Уҡымышлы заттарҙың вазифаһы

                                               Уҡымышлы заттарҙың вазифаһы

   Уҡымышлы заттарҙың вазифаһы — кешеләрҙе диндән ситләштереү түгел, ә дингә яҡынайтыу
Диндә сама тигәнде белмәү Аллаһты инҡар итеүгә тиңләшкән бер эш булыуын белмәй һәм аңламай бик күптәр: «Ғибәҙәт ҡылыуҙа ниндәй зарар бар?» — тигәнерәк фекер йөрөтәләр. Бының ярамаған бер эш булыуы хаҡында уй-фекерҙәре ышаныслы ғалимдар һәм Ҡөрьәнде яттан белгән хафиздар яҙған әҫәрҙәр был көндә күп һәм улар нәшер ителеп донъяға таралған булһалар ҙа, һәр мәмләкәттә яңы нәмәләр уйлап сығарыусыларҙың аҫтыртын эш итеүҙәре, Ислам хафиздарын аҙаштырып йөрөүсе, динһеҙ зиңдиҡтар, шиғыйҙар, гонаһҡа бирелгән наҙандар кеүек, ҡушаматтар тағып, ҡайҙа тура килһә, шунда әрләп, кәмһетеп йөрөүҙәре сәбәпле, иғтибарға алынып бөтмәй, тыйылмай Ислам донъяһында тарала, дауалау саралары күрелмәгән ваба ауырыуы кеүек бөтә тирә-йүнде ҡаплап алыу ҡурҡынысы тыуҙы.
   Әйткәнебеҙсә, бындай хәлдәр ғасры сәғәҙәттә булманы. Әле лә мосолмандарҙан кем дә булһа берәү ни тиклем дә ғалим, үҙенсә ни тиклем дә диндар булмаһын, башҡа бер мосолмандың диненә ҡыҫылырға, уның иманы, мәҙһәбе һәм һуңынан буласаҡ һөҙөмтәһе тураһында фекер йөрөтөргә хаҡы юҡ. Ғалим заттарҙың вазифалары халыҡты диндән ситләштереү түгел, ә дингә яҡынайтыу, кеше менән булашыу, башҡаларҙы тикшереү урынына һәр кем үҙен белеп, үҙ нәфсеһен яҡшыртырға тейеш.
   Артабан ғалим һуңғы ваҡыттарҙа дин мөхитенә килеп ингәң яңылыҡтарҙы барлап сыға.

 

             Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғүл кәлим-шәрхе». 160 —166-сы биттәрҙәге шәрехтәрҙән
   Ауылдарҙың береһендә 40 йылдар самаһы имам булып йөрөгән бер мөриттең: «Инде беҙҙең хәҙрәт (үҙе эйәреп йөрөгән шәйех була инде) мөриттәрҙе Рәсүлулла дәрәжәһенә еткерергә тырышып йөрөй», — тигән һүҙҙәрен тыңлап торғандар: «Һуң хәҙрәт үҙе шул дәрәжәгә еткәнме?» — тигәс, мөрит: «Инде әллә ҡасан үткән», — тип яуап биргән.
   Бер көндө имамдарҙан берәү үҙебеҙгә лә: «Урам буйлап барғанымда мәсет ҡарттарынан берәүҙең ҡарсығы менән бергә атҡа ярҙам итеп, көлтә тейәлгән арбаны тартышып барғанын күрҙем дә: «Улың менән киленең ҡайҙа һуң?» -—тип һораным. «Улар фәлән кешелә сөхбәттә ҡатнашып, һөйләшеп ултыралар, ашарыбыҙға бөткәйне, арыш алып ҡайтып, ҡарсыҡ менән икәүләп һуғып алырға булдыҡ», — тинеләр. Эшемде ташлап шул өйгә барҙым. Ишан хәҙрәттең бер урынбаҫары (текста хәлифе) килгән икән, йәп-йәш ирҙәр менән ҡатындар, уғландар һәм килендәр түңәрәк яһап, шуның менән сөхбәткә йыйылғандар... Бынан һуңғыһы тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге булмаҫ тип уйланым...
   ...Һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: ауылдағы эш кешеләренең үә, ғөмүмән, (диндә) наҙан халыҡтың «тасәууыф» — ишанлыҡ, суфыйлыҡ менән шөғөлләнеүҙәре маҡтаулы эш түгел. Халыҡ араһында «тасәууыф» таратыуҙан әһле Ислам һис ваҡытта хәйер күрмәне, бынан һуң да хәйер күреүе шөбһәле.
                                                     Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғүл кәлим-шәрхе». 206—207-се биттәрҙән
   Был хаҡта беҙгә дин ғалимы, яҙыусы, мөфтөй яҙып ҡалдырған!
   «Өс нәмәнән был өммәт сәләмәт булманы — былар көнләшер һәм күрә алмау, кеше хаҡында яман уйҙа булыу, шик-шөбһәгә бирелеп шомланыу. Белеп ҡалығыҙ, шул нәмәләрҙән ҡотолоу юлын өйрәтәйемме? Кемдер хаҡында насар уйҙа булһағыҙ, уны дөрөҫлөк дәрәжәһенә күтәрмәгеҙ, көнләшер булһағыҙ, шуға таянып эш итмәгеҙ, берәй нәмәнән шомлана ҡалһағыҙ, Аллаһы Тәғәләгә тәүәккәлләп, юлығыҙҙы дауам итегеҙ!» — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм: .
   «Өс нәмәнән был өммәт сәләмәт булманы» тигәндең мәғәнәһе — башҡа өммәттәрҙә улар юҡ, беҙҙең өммәттә генә бар, тигән һүҙ түгел, бәлки, башҡа өммәттәрҙә булған шикелле, улар беҙҙә лә бар, тигән һүҙ. Мосолман өсөн былар дөрөҫ түгел, гонаһлы эштәр, тип Рәсүлулла гонаһтарҙан ҡотолоу юлын күрһәтә.
Бәғзе көндәр һәм бәғзе айҙарҙан, сәфәргә сыҡҡан ваҡытта бәғзе бер кешеләр осрауынан, ҡарға үә ябалаҡ (байғош) тауыштарынан, айырым һандарҙан шомланыу һәм шуның сәбәбенән барыр ереңдән туҡталып ҡалыу тейешле эштәрҙән түгел. Әммә яҡшы нәмәләрҙән, әйтәйек, сәфәргә сыҡҡан ваҡытта тулы ризыҡтарға тура килеү. Йәки ҡапҡанан сығыу менән үтеп барыусының: «Әс-сәләмү ғәләйкүм!» — тигән һүҙен ишетеү сәбәпле хәйерле юл өмөт итеүҙә, хәйерлегә юрауҙа зарар юҡ. Сәфәргә сыҡҡан ваҡытта Рәсүлулланың тура юлда, тура юл күрһәтеүсе ихтыярында ҡалырға мөмкинлек тыуһын, юлың уңышлы булһын кеүек һүҙҙәр ишетеү сәбәпле, күңеле күтәрелеп китә торған була.
   Шул сәбәпле сәфәргә оҙатыусы кешеләр ҙә мосафир ҡуҙғалыу менән: «Әс-сәләмү ғәләйкүм, сәләмәт йөрөгөҙ, хәйерле сәфәр булһын, тура юлдан тайпылмағыҙ» кеүек һүҙҙәр менән оҙатһа, мосафирҙарҙың да күңеле хушланыр, шунан һуң улар эҙләгән нәмәләре табылмаған хәлдә лә уға әллә ни аптырап бармаҫ булалар».
                                           Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғүл кәлим-шәрхе». 196—197-се биттәр
                                 * * *
   Мосолман һәр нәмәне насарлыҡҡа юрамай.
   «Пәйғәмбәребеҙҙең мин: «Ҡоштар осоуындағы йүнәлештәрҙе насарлыҡҡа юрау дөрөҫ түгел, уларҙы яҡшыға юрарға кәрәк», — тигәнен ишеттем», — тип хәҙис һөйләп ҡалдырған Әбү Һөрәйрә. «Ә һуң яҡшыға юрау ниндәй була?» — тип һораным мин унан. «Яҡшылыҡ ғәләмәте — ул кешенең һиңә әйткән яҡшы һүҙе», — тип яуап биргән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
                                * * *
   Икенсе бер хәҙистә Әбү Һөрәйрә пәйғәмбәребеҙҙең: «Аңлы рәүештә тауҙан ташланып, үҙен үҙе һәләк иткән кеше мәңгелеккә тип ташланған ут ялҡынында һәр ваҡыт түбәнгә ҡарай ҡолауын дауам итер; ағыу эсеп үлеүе сәбәпле, мәңге яныу өсөн тип утка ташланған кеше ут эсендә лә ағыу әсеүенән туҡтамаҫ; тимер ҡулланып, үҙен үҙе үлтергән кеше ут эсендә лә ҡорһағына тимер менән яра һалып ҡына торор», — тип әйткән һүҙҙәрен ишеттем, тигән.

                                                                                                               Башҡортса календарь, 2017 йыл