Иманға теләк
Иманға килеү өсөн теләк кәрәк
Ҡөрьән өйрәтә: «Сәфәрҙәрҙә йөрөп ҡарағыҙ. Аллаһ хөкөмдәрен кире ҡаҡҡандар менән нимә булып бөткәнен дә күрмәй ҡалмаҫһығыҙ», — ти
Ән-Нәхл (Бал ҡорттары) сүрәһе, 36 –сы аят
Бәндә ул – Ерҙең үҙе кеүек: яҡтылыҡты ҡояштан ала, ҡараңғылыҡ — уның үҙ шәүләһе. Бер кешене лә Аллаһ аҙашыу юлына төшөргә мәжбүр итмәй, аҙашыу юлын ул үҙе таба. Аллаһ беҙҙе тура юлдан алып бара, юлдан тайып төшкәндәр — үҙебеҙ.
Тағы ла өйрәтә Ҡөрьән: «Һәр халыҡҡа Беҙ шәриғәт хөкөмдәренең айырым тәртибен эшләп бирҙек. Был хөкөмдәрҙе улар үтәп тора, һәр кем үҙ динен тота. Шуға ла башҡа диндәге кешеләр Ислам хаҡында һинең менән тартышмаһындар. Уны Аллаһ ихтыярына ҡалдырһындар», — ти.
Әл-Хаджж (Хаж) сүрәһе, 67 – се аят
Иманға килеү — үҙеңдә күркәм холоҡ тәрбиәләү. Ғибәҙәт һәм ғәҙәт бәндәләргә файҙаға ғына булған өсөн дә кешегә уны үҙ ирке менән һайлау хоҡуғы ла бирелгән, дингә бер кемде лә көсләп индереп, булмай. Иман ул — тормоштоң үҙе. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр, үҙебеҙ йәшәгән мөхиттең тәртип ҡыҫаларында була алыуы, ғүмер итеүҙең мәғәнәһе хаҡында уйлана белеүҙәр аша килә. Килгән сағында ла кеше күңеле иманды ҡабул итер өсөн әҙер, асыҡ булырға тейеш. Улай булмаһа юлдың бәләләр өсөн асылып ҡуйыуы бар.
Ҡөрьән өйрәтә: «Әгәр ҙә инде Аллаһ һине бәләләргә юлыҡтырһа, был бәләнән һине Аллаһтың үҙенән башҡа бер кем дә ҡотҡара алмаҫ. Үҙе теләһә Ул һиңә рәхмәт-бәрәкәттәрен бирер, Ул биргән рәхмәт- бәрәкәттәрҙе башҡа бер кем дә юҡҡа сығара алмаҫ. Үҙ ҡолдарынан Ул үҙе теләгән кешеһенә игелек бирә.
Ул бит — ярлыҡаусы, мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе», — ти.
Ваҡытҡа, төрлө хәл-әхүәлдәргә ҡарап Аллаһ игелектәрҙе үҙ хикмәте менән бирә. Кешеләр эшләп торған гонаһтарҙы ла Үҙ хикмәте менән ярлыҡап, мәрхәмәт-шәфҡәтен күрһәтеп тора. Аллаһта ул етерлек.
Мәрхәмәт-шәфҡәт тигән нәмә күп ваҡыт беҙҙең үҙебеҙҙә самалы. Аллаһҡа ҡарата ла, кешеләргә, тирә-йүнгә, ғүмергә һәм... үҙебеҙгә ҡарата ла.
Ауырлыҡтар килтереп, әрнеү һәм ғазаптарын бирә икән, ғазап һәм әрнеүҙәрҙән дә кешене үҙе генә ҡотҡара ала.
Сәләмәтлек, бәхет, байлыҡ һәм донъяның башҡа төрлө ниғмәттәрен бирһә йәки бирергә теләһә, бер кем уға ҡаршы тора алмай.
«Йунус» (Юныс) сүрәһенең 107-се аятына мәғәнәүи тәржемә һәм шәрехтәр
«Уларға әйт! — ти Аллаһ. — «Эй, кешеләр! Раббығыҙҙан һеҙгә хәҡиҡәт килде. Тура юл менән барғандар — үҙҙәре өсөн тура юл менән бара, юлдан яҙғандар — үҙенә зыян итә. Мин һеҙҙе көсләп, дингә индереү өсөн килмәгәнмен, һеҙҙең өсөн яуап биреүсе лә, түгелмен», — тип әйт», — ти.
«Йунүс» (Юныс)сүрәһенең 108-се аятына мәғәнәүи тәржемә һәм шәрехтәр
Бәндәләргә нәсихәт биреп, пәйғәмбәребеҙ үҙе лә аңлата: миңең нәсихәттәрем, изге Ҡөрьән хөкөмдәре, ғибәҙәт йолалары бөтәһе лә хаҡ. Уларҙың хаҡлығы асыҡ дәлилдәр менән аңлатылып тора. Хәҡиҡәт нуры ярҙамында был нәсихәттәр менән кешеләр иң хаҡ юлға етәкселек таба, бәрәкәт ала ала. Хаҡ юлды инҡар иткәндәр, Аллаһ бойорғандарға буйһона белмәгәндәр үҙенең һәләкәтенә ҡарай юл тота. Көсләп тағылған иманда мәғәнә юҡ, ти.
Башҡортса дини календарь. 2009 йыл