Сыр һәм алма тултырылған помидор
3 өлөш ризыҡ әҙерләү өсөн кәрәк: 300 г помидор, 75 г алма, 60 г сыр, 3 г һарымһаҡ, 45 г майонез, 10 г тәмләткес үләндәр.
Әҙерләү:
Уртаса ҙурлыҡтағы тығыҙ помидорҙарҙы йыуып, өҫкө өлөшөн ҡапҡас рәүешендә киҫергә, эсен ҡырып алып эслек өсөн урын әҙерләргә. Помидорҙарга тоҙ һибеп, эслекте тултырырға, тәмләткес үләндәр менән биҙәргә һәм йәшел салат япраҡтары һалынған десерт тәрилкәһендә өҫтәлгә бирергә.
Эслек шулай яһала:
Әҙер алманы ваҡ ҡына итеп һаламлап турарға, өҫтөнә эре ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, помидор эсенең бер өлөшөн иҙеп һалырға, ваҡлап туралған һарымһаҡ өҫтәргә һәм майонез бутарға.
Башҡортостан ҡыҙы журналынан