Мөхәммәд, ғәләйһиссәләмдең мөғжизәләре бик күп булған. Шулай ҙа уның 14 мөғжизәһе иң билдәлеләрҙән һанала.
*Бер ваҡыт кис менән иманһыҙ кешеләрҙең үҙен һынау маҡсатында биргән һорауҙарына яуап итеп, ҡулы менән ишара яһап, айҙы ике киҙәккә ярып күрһәткән. Ай ике киҫәккә ярылып, бер киҫәге — тауҙың бер тарафынан, икенсеһе икенсе тарафынан күренеп торған.
*Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, хәҙрәти Әбү Бәкер Әс-Ситдиҡ менән Мәккәи-Мөкәрәмәнән күсеп, Мәҙинәи Менәүәрәгә килгәс, Әбү Әйүп әл-Ансари исемле сәхәбә йортона төшкәндәр. Әбү Әйүп әл-Ансари икеһенә етерлек аш әҙерләгән. Аш әҙер булғас, Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, Әбү Әйүпкә Мәҙинә ҡалаһының ихтирамлы кешеләрен мәжлескә йыйырға бойорған. Барлығы 180 тирәһе ҡунаҡ йыйылған, һәр ҡайһыһы шул тәғәмде ашаған. Хәҙрәт Рәсүлуллаһтың мөғжизәһе бәрәкәтендә аш һис кәмемәгән. Был мөғжизәне күргәндән һуң, мәжлескә килгән кешеләрҙең һәр ҡайһыһы, иман килтереп, мосолман булған.
*Хоҙайбиә сәхәрәһендә һуғыш заманында сәхәбәләр һыуһаған. Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, һыуы кипкән бер ҡоҙоҡто доға ҡылып, бәрәкәтләгән, шул минутта уҡ ҡоҙоҡ һыу менән тулған. Бөтөн ғәскәр туйғансы һыу эскән.
*Икенсе бер ваҡытта сәхәбәләр һыуһағас, Мөхәммәдтең, ғәләйһиссәләм, ҡулына аҙ ғына һыу һалынған бер кәсә бирәләр. Хәҙрәт Рәсүлуллаһ кәсәләге һыуға бармаҡтарын тейҙергән. Кәсә шул минутта уҡ һыу менән тулған. Етмеш — һикһән кеше шул кәсәнән туйғансы һыу эскән. Үҙ турһыҡтарына ла тултырғандар.
*Хәҙрәт Рәсүлуллаһ, мәжлес яһап, өс йөҙ ҡәҙәр кеше саҡырған. Бер кескәй генә табаҡтағы хөрмә менән ҡунаҡтар бәрәкәтләнгән, табаҡтағы хөрмә һис кәмемәгән.
*Мөхәммәдтең, ғәләйһиссәләм, алдына ит менән тулы һауыт килтереп ҡуйғандар. Ит: «Мине ашамағыҙ, миң ағыулы», — тип тауыш биргән
*Бүре, ҡыр кәзәһе һәм дөйә, Мөхәммәдтең, ғәләйһиссәләм, мөғжизәһе менән телгә килеп, һөйләшкән.
*Бер кеше Мөхәммәдтән, ғәләйһиссәләм: «Пәйғәмбәрлегеңә шаһиты бармы?» тип һораған. Шул тирәлә үҫеп ултырған бер ағас, хәҙрәти Рәсүлүллаһтың янына килеп, мин шаһит, тигән дә, үҫкән урынына кире барып ултырған.
*Хәндәк һуғышы ваҡытында бер арпа икмәген бәрәкәтләндереп, бер мең кешелек ғәскәр шул икмәкте ашап туйған.
*Хүнәин һуғышында дошман тарафынан ғәскәргә бер ус тупраҡ алып ырғытҡан. Дошман ғәскәрҙәренең һәр береһенең күҙенә тупраҡ тулып еңелеүҙәренә сәбәп була.
*Бер ваҡыт Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, атаһы, бер туған ағаһы менән Ғәббәс хәҙрәт өсөн хәйер-доға ҡылған ваҡытта өйҙөң диуарҙарынан «Амин» тигән тауыштар ишетелгән.
*Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, ҡулдарына алған таштарҙың «Сөбхәналлаһ» тигән тәсбих тауышын ишеткән.
*Хәҙрәти Рәсүлуллаһ йома көнөндә мәсеттә хөтбәне бер хөрмә ағасына һөйәлеп уҡыған була. Һуңғараҡ бейегерәк булһын өсөн, ике баҫҡыслы бер мөнбәр яһаттырған. Бер йомала шуның өҫтөнә менеп, хөтбә уҡый башлағас әүәлге хөрмә ағасынан ҡайғырып илаған тауыш ишетелгән.
*Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, иң оло мөғжизәһе — Ҡөръән Кәрим. Кәләм-Шәриф бик ятышлы һәм матур телле Әҙәм балаһына донъя рәхәтлеге һәм Ахирәт сәғәҙәте өсөн кәрәк буласаҡ, хөкөм низамдарҙың һәр береһе унда бар. Ул, һис шикһеҙ, Аллаһы Тәғәлә тарафынан килгән һүҙҙәр.
Башҡортса дини календарь 2006 йыл