Бәхет асҡысы – тәүбә ҡылыуҙа
Тәүбә ҡылыу бер ҡасан да һуң түгел. Үлем түшәгендә ятҡан кешенең йәне боғаҙына килеп еткән миҙгелдәрҙә генә тәүбә ҡабул ителмәҫ. Бәлиғлыҡ йәшенә етеп, үҙ аҡылында булған һәр кеше тәүбәгә килергә мөмкин. Улай ғына ла түгел: Аллаһы Тәғәлә бәндәһенең тәүбә ҡылыуын һәр ваҡыт көтөп ала. Рухи үҫеш, нәфесеңде тәрбиәләү юлында тәүбә ҡылыу беренсе баҫҡыс булып тора. Бөйөк Раббыбыҙ күңелегеҙгә тәүбә-истиғфар ҡылыу теләген һалған икән — был Аллаһы Тәғәләнең һеҙҙе яратыуының бер билдәһе.
Ғәләмдәрҙең Раббыһы Ҡөръән-Кәримдә әйтә: «Хаҡтыр, Аллаһы Тәғәлә йыш тәүбә ҡылыусыларҙы һәм күңелдәрен сафландырыусыларҙы ярата». Йәғни Бөйөк Аллаһ истиғфар ҡылыусыларға, ҡылған гонаһтары өсөн үкенеүселәргә, сафланыусыларға Үҙенең хөрмәтен һәм мәрхәмәтен күрһәтә. Был аят тәфсирҙәрендә Аллаһы Тәғәләнең хата-кәмселектәре өсөн ғәфү һораусыларҙы һәм ғәфләттән арынырға тырышыусыларҙы яратыуы тураһында ла әйтелә.
Нимә һуң ул ғәфләт? Аллаһы Тәғәләнең Барлығын һәм Берлеген иҫкә төшөрмәй, онотолоп йәшәү. Ғәфләт бик күп гонаһтарға сәбәпсе булып тора. Сөнки яңылыш аҙымдарҙың күпселеге кеше үҙ-үҙен абайламаған, Аллаһы Тәғәләнең уны даими күҙәтеп торғанын иҫенән сығарған саҡта яһала. Шуға ла үрҙә күрһәтелгән аятта Раббыбыҙҙың оло гонаһтар өсөн дә, ҙур булмаған хаталары өсөн дә тәүбә ҡылыусыларҙы һәм ғәфләттән арынырға теләүселәрҙе яратыуы тураһында әйтелә.
Шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Тәүбә итмәүселәр иһә — боҙоҡлоҡ ҡылыусыларҙан». Йәғни, Аллаһы Тәғәләгә буйһонаһы урынға, тәкәберлек һәм үҙ-үҙҙәренә ҡарата золом ҡылыусылар, шуның менән үҙҙәрен, йәндәрен һәм тәндәрен Ғәләмдәр Раббыһының язаһына дусар итеүселәр.
"Әт-Тәғүиләт Ән-Нәжми" китабында былай тиелә: «Маһайыу, дан-шөһрәт яратыу һәм башҡаларҙы түбән күреү кеүек шайтани ғәмәлдәр өсөн тәүбә ҡылмағандар иблис менән бер юлға баҫасаҡ, ләғнәткә дусар буласаҡ һәм Аллаһы Тәғәләнең мәғфирәтенән йырағаясаҡ».
Ҡөръәндә: “Хаҡтыр, Аллаһы Тәғәлә залимдәрға ләғнәт ҡылды". Был аяттан шуны аңларға кәрәк, тәүбәнән ваз кисеүсе боҙоҡлыҡ ҡылыусылар рәтенә индерелә. Рухи үҫешкә ынтылыштың шишмәһе башында оло гонаһтар өсөн дә, бәләкәйҙәре өсөн дә тәүбә ҡылыу булырға тейеш. Үҙ-үҙеңде камилләштереүгә керешкәнсе ихлас күңелдән истиғфәр һорау кәрәк. Әҙәм балаһының нәфсеһен ысын күңелдән үкенеүһеҙ, тәүбәһеҙ тәрбиәләүҙе күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Бер тапҡыр гонаһ ҡылған кешенең йөрәген ҡараңғылыҡ урап ала. Аллаһы Тәғәлә ҡушканынан ситкә тайпылыу утҡа тиң. Мөрйәһеҙ ап-аҡ бүлмәлә усаҡ яғып ебәрһәк, ул тиҙ арала ҡап-ҡара буласаҡ. Аллаһы Тәғәләнең бой-роҡтарын боҙоу ҙа шулай. Раббыһы ҡушҡанды үтәмәүсенең йөрәге, һәр хата аҙымы һайын ҡарайа, томалана һәм бер ниндәй ҙә нәсихәтте лә ҡабул итмәҫлеккә әйләнә. Һәм был пәрҙәне бары тәүбә генә йырта ала.
Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: гонаһтың асыҡ зыянынан тыш йәшерендәре лә бик күп. Гонаһтарҙың йәшерен зыяндары нимә һуң? Ҡаты күңеллелек, рәхимһеҙлек. Әҙәм балаһының бәғере ҡата барған һайын нәфсеһенә лә хужа була алмай, һәм ул инде үҙ-үҙен ҡулда тота алмай. Һәр ҡылынған гонаһлы ғәмәл бәндәгә күңеленең шәфҡәтһеҙлеге һәм нәфсенең буйһонмаусанлығы менән әйләнеп ҡайта. Уның күңелен үәсүәсәләр биләп ала. Һәм бындай хәләттә кеше өгөт-нәсихәттәрҙе ишетмәй, Аллаһы Тәғәләне иҫкә алыуҙан йомшармай. Сөнки ҡылған гонаһтары йөрәген сорнап алған. Ә тыйылған ғәмәлдәр бер-бер артлы ҡабатланып килһә, был «пәрҙә» тағы ла ҡалыная, йөрәк ҡарайа, ғибәҙәттең тәме бөтөнләй ҡалмай. Раббыһына тәҡүә булыуҙан ул бер-ниндәй ләззәт алмай. Йөрәгендә ваҡыт-ваҡыты менән ниндәйҙер осҡондар ҡабынһа ла, ул уларҙы гонаһтары менән бик тиҙ һүндерә һәм йөрәге тыйылған ғәмәлдәр ҡолона әйләнә. Әгәр ҙә гонаһтар өсөн бер ниндәй яза булмаһа, әҙәм балаһы шуның менән ҡәнәғәтләнеп йәшәр ине. Әммә гонаһ ҡылыуҙы нәтижәләре бик аяныс.
Шулай ҙа бер ниндәй ҙә яза юҡ, тип күҙ алдыбыҙға килтерәйек әле. Аллаһы Тәғәләгә тәҡүә бәндәне «мөхсин», йәғни «изгелек, йомартлыҡ итеүсе» тип атаһалар, Раббыһына буйһонорға теләмәүсенең дәрәжәһе — «фасиҡ», йәғни «гонаһлы бәндә», «Аллаһы Тәғәләнән йөҙ һөрөүсө». Әммә был гонаһ ҡылыусыны тотоп аласаҡ иң ҡурҡыныс күренеш түгел. Иң аяныслыһы: гонаһ ғәмәлдәрҙе күп тапҡыр ҡылыу арҡаһында Аллаһы Тәғәләнең ҡоло булыуҙан ләззәт хисе юғалып ҡына ҡалмай, кеше гонаһ ҡылыуҙан рәхәтлек кисерә башлай. Был ауырыу кеүек. Әйтәйек, организмда ниндәйҙер тайпылыш арҡаһында кеше ерәнгес нәмәләрҙән дә оло рәхәтлек ала башларға мөмкин. Әҙәм балаһы нисек итеп күрә тороп шул упҡынға тәгәрәй ала һуң? Һәр кешенең тәбиғи — фитры башланғысы бар. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе шулай яратҡан. Бәндәнең тәбиғи башланғысы Раббыһына ынтыла, уға гонаһ эшләү ят. Һәм бер мәл ул ярамаған ғәмәл ҡыла. Шуның арҡаһында күңелендә бер әсе хис тыуа. Әгәр әҙәм балаһы шуға иғтибар итмәй икән — гонаһтар береһе артынан береһе дауам итәсәк. Ғибәҙәтенең тәме юғала, гонаһ уға ҡәнәғәтлек килтерә. Бына был бик ҡурҡыныс. Алдаған саҡта ла кеше бит башҡаларға ялған мәғлүмәт еткерә, ә һуңыраҡ инде үҙе лә шуға ышана башлай, алдайым, тип белмәй ҙә. Гонаһҡа батҡан кеше лә шулай хаталаныуынан рәхәтлек ала, һаташыуын аңламай.
Шуға ла гонаһ ҡоло булған кешене тәүбәгә килтереү, уның иғтибарын дөрөҫ яҡҡа йүнәлтеү өсөн һүҙҙәр табыу, йөрәгенә хаҡлыҡты еткереү бик ауыр. Аңына килһен, гонаһлы килеш йөрөүенә үкенһен, туҡтаһын, тиһәң — әммә уның йөрәге томаланған, ул бер ни ҙә күрмәй ҙә, ишетмәй, аңларға теләмәй. Кешенең күңеле йәш үҫенте, ағас һымаҡ шул: уны тәҡүәлек һыуҙары менән һуғарып тороу кәрәк. Шул осраҡта ғына был ағас емеш бирәсәк. Уның емештәре иһә: Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу, Уны зекер итеүҙән күңелдең юғары һәләттәренә өлгәшеү. Шул юғары һәләттәр — тәҡүә йөрәктең емештәре. Күҙ ниғмәттәре ниндәй? Ҡараш. Иң дөрөҫ ҡараш — һин ғибрәт алып ҡарағаны. Теге йәки был нәмәгә ҡарап, Раббыңдың хикмәттәрен, бойороҡтарын күрәһен икән — тимәк, ҡарашың дөрөҫ. Ҡолаҡтың емештәре нимәлә? Ҡөръән, өгөт-нәсихәт, вәғәҙ тыңлау. Ҡул — аяҡтың үҙеңә, ғәиләңә, йәмғиәткә, динеңә ҡарата хәйерлегә ынтылыуы — шулай уҡ ниғмәт. Ләкин йөрәгең ҡарайһа, башҡа бөтә ағзаларың да гонаһҡа этәреп торасаҡ. Ундай кеше үҙенә лә зыян һаласаҡ, йәмғиәткә лә. Шуға нәфсене тәрбиәләүҙең иң мөһим өлөшө — бөтә гонаһтарың өсөн дә ысын күңелдән тәүбә ҡылыу. Нәфсене буйһондороу юлында был беренсе һәм иң мөһим аҙым. Аллаһ Илсеһе (салаллааһу ғәләйһи үәссәлләм): «Иң ҡурҡҡаным: өммәтем нәфсегә эйәрер һәм буш хыялдарға бирелер», тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Нәфсегә эйәреү кешене хаҡлыҡтан ситләштерә. Оҙон-оҙаҡ буш хыялдар иһә кешене ахирәт донъяһы тураһында уйланыуҙарҙан йырағайта.
Уйланайыҡ әле: бөгөнгәсә тыныслыҡта, хәйерле тормошта, һау-сәләмәт килеш ғүмер кисерәбеҙ. Шул арала нисә тапҡыр Аллаһы Тәғәлә тыйғандан тыйылманыҡ, күпме гонаһ ҡылдыҡ икән? Әммә Рәхимле үә Шәфҡәтле Раббыбыҙ беҙҙе яза ҡылманы, бөгөнгәсә Рәхмәтенән айырманы. Аллаһы Тәғәләнең Рәхимлелеге Асыуынан алдан йөрөй. Был һәр-беребеҙгә нәсихәт. Оло гонаһтар өсөн дә, бәләкәй генә хаталарыбыҙ өсөн дә, белеп һәм белмәй, махсус һәм яңылышыу арҡаһындағы ғәмәлдәребеҙ өсөн тәүбә ҡылырға ашығайыҡ. Аллаһы Тәғәлә, һис шикһеҙ, ғәфү итәсәк. Уның тәүбә ишектәре Ҡиәмәт көнөнә тиклем, ҡояш кире яҡтан сыҡҡансы асыҡ. Мәғфирәт ҡапҡаларына инергә ашығайыҡ һәм, ИншАллаһ, был донъяла ла, ахирәт тормошонда иң бәхетлеләрҙән булырбыҙ. Барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәләнең Рәхмәте, Рәхим — Шәфҡәтенә ирешеү насип булһын.
Шәйех Әхмәт хажи әд-Дағстани китабы буйынса әхләҡ дәресе
Гонаһ һәм тәүбә: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/gona%D2%BB-%D2%BB%D3%99m-t%D3%99%D2%AFb%D3%99.html
Тәүбә намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99%D2%AFb%D3%99-nama%D2%99y.html
Тәүбә һәм күҙ йәштәре: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/t%D3%99%D2%AFb%D3%99-%D2%BB%D3%99m-k%D2%AF%D2%99-j%D3%99sht%D3%99re.html