Ғәрәптәрҙә демократия
Сауд (Соғуд) Ғәрәбстаны илендә һуңғы йылдарҙа ҡыҙыу темпта демократик үҙгәрештәр, реформалар бара. Әйе, беҙҙең илгә нисек 90 -сы йылдарҙа боҙоҡ сит ил демократия инһә, былар ҙа шул хәл бара. Беҙҙең аңға Сауд (Соғуд) Ғәрәбстанын көслө мосолман иле тип һеңдергәндәр ине бит. Ваххабиттар иле лә тип, ваһһабиттарҙың идеологы Әл-Ваххаб шул ерҙән булғас. Тик был ваһһабиттар сектаһын элекке СССР илен тарҡатыр өсөн Америка ярҙамында уйланылған программа тип, Саудттарҙың принцы Мөхәммәд ибн Сәлмән танығанында һәм уны бөтөрәбеҙ тип әйткәнендә беләбеҙ. Шул арҡала беҙҙең сәләфит-ваһһабтарыбыҙ ҡайғыға төштө. Нисек инде табынып, ышанып йөрөгән диндәре СССР-ҙы тарҡатыр өсөн сит илдәр тарафынан уйланылған яуызлыҡ ҡына булған икән. Улар әле һаман быға ышанмайҙар. Ғәрәпстандың принцы алдай тип уйлайҙар. Үҙ ваххабит идеологияһын, хәҙерге сәләфит-ваһһабит йүнәлешен, Әл-Ваһһаб һәм Тәймиә тигән әҙәмдәрен теш-тырнаҡ менән яҡларға әҙерҙәр.
Бына мин ошо сайтҡа Сауд Ғәрәбстанында Мәүлид байрамдары бара тип, уның Мәҙинә, Мәккә, Джида ҡалаларында барған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең тыуған көнөнә арнап үткәрелгән Мәүлид байрамдарын, шундағы суфыйҙар тураһында видеолар һалһам да, сәләфит-ваһһабтар шуға ышанмайҙар. Сөнки был видеолар уларҙы шок хәленә килтерә. Нисек инде иң ҡаты мосолман динле илдә Мәүлид байрамдары бара? Баш мейеләре был хәлде күтәрә алмай! Сөнки Аллаһ Тәғәлә әйткән бит: Күңелдәре (йөрәктәре) һуҡырҙарҙың күҙҙәре һуҡыр тип. Әйе, беҙҙең арабыҙҙа ғәрәптәрҙең кейемен кейеп ( «Ваҡыт» газеты редакторҙары шулай ҡылана) үҙҙәренең динлеген ғәрәптәрҙең кейемендә тапҡан ир-егеттәрҙе күргәнегеҙ бармы? Өфө ҡалаһында мәҫәлән? Мин күреп ҡалдым. Ана шул ғәрәп кейеме уларҙың динлелеген күтәрә имеш. Пәйғәмбәребеҙҙең дошмандары, мәҫәлән: Әбү Джәһил костюм кейеп, галстук тағып йөрөгәнме? Ул шул замандағы ғәрәптәр кейемен кеймәгәнме?
Быйыл да, 2021 йыл, бына Мәүлид айы үтеп китте. ДУМ РБ -ның мөфтийе Биреғәлин республика мосолмандарын Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең тыуған көнө менән, шул айҡанлы Мәүлид айы, Мәүлид байрамы менән ҡотламаны. Был сараны республика күләмен дә үткәрмәне. Ә бит ковид башланған йылда, уның иң ҡыҙыу таралған мәлендә, үҙенең тыуған ауылында, Батталда, меңләгән-меңләгән кешеләр йыйып Ҡорбан байрамы үткәрҙе бит! Алдан әйтеп маҡтанған ҡорбан мал иҫәбен 1600 баш һарыҡҡа тултырыр өсөн ҡорбанлыҡҡа ярамаған бәләкәй бәрәстәрҙе лә салып бөттөләр.
Әле Мәүлидте ситләтеп кенә Мәүлид Нәби тип, Пәйғәмбәрҙең тыуған көнө генә тип, артыҡ бер һүҙ генә ысҡындырмай, үҙең әлеге сәләфит-ваһһабтар яҡлы икәнен дөрөҫләне. ЦДУМ-дың мөфтийе Тәлғәт Таджутдин Өфөлә, Башҡорт драмтеатрында Мәүлид байрамына арналған ҙур кисә үткәрҙе, Мәскәү мөфтийе Рауил Ғәйнутдинов, Татарстан республикаһы мөфтийе Камил Сәмиғуллин һәм башҡа мөфтийҙәр Мәүлид менән үҙ мосолмандарын ҡотланылар, кисәләр үткәрҙеләр. Ә беҙҙең Башҡортостан «мөфтийе» беҙҙең башҡорт теленә һәм мосолман динебеҙгә биҙғәт индереп, малайҙарса жаргон ҡулланып, инглиз теленән «челленжд» тигән һүҙ ҡулланып, шул һүҙҙең Мәүлид Нәбигә (пәйғәмбәрҙең тыуыуына ҡарата челлендж (үҙ-ара ярыш, әйтеш)) ҡыҫтырып ебәрҙе. (БСТ каналының Сәләм тапшырыуында быны ҡарай алаһығыҙ). Әллә үҙен йәш үҫмерҙәргә «крутой чувак» икәнен күрһәтергә маташты микән? Әллә башҡорт, йә ғәрәп телендә словарь запасы самалы микән? Бөгөн Мәүлид Нәбигә арналған «челлендж» тине, иртәгә был мөфтий ни әйтер: Ураҙа үә Ҡорбан «холидэйе» (Holiday (байрам)) менән ҡотлайым тейерме икән?
Уның ҡуштаны, назначенец мөхтәсибе Ситдыҡов Әбйәлил районында динебеҙгә һәм ошо Мәүлид байрамына ҡаршы яҙылған китаптарын таратып йөрөй. Урындағы халыҡты, бигерәктә йәштәрҙе динебеҙгә ҡаршы ҡоторта. Быныһы ла шулай итеп ваһһабитлығын күрһәтә. Ә быға тиклем элекке райондың имам-мөхтәсибе Әхмәт хәҙрәт район культура һарайында йыл һайын ҙур итеп Мәүлид байрамы үткәрә ине. Һәм бына бер аҡыл-белем яғынан етешмәгән әҙәмен район мәсетенә имам итеп ҡалдырҙы.
Өҫтәге теманы дауам итеп, шуны әйтәйем: кешеләрҙе көсләп дингә килтереп булмай һәм көсләп диндә тотоп булмай. Сәләфит-ваһһабтарҙың радикал Ислам илен төҙөү буш хыял, буш ҡыуыҡ. Меңләгән йылдар буйы быны ниндәй көслө ғәрәп илдәре төҙөй алмағанда, беҙҙең светский илдә сәләфит-ваһһабтарҙың сектаһы бер ни ниҙә ҡыбырҙата алмаҫ, сөнки улар үҙҙәре мосолман диненән тайпылған әҙәмдәр, уларҙы Ислам дине ғалимдары бер ҡасанда хупламаны һәм хупламаясаҡ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: ике-өс йылдыҡ курста ғәрәп теле грамматикаһын ғына өйрәнгән әҙәмдәр бөгөнгө көндәге бар Ислам дине белгестәренән — мөфтийҙәрҙән-ғалимдарҙан өҫтөн булып маташалар. Динлелектә хатта ғәрәптәрҙән дә уҙып киттеләр.
Аҫтағы видеоларҙа сәләфит-ваһһабиттарҙы тыуҙырған Сауд (Соғуд) Ғәрәбстанында бөгөнгө көндәрҙә ниндәй демократик үҙгәрештәр барғанын ҡарағыҙ. Был видеяҙмала Рабиғул айында (Мәүлид) Ғәрәпстандың Әр-Рияд ҡалаһының стадионында әллә нисә йөҙ-йөҙ меңләгән ғәрәптәр Американан килгән «Pitbull (рус. Питбуль)» рок-группанның концертында йырлап-бейеп аҡылдан яҙалар. Ҡатын-ҡыҙҙары ла яланбаш, улары ла сәрелдәшәләр. Был группа рокка — тяжелый метал тибына – шайтан шашыуы музыкаһына ҡарай, ундай музыканы тыңлау тыйыла.
Сауд Ғәрәпстанында ҙур тиҙлек менән реформалар бара. Ҡатын-ҡыҙҙар пәрәнжәләрен сисеп ташлай башланылар, яланбаш-яланғастар, машиналарға ултырып алдылар, дингеҙ буйҙарында ярым шәрәләр менән тулы, кафе-ресторандарҙа музыкалар аҡыра, бейейҙәр, йырлайҙар, шарап эсәләр... һәм башҡаһы.
Был бөгөнгө Сауд Ғәрәпстанында. Был илдең дә байлыҡтан сыҙай алмай шашыуы арҡаһында упҡынға тәгәрәгәнен күрәбеҙ түгелме? Әҙерәк интернеттә башлы булмаһығыҙ үҙегеҙҙә был материалдарҙы табып ҡарай алаһығыҙ.
Шуға әйтәм: динде бер кемгә лә көсләп тағып булмай, көсләп динле итеп тә булмай. Аллаһ үҙе әйтә бит: «Теләгәнемде тура юлға баҫтырам, әгәр уның теләге булһа», тигән. Күңелендә иманы булһа тип, әйтә инде, иманға кеше үҙе килергә тейеш. Был ғәрәптәр быға тиклем бит ҡаты дин күҙәтеүе аҫтында булдылар һәм бына ысҡындылар, һәм ысынын да уларҙа иман булғанмы? Тиҫтәләгән миллион халыҡ диндә икейөҙләнеп кенә йөрөгәндәрме? Былар бит ябай ғәрәп халҡы ғына. Ә бына ғәрәп башлыҡтарының, түрәләрҙең юғары динле балалары үҙ илдәренән Көнбайыш илдәренә барып эләгеп ни эшләгәндәрен интернет биттәрендә таба алаһығыҙ.
Һүҙ аҙағында ошо хәҙисте иҫкә төшөрөгөҙ: Бер халыҡтың икенсе халыҡ өҫтөнән өҫтөнлөгө юҡ. Ғәрәбтең башҡа халыҡ өҫтәнән өҫтөнлөгө юҡ. Барыһы ла имандан тора. Аллаһыға тәүәкәл булыуҙан. Уларҙың ғөрөф-дине, быға тиклем шул тарафтарҙан уйлап сығарылған ваһһабиттарҙың сектаһы беҙгә иман өсөн миҫал түгел. Һәр кемебеҙҙә үҙ аҡылыбыҙ бар, һарыҡ һымаҡ белемһеҙ әҙәмдәрҙе белемле итеп уларҙың артынан эйәрмәгеҙ. Беҙгә ата-бабалар тарафынан килгән, меңләгән ғалимдар дөрөҫләгән динебеҙ бар, шуға эйәрегеҙ.