Ғәүрәт

   Намаҙ уҡығанда ғәүрәт ерҙәр ҡаплаулы булыу фарыздыр. Аулаҡ бүлмәлә, булһа ла, яланғас көйөнсә намаҙ үҡыу дөрөҫ түгелдер. Ир аттың тәне кендек тапҡырынан алып тубығына тиклем ғәүрәт һанала. Ирҙәр тәненең билдәренән юғары һәм тубығынан (теҙенән) түбән өлөшө ҡапланмаған булһа ла намаҙ уҡыуҙары дөрөҫкә хисаплана, ә ҡатын-ҡыҙҙың, күркәм һәм нәфис зат булараҡ, тәненең һәр ере, сәстәре лә ғәүрәт иҫәпләнә. Бары тик ҡатындарға йөҙөн, ҡулдарын беләҙектәренә ҡәҙәр, аяҡтарын шайтан ашыҡтарына (бәкәлдәренә) тиклем асыҡ тотоу рөхсәт ителә. Шул килеш намаҙ уҡыуҙары дөрөҫ һанала. Кешенең кейеме булған хәлдә яланғас көйө намаҙ уҡыуы дөрөҫ түгел. Әммә сараһыҙ ҡалып, яланғас хәлдә икән, яланғас та (кейемһеҙ ҙә) намаҙ уҡый ала. Әммә бындай саҡта намаҙҙы ултырып ҡына уҡырға тейешле. Аяҡ өҫтө баҫып, кейемле саҡтағыса, уҡыуы дөрөҫ булмай.