Армиялағы өс йылым
     Был хәл күптән булды инде. Чукчалар әйтмешләй много воды утекло. Аҫта анан-бынан, арҡыс-торҡос яҙым.
     1983 йылда саҡырылып, Ҡара дингеҙҙә, Анапа ҡалаһында моряк-пограничниктәр учебкаһын үтеп, штурман-рулевой һөнәрен алып, 1984 йыл яҙғыһын Алыҫ Көнсығышҡа Ҡытай границаһына ебәрҙеләр. Хабаровск ҡалаһынан 40 километр алыҫлыҡта Уссурийск йылғаһы ярында урынлашҡан Казакевичево тигән базалағы моряк-пограничниктәрҙең бригадаһына барып эләктем. Хәҙер ул базаны бөтөрөп, унда туристәр өсөн маршрут һалғандар.

     Был Уссурийск йылғаһы Хабаровск ҡалаһы эргәһендә Амур йылғаһына барып тоташа. Ана шул Хабаровск ҡалаһы Ҡытай иленән 30 км аралыҡта ята. Беҙҙең аралағы граница Амур йылғаһы буйлап бара ине. Бер яҡтан Ҡытай, икенсе яҡтан СССР. Хабаровскийгә барып төшөп, аптырағаным шул булды: аҙым һайын һалдатта–моряк, яр-ер буйы дзотта-дот, ергә күмелеп, баштары ғына һерәйеп ултырған танкттар. Ҡайҙан унда континент уртаһында моряктар булһын тигән һорауға: Тымыҡ океан моряктарының бер-нисә дивизионы урынлашҡан икән. Шулай уҡ ул заманда Хабаровск ҡалаһында ике хәрби судостроительный завод бар ине. Хәрби корабльдәр эшләп, шунан уларҙы һыуға батырылған плоскодонка пантондарға тейәп, баржалар Амур йылғаһы буйлап Тымыҡ океанға һөрәтеп алыр китәләр ине.

     Мәктәптә беҙҙе Ҡытай яғын ҡот осҡос итеп һүрәтләй торғандар ине бит, бына-бына беҙҙе ҡытайҙар баҫып ала, тип. Быға Даманский тигән утрауҙа сәбәб булғандыр инде. Был Амур йылғаһы уртаһында урынлашҡан утрау өсөн конфликт сығып, ҡытайҙар уны баҫып алырға маташтылар. Беҙҙең пограничниктәр уларға калашников автоматынан бер туҡтауһыҙ ата торғас, ахырҙа ҡорал ҡыҙынып, атыуҙың файҙаһы булмағас, утрауҙы ҡалдырып сигенәләр. Күптәр һәләк булып, көс яғынан да самалы булғандыр инде. Ә ҡытайҙар ҡырмыҫҡа һымаҡ, рәт-рәт теҙелеп бер туҡтауһыҙ киләләр икән. Шунан һуң беҙҙекеләр ул утрауға шул ваҡытта яңы сыҡҡан Град тигән установкалар менән атып, утрауҙы напалм менән яндыралар. Напалм – ул фосфор ҡатнашмаһы ҡушылған яндыра торған матдә. Меңләп тигәндәй ҡытай хәрбиләре янып үлә, шунан һуң ҡытайҙар башҡа беҙҙең илгә, ул ваҡытта СССР-ға тигән илгә башҡа провокация эшләмәйҙәр. Ә теге пограничниктәр заставаһының бер командирына Герой Советского Союза тигән исем бирелә, ләкин ул шул утрауҙа булған хәлдәрҙең стрессынан, эскегә һалынып, ҡойма буйында тәгәрәп ятып үлә. Быны инде беҙгә командирҙәр һөйләне. Ул утрау әле лә бар.
     Ошо ваҡиғаларҙы заманында, беҙҙекеләр лазер менән ул утрауҙы ҡытайҙар менән ҡуша яндырып, һыу аҫтына ебәргәндәр тип һөйләйҙәр ине. Мин ҡыҙыҡһынып карталарҙан ҡарап, утрауҙың барлығына күрҙем.
     Өҫтә, ҡытайҙар беҙгә ҡурҡыныс янай, тип яҙа башлағайным бит, шунан ил сигенә барып төшкәс иҫем китте, беҙҙең яҡта аҙым һайын армия тора, ябырылһа ярты Ҡытайҙы алыр ине. Ә тегеләр яғында, яр буйында балалар уйнап, һыу төшәләр, матур ғына, шахматка теҙелгән һымаҡ ултырған өйҙәр, ауылдар. Йылға эсендә, джонкалар менән йөҙөп йөрөгән, ҡаҡса ғына, бәләкәй кәүҙәле ҡытайҙар. Улар тимер кәмәләрендә ултырып ишмәйҙәр, ә баҫып тороп, ҡулдарын алға ташлап ишкәктәрен тарталар. Әй ыҙалайҙар ине ишеп, йылға шәп аға килеп тороп, һыу төшөргә төпкәрәк инһәң, 5-6 км ағып киттәһең. Ана шул кәмәләрендә, ағымға ҡаршы әй ишәләр, әй ишәләр, баребер сантиметрҙап алға китәләр. Көнө буйы ҡаршыбыҙҙа тороп, ҡыбырҙай торғас, тырышып барыбер алға йөҙөп китә торғандар ине. Йылғала ҡыҙыл балыҡ тоттолар, үҙҙәре уны ашамай, арттарынан йөҙөп йөрөгән плавфабрикаларға тапшырып, сит илдәргә ҡыҙыл икра, ҡыҙыл балыҡ ебәрәләр икән. Балыҡ тотор өсөн уларҙың һәр береһендә танытма булырға тейеш һәм бер сезон эшләгәндәрҙең эш хаҡы ғүмерҙәренә етә тип, беҙгә әйткеләнер. Ана шул балыҡ тотабыҙ тип, яҙ көндәрендә ағып барған боҙҙар араһында бер саҡрымдай оҙонлоҡта ауҙар ташлап, көҙ боҙ туңғансы тоттолар. Бындағы климат беҙҙең Башҡортостандан әллә ни айырылмай, тик еүеш елдәр ҡайһы берҙә Тымыҡ океан яғынан иҫә. Балыҡтың бәләкәйен алмайҙар, өлкәндәрен, ҡул оҙонлоғо самаһын һайлап алалар.
     Ҡыҙыл балыҡтың килоһы ул заман 50 һум булды. Ә эш хаҡы ул заманда, 200 һумдан артманы, мин армияға китәр алдынан йәй-көҙ тракторҙа эшләп, ер һөрөп, 200 һум ала торғайным, артыҡ эшләһәң дә, яҙылған аҡсаны экономист ҡырҡып ултырҙы.
     Ә урындағы, Амур йылғаһы буйында йәшәгән беҙҙең халыҡ ялҡау, ҡыҙыл балыҡ үрләгәндә 15-20 көнгә сыға ла шуның менән эш вәссәләм. Шуға ҡытайҙарҙың бер туҡтауһыҙ эшләп йөрөгәндәрен күреп аптыраным, беҙҙекеләр хәлдәре бөтөп, үлеп бөтөрҙәр ине. Бахырҙарҙы, әлеге ҡытай балыҡсыларын әйтәм, әгәр Амур йылғаһының яртыһын үтеп, беҙҙең яҡҡа сыҡһалар, беҙ «Аист” тигән катерҙар менән барып, тегеләрҙе ҡыуа башлайбыҙ. Ауҙарын балыҡтар менән ҡуша тартып алып, катерҙың артын ҡуйып һыу һиптерәбеҙ үҙҙәренә. Беҙҙең катерҙар винтовой түгел, ә водометный ине. Тимер кәмәләренә һыу тулып, үҙҙәре ауыр кейемдәре менән батҡандары булды тип, командирҙәр һөйләнеләр. Аҙаҡ беҙҙең пограничниктәр арҡаһында батып үлгәндәр өсөн беҙҙең министерство пенсия түләй икән семьяһына. Мин хеҙмәт иткән осорҙа уларҙың батҡан осрағы булманы.
     Шул балыҡсыларҙың хәлдәре бөтөп, һалҡын һыуҙан өшөп, ахырҙа беҙҙең яҡҡа ағып ныҡ ингәс, тегеләрҙе тотоп, гарнизонға ебәреп, бикләп, шунан һуң тегеләрҙең представительдәре килеп, уларҙы алып ҡайта торғандар ине. Сикте боҙоп, беҙгә эләккән ҡытай балыҡсыларын әлеге балыҡ тотоу праваһынан тегеләр лишать итәләр икән. Шунан һуң уларҙың хоҡуҡтары булмай Амур йылғаһына төшөргә.
     Йылға ла батып, ағып барған, үлгән кешеләрен беҙҙекеләр тотоп, ҡытайҙарға бирһәләр, тегеләре шунда уҡ йылға яры буйындағы ҡом аҫтына күмеп, өҫтәрен тигеҙҙәп ҡуялар, тиҙәр.
     85-се йылда беҙҙең илдә сухой закон булды. Ҡытай балыҡсылары кәмәләрендә үҙҙәренең ристән эшләнгән араҡыларын күрһәтеп эсә торғандар ине. Ашағандары ла әлеге ике таяҡ менән касанан ашағандары. Таяҡтары уйнап тора. Һыу төшкәндә лә, спортивка һымаҡ өҫкө-аҫҡы кейемдәре менән ҡуша төшә торғандар ине.
     Уларҙа бар нәмә ҡаты тәртиптә булды ул заман. Ул яҡтарҙа тайга, ҡуйы бейек урмандар, амур тигры бар. Һәр ағасҡа уларҙа клеймо һуғылған. Әгәр рөхсәтһеҙ ҡырҡһалар төрмәгә эләгәләр, әгәр беҙҙең яҡҡа сығып, сереп ятҡан ағасты урлап алып ҡайтып, хөкүмәткә тапшырһалар, бер айлыҡ эш хаҡы бирәләр тип, командирҙәр һөйләне. Кәсептәре әлеге йылға буйында йәшәгәс, шул балыҡ булғандыр. Баҫыуҙар аңғарманым. Беҙҙең яҡта ла, шул уҡ бөтмәҫ тайга урманы, эре-эре серәкәйҙәр.
     Амурҙа ул ваҡытта элек беҙҙән һатып алған Ҡытай буксирҙәре йөрөнө. Был буксир ике яғында өрөлөп торған тәгәрмәстәр ярҙамында йөрөй. Кемдәр иҫләй, беҙҙең заманда боронғо Волга-Волга тигән совет кинокомедияһы була торғайны. Ҡытайҙар ана шул кинолағы һымаҡ өс буксир һатып алғандар икән. Граница ла торғанда, ҡырҙа, горизонта ҡап-ҡара төтөн күренә, боронғо төтәп килгән паровоздыҡы һымаҡ. Йылға бормасты булғас үҙе күренмәй. Шунан шығырҙаған-сыйылдаған тауыштар ишетелә, ахырҙа һыу шапылдатып буксир үҙе күренә. Артынан ике-өс баржа һөрәтеп килә. Беҙгә ағым ыңғайына ағып төкөлә яҙып үтеп китә торғайны. Беҙҙән аҫҡа төшмәнеләр, беҙҙең арта СССР территорияһы һәм Хабаровск ҡалаһы. Былар күрше Уссурийск йылғаһы яғына йөҙәләр, шул Ҡытай сиге буйлап. Ана шул әллә ҡасанғы 20-30 йылдарҙағы буксирҙәрҙе һаҡлап алып тотонғандар.
     Амур йылғаһында балыҡ күп, төрлөһө донъя, хатта 200 килолыҡ калуга тигән балыҡта эләгә. Ҡайһы берҙәре 500 кг етә. Үҙебеҙ әлеге ҡытайҙарҙан тартып алған балыҡты ла, яңынан ауҙар һалып, ҡыҙыл балыҡ (кета) ашай торғайныҡ. Икраһын мискәгә тоҙлап, аҙаҡ өлкән ҡалаҡтар менән ашаныҡ. Хәҙер ул ҡыҙыл икра буржуйҙар өсөн – хаҡы 4 мең килоһына. Малайҙар балыҡты ҡармаҡ менән дә тотҡоланылар. Нисек кенә үҙен бешереп ашаманыҡ икән, һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтте.
     Амур йылғаһы шәп аға, бер генә тармаҡ түгел, төрлө яҡҡа таралып, аҙаҡ кире килеп тоташа, яр араһы 300 метрҙан алып 19 км киңлектә. Һыуы һап-һары, бысраҡ. Эсһәң дизентерия, йә желтуха, эштәр харап, инвалид булып ҡалырға мөмкин. Беҙҙең корабльгә 40 тонна таҙа һыуҙы водовоздар алыр килеп бушата торғайнылар.
     Корабль тигәндәй, әле бындағы частҡа килгәс, мин ПСКР-ға эләктем (Малый артиллерийский корабль, проект 1208, интернеттән ҡарағыҙ). Пограничный сторожевой корабль була инде. Экипаж 30 кешенән ашыу, боевой саҡта 60 етергә мөмкин. Командир капитан 2 ранга (4 офицер), 4 мичман, 12 старшина, ҡалғаны моряк. Бер моряка 3 командир тура килә. Шәп корабльдәр булды. Эсе ҡышҡыһын йылы, йәйгеһен конденционерҙәр һалҡын өрә. Эсендә балериналар кейгән тапочкаларҙа йөрөйбөҙ. Иҙән ленолиум. Көнөнә өс тапҡыр аҡ таҫтамалдар менән, губканы һабынлап иҙәнен йыуып сығаһың, командир килеп аҡ сепрәк менән провод, приборҙар артын һөртөп саң эҙләй, уныһы юҡ, сөнки таҙартып һөртөп-йыуғанбыҙ.
     Бөгөнгө көндәге һалдаттарҙы шул ваҡытҡа ебәрер кәрәк ине. Әле лә шул ваҡыттарға ҡайтып, тағыла 3 йыл хеҙмәт итке килә. Ул ваҡыттағы 3 йыл, моряктәр өсөн әҙ ул, сөнки үҙеңдең прибор-установкаларҙың эшләү-көйләү рәүешенә төшөнөп етеп булмай, кәмендә 5 йыл хеҙмәт итер кәрәк ине.

     Дедовщина әллә ни булманы. Положенный нәмәне эшләһәң, бәйләнмәйҙәр. Тәүге мәлдә корабельгә эләккәс, яңы килгәндәрҙе төндәрен торғоҙоп, машинный отделениегә алып барып, дизель моторҙары аҫтындағы майҙы таҙартыралар ине. Мине лә бер төн уятып алып киттеләр. Барып ҡараным да, ҡул һелтәп, үҙемдең боевой пост аҫтында ятҡан флагтарға төрөнөп, йәшник өҫтөнә йоҡларға яттым. Йоҡлап ятам, тегеләрҙең мине эҙләгәндәрен ишетеп ятам.
     Ул хеҙмәт иткән йылдарҙа йоҡо бик сос булды, һәр саҡ кешеләрҙең инеп-сығып йөрөгәндәрен ишетеп ятта торғайныҡ. Ҡапыл торғанда ла иң башта аяҡ менән ваҡытһыҙ уятҡан кешене осора тибәң, сөнки ваҡытһыҙ эргәңә килгән кеше берәй диверсант булыуы мөмкин. Беҙҙән алдағы йылдарҙа йоҡлап ятҡан һалдаттарҙы диверсантар килеп бөтә заставаһы менән ҡуша бысаҡ менән һуйған осраҡтар булды.
     Шулай әле мине эҙләй торғас, мин ятҡан ергә лә бер нисәүе инеп сыҡты. Өсөнсөһө мине һәрмәп, һиҙеп ҡалып шым ғына сығып китте. Мин тороп коридорға сыҡһам, икенсе йыл хеҙмәт иткәндәр торған, ике-өс сәғәт буйы мине эҙләгәндәр. Корабельдә йәшенә торған урындар бар, ләкин мине тапмағандар һәм былар ҡоттары осоп, бәлки һыуға ла ырғығандыр тип уйлағандар. Командирҙы уятып, доклад эшләргә уйлағандар. Ләкин, ҡурҡып, уятырға өлгөрмәгәндәр. Быларға дедовщина өсөн дисбат була бит, әгәр был эш өҫкә ҡалҡһа.
     Шунда торған берәүһе алйыуына түҙмәй миңә килеп бер һуҡҡайны, тегенең күҙенә ике бармаҡ менә төртөм. Уныһы аҡырып: мои глаза, тип илай башланы. Бер елде генә молдованин күкрәккә йоҙроҡ менән һуҡҡайны, радиоузел эсенә осоп барып индем, ырғып тороп ҡаршылашырға ынтылғайным, башҡа бәйләнмәнеләр, бар йоҡла тинеләр. Хәҙер быларға өсөнсө йыл хеҙмәт иткәндәрҙән, мин уларҙы алмаштыра торған старшиналарҙан да эләгә бит. Һуғыш китһә особый отдел хәҙер килеп етә. Командирҙәрҙең дә башынан һыйпамаясаҡтар.
     Бына ошо ваҡиғанан һуң, улар миңә бәйләнмәнеләр һәм өсөнсө йыл хеҙмәт итеп срогы тулған егетте алмаштырғас, должность буйынса мин старшина булып ҡалдым. Ул ваҡытта илгә патриотизм көслө булғас, сабырлыҡта көслө булған инде. Ҡулда патрондары менән автоматта булды һәр саҡ, асыу килһә лә тоҫҡап атырға уй булманы.
     Һөнәр буйынса штурман-рулевой тигәйнем бит башта. Корабльдең рулен (штурвал) тотоп ултырырға тура килде. Бәләкәй генә, әлеге машиналарҙыҡынан да бәләкәс, электрический. Командир корабля командовать итә: прямо руля, руль право, руль влево 15 һәм башҡаһы... Икенсе яҡтан старпом командир. Улар миңә йылға эсендә направление генә бирә, ә ҡалғанын мин үҙем эшләйем, үҙем корабльде курста тотам. Был дингеҙ йә океан түгел, унда курсты автоматҡа ҡуйҙыңда сәй эсергә китергә була. Ә бында йылға ағымы менән бер яҡҡа ағыҙа, бер туҡтауһыҙ йылға боролоштары, һай урындар, ел күсереп алып бара, ҡояш һыуҙан сағыла, күҙ эренләп йәбешә, тулҡындар бәрә, палуба боҙға әйләнә. Иң ҡыйыны йылға ла корабль йөрөтөү, ә дингеҙҙә йөрөтөүселәр портҡа, йәки причалға корабльдәрен яҡынайтып теркәтһәләр – геройствоға һанала икән. Йылға ла йөҙөр өсөн карталар алып, курстар төҙөп, һыуҙың ҡалҡыуын-төшөүен, һауа температураһын, һауа баҫымын, ел иҫеүҙен көсөн, йөҙөп барғанда һыуҙың тәрәнлеген күреп барыу минең эш ине. Ә йылғаның үҙендә йөҙөү өсөн бик күп ҡағиҙәләр бар. Әлеге беҙҙең правила дорожного движения һымаҡ. Сигналдар, створҙар, знактар, бакендар. Ҡаршы килгәндәрҙе ҡайһы яҡтан үткәрергә, томанда, төндә йөҙгәндә ни эшләргә, ғәләмәте күп.
     Әлхәмдүлилләәһи, командирҙәр шәп булды, старпом менән йоҙроҡлап, шаярып төртөшә торғайныҡ. Ағай урынына булды. Ты Сабитов, самый хитрый, хитрее еврея и татарина –тип әйтә торғайны. Экипажда күбеһе украиндар, хохолдар, урыҫтар, бер таджик егете нисек килеп эләккәндер һәм Силәбе өлкәһе Арғаяштан учебканан бергә килгән Радик тигән башҡорт егете булды. Һуңғараҡ Архангель районынан Воробьев Александр тигән урыҫ егете килде. Беҙҙең менән башҡортса һөйләшеп һәм башҡортса йырларға яратты. Оренбург яғынан беҙҙән ярты йылға алдараҡ килгән башҡорт егете булды. Урыҫтар беҙ башҡортса һөйләшкәнгә аптырап, һеҙ нисек үҙ телегеҙҙе лә һәм урыҫ телен дә беләгеҙ тиҙәр ине. Беҙ бынан башҡа немец телен уҡыныҡ һәм башҡа телдәрҙе лә аңлайбыҙ тиһәк, иҫтәре китә. Бер немец теленән переводчиккә уҡыған урыҫ егете менән аралышып, немецсә икәүләп һөйләшеп тегеләрҙең күҙҙәрен аҡайтып ала торғайныҡ, теге кинонан немецтәр төшөп, һөйләшеп торалар тип, хис иткәндәрҙер инде. Мин үҙем, базалағы китапхананан ҡытай грамматикаһын алып өйрәнеп ҡараным, бик ҡыйын. 400 һүҙ бар ике-дүрт хәрефтән торған. Бер һөйләм, миҫалға ма тигән һүҙ. Ошо ма -ны дүрт төрлө интонация менән әйтһәң 4 мәғәнәне аңлата. Бер мәғәнәһе мама (әсәй) була. Әлеге урыҫ егеттәренең яҙған дәфтәрҙәренә ҡараһаң, хата ла хата, үҙебеҙҙе ҡалай һәйбәт уҡытҡандар тип, һөйөнәң. Шунан картаға тегеләрҙе сығарып, хатта лейтенантарҙы ла Башҡортостан ҡайҙа тиһәң, Ҡараҡом менән Ҡыҙылҡомды эҙләй башлайҙар.
     Аптыратҡаны, корабльгә килгәс өсөнсө йыл служит итеп йөрөгән осетин булды. Мине саҡырып Салауат Юлаев тураһында һөйлә әле тигәс, мәктәптә, тарихта, китаптарҙа уҡығанды, Степан Злобиндың китабындағы бар нәмәне һөйләп биргәс, бер нәмәлә белмәйһең икән тип, китеп барҙы. Ахыры, уларҙа ул ваҡыттаға тарих теүәл һаҡланып бирелгәндер, беҙҙәге дөрөҫ тарихты йәшерҙеләр бит.
      Әбйәлилдән минән ярты йылға алданыраҡ саҡырылған ике егет булды. Уларҙың берәүһе Кейекҡужин Ринат Йәнгел ауылынан, күрше минеке һымаҡ корабельдә булды. Ғәбдин ауылынан Хәмит, улда беҙҙең шул типтағы өсөнсө корабльдә булды. Күрешеп, осрашып һөйләшеп йөрөнөк, әле лә улар иҫән.
     Әй күңелле ваҡыттар булды бит, матур тәбиғәт, киң йылға, эргәлә теләһә баржалар, сухогруздар, пассажир теплоходтар, Ракеталар, Кометалар, хәрби катер, танковоздар һәм башҡаһы йылға тулып йөҙҙө. Хабаровск ҡалаһын күрәһең, уныһы йылға буйлап 14 км һуҙылған. Сығып ҡала буйлап та йөрөнөк, бер мәле театрға барып водевиль  ҡараныҡ, бик оҡшаны. Беҙ корабль менән границаға барып, йылға уртаһына якорь ташлап, бер айҙай шунда граница һаҡлап вахтала тора торғайныҡ. Артыбыҙҙан өсәр километр һайын 2 бронекатер торҙо. Ҡытайҙарҙы үткәрмәйбеҙ, йылғала тегеләй-былай йөрөгән судно-катерҙарҙы тикшереп, рөхсәт алғас ҡына үткәреп, көнө-төнө поста торҙоҡ. Торған ерҙән йоҡлап та киттәң, йығыла башлаһаң уянаң, йә берәй нәмәгә тотоноп йоҡлаймын тиһәң әллә ҡайҙан берәй теплоходы килеп сыҡһа, аҫтан радио аша ҡысҡыралар башлайҙар нимә күрәң тип, бында томан тип шылдыраң. Уларҙа эстән радиолокация аша ҡарап ултыралар. Ә беҙ өҫтә күҙ-бинокль менән, төнөн прожекторҙар менән яҡтыртып ҡарайбыҙ.
     Ҡытайҙарҙың ары-бире өс һалдат тейәлгән катерҙары үтә торғайны сик буйлап. Уларҙың яры буйлап бер нәмә лә юҡ. Халыҡтары һыуға төшә ала. 30 километр һайын таштан эшләнгән бейек башнялар (25-30 метрҙыр) һәм унда бер взвод һалдат. Башняларында ул ваҡыттағы ФРГ-нан килгән 40- тапҡырға ҙурайта торған оптика тинеләр. Хабаровск ҡалаһында йөрөгән машиналарҙың номерен күреп ултыралар тинеләр. Катерҙары ла ФРГ-нан, тупаҫ башлы булдылар, беҙҙең бронекатерҙар ҡуҙғалып китеп тулҡын ебәрһә, тегеләр һыуға сумып, ходтарын юғалталар. Беҙ хеҙмәт иткән ваҡытта Ҡытай 5 миллиондыҡ армияһын 4 миллионға ҡыҫҡарты. 4 йыл служит итәләр, армияға эләгер өсөн конкурс, бер урынға 7-10 кеше тирәһе булды шикелле. Һәр бер частьтә рота тигров бар. Теләһә ниндәй ҡорал менән ата алалар, теләһә ниндә машинала йөрөй алалар, бер һалдаты беҙҙең ете һалдатты туңҡайта һуға, бер аҙна ашамай-эсмәй 200 километр марш бросок эшләйҙәр. Көслө диверсантар әҙерләнгәндәр.
     Мин ҡайтҡас, 90 йылдарҙа шунда минең часткә служить итергә эләккән егеттән шуны ишеттем: бер сик боҙған ҡытайҙы тотҡандар һәм следствие үткәреп, йөҙөп сыҡҡан еренде күрһәт, тип алып барғандар. Наручниктә көйө 3 морякты һыуға батырып, үлтереп ҡасҡан. Йөҙөргә бик оҫта булғандыр, күрәһең. Беҙҙе, моряктарҙы йылғала һыу төшкәндә лә спасательный жилеттәр кеймәйенсә төшөрмәнеләр.
     Ә беҙҙең ярҙағы граница төҙөлөшөнә килгәндә: бейек колючая проволоканан эшләнгән ҡойма, шунан һуң шуның һымаҡ көслө электроток ебәрелгән ҡойма, электросигнальная полоса, тигеҙҙәлгән аяҡ эҙе ҡала торған полоса, шуның буйлап эттәр менән пограничниктәр йөрөй һәм ике оста вышкалар пограничниктәр менән. Ҡаршы яғы ла шулай уҡ сигнальная система, электрозабор, колючая проволоканан ҡойма. Себен дә үтә алмай. Ләкин Мәскәүҙең Бауман исемендәге политехта уҡыған студент бер-ике аҙна системаны өйрәнеп, ҡытайҙар яғына ҡасып сыға. Уны ҡытайҙар кире беҙгә бирҙеләр, ул егетте аттылармы-юҡмы белмәйем.
     Границала торғанда, Ҡытай яғынан кешеләр үтһә үтһендәр, барыбер уны эс яҡта тоталар тинеләр. Бер ҡытай йылға аша үтеп, бер ауылда тәҙрә шаҡылдап йөрөгән икән, уны бер мужик туҡмап тотоп биргән беҙҙекеләргә. Әгәр беҙҙең яҡтан берәйһе сығырға маташһа, тота алмаһаң атып үлтерегә приказ булды. Хоть иптәшен булһын. 60 йылдарҙа беҙҙең моряктар берәүҙе баҫтырып барып, Ҡытай эсенә 15 километрға инеп тегене атып ҡуялар. Нишләптер бөтәһе лә Ҡытай яғына сығып ҡасырға маташтылар. Беҙгә аҙна һайын Мәскәүҙән орентировка килә торғайны, ҡытай сиген үтергә тырышалар тип.
     Граница буйлап Ҡытай вертолеты оса башлаһа, йәки яңылыш тегеләрҙең хәрби судноһы килеп инһә, беҙ уға атырға әҙерләнеп көтөп ултырабыҙ, Мәскәүгә доклад оса һәм приказ көтөлә. Ә былай турана-тура нападение булғанда атабыҙ инде. Беҙгә границала ете минут һуғышып-түҙеп торһағыҙ, арттан армия ҡуҙғалып килеп етә тинеләр. Корабельдең хәрби ҡоралы менән 60-70 гектар ерҙе аҡтарырға була. 40 тонна боезапас. Хәҙер был сер түгел, бына ошонда тулыһынса характеристика: Малые артиллерийские корабли проекта 1208
     Корабельдә моряктарҙа устав тигән нәмә юҡ: бер-беребеҙгә Петя һәм Вася, товарищ командир тип өндәшәбеҙ. Әгәр берәйһе һине тыңламаһа, армейский устав менән ҡыуып алабыҙ. Ашаған да сәғәт ярым ваҡыт бирелде, официант первый ҙы, шунан һуң второй ҙы, аҙағына сәйҙе алып килеп бирә. Ашағаныбыҙ макарон по флотски, гречка, рис ит менән, тауыҡ итте. Перловка менән тарыны тоғы менән йылғаға түктек. Сусҡа ите булманы, ҡара икмәк йылына ике-тапҡыр эләкте, аҡ икмәк ашаныҡ.
     Бер мәле йылға аша йөҙөп барған ҡоралайҙы тотоп палубаға мендерҙеләр, йәне бар ине. Мин бисмиллә итеп салып, бер хохол һәм таджик ярҙамында пушканың көбәгенә элеп тунаныҡ. Эргәлә урыҫтар живодеры тип, сикәнеп йөрөһәләрҙә, аҙаҡ кинәнеп, ауыҙҙарын шапылдатып плов ашанылар. Беҙ көндә ашағанды командирҙа ашаны, шуға кок тәмһеҙ бешерһә уға эләгә торғайны. Төндәрен дежурствовала торғанда картуф ҡыҙырып тәмләп ашай торғайныҡ. Балыҡ менән маз булдыҡ, кәрәк булһа ярға сыҡҡанда кафегә барып, һөт, кефир, пирожки ашай торғайныҡ, уволнение юҡ, бында бит граница.
     Беҙ пограничниктәр, башҡа моряктарҙан бер рангыга өҫтә торабыҙ, шуға был яҡтан бар нәмәлә өҫтөнбөҙ. Арттан һәр саҡ особый отдел тикшереп торҙо. Эш боҙһаң ярға сусҡа көтөргә списать итәләр йәки дисбат. Моряктар өсөн ярға һөрөлөү иң түбән дәрәжә, илай торғайнылар.
     Физподготовка булманы тиерлек, иртәнсаҡ ярға сыҡҡанда югергең килһә һинең эшең, теләһәң ултыраң шунда. Корабельдәге боевой подготовка ныҡ булды. Һәр кем үҙ посына беркетелгән, батһаң батып үләң шунда. Янһаң янып үләң, ләкин посты ташлап башҡаларҙы һәм корабельде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тейеш түгелһең.
     Мин хеҙмәт иткән 3 йыл эсендә, тәүҙә Андропов иптәш (кемдәр белмәй — Генеральный секретарь ЦК КПСС), шунан шуның урынына ҡалған Черненко үлеп ҡалып, СССР –ҙың беренсе президент Горбачев килде. Горбачев Хабаровскигә килгәндә Амур буйлап йөрөр тип, беҙҙең әлеге 3 корабельде сопровождениегә әҙерләнеләр. Ләкин Горбачевты оҙатып йөрөргә тура килмәне. Ул Ҡытай менән СССР-ҙың сиген, йылғаның уртаһынан бүлеп, Ҡытайҙарға меңләгән утрауҙар бирҙеләр. Элек граница Ҡытай яры сигенән ине, ҡытайҙар һыуға төшөп, аяҡ, бит-ҡулдарын ғына йыуалар ине. Нисек сик былай килеп сыҡҡан тигәнгә: урыҫ императоры Ҡытай императорын ныҡ һыйлап, иҫертеп, границаны Ҡытай яры сигенән һыҙған.
     Горбачев Ҡытай менән килешкәс, беҙҙе ҡоралһыҙ вахтала сығара башланылар һәм ҡытайҙарға сәләмләп ҡул болғарға рөхсәт ителде. Ә элек провокацияға бирелмәгеҙ тип, ҡытайҙар менән строго булды. Хәҙер үҙегеҙ беләһегеҙ, Ҡытайҙар бөтә ерҙәлә беҙҙе баҫып алды, бар кейем, бар әйбер Ҡытайҙыҡы, һәм һеҙ бер мәле Ҡытай милләте кешеһе булып уянырһығыҙ тиҙәр бит.
     1986 йыл көҙ өйгә ҡайтып киттем.
     Ҡыҫҡаса шулай булды армиялағы хеҙмәтем.