Йәсин сүрәһе тәфсире

                                       Йәсин сүрәһе тәфсире.

   Беҙҙең халыҡ Йәсин һүҙен ишетһә ҡурҡып, шомланып китә, хатта шул сүрәнең уҡыуын ишетмәҫ өсөн ҡайһы берәүҙәр Ҡөръән мәжлестәренә лә бармай. Нимә яҙылған һуң унда? Әйе, әйтелгән пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм тарафынан үлеләргә уҡығыҙ тип. Ләкин Ҡөръән аяттарын мәрхүмдәр ишетәме? Юҡ, тик әжер-сауабтар ғына уларға барып етә. Был Йәсин сурәһендә тереләр уҡыһындар һәм фәһем алһындар тип, Аллаһ Тәғәлә тарафынан беҙгә Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм аша ебәрелгән аяттар бит. Йәсин сүрәһе ул – Ҡөръәндең йөрәге, тип әйтәләр. Был сүрәлә бар донъя, ғәлләм, тарих, беҙҙән алда булған кеше ҡәүемдәре тураһында һүҙ бара. Уҡығыҙ, ишетегеҙ, белегеҙ һәм әҙер барығыҙ Аллаһ Тәғәлә янына, донъяға батып Хоҙайҙы онотмағыҙ – хәбәр шул хаҡта.

                                         Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Шәфҡәтле, мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән...

                                                      Йәсин.

I. *Йәсин*. Ибне Ғаббас был аятты аңлатҡанда: «Йәсин» —Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм исемдәренең береһелер. Аллаһ Тәғәлә был аят менән «Йә Мөхәммәд» тигән кеүек хәбибе Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәләмгә; Әй тип мөрәжәғәт итә", — тигән. Икенсе бер риүәйәт буйынса, «Йәсин» — «Йә инсан» — «Әй әҙәм!» тип аңлатыр, йәки, Әй әҙәм балалары, белегеҙ, тәрән белемле, хәбәрҙәң булығыҙ. Хәҙрәти Әл-Хәсән раҙыйаллаһу ғәнһә фекеренсә, «Йәсин» — Ҡөрьәндең бер исемелер. Шул исем менән Аллаһы Тәғәлә ант итәлер тип әйтеүсе мүфәссирҙәр ҙә бар.

2. *Иҫ киткес матур Ҡөръән менән ант итәм! *. Ҡөръән менән иҫегеҙгә төшөрәмен. Ул Ҡөрьәндең сифаттары шулдыр, бәндәләрҙе ни ҡылыуҙарына ярашлы рәүештә, хөкөм көтә: хәләлде һәм харамды, әмерҙе һәм нахаҡты айыра белегеҙ. Уның һәр һүҙе, һәр хәрефе бер сер, мәғәнәһе хаҡиҡәттә йәшеренде. АллаһыТәғәлә Үҙенең иҫ киткес матур, йәғни тәрән аҡыллылыҡ менән, ғибрәт менән, ғәжәйеп химәттәр менән тулы Ҡөръән менән ант итә.

3. * Хаҡиҡәттә, һин рәсүлдәр араһынан булыусы *. Аллаһ Тәғәлә, ант итеп: «Дөрөҫлөктә, һин — Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм, рәсүлдәрҙең береһелер» тип, һис шикһеҙ, ебәрелгән илсеһе тип, Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләмде юғары дәрәжәләй. Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм үҙенә Аллаһ Тәғәлә тарафынан пәйғәмбәрлек вазифаһы тапшырылғанды белһә лә, Аллаһ Тәғәлә уның күңелен күтәреп, уның пәйғәмбәрлеген раҫлап, бына шул аят менән ант итәләр.

4. *Туп-тура юлдағы*.Һин, әй Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм, тура юлдаһың, Ислам дине данланырһың. Был юл рәсүл килтергән юлдыр, уның сифаты шул, ул туп-тура юлдыр. Йәғни, Аллаһының дуҫы Ибраһим ғәләйһиссәләм юлылыр. Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышанып, бар нәмәнән пак тулып, зәкәт биреп, хаж ҡылып, рамаҙан ураҙаһын тотып, биш ваҡыт намаҙҙы үтәп һәм ата-әсәгә хеҙмәт итеп, зина ҡылыуҙан, алкоголь эсеүҙән, ришүәт алыуҙан, мал-тыуар йыйыуҙан тыйылып йәшәүҙер һәм шуның өсөн бәндәләргә Ҡөръән аяттар иңдерелде. Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Аяттар менән бәндәләремә теләк белдереп бәндәселек итергә бойорҙом». Кешеләрҙе Аллаһ Тәғәлә риза булмаған фиғелдәренән, аҡылдарынан тыйыу өсөн, Ҡөръәндә һәр ике тарафтың хөкөмдәренә аңлатма бирелде (иманлы һәм иманһыҙҙарға).

5. *Ғиззәт эйәһе, рәхиләнең иңдереүсе*. Был Ҡөръән — Ғиззәт, оло көс, юғары дәрәжә эйә булыусы Аллаһ Тәғәләнең иңдергән Кәләм-Шәрифелер. Был аяттарҙы, Ҡөръәнде иңдереүсе Аллаһ Тәғәлә — ғиззәт эйәһе лә, изгелекле лә. Ул Ҡөръән аша хәбәр биреп, уҡытыусы менән, йәғни илселәре менән иңдерелде.

6. *Аталары киҫәтелмәгән ҡәүемде өгөтләү өсөн. Һәм улар – ғәфил (моңһоҙ) булыусылар. Был Ҡөръән — аталары киҫәтелмәгәнмәгән ҡурәйеш ҡәбиләһе һәм улар менән тиң булған йәки элек өгөтләнмәгән башҡа халыҡ, ҡәбиләләргә өгөт-нәсихәт биреүсе китабтыр. Наҙанлыҡ эсендә ҡалыусы ҡәүемдәрҙе Ҡиәмәт көнөндәге яза менән ҡурҡытыр өсөн индерелде. Был ваҡытта ул ҡәүемдәрҙең аталарына шулай уҡ бабаларына алдан пәйғәмбәрҙәр килмәгән, тыйылыуҙан әмер бирелмәгән, Ҡиәмәт көнө һәм ҡәберҙән ҡубасағыбыҙ тураһында хәбәр итеүсе булмаған ине. Сөнки Ибраһим ғәләйһиссәлләмдән бирле был Мәккә һәм башҡа ҡәүемдәргә дин — шәриғәттән һәм әхирәт әмерҙәренән хәбәр биреүсе юҡ ине. Ибраһим ғәләйһиссәлләм менән Мөхәммәд ғәләйһиссәлләмдең араһындағы айырма ике мең дә алтмыш йыл ине. Шуларҙын хөрмәтлеһенә бойоролды, әй Мөхәммәд, һин ул ата-бабаларыңдың белмәгәндәрен белерһең. Бабаларың һинең Аллаһ Тәғәләне танымай һәм дин шәриғәттәре белмәгәнлектән Ләт, Мәнат, Ғуззә (ғәрәптәрҙең боронғо заманда табынған поттарының (яһалма һындар, идол) исемдәре) ғибәҙәт иттеләр, Ҡәғбәне поттарға табыныусылар урынына әйләндерҙеләр. Улар, атабыҙ Ибраһим ғәләйһиссәләм юлы ошо юлдыр, тинеләр. Әй Мөхәммәд ғәләйһиссәләм , һин уларҙы ул юлдан тыйып, Ибраһим ғәләйһиссәлләмдең шәриғәтен яңыртып, Аллаһының берлегенә һәм барлығына инандырып, үҙеңде һәм үҙеңдең өммәтенән булғандарҙы Ислам менән ризыҡландырып йәшәү өсөн Аллаһ Тәғәләнән илсе итеп билдәләндең. Улар һиңә: «Аллаһының берлегенә Ибраһим ғәләйһиссәлләмдең шәриғәтен яңыртып, ул шәриғәт менән үҙең ҡыҙыҡһынып, дин юлында етәкселек итмәксе булдыңмы?» — тип әйтерҙәр. Ни өсөн улар киҫәтеүгә ҡолаҡ һалманылар? Аллаһ Тәғәлә быны, ғафиллек менән аңлата.

7. *Уларҙың күбеһе һүҙ өҫтөндә хаҡлыҡҡа иреште инде, улар бит иман (ышаныс) килтермәйҙәр*. Илсе итеп бәндәләргә ебәреүем дөрөҫ һәм раҫтыр, бар нәмәне асыҡ белеүсе һәм аңлатма биреүсе, үҙ һүҙендә ныҡ тороусылыр. Уларҙың өҫтөндә тип хәбәр итеү «улар менән» тигәнде аңлатыр. Тимәк, уларға вәғәҙә ителгәндәр тормошҡа ашты бит, тик улар барыбер өгөтләүгә бирелмәйҙәр. Киҫәтеүгә бирелмәгәс, улар иман ла килтерә алмайҙар, имандың мәғәнәһенә лә төшөнә алмайҙар. Үәлләһи уларҙын күбеһе көфөрлөктә, динһеҙлектә ныҡ тороуҙары сәбәпле ут ғазабына насыйп булдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Мәккә ҡәүеменең күбеһе аяттарына инанмаҫтар. Шулай уҡ улар һинең пәйғәмбәр булыуыңа ла ышанмаҫтар. Сөнки ул Мәккә ҡәүеме йәмәғәттәре һине һанға һуҡмаҫтар, һиңә көлөп ҡарарҙар. «Был беҙҙең Мөхәммәд көтөүсебеҙ, үҙе етем, уҡый-яҙа белмәгән ине. Пәйғәмбәр дәрәжәһе, ҙур дәрәжәлер. Ул мәртәбәгә Мөхәммәдкә ирешеү мөмкин булмаҫ», — тип көлөп ышаныс килтермәҫтәр.

8. *Хәҡиҡәттә, Беҙ уларҙың муйындарына бығауҙар булдырҙыҡ, ул уларҙың эйәктәре аҫтына тиклем һәм улар баштарын артҡа ташлап йөрөйҙәр*. Ибне Ғаббас раҙыйаллаһу ғәнһүмәнең риүәйәте буйынса, Бер ваҡыт Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм пәйғәмбәребеҙ Ҡәғбәтуллаһыла тауыш менән Ҡөръән уҡыған. Ҡурәйештәрҙең быға бик ныҡ асыуҙары килә. Улар Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм янына юл тоталар. Маҡсаттары бик насар, яман була: Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләмде юҡ итеү. Тик уларҙың ҡулдары шунда уҡ муйындарына һуҙылып бәйләнгән шикелле ҡатып ҡала. Улар, аптырап: «Йә Мөхәммәд! Аллаһ Тәғәлә һәм туғанлыҡ хаҡы өсөн һинән һорайбыҙ! Беҙҙе был әфәттән ҡотҡар!» — тип Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһиссәлләмгә ялбаралар. Рәсүлуллаһ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм, уларҙың ҡулдары үҙ урындарына ҡайтһын, муйындарынан бығауҙар төшһөн, тип доға ҡыла һәм улар ҙа шунда уҡ элекке, тәбиғи хәлдәренә кире ҡайталар. Был аят бына шул ваҡыт ингән була. Ысынында был дөрөҫ һәм хаҡтыр, беҙ ул Мөхәммәдте илсегеҙ итеп ҡылдыҡ, Аллаһы ғазабынан ҡурҡмаған әһелдәрҙең күбеһенең муйындарынан эйәктәренә тиклем еткән бығауҙар һалырбыҙ. Ул бығауҙар иңдәренә етәр, ул инанырға теләмәгән Мәккә ҡәүеме, баштарын, бығауҙарҙың ауырлығынан күтәрә алмаҫтар. Был кешеләр Мәккәнең тәкәбберҙәре һәм оятһыҙҙарылыр. Беҙ улар теләгән һәр нәмәне бар ҡылдыҡ, ул Мәккә ҡәүеменең күбеһен бай һәм тәҡҡәбер итеп яраттыҡ. Хатта тәкәбберлектәре иңдәренән уҙып, баштарына сыҡҡандыр. Шул тәкәбберлектәренән баштарын күтәргәндәр, күҙҙәрен йомғандар хаҡиҡәтте күреүҙән туҡтағандар. Әй Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, улар һиңә һәм Миңә иман килтерергә теләмәҫтәр, тип әйтеүем. Һөҙөмтәлә, баштарын тәкәбберлектән күтәреп ҡарамаҫтар. Һин уҡыған аяттарҙың һәм телдәге һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнгеләре килмәҫ. Һинең наҙанлыҡтан сығып, пәйғәмбәр һәм ғалим булып, мөхжизәләр күрһәтеүенә ышанмаҫтар. Аптырағас, был Мөхәммәд сихырсы, тип әйтерҙәр.

9. *Беҙ уларҙың алдына ла, артына ла кәртә булдырҙыҡ һәм уларҙы томалап ҡуйҙыҡ, һәм улар күрмәйҙәр*. Беҙ уларҙың алдына ла, артына ла кәртә булдырҙыҡ тип хәбәр итеү Аллаһ Тәғәләнең ҡурәйештәрҙең кәферҙәренә бер махсус япма булдырҙыҡ һәм уларҙың күҙҙәренә шул япманы ҡапланыҡ тип әйтелә. Аллаһ Тәғәлә томалап ҡуйҙыҡ тип шул хәлде асыҡлай. Кәферҙәрҙең күҙҙәре томаланмаһала, асыҡтан-асыҡ торһала, уларҙың күҙенә күренмәҫ япма ташланған булыу сәбәпле, бер нәмә лә күрмәҫ булғандар. Шул, томалап, япма күҙҙәрен ҡаплағас, улар үткән һәм ҡалған ғүмерҙәрен белмәҫ булдылар, йәғни шул ҡәҙәрле шөғөлдәрҙе бушҡа, файҙаһыҙға эшләнек, улар хаҡ менән ялғанды айырмаҫ, тура юлды күрмәҫ булдылар. Уларҙы яратыусы Аллаһ Тәғәләне оноттолар. Донъяға ни өсөн килгәндәрен белмәйенсә, ҡәберҙә һәм Ҡиәмәттә нимә көтәһен оноттолар. Беҙ ни өсөн әҙәмдәрҙе тыйҙыҡ, уларҙың арттарынан йәнә яралтыҡ, пәрҙәләр ҡылдыҡ, йәғни ҡартайғас, нисек һәләк буласаҡты өйрәттек. Пәйғәмбәрҙәренән һабаҡ алмаҫтармы тип, талап иттек. Ул Мәккә ҡәүеме ғибәҙәт ҡылырға кәрәклекте һәм Ҡиәмәт көнө буласаҡты ата — бабаларынан ишетһәләр ҙә, потҡа табыныуҙарын дауам иттеләр. Беҙ уларға ғибәрәт эштәрҙе ҡылмаһындар өсөн күңел күҙҙәрен бирҙек, донъяны аңлы рәүештә танып йәшәһендәр өсөн күңел күҙҙәрен өйрәттек. Шулай уҡ күңел күҙҙәренә тағын да шуның өсөн пәрҙә ҡылдыҡ, маңлай күҙҙәре менән күреп, фәһем алмаҫ яһаныҡ. Бәни мәхъзүм ырыуынан булыусы бер төркөм халыҡ Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһиссәлләмде үлтерергә ниәт итәләр. Улар араһында Әбү Йәһел, Әл-Вәлид ибнел Мүғыйра ла була. Улар, Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләмде үлтерергә бойороҡ биреп, Әл-Вәлидте ебәргән булалар. Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм был ваҡытты намаҙҙа ҡыям хәлендә Ҡөръән уҡып тора. Әл-Вәлид Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм торған ергә килеп еткәс, уның тауышын ишетә, әммә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең үҙен күрмәй. Әл-Вәлид ян-яҡҡа ҡарай: Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең тауышы бар, ә үҙе күренмәй! Әл-Вәлид ҡалған яуыздар янына ҡайтып китә лә булған хәлде уларға һөйләп бирә. Тегеләр Әл-Вәлидтең һүҙенә ышанмайҙар. Йыйылышып, бергәләп Әл-Вәлид күрһәткән юл менән баралар, барһалар — бер кем дә юҡ, тик Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләмдең тауышы ишетелә. Ул Ҡөръән уҡыуын дауам итә. Бына шул хаҡта был аяттар ингән була. Тағы бер риүәйәт: Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм бер ус тупраҡ алып, шуның өҫтөнә әлеге аяттарҙы уҡып, ул динһеҙҙәр башына һибә һәм тегеләр ҙә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде күрмәҫ булалар. Был риүәйәтте ибн Мөхәммәд Ҡәғб әл-Ҡарзай радыйаллаһү ғәнһе һөйләгән.

10. *Уларға барыбер: һин уларҙы өгөтләйһеңме, әллә өгөтләмәйһеңме — улар иман килтермәйәсәктәр*. Әй хөрмәтле Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, был нәмә ул Мәккә әһелдәренең күбеһенә хастыр, Аллаһ Тәғәлә ғазабынан ҡурҡытһаң, шулай уҡ ҡурҡытмаһаң да, һинең киҫәтеп ҡуйыуҙарыңа, шулай уҡ һинең мөғжизәләреңә лә ышанмаҫтар, ә быны сихыр көсө тип әйтерҙәр. Ул кәферҙәр киҫәтеүҙең нәмә икәнлеген белмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ла. Уларға аңлатһаң да, аңлатмаһаң да — барыбер. Улар иман килтермәйәсәктәр, барыбер иманһыҙ булып ҡаласаҡтар.

11. *Һин, хаҡиҡәттә бары тик Ҡөръәнгә йөҙ тотҡан һәм сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусыға Аллаһыға ысын күңелдән бөйөк хөомәт күрһәтеүсе кешеләрҙе генә киҫәтә алаһың. Уларға ярлыҡау һәм мул әжер тураһында шатлыҡ хәбәрен бир!*. Һин, әй Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм, зекергә, иҫкә төшөрөүсе, күңелдәргә үтеүсе Ҡөръән аяттарына ҡолаҡ һалып, ишетергә теләп ишетеүсене, белем алыусыны һәм Шәфҡәт эйәһе Аллаһ Тәғәләнән йәшерен килеш ысын ҡурҡыу менән, Уның йәһәннәм ғазабынан ҡурҡыусыны өгөтләй алырһың! Бындай бәндәне һин гөнаһтарҙан ғәфү итеү буласаҡ менән дә, мул әжер менән дә шатландыр! Ул нәмәләр уға Аллаһ Тәғәләнән ҙур бүләк булыр.

12. *Хәҡиҡәттә, Беҙ үлектәрҙе терелтәбеҙ. Һәм уларҙың элек эшләп ҡалдырғандарын һәм эҙҙәрен яҙып барабыҙ, һәм һәр нәмәне (ҡылған яман ғәмәлдәре тураһында) Беҙ ап-асыҡ китапҡа яҙабыҙ*. Әбү Сәғит әл-Худри: «Мәҙинә ҡалаһының бер ҡырында бәнү сәләмә тигән бер генә милләт йәшәй ине. Мәсет уларҙан йыраҡ булғас, улар бер көндө торған урындарын ташлап, мәсет янына күсеп ултырырға уйлайҙар. Бына шул ваҡытта был аят инә. Аят Мөхәммәд пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәлләмгә иңгәс, бәнү сәләмә ҡәбиләһен янына саҡырып, ул иң элек шул аятты уҡый, һуңынан: „Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең атлаған аҙымығыҙҙы ла белеп яҙып тора бит!“ — тип әйтә. Был һүҙҙәрҙе ишетеп, бәнү сәләмә кабиләһе уйлағандарынан баш тарта һәм улар үҙ урынында ҡалалар», — тип әйтә был аяттың инеү тарихы тураһында.
Үбәй ибне Ҡәғб радыйаллаһү ғәнһе был аят тураһында ошо риүәйәттендә һөйләгән. "Бер кеше мәсеттән бик йыраҡта торған ти. Алыҫта тороуына ҡарамаҫтан, ул алдан күрә белеүсе салләллаһү ғәләйһиссәлләм етәкселегендә уҡыла торған бер намаҙҙы ла ҡалдырмай торған булған. Яҡын күршеләре был кешене ҡыҙғанып: «Исмаһам ҡараңғыла һәм ҡом аяҡты бешергән ваҡытта атланып һәм ултырып йөрөргә ишәк булһа ла ал үҙеңә!» — тип кәңәш-өгөт-нәсихәт бирә. Был кеше кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай! Ни өсөн? Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһиссәлләмгә мөрәжәғәт итеп, үҙенең хәлен әйтә, һуңыраҡ: «Йә Рәсүлуллаһ! Мәсет юлында минең аяҡ эҙҙәре, аҙым һандары, өйҙән сығыуым, өйгә кереүем, кеше-ғаиләм менән күрешеүем дә яҙыласаҡмы?» — тип һорай. «Һис шикһеҙ, уларҙың барыһы ла яҙыла, һәм һәр уйлағаныңды бирәсәк Ул!» — тип шатландыра Мөхәммәд ғәләйһиссәләм шул бәндәне. «Берәрегеҙ өйҙән башҡа берәүҙең өйөнә юл тотҡанда — аҙымы һайын әжере яҙыласаҡ һәм атлаған аҙымы һайын һәр бер насар эше һыҙылып барыр!» — тигән. Был хәҙис-шәрифте Әбү Һүрайра радыйаллаһү ғәнһе әйтә. Тағы бер хәҙистә Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһиссәлләм: «Мәсеттән бик алыҫта йәшәп тә, мәсеткә йөрөүсе кеше иң бөйөк әжерле буласаҡ!» — тигән. Ә беҙҙә нисек? Мөйөш һайын оло мәсеттәребеҙ тора. Тик меҫкен мәсеттәребеҙҙә халыҡ юҡ! Тик намаҙ уҡырҙай кешеләр мәсеткә йөрөмәй! «Мәсет эргәһендә йәшәгән кешенең өйҙә уҡыған намаҙы ҡабул ителмәҫ!» — тип киҫәткән Мөхәммәд ғәләйһиссәләм. Киреһенсә, тирә-йүнендә мәсете булмаған кеше йыраҡтарҙан көн һайын тиерлек йәмәғәт менән намаҙын уҡыр өсөн йәйәү ҙә, транспорт алыштырып та мәсеткә йөрөй! Ҡомға, ҡарға, яҙғы — көҙгө бысраҡҡа баҫҡан аяҡ эҙе лә, тимәк, иҫәпләнеп бара. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә, Беҙ үлектәрҙе терелтәбеҙ тип иҫкәртеүҙән һуң, уларҙың элек әҙерләп ҡуйғандарын, йәғни ҡылған эштәрен, ғәмәлдәрен һәм эҙҙәрен йәки ғәмәлдәренең нәтижәләрен, ахырҙарын иҫәбкә алып яҙып барабыҙ, тип әйтә. Асыҡтан-асыҡ китап, ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, — Ҡөръән-Кәрим китабылыр. Башҡа берәүҙәрҙең уйлауынса, асыҡ китап — һәр нәмәне иҫәбкә алған бер яҙмалыр. Ҡиәмәт көнөндә иҫәп-хисап һәм яза ҡылырбыҙ. Был көндә изгеләренә ожмах, яуыздарҙа тамуҡ насыйп итәрбеҙ, донъялыкта ҡылған эштәренә ҡарап яҙырбыҙ. Яҙыусы фәрештәләр бөтә кешеләрҙең барлыҡ яҡшы, яман эштәре яҙылып барылған китапты асып, әҙәмдәрҙең ғәмәлдәре булғандарға әмер бирелер. Ул ҡолдар донъялыҡ көткәндә, изгелектәр һәм яуызлыҡтар ҡылдылар, Беҙ үҙебеҙҙең фәрештәләргә йәнә ул әҙәмдәрҙең донъялыҡта ҡылған ғәмәлдәрен яҙып барырға бойороҡ иттек. Ҡылған ғәмәлдәренең, ул-ҡыҙҙары уҡыған доғаларының һәм ниәт итеп биргән саҙаҡаларын сауабын яҙабыҙ, шулай уҡ ул яман юлда йөрөүселәрҙең гөнаһтарын да яҙабыҙ. Уларҙың үҙҙәрен һәм уларға эйәреүселәрҙең тамуҡтан ҡотола алмасаҡтарын яҙабыҙ, тип әйтелгән, йәғни кеше донъялыҡта ни ҡылған булһа, әхирәттә лә уны шул көтәр. Беҙ һананыҡ, бер дәфтәргә, ул дәфтәрҙең сифаты, дөрөҫ аңлатма биреү итеүсе ул Ләүхел-мәхфүздер. Шулай уҡ ул ғәмәл дәфтәренә бөтөн бар булған хәлдәрҙе үә сифаттары, һөйләгән һүҙҙәре теркәлеп бара.

13. *Һин уларға ҡала кешеләрен миҫал итеп килтер! Бына уларға рәсүлдәр килде*. Был аятта тип алынған ҡала элекке заманда Антиохия, ғәрәбтәр осоронда Антакия (элек Сирия ерендә булған), хәҙерге көндө Төркиәлә булып, төрөксә Хатай тип йөрөтөлә.
Бына уларға, йәғни Антакия халҡына рәсүлдәр килде. Ни өсөн? Уларға Аллаһ Тәғәләне танығыҙ, Уға ғына ғибәҙҙәт ҡылығыҙ, башҡа нәмәгә табынмағыҙ тип. Әй Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, ул Антакия шәһәренә Ғайса илселәре килделәр. Ул илселәренән береһенен исеме Яхъя, икенсеһе Юныс ине. Ғилми хәбәрҙәргә бәйле риүәйәттәрҙә яҙылыуға ҡарағанда, Ғайса ғәләйһиссәләм Һәрвәс шаһ заманында тыуҙы. Һәр шаһының тәхете Антаҡия ҡалаһында ине. Ул батшалыҡта ғәжәйеп матур ҡалалар бар ине. Унда, заманында, төрлө халыҡтан батшалар булып торҙолар. Ғайса пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм булыуы мәғлүм булып, уға Инжил китабы иңгәс, Һәрвәс шаһ уға илсе ебәрҙе. «Әй атаһыҙ тыуған Ғайса ғәләйһиссәләм , ни өсөн һин пәйғәмбәрлек дәғъүәһен ҡылаһын, ата-бабабыҙ табынған боттарҙан ни өсөн ваз кисәһең? Мин һинең сихыр менән үлектәрҙе терелтеүеңде ишеттем. Был эшеңдән ваз кисә, юғийһә һине тар — мар итермен»,—тип әйтте.
Ғайса ғәләйһиссәләм Һәрвәс шаһтың илселәре менән бергә ике ярҙамсыһын ебәрҙе. "Ул Һәрвәс шаһына Аллаһ Тәғәләнең бер булыуын һәм мин Аллаһ Тәғәләнең рәсүле булыуымды барып әйтегеҙ. Улар ботҡа табынмаһындар һәм мине сихырсы тип уйламаһындар. Һеҙ илселәр, бында булған мөғжизәләрҙе, эшләп ҡарағыҙ әле, булдыра алырһығыҙмы? Ул пәйғәмбәр һеҙгә доға ҡылып, Мәҡдистән Антакия шәһәренә Юныс менән Яхъяны ебәрҙе. Антакия менән Мәҡдистең араһы барыһы алты айлыҡ юл ине. Ғайса ғәләйһиссәләм Һәрвәс шаһының илселәренә хат биреп ебәрҙе. Хатта: «Һеҙ донъя һәм әхирәт өсөн йәшәйһегеҙ, бар нәмәнән пак булыусыға ирештереү өсөн ике шәкертемдең ебәрҙем. Әгәр Инжилде ҡабул итһәң, бик яҡшы, бик дөрөҫ булыр. Ҡабул итмәһәң, был ике шәкерт башыңа етәр, Аллаһы Тәғәләнең теләге шулай», — тип яҙылған була. Яхъя ғәләйһиссәләм менән Юныс ғәләйһиссәләм алты айлыҡ юлды өс көндә барып еттеләр. Антакия шәһәренә килеп етәрәк, сахрала бер көтөүсегә осранылар, сәләм бирҙеләр. Ул көтөүсе ҡарт сәләмдәрен алып: «Әй һөйөклө егеттәр, ҡайһы шәһәргә юл тотағыҙ ҙа  ниндәй һөнәр менән шөғөл итәгеҙ?» — тине. Ике йәш кеше әйтте: «Беҙ изге эш менән йөрөүселәр. Һеҙҙең Антакия ҡалаһының падишаһы Һәрвәсте Исламға өндәү өсөн беҙҙе Ғайса ғәләйһиссәләм ебәрҙе». Ҡарт көтөүсе: «Һеҙ Ғайсаның илселәре булһағыҙ, хәҙрәт Ғайса ғәләйһиссәләм дә булған мөғжизәләрен һеҙ ҙә ҡыла беләһегеҙҙер». Был егеттәр: «Һеҙҙең исемегеҙ нисек?» — тип һоранылар. Ҡарт әйтте: «Исемем Хәбиб, беҙҙең Антакияла Хәбиб исемле кешеләр бик күп, шуға мине Хәбиб Нажар тип йөрөтәләр. Балта эшен яҡшы белгәнгә, Нажар тиҙәр». Был ике йәш кеше әйттеләр: «Әй, ағай, беҙгә лә хәҙрәт Ғайса ғәләйһиссәләм мөғжизәләренән Аллаһы Тәғәлә өлөш биргәндер. Ауырыуҙарға шифа бирергә, һуҡырҙарҙы күҙле итергә, алтындарҙы барлыҡҡа килтерергә һәм башҡа шундай эштәр башҡарыуҙа Аллаһ Тәғәлә беҙгә лә өлөш сығарҙы».
Хәбиб Нажар әйтте: «Йә Ғайса илселәре, минең бер улым бар, күп йылдарҙан бирле зәхмәтлелер, зинһар уға Аллаһы рәхмәте өсөн доға ҡылығыҙ, сихәте булһын, хәҙрәт Ғайсаға өмөтөбөҙ булһын».
Ул егеттәр: «Беҙҙе улың янына алып бар, таҙ Хәмәтте күрәйек»,—тинеләр.
Хәбиб Нажар быларҙы өйөнә алып килеп, ҡунаҡ итте, улын күрһәтте. Был ике рәсүл ҡулдары менән ул баланың тәнен һыйпанылар, доға ҡылдылар. Ул ауырыуҙан яфаланыусы бала Аллаһ Тәғәлә рәхмәтенән дауа тапты. Йугереп атаһының хеҙмәтен башҡара башланы. Был хәлде күреп, Хәбиб Нажар улы ҡатыны һәм биш балаһы менән Аллаһыға иман китерҙеләр.
Әлеге хәбәр Антакия ҡалаһы эсендә ишетелде. Һәм былар Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән ҡала эсендә күп булған ауырыуҙарҙы дауаланылар, һуҡырҙарҙы күҙле иттеләр. Был хәбәр Һәрвәс падишаһҡа ла ишетелде. Бер көн был падишаһ рәсүлдәрҙе саҡырып: «Һеҙ кемдәр булаһығыҙ һәм ҡайһы ерҙән килдегеҙ? Миңә һеҙҙе илселәр тип әйтеләр», — тип һораны. «Беҙ хәҙрәти Ғайса ғәләйһиссәләмдең илселәребеҙ», — тип яуап бирҙеләр. Падишаһ әйтте: «Ни өсөн илсе булып килдегеҙ?». Әйттеләр: «Беҙ һине һәм һинең ҡәүемеңде ботҡа табыныуҙан тыйыу өсөн илсе булып килдек». Падишаһ: «Боттарҙан башҡа табына торған нәмә бармы һуң?» — тип һораны. Илселәр: «Әлбиттә, һис шикһеҙ барҙыр: ерҙәрге һәм күктәрҙе, ай һәм ҡояшты яратҡан Аллаһ Тәғәләлер», — тинеләр. Падишаһ: «Һеҙ ҡайҙа ул туҡталдығыҙ, шунда тороп тороғоҙ. Өс көндән һуң кәңәш ҡылырбыҙ», — тине.
Был ике рәсүл Хәбиб Нажар өйенә ҡайттылар. Инжил китабында әмер ителгән буйынса Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙҙәт иттеләр. Таң менән тороп, ҡаланың баҙарына килделәр. Унда Аллаһ Тәғәләне иҫкә алып, ололап, ҡысҡырып тәкбир әйттеләр.
Падишаһ был хәлде күреп, ғәйрәт менән ул ике рәсүлде ҡулға алып, йөҙәр ҡамсы һуҡтырып зинданға яптылар. Улар зинданда өс йыл ултырҙылар. Хәҙрәт Ғайса ғәләйһиссәләм быларҙың оҙаҡ ҡайтмай тороуҙарына һәм хәбәрҙәре булмауына аптыраны. Улар артынан Шәмғунде ебәрҙе. Был Шәмғун ғәләйһиссәләм үҙен бер монах сүрәтенә әйҙәндереп, монах кейемдәрен кейеп, Антакия шәһәренә килде. Туп-тура сиркәүгә килде, андағы монахтар кеүек үк килеүселәрҙе әҙәп диндәренә өйрәтә башланы. Андағы монахтар һәм насара дине руханиҙары тауыш күтәрә һалып, падишахҡа һүҙ еткереп: «Шәһәребеҙгә бер мөбәрәк монах килгән, динебеҙҙең асылына өйрәтәлер. Ул өйрәткән өгөт-нәсихәте бында бер кем дә өйрәтмәйҙер», — тинеләр. Падишаһ әйтте: «Уны минең хозурыма килтерегеҙ, мин дә уны күрәйем», — тине.
Шунда уҡ руханиҙы падишаһ хозурына килтерҙеләр. Падишаһ үҙенсә сәләм бирҙе. Дин әһеле падишаһыға үҙ диненсә күп вәғәз һәм өгөт-нәсихәт һөйләне. Падишаһ бының вәғәздәренән тыңлап, иланы. Был Шәмғун ғәләйһиссәләмде ҡалала булыусы һәм шәһәрҙән уҙып үтеүсе руханиҙәр уны дин башлығы рәйесе итеп һайланылар. Ул Һәрвәс падишағының яҡындарынан булды. Падишаһ менән бергә сиркәүгә барып, ғибәҙәт ҡылды. Был Шәмғун ғәләйһиссәләм былар менән сиркәүгә барып, рәсемгә табынһалар ҙа, ысынлығында Хоҙайға зикер итә ине. Бер көн Шәмғун ғәләйһиссәләм әйтте: «Әй падишаһ, Ғайса ғәләйһиссәләм илселәренән ике әҙәмде, һине башҡа дингә өндәгәндәре өсөн, зинданға япҡаның икән. Уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмағанһың икән тип ишеттем», — тине. Падишаһ: «Ул заманда асыуҙан һәм ғәйрәттән уларҙың һүҙҙәрен ишетмәнек, дәлилдәрҙе һорамайса зинданға бикләнем. Ул көндән алып бөгөнгө көнгә тиклем булған шул хәл хәтеремдән сыҡҡан да инде», — тип яуап ҡайтарҙы. Шәмғун ғәләйһиссәләм әйтте: «Әй падишаһ, кәңәшем шул һиңә, ул ике әҙәмде бында саҡырып һәм уларҙың әйтәһе һүҙҙәрен иғтибар менән тыңлап ҡараһаҡ яҡшы булмаҫ микән?» Падишаһ әмере менән ул ике илсене азат иттеләр.
Шәмғун уларҙы күргәс уларға: «Һеҙҙе был ерҙәргә кем ебәрҙе?» — тип һорау бирҙе. Былар: «Һәр нәмәне Аллаһ Тәғәлә яратты, ул беҙҙе юҡтан бар итте. Шулай уҡ уның һис бер мәжүсилеге, өҫтөндә тороусыһы юҡ. Беҙҙе бында Аллаһ Тәғәлә ебәрҙе», — тинеләр. Шәмғун әйтте: «Аллаһ Тәғәлә хаҡында киң аңлатма биреүселәр, һүҙҙәрегеҙҙе ҡыҫҡа тотығыҙ, падишаһты йонсотоу булмаһын».
Рәсүлдәр әйттеләр: «Аллаһ Тәғәлә шулдыр, нимә теләһә шуны ҡылыусы һәм нимә теләһә шуны биреүселер». Шәмғун ғәләйһиссәләм уларҙан: «Аллаһ Тәғәләнең берлегенә, барлығына һәм ҡөҙрәтенә миҫалығыҙ бармы һуң?» — тип һораны.
Улар уға яуап итеп: «Падишаһ ниндәй мөхжизә ҡылырға һораһа ла, Аллаһы Тәғәләнең әмере менән ул мөғжизәне ҡылырбыҙ», — тинеләр. Шул ваҡыт падишаһ бер әҙәмде килтертте. Ул әҙәм тома һуҡыр, ике күҙе урынында ла күҙ әҫәре юҡ ине. Былар ул әҙәмден ике күҙ урынын яланылар. Ике балсыҡ киҫәге алып, йомарлап күҙ урынына ҡуйҙылар. Шунан һуң, ошо ике рәсүл доға ҡылдылар. Шәмғун ғәләйһиссәләм йәшерен генә «Әмин», тине. Ул ике киҫәк балсыҡ әҙәмдең ике күҙ ҡабағы булды. Телдәре менән ялаған урындарында күҙҙәренә нур иңде, күҙҙәре асылды. Падишаһ мөғжизалары күреп хайран ҡалды. Шәмғун ғәләйһиссәләм әйтте: «Йә падишаһ, хайран булдыңмы? Беҙ ҙә доға ҡылынған заттарыбыҙҙан күҙһеҙҙе күҙле итеүҙе һорайыҡ, беҙ ҙә был ғәмәлдәрҙе ҡылып ҡарайыҡ», — тине. Падишаһтың бойороғо менән йәнә бер тома һуҡыр әҙәмде китерҙеләр. Шәмғун уға падишаһтың әмере буйынса күңеленән Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенә таянып, доға ҡылды. Ул һуҡыр күҙле булды. Шәмғун әйтте: «Әй пәйғәмбәрҙәр, һеҙҙең динегеҙҙең фаҙыйләте (өҫтөнлөгө) ошо булһа, динегеҙ беҙҙең динебеҙҙән артығыраҡмы?» — тине. Рәсүлдәр оялып, баштарын түбән эйҙеләр. Падишаһ ла ғәйрәтенән һүрелде. Егеттәр әйттеләр: «Беҙ Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән, үлектәрҙе лә терелтә алабыҙ». Шәмғун ғәләйһиссәләм падишаһҡа: «Әгәр былар мәйеттәрҙе терелтә алырҙыҡ булһалар, беҙҙең аллаларыбыҙҙың ҡөҙрәте быға етерме икән?» — тине. Падишаһ яуап биреп: «Һинән бер ни ҙә йәшерен түгелдер, һин үҙең дә беләһең бит, беҙҙең боттарыбыҙ ишетмәйҙәр ҙә, күрмәйҙәр ҙә. Нисек итеп улар үлектәрҙе терелтә алһындар инде?» — тине һәм үҙенә өҫтәп әйтте: — «Йә илселәр, әгәр һеҙҙең Аллаһығыҙҙың үлектәрҙе терелтергә хәленән килһә, мин һеҙ табынған затҡа иман килтерермен», — тигәндән һуң, илселәр әйттеләр: «Күреп тороғоҙ, Аллаһы Тәғәлә рәхмәте менән мәйеткә доға ҡылып, терелтербеҙ», — тинеләр.
Падишаһ әйтте: «Бында бер күршемдә, ете көн бер әҙәмдең улын атаһы өйҙә булмау сәбәпле күммәй һалып ҡуйғандар». Ул мәйетте килтерҙеләр, ул һаһыған ине. Илселәр ҡысҡырып доға уҡынылар. Шәмғун ғәләйһиссәләм йәшерен генә «Әмин», тине. Мәйет терелде, тороп ултырҙы ла әйтте: «И падишаһ, белегеҙ һәм аҡыл да, аңлы булығыҙ, минең үлгәнемә ете көндер. Мине ботҡа табынғаным өсөн ете ут йылғаһында ғазапланылар. Шул арала миңә ете күк ишеге асылды, өс егет килеп мине ут йылғаһынан сығарҙылар». Падишаһ әйтте: «Ул өс егет кеше кемдәр һуң?» Егет әйтте: «Быларҙың икеһе илселәр һәм береһе һинең эргәңдә тороусы монах рәүешендәге Шәмғүндер. Эй падишаһ, аңла, ул һеҙ тотҡан динегеҙ яраҡһыҙ диндер, был өс кеше Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәрҙәрелер». Шунан һуң хәҙрәти Шәмғун ғәләйһиссәләм хәлде аңлатып, ни өсөн килгәндәрен падишаһҡа һөйләп бирҙе. Падишаһ әйтте: «Минең донъянымда (ғәиләмдә) бер ҡыҙ балам бар ине, унан башҡа балам булманы, ҡыҙымдың үлгәненә өс йылдыр, әгәр ҡыҙымды терелтә алһағыҙ, мин мосолман булырмын». Был ике илсе тороп ике рәкәғәт намаҙ уҡып доға ҡылдылар. Ҡыҙ терелеп: «Әй атам, иман килтер, был өс илсе Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәрҙәре», — тине һәм үҙенең башынан уҙғандарын илселәргә һөйләй башланы. — «Әй илселәр, мин Ғайсаның өммәтенән. Аллаһы Тәғәлә төшөмдә мине иманға килергә димләне. Үлеремә һикһән көн ҡалғас, Аллаһы Тәғәлә мине ожмахҡа индерҙе. Мин был донъяла ҡабаттан йәшәүҙе тейеш тип тапмайым, сөнки был донъяла миңә ғибәҙәт ҡылырға мөмкинлек бирмәҫтәр инде. Һеҙҙән мине тағы ла Аллаһ хозурына ҡайтарыуығыҙҙы һораймын», — тип һүҙен бөтөрҙө. Был ике илсе доға ҡылдылар. Ҡыҙ ҡәберенә ятып үле хәлгә килде. Шунан һуң падишаһ халыҡ бер ни ҡәҙәр халыҡ менән иман килде һәм улар Антакия шәһәре ташлап сыҡтылар.

14. *Бына Беҙ уларға икәүҙе ебәрҙек һәм быларҙы улар ялғансыға сығарҙылар. Һәм Беҙ өсөнсө кеше менән көс бирҙек, һәм улар: «Беҙ, хаҡиҡәттә, һеҙгә рәсүлдәр бит!» — тинеләр*. Ибне Ғаббас раҙыйаллаһу ғәнһүмә: «Муса ғәләйһиссәләм пәйғәмбәрлеге менән Ғайса ғәләйһиссәләм араһында осоро 1900 йыл үткән. Шул арала бәни исраил ҡәүеменән 1000 пәйғәмбәр булып, улар үҙ ҡәүемдәрен өгөтләргә, дөрөҫ юлға саҡырырға ебәрелгән була. Ғайса ғәләйһис-сәләм менән Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ араһында 569-570 йыл үтә. Ғайса ғәләйһиссәләмдән һуң ҡала шул халҡына өс вәкил, илсе ебәрелгән була», — тигән. Бына Беҙ уларға, йәғни Антакия халҡына икәүҙе, йәғни ике илсене, рәсүлде ебәрҙек. Шуға әл-Жәбә'и радыйаллаһү ғәнһе был ике илсенең исемдәрен беҙгә асыҡлап ҡалдырған була: береһе — Яхья, икенсе Юныс (Юхан). Әммә Антакия халҡы был ике илсене ялғансыға сығарҙы. Шул ике илсене ҡеуәтәр өсөн, Аллаһы Тәғәлә, уларға өҫтәп, өсөнсө илсене, исеме Шәмғүн булғанды, ебәрә: уларға өсөнсө пәйғәмбәр ҡушылғас, халыҡ Аллаһы Тәғәләнең хаҡ булыуына ышаныр тип, улар: «Беҙ, хаҡиҡәттә, һеҙгә рәсүлдәр бит!» — тип иғлан итәләр

15. *Тегеләр: «Һеҙ беҙҙең кеүек үк кешеләр булараҡ бер кем дә түгел һәм бер нәмә лә Мәрхәмәтле иңдермәне, һеҙ алдайһығыҙ ғына!» — тинеләр*. Рәсүлдәр килгәс, Антакия халҡы: "Юҡ! Һеҙ беҙҙең кеүек үк кешеләр генә! Һеҙ бер кемдә түгел! Ҡайҙан килеп һеҙ үҙегеҙҙе рәсүлдәр тип әйтәгеҙ? "Аллаһы Тәғәлә Ғайсаға Инжилде иңдермәне. Һеҙгә лә ул вәхи иңдерелмәне, һис бер нәмә индерелмәне, һеҙ алдайһығыҙ ғына! «. Был аят шул хаҡталыр. Антакия йәмәғәттәре боронғо фәлсәфәсәгә ышандылар, сөнки улар ғәләм борондан килә тинеләр. Улар рәсүл һәм пәйғәмбәргә әйттеләр: „Ул Жәбраил г-гә әҙәм заттары менән һөйләшеү тыйыла, сөнки уның аҡыл-фиғеле йәмәғәт аҡылынан күпкә өҫтөндер. Фәрештәләр халҡы шундайҙыр“, — тинеләр. Был өйрәтеүселәр арҡаһында, Антакия йәмәғәттәре Джәбраил ғәләйһиссәләмдең һурәтен төҙөп, табыныр булдылар. Ысынлыҡта бөйөк пәйғәмбәрҙәребеҙ һеҙҙең кеүек әҙәмдәр. Уларҙы ҡәҙер-хөрмәт итмәнеләр. Бар нәмәнән бөйөк Аллаһ Тәғәлә уларға пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе. Һеҙ алдайһығыҙ ғына!» — тине.

16. Улар әйтте: «Беҙҙең һеҙгә, хаҡиҡәттә, рәсүл икәнлегебеҙҙе Раббыбыҙ белә тинеләр. Рәсүлдәр үҙҙәренең кем икәнлектәрен белеп, ғәҙеллек юлында булып, һис тә һуҡырҙарҙы аңғартырға ебәрелгәндәрен белеп: „Беҙҙең һеҙгә пәйғәмбәр икәнлегебеҙҙе, хаҡиҡәттә, Раббыбыҙ белә“, — диделәр. Антакия йәмәғәттәренә яуап биреп илселәр әйттеләр: „Беҙҙең Аллаһыбыҙға бар нәмә лә мәғлүмдер, хаҡиҡәттә беҙ, әй Антакия йәмәғәттәре, белегеҙ, шик-һис шикһеҙ, беҙ Аллаһ Тәғәлә тарафынан һеҙҙе хаҡ дингә өндәү өсөн ебәрелгән илселәребеҙ. Һәр кешегә аңлайышлы һәм раушандыр, Аллаһы Тәғәләнең берлегенә һәм барлығына ышанып, уның юлында ҡатнашып йәшәүҙән ла яҡшыраҡ бер нәмә лә юҡтыр. Ҡиәмәт көнөндә хәжәттәрегеҙ булмаһын тип һеҙгә Аллаһ Тәғәлә пәйгәмбәрҙәр ебәрҙе. Һуңынан Аллаһ Тәғәләнең бер һәм бар икәнен белмәнек, тип әтмәгеҙ, беҙ ҙә Һеҙҙең өсөн Аллаһ Тәғәлә тарафынан илсе булып ебәрелдек“, — тинеләр. Ул илселәр әйткәндәренә өҫтәп: „Ул Антакия жәмәғәттәрен хаҡ дингә өндәнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәбиб Нажар һәм падишаһ менән бер нисә йәмәғәттән ҡалғандары уны ҡабул итмәнеләр. Тегеләре иһә иман килтереп, мосолман булдылар“,— тинеләр.
Ул аятта, әй әҙәмдәр, һеҙ илселәрҙән айырылмағыҙ, уларҙы күрһәгеҙ, улар менән бергә булығыҙ. Улар ҡәҙерле ғилемлекте таратыусы әҙәм заттары. Аллаһ Тәғәләнең илселәренән ғилемлеккә өйрәнегеҙ, Аллаһ Тәғәләнең Инжил китабынан дәрес алығыҙ, тиелә.
Ете йыл буйына Аллаһ Тәғәләнән бер хәбәр ҙә булманы. Сахраларҙа үләндәр үҫмәне, иген мул уңыш бирмәне. Хатта йәшерен аят әйтеүҙә, барыһы ла бер ергә йыйылып ризалыҡ һорауҙар ҙа ярҙам итмәне. Мәкер эйәләре: „Был илселәрҙең яманлыҡтарынан беҙгә аслыҡ килде, шәһәребеҙ ҡороны, беҙ ул илселәрҙе шәһәребеҙ таш менән атып ҡыуып сығарайыҡ“, — тинеләр.

17. *Һәм беҙҙең өҫтөбөҙҙә асыҡ еткереү генә бит*. Улар беркемде лә иманға килегеҙ тип көстәмәнеләрҙә инде. Был рәсүлдәр Антакия халҡына Аллаһ Тәғәләнең хаҡ икәнлегенә бары тик матур өгөт-нәсихәт биреү, өндәү менән генә хәбәр бирә. Улар: „Һәм беҙгә бирелгәнде, йәғни беҙҙең һеҙгә ҡарата булған бурысыбыҙ асыҡ еткереү, йәғни йүнәлеш биреү, аңлатыу, асыҡтан-асыҡ хәлдә һөйләп күрһәтеү генә бит“ — тип әйткәндәр ине.

18. *Былар: „Беҙ һеҙҙе белер өсөн ҡоштар осоуын ҡараныҡ, әгәр һеҙ тыйылмаһағыҙ, беҙ һеҙҙе таш менән бәрербеҙ Һәм беҙҙән һеҙгә үҙәк өҙгөс ғазап ҡағылыр“, тинеләр*. Антакия халҡы, был рәсүлдәрҙең вәғәзләү һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмайса, уларҙан ни көтөргә, уларҙың был килеүе шәһәргә бәлә-ҡаза килеүе килтермәҫме тип, осоп йөрөгән ҡоштарҙын ҡыланышына ҡарап, шул рәүештә юрайҙар: Беҙ һеҙҙе белер өсөн ҡоштар осоуын ҡараныҡ. Беҙ дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ илселәргә бер ҙә яманлыҡ тотмаҫ инек. Тик бына һеҙҙең ырымдарығыҙ, һеҙҙең гонаһларығыҙ күп булғанға, Жәбраил ғәләйһиссәләмдең сүрәтенә табыныу (сәждә) ҡалмауығыҙ сәбәпле беҙҙә аслыҡ булды. Бик күп йәмәғәттәребеҙ йоғошло ауырыу (ваба) арҡаһында донъянан үттеләр. Был аслыҡ һәм үләттәрҙең сәбәбе һеҙҙең гөнаһларығыҙҙан. Яманлыҡтар менән ырымдарығыҙ. Әй илселәр, әгәр һеҙ ысынлап та Аллаһ Тәғәләнең илселәре икән, тимәк һүҙегеҙҙән кире ҡайтығыҙ. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең илселәре икәнсез, тәүбәгә килеп Джәбраил д ғәләйһиссәләмдең һүрәтенә табынығыҙ, һис шикһеҙ шул ваҡытта беҙ һеҙҙе таштар атып шәһәрҙән ҡыумаҫбыҙ, әгәр беҙҙе тыңламаһағыҙ, әй саҡырылмаған ялғансылар, беҙ һеҙҙе язаға һалырбыҙ беҙҙән, булған иҫ киткес күп һәм әсе ғазап менән. Һеҙҙе үлтерербеҙ, яҡшы саҡта шәһәрҙән сығып китегеҙ йәки беҙҙең Аллаһыбыҙға доға ҡылығыҙ»,—тинеләр.

19. Улар: *"Ҡоштарығыҙ үҙегеҙ менән, әллә иҫегеҙгә төшөргәнгәме... Инде, һеҙ исраф (әрәм) ҡылыусы ҡәүем (зат)!* — тип әйттеләр.Рәсүлдәр бер Аллаһ Тәғәләнән генә ҡурҡып: «Ҡоштарығыҙ үҙегеҙ менән, йәғни ҡылған эштәрегеҙ, яуызлығығыҙ һеҙҙең үҙегеҙ өсөндер», — тиҙәр. Беҙ һеҙгә Аллаһ Тәғәләнең барлығын-берлеген иҫегеҙгә төшөргән һайын, һеҙ беҙҙе ҡоштарығыҙ менән ҡурҡытҡан булағыҙ! Ни яҙылған, шул буласаҡ. Шомланыуығыҙ, алданыуығыҙ — һеҙгә ҡаршы буласаҡ әле! Әйткәндәй, һеҙ – исраф (әрәм) ҡылыусы зат!" — тип әйтеү үҙ-үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе юҡҡа ғына сығараһы тигән һүҙ. «Ҡоштарығыҙ үҙегеҙ менән» тип әйтеү — «шомланыуығыҙ үҙегеҙ менән» тип әйтеү. «Шомланыуығыҙ үҙегеҙгә булһын, һеҙҙең шомланыуығыҙ үҙегеҙгә генә зыян килтерер» тигән мәғнәнеһе бирер. Яуызлығығыҙға һәм ырымланыуыҙға үҙегеҙҙең гонаһларығыҙ сәбәбселер. Һеҙҙең йортоғоҙға шуның өсөн бәрәкәт иңмәй, сөнки Аллаһы тип Жәбраил фәрештәгә табыныуығыҙ, һөйләшкәндә бер хәрефте менән икенсеһе менән алыштырыуға тиңдер. Йәғни был йылдарҙың ямғырһыҙ булыуына һеҙҙең гонаһларығыҙ шомлоғо сәбәбелер. Аллаһ Тәғәлә бойороғонан башҡа, ҡан түкмәксе булаһығыҙмы? Беҙҙән алдан Исраил пәйғәмбәрҙе үлтерҙегеҙ бит", — тип яуап бирҙеләр.
Антакия йәмәғәттәре был өс илсене үлтерәбеҙ тип уйлап торғанда, Хәбиб Нажар хәбәр килтерҙе. Был өс илсене Антакия йәмәғәттәре яҡын арала үлтерербеҙ тип ҡалдырҙылар, өсөһөн дә зинданға яптылар. Икенсе көндө иртән иртүк ул илселәрҙе зиндандан сығарып, бик ҡаты ғазаплап, аҫырға тип, тағанға мендерҙеләр.

20. *Һәм ҡаланың ситенән тиҙ генә ашығып бер кеше килде, ул әйтте: "И, ҡәүемем, рәсүлдәргә эйәрегеҙ!*. Риүәйәттәргә ҡарағанда, Антакия ҡалаһының ҡырында урынлашҡан бер тау ҡыуышлығында Хәбиб ибне (улы) Мурри исемле тигән бер кеше Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт итә ине. Ҡатадәһ радыйаллаһү ғәнһе һөйләгәнсә, Хәбиб балта оҫтаһы булған. Антакияға рәсүлдәр килгәнде ишетеп, ул, ашығыс рәүештә улар янына барып, һорау биргән була: «Һеҙ өндәгәнегеҙ өсөн аҡса түләү һорайһығыҙмы?» — тип әйтә. Яуап алғас, ул үҙ ҡәүеменә: «И, ҡәүемем, рәсүлдәргә эйәрегеҙ!» — тип ялбара. Хәбиб Нажжарҙың йүгергәне илселәр өсөн ине. Был илселәрҙең йәне сыҡҡансы уларҙы яҡлап язанан алып ҡалырға теләне. Ул килгәндә илселәрҙе , аҫмағандар ине, тимер ҡыҫҡыстар менән тәндәрен ҡыҫып ғаҙаплайҙар ине. Шуны күреп, Хәбиб Нажар әйтте: « Әй минең ҡәүемем, минең ҡәүемем», — тине. Сөнки ул ҡаланың өс өлөшөнән ике өлөшө Хәбиб Нажжарҙың нәҫел ырыуынан ине. Шуның өсөн, "Әй ҡәүемем, иман килтерергә өйрәнегеҙ, былар Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән илселәрҙер.

21. *Һеҙҙән әжер (хаҡ,бүләк) һорамаусыларға эйәрегеҙсе. Һәм улар — тура юлда тороусылар!*. «Һеҙҙән аҡсалата түләү, түләм һорамаусыларға, йәғни ысын күңелдәренән һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәргә эйәрегеҙ һәм ул рәсүлдәр буш һүҙ һөйләүселәр түгел бит, улар — тура юлда тороусылар!» – тип әйтә Хәбиб Антакия халҡына.

22. *Ни өсөн миңә үҙемде барлыҡҡа килтереүсегә һәм һеҙ Уға кире ҡайтасаҡҡа доға ҡылмаҫҡа?*. Тик Антакия халҡы Хәбибте тыңламай. Хәбиб ибне Мурри иһә: «Ни өсөн миңә үҙемде юҡтан бар итеүсе, барлыҡҡа килтереүсегә һәм Уға һеҙ ҙә, мин дә кире ҡайтасаҡҡа доға ҡылмаҫҡа? Тағы кем Унаң башҡа үҙенә ғибәҙәт ҡылыуға яҡшы һуң?»

23. *Мик үҙемә Унан башҡа илаһтар алырмынмы? Әгәр Мәрхәмәтле миңә зыян килтерергә теләһә, уларҙың шәфәғәте миңә һис бер нәмә бирмәҫ һәм улар мине ҡотҡара алмаҫ*. Йәғни: «Әллә һеҙ „илаһтар“ тип йөрөткән бер-бер артлы башҡа төрлө заттарҙы Хоҙай ҡабул итимме? Аллаһ Тәғәләнән башҡа мин беркемде лә Аллаһ итеп танымайым. Әгәр Аллаһы Тәғәлә миңә зыян килтерергә булһа, ул заттарҙан, нәмәләрҙән мин ни файҙа күрерменме әллә? Әллә улар мине Аллаһы Тәғәләнең асыуынан ҡотҡарырҙармы? Һис бер юҡ!» ул Аллаһ Тәғәләнән башҡа тәңре юҡтыр. Унан башҡа кәм булғандары фәрештәләрҙер. Улар Аллаһының булышсыларылыр. Уйлап ҡарағыҙ әле, әгәр миңә Аллаһ Тәғәлә малыма йә иһә йәнемә бер бәлә килтерһә, ул поттарығыҙ миңә бер нисек тә ярҙам итә алмаҫ. Йәғни минең тарафыма уларҙың ярҙамы тимәҫ, ул поттар минең башыма төшкән бәлә-ҡазаларҙы бөтөрә алмаҫтар, һис бер нимәгә булыша алмаҫтар, ул поттар Аллаһ Тәғәләнең ғазабынан ҡотҡарыусы булмаҫтар.

24. *Ул саҡта мин, хаҡиҡәттә, ысын аҙашыуҙа булыр инем*. Йәғни: «Әгәр шулай эшләһәм, һеҙҙең кеүек Аллаһ Тәғәләнән башҡа төрлө бүтән илаһтар бар тип иҫәпләһәм, мин, хаҡиҡәттә, ысын аҙашыуҙа булыр инем», — тип дауам иткән Хәбиб ибне Мурри радиаллаһү ғәнһе.

25. *Мин һеҙҙең Раббығыҙға иман килтереп инандым, тыңлағыҙ мине*. Был һүҙҙәр менән Хәбиб рәсүлдәрҙең йөҙҙәренә ҡарай. «Мин һеҙҙең Раббығыҙға, йәғни һеҙгә өс рәсүлде ебәреүсе Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп инандым, тыңлағыҙ мине, йәғни әйткәнемә шаһит булығыҙ!». Һеҙҙең Аллаһығыҙға, шулай уҡ пәйғәмбәрҙәр булыуығыҙга инандым, лә иләһә илләллаһ" тигәнемде һеҙ ҙә ишетегеҙ. Аллаһы Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә мине мөьминдәрҙән әйләһен".
Антакия йәмәғәте Хәбиб Нажжарҙың был һүҙҙәрен ишетеүгә, уға асыу менән ябыштылар. Тотып элек аяҡтарын бығауланылар, унан һуң таш менән бәреп үлтерҙеләр. Үлгәндән һуң аяҡ аҫтына һалып тапанылар. Ул Хәбиб Нажар, тәненән йәне сыҡҡансы, ҡәүеменә доға ҡылып торҙо. Уны хатта шул ҡәҙәре тапанылар ни, эсәктәре урынынан сыҡты. Илтеп ҡала ҡалаһының бер бағанаһына аҫтылар. «Кис менән теге Хәбиб Наждарҙы аҫҡан урынынан төшөрөп утта яндырып, көлөн йылғаға — һыуға ташларбыҙ», — тинеләр, уны илселәр килеп терелтмәһен өсөн ҡарауылсылар ҡуйҙылар. Төндә Аллаһ Тәғәлә бер фәрештә ебәреп: «Бар, Ҡолым Хәбиб Нажжарҙың тәнен алып, ожмахҡа индереп ҡуй. Мин уға ожмах ниғмәттәренән ауыҙ иттерермен»,—тине.
Ул фәрештә Хәбиб Нажжарҙың тәнен ожмахҡа алып барҙы. Ҡарауылсылар Хәбиб Нажжарҙың тәнен фәрештә алып киткәнен тойманылар. Икенсе көндө Антакия йәмәғәттәре, Хәбиб Наждарҙы яндырып, көлөн йылғаға ташларға, тип килеп ҡараһалар, Хәбиб Наждарҙы аҫылған урында тапманылар. Ҡарауылсыларҙы асыу менән зинданға биктәнеләр. «Һеҙ илселәрҙән аҡса алып уны ебәргәнегеҙ, ә илселәр уны терелтеп ҡасырған», — тинеләр. Аллаһ Тәғәлә Хәбиб Наждарҙы ожмахҡа индереп, ожмах ниғмәттәренән ауыҙ иттерҙе. Пәйғәмбәренә хәбәр биреп аят иңдерҙе.

26. *Уға: «Ин ожмахҡа!» — тип әйтелде. Ул әйтте: "Аһ, әгәр минең ҡәүемем белһә ине*. Хәбиб Нажжарға өр-яңынан йән инде. Күҙен асып ҡараһа, үҙен бер ғәжәйеп матур ерҙә күрҙе. Шишмәләр ағыуын, ҡоштарҙың төрлө-төрлө ауаздар биреп һайрауҙарын, хур ҡыҙҙарының әле алдына, алда әле ҡаршыһына сығып, нимә һәм ниндәйең эсәһең, ниндәйең ашайһың һәм ҡайһы арғымаҡҡа менәһең, тип һорап тороуҙарын күреп, ғәжәпкә ҡалды. «Был ниндәй матур, гүзәл донъя, көндөҙөн генә кәферҙәр ҡулында инем», — тине. Аллаһ Тәғәлән тарафынан яуап килде: «Был йәннәт тигәнебеҙ, пәйғәмбәребеҙгә иман килтергәнең өсөн һине шәһид ҡылып, ошо гүзәллектән һиңа лә өлөш сығарҙыҡ.

27. *Ни өсөн Раббым, мине ғәфү итеп, үҙемде хөрмәтлеләр араһында булдырғанды*. Ни өсөн Раббым, мине ғәфү итеп, йәғни гонаһтарынан паклап, хөрмәтлеләр араһынан, йәғни йәннәт халҡы араһында булдырҙы? Тик Антикиялар ул бәхеттән мәхрүм булдылар, Ибне Ғәсәҡир радыйаллаһү ғәнһе: „Өс бәндәнең Аллаһ Тәғәләгә ҡарата көфөрлек ҡылғаны булманы: Хәбиб әл-Мурри, Ғәли ибне Әбү Талиб, боронғо фирғәүен ҡатыны Асия...“ — тигән. Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһиссәлләм Хәбиб ән-Нәджәрҙе (балта оҫтаһын) сыйддик, йәғни туп-тура, дөрөҫ хаҡлы тип атаған... Әй кешеләр, минең ҡәүемем, Антакия йәмәғәттәре белһәләр ине. Минең Раббым потҡа табынған гонаһларымды ярлыҡаны, ғәфү итеп Алллаһ Тәғәлә мине ҡылды хөрмәтле бәндәләрҙән. Улар ҙа ышаныс килтерһәләр, минең кеүек Ислам дине юлында һис шикһеҙ дәрәжәгә ирешерҙәр, быға ҡәҙәр ошо юлдан бармауҙарына үкенерҙәр ине».
Риүәйәттәрҙә килә, Хәбиб Нажар ожмахты дөйөм күргәндән һуң, Аллаһ Тәғәлә уның йәнен тәненән алды. Ул әле лә ожмахтағы бер тәхеттең өҫтөндә яталыр. Ҡиәмәт көнө еткәс, Алла Тәғәлә барлыҡ гонаһы булмаған бәндәләрҙе терелтеп, сират күперҙәре аша үткәреп, ожмахҡа индерер. Ожмахҡа кергәс, Хәбиб Нажар ла улар менән бергә күңел асып йөрөр. Ә Антакия ҡалаһында ҡарауылсыларҙы зиндандан сығарҙылар. Уларҙы ла, илселәрҙе лә ҡаты ғазапланылар. «Хәбиб Наждарҙы терелтеп, ҡайҙа инде йәшерҙегеҙ?» — тинеләр.
Риүәйәттә килә, шул ваҡыт ҡарауылсыларҙың егерме өсөлә илселәргә иман килтергәндәр, был егерме өс ҡарауылсының баштарын бер юлы киҫкәндәр.

28. *Һәм унан һуң Беҙ уның ҡәүеменә күктән бер ниндәй ғәскәр ебәрмәнек, һәм беҙ ебәрә торғандарҙан да булманыҡ!*. Һәм Беҙ Хәбиб ән-Нәджәрҙән һуң уның ҡәүеменә күктән фәрештәләрҙән тупланған бер төрлө лә ғәскәр ебәрә торған да булманыҡ, йәғни ул ҡәүемде юҡ итер өсөн улар өҫтөнә күктән фәрештәләр ебәреп тораһы булманы.

29. *Бер ҡаты гөрһөлдәү тауышы ғына булды һәм бына улар тынып һүнделәр*. Джәбраил фәрештәнең бер ҡаты үкереүгә оҡшаш тауышы ғына ла булды һәм бына рәсүлдәрҙе ялғансыға сығарыусылар ҡәүеме ул тауыштан тынып һүнделәр, йәғни һәләк булдылар! Риүәйәттә килә, Джәбраил фәрештә ҡаланың ике тарафына ике ҡулын ҡуйып, ҡысҡырҙы, Джәбраил ҡысҡырған заманда Антакия йәмәғәттәре барыһы шунда уҡ йән бирҙеләр. Ел-дауыл сығып, үләндәрҙе, ағастарҙы юҡ итә.

30. *И, ҡолдарға — хәсрәт! Пәйғәмбәр килде иһә, улар уны мыҫҡыл итеп көлдөләр генә*. И, ҡолдарға — хәсрәт (зар) тип әйтеү — ҡолдарға Ҡиәмәт көнөнә тиклем үкенес булһын тип әйтеүҙер. Яндарына пәйғәмбәрҙәр килгән һайын, әҙәм балалары уны мыҫҡыл иттеләр һәм унан көлдөләр. Донъяла һәм ахирәттә ниндәй үкенестәр, ул кәфер һәм ҡолдар хозурына, Аллаһы Тәғәләнең илселәренән, йәғни пәйғәмбәрҙәренән, улар кәферләнеп тәкәбберҙәр булдылар. Ул пәйғәмбәрҙәрҙән көлөп, уларҙы мыҫҡыл иттеләр.
Әй Мөхәммәд, Мәккәнен боронғо ҡәүеме пәйғәмбәрҙәрҙе мыҫҡыл ҡылған кеүек, һине лә мыҫҡыл иттеләр. Нәмрүд (боронғо Бабил хакимдарҙарынын береһенең исеме) ҡәүеме Ибраһим пәйғәмбәрҙе мыҫҡыл ҡылып утка атты. Нух ҡәүеме хәҙрәти Нухты мыҫҡыл иттеләр. Шулай уҡ Ғәд ҡәүеме Һуд пәйғәмбәрҙе мыҫҡыл ҡылған кеүек, донъялыҡта алданыраҡ килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә мыҫҡыл иттеләр. Шул сәбәпле, ул ҡәүемдәр теге донъя ғазаптарын күрергә дусар булдылар. Донъяла ул Ибраһимдың дошманы Нәмрүд ҡәүемен себендәр менән һәләк иттек. Нух пәйғәмбәрҙең дошман ҡәүемен туфан һыуы менән, Һуд ҡәүемен ел менән һәләк иттек. Уларҙың нисек һәләк булыуҙарынан Мәккә әһелдәре беләләр инеләр. Был хаҡта ата-бабаларынан ишетеп белеүҙәренә ҡарамаҫтан, һине мыҫҡыл иттеләр.

31. *Беҙҙең уларға тиклем күпме быуындарҙы һәләк иткәнебеҙҙе күрмәнеләрме әле? Һәм дә ул кешеләрҙең былар янына кире ҡайта алмаясаҡтарын?*. Уларға тиклем булған Ғәд, Сәмуд һ. б. күп төрлө ҡәүемдәрҙе Аллаһ Тәғәлә һәләк иткән ине. Һәләк ителгән ул халыҡтар бына хәҙерге ваҡытта пәйғәмбәрҙәрҙе мыҫҡыл итеүселәр эргәһенә ҡайтып, нимәгә осрағандарын ла әйтә алмайҙар.

32. *Һәм, әлбиттә, улар барыһы да Беҙҙең ҡаршыбыҙҙа йыйылып ҡуйылырҙар*. Бына улар барыһы ла — Ғәд, Сәмуд, башҡа төрлө гөнаһҡа батҡан халыҡтар. Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә алдында яуап биреү маҡсаты менән йыйыласаҡтар.

33. *Һәм уларға аят булараҡ — үле ер. Беҙ уны терелтек һәм унан игендәр сығарҙыҡ, һәм һеҙ уларҙы ашайһығыҙ!*. Әҙәм балалары һәйләгәнгә ҡолаҡ һалмаһалар, ҡороған, кибеп, ярылып бөткән ергә күҙ һалһындар, ғибәрәтләнеп ҡараһындар. Аллаһ Тәғәлә Беҙ уны терелтек, йәғни ямғыр яуҙырып ергә йәшәү көсө бирҙек, тип әйт. Һәм унан игендәр сығарҙыҡ, йәғни ерҙәге орлоҡтар шытып, ер аҫтынан үлән-игендәр ҡалҡып сығалар. Шул үләндәр, йәшелсәләр әҙәм балалары өсөн ризыҡ булалар

34. *Һәм Беҙ был ерҙә хөрмә һәм йөҙөм баҡсалары булдырҙыҡ һәм унда шишмәләрҙе лә ағыҙып сығарҙыҡ*. Ер йөҙө баҡсалар менән тулған. Ул баҡсаларҙа емеш, йөҙөм, алма, сейә, ҡурай еләге еләге, әфлисун-лимон ағастары ла, беҙ исемдәрен белмәгән үҫемлектәр ҙә бар. Ул баҡсалар, ҡыуаҡтар, урмандар әҙәм балаларына ризыҡ та, йәшелектә, күҙ рәхәте, дауа, шифа ла биреп торалар. Ер эсенән шишмәләр бәреп сығалар. уларҙың барыһын да бары тик Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килде, йә ул ҡолдар, был ниғмәттәр Аллаһ Тәғәләнән, тип шөкөр ҡылмаҫтармы?

35. *Улар баҡсаларҙың емештәрен ашаһын өсөн һәм ҡулдары ҡылған нәмәләрҙе лә. Шөкрана булмаҫтармы улар?*. Ул баҡсаларҙы Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларына еләк-емештәренән туҡланһын тип булдырған. Баҡсалар тигәне — һәр файҙалы емеш-еләк менән тулы ҡыуаҡ та, урман да — тәбиғи баҡсаларҙыр. Әммә ҡулдары менән ҡылған нәмәләр тигәне кеше балаһының үҙ ҡулы менән сәскән, үҫтергән, йыйып алған, артыҡ булған өлөшөн һатыуға тотҡандарҙы аңлатыр. Әҙәм балаһы шуны күрмәҫме? Шуға шөкөр булырға хәленән килмәҫме? Аллаһ Тәғәләгә ҡарата шөкөрлө булыу — доға ҡылыуҙыр

36. *Ер үҫтергән нәмәләрҙән дә һәм уларҙың үҙҙәрен дә, һәм улар белмәгәндәрҙән дә ,һәр береһен ишләп барлыҡҡа килтереүсегә дан!*. Аллаһ Тәғәлә ерҙә үҫтергән нәмәләрҙе лә һәм уларҙың үҙҙәрен дә, йәғни әҙәм балаларын да әйтеү һәм улар, йәғни әҙәм улдары белмәгәндәрҙән дә һәр береһен ишләп, йәғни парлы барлыҡҡа, тормош хәленә килтергән, яратҡан. Үҙен тәсбих менән маҡтап, Аллаһ Тәғәлә беҙгә Үҙенә ҡарата ғәмәл — ғибәҙәт ҡылыуҙы тейеш тип күрһәтә.

37. *Һәм уларға аят — төндөр. Беҙ унан көндө айырып алабыҙ, һәм бына улар ҡараңғылыҡта*. Үҙенең ҡөҙрәтен күрһәтеп, ғаҡыл эйәләренә лә, уйлай белмәгән әҙәм балаларына ла Үҙенең барлығын күрһәтеп, Аллаһ Тәғәлә ҡайһы бер оло мөғжизәләренә күҙ һалырға ҡуша: шул аяттарҙың береһе төндөр. Ер әйләнеп тора, ерҙең бер өлөшөндә төн булғанда, икенсе өлөшөндә — көндер. Аллаһ Тәғәлә: Беҙ унан, йәғни төндән көндө айырып алабыҙ, йәғни төндән көндө сығарабыҙ. Көн ваҡыты үтеп китте, бына улар, йәғни әҙәм балалары, төнгө ҡараңғылыҡта тормоштарын тағы ла дауам итәләр..." — тип әйтә.

38. *Ҡояш иһә үҙе өсөн билдәләнгән урынға тиклем ауышып бара. Был — ғиззәт эйәһе һәм белеүсенең тәҡдирелер!*. Ҡояш иһә үҙе өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан билдәләнгән урынға, йәғни, ғилми тел менән әйткәндә, тейешле ваҡыт циклына тиклем ағылып йәки йөҙөп бара. Боронғо мүфәссирҙәр был аятты ике төрлө аңлатҡан булалар. Билдәләнгән урын тигәнде мүфәссирҙәрҙең бер өлөшө Аллаһ Тәғәләнең ғәрше-ғазыйм аҫтылар тип аңлатыуҙы яҡлаһа, икенсе берәүҙәре уны Ҡиәмәт көнө тип аңлағандар. Һәрхәлдә, быныһын Аллаһ Тәғәлә бер Үҙе генә белеүсе! Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә был мөғжизәне ғиззәт эйәһе һәм белеүсе Аллаһы Тәғәләнең тәҡдирелер тип иғлан итә.

39. *Һәм Беҙ айҙың ла, ул емеш ағасының кипкән ҡоро ботағы кеүек булғансыға тиклем, туҡталыштарын билдәләп сыҡтыҡ*. Аллаһ Тәғәлә, айҙы емеш ағасының ҡоро ботағы менән сағыштырып, уға туҡталыштарҙы билдәләгәнен асыҡлай. 28 көн буйына ай 28 төрлө туҡталышты үтеп, йөҙөп сыға. Шунан һуң, ай 30 көндән тора торған булһа, ике көн буйына күренмәҫ булып тора, әгәр ай 29 көндән тора, ә бер көн генә күҙгә күренмәйсә торор. Шул туҡталыштарҙы үтеп сыҡҡас, яңы ай емеш ағасының ботағына оҡшап китә.

40. *Ҡояшҡа айҙы ҡыуып йөрөргә тейеш түгел һәм төн көндө уҙырға тейеш түгел. Улар һәр береһе күк буйы йөҙә*. Ҡояш — айҙы, ай ҡояшты ҡыуып тота алмаҫ, төн — көндө, көн төнө уҙа алмаҫ. Улар һәр береһе күк йөҙө буйлап йөҙөп йөрөйҙәр. Һәр ҡайныһына үҙенсә Аллаһ Тәғәләгә тиҫбе, хәмед әйтәләр.

41. *Һәм уларға аят — Беҙ аларҙы, хаҡиҡәттә, туған-нәҫелдәрен тейәлгән көймәлә йөрөткәнебеҙ*. Беҙ, йәғни Аллаһ Тәғәлә, әҙәм улдарының туған-нәҫелдәрен, йәғни әбей-бабаларын, һәр төрлө хайуанды ишләп-парлы Нух ғәләйһиссәләм пәйғәмбәрҙең көймәһенә ултыртып, нисә көн буйына дауыл аҫтында йөрөттөк. Был һеҙҙе ғибрәтләндермәҫме?

42. *Һәм Беҙ уларға шуның миҫалында ултырып йөрөй торғанды барлыҡҡа килтерҙек*. Һәм Беҙ уларға, йәғни әҙәм балаларына, шуның миҫалында, йәғни Нух ғәләйһис-сәләм көймәһе шикелле ултырып йөрөй торғанды, йәғни ултырып, атланып менеп йөрөй торған хайуанды ла, хәҙерге заманда ултырып йәки йөҙөп йөрөй торған йөрөтөү сараларын да барлыҡҡа килтерҙек.

43. *Әгәр Беҙ теләһәк, уларҙы һыуға ғарҡ итәрбеҙ. Уларға ярҙамсы ла юҡ, улар ҡотҡарылмаҫта*. Хәҙер Беҙ, йәғни Аллаһ Тәғәлә, теләһә, уларҙы һыуға ғарҡ итәрбеҙ, йәғни батырыр инек. Һис шикһеҙ, уларға Аллаһ Тәғәләнән башҡа ярҙамсы ла юҡ, һәм улар бер нисек тә ҡотҡарылмаҫта.

44. *Беҙҙең рәхмәттәребеҙҙе һәм ваҡытлыса файҙаланыуҙан ғына булһа*. Хәҙер Беҙҙең рәхмәттәребеҙ була икән, улар ҡотолорҙар ла, иминлектә лә булырҙар һәм әжәлдәре еткәнсе ғүмерҙәренең рәхәтен күрерҙәр.

45. *Бына уларға: «Үҙегеҙҙең алдығыҙҙа булғандан һәм үҙегеҙҙән һуң буласаҡтарын ҡурҡығыҙ, бәлки, һеҙ мәрхәмәткә ирешерһегеҙ!» — тип әйтелһә...*. Бына уларға, йәғни Аллаһ Тәғәләнең мөғжизәләренә иҫтәре китмәүселәргә: «Үҙегеҙҙең алдығыҙҙа, йәғни һеҙгә тиклем булғандан һәм үҙегеҙҙән һуң, йәғни һеҙҙән һуң буласаҡтарынан ҡурҡығыҙ», — элек алдан булған халыҡтар ғазапҡа дусар булған шикелле, һеҙ ҙә яҙыҡ ҡылыуҙы дауам итһәгеҙ, насарлыҡтан ҡотола алмаҫһығыҙ тигәнде аңлатыр. Әммә гонаһтарҙан тыйылһағыҙ, ихтимал, мәрхәмәткә, Аллаһ Тәғәлә ғәфү итеүенә ирешерһегеҙ!

46. *Раббыларының аяттарынан ниндәй генә аят килһә лә, улар йөҙ борҙолар*. Ләкин ул наҙандар Раббыларының аяттарынан, киҫәтеүҙәренән ниндәй генә аят, иҫкәртеү, фәһем килһә лә, улар йөҙ борҙолар, инанманылар. Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең һүҙҙәрен ялғанға сығарҙылар. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙәрҙән бер пәйғәмбәр ине. Был Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡырҡ йәшенә еткәнсе бер төрлө лә остаздан һабаҡ алмаған, йәтимлектә үҫкән, уҡыу-яуҙың ни икәнен белмәгән. Был ваҡытта Мәккә ҡәүеме уҡый-яҙа белһә лә, улар араһында, матур итеп һөйләрлек кешеләре юҡ ине. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм пәйғәмбәрлеге менән уларҙан көслө, матур итеп һөйләүҙә һәм башҡа хикмәттәрҙә уларҙан өҫтөн булды. Ғәрәптәр араһында Мөхәммәд ғәләйһиссәләм шикелле уҡымышлы ғалим кеше булманы. Мәккә кәферҙәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ғалимлегенә ышанманылар. Ул аят, тәкбир әйткән ваҡытта йөҙҙәрен йыйырҙылар

47. *Уларға: «Һеҙгә Аллаһ биргән ризыҡтан сарыф итегеҙ!» — тип әйтелһә, кәфер булыусылар иман килтереп инаныусыларға: «Ни өсөн беҙ уларҙы ашатайыҡ, Аллаһ, теләһә, уларҙы Үҙе лә туйҙырыр ине. Һеҙ асыҡтан-асыҡ аҙашыуҙа бит», — тинеләр*. Уларға, йәғни ул да маңлай күҙҙәре менән дөм һуҡырҙарға: «Һеҙгә Аллаһ биргән ризыҡтан, йәғни булған, яҙылған ниғмәттәрегеҙҙе сарыф итегеҙ, йәғни башҡаларға, ярлы булыусыларға өлөш сығарығыҙ, хәйер-саҙаҡа, бирегеҙ тип әйтелһә, кәфер булыусылар иман әһелдәренә: „Ни өсөн беҙ уларҙы ашатайыҡ тип әйтәләр, ни өсөн беҙ уларға хәйер-саҙаҡа бирәйек? Аллаһ Тәғәлә, теләһә, уларҙы Үҙе лә туйҙырыр ине, йәғни ни өсөн уларға өлөш сығарырға? Кәрәк тип тапһа, Аллаһ Тәғәлә Үҙе лә мохтаждарға икмәк-тоҙлоҡ өлөшө сығарыр. Ярлы булыусыларға өлөш сығарыусылар ысынлап та ла асыҡ аҙашыуҙа бит“ — тип әйтерҙәр. Хаҡлыҡта иһә, шулай итеп изгелектән тыйыусылар һәм башҡаларҙы ла тыйыусылар үҙҙәре бик ҙур хата, гонаһ эшләрҙәр. Үҙҙәре һаранланып мохтаждарға ярҙам итмәүселәр гонаһлы булып, башҡаларҙы ла яҡшы-хәйерле эш эшләүҙән тыйыусылар— гонаһ өҫтөнә ғәйеп-гонаһ алыусылар. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә былай тигән:

Аллаһҡа доға ҡылығыҙ! Уға бер нәмәнелә, беркемде ярашлы тотмағыҙ, ата-әсәгеҙгә ҡарата, яҡындарға, йәтимдәргә, меҫкендәргә, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, күршелә булған дуҫыңа, мосафирға, уң ҡулдарығыҙ эйә булғанға изгелек ҡылыу тейеш! Хаҡиҡәттә, Аллаһ тәҡҡәбер (һауалы), маҡтансыҡ булыусыны һөймәҫ, һаран кешеләрҙе һәм кешеләрҙе һаранлыҡҡа өндәүселәрҙе, Аллаһ Үҙ фаҙылынан биргән нәмәләрҙе йәшереүселәрҙе ҙә. Һәм Беҙ ҡафырҙарға хурлыҡлы ғазап әҙерләнек! („Ән-Ниса“, 36 37.)

48. *Һәм улар: „Әгәр һеҙ дөрөҫ әйтә торған булһағыҙ, был вәғәҙә ҡасан була һуң?“ — тиҙәр*. Һәм улар, йәғни шул кәферҙәр: „Әгәр һеҙ дөрөҫ әйтә торған йәки уйлай торған булһағыҙ, был вәғәҙә иткәнегеҙ ҡасан була һуң, ҡасан етер икән?“ — тип ышаныс әһелдәренән көлөүҙе, мәсхәрәләне дауам итәләр. Вәғәҙә тигән һүҙ был аятта Ҡиәмәт көнө, йәғни үлемдән һуң тағы бер ҡат терелеүҙе күҙҙә тоталыр.

49. *Улар талашып торған саҡта үҙҙәренә тейәсәк ҡаты үкереү тауышынан башҡа бер нәмә лә һиҙмәҫтәр*. Ҡийәмәт көнөнөң килеүен һәрваҡыт көтһөндәр, улар Исрафил ғәләйһиссәләм тауышын, сур мөгөҙөнә өрөүен көтһөндәр. Әҙәм балалары, шулар араһында Ҡиәмәт көнөн инҡар итеүселәр ҙә бер-береһе менән талашып, алыу-һатыуҙа бер-береһе менән ҡысҡырышып, тартҡылашып торғанда, ҡаты, ҡот осҡос шау-шыу ҡуптарған торба тауышы ишетелер. Ул тауыштан ерҙәге халыҡ шунда уҡ үләр.

50. *Улар васыяттарын да әйтә алмаҫтар һәм әһелдәре янына кире ҡайта алмаҫтар*. Шунда уҡ кинәт булғанға күрә, уға бер кем дә әҙерләнә лә алмаҫ, пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткәнсә шулай итеп, ризыҡ ашап ултырыусының ҡулындағы аҙығы ауыҙына кереп өлгөрмәҫ, васыяттар әйтелә, яҙыла алмаҫ, бер-кемдең дә эш урынынан йән бирер өсөн өйҙәренә, әһелдәре (туғандары) янына ҡайтырға мөмкинлеге булмаҫ. Сахраларҙан, баҙарҙарҙан, көтөүлектәрҙән — ҡайҙа инде булһалар, шул ерҙән өйҙәренә ҡайтып етә алмаҫтар. Сур тауышын ишеткәндән һуң, ер һәм күк йөҙөндәге барлыҡ йән эйәләре үлерҙәр. Ерҙәр, күктәр һәләк булып ҡырҡ йыл уҙғандан һуң, Аллаһы Тәғәлә Исрафил ғәләйһиссәләмде торғоҙоп, сур мөгөҙөнә йәнә өрөргә бойороҡ бирер.

51. *Сур өрөлөр һәм бына улар, ҡәберҙәренән сығып, Раббыларына ағылырҙар*. Тағы бер ҡат, икенсе ҡат сур, (борғо) өрөлөр. Был юлы улар барыһы ла, ҡәберҙәренән сығып, Раббыларына тиҙ-ашыға иҫәп-хисап тоторға, ғәмәлдәренә тейешлеһен алырға ағылырҙар. Ашыҡмаҫтар ине, фәрештәләр уларҙы иҫәп-хисап еренә ҡыуарҙар. Үлеп яңынан терелеү араһы ҡырҡ йылдыр. Ул ҡырҡ йыл эсендә һис бер кеше ҡәберҙәрендә ғазап күрмәҫтәр. Ҡәберҙәренән ҡупҡандан һуң, көнө буйы ҡояш эҫелеге аҫтында торорҙар, хатта ҡыҙыуға сыҙамайса таштар, ҡомдар баҡыр кеүек ирегәнен күреп хайран булырҙар. Ул ҡәберҙән ҡыуыусылар барыһы да бер урынға йыйылырҙар.

52. *Улар: „Ҡайғы беҙгә! Беҙҙе ятҡан урыныбыҙҙан кем терелтеп сығарҙы? Был — Шәфҡәтлектең вәғәҙә иткәне лә баһа һәм рәсүлдәр дөрөҫөн әйткәндәр икән!“ — тинеләр*. Улар: „Ҡайғы беҙгә! Хәсрәт булды! Беҙҙе ятҡан урындарыбыҙҙан, ҡәберҙәребеҙҙән кем терелтеп сығарҙы?“ — тип әйтерҙәр. Бер урынға йыйылып, башыбыҙға ҡот осҡос көн килде, кем беҙҙе ҡәберебеҙгә ҡубарҙы, йәғни йоҡо йоҡобоҙҙан уятты, тип әйтерҙәр. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә тарафынан фәрештәләр уларға яуап бирерҙәр; йоҡоларығыҙҙан уяныу көнө етте, был шундай көн, Аллаһы Тәғәләнең вәғәҙә биргән көнө килеп етте. Үҙ донъяғыҙҙа Аллаһ Тәғәлә ; пәйҒәмбәрҙәр, китаптар һәм китаптарҙы уҡып белгән ғалимдар аша Ҡиәмәт көнө киләсәген хәбәр иткән ине. Был көн һорау алыу көнөлөр, һеҙгә илселәр, йәғни пәйгәмбәрҙәр, был көндөң киләсәге хаҡтыр, тип һеҙгә әйттеләр. Һеҙ иҫән-һау сағығыҙҙа был көндөң киләсәгенә ышанманығыҙ. Пәйғәмбәрҙәрҙе һәм улар урынына ҡалған ғалимдәрҙе ялғансылар, быны үҙҙәре яҙып, үҙҙәре уҡынылар, тинегеҙ. Ғалимдар үҙҙәренең күңелдәре булһын өсөн генә өгөт-нәсихәт әйтә, тинегеҙ. Ул замандағы кәферҙәр һәм монафиҡтар ғалим-ғөләмәләрҙе ололаманылар, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалманылар»Был терелеү Шәфҡәтле Аллаһ Тәғәләнең вәғәҙә иткәне лә баһа! Рәсүлдәрҙең беҙҙе өгөтләй, киҫәтеп, иҫкәртеп дөрөҫ юлға өндәүҙәре буш булмаған һүҙ икән бит!"

53. *Бер ныҡ ҡына ҡаты тауыш булды һәм бына улар барыһы ла Беҙҙә хазир булып торалар*. Ҡәберҙәрҙән тороп сығарға бер ҡаты тауыш булыу ҙа етте һәм бына әҙәм балаларынын барыһы ла Аллаһ Тәғәлә хозурында тупланырҙар. Ҡиәмәт көнө еткәс, уларҙы бер ергә йыйып алыу өсөн Исрафил ғәләйһиссәләм өсөнсө тапҡыр сур ауазы биргәс, барыһы ла ҡәберҙәренән ҡуптылар, Исрафил ғәләйһиссәләм ауаздарын ишеткәс, ике намаҙ араһы ваҡытында көнсығыштан көнбайышҡа тиклем булыусы бөтә ҡәбер әһелдәре иҫәп-хисап еренә барырҙар. Бөтә ҡәбер әһелдәре, ҡарттары һәм йәштәре, хатта әсә ҡарынында йән кергәндән һуң үлгән сабыйҙарға ҡәҙәр барыһы, беҙҙең алға ҡылған ғәмәлдәре менән килерҙәр.

54. *Һәм бөгөн бер йән эйәһелә бер нәмә менән дә йәберләнмәҫ һәм ҡылғандарығыҙға ҡарап ҡына язағыҙҙа бирелер*. Ҡиәмәт көнө — илаһи ғәҙеллек көнө. Шуға күрә, бер йән эйәһе лә бер нисек тә һәм һис бер нәмә менән дә йәберләнмәҫ, был көндө бөтөн-бәлә, хаҡ-нахаҡҡа урын юҡтыр. Һәм дә баһа ҡылғандарығыҙға ҡарап ҡына бирелер. Шунан һуң ғына изге йәндәрҙе ожмахҡа индерербеҙ, яуыздарын тамуҡ ғазабына хөкөм итәрбеҙ.

55. *Ожмахта булыусылар бөгөн, хаҡиҡәттә, шөғөлдәрендә рәхәтләнәләр*. Ожмахта булыусылар, йәғни йәннәт эйәләре, изге күңелле ышаныс әһелдәре бөгөн, Ҡиәмәт көнөндә, хаҡиҡәттә, шөғөлдәрендә, ниғмәтләнеүҙәрендә рәхәтләнәләр, оло бәхет күреп яталар. Ожмахта ниндәй нәмә теләһәләр шуны ашарҙар, ниндәй нәмә теләһәләр шуны эсерҙәр, йәнәшәләрендә хур ҡыҙҙары йөрөп торор, һәр төрлө ағас күләгәләрендә, тәхеттәрҙә ҡырын ятып күңелдәренә хуш килә торған ҡоштар тауышын тыңларҙар, хур ҡыҙҙарының матур итеп һөйләүҙәрен ишетеп, уларҙың бейеүҙәрен ҡарарҙар, һәр төрлө хуш еҫле емештәрҙән ауыҙ итерҙәр.

56. *Үҙҙәре һәм уларҙың ҡатындары күләгәлә, сәскәләрҙә ҡырын яталар*. Йәннәт эйәләре һәм уларҙың ҡатындары, баҡса ағастарҙың күләгәләрендә сәскәләрҙә, рәхәт яҫтыҡтарында ҡырын яталар. Йәннәт әһелдәре үҙҙәренең хәләл ефеттәре менән хуш еҫле ағастарҙың күләгәләрендә ултырырҙар. «Ожмахта ҡояш юҡ, ни өсөн ҡояштан ҡасып күләгәләрҙе ултырырға кәрәк?» — тип әйтеүселәр ҙә булыр. Беҙ был һорауға ошолай яуап бирербеҙ: Аллаһ Тәғәлә йәннәт йортона төрлө нурҙар менән нурландырыр, бик яғымлы елдәрен иҫтерер. Ағастар төбөндә төрлө-төрлө сәскәләр үҫәр. Шул сәскәләр ел иҫкән һайын тирбәлеп тирә-яҡҡа нур сәсерҙәр. Шул нурҙарҙы күреү өсөн йәннәт әһелдәре күләгәгә инеп ултырырҙар, улар тәхеткә таянып, ҡоштарҙың һайрауҙарын тыңлап, хуш еҫле сәскәләрҙең еҫтәрен иҫнәп, тирә-йүндең матурлығына хозурланырҙар. Бер кеше ултыра торған урындыҡтарына ун кеше ултырһа, шул тиклем ҙурайыр, киңәйер, йәғни бер кеше ултыра торған урындыҡҡа ун кеше лә, йөҙ кеше лә һыясаҡ. Йәки киреһенсә кеше һаны әҙәйгән һайын ул урындыҡ шулай бәләкәсәйә барыр.

57. *Улар өсөн унда — еләк-емеш һәм һораған нәмәләре*. Улар, йәғни йәннәт әһелдәре өсөн унда, йәннәттә, теләгән еләк-емештәр һәм һораған нәмәләр ҙә булыр. Йәннәт әһелдәре теләгән ваҡытта был еләк — емештәргә ҡулдарын ғына һуҙарҙар, һәм еләк — емештәр ауырлығынан аҫылынған ботаҡтар үҙҙәре йәннәт әһеленә табан бөгөлөрҙәр.

58. *Рәхимле Раббыларынан уларға «сәләм!» һүҙелер*. Рәхимлек эйәһе Аллаһы Тәғәләнән йәннәт әһелдәренә фәрештәләр аша сәләм тапшырылыр. Фәрештәләр йәннәттең төрлө ҡапҡаларынан ожмахҡа кереп: «Сабырлығығыҙға күрә сәләм һеҙгә тип әйтерҙәр:
Һиңә Раббыңдан иңдерелгәндәренең дөрөҫ икәнлеген белеүсе һуҡыр кеше кеүекме? Зиһендәре булғандар ғына иҫкә ала бит.
Аллаһҡа биргән вәғәҙәне теүәл үтәүселәр һәм килешеүҙәрен боҙмаусылар.
Һәм Аллаһ тоташтырырға ҡушҡан нәмәне тоташтырыусылар, Раббыларынан ҡурҡыусылар, һәм хисаптың яманынан һаҡланыусылар.
Һәм Раббыларының ризалығына ынтылып сабыр итеүселәр, һәм намаҙға баҫыусылар — Беҙ уларға ризыҡландырған нәмәләрҙе йәшерен һәм асыҡ итеп сарыф итеүселәр, һәм яманлыҡты яҡшылыҡ менән киҫәтеүселәр. Быларға ахыр бүләк итеп — йорт, ожмах баҡсалары. Унда — улар изгелекле булған аталары, ҡатындары һәм балалары һәм инерҙәр. Уларға фәрештәләр һәр ҡапҡаларҙан инә торалар.
Сабыр иткәнегеҙ өсөн һеҙгә сәләм! Ниндәй күркәм йорт бүләге! („Әр-Рәғд“, 19-24.)
Был аяттағы „Сәләм!“ тигән һүҙ йәннәт әһелдәренең бер нимәгә лә мохтаж булмауҙарын, бер ҙә ҡыйынлыҡ күрмәүҙәрен күрһәтер.

59. *Әй, һеҙ, ғонаһлар! Бөгөн һеҙ айырылығыҙ!*.»Әй, һеҙ, гонаһлар! — тип әйтелер гонаһ эйәләренә. — Бөгөн һеҙ бер-берегеҙҙән айырылығыҙ, йәғни мәжүсиҙәр, боттарға табыныусылар бер урынға тупланығыҙ, насаралар, йәһүдиләр, динһеҙҙәр айырым-айырым урынға тупланығыҙ тигән һүҙҙер.

60. *Әй, әҙәм балалары! Мин һеҙгә шайтанға доға ҡылмағыҙ тип ғәһед итмәгән инемени? Ул һеҙҙең асыҡтан-асыҡ дошманығыҙ бит!*. Әй, әҙәм балалары! Мин, һеҙҙең Халиҡығыҙ, шайтанға, Иблискә ғибәҙҙәт ҡылмаҫҡа тип, йәғни уның өндәгәнен ҡолаҡ һалмаҫҡа, вәсвәсәләренә эйәрмәҫкә тип бойороҡ бирмәгән инекме? Ул һеҙҙең асыҡтан-асыҡ дошманығыҙ бит! Дошмандың хәйләһенә бирелеп, уның вәсәсәсенә иғтибар итеп, уның әсире, йәғни йәһәннәм эйәһе булыуығыҙ бар бит!

61. *Һәм Миңә ғибәҙҙәт ҡылығыҙ тип. Был — туранан-тура юл бит*. Мин һеҙгә: «Үҙемә доға ҡылығыҙ», — тип бойороҡ иткән инем. Шул әмерҙәремә ҡолаҡ һалһағыҙ, итәғәт итһәгеҙ, тура юлға баҫҡан булырһығыҙ. Пәйғәмбәрҙәрем аша бойороҡ ебәрмәнемме? Минең барлығымды белегеҙ, Миңә ғибәҙҙәт ҡылығыҙ, Минең пәйғәмбәрҙәремә буйһоноғоҙ, тип бойороҡ бирҙем, Минең рәсүлдәремә эйәреп ғибәҙҙәт ҡылығыҙ, тип әйтеүем — шайтан юлынан эйәреп китмәгеҙ тип әйтеүемә бәрәбәр ине, һеҙҙе донъя һәм әхирәт маҡсаттарығыҙға ирештереүсе туранан-тура юлдыр.

62. *Һәм ул ҡәһәр һуҡҡан иблис һеҙҙең арағыҙҙан күп халыҡтарҙы юлдан яҙҙырҙы. Әллә һеҙ фекер йөрөтөп ҡараманығыҙмы?*. Һәм ул Шайтан мәлғүн һеҙҙең арағыҙҙан һәм һеҙгә тиклем булған күп халыҡтарҙы ла тура юлдан яҙҙырҙы, аҙҙырҙы, һаташтырҙы бит. Әллә һеҙ фекер йөрөтөп, уйланып ҡараманығыҙмы?
63. *Был — һеҙгә вәғәҙә ителгән тамуҡ!*. Был — һеҙгә Үҙемдең тарафынан ебәрелгән пәйгәмбәрҙәр аша киҫәткән йәһәннәмдер! Ул тамуҡ уты һеҙгә вәғәҙә ителгән ине, бөгөн вәғәҙәне татығыҙ инде! Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә кәферҙәрҙе йәһәннәмгә индерер. Йәһәннәмгә кергәндән һуң, ут диңгеҙе уларҙы ҡамап алыр, тәндәрен бешерер" Улар: «Был ниндәй ут диңгеҙе?» — тип әрнеп илап аҡырырҙар. Шулваҡытта Аллаһ Тәғәләнән яуап килер: был күҙегеҙгә күренгән ут йәһәннәм уты лыр, шундай уттыр, һеҙ кәферҙәр булдығыҙ, пәйғәмбәрҙәргә эйәрмәй, гонаһлар ҡылдығыҙ.

64. *Кәферлек ҡылғанығыҙ өсөн бөгөн шунда янығыҙ*. Был йәһәннәм — һеҙҙең донъялыҡта Аллаһ Тәғәләнең барлығын-берлеген инҡар итеүегеҙгә ҡарата язалыр. Шуның өсөн йәһәннәмгә керегеҙ, был көндө, йәһәннәмгә эләгеүегеҙҙе сәбәбе шунда, донъялыҡта ваҡытта кәфер булдығыҙ, дөрөҫ (хаҡ) эштәрҙе ҡылманығыҙ, пәйғәмбәрҙәргә инанманығыҙ

65. *Бөгөн Беҙ уларҙың ауыҙҙарына мөһөр һалдыҡ. Беҙҙең менән уларҙың ҡулдары һөйләшер, алыш-биреш иткәндәренә аяҡтары шаһитлыҡ күрһәтерҙәр*. Бөгөн Беҙ уларҙың, йәғни кәферҙәрҙең ауыҙҙарына мөһөр һалдыҡ, тимәк кәферҙәр, монафиҡтар үҙҙәренең көфөрлөктәрен, икейөҙлөктәрен бер нисектә аҡлай алмаҫтар. Ауыҙҙарында мөһөр булып, кәферҙәрҙең, монафиҡтарҙың аяҡ-ҡулдары, тән ағзалары (күҙҙәре, танау-морондары, ғәүрәттәре, ҡолаҡтары) Аллаһ Тәғәлә алдында яуап тотарҙар, эйәләренен ҡылғанына ҡарата шаһитлыҡ күрһәтерҙәр, эшләгән һәр эштәренә яуап бирерҙәр.

66. *Әгәр теләһәк, Беҙ уларҙың күҙҙәрен ҡаплар инек. Улар ярышып юлда булдылар инде, ләкин нисек күрһендәр улар?*. Әгәр теләһәк, Беҙ уларҙың, йәғни ул кәферҙәрҙең күҙҙәрен ҡаплар инек, йәғни һуҡырайтыр инек, күҙҙәренә шаршау ҡаплап, күреп торғандарын да күрмәҫ итәр инек. Улар, бер-береһе менән ярышып, хаҡһыҙлыҡ, батил юлында булдылар инде, ләкин күҙҙәрендә шаршау булғанға улар, нисек күрһендәр инде? Улар хаҡ менән батилды нисек айырһындар тип әйт? Беҙ тыйған ерҙән, юлдан бармаҫтар ине, ул юлды ҡайҙан күреп йөрөргә кәрәк. Беҙ рәхмәтебеҙ менән, Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр кәферҙәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙы гонаһ ҡылыуҙарына ҡарамайынса күҙҙәренә тимәнек. Улар ихтыярына ҡалдырҙыҡ

67. *Әгәр теләһәк, Беҙ уларҙы урындарында башҡа нәмәгә әйләндерер инек, һәм улар алға ла үтә алмаҫтар ине, кире лә ҡайта алмаҫтар ине!*. Әгәр теләһәк, Беҙ уларҙы урынында, йәғни баҫып торған урынында уҡ башҡа нимәгә, йәғни башҡа берәүҙәрҙе маймылдар менән дуңғыҙҙар әйләндергән кеүек, уларҙы ла әйләндерер инек, һәм улар алға ла үтә алмаҫтар ине, кире ҡайта ла алмаҫтар ине! Ләкин беҙ уларҙың кәфер булыуҙарына, гонаһ ҡылыуҙарын ҡарап, уларҙы ошо донъяла йәшәгәндә язаға тартып, башҡа ҡиәфәттәргә әйләндермәнек, ә бәлки кәферҙәрҙе мөьминдәрҙән айырмайынса, уларҙы ризыҡландырып, уларға көс-ҡеүәт бирҙек. Үҙемдең берлегемде һәм барлығымды белдереп, улар белһендәр өсөн шәриғәт ҡанундарын яһап,китаптар һәм пәйғәмбәрҙәр ебәрҙем. Шулай уҡ китаптарҙы өйрәнеү һәм белеүсе галимдәрҙе ебәрҙем. Гонаһларығыҙҙы ғәфү итеү өсөн тәүбә булдырҙым. Ул тәүбәне һеҙ эшләгән гонаһлы эштәрегеҙҙән тәүбә итәр өсөн ҡылдым. Ғүмерегеҙҙең аҙағы еткәс кенә тәүбә итмәһендәр, тинем. Һеҙгә көс, аҡыл бирҙем. Ғүмерегеҙҙең ахырында булһа ла тәүбәгә килмәүегеҙ өсөн, ҡайһы берҙәрегеҙҙең ғумерен оҙон, ҡайһы берҙәрегеҙҙен ҡыҫҡа ҡылдым. Һеҙгә һабаҡ булһын өсөн шулай эшләнем. Ғүмерегеҙҙең ҡасан бөтәһен белмәҫһегеҙ, шуның өсөн ваҡытында тәүбәгә килегеҙ.

68. *Беҙ кемгә оҙон ғүмер бирәбеҙ, уның ҡиәфәтен дә зәғифләндерәбеҙ бит. Улар фекер йөрөтөп ҡарамайҙармы?*. Беҙ кемгә оҙон ғүмер бирәбеҙ, уның ҡиәфәтен дә зәғифләндерәбеҙ бит, йәғни ҡартайтабыҙ, уларҙың биттәрен йыйырсыҡтар баҫа, сәстәре ағара, тештәре төшә, тәне йомшара, кәүҙәһе кәкрәйә, хәлһеҙлек баҫа, зиһене киттә... Бала аҡылы индереп донъянан үткәрербеҙ, Ҡайһы берәүҙәрен йәш ваҡыттарында уҡ вафат ҡылырбыҙ. Ҡайһы берәүҙәрен бала ваҡыттарында вафат итербеҙ. Шуны күреп, улар фекер йөрөтөп ҡарамайҙармы! Быларҙың һәммәһен уйлап, тиҙ арала тәүбәгә килегеҙ.

69. *Һәм Беҙ уға шиғыр дэ өйрәтмәнек, һәм был уға килешмәй ҙә. Был — фәҡәт иҫкә төшөрөү һәм асыҡ Ҡөръән*. Һәм Беҙ уға, йәғни Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә, шиғыр төҙөү, яҙыу ҙа өйрәтмәнек, ундай һөнәр ҙә бирмәнек һәм был уға ни килешмәй ҙә, сөнки ул — Аллаһ Тәғәләнең дөрөҫ пәйғәмбәре һәм Аллаһ Тәғәлә бойороҡ иткәнде генә үтәй. Был китап — фәҡәт иҫкә төшөрөү, иҫкәртеү, иман әһелдәренә шатлыҡ ирештереүсе хәбәр, кәферҙәр өсөн сәнсеп торған әрнеүле ғазап тураһында киҫәтеүҙер һәм мәғәнәләре менән аңлайышлы булған Ҡөръәндер. Мәгәр уға өйрәткән нәмәбеҙ өгөт-нәсихәттер. Донъялығы хәлде белеп, ахирәттә буласаҡ хәлдәрҙе аңлатыу өсөн ебәрелгән китаптыр, ул Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өйрәткән китап оло дәрәжәләргә эйә, бөтә хөкөмдәрҙе һыйҙырған, бар хөкөмдәргә тулыһынса аңлатма биреү һыйҙырған.

70. *Тере булыусыны өгөтләр өсөн һәм кәферҙәр өҫтөндә хаҡ һүҙ булһын өсөн*. Был Ҡөръән — тере булыусыны, йәғни һау-сәләмәт, үлмәгән кешене өгөт-нәсихәт биреү, өгөт-нәсихәт миҫалдар, киҫәтеүҙәр, шатландырғыс хәбәрҙәр, тәрән аҡыллы хикмәтле һүҙҙәр менән өгөтләр өсөн иңдерелгән Аллаһы Хаҡ Тәғәләнең һүҙе, Ҡәләм — Шәрифелер. Был Ҡөръән кәферҙәр өҫтөндә һүҙ, йәғни вәғәҙә ителгән киҫәтеүҙәрҙең, үҙ-үҙҙәренең мәкер-хәйләләренә батһындар өсөн, уларға вәғәҙә итеп ҡуйылған донъялыҡ хурлығының, ахирәттә йәһәннәмгә барып кереүҙәренең хаҡлығын күрһәтеү өсөн, хаҡ булһын өсөн иңдерелде. Ул Ҡөръән,шуның өсөн иңдерелде, бәндәләргә доньяла булған ваҡыттарында, аҡыл һәм зирәклеккә терәк булып, улар ғаҡыл әһелдәренән булып, әхирәт көндәре тураһында фекерләшһендәр өсөн, Аллаһ Тәғәләне иҫтәренә төшөрөп, ғазабынан ҡурҡһындар өсөн, һәр ваҡыт донъяла булғандарҙан, үткәндәрҙән һабаҡ алыу өсөн иңдерелде, һәр кем һуңғы көндәрендә иҫәп-хисап бирәсәген уйлаһын. Йәне донъяла булһа ла, үлем киләһен онотмаһын, үлгәс күрәһе хөкөмдәре тураһында иҫендә тотһондар, тура юлға керһендәр өсөн иңдерелде.

71. *Әллә күрмәнеләрме, Беҙ Үҙ ҡөҙрәтебеҙ менән юҡтан бар булдырған нәмәләрҙән уларға мал-тыуарҙарҙы бар иттек һәм улар уға хужалыр*. Әллә мөшриктәрҙән булыусы ул әҙәмдәрҙең үҙ күҙҙәре менән күрмәйҙәрме, Беҙ Үҙ ҡөҙрәтебеҙ менән юҡтан бар итеп булдырған нәмәләрҙән уларға файҙаланыр өсөн хайуандарҙы, мал-тыуарҙарҙы бар иттек һәм улар ул мал-тыуарҙарҙы үҙ хәжәттәренә файҙаланыу маҡсаты менән өйрәтәләр, буйһондолар һәм уларға хужа булалар.

72. *Беҙ быларҙы уларға буйһондорҙоҡ: ҡайһыларына атланып йөрөйҙәр, араларынан

улар ашарҙай ҙа бар*. Беҙ был хайуандарҙы уларға буйһондорҙоҡ: улар ҡайһыларына атланып менеп йөрөйҙәр, ҡайһыларын егеп, йөктәр ташытып йөрөтәләр, ул хайуандар араһында улар, йәғни кешеләр иттәрен ашарҙайы ла бар.

73. *Уларҙа кешеләргә файҙа һәм эсемлек бар. Шуға шөкөр итмәҫтәрме?*. Уларҙа, йәғни ул хайуандарҙа башҡа төрлө кешеләргә файҙа, йәғни йөндән, тиреһенән, сәсенән, һөйәк һаҙағынан файҙаланыу һәм уларҙа ла бар эсемлек, йәғни һөт тигән нәмә лә барҙыр. Шуларҙы белеп тә, һәр ҡайныһынан файҙа күреп тә, шөкөр, ҡәнәғәт булмаҫтармы улар?

74.*Һәм улар үҙҙәренә, моғайын, ярҙам булыр тип, Аллаһтан башҡа илаһтарҙы алдылар*. Һәм ул халыҡ үҙҙәренә, моғайын, ярҙам булыр тип, уларға ғибәҙҙәт ҡылыу маҡсаты менән, ысын барлыҡта табыныр өсөн, башҡа илаһтарҙы, йәғни яһалма «илаһи заттарҙы» алла тип уйлап танынылар. Нух ҡәүеме Насыр исемле ботҡа, Мәккә ҡәүеме Ләт һәм Мәнат исемле боттарға табындылар. Мәлих ҡәүеме йондоҙҙарға табыныуҙы яҡшы күрҙе. Ильяска г-м ҡәүеме ҡасырға (ишәк менән ат аралашыуҙан тыуған мал) табынды. Иран һәм Туран йәмәғәттәре хәҙрәти Джәбраил фәрештәгә, берәүҙәр ҡара һыйырға табындылар, ул кәферҙәр боттарға табындылар. Был боттар беҙгә донъяла һәм ахирәттә ярҙам итәр тип уйланылар.

75. *Ярҙам итә алмайҙар уларға, һәм улар быларға әҙер ҡуйылған ғәскәр булырҙар!*. Ләкин ул яһалма нәмәләр уларға ярҙам итә алмайҙар, сөнки уларҙың башҡаларҙы түгел, үҙ-үҙҙәрен лә яҡларҙай көс-ҡеүәттәре, ҡөҙрәттәре юҡ, нисек улар башҡаларға, йәғни уларҙы «илаһ» итеп таныусыларға ярҙам итһендәр тип әйт? Ул кәфер-мөшриктәр ошо поттарға әҙер итеп ҡуйылған ғәскәр, йәғни шым, хәрәкәт ҡылмай торған поттарға шайтан вәсвәсәһе менән эш ҡылырға тороусы булырҙар!

76. *Уларҙың һүҙҙәре һине борсомаһын! Беҙ, хаҡиҡәттә, уларҙың ни йәшергәндәрен дә һәм асыҡтан-асыҡ ҡылғандарын да беләбеҙ*. Йә Мөхәммәд салләллаһү ғаләйһиссәлләм! Уларҙың, йәғни ул кәферҙәрҙең һүҙҙәре, йәғни ялалары, ялғандары, көфөрлөктәре, ширек һүҙҙәре һине борсомаһын! Улар һиңә сихырсы, шағир, им-том итеүсе тиһәләр ҙә, борсолма! Беҙ, хаҡиҡәттә, уларҙың күңелдәрендә булғандарҙы, күңел түрҙәрендә нәмә йәшергәндәрен дә, йә асыҡтан-асыҡ ҡылғандарын да, йәғни йәшермәйсә, асыҡ итеп ҡылғандарын да беләбеҙ.

77. *Әллә кеше Беҙҙең уны тамсынан бар иткәнебеҙҙе күрмәнеме? Һәм инде ул асыҡтан-асыҡ дошманлаша!*. Әллә кеше Беҙҙең уны тамсынан, йәғни атанан сығып әсәгә кергән орлоҡ тамсыһынан бар иткәнебеҙҙе күрмәнеме, йәғни белмәҫме? Һис шикһеҙ, белә. Ләкин ул асыҡтан-асыҡ дошманлаша, үҙ-үҙен Аллаһы Тәғәлә менән бер рәттән ҡуйып, Хоҙай менән ҡарыша, Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы баш күтәрә.

78. *Һәм Беҙгә ул миҫал килтерә һәм үҙенең барлыҡҡа килгәнен онота! Ул: «Тетелеп бөткән һөйәктәрҙе кем терелтһен инде?» — тип әйтә*. Һәм Беҙгә әҙәм балаһы миҫал килтерә, дәлил килтергән була һәм үҙенең нисек, ниндәй шарттарҙа барлыҡҡа килеүен онота! Ул, Аллаһ Тәғәлә менән ҡарышып: «Сереп бөткән һөйәктәрҙе кем терелтһен инде?» — тип әйтә. Динһеҙ Убәйй ибне Хәләф, Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғаләйһиссәлләмдең дошманы, тарҡалған һөйәкте ҡулына алып һәм Мөхәммәд салләллаһү ғаләйһисәлләмгә ҡарап: «Әллә һин, был һөйәк серегәс-тарҡалғас, Аллаһы Тәғәлә уны яңынан терелтер тип уйлайһыңмы?» — тип асыу менән һорай унан. Рәсүлуллаһ салләллаһү ғаләйһиссәлләм: «Эйе, тап шулай! Үҙеңде терелтәсәк тә, утҡа ла индерәсәк!» —тип, Хәләфтең үлгәс тыныс ҡына ятырға булыр, тигән өмөтөн киҫә...

79. *Әйт: "Уларҙы беренсе тапҡыр кем булдырған булһа, шул терелтер! Ул барлыҡҡа күрһәтелгән һәр нәмәне белеүсе!*. « Әйт, йә Мөхәммәд! Уларҙы, йәғни шул һөйәктәрҙе беренсе тапҡыр кем булдырған булһа, йәғни яратыусы итеүсе Аллаһы Тәғәлә, шул уларҙы яңынан терелтер». Ул Аллаһ Тәғәлә Үҙенең ҡөҙрәте менән барлыҡҡа күрһәтелгән һәр нәмәне белеүсе, һәр нәмәне иҫәбенә ҡабул итеүсе! Бер көндө гонаһлы әҙәм усына сереп бөткән кеше һөйәге тотып, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм килеп: «Йә Мөхәммәд, был үлеп һәм сереп бөткән әҙәмде кем терелтһен?» — тип һораны. Шул мәлдә Аллаһ Тәғәлә аят иңдерҙе. Әй Мөхәммәт ғәләйһиссәләм, һин ул бәндәгә әйт, ул һәләк булғандар аҙәмдең һөйәген тергеҙер шул уҡ Аллаһ Тәғәлә, ул һөйәкте терелтер тағы бер мәртәбә, нисек әҙәмдәрҙе ике тамсы һыуҙан яратҡан булһа, Ул Аллаһ Тәғәлә һәр йән эйәһен бар итеүселер, Ул Аллаһ Тәғәлә үҙенең ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килтергән һәр нәмәне белеүселер. Ул гонаһлы кеше әйтте: «Әй Мөхәммәд , был серегән һөйәк Мәккә ерендә тыуған ер әҙәмдең һөйәгелер. Берәүҙең йә ире йә иһә хатынылыр. Әгәр был һөйәкте һинең Аллаң терелтһә, мин уға иман килтерермен». «Был тарҡалып һәм сереп бөткән һөйәкте тергеҙермен», — тип Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ғиббәҙҙәт ҡылды. Икенсе көн был ергә әҙәмдәр йыйылды, барыһы 72 кеше булды. Улар ҙа: «Әгәр был кешене терелтә, беҙ һиңә иман килтерербеҙ, Ләт һәм Мәнәткә (боттарға) табыныуҙан туҡтарбыҙ»,— тинеләр. Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм янына Джәбраил фәрештәне ебәреп бойороҡ итә: «Хәбибемә (яратҡан бәндәмә) хәбәр ит, беҙҙең рәхмәтебеҙ менән ул доға ҡылып, серегән һөйәктән күптән түгел әҙәмде терелтербеҙ». Мөхәммәд ғәләйһиссәләм 72 кешегә ҡарап, сереп бөткән һөйәкте уртаға сығарып ҡуйырға бойороҡ бирҙе. Һөйәкте уртаға сығарып ҡуйҙылар. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡулын был күтәреп доғаны уҡыны: "Әй Аллаһым, Һинең исемең менән доға ҡылам. Һин бөттөн нәмәне яраттың һәм уны өйрәттең. Ошо бәндәңде элекке тере хәленә ҡайтар, әй бөйөклөк һәм изгелек эйәһе. Ул серегән бер һөйәк бер ус кеше һөйәгенә әүерелде һәм ел иҫә башланы. Шул ел кеше һөйәктәрен бергә туплап йыйҙы, һөйәктәр кеше һөлдәһен барлыҡҡа килтерҙеләр. Ҡулдарында ҡул бармаҡтары, аяҡтарында аяҡ бармаҡтары барлыҡҡа килде. Буйы ул әҙәмдең етмеш ике аршын булды. Ул һөйәктәрҙә һеңерҙәр пәйҙа булды. Ҡандары йугереп, тәндәре үҫеп, уға йән кереп, тороп ултырҙы һәм әйтте:
«Әй Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, мин Ғабдуллаһ Исмәғил ғәләйһиссәләм улы инем. Мине 23 йәшемдә кәферҙәр шәһид иттеләр. Атам Исмәғил ғәләйһиссәләм мине Ғәрәфә тауына күмде. Был ҡәһәр һуҡҡан бәндәләр һинең менән һүҙ көрәштереү өсөн минең ҡәберемде асып, һөйәктәремде тартып сығарҙылар. Йә ҡәрҙәшем Мөхәммәд ғәләйһиссәләм , мин һинең өммәтендән, атам Исмәғил ғәләйһиссәләм дә доға ҡылыр ине, уҡыған доғаһын күңелем аша уҙҙырып тыңлай инем. Хатта ошо көндөң килеп еткәнен көтә инем. Шул уй-фекерҙәрем күңел менән йән бирҙем. Атам уҡыған доғаның ҡабул булаһын һиҙеп, тойоп килдем». Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм: «Йә ҡәрҙәшем, Исмәғил ғәләйһиссәләм заманы уҙғанға мең дә һигеҙ йөҙ йыл булды. Мөхәррәм айының унынсы көнөндә һине тергеҙеп өммәтең булдым», — тип әйтеүе булды, йәш кеше тупраҡка әйләнде. Был хәлде күреп торған етмеш ике кешенең туғыҙы иманға килделәр. Ҡалғандары: «Эй Мөхәммәд, был алдан уҡ уйланылған сихыр», — тинеләр.

80. *Ул шулдыр, кем һеҙгә йәшел ағастан ут яһаны һәм һеҙ шунан ут алаһығыҙ!*. Ул, Аллаһы Тәғәлә, шулдыр, кем һеҙгә, йәғни әҙәм балаларына, йәшел ағастан ут яһаны, йәғни башта Аллаһы Тәғәлә ағастарҙы, йәшеллекте үҫтерер, һуңынан, ағас ҡороғас йәки киҫелгәс, утын булғас, утта яндырып, яҡтылыҡ та, йылылыҡ та бирер. Бына шул йәшел ағастан һеҙ ут алаһығыҙ!

81. *Күктәрҙе һәм ерҙе барлыҡҡа килтереүсе шундайҙарҙы уҡ яратырға ҡөҙрәтһеҙме әллә? Әйе, Ул — яратыусы, белеүсе!*. Йәшел ағастан ут сығарыу түгел, Ул күктәрҙе һәм ерҙе барлыҡҡа килтереүсе Аллаһы Тәғәлә шундайҙарҙы уҡ, йәғни борон заманда булған, йәшәгән, һуңынан һәләк булған әҙәм улдарын яңынан яратырға ҡөҙрәтһеҙме әллә? Әлбиттә, юҡ! Аллаһы Тәғәлә яратыусы ла, белеүсе лә! Ул һәр нәмәгә көслө, ҡөҙрәтле!

82. *Хаҡлыҡта, теләгән әйбере булһа, Ул уға: «Бул!» — тип әйтә һәм Уның әмере менән ул була*. Аллаһ Тәғәлә бер-бер артлы нәмә булдырырға, яратырға булһа, әмер генә итә. Уның әмере «Бул!» тип әйтеүе генәлер һәм булырға тейешле нәмә барлыҡҡа киләлер!

83. *Бөтә нәмәләр өҫтөнән падишаһылыҡ ҡөҙрәте булыусыға дан! Һәм һеҙ Уға кире ҡайтарыласаҡһығыҙ!*.Бөтә нәмәләр, йәғни һәр кем, һәр нәмә өҫтөнән падишаһны, хужалыҡ ҡөҙрәтендә булыусы Аллаһы Тәғәләгә дан! Сүбхәналлаһ! Тәсбихтәрҙер! Һәм һеҙ, әҙәм балалары, Уға барығыҙ ҙа кире ҡайтарыласаҡһығыҙ Һәм ҡылғанығыҙға күрә мәңгелек тыныслыҡ йәки мәңгелек яза табасаҡһығыҙ.