Отолоуҙан ҡотолоуҙың дүрт юлы.

                                                     Аяттар, аяттарға шәрехтәр.
     Ҡөрьән өйрәтә: «Заман, дәүер, быуат һәм көн артынан көн үтеп, бер-бер артлы килеп торған икенде ваҡыты менән ант итеп әйтәм: дөрөҫлөктә, һәр кем отолоуҙа. Ҡәҙерле ғүмерен донъя өсөн генә тәләф итеүе сәбәпле төрлө зарар һәм кәмселектәргә юлығып, хәсрәт сигеп кенә тора.
     Әҙәм балаларынан Ҡөрьән өйрәткән рәүештә иманға килеп, изге ғәмәлдәр менән ғүмер иткән, тормошта булып торған төрлө ауырлыҡтарға, бәлә-ҡазаларға сабыр, сыҙам була белеү өсөн бер-береһенә өгөт-нәсихәт биреп тора белгән хаҡ мөьминдәр генә отолоуҙа, кәмселектә, хәсрәттә булмаҫ”, — ти.
                                                                                                                     ”Үәл-Ғасыр” сүрәһе.

     »Отолоуҙар һәм хәсрәттәр төрлөсә булырға мөмкин: берәүҙәрҙең донъялыҡта ла, Ахирәттә лә бөтә нәмәнән мәхрүм ҡалып утҡа ташланыуы бар, икенселәр Аллаһ биргән ниғмәттәрҙең бер өлөшөн генә юғалта”, — тип аңлата Ғабдрахман бин Насир Әс-Сәғҙи был хәҙискә биргән шәрехтәрендә.
     Игелек менән көн итеп, дүрт төрлө сифатҡа эйә булған кешеләр генә отолоуҙа ҡалмаҫ, — тип Ҡөрьән үҙе лә өйрәтәп кенә тора.
     Беренсеһе — бәндәләрҙең бөтә эшмәкәрлегенә йүнәлеш биреп торған иман. Үҙенең ғәмәлдәрендә әҙәм балаһы һәр ваҡыт дин өйрәтеүҙәрен етәксе итеп ала.
     Бөтә пәйғәмбәрҙәр иң элек үҙ халҡында иманды, инаныуҙарҙы көсәйтеү өсөн, әхлаҡи түбәнлектәрҙең төп сығанағы булған дәһрилеккә, Аллаһтың хатта Үҙен дә һүгеп йөрөүгә тиклем барып еткән кафырлыҡҡа ҡаршы көрәш алып барған.
     Иман ул — иң тәүҙә Аллаһтың барлығына, берлегенә, Уның бер ниндәй тиңдәше була алмауына, Уның бик күп төрлө күркәм сифаттарына, ахирәткә һәм Ҡиәмәт көнөнә, әжер-сауаптарҙың да, ғазаптарҙың да буласағына, Илаһи Китаптарға һәм пәйғәмбәрҙәргә инаныу кеүек киң мәғәнәләрҙе үҙ эсенә ала.
     Икенсеһе — иман ағасының мул итеп биргән татлы емеше булған яҡшы ғәмәлдәр — ғәмәлүс-салихәт.
Яҡшы ғәмәлдәр ул — ғибәҙәт, Аллаһ ризалығы өсөн тип башҡарылған хәйриә эштәре, илаһи ғилемгә эйә булыу, Аллаһ юлында тырышлыҡ — бер һүҙ менән әйткәндә, кешенең үҙен-үҙе камиллаштыра барыуына, рухи үҫешкә, Аллаһҡа яҡынайыуға, кешеләргә, кешелеккә, йәмғиәткә файҙалы булырға ярҙам иткән яҡшы эштәрҙең һәр береһе мосолман өсөн отолоуҙан ҡотолоу юлы.
     Был төшөнсә ”Лә Иләһә Илләл-лаһ!” — тип Аллаһҡа иман килтереүҙән башлап, юлда бәндәләргә ҡамасаулап ятҡан бер ташты йәки сүпте алып ташлау кеүек игелектәрҙе үҙ эсенә ала.
     Иман ул яҡты бер шәм кеүек. Уның нуры бүлмәләрҙе генә яҡтыртып тормай, тәҙрәләр аша тышҡа ла сыға һәм өй эргәһенән үтеп-һүтеп йөрөгән һәр кем был өйҙән нур балҡып торғанын тойоп үтә.
     Күңеле иман нуры менән балҡып торған кеше лә шулай: татлы теле, яҡты күңеле, йөрөш-торошо менән ул үҙендә иман барлығы тураһында хәбәр биреп тора.
     Яҡшы ғәмәлдәр менән иман Ҡөрьән аяттарында һәр ваҡыт бергә ҡулланыла.
     Өсөнсө юлы — хаҡлыҡты таба белергә өндәү. Бәндә үҙе лә ғүмер буйы хаҡ менән ялғанды, тура юл менән аҙашыуҙы айыра белеп йәшәргә, башҡаларҙы ла шуға өндәп кенә тора белергә тейеш.
     ” Хаҡлыҡ ”,”хаҡикәт” тигән һүҙҙәрҙең Ҡөрьәндә 12 төрлө мәғәнәһе ҡулланыла. Улар араһында Аллаһ үҙе, Ҡөрьән, Ислам, диндарлыҡ йәки тәҡүә була белеү, ғәҙеллек, ихласлыҡ, паклыҡ, антҡа тоғролоҡ һәм шуға оҡшаш башҡа мәғәнәләр иң ололары.
     Бәндәне Ҡөрьән игелеккә өндәп, яуызлыҡтан тыйылыуға саҡырып ҡына тора. Наҙанды хаҡ юлға сығарыусы ғилемгә дәртләндерә, ялҡауға тырышлыҡ хаҡында нәсихәт бирә, иман менән игелекте айырып ҡарарға тырышыуҙан ҡатғи рәүештә тыя.
     Иманға саҡырып йөрөгән кеше иң элек үҙен, үҙенең тормошон игелек ҡыҫаларында тоторға тейеш, ти.
     Дүртенсеһе — сабырлыҡ. Бер-береңде сабырлыҡҡа өндәүҙә ныҡышмалы була белеү.
     Бында сабырлыҡтың мәғәнәһе лә бик киң — күндәм була белеүҙә сабырлыҡ, гонаһҡа өндәп тороусы ҡотҡоға ҡаршы тороуҙа, тән сәләмәтлеге бөтөп, зәғифлектәр, бәхетһеҙлектәр килгәндә, байып-сереп киткәндә сама белеүҙә сабырлыҡ һ.б.
     Риүәйәттәргә ҡарағанда пәйғәмбәребеҙ менән осрашҡан һәм хушлашып киткән саҡтарҙа сәхәбәләр һәр ваҡыт бер-береһе алдында ”Әл-Ғасыр” сүрәһен уҡып, был сүрәнең фәһемле йөкмәткеһен бер-береһенең хәтеренә төшөрөп кенә тора торған булалар.
     Ысынлап та, теләйме-теләмәйме, бәндәнең үҙ ғүмерендә иң ҡиммәтле хазинаһы булған йылдары, айҙары, көндәре, сәғәттәре үтеп кенә тора. Рухи һәм физик көстәр юҡҡа сыға. Даими отолоуҙа булыу — фани донъя тормошоноң бер үҙенсәлеге.
     "Кешенең һәр һулышы — үлемгә ҡарай бер аҙым”, — тигән Ғәли хәҙрәт.
     Ҡөрьән өйрәтә: «Үҙенә, үҙенең ғаиләһенә зыян килтергән кеше Ҡиәмәт көнөндә лә зыяндан башҡаны белмәҫ. Бына был инде — күҙгә күренеп торған юғалтыу».
                                                                                   ”Әз-Зүмәр”,"Халыҡ төркөмө” сүрәһе, 15 — нсе аят.
     Имам Фәхр Разиҙың был аятҡа аңлатма биреп әйткән һүҙҙәрен тағы ла хәтергә төшөрәйек. Оло ғалимдарҙан берәүҙең ул: "Баҙарҙа боҙ һатып торғанда: "Байлығы иреп бөтөп барғанды ҡыҙғанығыҙ!”- тип бер туҡтауһыҙ ҡабатлап торғанын күргәс кенә мин был аяттарҙың мәғәнәһен аңлап алдым. «Бәндәләр һис шикһеҙ отолоуҙа ҡаласаҡ”, — бына ошолай итеп аңларға ла кәрәктер”, — тигән ул.
     Ваҡыт үткән һайын бәндә үҙ ғүмеренең тамамланыу яғына яҡынлаша, әммә әле булһа бер ниндәй әжер-сауабын алып өлгөрмәгән. Тимәк, отолоуҙа ғына ҡалған була
     ”Донъя тормошо ул — баҙар. Берәүҙәр файҙа таба, икенселәр зыян күрә”, — тигән имамдарҙан Ғәли ибн Мөхәммәд Нәҡи.
     Был юғалтыуҙарҙан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы — иман, игелекле эштәр, хаҡикәт һәм хаҡикәт тураһында бер-береңә аңлатып ҡына тора белеү
     ”Үәл ғаср...” сүрәһен уҡып ҡына торған кешене Аллаһ йөҙөндә нур балҡып, Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе күреүҙән күҙҙәре осҡонланып торған хәлдә ҡубарыр”, — тигән имам Садыҡ.
     »Ултырыр өсөн урындарҙың иң насары баҙарҙар менән урамдар, ә иң яҡшы урын — мәсеттәр. Әгәр ҙә мәсеттә ултырыр булмаһаң, өйөңдә ҡал”. "Баҙарға иң беренсе булып барып ингәне лә, иң һуңғы булып сығып киткәне лә — шайтан”, — тигән һүҙҙәре лә бар уның.
     Сөнки ”отам” тип отолоуҙа ҡалғандың иң ҡулай урыны ла — баҙар.
     Баҙарға мал килтереп һатҡан кешене дин хуплай. Ул, ти, Аллаһ юлында яу сапҡан кеүек. ”Әммә
халыҡ мохтажлыҡ кисергән нәмәләрҙе баҙарҙың арзан ваҡытында йыйып, аҙаҡ ике хаҡына һатҡан кеше Аллаһтың Китабын танымаған кеше кеүек була”, — ти.

                                                                            «Дин ул — нәсихәт», Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла