Салауат Мәкбүлә

الصلاة المقبولة

اَللَّهـُمَّ صَلِّ عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ سَيِّدِ الْعَرَبِ وَالْعَجَمِ
وَاِمَامِ مَكَّةَ وَالْمَدِينَةِ وَالْحَرَمِ، وَ تَرْجُمَانِ لِسَانِ السَّلَفِ وَالْكَرَمِ
وَعَلَّمَ اْلاِنْسَانَ مَالَمْ يَعْلَمْ، أصْلُهُ نُورٌ وَنَسْلُهُ آدَمْ
بَعْثُهُ مُؤَخَّرٌ وَخَلْقُهُ مُقَدَّمٌ، إِسْمُهُ الشَّرِيفُ مَكْتُوبٌ عَلَى اللَّوْحِ
الْمَحْفُوظِ بِيَاقُوتِ الْجَوْهَرِ وَالْقَلَمِ، جِسْمُهُ الشَّرِيفُ مَدْفُونٌ
فِى الْمَدِينَةِ الْمُنَوَّرَةِ وَالْحَرَمِ، فَطُوبَى ثُمَّ طُوبى لِمَنْ رَآهُ وَتَابَعَهُ
وَلِمَنْ أَسْلَمَ. مَنْبَعُ الشَّفَاعَةِ يَوْمَ الْحَشْرِ وَالنَّدَمِ
وَمَنْبَعُ الشَّفَاعَةِ لِلْعَآصِينَ،قَآئِلاً يَا رَبِّ سَلِّمْ
يَوْمَ يَا لَيْتَ اكْتَحَلْنَا، تُرَابَ تَحْتِ الْقَدَمِ
اُمَّتِى اُمَّتِى وَآهْ اُمَّتَاهْ، يَا ذَى اللُّطْفِ وَالْكَرَمِ
فَيُنَادِى الْمُنَادِى، مِنْ قِبَلِ الرَّحْمَانِ اْلاَرْحَمِ
قَبِلْتُ شَفَاعَتَكَ يَا نَبِيُّ الْمُحْتَرَمُ، اُدْخُلُوا الْجَنَّةَ لاَ خَوْفٌ عَلَيْكُمْ
وَلاَ حَزَنٌ وَلاَ اَلَمٌ.ثُمَّ رَضِيَ اللهُ تَعَالَى عَنْ أبِى بَكْرٍ
وَعَنْ عُمَرَ وَعَنْ عُثْمَانَ وَعَنْ عَلِيٍّ ذَوِى الْكِرَامِ
ثُمَّ رَضِيَ اللهُ تَعَالٰى عَنْ خَادِمِ شَرِيعَتِهِ الْاِمَامِ اْلأَعْظَمِ
وَصَلَّى اللهُ تَعَالَى عَلَى جَمِيعِ اْلاَنْبِيَاءِ وَالْمُرْسَلِينَ
وَعَلَى آلِ كُلٍّ و صَحْبِهِ اَجْمَعِينَ.وَالْحَمْدُ لِلّٰهِ رَبِّ الْعَالَمِين

   

     Бисмил-ләәһир-рахмәәнир-рахиим.
Иннәл-лааһә үәмәләәәәьикәтәһү йүсаллүүнә ғәлән-нәбий-йи.
Йәәәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнү саллү ғәләйһи үә сәллимүү тәслиимәә.
Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдиң сәййидил ғәраби үәл ғәжәм.
Үә имәәмил Мәккәти үәл Мәдинәти үәл хәрам.
Үә тәржүмәәни лисәәнис-сәләфи үәл кәрам.
Үә ғәл-ләмәл иңңсәнә мәә ләм йәғләм.
Әслүһүү нүүруу үә нәслүһүү әәдәм.
Бәғҫүһүү мү, әххаруу үә халҡуһүү мүҡаддәм.
Исмүһүш-шәриифү мәктүүбүн ғәләл-ләүхил мәхфүүҙу бийәәҡуутил джәүһәри үәл ҡаләм.
Джисмүһүш-шәриифү мәдефүүнүңң фил Мәдиинәтил Мүнәүвәрати үәл хәрам.
Фәтуубәә лимәр-раәәһү үә тәәбәғәһүү үә лимән әсләм.
Мәммбәғүш-шәфәәғәти йәүмәл хәшри үәннәдәм.
Мәммбәғүш-шәфәәғәти лил ғәәсыынә ҡааиләйй йәә раббәс-сәләм.
Йәүмә йәәләйтәт-тәхәлнәә түраабә тәхтил ҡадәм.
Үммәтии үммәтии үәә үммәтәә йәә ҙәллутефи үәл кәрам.
Фәйүнәәдил мүнәәдии миңң ҡыбәлир-рахмәәнил әрхәм.
Ҡабилтү шәфәәғәтәкә йәә нәбий-йәл мүхтәрам.
Үдехулүл джәннәтә ләә хауфә ғәләйкүм үә ләә хәзәнә үә ләә әләм.
Ҫүммә раҙыйәл-лааһү тәғәәләә ғән әбии Бәкриүү үә ғән Ғүмүрә үә ғән Ғүҫмәәнә үә ғән Ғәлий-йиңң ҙил кәрам.
Ҫүммә разыйәл-лааһү тәғәәләә ғән хаадими шәрииғәтил имәәмил Әғҙам.
Үә саллал-лааһү ғәләә джәмииғил әмбийәәәәьи үәл мүрсәлиин.
Үәл хәмдү лил-ләәһи раббил ғәәләмииин.

     Мәғәнәһе:

     Эй Аллаһым рәхмәтеңде иңдер беҙҙең әфәндебеҙ Мөхәммәдкә, ул ғәрәптәрҙең һәм бөтә башҡа халыҡтарҙың әфәндеһе.
     Ул Мәккә һәм Мәҙинәнең, изге ерҙәрҙең имамы.
     Ул сәләфтәрҙең (сәхәбәләр) һәм кәрамдәрҙың (хөрмәтле ғалимдарҙың) телдәренә нигеҙ һалыусы.
     Кешеләргә белмәгән нәмәләрен өйрәтте. Уның асылы нур, ә нәҫеле Әҙәм (ғәләйһисәләм). Ул бөтә Пәйғәмбәрҙәр араһында иң беренсе яратылды, ә ер йөҙөнә иң һуңғы      Пәйғәмбәр итеп ебәрелде.
     Уның исеме аҫылташтар һәм ҡәләм менән Ләүхуль Мәхфузгә яҙылған. Уның тәне нурлы Мәҙинәлә, изге ерҙә күмелгән. Шатлыҡ бәхет булһын, тағы шатлыҡ бәхет булһын шул кешеләргә, кемдәр уны күргән, кемдәр уның артынан эйәргән һәм кемдәр дингә бирелгән.
     Кешелек доньяһы ҡайғы һәм үкенестә булған көндө, ул шәфәғәт сығанағы булыр. Аллаһтың һүҙен тыңламайынса, гонаһ эшләүселәр өсөн ул шәфәғәт ҡылыр, һәм шулай әйтер: Әй Раббым, ҡотҡар. Беҙ барыбыҙ ҙа аяҡ аҫтындағы тупраҡты күҙебеҙгә һөрмә итеп һөртергә теләгән (хыялланған) көндө.
     Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтер: Өммәтем, Өммәтем, әй минең Өммәтем! Әй йомартлыҡ һәм шәфҡәт Эйәһе ғәфү ит өммәтемде.
     Шуның менән бергә шәфҡәтлелектең иң рәхимлеһе булған Аллаһ тарафынан билдәләнеп ҡуйылған бер нидасы ҡысҡырыр: Мин ҡабул иттем һинең шәфәғәтенде, әй хөрмәтле пәйғәмбәр.
     Инегеҙ йәннәткә, һеҙҙең өсөн артыҡ ҡурҡыу, ҡайғы хәсрәт һәм әрнеү юҡ.
     Шуның менән бергә, Аллаһ риза булһын Әбү Бәкр, Ғүмәр, Ғосман һәм Ғәлиҙән, улар бик арҙаҡлы заттар.
     Шуның менән бергә, Аллаһ риза булһын, шәриғәткә хеҙмәт итеүсе имам Ағзам Әбү Хәнифәнән (р.а).
     Аллаһтың рәхмәте булһын бөтә Пәйғәмбәрҙәргә, Рәсүлдәргә һәм уларҙың барыһының ғәиләләренә һәм сәхәбәләренә.
     Бөтә олуғлау һәм маҡтау ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһҡа хас.