Иншаъ Аллаһ (Аллаһ теләһә)

   Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Бәндәләрҙән берәү ауырып китер булһа, уның аһ-зарҙарын тыңлап килеү өсөн Аллаһ үҙенең ике фәрештәһен ебәрер икән, тигән. Әгәр ҙә ауырыу сабырлыҡ күрһәтеп, Аллаһты маҡтау-ололауҙар менән Уның исемен телгә алып ҡына торһа, уның был һүҙҙәрен фәрештәләр Аллаһ хозурына илтеп еткерер. Әлбиттә, быны Аллаһ үҙе лә белеп тора. Фәрештәләрҙе Ул бәндәнең ғәмәлдәренә геүаһ булһын тип кенә ебәрә. Шул ваҡыт Аллаһ әйтер: «Әгәр ҙә был ҡоломдоң йәнен алһам — ул Йәннәт әһеле булырға лайыҡ, сәләмәтлек бирһәм, тәнен элекенән дә яҡшыраҡ тән, ҡанын элеккенән дә яҡшыраҡ ҡан менән алмаштырыу булыр. Ул гонаһтары ярлыҡаныуға лайыҡ», — тиер.

   Аллаһтың һынауҙары менән килгән әрнеүҙәрҙә Уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ әжер-сауаптары ятыуына бер ишара бирә был хәҙис.

   Мәүләнә Джәләлетдин Руми өйрәткән: «Үҙенән ҡурҡа белһендәр, баш бирмәй йөрөмәһендәр тип, Аллаһ бөтә нәмәне белеп тороуы хаҡында бәндәләргә хәбәр бирә. Насар һүҙҙәр әйтергә теләгәндә ирендәр йомолоп ҡалһын, яуызлыҡтар йәшеренеп кенә лә эшләнмәһен, ти.

   Аллаһ теләгәндәр генә бойомға аша, Аллаһтың теләге булмағандарҙы бәндә эшләй алмай. Мосолмандың һәр ғәмәленә «Иншаъ Аллаһ — Аллаһ теләһә! — тигән төшөнсә һалып ҡуйылған. «Аллаһ теләһә» тип ул эшен башлай. «Аллаһ теләһә» тип сәфәр сыға.

   Бер ваҡыт бәҙәүи ғәрәптәрҙән бер төркөм пәйғәмбәребеҙгә килеп, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итә. Кисен йәки төндә был һорауға яуап бирергә ярҙам итерлек аяттар килер әле, тигән өмөт менән пәйғәмбәрбеҙ: «Иртәгә килерһегеҙ, яуап бирермен», — тип уларҙы ҡайтарып ебәрә «Иншаъ Аллаһ» — Аллаһ теләһә, тип әйтергә онота.

   Ғәрәптәргә яуап бирә алмай пәйғәмбәр.
   Байтаҡ көндәр буйы аяттар килмәй тора. Шунан һуң ғына: «Иншаъ Аллаһ» — Аллаһ теләһә, — тип әйтмәй тороп, бер эште лә иртәгәгә ҡалдырма. Аллаһ теләһә, эщләрмен, — тиң. Әгәр ҙә «Иншаъ Аллаһ тип әйтергә онотһаң, иҫеңә төшөү менән уны әйтеп ҡуй», —-тигән аяттар инә.
«Әл-Кәһф» («Мәмерйә эйәләре») сүрәһе, 23—24-се аяттар

   Кешенең ихтыяры, тимәк, Аллаһ теләге менән сикләнгән. Көсө лә камил түгел, теләгәненә һәр ваҡыт өлгәшеп кенә лә тора алмай. Алда әллә ниндәй ҡаршылыҡтар осрау ихтималы бар. Ундай хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн изгеләр ҙә һәр ваҡыт: «Иншаъ Аллаһ!» —тип эшен башлай торған була. Был инде Аллаһтың ихтыяр көсөн таныу була.
Бөтә ҡәрҙәштәре менән бергә атаһы ла килеп еткәс, Йософ та бит уларға:- «Иншаъ Аллаһ! — Аллаға тапшырып, именлек менән Мисырға инегеҙ! — ти. «Йософ» сүрәһе, 99-сы аят

   Хызырға, ғәләйһис-сәләм, әйтте Муса: «Иншаъ Аллаһ!» Минең сабыр кешеләрҙән булыуыма,ышанырһың», — тине. «Әл-Кәһф» («Мәмерйә») сүрәһе, 69-сы аят
Мусаның үҙенә лә Шөғәйеп: «Иншаъ Аллаһ!- Һин минең игелекле кеше булыуымды аңларһың», — тине. «Әл-Касас» («Хикәйә») сүрәһе, 27-се аят

   Бер ваҡыт бер кешегә Имам Садыҡ үҙенең теләктәрен белдереп хат яҙырға ҡуша. Яҙылған хатҡа күҙ йүгертеп сыҡҡас, ул хатта «Иншаъ Аллаһ!» , — тигән һүҙҙәр булмауына иғтибар итә: «Үҙең теләгәндәргә ышанысың бармы? Булһа, ул ҡайҙан килә?» — ти.
                                                                Башҡортостан радиоһының “Иман” программаһы архивынан