Муллағыҙ указноймы?

 

   Ошоға ярашлы: положения Федерального закона «О внесении изменений в Федеральный закон «О противодействии терроризму» и отдельные законодательные акты Российской Федерации в части установления дополнительных мер противодействия терроризму и обеспечения общественной безопасности» (№374-Ф3 от 6 июля 2016 г.) динде (мосолман, христиан, иврит...) таратыусыларға яңы үҙгәрештәр буйынса эш итергә ҡушыла.

   Мәсеттәргә һәм ауылдарға ҡуйылған имам-хатыйбтар ғына, әгәр уларҙын шуға рөхсәт ҡағыҙҙары булһа. Был документ: Мөфтий тарафынан ғына свидетельство бирелә. Документы булмаған муллалар тарафынан йыназа, мәжлестәрҙә аяттар һәм башҡа саралар, шулай уҡ балаларҙы һәм башҡаларҙы уҡытыуҙар тыйыла.

свидетельство
   Ни эшләп ошо закон сығарылды: Ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа өй һайын, урам буйлап, шулай уҡ башҡа урындарҙа теләһә ниндәй дингә ( свидетели иеговы, ваххабиттар, сәләфиттәр) өндәгән әҙәмдәр күбәйҙе. Шулай уҡ интернеттә һәм социаль страницаларҙа дин менән булышҡандар күбәйҙе. Русса ошолай тиҙҙәр: «Сегодня слишком много людей, которые, не имея никакой религиозной подготовки, не имея даже начальной теологической базы, считают себя вправе трактовать Коран по своему усмотрению и в сети Интернет распространяют свое субъективное видение, часто приводящее к заблуждению. Правильным было бы ограничить амбиции подобных лжеслужителей религии.

   Законды үтәүҙе полиция хеҙмәткәрҙәре һәм администрация тикшерәсәк. Шуға ла указдары булмаған муллалар менән эш итмәгеҙ. Бик ҙур штраф, 30 меңдән алып 50 меңгә тиклем. 100 меңдән алып 1000000 һум. Зыярат ҡапҡаһынан сығыпта өлгөрмәҫтәр.

   Шулай уҡ интернеттә һәм социаль селтәрҙәрҙә белмәгән лицензияһыҙ авторҙарҙын материалына лайк һәм репост эшләмәгеҙ. Яҡшы белһәгеҙҙә, документы булмаһа уның өсөн һеҙ яуап бирәсәкһегеҙ. Яңыраҡ Кавказ яғындағы бер ҡыҙға 400 мең штраф һалдылар репост өсөн. Ул ҡыҙ ҡара флаг һәм автомат тотҡан әҙәмдәрҙе репостлаған. Ике йыл срок бирә инеләр. Интернеттән ғәрәп һәм башҡа белмәгән телдәге һүҙҙәрҙе үҙегеҙгә күсермәгеҙ. Өфө лә бер мәле интернеттән алып стенаға яҙып йөрөгән үҫмерҙәрҙе яуапҡа тартырҙылар. Улар матур яҙыу тип, унда нимә яҙылғанында белмәй күсергәндәр. Шулай уҡ интернеттә теләһә ниндәй мосолман сайттарын ҡарамағыҙ, һеҙҙең ҡайҙа нимә уҡығанығыҙҙы күреп торалар өҫтәге органдар. Сөнки һеҙ кемдәр тарафынан эшләнгән был сайтты белмәйегеҙ, шулай уҡ болғансыҡ динде дөрөҫ диндән айыра алмаҫһығыҙ тим, һәм аҙашып икенсе юл менән китеүегеҙ ихтимал. Яуап бирергә тура килер был донъяла ла һәм әхирәттә лә... 

Шулай уҡ Министерство Юстициянан ошондай документ булырға тейеш

МИНЮСТ РФ