Ниңә мәсеттәр бикле? 

   “Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән изге Ҡөрьән китабы кешелеккә хәләл менән хәрәмде, ялған менән дөрөҫтө айырып күрһәтеүсе бер йүнәлтмә булараҡ бирелә. Тағы ла ул һәҙиә, бүләк тигән мәғәнәгә лә эйә”.
                                                            Монолог
   Ун быуаттан артыҡ дәүерҙә Ислам дине халҡыбыҙға рухи нигеҙ һәм йәшәү ҡануны булып хеҙмәт итте. Ләкин бер нисә тиҫтә йыл дауамында динебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ бер-береһен байытып килеүҙән туҡталып торҙо. Бына, ниһайәт, һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә дингә ҡайтыусылар күбәйә. Халҡыбыҙҙың үҙ диненә, асылына ҡайтыуы ҡыуаныслы хәл, ләкин шуның менән бергә был өлкәлә күп кенә һорауҙар, аңлашылмаусанлыҡтар, фекер айырмалыҡтары ла килеп тыуа. Бөгөн ошо үҙебеҙҙе борсоған ҡайһы бер һорауҙарға журналист, Башҡортостан юлдаш телеканалында «Йома» һәм «Иман» радиоканалында  тапшырыуҙарын алып барыусы Морат Лоҡманов яуап бирә.

                                       Ниңә мәсеттәр бикле?

   Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың һәр бер ауылында тиерлек мәсеттәр асылды. Ләкин уларҙың күп осраҡта бикле тороуы, асылған хәлдә лә халыҡтың изге йортҡа йөрөмәҫ өсөн төрлө сәбәптәр табыуы күңелде төшөрә. Ауыл мәсеттәре нисек эшләргә һәм уның имамы ниндәй булырға тейеш? Халыҡты изге йортҡа нисек ылыҡтырырға? Был һорауҙар бөгөн һәр иманлы кешене борсой һәм уны хәл итеү күп ваҡыт беҙҙең имамдарыбыҙға, йәғни дин әһелдәребеҙгә лә бәйле.
   "Имам" тәрән мәғәнәле һүҙ, ул «алда баҫҡан» тигәнде аңлата. Ул намаҙ ғына уҡып, төрлө дини йолаларҙы башҡарып ҡына йөрөүсе түгел, ә халыҡ менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә тороусы, Раббыбыҙ ҡушҡандарҙы халҡына еткереүсе, ғилем биреүсе һәм уларҙың һәммәһе өсөн дә Аллаһ ҡаршыһында яуаплы кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә имамлыҡ институты нығынып етмәгән. Урта Азия, ғәрәп илдәрендә мосолман кешеһе теге йәки был проблемалар килеп тыуһа, шунда уҡ имамға мөрәжәғәт итә. Сөнки үҙен борсоған мәсьәләнең уның ярҙамында хәл ителәсәгенә ышана. Бөгөнгө көндә шулай уҡ Башҡортостанда ла был мәсьәлә бик киҫкен тора. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратында мәсеттәрҙең хәле, имамлыҡ торошо тикшерелеп ҡаралғандан һуң, шундай йомғаҡ яһалды: республикабыҙ мәсеттәренең 80 процентында хаҡлы ялға сыҡҡан имамдар эшләй, ә бөтә имамдарҙың 20 процентының дини ғилеме юҡ. Күптәре хатта динде бөтөнләй дөрөҫ аңламай, хата ҡарашта тора. Бөтә ошо сәбәптәр мәсеттәрҙең бикле тороуына алып килә лә инде. Улар тик йома көндәрендә йәки исем ҡушыу, никах уҡытыу кеүек ниндәйҙер йолалар башҡарылған осраҡта ғына асыла.
   Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән изге Ҡөрьән китабы кешелеккә хәләл менән хәрәмде, ялған менән дөрөҫтө айырып күрһәтеүсе бер йүнәлтмә булараҡ бирелә. Тағы ла ул һәҙиә, бүләк тигән мәғәнәгә лә эйә, йәғни Ҡөрьән китабы беҙгә бүләк булып бирелгән. Халҡыбыҙҙың күбеһе уны бүләк булараҡ ҡабул итә лә инде: исем ҡуштыра, доға ҡыла. Ә уның «етәкселек» тигән мәғәнәһен беҙ күп осраҡта ниңәлер инҡар итәбеҙ, йәғни ғәмәлдәребеҙҙе Ҡөрьәндә әмер ителгәнсә үтәмәйбеҙ. Ошоно ентекләп аңлау мөһим. Әгәр ауыл имамы мәсетте асып, бер үҙе булһа ла аҙан ҡысҡырып, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡыһа, шулай иткән хәлендә йөрәгендә ихласлыҡ булһа, Аллаһы Тәғәләнең хикмәте менән халыҡ ошонда киләсәк. Ә инде көтөп ятҡан осраҡта халыҡ үҙенән-үҙе генә изге йортҡа йөрөй башламаясаҡ. Мәсеттәрҙе һала башлаған ваҡытта уҡ йөрәктә ихлас лыҡ, изгелек, яҡшы ниәт булырға тейеш. Мәсет иң тәүҙә йөрәктә барлыҡҡа килергә тейеш. Әгәр ниндәйҙер ауылда намаҙ уҡыусы ике генә кеше булып та, улар ҡайҙа ла булһа урын табып, Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡыла, ошо йүнәлештә эшмәкәрлек итә икән, уларға Аллаһы Тәғәлә үҙенең хикмәте һәм бәрәкәте менән күркәм бер мәсет бирер. Артабан инде был мәсеткә халыҡ та йыйылыр. Ихласлыҡ, кешеләрҙең теләүе, ихтыяжы кәрәк. Әгәр ниндәйҙер ауыл халҡының мәсеткә ихтыяжы булмаһа, тимәк, был ауыл өлгөрмәгән — унда төҙөлгән мәсет барыбер буш торасаҡ.

                                              Ҡарт имам, йәш имам...
   

   Әйтеүебеҙсә, күп мәсеттәрҙә имам ролен хаҡлы ялға сыҡҡан олатайҙар башҡара. Уларҙың имам булыуы бер ҙә насар түгел. Оло кешелә бәрәкәт бар, тип тә әйтәләр. Ләкин бөгөнгө көндә арабыҙҙа элекке ныҡлы иманлы бабайҙар һирәк осрай. Әлхәмдулилләһ, уларҙың яҡшы нигеҙ һалып, эскелектән ситләшеп, боҙоҡлоҡтан арынып, иманлы юлға аҙым яһауы үҙе үк яҡшы күренеш. Шулай ҙа бөгөн халыҡтың интеллектуаль үҫеше ҙур, уларға был имамдың ғына мәғлүмәт еткереүе, ниндәйҙер йолаларҙы үтәүе етмәй. Һөҙөмтәлә халыҡтың уның артынан эйәрмәүе лә ихтимал. Бер олоно, бер кесене тыңла, тигән әйтемде иҫтә тотоп, оло имам янына уҡып ҡайтҡан йәш хәҙрәт ҡушылып, ике имам бергә эшләһә, яҡшыраҡ булыр ине, ләкин был тәҡдимгә күп осраҡта ололар үҙҙәре ҡаршы килә, йәнәһе, йәштәр уларҙың урынын яуларға килгән. Шулай уҡ йәштәр яғынан да яңылышлыҡтар күҙәтелә. Улар әҙәп тигән төшөнсәне онотоп, туранан-тура ололарҙы ғилемһеҙлектә ғәйепләп, тәнҡитләп ташлай, мәсеттәргә урынлашып, кинәт кенә үҫеп китергә уйлай. Ошондай ҡаршылыҡтар булған өсөн дә бөгөн мәсеттәребеҙ үҙ йүнәлешендә ыңғай ғына эшләп китә алмай.

                                                   Дәүләт дингә ҡыҫылмай...

   Имамды халыҡ үҙе ҡарарға, үҙе аҫырарға тейеш. Йәғни, был мәьсәлә ике яҡлы: имам -халыҡҡа, халыҡ — имамға кәрәк. Күп ауыл имамдары хөкүмәттең мәсеттәрҙе ҡарамауына зарлана. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: беҙ ислам дәүләте лә, шулай уҡ исламға ҡаршы дәүләт тә түгел. Ләкин хөкүмәттең үҙенең айырым талаптары, маҡсаттары бар. Уның менән ярашып матур итеп йәшәргә була. Әгәр ошо дәүләт дингә эйә булып, матди ярҙам күрһәтә башлаһа, дин әһелдәренә үҙенең талаптарын да күсерер, шул сәбәпле ҡайһы ваҡыт дингә ҡарата талаптар ҙа килеп сығыр ине. Шуға күрә диндең бөтөнләйе менән дәүләткә ҡарауы ла дөрөҫ түгел. Ә халыҡ дин әһелдәрен һәр ваҡыт үҙе ҡараған. Был уға бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай, сөнки Аллаһы Тәғәлә уға хәйер-саҙаҡа иҫәбенә бәрәкәт бирә. Хәйерҙән аҡса кәмемәҫ, киреһенсә, артыр, тиелә бит.
   Ауылға имам булып ҡайтҡан йәш белгестәр ифрат күп ауырлыҡтарға осрай. Хәҙер ошо төрлө ауырлыҡтарға осраған йәш имам менән ер йөҙөнә Аллаһы Тәғәлә тарафынан кешеләрҙе тура юлға күндереү, дин таратыу, Ҡөрьән китабын аңлатыу маҡсатында ебәрелгән бәйғәмбәрҙәрҙең оҡшаш торошон эҙләйек. Әйтәйек, һуңғы бәйғәмбәр Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ҡөрьән индерелгәндән һуң Мәккә ҡалаһында шәриғәтте аңлата башлай. Дин таратыу уға тәүге осорҙа ныҡ ауырға тура килә. Иҡтисади ауырлыҡтар килеп тыуа, сауҙа ишектәре ябыла, бәйғәмбәргә ҡаршы бойкот иғлан ителә. Бәйғәмбәр яҡлылар бик әҙ була, етмәһә, уға тәүгеләрҙән булып эйәргән ҡолдарҙың да бер ниндәй яҡлаусыһы булмай. Бәйғәмбәребеҙҙең артынан эйәреүселәрҙе ислам дошмандары ниндәй генә язаға тарттырмай: ағастарға бәйләп ҡуйып, эҫелә тоталар, күҙҙәрен соҡоп алалар. Ләкин, ниндәй генә ҡаты һынауҙарға дусар булһа ла, Бәйғәмбәребеҙ үҙенең маҡсатынан кире ҡайтмай, өмөт, ихласлыҡ, сабырлыҡ, Аллаһҡа инаныу менән Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ошо юлдан барыуын дауам итә. Ваҡыты еткәс, еңеү килә һәм халыҡ төркөм-төркөм булып дин ҡабул итә. Ислам күтәрелә һәм хатта үҙ дәүерен иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф һәм башҡа өлкәләр буйынса әллә нисә йөҙ йылға үтеп китә. Фән өлкәһендәге ҡайһы бер терминдарға күҙ һалһаҡ, химия, география, алгебра кеүек фән атамалары бөтәһе лә ғәрәп теленән килеп сыҡҡан. Медицина буйынса ла Европа нисә йылдар буйы мосолман ғалимдарының хеҙмәттәре менән файҙаланды. Улар ғилемгә нигеҙ һалыусылар. Шулай итеп, сабырлыҡтан һуң еңеү килде. Аллаға шөкөр, беҙ ундай ҡурҡыныс заманда йәшәмәйбеҙ, бөгөн йәмғиәтебеҙҙә дин тотҡан, дәғүәт иткән өсөн ҡаты язалауҙар юҡ. Ауылға ҡайтҡан һәр имам тырышып, ихласлыҡ, дөрөҫ инаныуы менән ошо юлда хеҙмәт итһә, ауырлыҡтарҙы күтәрә белһә, мотлаҡ һуңынан еңеү һәм еңеллек килер, халыҡ уның артынан эйәрер, Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт бирер, дәрәжәһен арттырыр.
   Етмеш йыл буйы динебеҙҙе бөтөрөү сәйәсәте алып барылғандан һуң, халыҡ бер көн эсендә үҙгәреп, әүлиә кеүек булып китә алмаҫ. Йүнәлеште, маҡсатты, ниәтте дөрөҫләп, хәҡиҡәт юлында изгелек, яҡшылыҡ, дөрөҫлөк, сабырлыҡ менән хәрәкәт итһәк, иншал-лаһ, ваҡыт үтеү менән ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешә алырбыҙ, тип өмөт итәм.

                                                       Күңел һуҡырлығы

   Үкенескә күрә, бөгөн боронғо мәҙрәсәләрҙәге кеүек әҙәп дәрестәре уҡытылмай. Шуға ла халыҡ араһында дини наҙанлыҡ хөкөм һөрә. Ләкин нисек күҙҙәрен һәм күңелен асырға халыҡтың?
   Кешенең эшләгән һәр бер хатаһы, гонаһы уның йөрәгенә бер ҡара тап булып яғыла. Кемделер рәнйетһәк, һүгенһәк, намаҙыбыҙҙы уҡымаһаҡ һәм башҡа шундай хаталарыбыҙ йыйылып китһә, ошо ҡара таптар йөрәкте тотошлайы менән ҡаплап ала. Был йөрәк зәғифләнә, кешенең күңеле һуҡырая, ҡата. Был кешегә илатырлыҡ ниндәйҙер ғибрәтле хәл тураһында һөйләһәң дә, дәлилдәр килтереп күҙенә төртөп күрһәтһәң дә, уның зәғифләнгән йөрәге бер нәмәне лә ҡабул итә алмаясаҡ. Күңел һуҡырлығы был. Ә хәләл генә ашап, иманлы мөхиттә тәрбиәләнгән сабыйға бәләкәй генә фәһемле хәл һөйләһәң дә уның йөрәгенә үтеп инер. Эйе, әлеге ваҡытта халыҡ тотошлайы менән дин әмерҙәрен үтәргә әҙер түгел.Ул әле хәләл менән харамды ла айырып өйрәнмәгән. Ә гел хәрәм ашап, хәрәм эшләп йәшәгән, ҡараға буялған йөрәктәребеҙ нисек тиҙ генә иманлы булып китә алһын? Быны тәнҡит һүҙе тип түгел, ә рухи торошобоҙға ҡарата диагноз булараҡ ҡабул итергә кәрәк. Ҡайһылыр ауыл халҡын йүнһеҙлектә, динһеҙлектә, наҙанлыҡта күпме генә ғәйепләһәк тә бер ниндәй үҙгәреш булмаҫ. Телевидение, радио, матбуғат баҫмаларында алып барылған дини тапшырыуҙар, рубрикалар динебеҙҙең бөтә тармаҡтарын яҡтыртырға тейеш. Халыҡта әле барыбер гәзиттә яҙылған һүҙгә, телевизорҙан яңғыраған фекергә ышаныу көслө. Ҡөрьән мәжлестәре артҡан урындарҙа араҡы табындары үҙенән-үҙе кәмегән. Кеше аралашырға, ҡунаҡлашырға тейеш. Әгәр ошо юлда ҡунаҡлашмаһа, башҡа төрлө юлдар бар. Ә ул юлдарҙа шайтан ҡушылыр.

                                               Аллаға килер юлдар төрлө

   Ситтән уҡып ҡайтҡан күп шәкерттәр өйҙәрҙә Ҡөрьән уҡытыу кеүек йолаларға көлөмһөрәп, кәмһетеп ҡарай. Быға кәмһетеп ҡарарға кәрәкмәй. Ҡөрьән уҡыуҙың кәрәклеге, бер-береңде ризыҡландырыу, туғандар менән аралашып йәшәү тураһында беҙ күп төрлө сығанаҡтар аша беләбеҙ. Ошо мәжлестәргә туғандар йыйыла, туғанлыҡ ебе нығына, күршеләр аралаша, кеше Ҡөрьән тыңларға өйрәнә, йәғни был табындарҙан күп төрлө тәрбиә алырға мөмкин. Икенсенән, республикабыҙ ауылдары буйлап йөрөгәндә шуға иғтибар иткәнем бар: Ҡөрьән мәжлестәре артҡан урындарҙа араҡы табындары үҙенән-үҙе кәмегән. Кеше аралашырға, ҡунаҡлашырға тейеш. Әгәр ошо юлда ҡунаҡлашмаһа, башҡа төрлө юлдар бар. Ә ул юлдарҙа шайтан ҡушылыр.
   Тағы бер миҫал. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең күп төбәктәрендә бер-бер артлы әүлиә ҡәберлектәре асылды, халыҡ ошо ҡәберлектәргә йөрөй, дин ғәмәлдәрен үтәй. Минеңсә, был беҙгә тыуған яғыбыҙҙы һөйөргә, ошо ерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнеү йәһәтенән дә бик яҡшы. Әүлиә ҡәберҙәренә барырға ярамай, был ширҡ, диндән сығыу, тип әйтеүселәр яңылыша. Мәҫәлән, мин ҡайһы бер әүлиә ҡәберлектәренә барҙым, ләкин унда ҡәбергә табыныу йолаһын күрмәнем. Аллаһы Тәғәлә беҙгә юҡҡа ғына ике ҡолаҡ, ике күҙ бирмәгән: ялғанды дөрөҫлөктән айыра белергә кәрәк. Был изге урындарға ялбарыу өсөн барыу, әлбиттә, үтә яҙыҡ эш. Беҙҙең бөтә төр үтенес, һорау, ялбарыуҙарыбыҙ фәҡәт берҙән-бер булған Аллаһы Тәғәләгә генә йүнәлтелергә тейеш.
   Аллаһы Тәғәлә бер ишекте асып ингән кешегә башҡа ишектәргә инеүҙе лә еңелләштерә. Кеше таныған әйбере аша яйлап күнегә, бер төрлө әҙәпкә, ҡағиҙәгә өйрәнә. Уйламаған ерҙән шул кеше үҙе һиңә аҡыллы фекерҙәр һөйләй башлауы ихтимал. Аллаһы Тәғәләгә илтә торған юлдар күп төрлө — бөтә кешене бер һыҙыҡҡа теҙергә ярамай. Кеше дингә сәнғәт йәки фән, ауырлыҡтар йәки йолалар аша ла килергә мөмкин. Кемдер эстәлеген белмәйенсә, формаһын ғына ҡабул иткәндән һуң, элек күрмәгән ишектәрҙе лә күрә башлай. Ә артабан тап үҙенә тейешле һуҡмаҡты һайлап ала. Етмеш кеше бар икән, һәр береһенең мотлаҡ үҙ юлы, үҙ һуҡмағы булыр.

                                            Яңылышыуҙар булмаһын өсөн...

   Аллаһҡа килеү юлдары күп төрлө, тинек. Беҙҙең йүнәлеш кенә дөрөҫ, ҡалғандары яңылыш, тигән фекер төптө хата. Шулай ҙа хаталар булһа, тәкәбберләнмәй генә белергә, таҙартырға, таҙаланырға һәм бер кемде лә дошман күрмәҫкә кәрәк. Йәштәр дингә килгән ваҡытта күпселектә агрессив була. Беренсе тапҡыр ураҙа тотоусылар ҙа күп осраҡта нәфрәтләнеп йөрөй, сөнки хәҡиҡәт юлына баҫтырмаҫ өсөн шайтан кешене төрткөләп кенә тора. Улар әле имандан нур алып өйрәнмәгән. Әле генә намаҙға баҫып, дин ғилемен өйрәнә башлаған һәр кем диндә бөтәһе лә ап-аҡ, тап-таҙа, яҡшы, ә унан ситтәгеһе бөтәһе лә шайтан эше, тип уйлай һәм башҡаларҙы ла шайтан тоҙағынан ҡотҡарыу, үҙенең артынан эйәртеү маҡсатында фекерҙәрен ҡысҡырып иҫбат итә башлай. Шул ваҡытта дингә яңы килгән кешене хуплап алырлыҡ, уға һәр ваҡыт ҡаршы килмәй, тыныс ҡына аҡыл бирерлек абруйлы, дәрәжәле кешеләребеҙ юҡ. Күп осраҡта беҙ агрессия күрһәткән кешене баҫабыҙ, уны әллә ниндәй сит юлға төшөүҙә ғәйепләйбеҙ. Шулай итеп, уны үҙебеҙҙән ситләштерәбеҙ. Йәләлетдин Румиҙың бер әҫәрендә өс кеше осраша һәм бер емеште төрлөһө төрлө телдә атап, аңлаша алмай, бәхәсләшеп китә. Бөгөнгө төрлө йүнәлештәрҙә йөрөгән йәштәр менән дә шулай килеп сыға: исемдәрен үҙҙәре ҡуйып, бер үк нәмә тураһында һөйләйҙәр һәм һуғышҡа тиклем барып етәләр. Былар, әлбиттә, дин тәғлимәтен ныҡлап белмәүҙән, наҙанлыҡтан килеп сыға. Ә уҡытыусыларыбыҙ, остаздарыбыҙ юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

                                                   Ислам академияһы төҙөлөрмө?

   Ниндәй генә йүнәлештә булмаһын, уҡыу йорто барлыҡҡа килеүе үҙе үк яҡшы күренеш. Бигерәк тә Ислам университеты асылыуы баһалап бөткөһөҙ. Иң мөһиме, был дини белем алырға теләүсе йәштәргә үҙебеҙҙең республикала уҡыу мөмкинлеге бирә. Иншаллаһ, киләсәктә ғилемле, динле, аҡыллы, фекерле йәштәребеҙ артыр. Шул уҡ ваҡытта, үҙебеҙҙә мөмкинлектәр асылғас, ғилем эстәп сит илдәргә йөрөмәһәк тә була, тигән фекер менән килешмәҫ инем. Барымы, тырышлығы, ынтылышы булған йәштәрҙе сит илдәргә ебәреп уҡытыу ҙа яҡшы булыр. Боронғо әҙиптәрҙең тормош юлын өйрәнһәк, уларҙың һәр береһе төрлө-төрлө мәҙрәсәләрҙә уҡып сыҡҡан, береһен тамамлағас, икенсеһенә юл тотҡан. Эш уҡыу йортоноң ҙурлығында түгел, уларҙың һәр береһендә үҙенсә бер ғилем сығанағы бар. Республикабыҙҙа Ислам академияһының төҙөлөүе, бер яҡтан, халыҡҡа ғилем биреү йәһәтенән яҡшы булһа, икенсе яҡтан, ислам диненә ҡарата етәкселәрҙең иғтибарын да арттыра. Мәҫәлән, ошо яңылыҡ сыҡҡандан һуң район етәкселәренең дә дингә ҡарашы үҙгәрҙе, үҙҙәрендә мәсет һалдырыу, уларға халыҡты йөрөтөү буйынса эштәр алып бара башланы. Юғиһә, быға тиклем беҙҙә дин тотҡан кеше гел көлкөлө образ булып һүрәтләнә килде. Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған «Мулла» спектакле генә был образды бер ни тиклем күтәреп ебәрҙе. Әйткәндәй, «Ҡара йөҙҙәр» әҫәренән сығып, Мәжит Ғафуриҙы күптәр дингә ҡаршы яҙған әҙип булараҡ ҡабул итә. Ә бына минең ҡарашҡа ул иң динле яҙыусыларҙың береһе. Нәҡ «Ҡара йөҙҙәр» повесы менән ул динде түгел, ә уны бысратыусы, юҡҡа сығарыусыларҙы фаш иткән һәм шуның менән динебеҙҙе таҙартҡан, күтәргән. Халыҡ үҙенең имамын, дин кешеләрен хөрмәт итһен өсөн иң тәүҙә әҙәбиәттә лә, мәҙәниәттә лә, сәнғәттә лә дин кешеһенең образын эҙмә-эҙлекле күтәрергә кәрәк.
   Республикабыҙҙа абруйлы Ислам университеты студенттары менән яҡшы аралашып йөрөйөм. Үкенескә күрә, был университетта белем алыусы студенттар араһында башҡорттар бик әҙ. Ә бына шуныһы һоҡланыу уята: Һарытау, Пенза һәм башҡа сит өлкәләрҙән килгән егеттәрҙең ата-әсәләре ҙур эшҡыуар, директор, етәксе, шул ерҙәге иң абруйлы кешеләр булһа ла, был егеттәр мәктәпте гел яҡшы билдәләргә тамамлаһа ла, улар ниндәйҙер техник университетҡа ҡарағанда, Ислам йүнәлешен өҫтөн күргән. Ә беҙҙең ауылдарҙа бөтөнләй кире ҡараш күҙәтелә: уҡырға инә алмаған балаһына ата-әсәһе: «Балам, һинән башҡа бер кем дә сыҡмаҫ, муллалыҡҡа уҡы ла ҡуй», — тип кәңәш бирә. Ислам дине һантыйҙар дине түгел, ул иң үҫешкәндәр, ғилемлеләр, уйлай белгәндәр, юғары мәҙәниәтлеләр дине. Бына был ҡараш беҙҙең ауылдарҙа әле бөтөнләй юҡ, динебеҙҙең ни тиклем бөйөк бер ғилем икәнлеге халҡыбыҙҙың үҙаңына һаман барып етмәй.

                                           Дини дәрестәр уҡытыла башлаясаҡ...

   Мәктәптәргә дини дәрестәр индереү тураһында һүҙ сыҡҡас, халыҡта ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуғайны. Күптәр әлеге дәрестәр рухи ҡиммәттәре формалашып етмәгән балалар араһында христиан динен пропагандалауға ҡайтып ҡаласаҡ, тигән шик белдерҙе. Дин әһелдәре иһә дини тәрбиә һабаҡтарының кәрәклеген төрлө дәлилдәр менән иҫбатларға кереште. Бына, ниһайәт, был мәсьәлә дәүләт дәрәжәһендә хәл ителде. Был фән мәжбүри программаға инмәй һәм унан имтихан биреү ҙә әлегә күҙ уңында тотолмай. Әммә был башланғысты барлыҡ традицион конфессиялар ҙа хуплаған. Әлегә дини-әхлаҡи тәрбиә дәрестәре эксперимент рәүешендә уҡытыласаҡ. Уҡыусылар традицион диндәрҙең береһен (православие, ислам һәм иудаизм) йәки барлыҡ төр диндәр тураһында мәғлүмәт биреүсе курсты һайларға мөмкин. Шулай уҡ өсөнсө вариант та тәҡдим ителә — дини ҡараштары билдәләнмәгән балалар этика дәрестәренә өҫтөнлөк бирә ала. Дин дәрестәрен мәктәптәрҙә дин әһелдәре түгел, ә уҡытыусылар уҡытырға тейешлеге лә әйтелде. Ошондай ихтыяж тыуған икән, уҡытыусылары ла табылыр. Тиҙ арала яңы предметтан тейешле белем бирергә һәләтле мөғәллимдәр һәм дәреслектәр әҙерләүгә керешәсәктәр.
   Яңы индерелгән фән буйынса уҡыусылар ҡайһы динде өйрәнеүҙе үҙҙәре һайларға тейеш. Бына был йәһәттән, бәлки, ҡайһы бер проблемалар килеп тыуыуы ихтимал. Күп нәмә ғаиләнән килә. Туған телде уҡытыу менән килеп тыуған проблемалар динде һайлағанда ла ҡабатланыуы бар. Шуға һәр мосолман балаһы үҙ динен өйрәнергә бурыслы.

                                                               Шулай итеп...
 

   Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, милләтебеҙ ғорурлығы Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең Хушлашыу хатында милләтебеҙгә: «Динегеҙҙе, телегеҙҙе һаҡлағыҙ», — тип әйтеп ҡалдырған. Дин — ул кешенең рухи һәм әхлаҡи үҫешен тәьмин итә, динле кеше — юллы кеше, динһеҙ кеше — юлһыҙ кеше, шулай уҡ динле милләт — юллы милләт, динһеҙ милләт — юлһыҙ милләт. Изге китабыбыҙ Ҡөрьәндә лә: «Минең ҡушҡандарымды үтәмәһәгеҙ, Мин һеҙҙе башҡа халыҡтар менән алмаштырырмын», — тип яҙылған. Иншаллаһ, милләтебеҙ үҙенең асылынан, диненән яҙмай хәҡиҡәт юлынан атлаһын, дөрөҫтө ялғандан, насарҙы яҡшынан айыра белһен.
                                             Киске Өфө, №45, 2011 йыл,Гөлнәзирә АЙЫТБАЕВА яҙып алды
                                            Ссылка: //kitaptar.bashkort.org/files/kiske_ofo_2011_ (45).pdf