Доғалар һәм намаҙ

Саҙаҡа доғаһы

1

                                                     Саҙаҡа доғаһы

        Саҙаҡа бирелгәндән һуң торған доға

                  اَللَّهُمَّ احْفَظْ صَاحِبَ هَزِهِ الْصَّدَقَةِ عَنِ ا لْأَفَاتِ وَالْبَلَيَاتِ وَاخْفِرْ ذُنُوبَةً وَ أَكِّدْ اِيمَانَهُ وَاَكْثِرْ أَمْوَالَهُ وَوَفٌِقْهُ عَلَى خيْرِ مَقَاصِدِهِ

      «Аллааһүммә-хфәҙ сәхибә һәәҙиһис-садәҡати ғәнил-әәфәәти үәл-бәлиййәәти үәғфир ҙүңүүбәһүү үә әккид иимәәнәһүү үә әкҫир әмүәәләһүү үә үәффиҡһүү ғәләә хайри мәҡәасидиһ».

   Мәғәнәһе: Эй, Аллаһы ошо саҙаҡа биреүсене афәт һәм бәләләрҙән һаҡла үә йәнә уның гонаһтарын ғәфү ит. Үә йәнә уның иманын ҡеүәтле ҡыл, үә йәнә уңың малдарын арттыр, үә уны хәйерле маҡсатсарына ирештер.

Аш-һыу доғаһы

0

                                                             Аш-һыу доғаһы

   Ҡунаҡта, мәжлестә һыйланғас ошо доға уҡылыр. Был доға менән хужаларға рәхмәт белдереү әйтелә.
من أطعمه الله الطعام فليقل: اللهم بارك لنا فيه وأطعمنا خيراً منه". ومن سقاه الله لبناً فليقل: اللهم بارك لنا فيه وزدنا منه

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Аллаһ Тәғәлә берәй кешегә ризыҡ насип итһә: «Эй Аллаһ, беҙгә унда бәрәкәт бир һәм унан да яҡшырағын насип ит.

   “Аллааһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә атғамәнәә хайран минһү”, — тип әйтһен.
   Аллаһы Тәғәлә уға һөт әсергә насип итһә: «Эй Аллаһ, беҙгә унда бәрәкәт бир һәм уны беҙгә тағы арттыр (өҫтә)».

   „Алләаһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә зиднәә минһү“, —  тип әйтһен».

                                                        Табын ҡағиҙәләре

   Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр булһа, табынға уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ.
   Табында ултырғанда, йорт хужаһынан алда, шулай уҡ ололарҙан алда ашай башламағыҙ. Әҙәп һаҡлағыҙ.
   Ашай башлағанда бисмиллә әйтеп, уң ҡулығыҙ менән ашағыҙ. Ашап бөткәс, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ.
   Күп итеп алмағыҙ, ашыҡмағыҙ, яҡшы сәйнәгеҙ. Ҡомһоҙ булмағыҙ, күп ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ, ашауҙан теләгегеҙ бөтмәйенсә туҡтамағыҙ. Бындай нәмәләрҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы күп булыуын үҙегеҙ ҙә белерһегеҙ.
   Фекерегеҙҙе гел ашау өсөн сарыф итмәгеҙ. Һөйләшеп ашаған аш еңел һеңһен өсөн, ҡысҡырышмай, һүҙ көрәштермәй, әҙәпле генә һөйләшегеҙ.
   Ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Ваҡыты етеп тә, ашарға теләгегеҙ булмаһа, көсләп ашамағыҙ.
   Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла аш алдында һис кемде шелтәләмәгеҙ һәм берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ.
   Аштан һуң ҡулдарығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ.

Мәжлес зекере

0

                                                   Мәжлес зекере

     Мәжлестә, йыйылышҡан урында ултырғанда әйтелә торған зекер
عن ابن عمر قال : كان يعد لرسول الله صلى الله عليه وسلم في المجلس الواحد مائة مرة من قبل أن يقوم "رب اغغر لي وتب علي إنك أنت التواب الغفور

     Ибн Ғүмәр (р.ғ.) -нан риүәйәт ителә: Пәйғәмбәребеҙ бер мәжлестә ултырғанда, урынынан тороп киткәнсе 100 тапҡыр түбәндәге доғаны уҡыны: «Рабби ғфир лии үә түб ғәләййә иннәкә әнтәт-тәүүәәбүль-ғафуур.»

     (Эй Раббым, гонаһтарымды ғәфү ит, тәүбәмде ҡабул ит. Ысынлыҡта, һин — Тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, гонаһтарҙы Ғәфү итеүсе.)

Аш доғаһы

0

                                                          Аш доғаһы

     Ашар алдынан ҡулды өс тапҡыр һыу менән йыуабыҙ һәм ашағандан һуң өс тапҡыр ауыҙ-ҡулды һыу менән сайып-йыуып ҡуйһаҡ: пәйғәмбәр өйрәткән сөннәте үтәйбеҙ. Ашты һәр ваҡыт «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип башларға, ашап туйғас, биргән ниғмәттәре өсөн «Әлхәмдү лилләһ» тип Аллаға шөкрана һәм хәмде-ҫәнә итергә кәрәк. Ашау-эсеү доғалары Аллаһҡа шөкөр, рәхмәт һәм ризалыҡты белдерергә тейеш. 
الْحَمْدُ ِلِلَّهِ الَّزِى أَطْعَمَنَا وَ سَقَانا وَجَعَلَنَا مِنَ الْمُسْلِمِينَ. اللَّهُمَّ بَارِكْ لَنَا فِيهِ وَأَطْعِمْنَا خَيْراً مِنْهُ ، اللَّهُمَّ أَغْطِنَا رِزْقٌا حَلَا لَا وَأَنْتَ خَيْرُ الرَّازِقينَ ، اللَّهُمَّ نَوِّرْ قُلُوبَنَا وَارْحَمْنَا وَارْضَ عَنَّا ، وَأَعْطِنَا تَمَامَ نِعْمَتِكَ وَدَوَامَ نِعْمَتِكَ وَتَمَامَ تَوْفِيقِكَ

     «Әлхәмдү лилләәһил-ләҙии әтғәмәнәә үә сәҡанәә үә джәғәләнәә минәл-муслимин. Аллааһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә әтғымнә хайран минһү. Аллааһүммә әғтыйнә ризҡан хәләәлән үә әнтә хайрур-раазиҡыын. Аллааһүммә нәүүир ҡулүүбәнәә үәрхәмнәә үәрда ғәннәә. Үә әғтыйнә тәмәәмә ниғмәтикә үә дәүәәмә ниғмәтикә үә тәмәәмә тәүфииҡыҡ, бихурмәти нәбиййикә үәлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Ридааән лилләәһил-фәәтихәһ.»

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Мәжлес алдынан доға

0

                                               Мәжлес алдынан доға

    Бер мәжлескә ултырғас уҡыла торған доға:
اَللَّهُمَّ أَنْزِلْنِي مُنْزَلًا مُبَارَكًا وَأَنْتَ خَيْرُ الْمُنْزِلِينَ

   «Аллааһүммә әнзилнии мүнзәлән мүбәәракән үә әнтә хайрүл-мүнзилиин».
   Мәғәнәһе: “Йә, Рабби, мине мөбәрәк ергә индер. Һин хәйерле индереүсе.

                                                 Табын ҡәғиҙәләре

   Ҡунаҡ саҡырырға булһағыҙ, ғөрөф-ғәҙәт буйынса иртәрәк хәбәр итегеҙ.
   Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ һәм хөрмәт менән ҡаршы алығыҙ, һәр кемде урынына ултыртығыҙ.
   Ниндәй генә ләззәтле булһа ла аштарығыҙҙы маҡтамағыҙ, ҡунаҡтарҙы ашарға ҡыҫтамағыҙ. (Бер-ике мәртәбә әҙәпле генә әйтһәгеҙ, зарар булмаҫ.) Ҡунаҡ итеүсенең вазифаһы ҡунаҡтар алдына аш килтереү була. Ашау һәм ашамау ҡунаҡтар ихтыярында.

   Ҡунаҡтарҙың һәр береһе янында әҙерәк тороғоҙ, һөйләшегеҙ. Ҡайтып киткән саҡтарында асыҡ йөҙ менән хушлашып, рәхмәт әйтеп ҡалығыҙ.
   Ҡунаҡҡа саҡырһалар, билдәләнгән ваҡыттан бер нисә минутҡа һуңлап барығыҙ. Йорт хужаһы менән шатланып күрешегеҙ.
   Мөмкин булһа, үҙегеҙгә яҡын кешеләрҙең яндарына ултырығыҙ. Мәжлес һәм ашау ҡағиҙәләрен камил үтәгеҙ. Ни ҡәҙәре оҡшамаған аш килтерһәләр ҙә яратмағанлығығыҙҙы белдермәгеҙ. Ризыҡтары матур булманы, тип бәхәсләшмәгеҙ, ашарға теләгәндәрен ашағыҙ, теләмәгәндәрен әҙәпле генә ҡайтарығыҙ. Бүлеп алмағыҙ.
   Аш тамамланғас, ҡулдарығыҙҙы йыуып, рәхмәт әйтеп, әҙәп менән хушлашып, ҡайтып китегеҙ.
Мәжлескә барырға берәй ҡаршылыҡ килеп сыҡһа, килә алмауығыҙҙы белдереп, хәбәр итегеҙ.
   Бер кешегә барғанда икенсе берәүҙең мәжлесе, аштарының ләззәте булмауы йәки башҡа ғәйептәре булыуы тураһында һөйләмәгеҙ.
   Саҡырмаған кешеләрҙең мәжлестәренә бармағыҙ.
   Аш һәм туй мәжлестәре ойошторғанда, башҡаларҙан көнләшеп, хәлегеҙҙән артыҡ мал исраф итмәгеҙ.
                                                             Ҡайһы бер яҙмалар “Башҡортса дини календарь”-ҙан алынды

Күрешеү доғаһы

0

                                                             Күрешеү доғаһы

     Берәү менән күрешкәндә уҡылыр:
اَللَّهُمَّ اجْمَعْ بَيْنَنَا بِالْخَيْرِ وَالسَّلَامِ وَأَلِّفْ بَيْنَنَا بِأَحْسَنِ الْكَلَامِ

   «Аллааһүммә-жмәғ бәйнәнәә бил-хайри үәс-сәләәми үә әллиф бәйнәнәә би-әхсәнил-кәләәм».

   Мәғәнәһе: Йә, Раббым, беҙҙе изгелек үә сәләмәтлектә күрештер үә күркәм һүҙҙәр менән өлфәт ҡылдыр.

Салауат (маҡтау)

1

                                                    Салауат (маҡтау)

   Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ҡөръән Кәрим китабында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауаттар әйтеү әмер ителгән: “Һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә һәм уның фәрештәләре пәйғәмбәргә салауат әйтәләр. Әй мөьминдәр! Һеҙҙә уға салауат әйтегеҙ һәм тулы тәслимәт менән сәләм бирегеҙ”. (Әхзәб сүрәһе, 56 аят).
   Пәйғәмбәргә салауаттар әйтеүҙең бик сауаблы булыуы хәҙистәрҙәндә билгеле.
   Бер көндө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре янына көләс йөҙ менән килеп үҙенең шатлығын аңлатҡан: Джәбрәил фәрештә килеп: “Йә, Мөхәммәд! Өммәтеңдән бер кеше һиңә бер салауат килтергәнгә ун салауат, бер сәләм килтергәнгә ун сәләм килтереүемә риза булырһыңмы? – тине. Бына шул сәбәптән мин дә һөйөндөм” – тигән пәйғәмбәр. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Салауат, сөннәт әһеле доғаһы

0

                                               Салауат, сөннәт әһеле доғаһы

   “Салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмә үә шәррафә үә кәррамә үә мәджжәдә үә ғәззамә саләәтән дәәәъимәтәй иләәә әбәдил әбәде.
   Аллааһүммә йә Рабби биджәәһи нәбиййикәл мустафәә үә расуликәл муртада таһһир ҡулуубәнә мин кулли уәсфий йубәәғидунәә ғәм мушәәһәдәтикә үә мәхәббәтикә үә әмитнәә ғәләс суннәти үәл джәмәәғәти үәш-шәуҡый иләә лиҡаааъикә йәә ҙәл джәләәли үәл икраами үә салләллааһү ғәләә сәййидинәә үә мәүләәнәә Мухәммәдин үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии үә сәлләмә тәслиимән үәл хәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмииин”.

   Мәғәнәһе: Аллаһ уға мәңгелектәрҙең мәңгелеге дауамында салауат һәм сәләм еткерһен, данлыҡ, мәңгелек бирһен, уға йомартлыҡ менән ҡараһын, бейеклек һәм бөйөклөк бирһен!
   Аллам! Ии Раббым, һайланған бәйғәмбәреңдең, ризалыҡ биргән илсеңдең Һинең алдыңдағы юғары урыны менән беҙҙең йөрәктәребеҙҙе Һине күреүҙән, Һиңә ҡарата мөхәббәттән алыҫайтҡан барса сифаттан таҙарт һәм беҙҙе сөннәт һәм йәмәғәт әһеле итеп Һине күрергә теләүсе итеп үлтер, ии бөйөклөк һәм йомартлыҡ Эйәһе.
   Әфәндебеҙ, батшабыҙ Мөхәммәдкә, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә салауаттар һәм сәләмдәр еткер.
   Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаға маҡтау булһын!

Фәҡир булған кешенең салауаты

0

                                              Фәҡир булған кешенең салауаты

   “Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин ғәбдикә үә расүүликә үә ғәләл мүьминиинә үәл мүьминәәти үәл мүслимиинә үәл мүслимәәти.

   Мәғәнәһе: Йә, Аллам! Хәбибең үә рәсүлең Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә салауат әйт. Мөимин булған ир үә ҡатындарға, мосолман булған ир үә ҡатындарға ла мәрхәмәт ҡыл.

   Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ әйтте: “Берәй кешенең үҙендә зәкәт бирерлек малы булмаһа, ошо салауатты уҡыһын. Был салауатты уҡыған өсөн зәкәт биргән кеүек сауаб булыр. Йәғни, фәҡир кешенең зәкәт бирерлек дәрәжәлә малы булмаһа, был салауатты уҡыһа, зәкәт биргән кеүек сауаб алыр, малы бәрәкәтләнер.

Салауат-шәрифә

0

                                                 Салауат-шәрифә

   Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхаммәд. Кәмәә салләйтә ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһииим. Иннәкә хәмиидүмм-мәджииид. Аллааһүммә бәәрик ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхаммәд. Кәмәә бәәрактә ғәләәә Ибрааһиимә үә ғәләәә әәли Ибрааһииим. Иннәкә хәмиидүмм-мәджииид.

   Мәғәнәһе: «Аллаһым! Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә Ибраһим, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә рәхмәт иткән кеүек рәхмәт ебәр. Тәхҡиҡ, Һин маҡтаулы һәм оло. Аллаһым, Мөхәммәт, ғәләйһис- сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә Ибраһим, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә бәрәкәт иткән кеүек бәрәкәт ебәр. Һис шикһеҙ, Һин маҡтаулы һәм оло».

Вверх
.