Суфыйлыҡ һуҡмаҡтары

                                                              Суфыйлыҡ һуҡмаҡтары
                                    Суфыйлыҡ һуҡмаҡтары йәки батырлыҡҡа илтер рухилыҡ
     Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 175 йыл тулыуға бағышланған саралар сиктәрендә баш ҡалабыҙҙа Мәскәү ҡунағы, Хәйбулла районында тыуып үҫеп, Рәсәй Фәндәр Академияһының Философия институтында эшләүсе философия фәндәре докторы Илшат Рәшит улы НАСЫРОВ булып китте. Ул ҡәҙимге философ ҡына түгел, ә Ислам дине белгесе лә. Ошо әлкәлә киң мәғлүмәтле ғалим булараҡ, ул халҡыбыҙға күренекле суфый шәйехе Зәйнулла ишандың һәм уның замандаштарының рухи мираҫын кире ҡайтарыу әсән байтаҡ эштәр башҡарҙы. Редакциябыҙҙа уҙған осрашыуҙа ул журналистарыбыҙ Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВТЫҢ, Әхмәр ҮТӘБАЙҘЫҢ һәм гәзитебеҙҙең дуҫы Салауат КИЛДИНДЫҢ һорауҙарына ентекле һәм төплө яуаптар бирҙе. Ошо мәғлүмәт һеҙҙең өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.
     ► Исламда суфыйсылыҡ йүнәлешенең килеп сығышын нисек аңлатырға була?

     ► Суфыйсылыҡтың барлыҡҡа килеүе тураһында төрлө ҡараштар бар. Уның нигеҙендә христиан монахтарына хас үҙ-үҙеңде сикләү, йәғни аскетизм ятып, уларҙың ислам дине йоғонтоһона бирелеүенән тәүге суфыйҙар туғанлығы ойошоп киткән, тиеүселәр ҙә бар. Суфыйҙар араһында, донъя малынан ваз кисеп, дәрүишлектә йөрөүселәр булған хәлдә лә, аскетизм суфыйсылыҡтың төп сифаты түгел. Минеңсә, суфыйсылар тарихын Ислам ерлегенән айырып ҡарап булмай, сөнки шул уҡ шәриғәт — суфыйсылыҡтың нигеҙ ташы. Был йүнәлеште Исламдағы ересь, йәғни традицион дини тәғлимәтте боҙоу, тип ҡараусылар ҙа булған. Әммә Исламда христиан сиркәүенең ҡәтғилеге юҡ, дини фекер айырымлыҡтары өсөн ереста (мөртәтлектә) ғәйепләү юҡ. Ислам динендә сиркәү кеүек иерархиялы ойошма ла юҡ, ереста ғәйепләп, махсус ҡарар сығарыу ҙа ҡаралмаған. Шулай булғас, суфыйсылыҡты Ислам тәғлимәтен боҙоусы йүнәлеш, тип ҡарау төптө дөрөҫ түгел.
     ► Суфыйҙар туғанлығының мистик ойошма булыуы тураһында ни әйтер инегеҙ?
     ► Ҡөрьән һәм Сөннәлә мистикаға урын юҡ, сөнки Аллаһ бар һәм ул бер генә, әммә уны һис кем белә лә, күрә лә алмай, һәм ошо үҙе үк суфыйсылар ғәмәлиәтенә ҡаршы килә, тип әйтәләр. Әммә тәриҡәт шәриғәткә ҡаршы түгел, сөнки дини фекер һәм белемгә суфый ғәмәлиәтен ҡушып, Ислам хәҡиҡәтенә юлды тиҙерәк табып була. Ғөмүмән, Исламда христиан динендәге рух һәм тән ҡапма-ҡаршылығы юҡ, кеше баштан уҡ гонаһлы тип ҡаралмай. Суфый ғәмәлдәре, улар ҡулланған ысулдар кешенең тәненә лә файҙалы булып, тәненән бигерәк, рухи кимәлен дә бик юғарыға күтәрә алған.
     ► Суфыйсылыҡ тәриҡәттәренә, Ислам дине тарихы күҙлегенән ҡарағанда, ниндәй баһа бирергә була?
     ► Суфый туғанлыҡтары бер ваҡытта ла ниндәйҙер айырымланған секта рәүешендә булмаған. XI быуатта, күренекле суфый остазы әл Ғаззали заманында, суфыйсылыҡ мосолман донъяһында киң таралып китә. Ә XIII быуатта ғәрәп хәлифәте тарҡалғас, суфый туғанлыҡтары донъяла Ислам берлеген һаҡлап алып ҡалыусы берҙән-бер көс була. Урта Азияла, Кавказда, Волга буйында, Уралда Ислам динен таратыусы тәүге миссионерҙар шул уҡ суфыйҙар булыуын оноторға ярамай.
     ► Суфый тәғлимәте менән таныша башлаһаң, уға хас булған бер үҙенсәлеккә иғтибар итмәй булмай: суфыйсылар фәлсәфәне бик үҙһенмәй, күбеһенсә динилектең ғәмәли яҡтарын өҫтөн күрә. Улар дини хәҡиҡәтте фекер йөрөтөп түгел, ә махсус ысулдар ҡулланып асырға тырыша. Был суфыйсылар тәриҡәтенең шәриғәттән ситкә тайпылыуы түгелме һуң?
     ► Суфыйҙар был кеше шулай әйткән, теге кеше — тегеләй, һымағыраҡ фекерҙәргә һылтанырға яратмай. Суфый хикмәте һүҙгә түгел, ә ғәмәлгә нигеҙләнә. Һүҙ изге ғәмәл менән берлектә булып, ғибәҙәт ҡылыу ихлас булырға тейеш. Суфыйҙар Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең ихсан төшөнсәһе тураһындағы хәҙисенә таяна. «Нимә ул ихсан?» тигәнгә ул былай тип яуаплаған: «Аллаһы Тәғәләгә табынғанда уның үҙен күргәндәй табынырға кәрәк. Һин Уны күрмәһәң дә, Ул һине күрә бит!» Суфыйға фәлсәфәнең артыҡ кәрәге юҡ, Ислам хәҡиҡәтенә ул ғәмәли юл менән төшөнә. Әммә суфыйсылыҡты Исламдың башҡа философик аспекттарынан айырып, йәиһә уларға ҡаршы ҡуйып ҡарау дөрөҫ түгел. Исламдың бөтә йүнәлештәре лә бер үк нигеҙгә — Ҡөрьәнгә таянып, Аллаһтың берлеген, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең уның рәсүле булыуын таный. Ислам илаһиәте ғилемендә ошо нигеҙҙә фәлсәфәүи йүнәлештәр барлыҡҡа килеп, күренекле теологтар үҫеп сыҡҡан. Мәҫәлән, суфый философы ибн Ғәрәбиҙең «Барлыҡтың берлеге» тигән китабы киң билдәлелек таба. Тимәк, суфыйсылыҡты ла Ислам фәлсәфәһенең бер тармағы итеп ҡарарға була.
     ► Суфыйсылар тәриҡәттәре шәйех остаздары тирәләй ойошҡан мөриттәр төркөмдәренән тора. Был система Боронғо Грецияның философик мәктәптәрен иҫкә төшөрә. Ошо турала һеҙ нимә әйтер инегеҙ?
     ► Донъялағы ниндәй генә мистик традицияны алма, ул Исламда булһынмы, христианлыҡта йә буддизмдамы — улар бер дөйөм механизм нигеҙендә формалаша. Һәр суфый тәриҡәтенең башында билдәле бер шәхес тора. Һәр шәйех хәҡиҡәткә ирешеү юлын үҙенсә эҙләй. Ул үҙенең ҡараштарын сағылдырған система төҙөй, был система кешене Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта торған юлды, һуҡмаҡты (тәриҡәтте) билдәләүҙән, ошо һуҡмаҡтан алып бара торған мистик ысулдарҙы ғәмәлгә ашырыуҙан тора. Тәриҡәт башында торған шәйех үҙ янына мөриттәрен туплап, уларҙы тәриҡәт ысулдарына өйрәтә башлай. Ҡыҙыҡһыныу арта барған һайын, төркөм дә киңәйә бара. Тәүге төркөмдән сыҡҡан яңы шәйехтәр һуңынан үҙ төркөмдәрен барлыҡҡа килтерә — бына ошо рәүешле суфыйҙар туғанлығы үҫә һәм тирә-яҡҡа тарала башлай. Һәр тәриҡәтттең үҙенең рухи генеалогияһы булып, силсилә тип аталған рухи туғанлыҡ линияһы төҙөлә. Ғәҙәттә, силсилә Мөхәммәт бәйғәмбәргә барып тоташа.
     ► Суфыйсылыҡ мосолманға дин юлында рухи үҫеш мәмкинлеген булдыра, ә уларға ҡаршылар үҙ ҡараштарын нисек дәлилләй һуң?
     ► Суфыйсылыҡ ханбалиттар, ваххабиттар тарафынан инҡар ителә, сөнки улар Ислам хәҡиҡәте Хоҙайҙан Мөхәммәт бәйғәмбәр аша тулыһынса еткерелгән, тип иҫәпләй. Ғөмүмән, ваххабиттар Ислам ғәмәлиәтендәге үҙгәрештәргә, ниндәй ҙә булһа яңылыҡтарға ҡәтғи ҡаршы сыға, күп нәмәләрҙе тыйыу, башҡа фекерле кешеләрҙе дошман итеп ҡарау уларҙы фундаментализм юлына алып сыға. Мәҫәлән, Исламда мосолман ғәмәлдәре биш төрлө позицияға ярашлы баһалана: хәрәм — ҡәтғи тыйылған ғәмәлдәр, мәкруһ — хупланмай торғандары, мөбах — гонаһ тип һаналмағандары, мәндуб — өлгөлө булғандары, хәләл — рөхсәт ителгән, файҙалылары. Ваххабиттар хәҙерге заманға ярашлы булған күп нәмәләрҙе хәрәм, тип иҫәпләп, музейға, театр-концертҡа йөрөү, телевизор ҡарау кеүек күренештәргә ҡырҡа ҡаршы сыға. Шул уҡ ваҡытта улар һаҡал йөрөтөү, Мөхәммәт бәйғәмбәр кеүек ҡыҫҡа салбар кейеп йөрөүҙе хуплап ҡына ҡалмай, һәр мосолман өсөн мотлаҡ үтәлергә тейешле тәртип рәтенә ҡуя. Теология өлкәһенә килгәндә, улар дин буйынса ниндәй ҙә булһа эҙләнеү мөмкинлеген инҡар итә: йәнәһе, Ҡөрьән һәм Сөннәлә барыһы ла әйтелгән бит. Хоҙайҙың һуңғы бәйғәмбәре Мөхәммәт кешеләргә Ислам хәҡиҡәтен тулыһынса еткергән, тип иҫәпләй улар.
     ► Ислам буйынса кеше Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында бер ябай объект сифатында ғына күҙаллана түгелме һуң?
     ► Юҡ, әлбиттә. Кеше Хоҙайҙың Ерҙәге хәлифе, шуға ла уға күп бурыстар, ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Мосолмандарҙың тәүге быуындары Ислам фәлсәфәһе, Ҡөрьән асылы тураһында фекер-бәхәс ҡорорға әүәҫ булмаған. Өсөнсө-дүртенсе быуын мосолмандары Хоҙайҙың ни өсөн кафырҙарҙы юҡ итмәүе, гонаһ һәм шәхси яуаплылыҡ һәм башҡа шундай һорауҙарға яуап эҙләй башлай. Мосолман ҡол түгел, Хоҙай уға һайлау хоҡуғы, ирек биргән, әммә ҡылған ғәмәлдәре өсөн инсан үҙе яуаплы. Кеше Аллаһ тарафынан туранан-тура, механик рәүештә идара ителеүсе йән эйәһе түгел, юғиһә, Ҡөрьәндә мосолмандың гонаһтары өсөн мотлаҡ үҙе яуап тотасағы тураһында киҫәтеү күп тапҡырҙар ҡабатланмаҫ ине.
     ► Суфыйҙарҙы мосолмандарҙы камиллыҡа өндәүселәр, тип әйтеп буламы?
     ► Камиллыҡ идеалы башлыса христиандарға хас. Улар Иисус Христосты, йәғни Ғайса бәйғәмбәрҙе, камиллыҡ идеалы, һәр гонаһлы христианды ҡотҡарыусы рәүешендә ҡабул итә. Христиан монахтары, донъялыҡтан ваз кисеп, руханилыҡ аша үҙҙәрен таҙартырға, камиллаштырырға ынтыла. Ә Исламда идеалға табыныу юҡ, камиллыҡа тик Аллаһы Тәғәлә генә эйә. Ябай мосолманға бер ҡасан да саманан тыш талаптар ҡуйылмаған. Ул Ислам ҡанундарын үтәп, әхлаҡлы, иманлы әҙәм булһа, шул еткән. Суфыйҙарға килгәндә инде, уларға эҙләнеүсәнлек хас, араларында дәрүиштәр ҙә байтаҡ була. Суфый- дәрүиштәр донъя мәшәҡәттәренән ваз кисеп, юлда йөрөүҙе хуп күргән. Хатта дәрүиштәр бер өйҙә рәттән ике тапҡыр ҡунмаҫҡа, тип ант биргән. Ләкин аскетизм суфыйҙарҙың төп принцибы түгел, уларҙың күбеһе үҙ өйҙәрендә йәшәп, ғаилә ҡороп, ҡәҙимге тормош алып барған. Суфыйҙар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт булмауы арҡаһында халыҡта «Суфыймы ни ул, ябыҡ булмағас, ас йөрөмәгәс» кеүегерәк ҡараштар таралған.
    ► Билдәле булыуынса, Ислам тәғлимәтен тәсфирләүселәр, шулай уҡ суфыйҙар араһында ла ҡапма-ҡаршылыҡтар, тәрлә низағтар булғылаған. Халыҡта «Уҡып, суфый булмаҫһың» кеүек кирерәк баһалы ҡараштар барлыҡҡа килгән. Ғәмүмән, халыҡ суфыйсылыҡҡа ҡарата ниндәй мәнәсәбәттә булған һуң?
     ► Халҡыбыҙ хәтерендә әлегә тиклем суфыйҙар тураһында төрлө риүәйәттәр, иҫтәлектәр йәшәй. Бүтән халыҡтарҙа юҡ бит ул. Ошо үҙе үк суфыйҙарҙың халыҡ алдындағы абруйын күрһәтеп тора. Беҙҙә суфыйсылыҡты уҡыуҙан, мәғрифәттән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Бына XIX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында дини белем биреү өлкәһендә йәҙитселек тип аталған яңыса уҡытыу ысулы тарала башлай. Йәҙитселәр дини белем биреү менән бер рәттән, донъяуи фәндәрҙе уҡытыу яғында була. Быны мосолман мәғрифәтен модернизациялау, тип ҡарарға кәрәк. Әлбиттә, иҫкелеккә йәбешеп ятҡан, ҡәҙимселәр тип аталған консерватор муллалар яңылыҡҡа ҡаршы сыға, ошо нигеҙҙә бәхәстәр ҡуйыра. Яңылыҡты ғәмәлгә ашырыусылар булмаһа, бер ниндәй ҙә алға китеш булмаҫ ине. «Ҡотоп Заман» титулына эйә булыусы Шәйех Зәйнулла Рәсүлев тап шундай халыҡты алға әйҙәүсе рухи етәксе булып таныла ла инде. Тап Зәйнулла ишандың башланғысы, фатихаһы һәм ярҙамы нигеҙендә суфыйҙар Башҡортостанда башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ шәкерттәрен яңыса уҡыта башлай. Уның менән фекерҙәш суфый хәлфәләре, мөриттәре кәңәш-ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә, үҙенең абруйына таянып, Зәйнулла Рәсүлев тейешле фәтеүәләр (ҡарарҙар) сығарыр булған. Ғөмүмән, уның тырышлыҡтары менән башҡорт мосолмандары мөхитенә күп кенә инновациялар индерелеп, халҡыбыҙҙың мәғрифәти һәм мәҙәни үҫеше өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырыла.
     ► Башҡортостанда суфыйсылыҡтың киң таралып китеүе ниндәй сәбәптәр менән аңлатыла?
     ► Башҡорт иле мосолмандар тарафынан яулап алынмаған, Ислам башҡорттар араһында оҙаҡ ваҡыт дауамында тыныс шарттарҙа тарала башлай. 922 йылда ибн Фаҙлан күргән башҡорттар араһында мосолман динен ҡабул итеүселәр булған. Монгол-татар яуына тиклем үк Бохара тарафтарынан Волга-Урал төбәгенә сауҙагәрҙәр менән бергә мосолман миссионерҙары килә башлай, улар суфый булған. Тимәк, Башҡортостанда суфыйсылыҡ тамырҙары Ислам дине тарала башлаған тәү осорға барып тоташа.
     Башҡорттар үтә дини халыҡ булмаған, тип әйтәләр. Әммә халҡыбыҙҙа борон-борондан уҡ инсафлыҡ, ихласлыҡ вә ихсанлыҡ (изгелек) хөрмәт ителгән. Былар — Ислам талаптары. Үзбәкстандан килгән бер танышым: «Башҡорттар мәсеткә йөрөп, биш тапҡыр намаҙ уҡымаһа ла, мосолманлыҡ, Аллаһтың барлығына ышаныу уларҙың күңелендә йәшәй. Халҡығыҙ мосолманлыҡ йолаларын формаль рәүештә атҡарған ҡайһы бер ҡәүемдәрҙән үҙенең ихласлығы менән күпкә динлерәк», тип әйткәйне. Башҡорт иман һәм ихсандан ваз кисмәһә, Исламдан айырылмаҫ.
     ► Нәҡшбәндиә суфыйҙары кешенең аңына ла, йәрәгенә лә иҫ киткес йоғонто яһай алыу ысулдарын белгән. Бындай мәмкинлектәргә суфыйҙар зекер әйтеү юлы менән ирештеме икән?
     ► Ысынлап та, зекер әйтеүҙең кеше өсөн бөтә кимәлдә лә билдәле бер һөҙөмтәһе бар: уның мейеһендә, аңында, кисерештәрендә, физиологик торошонда үҙгәрештәр барлыҡҡа килеп, ул трансҡа оҡшаш бер халәткә инә ала. Зекерҙе эстән дә, телдән дә әйтеп була, хәрәкәт тә ҡушылырға мөмкин. Суфыйҙар ни өсөн зекер әйтеүҙе үҙ иткән һуң? Был монодеизм күренеше, йәғни үҙ булмышыңды тулыһынса берҙән-бер объектҡа — Аллаһы Тәғәләгә йүнәлтеп, уның асылына яҡынлау рәүеше. Зекерҙе айырым-айырым да, төркөм менән дә әйтәләр. Мин Суданда күргән зекер әйтеүселәр төркөмө, доғаларын ҡысҡырып әйтә-әйтә, бейеүҙәге кеүек хәрәкәт башҡарып, шәйех ҡәбере тирәләй йөрөнө. Мин зекер әйтеүҙе мәжүсилек осоронан ҡалып, Исламда сағылыш тапҡан бер күренештер, тим. Ғөмүмән, суфый тәриҡәттәре ошо юҫыҡта байтаҡ тәжрибә туплағанлыҡтан, Х1Х-ХХ быуаттарҙа үҙҙәренә психологтарҙың иғтибарын йәлеп иткән. Суфыйҙар ғәмәли рәүештә кеше психологияһы нескәлектәрен бик оҫта өйрәнеп, үҙ маҡсаттарында ҡуллана алған.
     ► Суфыйҙарҙың кешенең тәбиғәттән бирелгән мөмкинлектәрен уята алыуы һөҙөмтәһен күреп, Ислам диненә күсеүселәр бар, тиҙәр. Был ысынлап та шулаймы икән?
     ► Эйе, бының менән килешергә мөмкин. Көнбайыштың Рене Генон, Ф. Шююн, Ален Делон, Роже Гароди кеүек танылған шәхестәре Исламды суфыйсылыҡ йоғонтоһо аша ҡабул итә. Улар суфыйсылыҡты Исламдың иң демократик йүнәлеше, тип таный. Суфыйсылыҡта башҡа дин тотоусыларға толерантлыҡ, түҙеп ҡарау көслө. Бына, мәҫәлән, Лондонда билдәле суфый остазы ибн Ғәрәби исемендәге йәмғиәт булып, уның ағзалары араһында протестант, католик христиандар ҙа бар. Уларҙы суфыйҙар асҡан мәңгелек хәҡиҡәттәр әсир иткән, сөнки хәҡиҡәт өсөн айырым конфесси- яның өҫтөнлөгө юҡ. Хатта христиан булып та, үҙҙәрен суфый, тип атаусылар бар.
     ► Суфыйлыҡ — өҫкә кейгән кейем кеүек, кейһәң — бер халәттә, сисеп һалһаң — икенсеһендә, тигән ҡараш бар. Ул Исламға тиклем дә, христианлыҡҡа тиклем дә булған икән, тип өҫтәйҙәр. Был ҡарашты нисегерәк аңлатырға була?
     ► Донъяла универсаль мистик тәжрибә булып, уның һәр бер диндә үҙенсәлекле сағылыш табыуы тураһында фекерҙәр бар. Әммә мин диндәрҙең ниндәйҙер универсаллегенә баҫым яһамаҫ инем: һәр конфессия үҙенең үҙенсәлекле айырымлығы менән билдәле. Ә бар донъяға билдәле булған суфыйсылыҡ тик Ислам ерлегендә, уның үҙенсәлекле тәғлимәте йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән. Христианлыҡ кешелә һәм йәмғиәттә ныҡ үҫешкән ҡапма-ҡаршылыҡты үтеп сыға алыу, гонаһлы Әҙәм балаларын ҡотҡарыу идеяһына ҡоролһа, Исламдың кешегә ҡарашы башҡасараҡ булыуына иғтибар иткәйнек инде. Ислам иң элгәре үҙе өсөн, ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуаплылыҡты кешенең үҙенә ҡайтара, уға дин вә әхлаҡ принциптарына тоғро булыуҙы һеңдерә.
     ► Христиан динендә лә изгеләр хөрмәт ителә, изге суфыйҙарҙы халҡыбыҙ әүлиә, тип ихтирам итә. Бына ошо күренештәрҙә уртаҡлыҡ булғандай тойола. Ошолай фекерләү дөрөҫмө?
     ► Юҡ, христиандарҙа рухи изгелек халәте тән булмышы яғынан боҙоҡ булмауға, рухилыҡҡа ғына хеҙмәт итеүгә бәйле булып, рухтың тәндән айырымлығын, уларҙың ҡапма-ҡаршылығын сағылдырып тора. Изгеләр изге рухтан тыуһа, тән тәүҙән үк го наһҡа инеүҙән азат түгел. Шуға күрә лә христиандарҙа аскетизм сәбәптәре бөтөнләй икенсе, ул таҙарыныу, камиллашыу менән бәйле, монах ордендары ла шулай барлыҡҡа килгән. Исламда бындай проблема юҡ, һәм Мөхәммәт бәйғәмбәр мосолмандарҙан һәр саҡта ла бары тик уртасыллыҡты, бөтә нәмәлә лә сама белеүҙе генә талап итә.
     ► Мәсеткә йөрөп кенә ысын мосолманлыҡҡа өлгәшеп булмай. Кешенең һәр көндө мәсеткә барып, намаҙ үтәүе лә мөмкин түгел. Ул сәфәрҙә, урманда, яланда һ.б. мәсет булмаған ерҙәрҙә йөрөй. Был осраҡта кешенең мәсете уның йөрәгендә, тигәндәр суфый дәрүиштәр. Улар юл йөрөүҙе мәсеткә йөрөүҙән өҫтөн күргән. Быны нисек баһаларға һуң?
     ► Суфыйсылыҡтың тәү осоронда зухд төшөнсәһе булған. Физик зухд христиан аскетизмына яҡын, әхлаҡи зухд кешенең ҡайһы бер ғәмәлдәренә сик ҡуйып, билдәле тыйыуҙар менән бәйле. Исламдағы ханбалит йүнәлеше яҡлылар ҙа донъяны батып китеп көтөүгә ҡаршы, мосолмандарҙы әхирәт тураһында уйлап йәшәргә саҡыра, әммә улар тәриҡәт юлын да хупламай. Уларса, әҙәми затҡа Хоҙай Тәғәләне танып белеү мөмкинлеге бирелмәгән, шуға күрә суфыйсылыр юлынан барыуҙы ханбалиттар тыя. Физик зухд нигеҙендә тәүге дәрүиштәр төркөмдәре барлыҡҡа килә, улар, күп булмаһалар ҙа, хәҙергә тиклем һаҡланып ҡалған. Суданда Мәүлит байрамы ваҡытында Әбделмән ҡалаһы мәсетенә төрлө тарафтарҙан дәрүиштәр йыйыла, баштарында осло башлы кәпәстәр, ҡыңғырауҙары зыңлап тора, иңбаштарына тоҡ аҫҡандар, ҡулдарында сыбыртҡыларына тиклем бар. Өс көн буйы байрам итеп, мәсеттә йоҡлайҙар.
     ► Суфыйсыларҙың Тайфурия йәмғиәте ағзалары иҫереү аша трансҡа инеү ысулын ҡулланған, тип әйтәләр. Был шәриғәткә ҡаршы килмәйме һуң, хәмер мосолман өсөн хәрәм бит?
     ► Эйе, суфыйҙар араһында трансҡа, фанаға, йәғни Хоҙайҙың барлығын һиҙеү-тойоу халәтенә инеү өсөн төрлө ысулдар ҡулланыла. Әммә был эсеп иҫереү менән бәйле түгел. Әлбиттә, фанаға инеү өсөн ҡайһы бер маргинал суфыйҙар араһында алкоголь, наркотик ҡулланыусылар ҙа булған, ләкин, дөйөм алғанда, был суфыйсылыҡҡа хас ғәмәл түгел. Әбү Язит әт Тайфур әл Бастани ысынлап та үҙенең мөриттәренә фанаға инеү ысулдарын өйрәткән, әммә фанаға инеү эсеп иҫереүҙе аңлатмай. Фана — Аллаһ хозурында үҙ-үҙеңде онотоу, үлеүгә тиң халәт. Был осраҡта Тайфурия суфыйҙары ҡулланған ысулға дөрөҫ интерпретация бирелмәгән, тип уйларға кәрәк.
     ► Зәйнулла ишан ни өсөн тап Нәҡшбәндиә туғанлығын үҙ итте икән?
     ► Нәҡшбәндиә — суфыйсылыҡтың өсөнсө йүнәлеше, уға агрессивлыҡ түгел, ә толерантлыҡ, айыҡ ҡарашлылыҡ хас. Шул уҡ ваҡытта ул бик үҙенсәлекле тәриҡәт, Хоҙай хозурына булған ынтылышта уның үҙенә генә хас ғәмәлиәте бар. Мәҫәлән, зекер әйтеүсе, донъя мәшәҡәттәрен онотоп тороп, бар иғтибарын, уй- кисерештәрен тик бер Хоҙайға йүнәлтергә тейеш. Бында үтәү өсөн бик ҡатмарлы нәмәләр бар: бер тын алыу араһында 24 тапҡыр зекер әйтеп өлгөрөү талап ителә, хатта «йөрәгеңде туҡтатыу» тигән алым бар (бер мәлгә тын алыуыңды, физик йәшәүеңде туҡтатып тороу кеүек метафорик, символик мәғәнәгә эйә), ҡыҫҡараҡ доғаларҙың береһен бер тын алыш эсендә эстән уҡып сығыу, Аллаһ тураһындағы уйың бөтә йәнең-тәнеңде биләп алыуға өлгәшеү һ.б.
     ► Зәйнулла шәйех үҙе Хоҙай хозурына яҡынлашыу юлында ниндәй кимәлгә еткән икән?
     ► Уның замандаштары фекере һәм баһаһына ярашлы, Зәйнулла ишан Аллаһы Тәғәлә асылын белеүҙең иң юғары рухи бейеклегенә етеп, «Ҡотоп Заман» титулына лайыҡ булған. Был исем суфый иерархияһының иң юғары кимәленә етеүҙе белдереп, ошолай тип нарыҡланған суфыйҙың Хоҙай тарафынан һайлап алынғанлығын, уның вәли зат (Хоҙайға яҡын) булыуын аңлатҡан. Бындай титуллы суфыйға мосолман донъяһында контроллек итеү хоҡуғы бирелгән. Зәйнулла ишан бар Рәсәй мосолмандары мөхитендә оло абруй ҡаҙанған. Мин Дағстанда, Буйнакск ҡалаһында булғанда, ҡала мәсете имамы үҙенең ҡартатаһының (ул да шәйех булған) ҡулъяҙма китабын күрһәткәйне. Ошо китаптағы силсиләлә Зәйнулла Рәсүлевтың исеме айырып, ҡыҙыл ҡара менән яҙылған. Ял көнө, Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең дөйөм зекерен башҡарғандан һуң, намаҙҙа ҡатнашыусылар Зәйнулла ишан рухына доға ҡылды.
     ► Нәҡшбәндиә суфыйҙарын йыш ҡына медицина суфыйҙары, тип тә атайҙар. Зәйнулла ишандың тирә-яҡта танылған табип булыуын да беләбеҙ. Дин юлындағы суфыйҙар ни өсөн табиплыҡҡа ла ныҡ иғтибар иткән?
     ► Христиандарҙа дин кеше һаулығын ҡайғыртмай тиерлек, сөнки бар иғтибар рух яғына йүнәлтелеп, тән икенсе планда ҡа ла. Ә Исламда рух һәм тән гармонияһын һаҡлау мөһим, шуға күрә сәләмәт тормош алып барыуға өндәү, тән һаулығы тураһында ҡайғыртыу көслө.
     ► Зәки Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә, әгәр Зәйнулла ишандың бәләкәй сағымдан уҡ миңә яһаған йоғонтоһо булмаһа, мин берәй бай сауҙагәрҙең лавкаһында һатыу итеүҙән ары китмәҫ инем, тигән. 1917 йылғы инҡилабтан һуң башҡорт халҡының үҙ ғәскәрен ойоштороп, милли мөхтәриәт яулап алыуында башҡорттоң рухи остазы Зәйнулла Рәсүлевтың да роле ҙур булған, тип баһалау ысынбарлыҡҡа тап киләме?
     ► Һәр бер халыҡтың үҙ элитаһы була. ХУ11-ХУ111 быуаттарҙа башҡорттарҙың тархандары, йорт старшиналары булған. Нисек кенә булмаһын, улар батша властары алдында үҙ халҡының мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһаған, сөнки ябай кешенең үҙ хоҡуҡтарын яҡлау мөмкинлеге бик аҙ булған. Ике быуат дауамында барған ихтилалдар һөҙөмтәһендә башҡорт элитаһы юҡ ителеп, халыҡ яҡлаусыһыҙ ҡала. Дин әһелдәре, суфый шәйехтәре ошо осорҙа халыҡты яҡлау һәм һаҡлау функцияһын үҙ өҫтөнә ала. Халыҡтың киләсәге тураһында уйлау Зәйнулла ишанды ла йәштәрҙе дини-әхлаҡи тәрбиәләү менән бер рәттән, яңыса, Европаса уҡыта башлау зарурлығын танып, йәҙитселеккә юл асыу өсөн күп көс һалырға дүндерә. Һөҙөмтәлә абруйлы шәйех һәм уның фекерҙәштәренең тырышлығы һәм фиҙакәрлеге менән ХХ быуат баштарында халҡыбыҙҙың белемле һәм әүҙем өр-яңы элитаһы үҫеп сыға. Улар рәтендә беҙ Зәки Вәлиди кеүек тиҫтәләгән ойоштороусы һәм етәкселәрҙе, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич кеүек зыялыларҙы күрәбеҙ, һәм тап ошо мәҙрәсәләрҙә яңыса белем алған зыялы быуындың ХХ быуаттағы башҡорт мәҙәниәтенә һәм мәғрифәтенә яһаған йоғонтоһон тоябыҙ.
     ► Һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла тиерлек суфыйсылыҡ идеялары менән ҡыҙыҡһыныу көсәйеп китте. Сит илдәрҙә лә суфыйҙарҙың китаптары баҫыла, яңы суфый йәмғиәттәре барлыҡҡа килә, интернетта ла байтаҡ мәғлүмәт тупланған. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер диндарҙарыбыҙ суфыйсылыҡҡа ҡырҡа ҡаршы фекерҙә булып, уларҙы сектантлыҡта ғәйепләй. Бындай ҡапма-ҡаршылыҡты нисек аңлатып була?
     ► Хәҙер суфыйсылыҡтың быуаттар дауамында тупланған бай тәжрибәһенә таянып, уға ҡарата булған ҡыҙыҡһыныуҙы эксплуатациялау ҙа юҡ түгел, профанация, күҙ буяу күп таралды, хатта ошонан бизнес яһап, ҙур килем алырға хыялланыусылар ҙа бар. Бына беҙҙең Башҡортостанға ла Үзбәкстандан «яңы руханиҙар» йыш килә башланы. Үҙҙәрендә алған әҙме-күпме дини белеменә таянған булып, уҡыусылар йыйып, остаз ҡиәфәтенә ингән булып ҡылана улар. Уларҙан «белем» алған бер танышым, «мөритлек» халәтенә мөкиббән бирелеп китеп, салма бәйләп, сапан кейеп, йәй көнө лә галош ҡына ҡатып йөрөп, суфый булып күренергә тырыша. Ул бит бары тик суфыйлыҡтың тышҡы формаһын ғына үҙләштергән, ә уның эске, рухи халәте уны ҡыҙыҡһындырмай ҙа. Ул кешенән нисек көләһең инде, ул бит үҙен ысын фанаттарса тота, үҙе һымаҡтарҙан ойоштороп алған төркөмө лә сектаға оҡшап тора. Бына миңә 2003 йылда Александрия ҡалаһында Шазалия суфыйҙары конференцияһында ҡатнашырға насип булды, ә унда Американан, Европа илдәренән килгән суфыйҙар күп ине. Улар барыһы ла заманса кейенеп йөрөй, әммә уларҙы суфыйсылыҡтың рухи мөмкинлектәре арбаған.
     Беҙҙе совет осоронда бер генә тәғлимәттең дөрөҫлөгөнә инандырырға тырыштылар, аңыбыҙҙан ошо йоғонто тәьҫире һаман сығып бөтмәгән. Исламда толерантлыҡ көслө, бер сиктән икенсеһенә тайпылыу юҡ. Шуға күрә тик суфыйсылыҡ аша ғына ысын хәҡиҡәтҡә ирешеп була, тигән фекер мосолман өсөн мотлаҡ түгел.
     ► 1775 йылдан һуң 140 йыл буйына башҡорттар батша власына ҡаршы күтәрелеп сыҡмаған. Бәлки, ошо осорҙағы тынлыҡ башҡорт көс- ҡеүәтен яңынан туплау, империя тарафынан тулыһынса юҡ ителмәү маҡсатына ярашлы булғандыр. Быны дин әһелдәре, шул уҡ суфый шәйехтәре яҡшы аңлап, тыныс шарттарҙа халыҡты һаҡлау юлын өҫтөн күргәндер, тип фекер йөрөтөү раҫмы?
     ► Эйе, халыҡты һаҡлау, уның рухи ҡеүәтен үҫтереү зарурлығын суфый етәкселәре бик яҡшы аңлаған һәм ошо йүнәлештә эҙмә- эҙлекле эш алып барған. Быны беҙ Зәйнулла Рәсүлев миҫалында бик асыҡ күрәбеҙ. Уларҙың рухи ныҡлығы, халыҡ араһындағы абруйлы өгөт-нәсихәте арҡаһында ғына батша властарының башҡорттарҙы христианлаштырыу һәм урыҫлаштырыу сәйәсәте ғәмәлгә ашмаған. Һан яғынан ныҡ кәмеп, ерҙәре таланып, ҡыҫым аҫтында башҡорттоң бөлөп барыуын алдынғы урыҫ зыялылары ла таныған бит. Бер ғәйепһеҙ һөргөнгә ебәрелгән Зәйнулла ишан башҡорттоң киләсәген мәғрифәтте үҫтереү, традицион дин һәм мәҙәниәт сығанаҡтарына тоғро ҡалып, шул уҡ ваҡытта халыҡты яңыса йәшәү юлына сығарыуҙа күргәндер. Юғиһә, ул замандашы Морат Рәмзиҙең урыҫтарҙың колониаль сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләгән «Талфик әл ахбар» китабын нәшер итергә ярҙам итмәҫ тә, йәш Зәки Вәлидигә тотонорға аҡса биреп, уныһы күп яңы китаптар һатып алғас, ысын күңелдән ҡыуанмаҫ ине.
     З. Рәсүлевтың үҙ заманында күренекле ғалим, Ислам тәғлимәте белгесе булып танылыуы кире ҡаҡҡыһыҙ. Ҡөрьән тәфсирҙәрен, Сөннә һәм хәҙистәрҙе күп һанлы мөриттәренә, шәкерттәренә төплө һәм ентекле аңлата белеүсе Ислам ғалимы тап ошо нигеҙҙә оло абруй ҡаҙанған. Ғөмүмән, Зәйнулла Рәсүлев кеүек масштаблы шәхесте комплекслы рәүештә баһаларға кәрәк: ул Илаһиәт белгесе, ғалим һәм мәғрифәтсе, суфыйсылыҡ тәғлимәте һөм ғәмәлиәте остазы, үҙ заманының оҫта ойоштороусыһы һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Уның башҡорт диндарҙары данын бөтә мосолман донъяһына тарата алыуын да һис оноторға ярамаҫ.

                                                                                                Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.

     Шулай итеп, мосолман донъяһында шәйех Зәйн Аллаһ әш Шәрифи ән Нәҡшбәнди исеме аҫтында танылыу тапҡан Зәйнулла Рәсүлев замандаштары тарафынан иң юғары баһаларға лайыҡ булып, бар ғүмерен Рәсәй мосолмандарының рухи тормошон тергеҙеүгә арнаған шәхес булған. Үлгәндән һуң академик Бартольд тарафынан «Үҙ халҡының рухи короле ине», тип баһаланған бөйөк Шәйех Зәйнулла Рәсүлевты беҙ бөгөн башҡорт халҡының рухи батыры, тип атарға хаҡлыбыҙҙыр.
                                                                                                     Киске Өфө, 2008 йыл, №22