Йөрәк бәйләнеше

   Кешене Аллаһ яралтҡан үә уға йән биргән, йән тәндән сыҡһа, кеше мәйет була. Нисек кенә тырышма, ниндәй генә ҡорамалдар ҡулланып ҡарама- йәнһеҙ тән йәшәй алмай, йәнде Аллаһ Тәғәлә бала әсә ҡарынында 4 ай булғанда уҡ бирә, ошо мәлдә бала беренсе тапҡыр тибешә башлай, йәндәребеҙҙе Раббыбыҙ һәр ваҡыт тәрбиәләп, уға дөрөҫ йүнәлеш биреп, юл күрһәтеп тора һәм был бәйләнеш һәр кеше менән була, тамам эшлектән сығып, гонаһҡа батҡандар ғына унан мәхрүм ҡала. Улар тураһында пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Аллаһ иғтибар ҙа итмәҫ...» Бындай кешеләр дөрөҫ менән ялғанды айыра алмаҫтар, хатта хайуандарҙан түбән дәрәжәгә төшөрҙәр. Ҡөрьәндә «Тин» сүрәһенең 3-4-енсе аяттарында: «Беҙ кешене иң яҡшы шәкелдә яралттыҡ. Һуңынан (иман килтермәгәндәрҙе) иң түбән дәрәжәгә төшөрҙөк», — тиелгән. Аллаһтан йыраҡлашҡан һайын, кешенең дәрәжәһе төшә. Дөрөҫө шул! Ниндәй генә хайуан булмаһын, үҙ әсәһен талап, араҡы алып эсмәйәсәк. Һыйырга араҡы эсереп ҡараһаң, моронон сөйөрөр, зарарлы икәнен белер. Ә кеше? Зарарлы икәнен белә, ләкин эсә. Шул ағыуға — шайтан һыуына — бөтә аҡсаһын бөтөрә, ә кем динен тотоп йәшәй, үҙенән-үҙе дөрөҫ донъя көтә.


   Диндә булыу Аллаһ менән кеше араһындағы бәйләнеште нығыта, юҡ икән — булдыра. Кешелә хаҡты һиҙеү, гонаһты аңлау ҡеүәһе барлыҡҡа килә. Гөнаһкәр бәндә, киреһенсә, нимә дөрөҫ, нәмә ялған — аңламай. Өҫтәүенә аңламағанын белмәй ҙә, аңлай алмаҫлыҡ дәрәжәлә була. Эскесе бер ҡасан да үҙен эскесегә һанамай. Шуның һымаҡ бындай кеше лә гел ялған юлда. Ҡайһы бер әсә бәпәйен бала табыу йортонда ташлап китә лә быны дөрөҫ тип уйлай.
Ундай ҡатындың рәхимһеҙ икәне барыһына ла көн кеүек асыҡ, йөрәгенең Аллаһ Тәғәлә менән бәйләнеше юҡ икәнлеге лә шунда күренә. Аҡылға һыймаҫлыҡ гонаһтар ҡылып, шуға үкенмәү, хатта аңламау ҙа — үле йөрәктең билгеһе.
   Ҡайһыларҙың йөрәге ҡата башлай. Бының, билгеһе шунда: гөнаһ ҡылғас, гөнаһ икәнен аңлай, таный, ләкин еңел ҡарай, тыйылмай. Күңелендә үкенеү бар, ләкин уны тиҙ генә оноторға, уға ныҡ иғтибар итмәҫкә күнегә. Ошондай күренеште үҙегеҙҙә һиҙһәгеҙ, уйланырға ваҡыт. Намаҙ, зекер, ураҙа, саҙаҡа биреү, йәтимдәргә булышыу, уларҙың башын һыпырыу кеүек йөрәкте йомшарта торған ғәмәлдәр ҡылырға кәрәк. Бигерәк тә зекер әйтеү файҙалы һәм сауаплы. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм кәңәш итеп әйткән: «Зекер итегеҙ, сөнки зекер йөрәк ҡараларын таҙартыр.»
   Хәҙерге заманда йөрәктәрҙең Аллаһ менән бәйләнешен кеҫә телефоны менән сагыштырып була. Берәүҙең телефоны ныҡ «тота», берәүҙең саҡ-саҡ эшләй. Кешеләр ҙә шулай уҡ: ҡайһыларҙың Аллаһ менән бәйләнеше ныҡ, ҡайһыларҙың юҡ дәрәжәһендә. Телефондың иң файҙалы нәмәһе — уның тапшырғысы. Әгәр шул тапшырғыс эшләмәһә, ниндәй генә шәкелдә булмаһын, ул телефондан файҙа юҡ! Корпусы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, телефондың иң ҡәҙерле нәмәһе — тапшырғысы. Кешелә ул- йөрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кеше тәнен генә ҡайғырта, уның өсөн эшләй, аҡса туплай һ.б. Телефондың корпусы алтын булһа ла, гәүһәр менән биҙәлгән булһа ла, бер бәләгә осрағанда ярҙамға саҡырып булырмы? Әллә ул эшкинмәгән нәмә генә булырмы? Үҙ-үҙен генә ҡайғыртып, кейенеп-яһанып, фырт ҡына йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар тап шул тапшырғысһыҙ затлы телефон. Иҫ киткес сибәр булып, күҙҙең яуын алып торһалар ҙа файҙаһыҙҙар. Ә корпусы титандан булған телефондың тапшырғысы эшләмәһә, корпусы ныҡ булһа ла фәтүә булмаҫ. Көслө, батыр, етеҙ күренгән ир-ат та, йөрәге үле булһа, ошо эшләмәгән титан телефон һымаҡтыр. Аллаһ менән бәйләнештәре юҡ, Раббыбыҙ һиҙәйәт бирмәй. Ундайҙарҙың доғаһын Аллаһ ишетмәй, тормош көтөргә ярҙам итмәй, уларға шайтанды ирекле ҡыла. Ундайҙар бәхеткә лә эйә булмай. Күпме генә байлыҡ тупламаһындар — елгә оса.
   Ошо вәғәзде йәштәргә һөйләү, аңлатыу зарур. Вайымһыҙ ҡалмаһындар. Әлеге ваҡытта йәштәргә ауыр, бөтә урында: телевизорҙа ла: урамда ла йүнһеҙлек. Шайтан юлдары күп, ә дөрөҫ юл бер генә. Мәсет, намаҙ юлында тәрбиә алған кешенең генә Аллаһ Тәғәлә менән бәйләнеше ныҡ булыр. Ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙ, излелектәребеҙ, хәләл ризыҡ менән генә туҡланыуҙарыбыҙ шул бәйләнеште нығыта.
   Һәр мосолман быны һиҙеп, белеп тора. Аллаһ ризалығы өсөн, Ҡөрьән уҡырға мулланы саҡыра, мәрхүмдәрен иҫкә ала, доғаларҙың ҡабул булырына ышана, дин әһеленең Аллаһ менән бәйләнеше барлығын тоя. Һәр хәлдә ул бит мәсеткә йөрөй, намаҙ уҡый, ураҙа тота һ.б. һәр ғибәҙәт кешенең Раббыһы менән бәйләнешен нығыта. Кешенең күңеле дөрөҫтө һиҙә... Ә гонаһлы кеше мулла икән, уны доға ҡылырға саҡырмайҙар ҙа. Быны ла кешенең йөрәге тоя — Аллаһ менән бәйләнеше булмағандың доғаһынан файҙа самалы.
   Шуны үҙебеҙҙең фитратыбыҙ менән белгәс, ниңә үҙебеҙгә лә Аллаһ менән араны нығытмаҫҡа? Ауыр түгел бит, шайтан ғына мәшәҡәттәрҙе күп итеп күрһәтә. Шайтан — кешенең төп дошманы. Ул ниҙер эшләргә бойорһа, киреһен эшләргә кәрәк. Нәмәне мәшәҡәт итеп күрһәтһә, тимәк бында беҙҙең өсөн ҙур файҙа...
                                                     Башҡорт мосолман календары. 2017