Тәғәм, аш-һыу эсмәк, тәндне таҙартмаҡ

   Ауылдарҙа мәктәптәр ябылыу халҡыбыҙҙың киләсәгенә кәртә ҡуя, тибеҙ. Белем усаҡтары ябылыу менән бергә шул төбәктең бер нисә быуат тарихын һаҡлаған музейҙарҙың бөтөрөлөүе бигерәк тә аяныслы. Бер аҡыл эйәһе: “Китаптары сүплеккә ырғытылған илдең киләсәге юҡ”, — тигән. Ата – бабаларыбыҙ аманатына еңел – елпе ҡарамаһаҡ ине лә бит... Баш ҡалабыҙ эргәһендәге бер районда ла мәктәп менән бергә музей ябылған. Иҫке төрки телендә яҙылған китаптар ҙа “өйһөҙ”, “хужаһыҙ” ҡалған. Шул китаптарҙың береһе остраҡлы ғына ҡулыма килеп эләкте. Ҡатырға тышлы. 1907 йылда Ҡазанда ағалы-ҡустылы Кәримовтар типографияһында баҫылған. “Тәғәм, аш-һыу эсмәк, тәндне таҙартмаҡ” тип яҙылған. Тәржемә итә башлағас та бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Әлбиттә, сәләмәт туҡланыу тураһында хәҙер күп яҙалар, интернет селтәрҙәрендә ниндәй генә мәғлүмәт юҡ. Әммә үткән быуатта ата – бабаларыбыҙ был хаҡта нимә тип яҙып ҡалдырғанды белеү зыян итмәҫ, бәлки файҙаһы тейер. Әммә баҫманың үткән быуат ҡомартҡыһы булыуын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Шуға күрә, китапта яҙылған кәңәштәрҙең бөтәһен дә мотлаҡ тоторға кәрәк тип әйтеп булмай.

   Әҙәмдең хәстәлеге күберәк эсендә була, йәғни эсе ауырта. Эс ауыртыуы күп ваҡыт әҙәмдең вафатына сәбәп була. Эсебеҙ ауыртыуҙың башлыса сәбәбе шулдыр: йә ваҡытһыҙ ашайбыҙ, йә эсебеҙҙә бешмәй торған ашамлыҡтар ашайбыҙ. Ашай торған аштарыбыҙҙа нимәләр бар, шуларҙы белергә кәрәк. Әммә ләкин иң элек беҙ ашарға ник мохтаж, ник ашайбыҙ икәнде белергә кәрәк. Шуны белһәк, ниндәй ашты ашарға кәрәк, ҡайһыһынан һаҡланырға кәрәк икәнде белеү бик еңел булыр.

   Беҙ беләбеҙ ки, һәр бер әҙәмдең үә хайуандың тәғәмдән башҡа йәшәүе мөмкин түгел. Йәки кәрәк әҙәм булһын, кәрәк хайуан булһын, бик оҙаҡ ашамай торһа, үләлер. Беҙ тәғәмгә ник мохтаж? Ашау ни өсөн кәрәк? Кәрәк әҙәм, кәрәк хайуан булһын, тере (йәнле) ваҡытында тәненән һәр ваҡыт төрлө нәмәләр сығып торалыр. Шуның кеүек матдәләр кәмеп, кипмәһен өсөн, ашарға мохтаждыр.Нисек сыға, юғаламы? Юғалғанын күреп булмайҙыр. Сәстәребеҙ, тырнаҡтарыбыҙ, һаҡал-мыйыҡтарыбыҙҙы ҡыҫҡартабыҙ,тирләйбеҙ, башыбыҙ һәм тиребеҙҙән төрлө нәмәләр ҡубып төшәлер. Эсебеҙҙән дә төрлө нәмәләр сығалыр. Тимәк, тәнебеҙ һәр ваҡыт кәмеп тора. Әммә бөтөнләй кәмеп тә бөтмәйбеҙ бит. Бәлки артабыҙ һәм һимерәбеҙ! Тәнегеҙҙе тотоп ҡарағыҙ, йылы үә ҡайнар түгелме? Тәнебеҙҙән сыҡҡан йылылыҡ менән өҫтөбөҙҙәге кейемебеҙ үә яныбыҙҙағы һауа йылыналыр. Тәнебеҙҙәге йылылыҡ тышҡа сығып тора, әммә һаман бөткәне юҡ. Уның урынына башҡа бер ҡыҙыулыҡ килеп тора. Сөнки тәнебеҙ һаман әлеге кеүек йылыйҙыр. Был килгән ҡыҙыулыҡ тыштан түгел, үҙебеҙҙең эсебеҙҙән сыға. Тимәк, беҙҙең эсебеҙ гел йылы үә ҡайнар булып тора. Һәр кем беләлер, ҡыҙыулыҡ үә йылылыҡ берәр нәмә янған ерҙә була. Өйөбөҙҙәге усаҡта утын янмаһа, өйөбөҙ йылы булмайҙыр. Тимәк, беҙҙең эсебеҙҙә лә нәмәлер янамы? Әлбиттә. Эсебеҙҙәге матдәләр һәр ваҡыт янып тора. Ләкин усаҡтағы кеүек ялҡын, төтөн булмай. Беҙ ауырмы, еңелме берәй эш эшләгәндә (утын киҫкәндә, һыу ташығанда, һөйләшкәндә, уҡығанда, яҙғанда, тын алғанда) матдаләрҙе сығарып, юғалтып торабыҙ. Эшебеҙ нисек — матдаләр юғалыуы ла шулай. Ауыр булһа – күп, еңел булһа – аҙ була. Бик оҙаҡ үә бик ҡаты эшләһәгеҙ атығыҙ ҙа, үҙегеҙ ҙә ябығаһығыҙ. Әгәр ҙә ошо тәнебеҙҙән юғалған матдәләрҙе бер урынға йыйһаҡ, ғәжәпкә ҡалырлыҡ күп булыр ине. Ғалимдарҙың күҙәтеүенә ҡарағанда, бер тәүлектә 8 – 10 фунт (ҡаҙаҡ) матдә юғалалыр. Бына шуның өсөн ашамаға мохтажбыҙ. Әгәр әҙәм ашамаһа, ас торһа, көндән – көн насарланыр. Хатта тиреһе менән һөйәге генә ҡалыр, ҡото китәр. Яна торған нәмәләре бөткәс, тәнендә йылыһы ла бөтөр, ахыры үлер. Ашаһа, тағы юғалған матдәләре урынына башҡалары торор үә йәшәр.

   Һәр кемгә мәғлүм: әгәр берәй нәмәнең берәй ере ҡубып төшһә, ул нәмәне шул нәмәнең үҙе менән ямарға йәки һыларға тейеш була. Башҡа берәй нәмә менән һылаһаҡ, килешһеҙ үә йәмһеҙ була. Әгәр мөрйәгеҙҙең балсығы ҡубып төшһә, уның урынына таш йәки ағас йәбештереп ҡуймайһығыҙ. Ә шул балсыҡтың үҙен һылап ҡуяһығыҙ! Шуның кеүек, беҙҙең тәнебеҙҙән ниндәй матдәләр юғалған, улар урынына шундайҙы ҡуйырға кәрәк, йәғни ашаған ашыбыҙҙа шул юғалған матдәләр булырға тейеш. Ниндәй матдәләр юғала һуң? Ниндәй матдәләр юғалғанын һөт һәм тауыҡ йомортҡаһы менән иҫбат итербеҙ. Әҙәм балаһымы, хайуан балаһымы, тыуғас та әсә һөтө менән тәрбиәләнә. Башҡа ризыҡты һис ашамай. Әммә ашамаһа ла үҫә, ҙурая. Тәне тығыҙлана. Тәненән төрлө матдаләр юғалып торһа ла. Тауыҡ себештәрен йомортҡа менән тәрбиәлә (йомортҡа бешереп ашат) һаман үҫә, ҡалыная. Тимәк, йомортҡа менән һөттә тәнебеҙҙән юғала тоған һәр матдә бар икән. Һөт менән йомортҡаның нимәләре бар? Һөт менән йомортҡаның 5 нәмәһе бар: аҡ, шәкәр, май, тоҙ, һыу. Күкәйҙең ҡабығын ватып, бер һауытҡа һалып ҡараһағыҙ, аҡ үә һары — ике төрлө нәмә күрәһегеҙ. Ләкин бында ике түгел, биш төрлө нәмәләр. Ағын ҡарайыҡ, унда һыу, аҡ нәмә бар. Һарыһын ҡарайыҡ. Бында май, шәкәр, тоҙ бар. Һөттә лә шулай уҡ йомортҡалағы 5 нәмә бар. Һөттө һауып, бер һауытҡа һалһағыҙ, өҫтөнә ҡаймаҡ сыға. Унан май була. Һөт әсеһә, эремсек була. Эремсек – йомортҡалағы аҡтың үҙе. Ләкин уны һөт ағы тиҙәр. Һөттән май менән эремсекте айырһаҡ, бер шыйыҡ нәмә ҡала, уны эремсек һыуы, тиҙәр. Эремсек һыуы тәмле була. Унда шәкәр, тоҙ, һыу бар. Беҙҙең тәнебеҙҙән юғала торған нәмәләр – ошо 5 төрлө нәмә икән. Беҙгә йәшәмәк өсөн ошо биш төрлө нәмәне ашарға кәрәк икән! Биш төрлө нәмәнең берһе генә булмаһа ла тәнебеҙ зәғифләнер, бәлки үлергә мөмкин.

   Крәҫтиәндәрҙең ҡайһы береһе һөттө, шәкәрҙе, майҙы (үҙ алдына айырып) ашамайҙар, үҙҙәре эшләйҙәр, һаман йәшәйҙәр. Был матдәләр һөт менән йомортҡала ғына түгел, башҡа ашай торған аштарыбыҙҙа ла бар. Иттә, һәр төрлө ярмала. Тимәк, берәү ит, икмәк ашаһа ла үҙенә кәрәкле 5 матдәне алған һанала. Тимәк, фәҡәт һөт, икмәк, йомортҡа, ит ашап ҡына ла йәшәргә була. Күп кешеләр ит йәки һөт һәм икмәк менән генә тереклек итә. Әммә былай бер төрлө генә туҡланыу сәләмәтлегебеҙ өсөн зарарлы.
           Тәнебеҙ өсөн бер тәүлектә матдәләрҙе ни ҡәҙәр алырға кәрәк?
   Әгәр эшләй торған булмаһа май -10 мыҫҡал, аҡ — 26 мыҫҡал, шәкәр – 20 мыҫҡал,тоҙ – 10 мыҫҡал, һыу – 8 фунт. Әгәр ошонан кәм йәки артыҡ булһа сихәтебеҙ өсөн зарарлы булалыр.
2-3 төрлө ризыҡты бергә ашарға кәрәк. Икмәк менән ит, һөт менән йомортҡа, икмәк менән балыҡ, мәҫәлән. Былай булһа, матдәләр тигеҙ алыныр, файҙаһы күп булыр, ҡорһаҡ та ҡабармаҫ. ¾ ҡаҙаҡ ит йәки балыҡ, ике ҡаҙаҡ икмәк, йәки бер стакан һөт, 1 ҡаҙаҡ икмәк булһа, 1 тәүлек өсөн шулар етә. Башҡа ризыҡтарҙы ла шулай ҡатнаштырып ашарға мөмкин.
   Инде һеҙ гел ит менән икмәк ашарға тырышығыҙ. Был тәғәм сихәтебеҙ өсөн иң файҙалы. Иң туҡлыҡлы, яҡшы аш был. Әммә бер төрлө генә ризыҡ ашамағыҙ. Гел бер төрлө генә туҡланыу был ризыҡтан туйҙырыуға килтерә. Уны ашаһаң да тамаҡ туймай кеүек була. Шуға күрә бер ризыҡты төрләндереп бешерергә кәрәк. Был бик анһат эштер. Мәҫәлән, ондан бер бешергәндә икмәк, икенсеһендә ҡоймаҡ, өсөнсөһөндә туҡмас, иттән дә: өйрә, жаркое, билмән бешерергә була. Иң туҡлыҡлы һәм иң файҙалы ризыҡ иттер. Хайуан үә ҡоштарҙан алыныр иттә тәнебеҙ өсөн иң кәрәкле матдәләр бар (май, аҡ). Шуның өсөн ит ашарға тырышығыҙ, ләкин уйлап, белеп ашағыҙ. Таҙа үә бешкәнлегенә бигерәк тә иғтибар итегеҙ. Глис хәстәлеге хасил булмаһын. Ҡайһы ваҡыт ит һаҫыған була. Был хәстәлегебеҙ өсөн иң зыянлыһы.
   Итте нисек бешерегә? Беҙҙә ғәҙәттә ҡатын – ҡыҙ бешерә. Әммә белмәйерәк бешерәләр. Иң элек ҡаҙан йәки сүлмәккә һалҡын һыу һалып, эсенә бер киҫәк ит һалалар ҙа,ҡайната башлайҙар. Һыу ҡайнай башлаһа, өҫтөнә бер нисә төрлө күбек сыға. Быға(турта) тиҙәр. Был күперекте ҡалаҡ менән йыйып, ташлайҙар һәм бының менән бик яңылышалар! Был күперек насар бер нәмә түгел, ҡыҙыулыҡтан өҫтөнә сыҡҡан, үҙебеҙ өсөн бик файҙалы (аҡ) матдә ул. Был матдә иттең үҙендә булалыр. Уны ит менән берлектә ашарға кәрәк. Иттәге аҡ матдәне сығармаҫ өсөн нисек бешерергә кәрәк? Итте һалҡын һыуға һалмаҫҡә, ҡайнағанын көтөп торорға. Былай иткәндә иттәге аҡ матдәләр сыҡмаҫ, файҙалы булыр. Ит бешеү менән ҡаҙандан алып ҡуйырға кәрәк. Бик йомшаҡ булып, иҙелеп бөтмәһен. Бик йомшап, иҙелеп бөтһә, ашағандан һуң эсебеҙҙә бешеп етмәй, шул ит көйөнсә сығалыр. Тәнебеҙ өсөн файҙаһы аҙ була, йәки эсебеҙ ауыртыу хәстәлегенә сәбәп була. Хатта үлергә мөмкин. Эсебеҙҙә ашаған ашыбыҙ йәнә бешәме? Әлбиттә. Әгәр ҙә беҙ бер киҫәк икмәк йәки итте сәйнәп йотһаҡ, иң элек (йәнебеҙ арҡылы) ашҡаҙанға төшә. Ашҡаҙан кәләпүш кеүек йомро бер ҡарталыр. Ашаған нәмәбеҙ ашҡаҙанда 3-4 сәғәт миҡдары бер ваҡыт ҡайнағас, эсәгебеҙгә тарала. Унда бер тәүлек миҡдары ятҡас, арт яҡтан барып сығалыр. Ашҡаҙанында ваҡытта тәғәм шул ҡәҙәр болғана, шул ҡәҙәр алышыналыр ки , 3-4 сәғәттән һуң күрһәк, бәлки үҙебеҙҙең ашаған тәғәм тип тә уйламаҫһың. Эсәктәргә таралғас, бигерәк тә үҙгәрә, 3 дәрәжә кәмей. Тәғәм ашҡаҙанда үә эсәгеләрҙә ваҡытта иҙелеп, үҙенән һыу кеүек төрлө нәмәләр хасил була. Был нәмәләр беҙҙең ҡаныбыҙға ҡатышалар. Ҡан тәнебеҙҙең кәрәк урындарына, йәғни ҡайһы урында ниндәй матдә юғалған, шунда илтеп урынлаштыралыр. Тәғәмдең былай эшләнеүен, төрлө һыуҙарға әйләнеүен аштың эстә ҡайнауы – бешеүе тиҙәр. Ашалған бер тәғәм, оҙаҡ тормайынса, мәҙкүр шыйыҡ нәмәләргә әйләнһә — алышынһа, тиҙ үә еңел бешә – әгәр ҙә оҙаҡ (5-6 сәғәт миҡдары етһә үә мәҙкүр шыйыҡ нәмәләр аҙ эшләнһә) насар тиҙәр.
                                                                         Ит

   Ит бик йомшаҡ булып иҙелеп бешһә, ашҡаҙанда оҙаҡ ята үә файҙаһы ла аҙ була. Иҙелгән булмаһа тиҙ китә, файҙалы һыуҙары күп сығып файҙаһы күп була. Ҡайһы бер ҡатындар шурпаға тәме күп сыҡһын өсөн тип итте бик оҙаҡ ҡайнаталар. Әммә был хәжәт түгел. Ни ҡәҙәр ҡайнатһаң да (аҡ) үә башҡа ләззәтле матдәләр сыҡмай, бәлки келәй үә тоҙ, бер аҙ май матдәләре сығалыр. Әммә һөйәкте ни ҡәҙәр оҙаҡ ҡайнатһаң, шурпаһы ла шул ҡәҙәр ләззәтле үә тәмле булалыр. Иттә келәй башҡа ризыҡтағы крахмал, шәкәр матдәһе урынына йөрөйҙөр. Ауыҙыбыҙға алып һеләгәйебеҙ менән ҡатнаштырһаҡ, шәкәр булалыр.
                                                           Тоҙло һәм ҡаҡланған ит
   Йәй көнө итте оҙаҡ һаҡламаҡ өсөн тоҙлайҙар йәки ҡаҡлайҙар. Бындай итебеҙ һаҫыу үә боҙолоуҙан ҡотолһа ла, файҙаһыҙлана. Нисекме? Бына шулай: ит тоҙланһа, үҙендәге аҡ үә башҡа файҙалы матдәләре юғала. Тимәк, бер ҡаҙаҡ тоҙланған ит бер ҡаҙаҡ тоҙланмаған иткә ҡарағанда (файҙа йәһәтенән) бик күп кәм була. Етмәһә насар бешеүенән күберәк ашалһа хәстәләнергә мөмкин. Ҡаҡланған иттәге матдәләрҙең (һыуҙан башҡалары) юғалмағанлыҡтан, файҙаһы яңы иттеке кеүек булһа ла, эсебеҙҙә бешеү ауырҙыр. Йәш хайуан менән ҡарт хайуан араһында , бер аҙ айырма барҙыр. Матдәләр йәш хайуандың итендә ҡартыныҡынан ҡарағанда аҙыраҡ була. Эсебеҙҙә лә бик еңел бешәлер. Ҡош ите барыһынан да тиҙ, еңел бешә, әммә бик һимеҙ булһа, (һимеҙ ҡаҙ ите кеүек) эсебеҙҙә бешеүе ауыр булалыр. Бындай ауыр бешә торған иттәрҙе хәстәләргә ашатмаҫҡа. Уларға тауыҡ ите, быҙау ите кеүек эстә тиҙ бешә торған иттәрҙе ашатырға кәрәк. Хайуандарҙың эстәренән алына торған (май, үпкә – бауыр, йөрәк, тел, эсәге һ.б.) нәмәләрҙе лә хәстәләргә ашатмаҫҡа кәрәк. Хәстә булмағандарға ашарға кәрәк. Былар бик яҡшы тәғәмдәрҙер.
                                                                 Балыҡ
   Балыҡ беҙгә башҡа хайуандар кеүек үк ит бирәлер. Балыҡ бик туҡлыҡлы үә бик тәмле бер аштыр. Балыҡ ите эсебеҙҙә, башҡа хайуан итенә ҡарағанда, еңелерәк бешәлер. Тоҙло үә ҡаҡланған балыҡтың эсебеҙҙә бешеүе ауыр булыуынан, бындай балыҡтарҙы хәстәләргә ашатмаҫҡа, бәлки уларға яңы балыҡты ғына ашатырға кәрәк. Бынан башҡа, тоҙланған балыҡта ҡайһы берҙә шундай зәһәр бер ағыу була, ашаған кеше эсе ауыртыуҙан үлергә мөмкин. Шуға күрә лә, тоҙланған балыҡтан һаҡланырға йәғни яңы балыҡ барында тоҙланғанын ашамаҫҡа, ашарға тура килһә, сей көйөнсә ашамаҫҡа, йыуып үҙендәге бысраҡ үә күгәргәндәрҙе таҙартырға, бешереп ашарға кәрәк. Һаҫыған үә серегән балыҡтарҙы ашамаҡ бигерәк хәүефлелер.
                                                         Ыуылдырыҡ
   Ыуылдырыҡ балыҡтың эсенән алына. Ул балыҡтың йомортҡаһы. Балыҡтың эсенән сығып, унан балыҡ була. Ыуылдырыҡ бик яҡшы бер тәғәмдер. Үҙебеҙгә бик файҙалы туҡлыҡлы матдәләре бик күптер. Ыуылдырығын сығармаҫтан тотһаҡ, балыҡ үрсемәй, шуның өсөн бизмәндә балыҡ ҡиммәт. Ярлы кешеләр ашай алмай. Балыҡтың ыуылдырығы алынмаһа, балыҡта бик күп булыр үә ярлы кешеләр ҙә (осһоҙ булғас) ашар ине. Бының өсөн бары балыҡты ыуылдырығын сығармаҫ борон тотмаҫҡа ғына кәрәк. Башҡа хайуандарҙы аҫыраған кеүек, балыҡты ла һыуҙа аҫырап үрсетергә мөмкин.
                                                             Йомортҡа
   Йомортҡа ҡоштарҙан алына, яҡшы тәғәмдер. Ләкин унда шәкәр матдәһе аҙыраҡ булғас, үҙен генә ашамаҫҡа, икмәк йәки бәрәңге менән берлектә ашарға кәрәк. Ҙур, эшһеҙ кешегә бер тәүлеккә 10 йомортҡа, бер ҡаҙаҡ икмәк булһа, шул етәлер. Йомортҡанан табала ҡабартмаһы, сейле – бешлеһе үә бик ныҡ бешкәне араһында әллә ни айырма юҡ, ләкин хәстәләр өсөн сейле — бешлеһе артыҡтыр.
                                                                Һөт
   Һөт туҡлыҡлы бер тәғәм булып, балаларға үҙе генә етәлер. Әммә ҙурҙар өсөн икмәк менән берлектә ашалырға тейештер. Бер стакан һөт менән бер ҡаҙаҡ икмәк булһа, бер тәүлек өсөн шул етәлер. Шуның өсөн дә һөттө һәр ваҡыт эсергә үә тик бының өсөн һыйырҙы күп аҫырарға үә уны яҡшы ашатырға кәрәктер. Һөттөң ҡайнағаны менән ҡайнамағаны араһында әллә ни айырма юҡтыр.
   Ҡаймағы алынған һөт, ҡаймағы алынмаған һөт кеүек туҡлыҡлы түгелдер. Унда башҡа матдәләр булһа ла майы юҡ. Ҡыҙыл йәки зәңгәр һөттө эсмәҫкә кәрәк. Унан эс ауыртыуы мөмкин. Һөттән эремсек була. Эремсектә шәкәр үә май матдәләре булмай, шуның өсөн уны икмәк менән берлектә ашарға кәрәк. Беҙҙең ҡатындар эремсектән шәңкә бешерә, бик яҡшы тәғәмдер. Уның өсөн таҙа (аҡ) матдәһе, ундағы крахмал үә май менән берләшә үә бик туҡлыҡлы була. Һөттән май менән эремсекте алһаҡ, (эремсек һыуы тиерҙәр) бер һыу һымаҡ шыйыҡ нәмә ҡала, бында ла аҙ ғына (аҡ) матдәһе була. Бынан башҡа, шәкәр үә тоҙ матдәләре лә барҙыр. Шуның өсөн дә эремсек һыуын ташларға ярамай.
                                                          Он үә икмәктәр
   Арыш, арпа,бойҙай, һоло, борсаҡ кеүек орлоҡтарҙан он, ондан икмәк яһалалыр. Ондан көрпәне айырмаҡ өсөн иләк менән иләйҙәр, сөнки ашай торған икмәгебеҙҙә көрпә булһа, эс китә үә ауырта. Ондан икмәк бешергән кеүек (ҡоймаҡ, белен, туҡмас кеүек) нәмәләрҙе лә бешерәләр. Былар ике төрлө бешерелә: 1)ондан йә һыуҙан ғына яһалып бешерелә. Быныһына сөсө икмәк йәки сөсө күмәс йәки ҡоймаҡ тиҙәр); 2) он менән һыуға сүпрә ҡатнаштырып, ½ тәүлек ҡәҙәр әсеткәс бешерәләр. Быныһына әсе икмәк йәки күмәс һ.б тиҙәр. Сөсө икмәк эсебеҙҙә бик еңел бешә. Әсе икмәк сөсөгә ҡарағанда бер аҙ ауырыраҡ бешһә лә, икмәкте әсетеп бешереү бик күп дәрәжә артыҡтыр. Сөсө икмәк тиҙ иҫкермәй, оҙаҡ һаҡлана. Иҫкергән икмәк эсебеҙҙә ауыр бешкәнлектән зарарлылыр. Шуға ла икмәкте иҫкергәнсе торорлоҡ итеп күп итеп бешереү тейеш түгел. Арыш икмәге ҡай сағында шул ҡәҙәре зарарлы булалыр. Күберәк ашалһа, үлергә мөмкин. Ҡайһы ваҡыт зарарлы була? Әгәр унда сүп булһа. Әгәр ҙә улар арышта бик күп булып, арышты таҙартмайса он яһап унан икмәк бешереп ашаһаҡ, түбәндәге хәстәлек була: тәндең тиреһе (айырыуса аяҡ үә ҡул бармаҡтары) ҡысый башлай (сөнки ҡырмыҫҡа үрмәләп йөрөйҙөр), бынан һуң баш, эс ауырта башлап, шул ҡәҙәр бер ҡомһоҙлоҡ хасил булалыр, ни ҡәҙәр ашаһа ла туймай, ни булһа ла ашап бөтөрөргә генә тора. Шул ваҡытта тәндең һиҙеүе үә күҙҙәрҙең күреүе бик насар була. Бер нисә көндән ҡул, аяҡ үә башҡа тәндәр йыйырыла – тартыша. Ахыры 2-3 аҙнанан йәки күберәктән булып та китә. Бәғзе ваҡытта тән йыйырылыу, тартышыу булмай. Уның урынына бармаҡтары ҡыҙара, һаҫый үә серей, ахырында ҡойолоп бөтә. Шулай булғас, арышты бик ныҡ таҙартырға кәрәк. Ҡайһы бер ашлыҡтар араһында баҡра үә башҡа төрлө бесән орлоҡтары ла була. Икмәк менән берлектә ашалһа: эс һәм баш ауырта, һаташтыра, фалиж да һуға. Икмәк эсебеҙҙә бешә торған бик һутлы бер аштыр. Ләкин бик сәйнәп, һеләгәй менән сылатып йоторға, сәйнәр – сәйнәмәҫ йотмаҫҡа.

                                                                 Һоло оно
   Һоло оно бик туҡлыҡлы үә эсебеҙҙә лә бик еңел бешәлер. Ләкин үҙенән генә икмәк яһап булмай, шуның өсөн дә унан: ҡоймаҡ, кеҫәл, талҡан кеүек нәмәләр генә яһала. Талҡан күберәк ваҡытта сей көйөнсә ашалалыр, әммә бешереп ашамаҡ артығыраҡ.
                                                                Арпа оно
   Арпа оно арыш кеүек туҡлыҡлы булһа ла, эсебеҙҙә ауыр бешкәнлектән, арпа ононан бешерелгән (ҡоймаҡ кеүек) нәмәләрҙе хәстәләргә бирмәҫкә кәрәк.
                                                                  Ярма
   Ярма — арпа, һоло, бойҙай, ҡара бойҙай кеүек орлоҡтарҙан яһала. Унан өйрә үә бутҡа бешерәләр. Бутҡаны ярманың үҙенән генә бешергәндә май менән ашарға йәки һөт һалып бешерергә кәрәк. Сөнки ярмала май матдәһе аҙ була. Һөттә май ҙа, аҡ матдә лә бик күптер.
                                                     Борсаҡ ярмаһы
   Борсаҡ бик яҡшы тәғәмдер. Унда бик күп крахмал үә аҡ матдәләр бар. Уның аҡ матдәһе иттекенән дә күптер. Бер ҡаҙаҡ борсаҡта 30 мыҫҡал аҡ матдәһе бар. Борсаҡтан бешерелгән бутҡа туҡлыҡлы булғас ит булмағанда бик яҡшы. Әммә икмәк үә май менән ашарға кәрәк, әгәр ҙә ½ ҡаҙаҡ борсаҡ, 2 ҡаҙаҡ икмәк, 6 мыҫҡал май булһа бер тәүлек өсөн шул етәлер. Ләкин борсаҡ бешмәһә, файҙаһы юҡ, бәлки зарары күптер. Беҙҙең ҡатындар бешергән борсаҡ бик үк бешеп етмәй. Борсаҡты нисек бешерергә кәрәк? Бына шулай: бер көн буйы һалҡын һыуға һалып тоторға, йомшаҡ һыуға һалып бешерергә кәрәк. Борсаҡ бешерәсәк һыуға сода һалһаң бигерәк яҡшы булыр (ҡатындар сода урынына быяла киҫәге һала). Сей борсаҡ эсебеҙҙә бөтөнләй бешмәй. Шуның өсөн сей борсаҡты ашамаҫҡа кәрәк. Борсаҡ ононан бешерелгән кеҫәл үә бәлештәр бик яҡшы тәғәмдер. Бешеп етмәгән борсаҡтан бешерелгән бәлеш бик яҡшы түгелдер.
                                                                    Бәрәңге
   Бәрәңге яҡшы бер аштыр. Ләкин уның үҙе менән генә туйынып булмайҙыр. Бәрәңгене күп ашамаҡ файҙалы түгел. Бәлки зарарлы. Бәрәңгелә бик күп крахмал булһа ла май, аҡ матдәләре бик аҙ булғанлыҡтан май, аҡ матдәләре күп булған (ит, балыҡ, һөт, ҡатыҡ кеүек) нәмәләр менән беолектә ашарға кәрәк. Бәрәңге быламығы үә кеҫәлен, һөтменән ашарға бик яҡшы. Әммә бик күп – туйғансы ашамаҫҡа кәрәк. Бәрәңге бәлешен бик маҡтарға кәрәкмәй, сөнки унда крахмал күп, ә башҡа матдәләр аҙҙыр. Бәрәңге бәлешен күп ашаһаҡ, заралы булыуы ихтималы бар. Бәрәңге үҫкән ваҡытында шул ҡәҙәре зарарлы булалыр ки, күберәк ашаһаң бәлки үлергә мөмкин. Шуның өсөн үҫкән ваҡытында ашамаҫҡа, бәлки япраҡтары ҡорой башлағас (көҙгә табан) ашарға кәрәк. Бәрәңгене ҡабығы менән бешереү ҡабығынан әрсеп бешереңгә ҡарағанда файҙалыраҡтыр.
                                                                 Кәбеҫтә
   Кәбеҫтә иң насар бер аштыр. Туҡлыҡлы матдәләре бик аҙҙыр. Бер ҡаҙаҡ кәбеҫтәлә бары 2 мыҫҡал аҡ, 5 мыҫҡал крахмал була. Ҡалғаны һыуҙыр. Бынан башҡа эсебеҙҙә бешеүе лә бик ауыр булғанлыҡтан, кәбеҫтәне күп ашамаҫҡа, хәстәләргә хосуси эсе ауырта торғандарға үә балалрға ашатмаҫҡа кәрәк.
   Шалҡан. Кишер, сөгөлдөр кеүекләрҙә лә туҡлыҡлы матдәләр бик аҙ булғанлыҡтан, үҙҙәрен генә ашамаҫҡа, башҡа аштар менән ҡатыштырып ашарға кәрәк. Бындай нәмәләрҙең бер ҡаҙағында бары бары: 1 мыҫҡал аҡ, 10 мыҫҡал шәкәр матдәләре бар, ҡалғаны һыу. Эсебеҙҙә бешеүе лә ауыр булғанлыҡтан бындай тәғәмдәрҙе хәстәләрәгә үә балалрға ашатмаҫҡа кәрәк. Алма, ҡарбуз, ҡауын, ҡыяр, груша, лимон әфлисун кеүек нәмәләрҙе лә аҙыраҡ ашарға кәрәк.
                                               Эшләгән кешегә нисек ашарға?
   Ауыр эш эшләгән кешеләргә эшләмәгән кешегә ҡарағанда матдәләрҙе ике өлөш артығыраҡ алырға кәрәк. Ит үә һөт менән туйынған эшсе менән икмәк үә ҡыяр, кәбеҫтә кеүек нәмәләрҙе ашаған эшсе араһында бик ҙур айырма барҙыр. Тәүгеһе күп үә шәп эшләр, ни ҡәҙәр ҡаты эшләһә лә ябыҡмаҫ. Әммә икенсеһе аҙ, аҡрын эшләр, тиҙ арыр, оҙаҡ үә ҡаты эшләргә көсө етмәҫ, ябығыр. Тимәк, ауыр эш ваҡытында һөт үә ит кеүек нәмәләҙе ашарға, әммә ҡыяр, кәбеҫтә кеүектәр менән мауыҡмаҫҡа. Бының өсөн һыйыр, һарыҡ, кәзә, өйрәк, тауыҡ кеүек хайуандарҙы күп аҫырараға кәрәк. Ауыр эш ваҡыттарында һөт үә иткә аптырамаҫһығыҙ. Эшләй торған аттарығыҙҙы ла онотмағыҙ! Эш ваҡытында уларҙы башҡа ваҡыттарға ҡарағанда яҡшыраҡ туйындырығыҙ! Уларға бигерәк тә һоло, арпа кеүек нәмәләрҙе бирегеҙ. Атты ни ҡәҙәр яҡшы туйҙырһағыҙ, эште лә шул ҡәҙәр күп эшләр үә тиҙ арымаҫ. Ғәрәптәр аттарын тиҙ арымаһындар, йүгерек булһындар өсөн, төрлө йәнлек ауларға сыҡҡан ваҡытта ит, һөт кеүек нәмәләр менән тәрбиәләйҙәр.
   Һәр ваҡыт таҙа, сәләмәт үә ҡотло булайыҡ тиһәгеҙ, ит үә һөт менән туҡланығыҙ! Бының өсөн хайуандарҙы күберәк аҫырарға ғына кәрәк. Хайуандарҙың аҙығын да онотмағыҙ! Уларҙың беренсе аҙыҡтары үлән (бесән) икәнде барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Беҙҙең бесәнлек — болондарыбыҙ ғәҙәттә бик аҙ була. Хайуандарыбыҙҙы ашатырға, бесәндәребеҙ етмәгәнлектән, арыҡ булалар, иттәре файҙаһыҙ була. Бөтә хайуандарыбыҙ өсөн етәрлек булһын бесәнде нисек табырға, ҡайҙан алырға кәрәк? Ашлыҡ сәсә торған еребеҙҙең яртыһына бесән орлоғо сәсһәк нисек булыр? Былай иткәндә бесәнебеҙ етәрлек булыр ине. Һатып алырға тура килмәҫ ине. Бесән орлоғон земствонан һорағыҙ. Ни ҡәҙәр кәрәк булһа бирер, әммә бесән үҫтереү тарихын бының тураһында яҙылған китаптан ҡарап өйрәнегеҙ!
   Баҫыуығыҙға бесән орлоғо сәсһәгеҙ икмәгегеҙ аҙ булыр тиһегеҙме? Әлбиттә, дөрөҫтөр. Ләкин беҙ ҙә ошо яуапты бирәбеҙ: сәсһәгеҙ бесәнегеҙ күп булыр, хайуандарығыҙ туҡ үә һимеҙ булыр. Был һимеҙ үә туҡ хайуандарығыҙ һеҙгә икмәк түгелме? Бәлки икмәктән артыҡ бер тәғәм булыр бит! Хайуандар һеҙгә тиреҫ бирә. Уны ерегеҙгә ашлама итеп ҡулланһағыҙ, икмәгегеҙ күп булыр. Ерҙәрегеҙҙә бер йыл бесән үҫтереп,икенсе йылына иген сәсегеҙ.
   Эшләмәгән кешенең тәнендә матдәләр юғалыу бик яй бара. Ашауҙары ла аҙ булырға тейеш. Сөнки, бындай кешенең матдәләренең артығы май булып урынлаша – һимерәләр. Был һимеҙлек әҙәм өсөн файҙалы түгел, бәлки зарарлы.
                                Хәстәләргә ниндәй тәғәм бирергә кәрәк?

   Тәғәмдең бик күбеһе хәстәнең хәстәлеге артыуына хатта үлеүенә лә сәбәб булалыр. Һәр хәстәнең ашҡаҙаны үә башҡа эсәгеләренең ашалған тәғәмдәрҙе эшләүе, таҙа үә сәләмәт кешенеке кеүек яҡшы булмағанлыҡтан, ашаған тәғәмдәре эстәрендә бешмәй, бәлки шул көйөнсә сығалыр. Ашалған аштың былай сығыуы файҙа түгел, зарарлы. Шулай булғас, хәстәләрҙең ашҡаҙаны, эсәгеләренә аштың анһатын биреү яҡшы, эстә еңел үә тиҙ бешә торғаны кәрәк.
                            Ниндәй тәғәмдәрҙе хәстәгә бирмәҫкә кәрәк?
   Ҡаҙ кеүек һимеҙ иттәрҙе үә башҡа майлы иттәрҙе, тоҙланған үә ҡаҡланған иттәрҙе, тоҙланған үә ҡаҡланған балыҡтарҙы, кәбеҫтә, шалҡан, сөгөлдөр, кишер кеүек нәмәләрҙе (әфлисундан башҡа) емеш алма, сәтләүек кеүек нәмәләр бирмәҫкә кәрәк.
                                   Хәстәгә ҡайһы аштарҙы бирергә?
   Аҡ икмәк (ҡалас) йомшаҡ үә яңы булһа, бойҙай ононан бешерелгән ҡоймаҡ, туҡмас, иттән йәки ярманан бешерелгән һурпа. Йомшаҡ һыйыр итен йәки тауыҡ итен, күркә, ҡыҙҙырған быҙау итен, яңы балыҡ, һөт үә башҡалар кеүектәрҙе бирергә кәрәк.
   Хәстәләргә, хосуси, терелә башлағандарға ашты йыш –йыш (3-4) сәғәт һайын бирергә, әммә аҙ-аҙ бирергә. Туйғансы бирмәҫкә кәрәк. Хәстәлектәре артмаһын, терелә башлағандар яңынан түшәккә ятырға мәжбүр булмаһын. Горячка кеүек ауырыу менән ауырыған кеше асығыуҙы белмәй, ас ята. Бындай хәстәгә ашау кәрәк.
                                 Йәш балаларҙы нисек тәрбиә итергә?
   Йәш балалар өсөн беҙ ашаған аштар һис ярамай. Улар өсөн иң тәүге һәм иң файҙалы аш – әсә һөтөлөр. Әсәйҙәр! Һыйырығыҙҙың быҙауы, һарығығыҙҙың бәрәсе тыуыр-тыумаҫ әсәләренең һөттәре менән тәрбиәләнәләр, бер нисә айға ҡәҙәр башҡа тәғәмде һис ҡабул итмәйҙәр икәнлеген беләһегеҙ. Шуның өсөн балаларығыҙҙы имеҙеп, башҡа нәмә ашатмаһағыҙ ҙа насарланмаҫтар, хәстәләнмәҫтәр. Әммә йәнегеҙҙең киҫәге – һөйөклө балаларығыҙҙы тәрбиәләү тураһында бөтөнләй уйламайһығыҙ, йәғни үҙегеҙҙең һөтөгөҙ менән тәрбиәләү тураһында. Уның урынына балаларығыҙға иң зарарлы булған имеҙлек, икмәк, бутҡа кеүек нәмәләрҙе ашатаһығыҙ. Бының менән бик ҙур гонаһҡа юлығаһығыҙ шул. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә балаларығыҙҙы үҙегеҙең һөтөгөҙ менән тәрбиәләргә ҡуша. Аҡ имсәк, ләззәтле һөттәрегеҙ ниңә кәрәк? Хайуандарҙың балалары һөт менән йәшәүҙәре кеүек һеҙҙең балаларығыҙ ҙа фәҡәт үҙегеҙҙең күкрәктәрегеҙ менән генә тәрбиәләнергә тейеш. Икмәк, бутҡа кеүек нәмәрҙе ашатаҫҡа кәрәк.
   Әсәйҙәр балаларына имеҙлек ашатһалар, яҡшы тәрбиәләйбеҙ, сабый таҙара, тиҙәр. Бисара әсәләр, улар бик яңылышалар. Бындай әсә балаһына яҡшылыҡ түгел, бәлки бөйөк бер уҫаллыҡ итә. Бындай аш менән баланы тәрбиәләмәй, бәлки боҙалыр. Бының менән балаға таҙалыҡ үә сәләмәтлек бирмәй, бәлки ҡурҡыныс хәстәлек (үлем) бирәлер. Эй әсәләр! Ҡарағыҙ, балаларығыҙ себен урынына ҡырыла үә үлә, балаларығыҙҙың яртыһы ғына үҫә, әммә ҡалған яртыһы ҡәбергә юллана... Ниңә бик күп үләләр? Сөнки әсәләр балаларын тәрбиәләй белмәй. Дөрөҫөрәге, әсәләр имеҙмәй, икмәк үә бутҡа менән тәрбиә итәләр. Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын тыңламайҙар!
   Бындай тәғәмдәр балалар өсөн бөтөнләй ярамай, сөнки балаларҙың ашҡаҙаны, эсәгеләре бик бәләкәй булғанлыҡтан бындай аштарҙы эшкәртә алмайҙар. Бындай тәғәмдәр уларҙың эстәрендә бешмәй. Бынан баланың эсе китә, йәки эсе ҡата, йәки бөтөнләй үлә. Бындай аштан баланың эсе шул ҡәҙәр боҙолалыр ки, яҡшы тәғәм дә, йәки һөт тә бешмәй башлай. Бала ҡоҫа йәки эсе китә, әммә әсә һаман шулай тәрбиәләүен дауам итә. Биҙәүән халҡы балаларын әсә һөтөнән башҡа нәмә менән тәрбиәләмәй. Шуға ла уларҙың балалары таҙа үә сәләмәт. Ҡоҫмайҙар ҙа, эстәре лә китмәй. Илағандары ла күренмәй, оҙаҡ йәшәйҙәр. Аллаһы тәғәлә хәҙрәттәре әсәләргә һөттө балаларын тәрбиәләмәк өсөн биргән. Әсәһенең һөтөн имһә, уға башҡа һис нәмә кәрәк түгел. Шуға ла балаларығыҙҙы үҙегеҙҙең пак күкрәк һөтө менән туйҙырығыҙ, ярты йылға ҡәҙәр башҡа нәмә бирмәгеҙ! Ярты йылдан һуң һыйыр һөтө менән туйҙырырға мөмкин, әммә әсәнең һөтө булмаһа, йәки әсә хәстә булһа, 4 айҙан бирергә ярай. Бәғзе ваҡытта шундай бәхетһеҙлек тура киләлер, баланың әсәһе вафат булғанлыҡтан, әсә һөтө уға насип булмай. Бындай ваҡытта сабыйҙы тыуғас та һыйыр һөтө менән тәрбиәләү лазым булыр.
                   Йәш балаға һыйыр һөтөн нисек ашатырға кәрәк?
   Йәш балаға һыйыр һөтөн шул көйөнсә генә ашатырға бөтөнләй ярамай. Һыу менән ҡатнаштырып бирергә кәрәк. Әсәләрҙең һөтө һыйыр һөтө кеүек ҡуйы булмай, һыуы күберәк була. Баланың ашаясаҡ һөтө лә әсә һөтө кеүек һыйыҡ булһын. Әгәр ҙә былай булмаһа, бала хәстәләнергә мөмөкин. Һыйыр һөтөнә ғәҙәти һыу ҡатнаштырмайҙар. Арпа ярмаһының һыуын ҡатнаштырһаң, бигерәк яҡшы булыр. Арпа һыуын түбәндәгесә яһайҙар: бер сәй ҡалағы ваҡ арпа ярмаһын алып, бер сынаяҡ һыуға ҡушығыҙ ҙа 10-20 минут ҡайнатығыҙ. Бынан һуң таҙа бер киндер сепрәк менән һөҙөргә, һөттө ҡушып, балаға эсерергә кәрәк.
                       Арпа һыуы менән һөттө ни ҡәҙәр ҡушырға?
   Ваҡытына ҡарап төрлөсә ҡушырға кәрәк. Бала яңы ғына тыуған булһа, арпа һыуын һөткә ҡарағанда 5 өлөш артыҡ ҡушырға. Йәғни бер ҡалаҡ һөткә 5 ҡалаҡ арпа һыуы ҡушырға. Әгәр ҙә бала 2-3 аҙналыҡ булһа, 1 өлөш һөт, 3 өлөш арпа һыуы булырға тейеш. Бала 3 айлыҡ икән — 1 өлөш һөт, 2 өлөш арпа һыуы ҡушырға. 5 айҙан һуң икеһен дә бер тигеҙ ҡушырға. Әммә ярты йылдан һуң һөттө күп, ә һыуҙы аҙ ҡушырға кәрәк. Ай һайын һөттө арттыра барырға. Бер йылға ҡәҙәр ошо рәүешсә тәрбиәләргә кәрәк. Бер йылдан һуң фәҡәт һөттөң үҙен генә бирергә. Әгәр үҙебеҙ эсә торған һыу менән ҡушырға тура килһә, һыу ҙа, һөт тә ҡайнаған булһын. Һыйыр һөтө әҙәм һөтө кеүек бик тәмле булмай. Шәкәр матдәһе аҙ була. Шуға күрә, һыу менән һөттө ҡатнаштырғанда шәкәрҙе лә онотмағыҙ. Бер стакан һөтлө һыуға ярты ҡалаҡ шәкәр һалығыҙ. Һәр биргән һайын йылылығына иғтибар итегеҙ. Тәғәмде тәүлегенә ике мәртәбә яһарға кәрәк, сөнки һөт әсеп, баланың хәстәләнеүенә килтереүе бар. Былай яһалған ашты бик һыйыҡ, бик аҙ тип уйламағыҙ, бала өсөн был тәғәм тамам етерлектер. Ошолай тәрбиәләһәгеҙ, балағыҙ бик таҙа үә сәләмәт булыр. Әммә бында күрһәтелгәндән ҡуйы яһаһағыҙ, йәки фәҡәт һыйыр һөтө менән генә тәрбиәләһәгеҙ, балағыҙҙың хәстәләнәсәгенә шик юҡтыр. Был ашты арпа һыуы менән яһарға тырышығыҙ (һыу менән түгел), ғәҙәти һыу менән эшләһәгеҙ ҙә зарары булмаҫ, әммә арпа һыуы менә яһаһағыҙ файҙаһы күберәк булыр. Былай иткәндә баланың эсе китеүенән туҡтатыр өсөн, бәлки дарыу үләненә тиңләргә ярай.
   Йәйҙең бик ҡыҙыу ваҡытында һәм дә эш ваҡыттарында әсәһен имгән балаларҙың эстәре китә.Тимәк, бындай ваҡытта ла баланы юғарыла әйткән аш менән тәрбиәләргә кәрәк. Был ваҡытта күкрәк һөтөн бөтөнләй бирмәҫкә, йәки 1-2 мәртәбә генә бирергә кәрәк. Күкрәк һөтөн күберәк бирһәң, баланың эсе китә. Әсәләр ҡыҙыу эш ваҡыттарында, баланың эсе киткәндә һыуҙы күберәк эсһендәр. Ҡыҙыу эш ваҡытынанмы , ҡыҙыулыҡтанмы әсәләрҙең күкрәк һөтө ҡуйыра үә әсей, шуға ал балаға бирергә ярамай. Әгәр һыуҙы күберәк эсһәләр, һөттәре һыйығайыр. Баланың эсе ҡатһа, һоло ярмаһының һыуы менән һөттө ҡатнаштырып эсерергә кәрәк. Баланы һыйыр һөтө менән туйҙырырға тура килһә, һөттөң эшкә яраҡлығына диҡҡәт итегеҙ. Йәғни яңы булһын. Өҫтө (ҡаймағы) алынған булһын, әсемәгән булһын. Бик майлы ла булмаһын. Һөтө аҙ булһа, әсе тәме булһа, баланың эсе китеүенә сәбәп булыр. Һөт һаласаҡ һауытығыҙҙы ла онотмағыҙ! Һауытығыҙ һәр ваҡыт таҙа һәм бик ныҡ йыуылған булһын. Ҡоро үә кипкән булһын. Һөтөгөҙ йылы урында булмаһын, таҙа иҙән кеүек һалҡыныраҡ ерҙә булһын. Әммә балаға биргәндә бер аҙ йылытырға кәрәк.
                                      Һөттө балаға нисек имеҙергә?
   Беҙҙә ғәҙәттә бының өсөн башына һыйыр имсәге кейҙерелгән мөгөҙ яһайҙар. Эсенә һөт һалына, бала ауыҙына ҡабып һыуыра башлаһа имсәктән һөт килеп, баланың ауыҙына төшәлер. Ошо мөгөҙ үә имсәктән бик күп балалар үлде. Күп балалар мөгөҙ имеүҙән хәстәләнеп яталар. Сәбәбе — әсәләрҙең был мөгөҙ үә имсәкте таҙа тотмауындалыр. Мөгөҙгә йәбешеп ҡалған һөт тиҙ әсей, йәнә бала ауыҙына алһа, әсегән һөт баланың эсендә кәрәк ҡәҙәр бешмәй. Бала хәстәләнергә әсегән һөттөң 1-2 тамсыһы ла етәлер.
   Мөгөҙҙө үә имсәкте икенсе ашатҡанға ҡәҙәр йыуып, таҙа һалҡын һыуҙа тотрға кәрәк. 2-3 мөгөҙ булһа, алыштырып тороуы еңел була. Быяла шешәгә баҙарҙарҙа һатылған эрзинкә имсәк кейҙерелгән булһа иң яҡшыһы, сөнки быларҙы йыуыуы анһатыраҡ.
   Баланы күп ваҡыт әсәләр асығып илай тип уйлап яңылыша. Күп ваҡыт сабый аҫты еүеш булғанға, йә урыны ҡаты булғанға, йә бөрсә, ҡандала тешләгәнгә, эсе ауыртҡанға, сепрәк менән уралғанға илауы мөмөкин, ә асығып түгел.
   Әсәләр бала тырнағы менән йөҙөн тырнар, аяғы кәкре булыр тип сабыйҙы бәйләп, төрөп һала. Һеҙгә әйтәм: баланы бәйләмәгеҙ, уны ҡыҙғанығыҙ! Ҡурҡмағыҙ, аяҡ-ҡулдары бер ҙә кәкре булмаҫ. Битен дә тырнамаҫ! Киреһенсә, балағыҙ бигерәк тә таҙа булыр. Йөҙөн тырнаһа, тырнаҡтарын киҫерһегеҙ.
Баланы 1-се айында көндөҙ 2 сәғәт һайын туйҙырырға мөмкин, әммә кистәрҙә бынан һирәгерәк булһын. 2 – се айынан һуң көндөҙ һәр бер 3 сәғәт һайын кистәрен 2-3 мәртәбә генә туйҙырырға кәрәк. Ярты йыл уҙғас, тағы һиргерәк туйҙырырға кәрәк. Башҡаса туйҙырһағыҙ, балағыҙ хәстәле булыр.
                               Йәш балаға икмәк үә бутҡаны ҡасан бирергә?
   Бындай ризыҡтарҙы алты айҙан алдан бирмәһәгеҙ яҡшы булыр. Алты айҙан һуң да бик зарурат булһа ғына, балаға етәрлек һөттө тапмаһағыҙ ғына бирергә. Алты айҙан элек биреү һис дөрөҫ түгел.
                                 Ни өсөн йәш балаға икмәк бирергә ярамай?
   Икмәктә бик күп крахмал матдәһе булғанлыҡтан. Крахмал матдәһен ауыҙыбыҙға алып һеләгәйебеҙ менән ҡатыштырһаҡ, шәкәр булалыр. Балаларҙың беренсе айҙа һеләгәйе бөтөнләй булмай. 4 айҙан һуң ғына була башлай. Баланың ауыҙында һеләгәйе бар кеүек күренһә лә был ысын һеләгәй түгел. Ауыҙҙарында һеләгәйҙәре булмағас, икмәк үә бутҡалағы крахмал, шәкәр матдәһенә әйләнмәй бәлки шул крахмал көйөнсә торалыр. Бынан баланың эсе китә үә ауырталыр.

Балаға 4 айға ҡәҙәр икмәк, бутҡа кеүек (крахмалы булған) ризыҡтарҙы бирһәк, зарарлы була. Һис бер файҙаһы булмай. Бик зарарлы бер киҫәк икмәк йомшағын бер сепрәккә төрөп баланың ауыҙына ҡуяһығыҙ. Йәки бутҡаны шулай бирәһегеҙ. Бер йәштән һуң балаға икмәк, йомортҡа бутҡа, һурпа кеүек ризыҡтар бирергә ярай. Ҡайһы бер балалар был ваҡытта күмер, балсыҡ кеүек нәмәләр ашай. Әмммә ашатмағыҙ! 3 йәштәре тулмайса сәйҙе лә эсермәгеҙ.

Бәғзе ваҡытта ҡайһы бер әсәләргә чехотка, сифилис кеүек хәстәлектәре булыуынан баланы әсә һөтө менән тәрбиәләргә тура килмәй. Сөнки бындай хәстәлектәр әсә һөтө менән балаға ла йәбешә. Был ваҡытта нимә эшләргә? Балаға һөт әсәһе табыу мөмөкин булмаһа, юғарыла күрһәтелгәнсә һыйыр һөтө менән тәрбиәләргә кәрәк.

                            Әсә балаһын ни ҡәҙәр имеҙергә тейеш?

Тыуған ваҡытынан башлап 8-10 айға ҡәҙәр имеҙергә, бынан ары баланы аҙ-аҙлап ашамаға өйрәтергә. Күкрәк һөтөн бөтөнләй бирмәҫкә кәрәк. 10 айҙың теге яғында бала үә әсә өсөн имеү – имеҙеүҙең файҙаһы юҡтыр.

                                                            Теш

Беҙ тештәр менән тәғәмдәрҙе сәйнәйбеҙ-йәнсейбеҙ. Тештәр насар булһа, тәғәмде яҡшы сәйнәп булмай. Сәйнәлеүе етмәгән тәғәм эсебеҙҙә бешмәй. Шуға тештәребеҙҙе һаҡларға кәрәк.

Тештәребеҙҙе ниңә ағартабыҙ, ниңә улар һары үә ауырталар?

Ашағандан һуң йыуылмағанға – таҙартмағанға һыҙлай үә серей. Ауыҙыбыҙҙы йыумаһаҡ, тештәребеҙ араһында ҡалған икмәк үә шәкәр киҫәктәре бер нисә ваҡыт ятҡандан һуң әсейҙәр. Был әсегән нәмәләр тештәрҙе ашай-серетә. Тимәк, ашағандан һуң (ҡаты сәй эскәндән һуң да) ауыҙыбыҙҙың эсен һыу менән (әммә һалҡын булмаһын) бик ныҡ йыуырға, бармаҡтар йәки мисваҡ менән ышҡырға кәрәк. Тештәребеҙҙең өҫтөндә, араларында тәғәм киҫәктәре ҡалмаһын. Һәр төрлө емеш, сәтләүек, еләктәрҙе ашағандан һуң, йоҡлап торғандан һуң да шулай таҙартырға кәрәк.Ҡаты шәкәр, сәтләүек ашағандан йәки ҡаҙаҡ үә булавка кеүек тимер нәмәләрҙе тешләүҙән дә тештәребеҙҙең сереүе мөмкин. Тимәк, ҡаты нәмәләрҙе тешләүҙән үә ашауҙан һаҡланырға кәрәк.

                                                           Һыу эсмәк

Ҡайһы бер һыуҙарҙы эсеүҙән дә хәстәләнергә мөмкин. Тәүлегенә ни ҡәҙәр һыу юғалтһаҡ, шул ҡәҙәр (йәғни 8 ҡаҙаҡ самаһы) һыу алырға тейешбеҙ. Бер тәүлектә 20 стакан самаһы һыу эсәбеҙ. Әммә ҡайһы бер кеше шөйлә һорар: был тиклем һыу алыныуы дөрөҫ түгелдер? Бөтөнләй һыу эсмәгәндәр ҙә бар бит?

Беҙ ашаған тәғәмдәребеҙҙән дә бик күп һыу алабыҙ. Мәҫәлән, бер ҡаҙаҡ иттә 20 мыҫҡал, бер ҡаҙаҡ һөттә 80 мыҫҡалдан артыҡ,бер ҡаҙаҡ картуфта 70 мыҫҡал, бер ҡаҙаҡ кәбеҫтәлә 43, алмала 80 мыҫҡал, бер ҡаҙаҡ икмәктә 30 мыҫҡалға яҡын һыу барҙыр. Тимәк, беҙҙең ашай торған аштарыбыҙҙың һәр береһендә һыу бар. Аштарҙы ашауыбыҙ менән һыуҙы ла эскән булабыҙ. Аҙыҡта һыу аҙ булһа, бер тәүлеккә етәрлек һыуҙы эсергә тейеш булабыҙ. Бынан башҡа һыу беҙҙең бөтә хәжәттәребеҙ өсөн дә кәрәк. Йөҙөбөҙ үә тәнебеҙҙе таҙартырға, табаҡ- һауыт, иҙән, һикеләребеҙҙе, бысранған кейемдәрҙе йыуырға. Аҫырай торған хайуандарға эсерергә. Бындай хәжәттәр өсөн һәр бер кеше бер тәүлектә 2-4 биҙрә һыуға мохтаждыр. Ошоноң өсөн дә һәр бер кеше үҙенең йортон һыу күп үә етәрлек урынға яһарға тырыша. Был сәбәптәндер ки, шәһәр үә ауылдарыбыҙ ҙур һыуҙың буйында, йәки күл үә һаҙ янына йәки йылға үә шишмә янына яһалғандыр.

Үә йәнә шуны ла белергә кәрәктер ки, беҙҙең өсөн һәр бер һыу яраҡлы түгел.Ҡайһы бер үҙәндәрҙә шундай зарарлы һыуҙар булалыр ки, уны эсеүҙән әҙәмдең муйынында бер шеш пәйҙә булалыр үә ғүмере буйынса бөтмәйҙер. Үә йәнә шундай һыуҙар барҙыр, уны эскән кешенең битенә, тәненә тимрәү кеүек нәмәләр сығалыр. Ҡайһы бер һыуҙар диңгеҙ һыуы кеүек тоҙло булалыр. Йәнәшә – тирәбеҙҙә һыуҙың яҡын үә күп булыуы ғына етмәй, бәлки уның яраҡлылығы үә яҡшылығы, таҙалығыбыҙ өсөн файҙалы булыуына диҡҡәт итергә кәрәк.

Яҡшы һыуҙы нисек белергә? Әгәр ҙә һыу тоноҡ булһа, таҙа булһа, болғансыҡ булмаһа, тиреҫ, һалам,бесән кеүек сүп булмаһа, ҡом, балсыҡ булмаһа, төбөнә юшҡын ултырмаһа, ҡыҙыл, йәшел кеүек төҫлө булмаһа, насар еҫ киләмһә, йомшаҡ үә тәмле булһа – бындай һыу иң яҡшы үә сихәтебеҙ өсөн файҙалы бер һыу булыр.

                                                     Әсетке, йәки кеүәҫ

Күп кешеләр эсер өсөн әсетке йәки төрлө икмәк орлоғонан кеүәҫ яһай.

Орлоҡтарҙы һыуҙа сылатып бер йылы урында бүрттерәләр үә шыттыралар. Шунан тигермәндә тарттырып он иткәс, ҡайнар һыуға һалып ҡайнаталар. Уның файҙалы матдәләре, бигерәк тә крахмалы сыға үә ҡуйы була. Быға ҡайнаған һыу ҡатнаштырып, аҙыраҡ сүпрә һалып әсетәләр. Әсеп еткәс эсергә бик тәмле үә күңелгә бик хуш бер эсемлек була. Был әсеткелә бер аҙ спирт та булалыр, ундағы крахмал әсеүенән хасил булалыр. Әсетке бик яҡшы үә туҡлыҡлылыр. Әммә әсеп етмәһә бик насар үә тәмһеҙ була. Шуға күрә, хәстәләр үә балаларға әсеп етмәгән әсеткене бирмәҫкә. Иҫкерә үә өҫтөнә һеркә ултыра башлаһа эсмәҫкә кәрәк.

                                                                    Һыра

Һыра ла әсетке кеүек яһалалыр. Әммә әсеткегә ҡарағанда ҡуйыраҡ. Спирты күберәк була. Эсергә бик тәмле булһа ла күп эсмәҫкә кәрәк. Сөнки иҫертә, зарар була.

                                                                  Араҡы

Араҡы бик насар үә бик заралы бер эсемлектер. Фәҡәт араҡы эсеүҙән генә бер йылда күп кеше үлә. Бик күптәр хәстәләнеп үләләр. Бик күп күҙ йәштәре түгелә, күптәр фәҡирлектә үә теләнселектә ҡалды. Таҙалығыбыҙ өсөн бик зарарлы булғанлыҡтан, Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәре араҡыны хәрәм иткән, эскәндәргә тамуҡ ғазабын үәғәҙә ҡылған, әммә беҙҙең мосолмандарҙың күбеһе эсә. Эсеүселәрҙең һаны арта. Ундайҙарға мосолман тип әйтеп булмай. Сөнки улар Аллаһы Тәғәләнең әйткәненә ышанмайҙар. Ҡөрьәндә хәмер эсмәгеҙ тиелгән. Ҡиәмәт көнөнөң буласағына ла ышанмайҙар. Әгәр ышанһалар, эсмәҫтәр ине! Араҡы эскәндәргә Аллаһы Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә ут менән ғазабын үәғәҙә ҡылған. Бер кеше һиңә фәлән тишектә йылан бар, унда ҡулыңды тыҡма, йылан сағыр тиһә, ҡулыңды тығыр инеңме юҡмы? Әлбиттә, тыҡмаҫ инең. Кеше лә әгәр Аллаһы Тәғәләнең барлығына, үәғәҙәһенең хаҡлығына ышанһа, араҡы ҡайғыны бөтөрә, тәнгә таҙалыҡ бирә, тип яңылыш уйламаҫ ине. Сөнки араҡы эскән кешенең ҡайғыһы бөтмәй, бәлки арталыр. Тәненә таҙалыҡ бирмәй, бәлки хәстәлек бирәләер. Бер кеше араҡы эсһә, ярлы үә фәҡир була, сирле булһа сире арта, таҙа булһа түбәндәге сирҙәр барлыҡҡа килә: ҡото китә, башы ауырта, тәнендә ҡоро һыҙлауҙар хасил була, ҡоҫа үә эсе китә, ашағыһы килмәй башлай, бәғзеләрҙә аҡ биҙгәк хәстәлеге була. Ундайҙарҙың аҡылы китә, бер нимә белмәй үә аңламай һәм үлеп тә китә, йә берәй кешене үлтерә. Шуның өсөн дә араҡынан бик һаҡланырға, бик аҙ ғына булһа ла эсмәҫкә, ауылдарыбыҙға кибет –трактирҙар яһатмаҫҡа кәрәк!

Бер кеше ни рәүеш менәндер иҫерткес эсеүгә һалышҡан булһа, үҙ иркенән тыйыла алмаҫлыҡ дәрәжәгә еткән булһа, был кешегә бик тиҙ табипҡа барырға лазым. Табип уны дауаханаға һалып, ғүмерендә бер ҡасан иҫерткес ҡапмаҫтай дәрәжәгә килтерер.

                                                                     Сәй

Сәй — бик яҡшы бер эсемлектер. Ул күңелгә хушлыҡ бирә, арығанлыҡты бөтөрә. Тәнгә сәләмәтлек үә таҙалыҡ бирә. Һөт үә шәкәр менән берлектә эселһә, аш урынына ярай, һимертә, таҙарта. Сәй эскән кеше аҙ ашаһа ла таҙа үә һимеҙ була. Шуға күрә, артыҡ аҡсағыҙ булһа, кибеткә барып үҙегеҙгә насар хәстәлек йәки үлем һатып алмағыҙ (спиртлы эсемлек), бәлки шул аҡсағыҙға сәй алып, балаларығыҙ үә йәмәғәттәрегеҙ менән бер нисә көн рәхәтләнеп сәй эсегеҙ! Балаларығыҙға 3 йәш тулмайынса сәй бирмәгеҙ. 3 йәше тулғандарына аҙ һәм шыйыҡ итеп яһап бирегеҙ. Һис бер ваҡыт ҡайнар итеп эсмәгеҙ.

                                                        Ҡәһүә (кофе)

Ҡәһүә лә бик файҙалы эсемлек.

                                                                Тәржемә авторы Регина Камалова https://vk.com/id86388731