. Кемделер ашатып ярҙам итәбеҙ, тип уйлаһаҡ, әле ундай мохтажлыҡ та күҙәтелмәй. Һис юғында, өйөнә алып барып бирә алабыҙ. Һөйҙөрөгөҙ, нәфрәт уятмағыҙ, еңеләйтегеҙ, ауырайтмағыҙ, тигән. Дин талабын да онотмайыҡ. Йөрөй алғандар менән бергәләшеп, күңелле итеп ауыҙ асыуҙар, әлбиттә, бик яҡшы. Был ифтарға ҡағылды.
Исем ҡушыу, никах, өй туйлау, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыуға килгәндә, мин көндөҙ үткәреү яғындамын. Беҙ төнгә ҡалдырғандан ғына ураҙа тотмаған ҡәрҙәштәребеҙ көндөҙөн ашамай-эсмәй йөрөмәйҙәр бит. Тәмәкеһенә, ғәйбәтенә, хатта хәмеренә лә ҡайһы берәүҙәр юлын асып ҡуя. Ошо ваҡытта бер мәжлес үткәреп, Рамаҙан айы тураһында матур нәсихәт әйтһәң, тәрбиә бирә алһаң, халыҡтың ғилеме артып, күңеле нурланып ҡала. Ҡайһы берәүҙәр хатта ураҙа тоторға теләк белдерә.
Зәйтүнә: Мурат хәзрәт, яуабығыҙҙың был темаға ҡағылышлыһына ҡарата өлөшөндә мәсьәләне тәрәнерәк ебәрһәк...... Никах, ҡорбан ашын көндөҙ үткәргәндә ураҙа тотоусы ҡунаҡтар ҙа булһа? Унан мәжлес муллаһыҙ булмай-ураҙалағы мулланың (йәш кеше булмаһа) уларҙы өгөтләй торған оҙон вәғәҙәр һөйләгәндән һуң, хәле аңлашыламы? Улар тәмле итеп аш-һыу бешерелгән еҫтәрҙе еҫкәп ҡайтып китәләрме? Халыҡты, ураҙа тотмағандарын да, был изге айҙы хөрмәтләргә, уның тәртибен һаҡларға өйрәтергә тейеш түгелбеҙме? Был ураҙа тотмағандарҙың, тәмәке тартҡандарҙың һ.б. хоҡуғын яҡлау (аҡлау) кеүек булмай микән?
Мурат Лукманов: Өгөт-нәсихәтте ғөмүмән артыҡ оҙаҡҡа һуҙырға кәрәкмәй. Оҫталыҡ ҡыҫҡалыҡта, тапҡырлыҡта, хикмәттә. Өҫтәл артында ураҙа тотоусыларҙың булыуы бик яҡшы. Тере миҫал, үрнәк була. Беҙҙең төп юлыбыҙ күркәм рәүештә халыҡты яҡшылыҡҡа өндәү, яманлыҡтан тыйыу. Әлеге ваҡытта халыҡтың эсендә (унан ситтә түгел) ошо хәрәкәтте, аңлатыу эшен алып барһаҡ бик һөҙөмтәле булыр, иншәә Аллаһ.
Күп кенә йылдар һынап киләм, көндөҙ мәжлес ҡорорға ярамай тигәндәр, ғәҙәттә кискә ҡалдырмай, икенсе айға тип кисектерә, унан, бөтөнләй һыуынып, ситләшкәндәр ҙә бар. Был Ҡөръән айы ла бит, үҙебеҙ генә ләззәтләнеп йөрөмәйек әле, исмаһам шулай халыҡты аяттар тыңларға күнектерәйек. Юғиһә, мәжлес үткәрергә яраймы, тип һорайҙар ҙа, юҡ тигән яуап ишеткәндән һуң, сабыйҙарын шайтан һыуы менән йыуа башлағандары ла осрап тора. Уныһына беҙҙән рөхсәт тә һорап тормайҙар. Ошо мәжлестәрҙә тәрбиәләһәк, киләсәктә урамда ла улай булмаҫ.
Мурат Лукманов: Әгәр муллаға аш артында ултырыу ауыр тойолһа, өҫтәлгә ризыҡ ҡуйҙыртмайынса ғына аят уҡып, нәсихәт һөйләп алһын...
Шулай ҙа, һәр имам шундай эшмәкәрлек алып барһын, тик шулай ғына эшләргә кәрәк, тип ныҡышмайым. Тәрбиә ҡылыуҙың ошо мөмкинселеге лә бар, уны инҡар итергә кәрәкмәй һәм һүҙе үткән кеше уны ҡулланһын. Башҡалар иһә, шикләнеп ҡарамаһын.
Минең фекер:
Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү мосолман ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә: “Кем ошо Рамаҙан айында ураҙа тотмай, шул киләһе ураҙаға тиклем Аллаһ ҡарғышында булыр” тип, әйтә. Беҙ, динле кешеләр был турала беләбеҙ, ә, башҡалар был хаҡта белмәй бит әле. Уларҙын динебеҙ хаҡындағы белемен үҙебеҙҙең алған белем менән бер тигеҙ күрергә тейеш түгелбеҙ. Халыҡтын наҙанлығы — совет осоро атеизмы идеологияһы һөҙөмтәһе. Динебеҙ тураһыда мәғлүмәт етерлек тип әйтһәктә, әлегә бик һирәктәр генә ҡыҙыҡһына һәм үтәй Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын. Пәйғәмбәрбеҙ ғәләйһиссәләм дингә көсләп саҡырмағыҙ, ә, өгөт-нәсихәттәр менән эш итегеҙ тип әйтә бит. Ҡайһы бер хәҙрәттәр мәжлестәргә рамаҙан айында көндөҙ (ураҙа ваҡытында) йөрөмәгеҙ тип әйтәләр. Был фекерҙе яңылышыу тип уйлайым. Беҙҙен халыҡ үҙен мосолман тип йөрөтһәлә, Аллаһ Тәғәләне таныуҙы һәм ҡушҡандарын үтәү хаҡында, тыйылғандарынан тыйылыу тураһында бер нәмә лә белмәй. Уларға был хаҡты еткереү бер-нисә йыллыҡ ҡына эш түгел. Һәр кем бирелгән тәҡдиренән һәм самаһынан уҙып иманға килмәҫ. Бер генә быуындағы халыҡтың барыһын да дингә килтереп булмаҫ. Совет осоронда дингә ҡаршы тәрбиәләнгән, бер Ленинды Аллаһ итеп күргән һәм уларҙаң тыуып-үҫкән быуындар ҡапыл ғына дингә килеүҙәре бигерәк икелле. Сабыр булыр кәрәк, өгөт-нәсихәттәрҙә булып, әкрен генә ҡабаланмай Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарын үтәргә саҡырырға кәрәк. Пәйғәмбәрҙәр тарихынан ҡарағыҙ, нисәмә йылдар улар сабыр итеп өгөт-нәсихәттә булған, Мөхәммәд пәйғәмбәрбеҙгә Ҡөрьән Кәрим аяттары нисәмә йыл ингән?
Әле беҙҙең арала нисә процент мосолман бар, дин ҡәғиҙәләрен үтәгәндәре? Бер-ике процент түгелме? Бәлки аҙыраҡтыр. Арабыҙҙа ҡалған 98-99 процент, үҙҙәрен мосолман тип һанаған кешеләрҙең саҡырыуына (мәжлесенә) бармайым тип әйтергәме? Бөгөнгө көндә, беҙ, ураҙа айында көндөҙ аяттар уҡып, мәжлестәр үткәрмәгеҙ тип ҡапыл ғына тыя алмайбыҙ. Тыйыр өсөн уларҙың дин белемле булыуы ғибәрәт. Әле халыҡтың уйлағаны: ҡояш байығас, аят (Ҡөрьән Кәрим) уҡырға ярамай тигән уйҙа һәм башҡа шөбһәлә. Ифтар – ауыҙ астырып, мәжлес үткәреүҙең сауаптары хаҡында белмәйҙәр. Төнгө ғибәҙҙәтәрҙең иң сауаплы икәне бик һирәктәргә мәғлүм. Бар йоланы ла ҡояш байығансы эшләп ҡалырға тигән уйҙа. Бына шуға тәҡәберләнеп, (саҡырылған ергә бар тигән) ҡарышып, саҡырған кешене хөрмәт итмәй, мәжлестәрендә динебеҙ хаҡында вәғәздәр һөйләмәһәк (бигерәктә Рамаҙан айы хаҡында был айҙа) беҙ ниндәй имам булабыҙ? Тәҡҡәбер булһан, иртәгә кем һине тыңлар? Кем мәсеткә барыр? Кешеләрҙең күңелендә насар тәҫирәт ҡалдырып, шул арҡала динебеҙҙе түбәнәйтәбеҙ түгелме?
Бына әле аҫтағы яҙыуҙарҙа: бер мулла, аҫылған кешенең йыназаһына бармаған, шул арҡала мәрхүмдең улы ла йәне көйөп эсеп алып, аҫылынған. Шул ҡылығы менән дин “ғилеме” кешеһе нимәгә өлгәште? Уның хаҡы бар инеме кешенең нисек үлгәненә ҡарап, хөкөм сығарырға? Әллә Аллаһ Тәғәлә тиңләшергә теләйме? Русса әйтмешләй: “Не судите, да сами не судимы будете” тигәнде иҫегеҙгә төшөрәм. Беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ мәрхүмдең нисек үлгәнең тикшерергә, әгәр мәйет йыуылып кәфенләнмәһә һәм уға йыназа уҡылмаһа был ҙур гонаһ һәм ул ошонда йәшәүсе халыҡтың өҫтөнә төшә, ә халыҡҡа кем баш – имам-хатыйб. Ул фарыз ғәмәлде үтәмәне. Фарыз — шәриғәт буйынса мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл. Фарыз ғәмәл икәненә инанмаған кеше иһә иманһыҙ булыр. Әйе, беҙҙең шәриғәт (фикх) китаптарында әйтелгән: үҙҙәрен үлтергән кешеләргә (аҫылынған, атылған, һыуға үҙ теләге менән батҡан, эсеп үлгәндәр һәм башҡаһы) йыназа уҡымағыҙ тип. Тик, бында халҡындың исмаһам 50 проценты диндәме (Аллаһ Тәғәләне танығаны, намаҙ уҡыусы, ураҙа тотоусы һәм башҡаһы)? Халҡына өйрәт, еткер диненде, мәсеттәренде тултыр, шунан хөкөм сығарырһын. Халыҡтың әлегә эскелекте хуп күреүе лә шул атеизм пропагандаһы һөҙөмтәһе. Мин үҙемдең сайтҡа “Аллаһ Тәғәләнең араҡы эсеүселәргә язаһы” тигән мәҡәләне фәһем өсөн ҡуйҙым. Дөрөҫ, беҙ (мосолмандар) араҡы эскән ерҙәргә аяҡ баҫырға тейеш түгел. Уларҙы хуплап ултырһаҡ, диндән сығабыҙ түгелме? Тик, бына эскән туғандарыбыҙҙың хәлен белешмәйенсә (мәжлестән тыш), йәки хәмерҙән тыйылмаған ата-әсәне ташлап уларҙың фатихаһын ала алабыҙмы? Туғанлыҡ ептәрен өҙгән һәм ата-әсәнең фатихаһын алмаған кеше йәннәткә инмәҫ тип әйтелә бит. Кем генә булыуҙарына ҡарамаҫтан уларҙы ҡәҙерләү беҙгә мотлаҡ. Шул уҡ мосолман ҡатындын ире хәмер менән дуҫ булыуы ла был ҡатын-ҡыҙҙын иренә ҡарата бурысынан азат итмәй. Тәҡдире Аллаһынан һәм йәннәте иренән түгелме? Эскелеккә һалышҡан кеше ярҙам һорай икән, кем уны беҙгә ебәрҙе? Аллаһ Тәғәлә түгелме? Динебеҙ Ҡөрьән Кәримгә һәм хәҙистәргә таянып ҡоролған, ләкин шул Ҡөрьән аяттарын һәм хәҙистәрен һәр бер ғалим ғүмер буйы өйрәнеп, үҙ фекеренән сығып, нигеҙләп нәсихәттәр яҙған. Һәр ғалимдың фекере үҙенсә, аңлатмаһыла үҙе аңлағанса. Динебеҙҙә фекерҙәр төрлөсә, ләкин ғалимдар бер уртаҡ төшөнсәгә килеп нисек ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе үтәргә ошо хәҙистәр һәм Ҡөрьән Ҡәримдән алған. Шуға ла ҡаршылыҡтар бар икән аңлатмаларҙа ҡурҡынысы юҡ. Дин хөкөмдәрелә ошо барыһыла намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, көслө хаҡ мосолмандар заманында яҙылған. Әлегә динебеҙ яңы баш ҡалҡыта һәм бер нәмәлә белмәгәндәрҙе упҡынға ташлайыҡмы? Күберәк белемгә ынтылайыҡ. Хәҙистәр пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйткәненән һәм тормошонан алынған. Ә, инде пәйғәмбәрбеҙ ғәләйһиссәләм тура Джәбрәил фәрештә аша Ҡөрьән Кәрим аяттарын Аллаһ Тәғәләнәң алған. Мәҙһәбтәрҙә (эйәреү юлдары) төрлөсә. Ҡөрьән Кәрим шундай мәғлүмәт (мөғжизә), бер ҡасан да уның төбөнә төшөп етмәҫһегеҙ! Һәм, бер ғалимда тулыһынса Ҡөрьәнде белдем тип әймәҫ – “биш-алты һүҙҙән торған аятына” ғына тиҫтәсә томдар, китабтар, аңлатмалар яҙыла.
Кем, хәҙерге мәлдә үҙ белдеге менән хәҙистә шулай яҙылған тип, фәтүә сығарып, ҡысҡырып йөрөй – меҫкен. Наҙанлыҡта булмағыҙ, ул хәҙистәрҙе боронғо ғалимдар беҙгә аңлатып китаптар яҙған, шул еткән. Ғилем алғанда ла, кемдән алырға, ҡайҙан уҡырға, ҡайһы ғалимдын яҙмаларын өйрәнергә белер кәрәк. Беҙ Әбү Хәнифә мәҙһәбенән икәнде лә онотмағыҙ. Икенселәрҙекен тикшереп буталмағыҙ. Шәриғәттә бәйән ителмәгән, аңлатылмаған ғәмәлдәрҙең хөкөмдәрен күп тикшереп гонаһлы булмағыҙ тип әйтелә.
Үҙемдә, тәүге дингә килгән йылдарҙа ни эшләп ул былай, теге тегеләй яҙа, йә эшләй тип, дөрөҫ түгел тип, уйлай торғайным. Яйлап, белем ала килә, остаздар менән аралаша килә ғилем дә арта һәм уның дауамлы булыуы хәйерле. Шуға ла ҡәтғи рәүештә мәжлестәрҙе ураҙа айында үткәрергә ярамай тигән һүҙ ваҡытһыҙ, иң башта халҡына ислам белемен еткер, төшөндөр, аңлат. Бына быйыл минең иң яҡын кешем, ҡатыным, был Рамаҙан айында ураҙаны тәүге тапҡыр тота, минең әллә нисә йыл имам хатыйб булыуыма ҡарамаҫтан. Иң яҡын кешегә шуны еткереү күпме ваҡыт алды. Инша Аллаһ, тулы бер айға ураҙаһын тултырыр. Ә башҡа кешегә шуны бер-ике вәғәз менән еткерә аламмы? Юҡ! Әлеге ҡатынымды холҡон белеп, уны ҡурҡытып, йә икенсе юл менән күндерә алмаҫ инем. Ул минә ҡарышып ураҙа тотмаҫ ине. Халҡыбыҙҙы ла бер юлы пятилеткалар менән дингә күндереп булмаҫ. Уларҙың күңеленә – дин, муллалар һәм абыстайҙар өсөн генә бирелгән ғибәҙәт тип, ялған фекер һалынған. Ошо динебеҙҙең асылына төшөнөү өсөн бер-ике генә быуын етмәҫ. Халыҡ менән яҡшы мөғәлләмдә булып, һауаланмай, кешеләрҙе ҡәҙерләйек, улар араһында татыулыҡ урынлаштырайыҡ. Әлеге ауылдаштарыбыҙ киләсәктә, мин был муллаға, был мәсеткә барам, тегенеһе шуға, шул ергә барам, тип йөрөмәһен ине. “Аҡ инәйҙәребеҙҙә” бисмиллаға килеп, динебеҙҙе күтәрһендәр ине. Сәхнәлә генә кәмит күрһәтеүҙе ғәҙәт итеп алдылар бит. Әлеге ваҡыттарҙа улар үҙ ара ике-өскә бүленеп, бер-береһенә ҡаршы сығып, талашып, ниндәй мәсхәрәлә йөрөйҙәр. Аллаһ Тәғәләне асыуы һәм ҡарғышылыр уларға. Ағинәй тигән исемгә ҡара тап төшөрәләр. Халҡыбыҙға динебеҙҙе пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм өйрәткәнсә өгөт-нәсихәттә көсләмәй еткерәйек. Ҡапыл ғына, улар белмәгән эштәрҙән тыйыу юлы менән түгел, был кире һөҙөмтә бирәсәк. Һәр кем үҙен был донъяла камил аҡылы, дөрөҫ һәм көслө тип һанай, шуға ла уларға көсләп аҡыл тағыу – бушҡа тырышыу.
Бына, социал селтәрҙәрҙә ҡайһы берәүҙәр: однокласниктә, йә контакта страница асҡас, ни эшләп йөҙҙәрен йәшерәләр? Фото юҡ, ни эшләп? Пәйғәмбәр тип, һеҙҙе бер кемдә һанамаҫ һәм өйөр-өйөр булып артығыҙҙан эйәрмәҫ. Ә инде ФСБ-ға барыһы ла мәғлүм: кем ҡайҙан, ҡайһы айфондан, йәки компьютерҙән, йәки интернеттең ҡайһы мөйөшөнә ингәнегеҙҙе. Исемдәрегеҙҙе лә үҙ телебеҙҙә ҡуйығыҙ. Муслим такой-то, Ахмад такой – тип диндең шейхтары, оло ғалимдар итеп хис итеү кәрәкмәй. Йәки ошо исем аҫтында “Артемчик Шотландский” тип мосолман дине таратыу буламы? Был исемдәр аҫтында беҙҙең башҡорттар. Ни эшләп үҙ исемегеҙ менән эш итмәҫкә? Аҫтыртын ғына дин еткерәбеҙ тип маташыумы? Пәйғәмбәребеҙ дингә өндәгәндә йөҙөн йәшергәнме? Исемен үҙгәртеп йөрөгәнме? Был үҙ фотонды страницаға ҡуйыу тураһында мәсьәлә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылмай. Әҙәп мәсьәләһе һәм сихыр, күҙ тейеүе хаҡ. Аҙағы – ауырыуға һалынып, тиҙ ҡартайып, был донъянан китеү ҡурҡынысы. Минең страницаға комментарий яҙыр алдынан сәләм бирегеҙ мосолмандар! Нишләп минең комментарийҙы юйҙын тип аҡмаҡланмағыҙ, минең страница минеке, һеҙҙең кеҫәгеҙ түгел.
Ҡөрьәндән һәм хәҙистәрҙән фәтүә сығармағыҙ. Бындай фәтүәләрҙе динебеҙҙә хәҙерге мәлдә мөфтийҙәр сығарырға ҡурҡалар. Тәрән аҡыл эйәһе булып ҡыланмағыҙ, мәҫәлән: ҡасан Рамаҙан айы ураҙаһын тота башларға — башҡаларҙан айырылып, ай күренгәнен көтөп. Пәйғәмбәребеҙҙең яҡын дуҫы, бер сәхәбә “үҙ ғәрәптәренә” Ҡөрьәндән һәм хәҙистәрҙән толкование (төпкөл аңлатма) сығарырға тыйған, яңылышмаһындар өсөн, ә бында ултырыусылар урыҫ теле менән аҡыл өйрәтергә маташа. Бына шуға ла белемгә ынтылығыҙ, тегендә-бында яҙылған тип тырышмағыҙ. Евангелие китабыла Аллаһынан, тик халыҡ тырыша торғас уны үҙгәртеп яҙҙы — Аллаһ Тәғәләнән яҙҙы. Яҙғандарҙы иң башта һәйбәтләп уҡығыҙ, ҡысҡырыр алдынан. Муллалар талайҙар тип ҡысҡырыусылар бар. Яҙам, — мохтаж, ярлы, фәҡир һәм башҡа кешегә саҙаҡа таратығыҙ тип, былары муллалар талай тип оран һалалар. Уларға мәрхәмәтлек йөҙөнән фәҡиргә саҙаҡа биреү үтә ҡыйын ғәмәл – уларға ошо донъяны һәм байлыҡты кем бирҙе икән.
Бына яңыраҡ бер хәҙистә:”Аллаһы Тәғәлә үҙенең бер бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтияжын юнәлтә, кешеләр уға үҙҙәренең төрлө мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итерҙәр”, тип әйтелә. Ошо әйтелгәндәндәрҙән сығып, беҙ динле кешеләр үҙебеҙҙә ғилем бар икән, шуны 100 процент менән халыҡҡа аңлайышлы һәм тулы еткерергә бурыслыбыҙ. Халыҡтан өҫтөн булып үҙҙебеҙҙе әллә кемгә ҡуймайыҡ, бәлки эргәләге кеше беҙҙән дә камиллы һәм иманлылыр. Аллаһ Тәғәләнең иң яҡын һөйөклө кешеһелер. Үҙ хәлебеҙҙе, үҙ динебеҙҙе ҡайғыртайыҡ, кеше динен тикшермәйек, бер кем дә хаталаныуҙан һаҡланмаған, иманы ла ни хәлдә булыуын белмәйбеҙ, бәлки, беҙҙекенән өҫтөндөр. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙғала ризығын биргән шикелле, бәрәкәт үә иманынан да яҙырмаһын. Аллаһү Әкбәр.
Был мулла рөхсәт бирә тип уйламағыҙ әлеге ураҙа айҙарында, самаһын белеп эш итегеҙ, динебеҙҙе хуплау һәм уны күтәреү иң оло үә сауаплы ғәмәлдер. Тик Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтендә булырһығыҙ. Ин ша Аллаһ. 2017 йыл.