Аҙан һәм Ҡамәт

     Намаҙ өсөн аҙан әйтеү вәжиб дәрәжәһендә сөннәти мүәҡҡада булып һанала. Намаҙ ваҡытының башланыуы аҙан әйтеү менән белдерелә. Тәүлегенә биш ваҡыт намаҙ уҡыла һәм биш тапҡыр, йәғни һәр намаҙ алдынан, аҙан әйтелә.
     Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
     Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
     Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһ.
     Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһ.
     Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ.
     Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ. 
     Хәййә ғәләс-саләәһ. Хәййә ғәләс-саләәһ.
     Хәййә ғәләл-фәләәх. Хәййә ғәләл-фәләәх.
     Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
     Ләә иләәһә илләллааһ.

     Аҙан һүҙҙәре ошоларҙан ғибәрәт. Тик иртәнге намаҙҙың аҙағында «хәййә-ғәләл-фәләх» һүҙҙәренән һуң ике тапҡыр Әсәләтү хайрүм минән-нәүүм» тип ҡабатлана.
     Ҡамәт тә аҙан кеүек әйтелә. Тик ҡамәттә «хәййә ғәләл-фәләх» һүҙҙәренән һуң ике тапҡыр «Ҡад ҡамәтис-саләәһ» тиелә.
     Өйҙә лә, ҡырҙа ла аҙан менән ҡамәт уҡыу фазиләтле. Ваҡыт инмәйенсә аҙан уҡылмай. Аҙан — ваҡыттың түгел, намаҙҙың сөннәте. Шуның өсөн ҡаза намаҙҙарға аҙан һәм ҡамәт уҡыу — сөннәт. Наҙан һәм боҙоҡ кешеләрҙең аҙан уҡыуҙары — мәкруһ. Яҡшыны — ямандан, хаҡты хатанан айыра белгән сабыйҙың уҡыуы рөхсәт ителә.
     Ҡатындар аҙан һәм ҡамәт уҡымай. Аҙан һәм ҡамәттә һүҙҙәрҙең һуңғы хәрефтәре сөкөн менән уҡыла. Аҙан уҡылғанда тәкбирҙәр һәм шәһаҙәттәр ҡабатланып, хөрмәт менән тыңлана, ахырында ошо доға уҡыла:
     Әллааһүммә раббә һәәҙиһид-дәғвәтит-тәәммәһ. Үәс-саләәтил-ҡааимәһ. Әәти Мүхаммәдәнил-үәсииләтә үәл-фаҙыыйләһ. Үәбғәҫһү мәҡаамәм-мәхмүүдән-илләҙии үәғәддәһ. Үәрзуҡнәә шәфәәғәтәһү йәүмәл-ҡыйәәмәһ. Иннәкә ләә түхлифүл-мииғәәд.
     Мәғәнәһе: «Аллаһым! Эй, был саҡырыуҙың, йәғни мөбәрәк аҙандың һәм ҡылыныуҙа булған намаҙҙың мөҡәддәс Раббыһы! Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәти Мөхәммәт, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә, дуҫлығыңды һәм бөйөк дәрәжәне бүләк ит һәм уны Һин Үҙең вәҒәҙә иткән «мәками-мәхмүдкә» ирештер. Һис шикһеҙ, һин Үҙ вәғәҙәңдән кире ҡайтмаҫһың».

                                          Аҙан ваҡытында әйтелә торған зикерҙәр
     Аҙан әйтеүҙең сауаптары бик күп. Мәзиндең сауабы хатта имамға ҡарағанда ла артығыраҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әгәр аҙан әйтеүҙең сауабының дәрәжәһен кеше белһә, гәрәбәһеҙ аҙан әйтелмәҫ ине». Барыһы ла аҙан әйтергә теләр ине. Мәзин аҙан әйткән ваҡытта артынан ҡабатлап торорға кәрәк. Ин шә Аллаһ, бәлки шул сауаптарға ирешербеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткәнсә, аҙанды шайтан тыңлай алмай, ҡаса. Мәзин әйткән һүҙҙәр ҡабатланырға тейеш, тик [хәййә ғәләс-саләһ] «Ашығығыҙ намаҙға» һәм [хәййә ғәләл-фәләх]; «Ашығығыҙ уңышҡа» һүҙҙәренән һуң түбәндәге һүҙҙәр әйтелә:
     Ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә илләә билләәһ.
     «Аллаһтан башҡа көс һәм ҡеүәт юҡ.»
     Мәзиндең шәһәҙәт һүҙҙәрен әйткәндән һуң, түбәндәге доға әйтелә:
     Үә әнәә әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, үә әннә мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүлүһ, радыйтү билләәһи Раббән үә бимүхәммәдин расүүлән үә бил исләәми диинән.
     (Мин дә Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығын, Уның берлеген, тиңдәше булмауын, Мөхәммәдтең, ғәләйһиссәләмдең, Уның илсеһе булыуын шәһәҙәт ҡылам. Аллаһты Раббым тип, Мөхәммәдте, ғәләйһиссәләм, пәйғәмбәр тип, Исламды дин тип ҡәнәғәт булдым.

                                               Аҙан ишеткәс уҡыла торған доға
     «Аллааһүммә Раббә һәәҙиһид-дәғүәтит-тәәммәти үәс-саләәтил-ҡааъимәһ, әәти мүхәммәдәнил-үәсииләтә үәл-фәдыыләһ, үәбғәҫһү мәҡаамән мәхмүүдәнилләҙии үәғәдтәһ, иннәкә ләә түхлифүл- мииғәәд.»
     "Эй Аллаһ, ошо дәғүә-саҡырыуҙың һәм уҡыласаҡ намаҙҙың Раббыһы, Мөхәммәдте, саллалаһү ғәләйһи үә сәлләм, вәғәҙә ителгән йәннәттәге иң юғары һәм маҡтаулы урынға урынлаштыр. Ысын мәғәнәһендә һин вәғәҙә иткәнде боҙмайһың".
     Аҙан менән ҡамәт араһында үҙең өсөн доға ҡылырға кәрәк, сөнки был ваҡытта уҡылған доға кире ҡағылмай (ҡабул була).