Архив рубрики: Дин

Сират күпере

                                                Сират күпере

     Ҡиәмәт көнө (судный день) беҙ ҡәберҙән ҡутарылып яңынан терелгәс, һорау алыу ваҡытында барыбыҙҙа тамуҡ өҫтөндәге сират күпере аша үтәсәкбеҙ. Әгәр үтә алһаҡ, беҙ йәннәтле булырбыҙ, әгәр Алла Тәғәлә насыйп итһә. Ошо һынауҙы үткәндә, кемдәр лайыҡлы — йәннәт әһеле булыр, кемдәр хурлыҡлы, тамуҡҡа ғазаб өсөн ҡолап төшәр. Ҡиәмәт көнө шуға ла иң ҡурҡынысы ошо күперҙе үтеү. Әгәр ҙә аҙ ғына гөнаһы булып та тамуҡ утынын хәүефеннән бәндәләр сафлана үә паҡлана алһалар, йәғни күперҙән уҙған саҡта йәһәннәм ялҡыны уларҙың яманлығын көйҙереп ҡалдырһа, был кешеләр аның осона барып етәр, ни хиҡмәт, йәннәтле булырҙар. Был Аллаһ Тәғәләнең сере, рәхимлеге, ҡөҙрәте. Шуға ла ысын күнелдән уға ышанайыҡ.
Читать далее

Тамуҡ

                                                         Тамуҡ

   Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөръән китабы менән ант итәм «Тамуҡ хаҡ, Ожмаҡ хаҡ» — тип әйтә. Аллаһ Тәғәлә хаҡлы; кемдер изгелектәр ҡыла, намаҙ уҡый, ураҙа тота, ә икенсе берәү шашып Хаҡ Тәғәләне танымай йәшәй бирә. Шуның өсөн теге әхирәт донъяла ошо был ғүмерҙә ҡылған эштәр өсөн һәр кемден үҙ урыны буласаҡ. Был темала иң ҡурҡыныс урын «тамуҡ» хаҡында яҙып китәйем. Шуныһын белеп китегеҙ, әле тамуҡта мәрхүм булған бер кеше лә юҡ. Ошо бар донъябыҙ ере менән аҫты өҫкә килгәс, барыбыҙҙа сират күперен үтеп — кемдер тегендә, ә кемдер бында инер. Ә тамуҡ әлегә әҙер, көтөп тора кемделер. Читать далее

Аллаһ Тәғәләнен араҡы эсеүселәргә язаһы

                                 Аллаһ Тәғәләнен араҡы эсеүселәргә язаһы
   

    Аллаһ Тәғәлә араҡы хәмер эсеүселәргә теге донъяла нимә вәғәҙә итеп һәм ниндәй яза әҙерләгән һуң. Хәмер тигән һүҙҙе ғәрәпсәнән башҡортсаға әйләндерһәк “ағыу” тигән мәғәнәлә. Хәмергә бар төрлө иҫерткес эсемлектәр инә. Спирт төрҙәренән —  барыһынан алып, һыра (пиво) һәм бал (брага) тигән бар иҫерткес нәмәләр.

   Беҙҙен халыҡ шашып “культурно” эсәбеҙ, беҙ алкаш түгел тип ҡуҡырайып араҡы эсеүҙәрен туҡтатмайҙар. Нисек инде тыуған көн, юбилейҙәр, туйҙар үткәрәһен эсмәйенсә? Бында инде ярыш, нисек булһала күршендән уҙғарып, бына шулай кәрәк тип, әхләктәрен тапап, имандарын юғалталар. Беҙҙен элекке быуындар араһында булмаған кафыр, шайтан ғәҙәттәрен индереп халҡыбыҙ алйып йәшәй. Хәҙер шуға барып етте: Беҙҙең ата-әсәләр эскәндәр бит — тип, шуға һылтаналар. Белгәндәре Аллаһ Тәғәлә ғәфү итәр тигән өмөттә йәшәп килә. Ни ҡурҡыныс һәм ниндәй ҡаты яза уларҙы көтә, әйҙәгеҙ динебеҙҙә шул хаҡта әйтелгәнен уҡып китәйек. Читать далее

Аллаһ Тәғәлә алдында бурысыбыҙ

Таштимеровская мечеть

Аллаһ Тәғәлә алдында бурысыбыҙ

    Әғүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдү лил-ләәһи раббил ғаләмиин. Үәссаләтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдән үә ғәләә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғиин.

   Әссәләәмүғәләйкүм үә рахмәтүл-лааһи үә бәракәтүһ. Барығыҙғала Аллаһ Тәғәләнен рәхмәте һәм сәләме булһын.

   Ошо донъябыҙ һыуыҡ бер урындыр. Был һыуыҡлыҡ һис тәбиғәттән түгелдер. Ул һыуыҡлыҡ бәндәләрҙен бер береһенә булған иҡтибарһыҙлығынан киләлер. Ошо һыуыҡ донъяға бер аҙ ғына булһа ла йән йылылығы өҫтәү һәр беребеҙҙен төп бурысыбыҙ булып тора. Читать далее