Ғазали бәһлеүән

   Ҡәҙерле атайыбыҙ Ғаззали Ғимазетдин улы Үтәшевтың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы уның тормошо тураһындағы хәтирәләр изге рухына балаларынан сәләм үә доға булып ирешһен.

   Яңы өйөн бөтөрөп сыҡҡанда атайыма 65 йәш ине. Балаларыма иҫтәлек, атай нигеҙе булып ҡалһын, тигәндер инде, юғиһә, иҫке өй ҙә ярарлыҡ ине әле. Бураһын Йылайыр районынан алып ҡайтып төҙөгән яңы йортта атай тик өс йыл йәшәп ҡалды.
   Атайым ауыр ҙа, аяныслы ла, мажаралы ла тормош юлы үткән. 1909 йылдың 10 февралендә Хәйбулла районының Кәрим (Таштуғай) ауылында тыуа, 1977 йылдың 5 апрелендә вафат булды. Атайыма 9 йәш кенә булғанда атаһы менән әсәһе бер-бер артлы үлеп ҡала. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Өммөкамал инәй Йылайыр районында кейәүҙә була, иң оло улдары Хужәхмәт олатайға 11 йәш, Бибиғәйшә апайыма — 6, Тайба апайыма — 3, Юныс ағайға — йәш ярым ғына була. Ата-әсәһенән күп ҡалмай ул сабый ҙа донъя ҡуя. Етем ҡалғас, ул балалар ниҙәр генә күрмәгән. Әйберҙәрен, малдарын ҡайһыһын урлап, ҡайһыһын талап алыуҙар, кулак ҡалдыҡтары тип кәмһетеүҙәр, аслыҡ...

  Атайым бала сағынан милли көрәш менән мауыға. 15-16 йәштәрендә үк тәжрибәле көрәшсегә әйләнә, еңелеү белмәҫ, бил бирмәҫ көрәшсе булып таныла, дан ҡаҙана. 16 йәшендә ҙур йыйында көрәшеп, 15 кешене еңә. Бөтә халыҡ хайран ҡалғас, туғандары, күҙ тейеүҙән ҡурҡып, атаымды кешегә күрһәтмәй, кейеҙгә төрөп һалып ҡуялар.
   1930 йылда атайым Аҡъярҙан Миңлебикә исемле ҡатынға әйләнә, ҡыҙы тыуа. Тик ҡатыны үлеп ҡала, һуғыштан һуң ҡыҙы ла вафат була. 1932—1935 йылдарҙа армияла, кавалерияла хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 24 июнендә һуғышҡа китә. Белоруссияла, Курск дуғаһынағы аяуһыҙ яуҙарҙа ҡатнаша, бер нисә тапҡыр яралана, һуғыштан 1946 йылдың яҙында ҡайта. «Ғаззалиҙың түше тулы миҙал ине», — тип хәтерләй ололар.
   Һуғыштан ҡайтҡас, ең һыҙғанып колхоз эшенә тотона. Уға бригадир вазифаһын йөкмәтәләр. Был вазифаны оҙаҡ йылдар башҡара атайым. Хужалыҡта — емереклек, төҙөлөш материалдары етешмәй, транспорт юҡ, юлдар насар, ә иң яҡын урман делянкаһы 130-150 саҡрымда. Шул йылдарҙа шофер булып эшләүсе Рәүф Собханғолов ағай былай тип хәтерләй торғайны. «Бер ваҡыт шулай полуторка машинаһында урманға таҡтаға барҙыҡ. Туҡтауһыҙ ямғыр яуа, машинабыҙ батты. Бер машина таҡтаны ямғыр аҫтында бушатып, кире тейәргә тура килә инде, тип торам. Шул саҡ Ғаззали ағай ағас ҡырҡып алып, машинаның артҡы күсәренә тығып, яурынына һалды ла, йөк тейәүле машинаны күтәреп торҙо, ә мин тәгәрмәс аҫтына таҡта тыҡтым, шулай ыҙалана торғас, сығып киттек».
   Атайым бик көслө ине, 70-шәр килолы тоҡтарҙы ”ыһ"та итмәй күтәрә торғайны. Ауылдаштар уның йөктө тарта алмай, хәлһеҙләнеп йығылған аттың бауыр аҫтына инеп, күтәреп торғоҙғанына шаһит булып аптырап һөйләй торғайны. Мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, төҫ- башҡа матур ҡиәфәтле, мөләйем йөҙлө, асыҡ сырайлы ине. Һәр ваҡыт ҡупшы ғына мыйыҡ йөрөттө. Оло йөрәкле, нескә күңелле, дәртле, көслө ихтыярлы, кешелекле, тапҡыр телле, йор һүҙле ине. Кәүҙәһен һалдаттарса тура тотоп, матур атлай ине. «Яндыра баҫып йөрөгөҙ, кешенең кем икәнлеге атлап йөрөүенән үк билдәле», — тиер ине. Хәтере лә шәп ине, бармаҡтарын бөкләп, 14 быуын ата-бабаһын һанар ине: Түңгәүер — Хаҡҡолай — Ила- ман — Күстәнә — Һатыусал — Татлыбай — Тәкәй — Бәкер — Көһәкәй — Үтәғол (Үтәш) — Ғәбделхаҡ — Хәйрулла — Ғимаҙетдин — Ғаззали. Ер-һыу атамаларының, йырҙарҙың тарихын оҫта итеп һөйләр ине. Әммә бала сағын һәм һуғыштағы ваҡиғаларҙы бик һирәк һөйләр булды, бәлки, беҙгә күҙ йәштәрен күрһәтергә теләмәгәндер, күңеле нескә ине. Шулай ҙа бер тапҡыр күрергә тура килде миңә уның күҙ йәштәрен.
   1960 йылдар тирәһе булыр аныҡ ҡына хәтерләмәйем. ”Раскулачивание"ға эләгеп, Себергә ҡыуылған олатайым Фазулла Үтәшев инәйем менән икәүләп, Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Атайымдар тәкә һуйып, ҡунаҡ йыйҙы. Ҡунаҡтар төпкө бүлмәлә ултыра, беҙ, балалар: Фәриҙә апайым, мин, Зиннур ҡустым, Рәхилә һәм Рәхимә һеңлеләрем алғы өйҙөң урындығында теҙелешеп йоҡларға ятҡанбыҙ. Урындыҡ өҫтөндә сәңгелдәк эленеп тора, унда Хөрмәтулла ҡустым йоҡлай (Хәсән һәм Хөсәин исемле ҡустыларым әле тыумаған). Ҡунаҡтар гөр килешеп, һөйләшеп-көлөшөп, йырлашып-бейешеп ултыра. Бына бер мәл барыһы ла тынып ҡалды, тик кемдеңдер әкрен генә йырлағаны ишетелә:
             Алыҫтанҡай ялтырап, ай,
                                       күренә
             Кәрим ауылының кисеүе.
             Йән биреүкәйҙәргә
                               миҫал булды
             Тыуған илде ташлап
                                       китеүе.
   Кем йырлай икән?! Мин ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, әкрен генә урынымдан торҙом да, төпкө бүлмәнең ябыҡ торған ишегенә яҡынлаштым. Ә — унда, ишектең аҫҡарак өлөшөндә, боронғо биш тин аҡса ҙурлыҡ ҡына ботаҡ тишеге бар. Шул тишектән, ҡарайым. Фазулла олатайым йырлай икән. Тик ниңә күҙҙәрендә йәш? Бер үк ваҡытта йырлап та, илап та буламы икән ни? Аһ, ҡунаҡ инәйем яҙып ябынған яулығын ҡайтарып, битен ҡаплаған. Әхмәтвәли, Мөнир олатайҙар күҙҙәрен һөртә, атайым олатайыма ҡараған да ҡатҡан. Әллә ул да илай?! Юҡ, атайҙар иламай. Әммә ике бөртөк тамсы күҙҙәренән тәгәрәп төшөп, мыйығы араһына инеп юғалды. Үҙем күрҙем.
   Олатайым һөйләй: «Урыҫ халҡына ҡайҙа барһа ла тыуған ил, барып төшкәс тә, өй йүнәтеп, картуфын сәсеп, баҡса ултыртып, көн итеп алды ла китте. Ә беҙҙең халыҡ, ана ҡайтарырҙар, бына ҡайтарырҙар, тип өмөтләнеп, донъя ҡайғыртманы. Ерһенмәне. Тыуған илдән ситтә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәне. Илдән айырылыуҙы үтә ауыр кисергән ололар тәүге йылдарҙа күпләп үлде, һөйәгебеҙ ситтә ҡала инде, һеҙ йәштәр ҡасан да булһа илгә ҡайтырһығыҙ, ти торғайнылар. Бына, ҡайттыҡ, тик ҡунаҡҡа ғына. Унда беҙҙе балалар, ейәндәр көтә, йортобоҙ көтә. Балаларҙың тыуған йорто — атай нигеҙе унда бит, Себерҙә. Беҙҙең һөйәктәр ҙә унда булырға тейештер. Яҙмышмы, ҡарғышмы инде, кем белә...»
Һуңынан да, ишектәге шул тишектән күп мәжлестәрҙе, ҡунаҡтарҙы күҙәтергә тура килде. Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡурай уйнауын, Мөхәммәт Иҙрисовтың ойотоп ҡына бейеүен дә тәүге тапҡыр шунан күрҙем. Ишмулла ағайҙың атаһы Ишҡәле олатай менән ҡартатайымдар аралашып йәшәгәнлектән, таныш инеләр, ә Мөхәммәт ағайға атайым «ҡоҙа» тип өндәшә ине.
   Атайым үҙе лә бик матур йырлай, йырҙарҙың тарихын һөйләй ине. Өҫтәүенә, ул оҫта бейеүсе лә, мөһабәт кәүҙәһен еңел генә йөрөтөп, берсә аяҡ осонда ғына өйөрөлөп, берсә тыпырҙап, үҙенә генә хас, оло кәүҙәһен тирбәлтеп, матур итеп баҫа ине. Беҙҙең өйҙән ҡунаҡ өҙөлмәне, туғандар ғына түгел, бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә атайҙы күрергә, уның менән танышырға, көрәш алымдарын өйрәнергә килә ине. Ул һәр көмде лә, атыма-затына ҡарамай, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Әсәйем дә атайыма тиң — һылыу йөҙлө, алсаҡ, күркәм холоҡло, аҡыллы ла, егәрле лә булды. Күмәк ғаиләлә йәшәһәк тә, тишек- йыртыҡ кейем кейеп йөрөмәнек, өҫтөбөҙ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ булды, беҙ атайҙың йоҡларға ятҡанын да, торғанын да күрмәнек.
   Мин тыуғас, кендек инәйем (Ғәйшә инәй) тышта көтөп йөрөгән атайыма сығып: "Һөйөнсө, ағай, ҡыҙың бар”, — тигән. Атайым бер килке өндәшмәй торған, ҡыҙы — Фәриҙә апайым булғас, малай көткәндер инде, шунан өйгә инеп, биләүҙә ятҡан миңә ҡарап торған да: «Төҫө барҙан төңөлмә, тигәндәр. Ҡыҙымды малайға түгел, ат башындай алтынға ла алмаштырмайым, Бибиғәйшә ҡарындаш, һиңә һөйөнсөһөнә күлдәклек тауар», — тине, тип һөйләй торғайны кендек инәйем.
   Атайымдың тағы ла бер холҡон юғары баһалайым: ул балаларын теүәлләмәйенсә, ашарға ултырманы. Әгәр берәйебеҙ уйынға әүрәп, оҙаҡлап китһә, эҙләтеп алып ҡайтыр ине. Айырыуса киске аш беҙҙең өсөн байрам кеүек була торғайны. Атайым эштән ҡайтып, малдарҙы ҡарағас, беҙҙең дәрестәр бөткәс, урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ тирәләй теҙелешеп ултырабыҙ. Ул, күкрәгенә терәп икмәк киҫә, шунан беҙгә ит өләшә: «Мә, һинең яратҡан һөйәгең, мә, балам, һин яратҡан өлөш», — тип һөйләнә-һөйләнә тарата, ә беҙ майын һыҙырып, үҙенә һоғондора инек. Киске аш тамаҡ туйҙырыу ғына түгел, ә көн буйына һәр беребеҙҙең мәктәптә йәки уйнағанда алған тәьҫораттары, яңылыҡтар менән уртаҡлашыу, кәңәшләшеү, бәхәсләшеү ҡорона әйләнеп китә ине, ашап туйғас та, таралышмай, оҙаҡ ҡына һөйләшеп-көлөшөп ултыра инек. Ҡайһы ваҡыт йомаҡ ҡойоу йәки ярышып мәҡәл әйтешеү кеүек уйынға әйләнә һәм унда атай менән әсәй ҙә ҡушылып китә. Ул саҡта телевизор булмауы ғаиләне туплауға, бер-береңә ылығыуға ярҙам ғына иткәндер. Ҡысҡырып китап, әкиәттәр, гәзит уҡый инек.
   Зиннур ҡустым менән мин Аҡъярҙа, Рәхилә менән Рәхимә һеңлеләрем Подольск мәктәбендә, Хөрмәт, Хәсән, Хөсәйен ҡустыларым ауылда уҡыйҙар ине. Көҙгө каникул ваҡытында, йылдағыса, ҡаҙ өмәһе үткәрергә булдыҡ. Кис, эште тамамлағас, әсәй ҡаҙ ите бешерҙе, урындыҡта ашъяулыҡ тирәләй өйөрөлөп ултырып аш ашайбыҙ.
   Атай ҡаҙ итен турап, һәр- беребеҙгә өлөш бүлеп бирә. Үҙе «йәтәс» өлөшөн ашап ҡуйҙы ла, «Йә, кәмегеҙ йәтәс айырыша минең менән», — ти көлөп. Беҙ барыбыҙ ҙа, «Мин, мин”, тип шаулашабыҙ. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ (апайым кейәүҙә), минең менән айырышты йәтәсте. Кем отола — шул күлдәк буләк итә. Шулай килештек. Бер-беребеҙҙе оторға маташып, бер-ике көн ваҡыт үтте. Бер көндө елем менән нимәлер эшләп ултырҙым да тышҡа сығып киттем, инһәм, атай Хәсән менән Хөсәинде әрләп, ҡағыҙҙарымды йыйыштырып йөрөй.
   Баҡһаң, малайҙар елемде урындыҡҡа түккәндәр, ә атайым, күрмәйенсә өҫтөнә ултырған икән. „Бына; салбарҙы күрәһеңме, мә, алып ҡуй, теләһә ҡайҙа ташлап йөрөмә“, — тип елемде миңә тотторҙо ла, „Йәтәс!“, тип көлөп ебәрҙе. Минең йәтәс айырышыуыбыҙ иҫемдә ине, тик атай асыуланып торғас, „иҫемдә“ тип өндәшмәнем, әрләп ташлар, тип уйлағайным, ә ул отто ла ҡуйҙы. Мин елемде ташлап, илап ебәрҙем. „Ғәҙел отманың, ҡурҡытып оттоң“, — тип һөйләнәм ,үҙем. „Ярай, улайһа ҡабат отошайыҡ, быныһы дөрөҫ тугел“, — тигәйне лә, ризалашманым. Уйындың шарты шундай, ваҡытында „Иҫемдә“ тип әйтмәгәс, һуңынан илап ҡына иҫбат итеп булмай инде. Вәғәҙә — иман, алып бирҙем бүләкте. Беренсе эш хаҡына алдым, заманына күрә — затлыһынан алдым. Атайым йәтәс хаҡында онотҡан да ине инде, иҫенә төшөрөргә тура килде. Бик ҡыуанып ҡабул итте бүләгемде, яратып кейҙе.
   Атайым бик абруйлы кеше булды. Билдәле көрәшсе, булғанға ғына ихтирам яулағандыр, тип уйламайым. Ул күркәм холоҡло, һүҙендә тора белгән, хеҙмәт яратыусан, кешеләргә генә түгел, үҙенә лә талапсан булды. Күрәһең, ошо сифаттарын баһалай белгән хеҙмәттәштәре, бригадир булып эшләгән осоронда, яңы башлап һөрөлгән ергә „Ғаззали баҫыуы“ тип исем бирәләр һәм ул баҫыуҙы әле лә шулай йөрөтәләр. Олоғайғас, атайым малсылыҡ эшенә күсте. Тәүҙә һарыҡтар көттө, һуңынан эре малдар баҡты, һимертеү өсөн ҡуйылған малдарҙы ҡарағанда, тәүлегенә бер килограммға тиклем артым алыуға иреште.
   Абруй тигәндән, шул да мәғлүм булһын: һуғыштан һуң бер туғандарҙай татыу йәшәгән күрше егете Борхан ағай өйләнергә була. Атаһы үлеп ҡалған, әсәһе иҫән, тик аяғын имгәтеп атлай алмай ултыра. Кәләше — район үҙәгенән, Аҡъяр ауылы һылыуы. Абруйлы нәҫел — Хәйбуллиндарҙың ҡыҙы. Бер туған ағаһы — райкомдың беренсе секретары, һеңлеһен төпкөл ауылға — Таштуғайға кейәүгә бирергә риза булмай. Борхан ағай һөйләшергә атайымды алып бара, тегеләре уның һүҙен йыҡмай, ризалашалар. Һуғыштан һуң районда беренсе туй — абруйлы кешеләрҙең туйы була был, бик матур итеп үткәрәләр уны. Атайым туйға һыйыр бүләк итә. „Һуғыш бөтһә лә, бик ауыр йылдар ине әле, халыҡ насар йәшәй ине, Ғаззали ҡайнаға — атай урынына, Зәйнәп еңгәй — әсәй урынына булдылыр. Ярҙам иттеләр, ашыбыҙ булһа — бергә ашаныҡ, эшебеҙ булһа — бергә, эшләнек, татыу йәшәнек“, — тип хәтерләй Мәрхәбә еңгәй ул саҡтарҙы.
   Атайымдың хәтере яҡшы ине, тип үрҙә телгә алып үткәйнем инде. Ул шәжәрәне генә түгел, атай-олатайҙарының һәр ҡайһыһының йәмғиәттә тотҡан урынын, дәрәжәһен, холоҡ-фиғелен дә, ҡушаматтарын да белә ине. Ҡартатаһы Хәйрулла тураһында һөйләгән бер мәҙәк иҫтә ҡалған. Ул бик ҙур кәүҙәле, олпат, халыҡ араһында хөрмәтле кеше булған. Бер саҡ Кәрим ауылының йылҡылары Урлау (Орловка) ауылы баярының иген баҫыуына төшкәндәр ҙә, ул йылҡыларҙы алып ҡайтып, ябып ҡуйған. Эйәләре килеп һорап ҡараһалар ҙа, сығармай ти был. Ауылдаштары Хәйрулла ҡартатайға мөрәжәғәт итә, баяр менән һөйләшеп, йылҡыларын алып ҡайтырға ярҙам итеүен һорай. Ҡартатайым үҙе барып тормаған, ауылдаштарына бүреген тоттороп ебәргән: „Кәпәсте күрһәтегеҙ, йылҡылар ҙы бирмәһәң, үҙе килә, тип әйтегеҙ“, — тигән. Былар барып, ҡаҙандай бүректе урыҫтың алдына һалғандар. „Хайрулкина шапка, Хайрулкина“, — тигән дә баяр, бер һүҙһеҙ йылҡыларын ҡыуып сығарған.
   Бер саҡ шулай „Ғаззали бәһлеүән осонда йәсәйба?“ тип һөрәнләп, бер ҡаҙаҡ килеп инә. Баҡһаң, ул Ырымбур әлкәһенең Кваркино районына, үҙҙәренең яғында дан тотҡан Ҡорбан ғәле көрәшсенән саҡырыусы булып килгән икән. Бәйге үткәрергә йыйына һәм атайҙы ла көрәштә ҡатнашырға саҡырып, сапҡын ебәргән. „Батыр булһа, килһен минең менән көрәшергә“, тигән. Бәйгене ойоштороусы еңеүсегә бүләккә ике тәкә әҙерләп, тояҡтарын бәйләп, көрәш майҙанына сығарып һалған. Ҡойроҡтары табаҡтай йоморо, ҙур тәкәләр еңеүсене көтөп ята. Атайым еңә. Ҡорбанғәле батыр ҡустыларына ҡарап: „Торанғәле, Истамғәле, истәктең ҡуйҙарын тейәгеҙ машинаһына“, — тип ҡысҡыра, ғәрләнеп. Атайым „бер“ тәкәне ала, ә икенсеһен шунда һуйҙырып, төн буйына ҡунаҡ булып, йырлашып, ҡаҙаҡтарҙың өләңен тыңлап, таңға табан ҡайтып китәләр. Алып ҡайтҡан тәкәһен һуйып, күрше-тирәләрҙе һыйлай. Ғөмүмән, ул бүләккә алған тәкәһен ғаиләһе менән генә ашаманы, йә ҡорбан итеп сала», йә ҡунаҡ йыя ине.
   Ырымбур яҡтарында икенсе бер йыйында, шул төбәктең арҙаҡлы көрәшсеһе, мулла менән көрәшергә тура килә атайыма. Исеме онотолған, атайым уны һәр саҡ "Бер ултырыуҙа 20 йомортҡа ашаған мулла”, ти торғайны. Ул саҡта атайыма 20 йәштәр самаһы була. Мулланың биленә таҫтамалын һалып, бер тартҡас та: "Туҡта, бала, йығып хур итмә, «бәйге һинеке», — тип атайҙың ҡулын ҡыҫа ла, майҙанды ташлап сығып китә, бик намыҫсан кеше булғандыр, күрәһең.
   1973 йылдың ғинуар айы. Сатнама һыуыҡ. Атайымдың өйөндә туй гөрләй — Факил менән беҙҙең туй. Бына бер мәл ишек алдында, ҡар өҫтөндә көрәш башланып китте — ҡар борҡотоп көрәшәләр. Көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Ҡыҙмаса булып алғас, батырҙар күп... Бына бер мәл майҙанда Муллағәле ҡоҙа ғына тороп ҡалды. «Йә, кемегеҙ сыға миңә, әйҙәғеҙ», — тип әйләнеп йөрөй. Ул һабантуйҙарҙа көрәшеп, призлы урындар алып йөрөгән, көрәштең рәтен белгән кеше, шуғалырмы, бер кем дә баҙнат итмәй, теге һаман көрәшергә иптәш эҙләй. Бына бер саҡ уның янынһ Фәриҙә апайым сығып баҫты: "Әйҙә, ҡоҙа, мин көрәшәм”, — ти был. Беҙ аптырап ҡалдыҡ, шаярта тип торабыҙ, ҡоҙа ла: «Юҡ, мин бисәләр менән көрәшмәйем», — ти. Апайым: «Көрәшер инең дә, еңелеүеңдән ҡурҡаһың, бисә булһам да, Ғаззали бәһлеүән ҡыҙы бит әле мин», — тигәйне, теге айбарланып килеп, апайымдың биленән таҫтамалын уратып алды. Аръяғы — күҙ асып йомған арала булды — аңғармай ҙа ҡалдыҡ, Муллағәле ҡоҙаны апайым күтәреп алып, ҡар өҫтөнә бәрҙе! Халыҡ шау-гөр килеп көлә, ә бисә кешенән еңелгән ҡоҙа ҡыҙарынып-бүртенеп, майкаһына тиклем сисеп быраҡтырҙы ла, «Давай, яңынан көрәшәбеҙ», — ти, ә апайым: "Еңелгән көрәшкә туймаҫ! тине лә, өйгә инде лә китте. Ярһыған ҡоҙаны көскә тынысландырҙылар. Батыр үлеме — бисәнән, тип шуға әйткәндер инде халыҡ.
   Атайымдар ҡыш етеп, малдар ҡураға инеп, һуғым һуйылғас, йыл һайын атҡа кашауай сана егеп, әсәйем менән икеһе ике толоп кейеп, Ҡалтайға — әсәйемдең тыуған ауылына ҡунаҡҡа барып, аҙналар буйы тороп ҡайталар ине. Бер ҡышта Исҡужа ауылына туйға киттеләр. Сыуаҡ, матур көн. Ат яҡшы, юл оҙон, ярты юл самаһы үткәс, ҡаршыларына сана егелгән бер ат килеп туктай. Ҡараһалар, Ишҡәле олатайҙар инәй менән атайымдарға ҡунаҡҡа килергә сыҡҡандар икән. Күрешеп, хәл белешкәс, Ишҡәле олатайҙар атайымдарҙы үҙҙәренә саҡыра: «Һеҙгә алыҫ, беҙгә — яҡын, әйҙәгеҙ, туҡтап, сәй эсеп, ат ашатып китерһегеҙ», — тиҙәр. Атайымдар: «Рәхмәт, һеҙгә барһаҡ, оҙаҡларбыҙ. Әбүбәкер, ҡустым көтәлер, иртәгә ҡоҙа килә бит, әйҙә, Ишҡәле дуҫ, ошонда ғына осрашыу хөрмәтенә, туй күстәнәсенән ауыҙ итәйек», -‘тип, шул ерҙә толоптарын йәйеп, инәй менән әсәйем күстәнәстәрен сығарып, ҡола далала, ҡар өҫтөндә мәжлес ҡороп ебәрәләр. Ишҡәле олатай ҡурайын һыҙҙыртып ебәрә, атайым ҡушылып йыр башлай, ҡыуанышып, күңелдәре булып, юлдарын дауам итәләр.
Атайымдың тағы ла бер һөнәрен телгә алмау яҙыҡ булыр — ул оҫта һунарсы ла ине. 1948 йылдың ҡышында, мылтыҡһыҙ-ниһеҙ биш бүре алған. Һунарға бәйле мажаралары ла етерлек. Бына шуларҙың бер нисәүһе. Атайым «Охотсоюз»да ағза булып тора һәм билдәләнгән күләмдә һалымын түләп, тире тапшырыу буйынса заданиеһын үтәп барған. Башмаҡ хәтле ике бүре алғыр эте булған. Ҡышҡы һалҡындарҙа иртә таңдан, эттәрен эйәртеп, йәйәүләп сығып китә ине, тип хәтерләй торғайны әсәйем. Бер ваҡыт шулай, бер бүрене ҡыуып килә торғас, эттәре ҡамап ала, көҙ көнө була был хәл. Эттәр бүре менән алыша, атайым да урталарында йөрөй һәм нисектер уңайлы мәлен тура килтереп, бүренең елкәһенән эләктереп алыуы була, бүре һыуға һикерә, атай ҙа бүрене ысҡындырмай, елкәһенән матҡып тотҡан килеш һыуға һикерә һәм шулай бергә йөҙөп китәләр ҙә, атайым уны һыуға батырып, тонсоҡтороп үлтерә. Икенсе бер мәл атай Талкан исемле эте менән һунарҙа йөрөгәндә эте ағас араһына инеп китә, күп тә үтмәй, мылтыҡ тауышы ишетелә, атай йүгереп барһа, "Талкан” үлеп ята, эргәһендә мылтыҡлы ике урыҫ тора. Атай мылтыҡтарын урталай һындырып ырғыта ла, икеһен дә ауылға алып килеп, контораға индереп, акт төҙөтә. Талкан һунар эте булғанлыҡтан, страховать ителгән була, страховкаһын түләтеп ала. Ә бер ваҡыт һунарҙа, эте бүре эҙенә төшөп ала ла, алдан саба, атайым һыбай артынан бара, ҡулында ҡамсынан башҡа ҡорал юҡ. Бына бер саҡ бүрене күреп ҡала, ҡыуып етә лә өҫтөнә һикермәксе була, әммә бүре алдан өлгөрөп, ат өҫтөндәге атайыма ташлана. Бүре һикергән ыңғайына, атай йоҙороғо менән тегенең маңлайына тондора, ике күҙе атылып килеп сыға бахырҙың.
   Йомарт, киң күңелле ине атайым. Район үҙәгенә барып, йыйылған йәнлек тиреләрен тапшырып, аҡсаһын алып, ҡайтырға тип сыҡһа, фронтташ дуҫын осрата. Ашханаға инеп, ашарға алалар, осрашыу хөрмәтенә бер ярты ла алып, һуғыштағы ваҡиғаларҙы һөйләшеп, ҡайта алмаған дуҫтарын хәтергә алып ултыралар. Ғүмерҙәренең ҡыл өҫтөндә генә тороп ҡалған мәлдәрен иҫкә алып ултыра торғас, яуҙа ятып ҡалғандар хөрмәтенә ашханалағы барлыҡ кешене һыйларға ҡарар итә. Һуғыш ҡырҙарында башын һалған иптәштәренең ғүмере менән сағыштырғанда, нимә генә инде ул бер ус аҡса!
   Атайымдың көрәшеүен күп тапҡырҙар күрҙем мин. Уның беләгенә таҫтамалды урап, майҙан уртаһында тороуы бына әле лә күҙ алдымда. Дәғүәсеһен оҙаҡ ыҙалатмай ине ул, майҙанға сыға, таҫтамалы менән партнерының биленән уратып тота ла атып башынан аша ташлай торғайны. Бил һынашып, көсәнеп, ах-та ух килеп, хәлдән тайып йөрөгәнен күргәнем булманы. Ул көслө лә, оһолло ла ине. Тамашасыларға ғәҙел түгел, йә хәрәмләште, фәлән-төгән тип бәхәсләшергә урын ҡалдырмай, дәғүәсеһен тәүҙә күтәреп ала, һуңынан ташлай торғайны. Уның көрәшеүен ҡарап тороу үҙе бер тамаша, матур күренеш ине. Батырҙар уның менән көрәшеүҙе мәртә-бәгә, бәхеткә һананы: «Мин Ғаззали бәһлеүәндең билен тотҡан кеше, йәки „Ғаззали баһадир менән көс һынашҡан кеше әле мин“, тигән һүҙҙәрҙе әле лә ишетергә тура килә.
   Элек, хәҙерге кеүек, ауырлығына ҡарап категорияларға бүлеү, очко һанау (мәрәй), ултыртып ял иттереп алыуҙар булманы. Майҙанға сыҡҡанһың икән, еңгәнсе йәки еңелгәнсе көрәшәһең. Атайым 15-16 йәшлек үҫмер сағында уҡ 30-40 йәшлек ирҙәр менән көс һынашҡан һәм һәр саҡ еңеүгә өлгәшкән.
   Етемлектә үҫеп, арҡа терәр кешеһе булмаһа ла, көрәше менән генә түгел, эше менән, ғәҙеллеге менән, тормошҡа үҙ ҡарашы булыуы, төплө фекер йөрөтә белеүе менән ихтирам яулаған ул. Атай кеше булараҡ та ул барыбыҙҙы ла тигеҙ яратты. Бәләкәйерәк ваҡытта, балалар барыбыҙ бер урындыҡта теҙелешеп йоҡлағанда, беҙ йоҡларға ятҡас, һәр беребеҙҙе тупылдатып арҡабыҙҙан һөйөп сыға ине. Йоҡо аралаш ҡулының һәлмәклеген тойоу, шул саҡтағы кисергән бәхет тойғоһо, күңелгә онотолмаҫ кинәнес бирә. Беҙ Аҡъяр, Подольск мәктәптәренә киткән һайын ҡапҡа тышына сығып оҙатып ҡалыр, ҡайтҡан һайын ҡаршы сығып алыр ине. Берәйебеҙ ялға ҡайта алмай ҡалһа, көтөп, кискә тиклем ҡапҡа тышында тапаныр ине.
   »Атайҙан йәш ҡалдым — аҡылдан буш ҡалдым” тигәндәй, үтә йәш ҡалмаһам да, ғүмерҙең фани ғына икәнлегенә һәм уның шул тиклем дә тиҙ үтеүенә йәшәй-йәшәй төшөнәһең икән шул. Әгәр шул ваҡыттарҙы кире ҡайтарыу мөмкин булһа, һәр әйткән һүҙен йотлоғоп тыңлар инем, оҙаҡ-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырырға ваҡытымды йәлләмәҫ инем, барыһын-барыһын да һорашыр инем, ғүмеренең һәр миҙгелен тәфсирләп өйрәнер инем. Ләкин был — мөмкин түгел...
                                          Фәриғә Күсәкова-Үтәшева, Киске Өфө, 2009 йыл, № 9