Ҡоҙоҡ

                                                               Ҡоҙоҡ

   Ҡоҙоҡҡа берәй нәжес төшһә, ҡоҙоҡ эсендәге бөтә һыу бысранған иҫәпләнә, Ундай саҡта, ҡоҙоҡ эсендәге һыуҙы тулыһынса алып бөтөп, ситкә түгергә кәрәк. Әгәрҙә ҡоҙоҡ эсенә турғай, сәпсек кеүек бәләклй ҡош төшөп үлһә, ҡоҙоҡтан 20 күнәк (биҙрә) һыуҙы алып түгергә тура килә. Ә инде тауыҡ, йәки тауыҡ ҙурлығындағы берәй хайуан төшөп үлһә, 40 биҙрә һыуын алып түгергә кәрәк. Әгәр ҙә әле әйтеп үткән йәнлектәрҙең эстәре күпкән, йәки тәне ебегән һәм һыуға уның есеме тарала икән, ҡоҙоҡ эсендәге һыуҙы тотошлайға алып түгергә тейешле булабыҙ. Шунһыҙ, ундағы һыу таҙа һаналмай. Ҡоҙоҡҡа кешенең төшөп үлгән йәки һарыҡ ҙурлығыдағы берәй хайуан төшкән икән, ул саҡта ла ҡоҙоҡтоң һыуын тулыһынса алып бөтөрөп түгергә кәрәк. Кешенең йәки ҡоҙоҡҡа төшөп үлгән хайуандың эсе күпмәһә лә һыуҙы тотошлай алып түгергә тейешлебеҙ. Ҡоҙоҡтоң ҡасан бысратылғаны аныҡ мәғлүм түгел икән, уның көндә алынған һәм өйҙә (йәки мунсала) һаҡланған һыу сығарып түгелергә тейеш.