КИТАП                       Динең алтын

   Алтынды нәжескә буяу менән... уның заты китмәй

   Был юлы «Диалог» рубрикаһына Башҡортостан Диниә назараты мөфтөйе Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН менән БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гүзәл СИТДИКОВАны саҡырҙыҡ. Йор һүҙле хәҙрәт әңгәмәне бер кинәйә һөйләүҙән башланы.

   - Йәше еткән улы менән атаһы, мисәүле ат егеп, кәләш эҙләп сығып китәләр. Юлда осраған тәүге ауылда туҡтаған былар. Бына бер ҡыҙ көйәнтәләрен сайҡалтып, һыуға китеп бара икән. Атай кеше оҙаҡ уйлап тормаған, ҡыҙ алдында улын туҡмай башлаған. «Ниңә улыңды туҡмайһың?» — тип һораған ҡыҙ. «Әйткәнде эшләй», — тигән атай кеше. «Әйткәнде эшләгәс, һәйбәт бит», — тип, ҡыҙ егетте яҡлашҡан. «Ултыр, улым, беҙ эҙләгән ҡыҙ был түгел», — тип, былар ары киткән. Икенсе ауылда туҡтағандар. Күп тә тормай, бер ҡыҙҙың һыуға китеп барғанын күргәндәр. Ҡыҙ сибәр генә булһа ла, башы бер яҡҡа ҡыйышыраҡ икән. Атаһы тағы ла улын туҡмай башлаған. «Ниңә улыңды туҡмайһың?» — тип һораған ҡыҙ. Атай кеше: «Әйткәнде эшләй», — тигән тағы ла. «Дөрөҫ, туҡма әйҙә, — тигән ҡыҙ. — Үҙе белеп эшләһен, әйткәнде алйот та эшләй ул». Атай кеше ҡыуанып киткән. «Өйөгөҙ матур ғына, тик мөрйәһе бер яҡҡа ҡыйышыраҡ икән», — тигән ул. «Мөрйәһе ҡыйыш булһа ла, төтөнө тура сыға», — тип яуап биргән ҡыҙ. «Бына, улым, беҙ үҙебеҙ эҙләгәнде таптыҡ», — тигән атай.


   Әңгәмә барышында хәҙрәттең кинәйәне бушҡа һөйләмәүе асыҡланды, буғай.
   ►Беҙ үҙебеҙҙе азат һанайбыҙ. Тулыһынса азат булмаған хәлдә лә, берәү ҙә үҙен ҡол тип әйтмәй. Ә нимә ул шәхес азатлығы, күңел таҙалығы, выждан сафлығы? Бөгөн ирекле фекер йөрөтөп, уйлаған һүҙеңде асыҡ итеп әйтеп тә булмай кеүек...
   ГҮЗӘЛ СИТДИКОВА: Берәй фекерҙе кеше күҙмә-күҙ һөйләшкәндә ҡыйыу әйтә алып та, күмәк кеше алдында шул уҡ фекерҙе әйтергә ҡурҡыуы мөмкин. Ул фекерҙән түгел, уның эҙемтәһенән ҡурҡа, сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле беҙҙә кешене тулыһынса яҡлау институты юҡ. Закондарҙың бөтәһе лә теүәл үтәлә, тип әйтеп булмай. Хатта енәйәт ҡылынған осраҡта ла күрмәмешкә һалышыуҙар бар. Элек, мәҫәлән, йәмәғәт фекере, йәмәғәт тыйыуы көслө ине. Был функция юғалды, кешеләр үҙ-үҙенә бикләнә башланы. Совет осоронда «берәү — бөтәһе өсөн, бөтәһе берәү өсөн» принцибы йәшәне. Хәҙер иһә, «бының файҙаһы бармы, бының өсөн аҡса киләме?», тигән принцип өҫтөнлөк итә. Бөгөн кеше үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алыуҙан, «бушҡа» ваҡыт сарыф итеүҙән, зыян күреүҙән ҡурҡа. Депутаттар араһында тәүге саҡырылыштарҙа, мәҫәлән, митингылағыса фекерләү өҫтөнлөк ала. Төптән уйлағанда, депутат — ул митингыла ҡысҡырыусы түгел. Митингыла бик матур һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Был әле, депутат әйткән һүҙҙәрен тормошҡа ашыра ала, вәғәҙәләрен үтәрҙәй рәте бар, тигәнде аңлатмай. Иленең, халҡының киләсәген ҡайғыртҡандар ҡысҡырып һөйләп йөрөмәй, баш баҫып эшләп, үҙе һайланған округҡа файҙа килтереү яйын күрә, Рәсәй кимәлендә үҙ республикаһының мәнфәғәтен ҡайғырта, абруйын күтәрә.
   НУРМӨХӘМӘТ хәҙрәт: «Аллаһы Тәғәлә юлына хикмәт менән саҡыр», тиелә Ҡөрьәндә. Нимә ул хикмәт? Хикмәт — ул кәрәкле урында йомшаҡ итеп ваҡытында әйтелгән, ҡабул ителерлек, кәрәкле фекер, тәрән мәғәнә биргән ҡиммәтле һүҙ, ҡиммәтле нотоҡ. Тимәк, һүҙебеҙ хикмәтле булырға тейеш. Башҡа дин әһелдәре менән ғилми бәхәскә кергән ваҡытта ла, «Һеҙҙең динегеҙ шулай, һеҙҙең динегеҙ былай», тип хурларға ярамай, ә күркәмлек менән һөйләшергә кәрәк. Дин — ул үҙе өгөт- нәсихәт. Элек был һүҙҙе оло быуын кешеләре кәңәшсе булараҡ та, нәсихәтсе булараҡ та йәштәргә еткерер булған. Ауылы берҙең — ҡәүеме бер, ти халыҡ. Элек шәжәрә, туған-тыумасалыҡ буйынса ололарҙың абруйы ҙур булған. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ана шул тәртип юғалды, сөнки һәр кем үҙенә бикләнгән. Совет осоронда динде хурлау һөҙөмтәһендә шәжәрәләр онотолдо, туған-тыумасалыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек ептәре өҙөлдө, «тураһын әйткән — туғанына ярамаған» мәҡәле өҫкә сыҡты. Туғаныбыҙҙың, яҡыныбыҙҙың кәмселеген күрәбеҙ икән, уны беҙ яйлап, уңайлап, аңлап ҡабул итерлек миҡдарҙа кинәйәләп, хикмәт менән әйтергә тейешбеҙ.
   Атай-олатайҙарыбыҙ мәҡәлдәрҙе бик йыш ҡулланған. Мәҡәл менән әйтеү кешенең мин-минлегенә теймәй – уның төп хикмәте шунда. Бер атай үҙ улын эшкә ебәрә. Ҡырҙа йөрөп ҡайтҡан улынан атаһы кешеләр уның тураһында ни әйтеүен һорай. «Арты ауырҙың ҡулы оҙон», тип әйттеләр, ти улы. Атай кеше улына мәҡәлдең асылын аңлата. Икенсе тапҡыр ҡырҙа йөрөп ҡайтҡан улынан атай кеше тағы ла халыҡ фекерен белешә. «Етем ике ашар, тип әйттеләр», ти улы. Үҙе белеп, етеҙ эшләгән тырыш кеше ике ашай, тигәнде аңлай атаһы һәм улына ла шуны аңлата. Бына шулай, мәҡәл йә кинәйә менән уратып әйткәндә һүҙҙең хикмәте арта.
   Аҡмулланың бер шиғырында шундай һүҙҙәр бар: «Алтынды нәжескә буяу менән уның заты китмәй». Ислам динен нәжескә буярға маташыу бер бөгөн генә түгел, күптән килә. Ул Мөхәммәт бәйғәмбәр тере саҡта ла булған. Кемдер дингә ышыҡланып, яуызлыҡтар ҡыла икән, был дингә ышаныуҙы аңлатмай. Боҙоҡлоҡ ҡылғандар һис тә дин юлында була алмай. Дингә ышыҡланған ялған хәрәкәттәр ҙә бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Уларҙың күптәре дингә нәфрәт уятыу өсөн махсус рәүештә эшләнә. Әсәйем һөйләгәйне. Урамда уйнап йөрөгән ике бала үҙ-ара һуғышып китә. Быларҙың әсәйҙәре сығып, үҙ-ара һүҙ әйтешә. Күп тә тормай атайҙар сығып, үҙ-ара һуғыша башлай. Был арала балалар дуҫлашып та өлгөрә, ә ике әсәй менән ике атай ғүмерлеккә дошман булып ҡала. Хикмәтлелек бына ҡайҙа. Ике кеше үҙ-ара татыу булһа, улар уртаһында Аллаһы Тәғәлә була. Ул юҡта, урынын шайтан биләй һала.
   ►Йәшәйештә бөтөн нәмә үҙ-ара мөнәсәбәткә ҡоролған: кеше менән кеше аралаша, дәүләт менән дәүләт. Ниндәй генә ғилемде алып ҡараһаҡ та, уны әҙәм балаһына ҡарата булған мөнәсәбәтенә ҡарап баһалайбыҙ. Бөгөн дин менән дәүләт араһындағы мөнәсәбәт ниндәй, ул заман талабына яуап бирәме, йәмғиәттең рухи ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерәме?
   ГҮЗӘЛ СИТДИКОВА: Бөгөн динде власть өсөн файҙаланыу күҙәтелә ул. Дин әһелдәренең үҙҙәрен дә бер үк төрлө баһалап булмай: кемдер, динем, тип йөрөй, кемдер, көнөм, ти. Динде һәр кем үҙе аңлап, үҙе ҡабул итергә тейеш. Әгәр ҙә һәр кем, министрмы ул, ябай хеҙмәткәрме, динле булһа, дәүләт эсендә боҙоҡлоҡҡа юл ҡалмаҫ һәм бер дәүләт икенсеһенә ҡаршы ла бармаҫ ине. Дин булһа, тәртипһеҙлектәр булмаҫ ине, тигәнде ниңәлер башҡалар үҙенсә аңлай. Мәҫәлән, дин көслө булған илдәрҙә лә тәртипһеҙлектәр күп, тип аҡланырға, аңлатырға тырышалар.
Йыш ҡына динле булып күренеп йөрөгәндәрҙең күңелендә иман булмауы ихтимал. Ғибәҙәтханаларҙа ғибәҙәт ҡылыу, сиркәүгә инеп суҡыныу, мәсеттә намаҙ уҡыу ғына динле булыуҙы аңлатмай. Таҙа, матур һауыт эсендә ағыу булыуы ихтимал, кешенең затлы, матур кейеме уның боҙоҡ холҡон йәшерә алмай. Йәмғиәт эсендәге тәртипһеҙлектәр, дәүләттәр араһындағы низағтар — бөтәһе лә иман булмауҙан килә. Динде ниндәйҙер ҡара ниәттәрҙе бойомға ашырыу йә власть яулау өсөн ҡулланған ваҡытта дин юғала бары тик ышыҡланыу сараһы булып ҡала.
   НУРМӨХӘМӘТ хәҙрәт: Һәр бер нәмәнең үҙ үлсәме, баһаһы, эталоны бар. Бөтөн нәмә кешегә шул эталон аша аңлашыла. Баҙарҙа ла бит һәр нәмә үлсәнә, баһалана. Дин дә беҙгә стандарт, эталон ролен үтәй. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: шул эталондан кем күпме ала ала. Кемдер әҙ генә ала, кемдер күп ала, кемдер уны фекере өсөн, кемдер сәйәсәте, кемдер дәрәжәһе өсөн ала. Мәҫәлән, балта төҙөлөш ҡоралы ла, енәйәт ҡоралы ла булыуы мөмкин. Динде кем ниндәй маҡсатта ҡабул итеүе хажға барған ваҡытта үтәнән-үтә күренә. Унда кемдер сауҙа мәшәҡәте менән бара, кемдер донъя күреп ҡайтыуҙы маҡсат итә. Дин тотоусылар араһында ла, тимәк, мең төрлө кеше бар. Дин менән хөкүмәттең мөнәсәбәтенә килгән ваҡытта, Ислам дине һәр заманға ла яраҡлы ҡабул ителгән. Дин иң тәүҙә халыҡтың рухын тәрбиәләй. Хөкүмәт тә тәрбиә менән шөғөлләнә, ләкин уның төп мәшәҡәте — халыҡты эш менән тәьмин итеү, илдең иҡтисадын күтәреү, бойондороҡһоҙлоғон һаҡлау. Рухи тәрбиәгә, күңел нескәлегенең таҙалығын ҡайғыртыуға уның ваҡыты етмәй. Ә элек бит аҡһаҡалдарҙың фекер көсө менән йәшлек дәрте уртаҡ ҡараш тыуҙырған, сәйәсәт бер яҡлы ғына булмаған. Әле хөкүмәт менән дин араһында ҙур ҡапма-ҡаршылыҡ юҡ. Хөкүмәт тә, дин дә белемгә, ғилемгә ынтыла, хөкүмәт тә, дин дә ныҡлы ғаилә булһын, тип тырыша. Ҡаршылыҡтар ҙа була. Мәҫәлән, табибтар абортты рөхсәт итә, Ислам дине ҡаршы. Ни өсөн тигәндә, әсә булыу Хоҙай ҡөҙрәте. Бала тауышы ул бит үҙе тормош дауамы.
   ► Беҙҙең Рәсәйҙә Ислам тәғлимәте артҡы пландараҡ йөрөй һымаҡ...
ГҮЗӘЛ СИТДИКОВА: Закондар ҡабул иткән ваҡытта беҙҙә евроцентрик ҡараш йәшәй, христианлыҡ стандарты өҫтөнлөк итә, Ислам иҫәпкә алынмай. Ә бит Рәсәйҙең өстән ике өлөшөн Азия биләй. Унда христиан диненән башҡа Ислам, буддизм, иудаизм да бар. Йыл аҙағында Мәскәүҙә «Күп милләтле Рәсәй» тигән Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Шуға иғтибар иттем: президиумда гел ирҙәр, сығыш яһаусылар ҙа улар. Ғаилә, ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе тураһында һүҙ күтәргән бер кеше юҡ. Тәнәфес ваҡытында асыуҙы килтерерлек һорауҙар биреп, аптыратып бөттөләр: «Күпме дотация алаһығыҙ, һеҙ буддистармы, республикағыҙ ҡайһы ерҙә?». Әйтерһең дә, Рәсәй Мәскәү, Петербург һәм Екатеринбургтан ғына тора, башҡа субъекттарҙы телгә алыусы ла, радио-телевидение аша сағылдырыусы ла юҡ. Бындай ҡараш интернациональ булған Ислам диненә лә ҡаршы килә. Закондар нигеҙендә лә башҡа халыҡтарҙың йолалары, диндәре иҫәпкә алынмай. Түҙмәйенсә, ошо хаҡта сыҡтым да, сығыш яһаным, республикабыҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үттем. Мәҫәлән, ғаилә моделенең Ислам нигеҙе ҡағиҙәләре ниңә иҫәпкә алынмай? Ысынлап та, Ислам әхлағына хас булған йолаларҙы беҙ закондар ҡабул иткәндә күҙ уңында тоторға тейешбеҙ. Депутаттар был мәсьәләне ҡурҡмайынса күтәрергә тейеш.
   ► Хатта үҙебеҙҙең мосолмандар араһында ла атеистик ҡараштан арына алмағандар күп бит әле...
   ГҮЗӘЛ СИТДИКОВА: Бер билдәле генә әҙәм минең динле булыуыма шик белдерҙе. «Кешенең динле булыу-булмауын тик Аллаһы Тәғәлә генә белә», — тинем мин яуап итеп. «Христос, Мөхәммәт, Кришна кеүек әллә күпме Аллағыҙ бар, бер файҙаһы юҡ», — тип, ул әллә нәмәләр һөйләй башланы. «Дин тарихын өйрәнһәгеҙ, әле әйткән һүҙҙәрегеҙҙән үҙегеҙ оялырһығыҙ», — тинем аптырап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Аллаһы Тәғәлә менән бәйғәмбәрҙәрҙең кем икәнлеген, ғөмүмән, дин тарихын белмәгәндәр дин тураһында күберәк һөйләй. «Ниңә Аллағыҙ шул хәтлем мәрхәмәтле булғас, илдә бардак?» — тип асыу белдерҙе әңгәмәсем. Хоҙай Тәғәлә биргән тәғлимәттән ситләшеп, үҙ тәртибебеҙҙе урынлаштырып маташҡанға ла тәртипһеҙлек хөкөм һерәүен беҙ һаман да аңлау кимәленә етә алмайбыҙ, иҫәр аҡылыбыҙ менән әллә ниҙәр ҡылабыҙ шул. «Ниңә шулай булғас, Аллағыҙ Ньютондың законын юҡҡа сығармай?» — тине ул еңмешләнеп. Ул бит Ньютондың законы түгел, Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте, Ньютон бары уны асҡан ғына. Быны әле беҙ аңларҙай кимәлдә түгелбеҙ. Фәндәрҙе физика, химия, микробиология кеүек өлкәләргә беҙ, кешеләр, шартлы рәүештә генә бүлеп йөрөтәбеҙ, ә бит улар бөтәһе лә Аллаһы Тәғәләнең закондарын әҙәм балаһының, ниһайәт, үҙ зиһене менән аңлай башлауы ғына. Эргәбеҙҙә аңлап етмәгән, асылмаған әллә күпме хәҡиҡәт бар әле, уның сиге юҡ.
НУРМӨХӘМӘТ хәҙрәт: Дин — ул нигеҙле ғилем. Башҡорт халҡының бик тәрән мәғәнәле мәҡәле бар: «Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел». Тимәк, эргәңдәге кеше Аллаһы Тәғәләгә һиңә ҡарағанда мең тапҡыр яҡыныраҡтыр, тигәнде аңлата ул. Бөгөн Исламға килгән ҡайһы бер ҡан- ҡәрҙәштәребеҙ, гүйә ки, мин йәннәткә керһәм генә, бөтәбеҙ ҙә йәннәткә керә, тип фекерләй.
   ►Кеше тыумыштан уҡ мөғжизәгә ышанып тыуа. Донъяны танып белеү ҙә тап ана шул һәләте булғанға тормошҡа аша. Хыялланыу, мөғжизә көтөү беҙҙе маҡсатлы итә түгелме? Дини ғилем дә, күрәһең, айҡап бөтмәҫлек бер мөғжизәлер. Әммә кешенең эскерһеҙлеген, мөғжизәгә ышаныуын ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең ҡара эштәре өсөн дә ҡуллана бит...
   ГҮЗӘЛ СИТДИКОВА: Сихырҙың булыуы үҙе үк Аллаһы Тәғәләнең барлығын, йәки унан башҡа беҙ аңламаған тағы ла икенсе көстәрҙең барлығын күрһәтә. Ваҡытында Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең үҙен дә сихырлап маташҡандар. Тик ул бәйғәмбәрлеге арҡаһында сихыр көсөнән ҡотола алған. Яуыз көстәрҙең булыуын һис тә инҡар итеп булмай. Сихыр менән булыусылар тап ана шул яуыз көстәрҙең, Иблистең көсөн файҙалана. Мәҫәлән, артыҡ әһәмиәт бирмәгән йондоҙнамә лә тап ана шул сихыр көсөнә таянып төҙөлә. Йондоҙ ғилемен өйрәнеү — сихырҙың бер тармағы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзит-журналдар, радио- телевидение бөгөн уны бик йыш ҡуллана. Нисек кенә тәнҡитләмәһендәр, әрләмәһендәр, мин йондоҙнамә баҫылған бер гәзит-журналды ла алдырмайым һәм сихырҙы ҡеүәтләү өсөн үҙ аҡсамды сарыф иткем килмәй. Халыҡты алдап, күрәләтә күрәҙә ҡосағына ташлаусы матбуғат сараларына йәнем әрней. Рәсми гәзиттәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, кешеләрҙе күрәҙәсегә барырға, ҡайғы алырға этәрә. «Күрәҙәсегә барма, башыңа ҡайғы алма», тип бушҡа әйтелмәгән бит. Күрәҙәселәр йоғонтоһона бирелеп, үҙ яҙмыштарын боҙоусылар шул тиклем күп. Бер апай йәш сағындағы бер хатаһын һөйләгәйне. Ул кейәүгә сыҡҡас, өләсәһе уға: «Һинең ике ирең була», — тигән. «Минең икенсе ирем буласаҡ, һинең менән йәшәүем уға хыянат», — тип, был йәш ҡатын тәүге ирен ҡыуған да ҡайтарған. Ул үҙ яҙмышын емереп, икенсе иргә кейәүгә сығып, быға үкенеп йәшәне. Сихыр менән булышыусылар үлә алмай этләнә, тиҙәр. Йондоҙнамә менән мауығыусылар һуңғы сәғәттәре тураһында ла уйлаһындар ине, тип әйткем килә.
   НУРМӨХӘМӘТ хәҙрәт: Бөгөн, хатта ки, ғалимдарыбыҙ, фекер матдиләшә, ти. «Ағас башын ел бора, әҙәм башын һүҙ бора», тип, быны элек-электән дә әйтә торған булғандар. «Кешенең теле — фәрештәнең ҡәләме», тип тә әйтәләр. Йәнә бер мәҡәл бар: «Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә». Элек бит ололар мәҡәл-әйтемдәр, ауыҙ-тел ижады аша тәрбиәләгән. Улар хатта әрләшкәндә лә «Ауыҙыңа май булғыр» кеүек һүҙҙәр ҡулланған, баланың күңелен күтәрә белгән. Кешенең психологияһына килгәндә, ул аңлап бөткөһөҙ өлкә. Ысын күңелдән әйтелгән бер яҡшы һүҙ менән генә лә кеше ғүмер буйы шатланып-ҡыуанып йәшәй ала, йәки бер генә насар һүҙ кешенең яҙмышын емереп, рухын һындырыуы ихтимал. Һүҙ бик ҙур көскә эйә. Шуға ла беҙ һүҙҙе бик уйлап һөйләргә, балаларҙы рухландырырға, дәртләндерергә, үҙ өҫтөбөҙҙә эшләргә тейешбеҙ. Ә күрәҙәсе һинең үҙ һүҙеңде кире үҙеңә ҡайтарып зиһенеңде яулай, ҡамау эсенә ала, шунан аҡсаңды ла ала.
Махсус рәүештә кешенең аҡылын буйһондороу өҫтөндә эшләүселәр элек тә булған, әле лә юҡ түгел. Маңҡорттар, зомбиҙар, биороботтар күктән төшмәй. Ислам дине күрәҙәсегә барырға тыя, сөнки күрәҙәсегә ышанған кеше диндән ситләшә. Мәҫәлән, юлдан ҡара бесәй үтеп бара икән, ул үҙ юлы менән бара, беҙ үҙ юлыбыҙ менән. Шундай хөрәфәттәр аңыбыҙҙы сикләй ҙә инде. Йондоҙнамәгә килгәндә, ул ғилем элек- электән булған. Әммә ул ахырында кешене зомбилаштыры — уға ҡорола башлаған. Бөгөнгө эшеңде иртәтәгә ҡалдырма, тигән Бәйғәмбәр. Мәҫәлән, йондоҙнамәгә ҡарап, мин бөгөн атҡарырға тейеш эшемде иртәнгә ҡалдырырға тейеш буламмы? Сихыр ғилеменең ахырында ҡаза килә, шуға күрә Аллаһы Тәғәлә уны беҙгә рөхсәт итмәй. Ә файҙалы ғилемгә рәхим итегеҙ, уның иге-сиге юҡ, ул үҙе бер ғаләм. Донъяның иге-сиге булмаған һымаҡ, ғилемдең дә сиге юҡ. Уны тулыһынса өйрәнеү өсөн бер ғүмеребеҙ етмәй. Мәҫәлән, тәжрибә өсөн генә араҡы эсеп, наркотик ҡулланып ҡарағандар һуңынан ләззәт ҡолона әүерелә. «Буш сыр ҡапҡанда ғына була», тиҙәр бит. Шуға күрә, ваҡ тәжрибәләр өсөн ваҡыт сарыф итергә кәрәкмәй. Хоҙай биргән мәңгелек ҡиммәттәр менән йәшәгәндә генә бәхетле була алабыҙ.
   ► Ислам дине тәғлимәте төрлө хөрәфәттәрҙе лә кире ҡаға, шулаймы?
   ГҮЗӘЛ СИТДИКОВА: Беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дин менән хөрәфәтте бутау бар. Төрлө хөрәфәттәрҙе үтәйҙәр ҙә, күптәр үҙҙәрен динле кеше тип һанай. Хөрәфәттең дин менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. Бер танышым төрлө хөрәфәттәргә ышанып, уға фэн-шуй кеүек башҡа халыҡтарҙыҡын өҫтәп, үҙенең дә, ғаилә ағзаларының да ғүмерен тотошлай ғазапҡа әйләндергән. «Шулай эшлә, былай итмә» кеүегерәк бөтмәҫ-төкәнмәҫ тыйыуҙары менән яҡындарының хәлен алып бөтөрә. Ислам дине шул хәтлем камил, беҙ һәр бер эшебеҙҙә бары тик Аллаһы Тәғәләнән генә ҡурҡырға тейешбеҙ. Ҡөрьәндә әйтелмәгән тыйыу тыйыу түгел. Мәҫәлән, Ҡөрьәндең бер ерендә лә «ҡара бесәй юлды ҡыйһа, юл уңмай», тип әйтелмәгән. Хөрәфәт — Иблистән, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Милләттәштәрем төрлө хөрәфәттәргә ышанмайынса, Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡанын ғына үтәп йәшәһә, ул тыйғандан тыйылһа ғына күңеле ирекле, выжданы азат була. Бер танышым: «Әүлиә зыяратына барып, ҡорбан салырға кәрәк», — тине бер мәл. Ҡөрьәндә бит ҡорбан салыу тәртибе асыҡ әйтелгән. Бәләкәй хаж уйлап сығарып, яҙыҡ ҡыланыу килешкән эш түгел. Әүлиә кимәлендәге көслө шәхестәр булған, әлбиттә. Әммә уларҙы Аллаһы Тәғәлә менән тиң ҡуйып, әүлиәләрҙән ниндәйҙер ярҙам килә, тип уйларға ярамай. Ярҙам килә икән, тик Аллаһы Тәғәләнән килә, әммә әүлиәнән түгел.
   НУРМӨХӘМӘТ хәҙрәт: Аллаһы Тәғәлә юлының һәр сатында шайтан көтөп торор, тиелә. Ул мал менәнме, дәрәжә менәнме алдаштырып, үҙенә саҡыра. Шуның кеүек, бөгөн Ислам диненең тоғро юлынан яҙлыҡтырып, ситкә алып китергә тырышыусылар туп-тулы. Исламда һәр бер эштә лә алтын урталыҡ бар. Мөхәммәт бәйғәмбәр бер ағас аҫтында бәйғәб (присяга) алған. Бәйғәмбәр вафатынан һуң халыҡ шул ағасты изгеләштереп йөрөй башлағас, хәҙрәти Ғөмәр уны ҡырҡҡан да ташлаған. Халыҡтың алдына сығып, һаташтырып йөрөүселәр бөгөн, ысынлап та, бик күп. Бынан беҙ һаҡланырға тейеш. Ислам мәрхүмдәрҙең ҡәберенә зыярат ҡылырға рөхсәт итә, әммә ғибәҙәт ҡылырға түгел. Беҙҙең халыҡ мәрхүмдәрҙе изгеләштерергә әҙер генә тора. Дин юлына баҫып, файҙа күрергә, йә зыярат ҡылып, әүлиәгә әйләнергә уйлай. Төрлө шундай сараларға ваҡытын сарыф иткәнсе, ғилемгә хеҙмәт итһә, файҙа булыр ине. Кеше ышанмаҫлыҡ нәмәләр менән баш ҡатырғансы, беҙҙең бит башҡа эштәребеҙ ҙә етерлек.
   ГҮЗӘЛ СИТДИКОВА: Әйткәндәй, Ризаитдин Фәхретдин Әхмәт Йәсәүи зыяратына барып, әүлиәнән ярҙам һорап йөрөгән кешеләр тураһында яҙып ҡалдырған. Хөсәйенбәк кәшәнәһе тураһында ла яҙмалары бар. Уларҙы ул ярамаған ғәмәл тип атай. Йөҙ йыл элек тә бындай ваҡиғалар булған, тимәк. Тарих ҡабатлана. Бер таныш апай һөйләгәйне. Ҡаҙағстандағы бер ҡала эргәһендә бер шишмә булған. Йәйен-ҡышын шишмәләге һыуҙың температураһы бер төрлө икән. Бөтөн халыҡ унда дауаланырға йөрөгән. Ҡыҫҡаһы, сихәте көслө булған ул шишмәнең. Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, бер ҡаҙаҡ ул урынды хосусилаштырып палаткалар, ванналар ҡуйған. Нәҡ шул көндө һыу ҡайҙалыр юғалған. Өс көн үткәс, һыу ҡырҡ саҡрымдай алыҫлыҡта икенсе ерҙән бәреп сыҡҡан. «Аллаһы Тәғәлә биргән мөғжизәне үҙенеке генә итергә тырышҡаны өсөн Ул уны юҡҡа сығарҙы», — тигән ололар. Кеше һаулығында аҡса эшләргә тырышыусыларҙың да яҙмышы шулай бөтөүе бар. Ҡөрьәнде тәфсирләп өйрәнеп кенә күҙебеҙ асыласаҡ. Аңлап, ғалим кимәлендә фекер йөрөткән, дин ғилемен халыҡҡа еткерә алғандай дин әһелдәребеҙ әле бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ауылда, мәҫәлән, мулла итеп шикле кешене ҡуйһалар, ул йыназа көтә лә, кемдең балаһы тыуа, тип йөрөй. Халыҡ араһында аңлатыу-тәрбиә эше алып барырға, йәштәр менән һөйләшергә мәғлүмәте лә, ғилеме лә етмәй. Ундайҙар бар эшен өшкөрөү-төкөрөү менән йола үтәүгә генә ҡайтарып ҡалдыра. Хәҙер төрлө әҙәбиәт шул тиклем күбәйҙе — Ислам дине исеменән сығарылған баҫмаларҙа ла дингә шик, нәфрәт уятырлыҡ мәғлүмәттәр килеп сыға. Шуға күрә дини әҙәбиәтте өйрәнгән ваҡытта ла динде яҡшы белгән остаздар менән кәңәшләшергә кәрәк. Шулай булмаһа, ҡайһы берәүҙәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, динде оҫта файҙаланған төрлө экстремистик ойошмаларға, хаталы йүнәлештәргә, мосолмандарҙы үҙ-ара дошманлаштыра торған секталарға инеп китеүҙәре мөмкин.
                                                                                                            Радик ӨМӨТКУЖИН яҙып алды.
   Шулай итеп...
   Дин тарихын, бәйғәмбәрҙәр тормошон, изге китаптарҙың йөкмәткеһен белмәү арҡаһында дингә беҙ бер ҡатлы ҡарайбыҙ. Белер инек, мәғлүмәт етмәй. Бар мәғлүмәтте лә ҡабул итергә ваҡытыбыҙ юҡ. Шул хәтлем дә тормош ығы-зығыһына күмелгәнбеҙ, «социум» тигән йәмғиәт ҡоршауы үҙ ҡулында ныҡ тота — физик тәнебеҙҙе лә, рухыбыҙҙы ла. Ниәт ҡылырға ғына кәрәк, рухилыҡ тау артында түгел, эргәбеҙҙә.

                                                                                                                                 "Киске Өфө", 2007 йыл, №10