догалар, башкирский орнамент                Доғалар һәм кеше тормошо

    Әҙәм балаһы үҙ Раббыһына доға ҡылыу тураһында берҙә уйлап бирмәй. Доға күпме бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарыр ине, кеше шул арҡала тормошон ҡырҡа үҙгәртер ине. Ләкин доғаһыҙ үҙ тормошон, балаларының донъяһын бәхетһеҙ итә.    Һеҙҙең тәҡдимгә Сәләх Суҡбаевтың “Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр” китабынан өҙөк.
 

   “Миңә доға ҡылып ҡына тороғоҙ, Мин уларҙы ҡабул итермен. Тәкәбберләнеп Миңә ғибәҙәт ҡылыуҙан баш тартҡан кешеләр генә хурлыҡҡа ҡалып, йәһәннәмгә төшөрөлөр”, — тиелә Ҡөрьәндә.
                                                         “Ғафир” (Мөьминдәр) сүрәһе, 60-сы аят
      «Доға намаҙҙың төп терәге, нигеҙе, асылы”, — тигән пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм.
    Зәғифтәрҙән-зәғиф булған бер кешенең ул ярҙам һорап бөйөктәрҙән-бөйөк, көслөләрҙән-көслө булған зат – Ҡөрьәндең эйәһе Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеүе.

   Ярҙам һорап ҡына тора белеүе сәбәпле бәндәне Аллаһ төрлө бәләләрҙән һаҡлай, ҡайғы-хәсрәттәрен тарата, ауырыуҙарға — сихәт, шифа табырға мөмкинлек бирә, сөнки дарыу ҡулланыу ғына әле һауығыу юлы түгел, беҙҙең заманда уларға ла ышаныс бөтөнләй бөтөп бара, һауығыуға сәбәп — берҙән-бер Аллаһ.
   Доғаның төп мәғәнәһе – мөрәжәғәт, теләк, ялбарыу, үтенеү, ярҙам һорау. Аллаһ хозурына ул – иң ҡыҫҡа юл. “Бәндәләремдең Мин нимә эшләгәнең белеп торам”.
   “Эй, Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Минең ҡолдарым һинән: «Аллаһ, беҙгә йәшерен серҙәребеҙҙе лә белерлек дәрәжәлә яҡынмы”?, — тип, һорайҙар. Әйт: уларға Мин үҙҙәре уйлап йөрөгәндән дә яҡыныраҡмын. Ярҙам һорағандарҙың доғаһы Миңә шул уҡ мәлдә килеп етер. Шул уҡ мәлдә Мин уларҙың доғаһына яуап та бирермен. Күндәмлек һәм иман килтереү менән улар ҙа Миңә яуап бирһен. Шул ваҡытта ғына улар тура юлдан тайпылмаҫтар”, — ти.
                                                                             “Әл – Баҡара” (Һыйыр) сүрәһе, 186-сы аят
   Бәндәләр, ғәҙәттә, бәлә килгәндә генә Аллаһты иҫкә алыусан.
   «Аҡыл эйәләре өсөн Аллаһтың барлығына һәм берлегенә инаныуға, әлбиттә, көслө дәлилдәр бар. Ул аҡыл эйәләре һәр ерҙә һәм һәр ваҡыт баҫҡан, ултырған, яндарына ятып торған хәлдә лә Аллаһты зекер итерҙәр, күктәрҙең һәм ерҙең яралтышы тураһында уйланып:
   “Әй, Раббыбыҙ! Быларҙы Һин бер ҙә юҡҡа ғына яралтып бар итмәгәнһендердер? Үҙеңдең ҡөҙрәтеңә һәм аҡылыңа мыуафиҡ итеп, төҙөгәнһеңдер. Маҡтауҙарыбыҙ — Һинең үҙеңә генә, һоҡланыуҙарыбыҙ — Һинең хаҡта. Һин бит бөтә кәмселектәрҙән пак. Беҙҙе ут ғазабынан һаҡла, хаҡ һәм тура юл менән алып бар», — тиҙәр.
                                                                 “Әлү Ғимран” (Ғимран ғәиләһе) сүрәһе, 191-се аят
   «Доғалар һәм улар ҡабул була торған айырым- айырым ваҡыттар бар, — тип өйрәтә Ҡөрьән. — Улар — Ҡөрьән уҡылған, аҙан әйтелгән, ҡояш сығып килгән, күңел нескәреп, күҙҙәргә йәш тулған ваҡыттар, үҙенең элек эшләгән гонаһтарына үкенеп, был гонаһтар тынғы бирмәй һәм артыңдан да ҡалмай эйәреп йөрөгән мәлдәр; йома көн, йома намаҙы ваҡыты, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә, ғәләйһис-сәләм, салауаттар әйтелеп торған изге минуттар. Был ваҡыттар — Аллаһтың доғаларҙы күпләп-күпләп ҡабул итергә ярата торған мәлдәре», ти.
   Был турала иҫкә төшөрөп, пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, тағы ла әйткән: «Бәндәләргә үҙенең мәрхәмәт-шәфҡәтен, көс-ҡеүәтен күрһәтеү өсөн, төндөң тәүге сиреге тамамланғас, күктең түбәнге ҡатынан Аллаһ: «Мин — хөкөмдар! Миңә мөрәжәғәт итеүселәр бармы?» — тип һорар, ти.
   — Миңә мөрәжәғәт итеүселәр бармы? Мин уларға яуап бирәсәкмен.
   — Гонаһтарын ярлыҡауымды һорап тәүбә итеүселәр бармы? Тәүбәләрен ҡабул итәм, — тип өндәшеп кенә торор. Уның был мөрәжәғәте таң атҡансы дауам итер, ти.
   Аллаһтың ҡабул итәсәгенә бер ниндәй шик һәм шөбһә булмаған доғаларҙы ла күрһәтеп биргән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Улар — өсәү: ҡыйырһытылып ҡына торғандар, сәфәрҙәрҙә йөрөгәндәр, аталарҙың улдары өсөн ҡылған доғаһы.
   «Доғаларҙың ҡабул булыуына ышанып доға ҡылығыҙ, — тигән ул. — Белегеҙ: төрлө мәшәҡәттәр менән тулы күңелдән сыҡҡан доға Аллаһуға барып етмәй».
   «Доға ҡылыуҙың тәртибен дә белергә тейеш мосолман. Доғаны ул Аллаһуға маҡтау-ололауҙар менән башлаһын, унан пәйғәмбәребеҙгә Аллаһтың рәхмәт- бәрәкәттәрен теләһен, шунан һуң ғына һорарға теләгәнен һораһын.
   Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек доғаларҙан айырылмаған, был доғалар бәрәкәте балаларға күсеп, быуындан быуынға дауам итеп килә.
   Ололарҙың доғала булыуы — уларҙың бәҫен арттыра, йәштәрҙең доғала булыуы — йәшлеккә, тимәк; бөтә тормошҡа йәм өҫтәй, халыҡтың доғала булыуы — илдең бәрәкәтен ишәйтә».
   Үҙен зекер итеп кенә торған ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙарға Аллаһ гонаһтарын ярлыҡап ҡына торорға ла вәғәҙә бирә, әжер-сауаптарын әҙерләп тора. «Аллаһты зекер иткәндә иртә лә, кис тә түбәнселек һәм ҡурҡыу менән эсеңдән генә доға ҡыл. Уны һанға һуҡмағандарҙың береһе була күрмә — ти Ҡөрьән.
                                                                   “Әл — Әғраф” (Кәртәләр) сүрәһе, 205-с аят
   «Аллаһтан ҡурҡа белгән кешегә Ул бәләнән сығыу юлын да күрһәтеп бирә».
                                                                   “Ат — Таләәҡ” (Талаҡ) сүрәһе, 2-се аят
   «Әй, мосолмандар!. — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм. — Аллаһ — пак, пак булмаған бер нәмәне лә Ул ҡабул итмәй. Доға ҡылып ҡына торған кешенең кейеме лә, күңеле лә, ашаған ашы ла пак булырға тейеше.
   Был да — тәрбиә. Кешене бишектән алып ләхеткә тиклем оҙата барырға яраҡлы нәсихәт.
Белмәгәндәргә бер һабаҡ, белгәндәргә ҡабатлау булһын тип, Ибраһим бин Әҙһәм менән булған бер ваҡиғаны иҫкә төшөрәйек. «Эй, Ибраһим! — тиҙәр уға мөьминдәр. — Аллаһы Тәғәләгә беҙ доға ҡылып ҡына торабыҙ, әммә уларға яуап алғаныбыҙ юҡ. Доғаларыбыҙ ҡабул булмай. Тормошобоҙ һаман да үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Бының сәбәбен аңлатып бирһәң ине?»
   Бәндәләргә Ибраһим мөьминдәргә Ғәли хәҙрәт биргән кеүегерәк итеп яуап бирә:
«Ун төрлө нәмәнең булмауы сәбәпле һеҙҙең күңелдәрегеҙ ҡатып бөткән, — ти имам. «Ул ниндәй нәмәләр һуң? — тиҙәр кешеләр.
   — Һеҙ Аллаһтың барлығын беләһегеҙ, әммә Ул бойорғандарҙы үтәү, Ул тыйғандарҙан тыйылыу тигәнде белмәйһегеҙ, улар юғалып бара, — тиғән имам. — Һеҙ пәйғәмбәр хаҡында беләһегеҙ, әммә уның Сөннәтен тотоу тигән нәмә юҡ; һеҙ Ҡөрьән менән таныш, әммә уның хөкөмдәренә нигеҙләнеп йәшәй белмәйһегеҙ; һеҙ Аллаһ биргән ризыҡтар менән туҡланаһығыҙ, ләкин шул ризыҡтар өсөн Уға шөкөр итә белмәйһегеҙ; һеҙ йәннәттәр тураһында беләһегеҙ, әммә уға инер өсөн тырышлыҡтарығыҙ самалы; һеҙҙең, йәһәннәм уты хаҡында хәбәрегеҙ бар, әммә йәһәннәм утынан алыҫыраҡ булыу юлдарын белмәйһегеҙ.
«Доғаларыбыҙ ҡабул булмай», — тигәндәргә тағы әйтә Ибраһим бин Әҙһәм: «...Һеҙ шайтан тураһында беләһегеҙ, ләкин үҙегеҙ уның ҡотҡоһонан арына алмай ғүмер итәһегеҙ, уның ҡотҡоһона ҡаршы тора белмәйһегеҙ; һеҙ үлем килерен беләһегеҙ, әммә уға әҙерлек тигән нәмәгеҙ юҡ. Үлемгә әҙерлек ул — игелекле эштәр, ғүмерҙең ҡәҙерен белеү; һеҙ мәйеттәрегеҙҙе ерләп кенә тораһығыҙ, әммә унан фәһем, ғибрәт ала белмәйһегеҙ; һеҙ кешеләге етешһеҙлектәрҙе барлап ҡына тораһығыҙ, әммә үҙегеҙҙәге етешһеҙлектәр хаҡында хәбәрегеҙ бөтөнләй юҡ. Шулай булғас, нисек инде Аллаһ һеҙҙең доғаларығыҙҙы ҡабул итеп торһон ти!» — тигән.
   Кешенең ғүмере ҡыҫҡара барыуы, ғәҙәттә, йәшәү шарттарының ауыр, төрлө болаларҙың тыуып ҡына тороуы ауырыуҙарҙың киң таралыуы менән бәйле, тип аңлаталар. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә, ләкин бының төп сәбәбе — иман зәғифлеге, булһа кәрәк.
   Ғалимдарҙан берәү әйткән: «Һатыусы баҙарға сығарған һәр нәмәнең хаҡын белә, артығы менән хаҡын ала. Үҙе биргән оло ниғмәттәр — ғүмер, мал, игелекле тормош, сәләмәтлек өсөн Аллаһ та беҙҙән ниндәйҙер хаҡ һорамаймы ни? Әлбиттә, Үл беҙҙән Үҙенең барлығын, берҙән-бер булыуын таныуҙы талап итә. Аллаһтың берлеген танығандан һуң Ул биргән игелектәр өсөн беҙ түләргә тейешле хаҡтарҙың иң тәүгеһе — зекер, икенсеһе — шөкөр”.
Дин өйрәтә: һәр эште «Бисмилла” менән башлау ҙа — зекер, һәр игелек өсөн рәхмәтеңде белдереп: «Әл-Хәмдү-лил-ләһ! “ — тип тамалау — шөкөр.
   Ғалимдар өйрәткән: «Әй, Аллаһтың Уны һөйөп йәшәгән ҡолдары! Үҙегеҙҙе яҡшы әҙәп менән биҙәгеҙ, сөнки изгеләр юлы тулыһы менән әҙәптән генә тора”, — тигән.
   — Рухи һәм физик камиллыҡҡа, тән сәләмәтлегенә өлгәшеү өсөн, — тип нәсихәт бирә торған була Мәүләнә Джәләлетдин Руми, — даими рәүештә Аллаһуға доға ҡылып тороғоҙ. Был — әҙәп. Кешенең дошманы булған шайтанды ла әҙәп менән генә еңеп була.
   «Әйҙәгеҙ, — тигән ул, — тәрбиәле, әҙәпле кеше булырға ярҙам итеүен һорап, Аллаһҡа доға ҡылып торайыҡ”.
   «Тәрбиәһеҙ кешенең насарлығы үҙе менән генә сикләнмәй, насар ғәҙәттәр бит улар бөтә ғаләмгә ут төртөргә сәбәп була ала. Башҡаларға ҡарата ғәмһеҙ булған кеше юлда йөрөгән сағында ла кешегә зыян итеп кенә йөрөй, сөнки уның башҡа эше юҡ”.
   Әҙәп булыуы сәбәпле генә донъя илаһи нур менән тулып тора.
   Бер ваҡыт сәхәбәләрҙән Әбү Хайсам атлы берәү табын ҡороп, бер нисә сәхәбәһе менән бергә пәйғәмбәребеҙҙе лә мәжлескә саҡыра. Ашап-эсеп бөткәс, пәйғәмбәребеҙ: 
   — Хәҙер инде ҡәрҙәшегеҙгә бүләк бирегеҙ! — тип бойора.
   — Нимә бирәйек? — тип сәхәбәләр аптырашта, ҡала.
   — Был өй хужаһына бүләк итеп йәки әжер-сауаптар биреүен теләп Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылығыҙ. Ана шул һеҙҙең бүләгегеҙ булыр! — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Үҙенең доғаларында пәйғәмбәребеҙ: «Эй, Аллаһ! Веҙҙе иманды аңлай белерлек итеп тәрбиәлә, йәндәребеҙҙе иман нуры менән биҙә. Иманһыҙлыҡҡа һәм аҙашып йөрөүҙәргә ҡарата күңелебеҙҙә нәфрәт хисе уят. Иманыбыҙ һәм тормошобоҙ өсөн файҙалы нәмәләрҙе генә һайлай белеү мөмкинлеге бир!
   Йәндәребеҙҙе алғанда уларҙы үҙеңә күндәм булған хәлдә ал, мосолман булып йәшәүебеҙ һәм мосолман булып үлеүебеҙ үҙ ихтыярыңда. Үҙ рәхмәтең менән бәҫебеҙҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бир. Болаларҙан ҡурсала, Ахирәттә изгеләр менән бергә урынлаштыр!» — тип ялбарып ҡына тора торған була.
   Был доғалар беҙҙең өсөн дә һабаҡ. Доға ҡыла белгән кеше насарлыҡ эшләүгә бармай, әҙәм булып йәшәй ҙә белә.
   Ни өсөн беҙ дин һәм иман хаҡында хәтергә төшөрөп кенә торорға тейешбеҙ?
   Бының сәбәбе бер: дин өйрәткән бөтә нәмә — игелек.