Йәмәғәт намаҙы
Фарыз булған намаҙҙарҙы имам менән бер ергә йыйылып, йәмәғәт булып уҡыу сөннәт булған ғәмәлдәрҙән һаналалыр. Мөмкин тиклем фарыз намаҙҙарҙы имам менән йәмәғәт булып уҡырға тырышырға тейеш. Йәмәғәт менән намаҙ уҡыр өсөн ике генә кеше лә етә. Ул ваҡытта береһе имам булып, икенсе ойоп уҡырға тейеш була. Намаҙҙы йәмәғәт менән уҡыу өсөн мәсеткә барып хәҙрәт йә иһә мөьәзингә ойоп уҡыуҙан тыш, йәмәғәт булып өйҙә лә намаҙ уҡырға мөмкин. Ул ваҡытта өй эсендә кем булһа ла берәү имам булып, башҡалары ойоп уҡырҙар. Мәҫәлән: ир кеше имам булып, ә ҡатыны уға ойоп уҡыр. Ҡатын кешегә айырым уҡыһа ла ярай, әммә иренә ойоп уҡыу яҡшыраҡ.
Ошо биш ваҡыт фарыз намаҙҙарҙы өйөңдә уҡыһаң да, мәсеткә барып уҡыһаң да, яңғыҙ ғына уҡыһаң да, бер нисә кеше йыйылып бергәләшеп уҡыһаң да ярайҙыр. Бер нисә кеше йыйылышып уҡыу яңғыҙ ғына уҡыуға ҡарағанда сауаплыраҡтыр. Бер нисә кеше бергәләшеп уҡығанда, бер кеше алда тороп, бүтәндәре тәкбирҙәрҙе, сүрәләрҙе уҡымайынса уның уҡығанын тыңлап ҡына торорға тейештер. Былай йыйылып уҡылған намаҙға «йәмәғәт намаҙы» тиҙәр.
Йәмәғәт намаҙында алда торған кешегә имам тиҙәр. Артта теҙелеп уҡыған кешеләргә «ойоусылар» тиҙәр. Йәмәғәт намаҙында имам: «Сәмиғәл-лаһү лимән хәмидәһ»,— тигәндә, ойоусылар: «Раббәнә ләкел-хәмд»,— тиергә тейештәр. Был, беҙҙеңсә: «Эй Раббым, барлыҡ маҡтау һиңә ҡайталыр»,— тигән һүҙ була.
Намаҙҙы мәсеткә барып йәмәғәт менән уҡыу бигерәк тә сауаплылыр. Пәйғәмбәребеҙ вә сәхәбәләр һәр намаҙҙы шулай мәсеттә йәмәғәт булып уҡый торған булғандар. Пәйғәмбәребеҙ имам булып тора, сәхәбәләр уға ойоп уҡый торған булғандар. Шулай булғас, беҙгә лә пәйғәмбәребеҙ вә сәхәбәләрҙән үрнәк алып, форсат булды ниһә, мәсеткә барып, фарыз намаҙҙарҙы йәмәғәт булып уҡырға тырышырға кәрәк. Шулай итеп ҙур сауап алырға ынтылырға кәрәк.
Фарыз намаҙҙарҙы йәмәғәт менән уҡыу сөннәт-мөәҡҡәдә (ҡалдырылмай торған сөннәт) һанала. Ҡайһы бер ғалимдар уны хатта фарыз-кифәйә тип атайҙар. Ғыйраҡ ғалимдары мосолмандың бер генә тапҡыр булһа ла етди сәбәпһеҙ йәмәғәт намаҙын ҡалдырыуын гөнаһҡа тиңләгәндәр. Хорасан ғалимдары йәмәғәт намаҙын ҡалдырыу ғәҙәткә керһә, гөнаһ була тип һанағандар. Шуға күрә, намаҙҙарҙы ваҡыты менән йәмәғәт менән уҡырға тырышырға кәрәк .
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ир кеше имам булмаған ваҡытта намаҙҙы йәмәғәт менән ҡылыу- мәкрүһ. Әммә, йәмәғәт менән уҡыйҙар икән, имам булып һайланған ҡатын-ҡыҙ беренсе сафтың уртаһында торорға тейеш, алдында түгел, ә рәттең уртаһында.
Дәлил:
Сөннәт. Әбү Сәғид әл-Хөдри (р.ғ.) Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең “Намаҙҙы йәмәғәт менән уҡыу яңғыҙ уҡыуға ҡарағанда егерме биш тапҡыр хәйерлерәк” тигән һүҙҙәрен ишеткән .
Намаҙ ваҡытында имам булыр өсөн иң ҡулай (яраҡлы) кешене билгеләү тәртибе
Йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙа имам булып Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең сөннәтен (йәғни, фиҡыһты) яҡшыраҡ белгән кеше тороуы яҡшыраҡ була. Ләкин ул кеше Ҡөрьән аяттарын намаҙ уҡырлыҡ дәрәжәлә белергә тейеш. Артабан, имам булыу өҫтөнлөгө кешенең Ҡөрьәнде яҡшыраҡ белеүенә, тәҡүәлегенә, йәшенә, әхлағына, ҡиәфәтенә ҡарап бирелә. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ: мәсет имамына үҙ мәсетендә, йорт хужаһына үҙ йортонда имам булыуҙа башҡаларға ҡарағанда өҫтөнлөк бирелә.
Сафтарҙы тигеҙләү
Аллаһ Илсеһенең сөннәте буйынса йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙа иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе — сафтарҙы тигеҙләү (башҡаларға уңайһыҙлыҡ тыуҙырмайынса) һәм тығыҙландырыу. Сафтарҙы тигеҙләү һәм тығыҙландырыу-намаҙ ҡылыусыларҙың иңбаштарын бер-береһенә тигеҙләү тигәнде аңлата. Намаҙ уҡыусының аяҡтары араһында күпме ара ҡалырға тейешлеге тураһында Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең ҡәтғи хәбәре булмағанға, хәнәфи мәҙһәбендәге ғалимдар был осраҡта аяҡ табандары араһында дүрт бармаҡ һыйырлыҡ ара ҡалдырырға кәңәш итәләр .
Дәлил: Сөннәт. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйтте: “Сафтарығыҙҙы тигеҙләгеҙ. Дөрөҫлөктә иһә, намаҙҙың камиллығы сафтарҙың тигеҙлегендәлер”.
Әнәс бин Мәликтең намаҙ ваҡытында бер сәхәбәнең аяҡ табанын икенсе бер сәхәбәнең аяҡ табанына терәтеп ҡуйыуын күреүе был эштең сөннәт икәнен иҫбатламай. Киреһенсә, сәхәбәләр был ғәмәлде яратмағандар һәмм уны ҡылыуҙан тартынғандар. Быға дәлил булып Мәғмәрҙән килгән хәҙис тора : “... әгәр ҙә мин хәҙер был ғәмәлде сәхәбәләрҙең береһенә ҡарата башҡарһам, ул ҡоторған ҡасыр (төлкө) кеүек ситкә һикерер ине” .
Намаҙҙы йәмәғәт менән уҡығанда имамға ойоп уҡыусыларҙы мөҡтәди тиҙәр, ойоп уҡыусы тигән һүҙҙер. Мөҡтәди булып бер генә кеше булһа, имамдың уң яғында, имамдан ярты аршин тиклем арттараҡ тороп уҡыр (бер табан оҙонлоғондай). Әгәр мөҡтәди икәү булһалар, йәки күберәк булһалар, ул саҡта имамдың артында сафланып (рәткә теҙелеп) уҡырҙар. Әбү Йософ фекеренсә, имам артынан ике кеше намаҙ ҡыла икән, был осраҡта береһе уның уң яғына, икенсеһе — һул яғына баҫыуы мөмкин. Имамға ойоп уҡыусы мөҡтәди намаҙҙы ниәтләгәс, ҡулын бағлап ҫәнә уҡыр ҙа әғүҙе, бисмилләһ, сүрә-и Фәтихә менән унан һуң ҡушып уҡый торған сүрәләрҙе уҡымаҫ (тыңлап торор), унан башҡа намаҙҙың бер зекерен лә ҡалдырмайса уҡыр, бары имам сәмиғәллаһү лимән хәмидәһ тигәндә мөҡтәди раббанә ләкәлхәмд тип кенә әйтер. Тәкбирҙәрҙе имамдан элек әйтмәҫ ә имамға эйәреп кенә әйтер. Намаҙҙың башҡа ғәмәлдәрендә һис береһен имамдан элек ҡылмаҫ. Имам булған кеше фарыз намаҙҙарҙа намаҙҙың тәҡбирҙәре һәм тәсбихте һәм дә сәләмдәрҙе ҡысҡырып әйтер. Иртәнге намаҙҙа һәм ахшам намаҙының элгәрге ике рәҡәғәтендә һәмдә йәстү намаҙының элгәрге ике рәкәғәттәрҙә имам булған кеше сүрә-и Фәтихәне лә һәм уға ҡушыла торған сүрәне лә, ҡысҡырып уҡыр. Башҡа фарыз намаҙҙарҙы (өйлә һәм икенде) тауышһыҙ уҡыр. Имамға ойоған кеше намаҙҙың һис бер тәкбирен һәм зекерҙәрен ҡысҡырып уҡымаҫ, бары тик яңғыҙ уҡығанда ғына иртәнге, ахшам, йәстү намаҙҙарында сүрә-и Фәтихә һәм унан һуңғы ҡушыласаҡ сүрәләрҙе ҡысҡырып уҡыһа ла ярай. Әммә тәкбирҙәрҙе яңғыҙ намаҙ уҡыусыға ҡысҡырып әйтергә ярамай. Мәсеттә булһын, башҡа урында булһын, намаҙ уҡырға указный мулла булмағанда башҡаларҙың имам булып уҡыуы ла ярай. Ләкин ул шул саҡта йәмәғәт менән намаҙ уҡырға әҙерләнеүселәр араларында иң белемлеһе имам булып, әгәр ғилемдәре тигеҙ кешеләр күп булһа, шул араһынан Ҡөръәне дөрөҫөрәк уҡый белеүсе имам булыр. Уны тигеҙ уҡыусылар күп булһа, шул араһынан гонаһтан һаҡлана торғаны имам булыр, улары ла тигеҙ булһалар, араларында ҡартырағы имам булыр. Әгәр йәштәре лә тигеҙ кешеләр булһа, араларында күркәм холоҡлолары имам булыр, әгәр улай ҙа мөмкин булмаһа, араларынан матурыраҡ кеше имам булыр.
Бер нәмә белмәгән бик наҙан кеше, фасик кеше, һаҡау кеше, һуҡыр кеше имам була алмайҙар, уларҙың имам булыуҙары мәкруһ була. Балаларға йә иһә ҡатындарға ойоп намаҙ уҡыу дөрөҫ булмай. Әммә балаларҙың һәм ҡатындарҙың ирҙәргә ойоп уҡыуҙары дөрөҫ һәм тейешлелер. Әгәр бер намаҙҙы ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һәм балалар ҙа бергә йыйылып уҡырға тура килһәләр, ул ваҡытта имам артынан ирҙәр сафланыр, улар өсөн балалар, балалар артынан ҡатындар сафланып уҡырҙар. Аралашып ҡатышып сафланып уҡырға ярамай.
Унан һуң сәләмәт кеше ғөзөрле кешегә ойоп уҡыу, өйлә намаҙын ҡаза ҡылыусыға икендене ойоп уҡыу, нәфел намаҙы уҡыусыға ойоп фарыз намаҙҙы уҡыу дөрөҫ түгел. Һәм дә Ҡөръәнде дөрөҫ уҡый белеүсе Ҡөръәнде хата менән уҡыусыға ойоп уҡырға ярамайҙыр. Әммә нәфел намаҙҙары өйлә һәм йәстү намаҙы уҡыусыға ойоп уҡыу, тәһәрәтле кешенең тәйәммүмле кешегә ойоп уҡыуы, дөрөҫ булыр.