Ожмаҡмы әллә тамуҡ?
   

   Әҙәм балаһы гөнаһ эшләһә лә, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәгә дүрт нәмә менән шәфҡәт күрһәтә: шул кешене ризығынан яҙырмай, һаулығын алмай, гөнаһларын үҙенә күрһәтмәй, кисекмәҫтән шунда уҡ язаға тартырмай. Ваҡыт бирә: кемгәлер оҙон ғүмер, мал-байлыҡ, матур ғәилә һәм бала-саға... Ә кеше уйлап та бирмәй кемдең донъяһында йәшәгәнен.

   - Әгәр нәфсеңә, шайтанға эйәреп, бер-бер артлы гөнаһ ҡыла ҡалһан, төшөнкелеккә бирелмә, шунда уҡ кисекмәҫтән тәүбә ит, тәүфиҡҡа ҡайт, — тип әйтә Аллаһ Тәғәлә.
                 

                       Шағир Әбү Нәүүәстән:
         

          Фекер йөрөтһәм, гөнаһым күп донъяла тип,
          Рәхмәте Раббымдың гөнаһымдан иркенерәк.
          Изгелектә ғәмәл ҡылыу бер теләгем,
          Алланың рәхмәтенә өмөтләнеү – шул күберәк
          Был донъяға яратты Раббым мине,
          Мин – ҡол Уға, йән-тән менән буйһоноуса;
          Ярлыҡауға ирешә алһам, рәхмәте киң,
          Һин һуңғыһы була ҡалһаң, нишләр инем?

   Бер әҙәм, ваҡыты менән яңғыҙ ҡалып, ҡылған гөнаһтары һәм хаталы эштәре тураһында уйлай ҙа үҙ-үҙенә һорау бирә икән:
   — Минең кеүек гөнаһлы, тәүбәһеҙ бәндәне Аллаһ Тәғәлә үҙ ҡолдары араһына алыр микән?
Шулай тип әйтә лә һәм яуабын да үҙе бирә икән:

   — Юҡ, алмаҫ. Сөнки мин ҡылған гөнаһларҙың, боҙоҡ эштәрҙең, ғәйбәттең һаны сиктән ашты инде. Раббым уларҙы ғәфү итмәҫ һис ҡасан. Бәлки, мине ҡолдар дәфтәренән дә һыҙып ырғытҡандыр инде... Урыным тамуҡталыр (ошонда баҫ) инде.
Ҡолдар дәфтәренән сығарылыу ихтималы бик борсой уны. Өмөтө өҙөлә башлай, бик ҡайғыра. Шулай бик борсолоп, өҙгөләнеп бер көндө шул дәүер-ваҡыттың пәйғәмбәре Хәҙрәти Муса (Моисей) янына бара һәм уға мөрәжәғәт итеп, әйтә:
   — Әй Аллаһының Рәсүле, һин Раббым менән, Аллаһ Тәғәлә менән һөйләшәһең, кәрәк һорауҙарыңа кәрәк яуаптар алаһың. Зинһар, минең һорауымды ла еткер инде Уға.

   Муса ғәләйһиссәләмдең был бәндәнән:
   — Ниндәй һорауың бар һуң Аллаһ Тәғәләгә? — тип әйтеүенә, әлеге кеше шулай тип әйтә:

   — Раббым мине үҙ ҡолдары дәфтәренән сығарҙымы икән, әллә, был ҡәҙәр гөнаһ ҡылыуыма ҡарамаҫтан, ғәмәл дәфтәренән һыҙып ташламанымы? Шуның өсөн бик борсолоп, шикләнәмен...

   Муса ғәләйһиссәләм, был кешенең үтенесен үтәп Тур тауына барып, Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итә:

   — Йә Раббым, бар ҡеүәт, бар көс Һиндә, бар бөтә нәмәгә Һин хужа, бар яуаптан мәғлүмең. Ошо миңә һорау биргән кешегә нисек тип яуап бирәйем?
Раббыбыҙ, Муса ғәләйһиссәләмгә шундай яуап ҡайтарҙы:

   — Ул бәндәне ҡолдар дәфтәренән сығарып ташламаным, исеме йәһәннәм ҡолдары дәфтәренең битендә тора.

   Муса ғәләйһиссәләм Тур тауынан ҡайтып, Аллаһ Тәғәлән алған яуапты әлеге һорау биргән бәндәгә һөйләне. Шунда уҡ, был яуапты ишеткән кеше шатланып сәждәгә китеп шөкөр итә башланы. Муса ғәләйһиссәләм, «был кеше мине яңылыш аңланы ахырыһы» тип уйлап, һүҙен ҡабатланы:

   — Әй бәндә, һин мине дөрөҫ аңланыңмы һуң? Йәһәннәмгә барасаҡ ҡолдар дәфтәренә теркәлгәнһең, тамуҡҡа эләгәһең тип әйттем бит мин һиңә!

   Был әҙәм яуап итеп:
   — Эйе шул, дөрөҫ, мин бит тап шуның өсөн шөкөр сәждәһенә киттем. Иң мөһиме — Аллаһ Тәғәләнең ҡолдары дәфтәрендә ҡалыуым. Унан сыйылмағанға мең шөкөр. Сөнки Раббымдың ғәҙеллегенә ышанам, шуға иманым камил. Ул бер ҡасан да хата эшләмәй, яңылышмай, йәбер-золом итмәй бәндәһен. Әгәр мине тамуҡ дәфтәренә яҙған икән, тимәк, мин шуға лайыҡ. Ләкин мин ошо сәғәттән һуң ҡәтғи рәүештә тәүбәгә киләм, гөнаһыҙ тормошҡа ҡайтам. Бынан һуң йәһәннәм ҡолдары ҡыла торған боҙоҡ ғәмәлдәрҙе түгел, ә бәлки ожмах ҡолдары башҡарған изге ғәмәлдәрҙе генә эшләйәсәкмен. Бәлки, бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, Раббым миндәге үҙгәрештәрҙе күрер ҙә: «Был кеше тормошон, ғәмәлдәрен, ниәттәрен үҙгәрткән икән, мин дә уның исемен йәһәннәм дәфтәре битенән йәннәт дәфтәренә күсереп яҙыйым әле», — тип әйтер. Бына ошоға шигем – шөһәбәтем юҡ. Мин Уның ғәҙеллегенә ысын күңелдән ышанам. Кем нимәгә лайыҡ булһа, Аллаһ Тәғәлә шуны яҙыр.

   Тап шул ваҡытта Джәбраил ғәләйһиссәләм килә лә Муса ғәләйһиссәләмгә әйтә:

   — Әй Муса, ул бәндәгә шуны әйт: исеме йәһәннәм дәфтәренән һыҙылып, йәннәт дәфтәренә яҙылды. Был бәндә тормош рәүешен һәм ниәттәрен төҙәткәс, Раббыбыҙ ҙа уға ҡарата мөғәмәләһен үҙгәртте.

   Муса ғәләйһиссәләм эргәһендәге әҙәмгә:

   — Әй Аллаһының йәннәт ҡолы, һиңә һөйөнөслө хәбәр ирештерәм. Исемең йәннәткә керергә лайыҡлы ҡолдар дәфтәренә яҙылды.

   Ғәжәп, әммә әлеге кеше шатланып артыҡ һөйөнмәне һәм шулай тине:

   — Әгәр ҙә киләсәктә лә Аллаһ Тәғәлә бирһә, ошо исемем йәннәт дәфтәрендә ныҡ торорлыҡ дәрәжәлә ғәмәлдәр итә алһам, төп шатлығым шунда буласаҡ. Иншаллаһ, мин тормошомдо насар яҡҡа үҙгәртмәм, һәм ғәҙеллек эйәһе Раббым да исемемде яҙған йәннәт дәфтәренән сығармаҫ.

   Бына шулай Аллаһ Тәғәлә беҙгә нимә тип әйтә?

   - Әй, Әҙәм балаһы һин фәҡәт Миңә табан аяҡҡа баҫ. Мин һиңә табан бер аҙым атлармын. Һин миңә табан бер аҙым атла, Миң һиңә табан ун аҙым атлармын!

   Өмөтһеҙләнеп бушҡа һылтанып: ҡартайҙым, хәтерем насар, һаулығым юҡ, йәки йәшмен әле, ваҡытым юҡ һәм фәлән-төгән тип тормағыҙ, тәүбәгә килегеҙ! Өмөтһеҙҙен юлдашы шайтан, ғәжиҙлектә булмағыҙ, бының ахыры бик хәтәр...

  Пәйғәмбәр әйтеүенән:

   - Күрһәгеҙ ине гөнаһларығыҙҙын баш осонда оло тау һымаҡ аҫылынып торғанын.

   Изге Ҡөръән китабында Мүлк (Хәким) сүрәһендә 11 аятта: “Йәһәннәм ишеге төбөнә килеп еткәс, йәһәннәм әһелдәренең хәлен бер кемдә үҙгәртә алмаҫ. Шулай итеп улар гөнаһларын танынылар. Улар Аллаһ Тәғәләнең ярлыҡауынан алыҫ булырҙар! Улар инде ялҡынлы йәһәннәм әһелдәре”.

  Бына ошо донъя ошо хәлебеҙҙе үҙгәртергә мөмкинселек бирә. Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе ярҙамынан ташламаһын, бәрәҡәт үә иманын биреп гөнаһларыбыҙҙы ярлыҡаһын.