Иман
     Иман — ул Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ысын күңелдән ышаныу. Иман шарты шул ышаныуға нигеҙләнә. Тормошонда һәм үлемендә үҙенә мосолман мөғәмәләһендә булыр өсөн кеше, кәлимәи шәһәҙәтте әйтеп, иманлылығын раҫлап торорға тейеш.

     Бөтә ғәләмде һәм ерҙә, күктәрҙә булған нәмәләрҙе юҡтан бар иткән Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, Уның күркәм сифаттарына, унан һуң Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең бәндәләргә Ислам динен өйрәтер өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән хаҡ пәйғәмбәр булыуына Һәм Ҡөрьәндең Аллаһы Тәғәләнән Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә ебәрелгән хаҡ китап булыуына һәм Ислам динендә булған хөкөмдәрҙең барыһын да Аллаһы Тәғәлә тарафынан булып дөрөҫ Һәм хаҡ булыуына иман килтереп, ысын күңелең менән шуларҙы дөрөҫ тип иғтиҡад (ысын күңелдән ышаныу, инаныу) итеү һәр бер кешегә фарыздыр. Шуның өсөн Ислам динендә булам тигән һәр бер кешегә иң элек белергә тейеш булған нәмә — имандыр. Сөнки иманды яҡшы итеп белмәгән кешенең шәриғәт алдында хәле бик ҡурҡыныслы. Мосолман булған кешегә шәриғәт хөкөмдәрен тейешенсә өйрәнеп, Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡан нәмәләренә яҡынлашырға, тыйған нәмәләренән йыраҡлашырға тырышырға тейешле булалыр. Шулай булмаһа, тел менән генә Аллаһы Тәғәләгә һәм Ислам диненең хаҡлығына ышанам тип йөрөү ысын иман булмайынса, үҙеңде үҙең алдап йөрөү генә булалыр.
     Бер кеше ысын күңелдән ышанып теле менән لاَ إِلَهَ إِلاَّ اللَّهُ  مُحَمَّدً رَسُولُهُ (ләә иләәһә илләллааһ мөхәммәд расулуллааһ) тип иман килтерһә, шәриғәт алдында мосолман булалыр, ләкин ул ҡоро мосолман ғына һәм зәғиф иманлы кеше генә булалыр. Уны әйтеү менән кеше мосолман булһа ла ысын, ныҡ иманлы булмайҙыр. Уның өҫтөнә шул иманды һаҡлай торған бик күп нәмәләр белергә һәм шул иманды таҙа итеп нығытырға, күңелгә беркетергә кәрәк булалыр. Әгәр бер кеше ысын, саф иманлы булып хаҡ мосолман булайым тиһә, түбәндәге күрһәтелгәнсә иман килтерергә тейеш булған нәмәләргә яҡшы итеп иман килтерергә һәм шул иманды теле менән иҡърар (ҡарышмай, киреләнмәй әйтеп биреү) итеп, күңел менән тасдыйҡ (дөрөҫлөгөн таныу) ҡылырға кәрәк. Дәхи шул нәмәләрҙе һөйөп, шәриғәт хөкөмдәренең һәр ҡайһыһын ысын күңеле менән дөрөҫ тип иғтиҡад итергә һәм ҡулдан килгән саҡлы шәриғәт хөкөмдәрен өйрәтеп, белгәне менән ысын ихластан ғәмәл ҡылырға тырышырға тейешлелер.
     Бына шулай булғас, беҙгә иң элек иман килтерергә тейеш булған нәмәләргә тырышып-тырмашып бөтә көсөбөҙ менән иман килтерә торғандарҙы белергә өйрәнеү һәм ысын саф иманлы булыу фарыздарҙың иң тәүгеһе һәм иң ҙурылыр.
          Иман иджмәли
     Мосолман булған кешегә Ислам диненең хаҡлығына һәм унда булған һәр бер хөкөмдәргә ышанып, Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм Уның сифаттарына күңел менән ышанғанлыҡты тел менән раҫлап, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан хөкөмдәрҙе ҡабул итеп, ҡыҫҡа ғына иман килтереүгә иман иджмәли тиҙәр.
     Бына иман иджмәлене ғәрәпсә иҡърар ҡылыу шул һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлап уҡыу менән булалыр:
     «Әмәнтү билләһи кәмә һүә биәсмәиһи үә сыфәтиһи үә ҡабилту джәмиға әхкәмиһи мә әмәрани үә мә нәһәни ғәнһу интәһәйтү ғәнһү.»
     Мәғәнәһе: Мөбәрәк исемдәре һәм бөтә сифаттары менән Аллаһы Тәғәләгә иман килтерҙем һәм Аллаһы Тәғәлә берәй нәмә ҡушһа, уны ҡабул иттем, ниндәй нәмәләрҙе тыйһа, унан тыйылдым.
          Иман тәфсыйли
     Аллаһы Тәғәләгә һәм Уның фәрештәләренә дәхи Уның китаптарына һәм Уның рәсүлдәренә, Ахирәт көнөнөң барлығына дәхи тәҡдирҙең яҡшыһына, яманына ла Аллаһы Тәғәләнән булыуына һәм үлгәндән һуң терелеүгә һәр ҡайһыһына айырып иман килтереүгә иман тәфсыйли тиҙәр. Иман тәфсыйли ғәрәпсә итеп әйткәндә бына шулай була:
     «Әмәнтү билләәһи үә мәләәикәтиһии үә күтүбиһии үә русүлиһии үәл-йәүмил-әәхири үә бил-ҡадәри хайриһии үә шәрриһии минә-ллааһи тәғәәләә үәл-бәғҫү бәғдәл-мәүт.»
     Мәғәнәһе: Иман килтерҙем мин Аллаһы Тәғәләгә һәм Уның фәрештәләренә, дәхи Уның китаптарына, дәхи Уның рәсүлдәренә, дәхи ахирәт көнөнә һәм тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһы Тәғәләнән булыуына һәм үлгәндән һуң терелеүгә һәр ҡайһыһына иман килтерҙем, ышандым.
     Бына ошо төрлө нәмәгә иман килтереү ҡарап тороуға әҙ генә, анһат ҡына һымаҡ ҡына булһа ла, уларҙың мәғәнәләрен яҡшылап белеү һәм ул нәмәләргә нисек итеп иман килтерергә икәнен өйрәнеү бик мөбәрәктер.

     Имандың алты шарты бар. Был шарттар «Әәмәнтү билләһи » тигән изге һөйләмдә бәйән ителә.

آمَنْتُ بِاللهِ وَ مَلَئِكَتِهٍ وَ كُتُبِهِ وَ رُسُلِهِ وَ اْليَوْمِ اْلآخِرِ وَ بِالْقَدَرِ خَيْرِهِ وَ شَرِّهِ مِنَ اللهِ تَعَالَى وَ اْلبَعْثُ بَعْدَ اْلمَوْتِ حَقٌّ * 

                                                             اَشْهَدُاَنْ لآ اِلَهَ اِلاَّ اَللهُ  وَ اَشْهَدُ اَنَّ مُحَمَّداً عَبْدُهُ وُ رَسُولُهُ
     Әәмәнтү билләәһи үә мәләәикәтиһии үә күтүбиһии үә русүлиһии үәл-йәүмил-әәхири үә бил-ҡадәри хайриһии үә шәрриһии минә-ллааһи тәғәәләә үәл-бәғҫү бәғдәл мәүти хаҡҡ».
     Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәмммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ.

     Мәғәнәһе: «Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, Ахирәт көнөнә, тәҡдиргә, йәғни яҡшылыҡтың да, яманлыҡтың да Аллаһы Тәғәләнән булыуына инандым, үлгәндән һуң терелеү ҙа хаҡ. Мин шәһәҙәт бирәм: Аллаһы Тәғәләнән башҡа иләһе юҡ, хәҙрәти Мөхәммәд, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, — Уның ҡоло һәм рәсүле».
     Имандың шарттары
     1. Аллаһы Тәғәләгә инаныу;
     2. Аллаһтың фәрештәләренә инаныу;
     3. Аллаһтың китаптарына инаныу;
     4. Аллаһтың пәйғәмбәрҙәренә инаныу;
     5. Ахирәт көнөнә инаныу;
     6. Тәҡдиргә, йәғни яҡшылыҡ һәм яманлыҡ Аллаһы Тәғәләнән булыуына, үлгәндән һуң терелеү ҙә хаҡ икәнлегенә инаныу.
     Әгәр кеше имандың был алты шартынан береһен генә ҡабул итмәһә лә, барыһын да ҡабул итмәгән булып һанала. Мәҫәлән, имандың биш шартын ҡабул итеп, Ахирәткә ышанмаған кеше мосолман булмаҫ.