Шайтан оялар төбәк

                                                                Шайтан оялар төбәк 

                                    Беҙҙең тормош шайтан сабынлығына әйләнә күрмәһен
   «Эй, Раббым! Әгәр ҙә йәшәп үтер ғүмерем шайтан оялар төбәккә әйләнер булһа, уны ҡыҫҡарта күр!» — тигән имам Сәжжәд.
   Залимдар ҡулға төшөргән байлыҡ та, дәрәжә лә уларҙағы тәҡүәлек йәки Аллаһ ризалығына өлгәшеү өсөн бер сәбәп тә түгел. Быны беҙ аңларға тейешбеҙ.
   Иманға килмәгәндәргә, монафиктарға, иманы зәғифтәргә ҡарата «лә йәхсабәннә — улар уйлай күрмәһен» тигән һүҙҙәр Ҡөрьәндә бик күп тапҡырҙар ҡабатлана. Сөнки ундай кешеләрҙә зирәклек, айыҡ аҡыл, уйлана һәм бөтәһен дә һәр яҡлап тикшерә белеү тигән нәмә етешмәй.
   Иманы булмаған кеше, ғәҙәттә, малы менән дә, абруйы, даны менән дә кемдәндер айырылып тороуын ваҡытлы ғына бер уңыш тип түгел, ә маңлайына яҙылған яҙмыш шауҡымы тип уйлай.

   Тарихтан билдәле, хәлифәлек менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алған Йәзид пәйғәмбәребеҙҙең һөйөклө ейәне Хөсәйенде үлтергәс, имамдың бөтә ғаиләһе менән бергә һеңлеһе Зәйнәбте лә әсирлеккә алып Сүриә дәүләтенә оҙата.
   Тотҡон итеп алынғандар ҡаршыһына килтерелгәс ул тәкәбберлек менән ҡаршыһына баҫып, Зәйнәбтән һорай: «Аллаһтың Үҙе лә беҙҙең яҡта булғанын әле лә күрмәйһеңме?» — ти.
   «Һинең ерәнеүҙән башҡаны белмәҫ түбән йәнле ҡәбәхәт бер әҙәм булыуыңды мин беләм. Уйыңа нимә килһә, шуны эшлә, әммә Аллаһ менән ант итеп әйтәм: Аллаһтың беҙҙең күңелде яҡтыртып торған нурын һин һүндерә алмаясаҡһың», — тип өҫтәй ҙә, Зәйнәб Ҡөрьәндең: «Бирелергә тейешле язаларҙы кисектереп тороуыбыҙҙы иманға килмәгәндәр үҙҙәре өсөн игелек тип уйлай күрмәһен. Быны Беҙ гонаһҡа улар тағы ла нығыраҡ батһын тип эшләйбеҙ. Язаларҙың уларға иң хурлыҡлыһы әҙерләп ҡуйылған», — тигән аятын уҡый.
                                                                               «Әлү-Ғимран» («Ғимран ғаиләһе») сүрәһе, 178-се аят
   Был аятҡа биргән шәрехтәрендә имам Бәкер ҙә: «Иманһыҙҙар өсөн үлем игелек кенә була ала, сөнки ғүмере оҙонораҡ булған һайын улар бит гонаһты ла күберәк эшләй», — тигән.
                                                                                * * *
   Үҙенең атаһынан ишеткән һүҙҙәрҙе килтереп һәм Ҡөрьәндең тәрән мәғәнәгә эйә булған хикмәте, тел тейҙермәҫ дәрәжәләге төҙөклөгө, уның барлыҡҡа килеүе лә аҡыл етмәҫ бер мөғжизә булыуы хаҡында имам Риза бер ваҡыт: «Ҡөрьән — ул Аллаһтың бәндәне Йәннәттәргә алып бара торған ныҡлы бер ебе, сиселмәҫлек итеп төйнәлгән төйөн һәм яҡты бер юлы. Ул Йәһәннәм ялҡынынан һаҡлап тора, иҫкереү тигәнде белмәй, уҡыған һәм һөйләп торған кешене һис тә ялҡыггырмай. Ҡөрьән ул бер дәүер өсөн генә тәғәйенләп индерелмәгән, төплө бер дәлил булараҡ кешелек донъяһы өсөн бөтә замандарға яраҡлы итеп индерелгән. Ялған уға бер яҡлап та яҡын килә алмай. Сөнки ул ғәмәлендә Ғәҙел, сифатында Маҡтаулы Аллаһ тарафынан индерелгән», — тип аңлатып бирә. 1
                                                                                * * *
   «Беҙҙең намыҫыбыҙ — ул әшәке эштәребеҙҙе өндәшмәй генә ситтән күҙәтеп тороусы бер шаһит».
   Аҡыл эйәләренең хикмәтле фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ.
   Мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт үҙенең бер вәғәзендә ҡаты бәғерле булыуға бик тапҡыр, бик тә ышаныслы нигеҙгә ҡоролған ҡәтғи баһа бирә: Иблискә килһәк инде, — ти ул, — үҙенең килеп сығышы менән тәкәбберләнеп һәм Әҙәмде түбәнһетергә тырышып ул: «Мин уттан яралтылғанмын, ә һин балсыҡтан», — тип зәһәр теллеләнеп ала. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙәге сама сиктәрен белмәүҙән тыйыла алмаһағыҙ, үҙегеҙҙә уны әҙәмлек сифаттары тәрбиәләү, игелекле ғәмәлдәр өсөн ҡулланығыҙ».
   Үҙенең атаһы әйткәндәрҙе ҡеүәтләп, Ғәли хәҙрәттең улы имам Хөсәйен дә: «Кешеләр менән мөнәсәбәттә сабыр, ғәҙел була белмәүҙең бәләһе шунда: үҙ өммәтенән булған енәйәтсене лә ул башҡа өммәттән булған әҙәпле кешенән артығыраҡ күрә. Бәндәнең гонаһҡа батыу сәбәбе лә үҙ ҡәүемендәгеләрҙе артыҡ яҡын күрә беләүендә түгел, киреһенсә, уның ғәҙел була белмәүенә ҡеүәт өҫтәп тороуында», — тигән.
   Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән, тип хәҙистәргә биргән шәрехтәрен дауам итә Ризаитдин хәҙрәт: «Аллаһы Тәғәләгә ихласлыҡ менән ғибәҙәттә бул, затында үә сифатында Уға тиңләшерлек кемдер бар тип уйлама, фарыз намаҙҙарын ваҡытында үтә, фарыз зәкәттәрен урынына тапшыр, көсөң етһә, фарыз һәм нәфел хаждарын ҡыл, Рамаҙан ураҙаһын тот, халыҡтарҙың үҙеңә ҡарата берәр мөғәмәләһен яратмаһаң, уларға ҡарата шундай мөғәмәләнән үҙең һаҡлан».
                                                        Ризаитдин бине Фәхретдин, Жәүәмиғүл кәлим-шәрхе». 55, 98-се биттәр
   «Ислам дине еңел бер дин, кем дә кем шул еңеллеккә риза булмай, ғибәҙәттәрҙе арттырып ебәрергә тырышһа, аптырап ҡалыр ҙа, ошо дин менән тартыша торғас, көсө бөтөп, ғибәҙәттәрҙе еренә еткерә алмай башлар. Дин эштәрендә юлдың ғәҙелен һайлағыҙ, камил итеп ғибәҙәт ҡыла алмаһағыҙ, шуға яҡыныраҡ итеп ғибәҙәт ҡылырға тырышығыҙ...»
   «Дин эштәрендә арттырып ебәреүҙән һаҡланығыҙ! Үткән өммәттәрҙең һәләкәте ана шул дин эштәрендә арттырып ебәреү сәбәпле булды». Әгәр ҙә инаныу һәм күңел беркетеү Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, тарафынан беҙгә өйрәтеп ҡалдырылған тәртип менән барһа, был инде Ислам диненең тамам үҙе буласаҡ. Диндең, бигерәк тә Ислам диненең маҡсаты — кешеләрҙең яфа сигеүе, ҡыҫынҡылыҡта йәшәүҙәре өсөн түгел, бәлки иркенлек, рәхәтлек менән тынғылыҡта йәшәүҙәрен тәьмин итеү. Диндә арттырып ебәреү, сама сиктәрен үтеп, фанатизмға алып килә.
   Сәхәбәләр йәм табиғиндар, Сәләфе-салихиндар (Исламдың тәүге йылдарында йәшәгән изгеләр) — сәхәбәләр, табиғиндар, һәм тәбғы-табиғиндар донъянан үтеү менән, Ислам динендә сама сиктәрен үтеүҙәр башланды, һәр быуатта, һәр мәмләкәттә халыҡтың тәбиғәтеңә, ғөрөф-ғәҙәттәренә хуш килерлек рәүештә сама сиктәрен үтеүҙең айырым-айырым төрҙәре баш күтәреп торҙо. Был турала һөйләнелгәндәре бер булһа, һөйләнелмәгәндәре мең булыуы ла хәтерҙән сыҡмаһын.
   ...Диндә сама сиктәрен үтеү күбеһенсә яҡшылыҡ кейеменә төрөнөп эшләнгәнлектән, халыҡтар уға иғтибар итеп бармай.
   «Имандың төп сағылышы, — тигән Ғәли хәҙрәт, — биргән вәғәҙәңә тоғролоҡ, кешелә булған иң әшәке сифат — хыянат, һатлыҡ йәнгә әйләнеү».

                                                                                                                Башҡорт мосолман календары, 2017 йыл