Башҡорт булып йәшәргә
               

                   Хоҙай биргән хоҡуғыбыҙ – донъяла башҡорт булып йәшәргә
   Халыҡта "Сананды — йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә” тигән мәҡәл-әйтем бар. Был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята.
   Ни өсөн тигәндә, беҙ ҡайһы бер мөһим сараларға, ваҡиғаларға алдан әҙер булмайынса, көнө килеп еткәс кенә, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, йүгермәләргә тотонабыҙ. Һөҙөмтәлә күп кенә хаталар яһайбыҙ, бер сиктән икенсе сиккә һуғылабыҙ.

   Ошо күҙлектән ҡарағанда, 2010 йылдың октябрендә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы беҙгә бөгөндән үк әҙерлек эштәрен башлауҙы талап итә. Хәҙерге замандың интенсив глобалләшеү шарттарында бар донъяға иҡтисад көрсөгө янағанда халыҡ иҫәбен алыуҙың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын күҙаллауы ҡыйын түгел. 2010 йылда уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мәсьәләһе тағы ла һис шикһеҙ ҡалҡып сығасаҡ. Совет дәүерендә был төбәк башҡорттарына ҡарата үткәрелгән сәйәсәтте этноцид тип атарға ла мөмкин. Һәр хәлдә, һәр бер күренеш үҙ атамаһы менән аталырға, тәғәйен баһаһын алырға тейеш тә. Борай башҡорто Людвиғ Шабановтың мәҡәләһе тап шул хаҡта. Беҙ уның мәҡәләһен нисек яҙған, шул килеш, Борай башҡорттары һөйләшендә бирәбеҙ.
   - Шушы көннәрдә республикабызның төньяҡ-көнбайышына бәйле мәҡәлә язырга уйлап йөри идем. «Киске Өфө»нөң 13-че номерында Заһир Шоңҡаровның «Башкиров, Башкирцев фамилияларының тамыры» дигән материалны уҡығач, ул бик зур ҡызыҡсыныу тудырды һәм узем язасы юлларға берниҡәдәр ауаздаш та булып чыҡты. "Бирәм дигән ҡолона китереп ҡуйды юлына дигән кебек булды инде бу. Бер сүз белән әйткәндә, юғарылағы иптәшләрнең фәжиғәсе, ә безнең төньяҡ-көнбайыш районнарындагы башҡортларның яҙмышы да уҙған колониаль сәйәсәт белән бәйле. Узган-узған да ул, туздырылғаны бик аянычлы килеп чыҡты.
Ә. З. Әсфәндияровның «История сел и деревень Башкортостана» һәм «Западные башкиры» китапларында безнең Борай, Тәтешле, Яңауыл районнарына арналған үтә дә ҡиммәтле мәғлүмәтләр күп. Мәҫәлән, үземнең ике вариантлы шәжәрәмне таптым шунда. Шунысы аянычлы, Октябрь революциясына ҡәдәр истә дә булмаған, башҡа сыймаған ассимиляция бәләсе килеп туды хәзер башҡорт халҡына. Борайда хәзер татарча «белмисез, килмисез» дип кенә сөйләшә башладылар.
   Әйтергә кирәк, илленче елларда Борайда үзебезнең диалект хужа иде. Шушыңа бәйле, балачаҡ хәтирәләрем истә ҡалған. Безнең бик тә абруйлы, өлкән йәштәге, бик талапчан рус теле укытучысы Килмәтов Фаяз абый бар иде. Хәзер мәрхүм инде, урыны ожмахта булсын. Бер көн класҡа килеп кереп, портфелен өҫтәлгә ҡуйды да, безгә диҡҡәт белән ҡарап чыҡҡас: "Балалар, Борайлар башҡортлар алар”, — тип әйтеп ҡуйды. Бу фекерен ул дауам итмәде, дәрес башланды. Ләкин аның әйткәне әле дә истә, күз алдымда. Бәлки, ул елларда шушындай фекер әйтү үзе генә дә тормошта ҡатмарлыҡлар китереп тудырырлыҡ булғандыр. Бәлки, шушы сүзләрне безгә еткереп, башҡорт булараҡ, узенен гражданлыҡ бурычын берниҡәдәр үтәгәндер.
   Икенче хәтирә үзебезнен ғаиләгә бәйле. Ике туған Ахнәф абыем Ҡырғызстанда шахтада эшләде. Ел саен, отпуск алып, ялға ҡайта иде. Бер кайтыуында дәфтәрнең ҡуш битендә миңә үтә дә ныҡ тәьсир иткән рәсем төшөрөлгән иде. Анда Салауат Юлаев Ағиҙелнең биек яр башына үҙенең ғәскәре белән килеп туҡтаған. Рәсем төҫлө ҡәләмнәр белән башҡарылған, аның пропорсиялары, кешеләрнең йөҙ ҡиәфәтләре, тәбиғәт, шул тиклем оста эшләнгән иде – мына ис киткеч инде, балачаҡта ни, ҡайдадыр юғалды. Бер нинди махсус белем алмаған (ФЗУ-дан башҡа) башҡортның шушы дәрәжәдәге оҫталығы таң ҡалырлыҡ шул. Кемдер әйтер, шушы да булдымы хәтирә, дип. Алай түгел, жәмәгәт. Шишмәнең башы шунда. Бу безнең башҡорт халҡына хас бер матур сифат дип уйлайым мин. Щуңа күрә дә, колорад ҡондозо кебек кинәт килеп басҡан ассимиляция дигән нәрсә аптыратып та ҡуя.
   Зур энциклопедик словарда әйтелгәнчә, асссимиляния ике төрлө була: тәбиғи, яки ҡатнаш никахлар, һәм мәжбүри, яки көч ҡулланып. Безнең очраҡта аның икесе дә урын тапҡан. Мәжбүри дигәнен ачыҡлау кирәк.
   Башҡорт милли автономиясын тезөү большевикларның мәкерле сәйәсәте арҡасында юҡҡа чыгарылгач, ҡызыллар яғына чыҡҡан башҡорт ғәскәрен Юденичҡа ҡаршы жибәреп, аннан соң Польша фронтында хәлиткеч суғышларга жибәреп, Башҡортостанның үз жирендә ҡызыл террор үткәреп, шуның нәтижәсендә 1921 елдағы ачлыҡны күтәрә алмаған башҡорт халҡы бик ныҡ ҡырыла. Бу утә дә мәкерле рәүештә ойьштырылған башҡорт халҡына төбәлгән геноцид. Башҡортостанда совет власы урыннаштырылғач, башҡорт халҡының жиргә аҫабалыҡ хоҡуғы юҡҡа чыға. Бу хәл әле дә шул килеш ҡала килә.
   Батша хөкүмәте чоронда 360 йыл дәүерендә аҫабалығын саҡлап алып ҡалған халыҡның жиргә хоҡуғы большевикларнын бер указы белән юҡҡа чығарыла. Билдәле грек мифындағы Антей кебек, жиренән аерылғач, халыҡ тәмам көчсөзләнә. Өҫтәүенә, совет власы башҡорт жирләрен Пермь, Чиләбе, Курган, Свердловск, Ырымбур өлкәләренә һәм Татарстанға кисеп-кисеп өләшә. «Бүлгәлә һәм хакимлыҡ ит» девизы тулысынча тормошҡа ашырыла.
   Тарихның төрле чорларында, күберәге крепостнойлыҡтан һәм чуҡындырудан ҡачып, Башҡортостанға төрлө яҡтан халыҡтар ағыла башлый. Шул иҫәптән татарлар да килә. Бездә ошай икән — йәшәй бирсеннәр, рәхәт донъя көтсеннәр. Тик ҡайбер татар зыялылары ғына Башҡортостанны үтә дә «ярата», алар, хәлләренән килсә, әле дә безнең төньяҡ-көнбайышны Минзәләгә. Бөгөлмәгә ҡушып ҡына ҡуярлар иде. Мына шулай башҡорт халҡының яҙмышына төшкән афатны үз мәнфәғәтенә ярашлы ҡулланырға тырышалар. Әйтергә кирәк, алар Мәскәүдә дә житәрлек. Йыш ҡына ишетергә туры килә: «Татар һәм башҡорт халҡы туғандашлар, алар бер ҡошноң ике ҡанаты...» дигән сүзләрне. Әммә бәйғәмбәребез Мөхәммәт с.ғ.с. әйтеп ҡалдырған бит: "Дусың белән артыҡ дус булма — дошманлашып китеүең бар, дошманың белән артыҡ ныҡ дошман булма — артыҡ дуҫлашып китеүең бар”, — дип. Бәйғәмбәребез генә түгел, башҡа аҡыл ияләре дә ис киткеч аҡыллы сүзләрне безгә мирас итеп ҡалдырған. Мәҫәлән, билдәле этнограф Л.Н. Гумилев халыҡларның бергә йәшәү рәүешен болай ди: «Жить надо дружно, но врозь». Рус халҡында да шундый мәҡәл бар:. «Дружба дружбой — табачок врозь».
   Жирдәге халыкларның тормошон Илаһи Тәғәлә күҙәтеп кенә тора, ахры. Хәҙерге фән дә аны инҡар итмәй — Космический Разум дип атай. Әгәр кешелек тарихын еңелчә генә күз алдыннан үгкәрсәң, һәр ваҡыт Аның халыҡлар тормошон коррекциялап тороуы күренә. Әйтәйек, халыҡтар барысы да бер телдә сөйләшкән заманнарда Вавилон башнясы төзөргә булгач, Ул халыҡтарға төрлө телләр биреп, бер-бересен аңламаған халыҡ башлаған эшләрен тамамлай алмай таралыша.
   Жир шарында күпме цивилизациялар, империялар булып, бересенен дә ғүмере озаҡ булмай, шул рәттә 1000 йыллыҡ Рейх, бер генә телле ҡаҡшамаҫ Советлар Союзы...
Хәзер килеп, глобализация, клонлаштырыу, хатта ки губерналаштырыу да. Фашизм, коммунизмнарның «измын» яратмаған кебек, "лаштырыу* да Аллаһы Тәғәлә яратмаған нәмәләр түгел микән, дигән уй килә башҡа. Бу туралар да, йәки донъяуи Аҡыл турында Е. Блаватскаяның китапларын иң яҡын дусларыма тәҡдим итәр идем. Дөрөс, безнең илдә аны яратмайлар, чөнки турасын әйткән туғанына ярамаған диләр бит. Мин аның бөтен китапларын диярлек укып чыҡтым, мөсөлманлығым ҡаҡшамады — нығынды ғына. Анын китапларын мин татар һәм урыс шовинистларына да тәҡдим итәр идем. Ғилем эстәү адәм затына шифа ғына бит ул.
   Шулай итеп...
   Сүземне тамамлап, тағы да шуны ғына өстәр идем. Һәр халыҡҡа Ходайдан бирелгән хоҡуҡлар бар: үз жирендә хужа булып, азат булып йәшәү, үз туған телеңдә ирекле сөйләшеп аралашып көн күреү, үзен теләгән динне тотоу, үҙ халҡыңнан лаеҡлы житәкче сайлап ҡуйыу һ.б. Шушы хоҡуҡларны башҡа халыҡ вәкилдәре танымауы, инҡар итеүе — иң зур золом һәм жинәйәт,
   Без, кешеләр, барыбыҙ да ғаләм киңлегендә ҡояш тирәләй Бөйөк һәм бергенә Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтенә ярашлы урынлаштырылған жир шарында йәшәйбеҙ.
   Золом-гонаһларны артҡа ҡуеп, Аллаһы Тәғәлә хикмәтләренә шөкөр ҡылып, алдыбызға ҡуйылған бурычларны төгәл үтәп, бу донъяны лаеклы үтәргә тиешбез. Һәр аҡылы камил кеше моның белән килешер дигән өмөттә ҡалам.

                                   Людвиг Шабанов. Өфө ҡалаһы. Киске Өфө, 2009 йыл, № 15