Назир Сабитов

Назир Сабитов

Записей (974), комментариев (0)

Нет информации об авторе

Главная: https://nazir1965.com

Записи автора Назир Сабитов

Таҡмаҡтар

0

совет осоро

                                   Таҡмаҡтар
               Совет осоронда сыҡҡан таҡмаҡтар
               Төртмә һәм шаян йыр-таҡмаҡтар

Абзыҡайым, атың ҡасҡан, Баҫыу ҡапҡаһын асҡан.
Кисә күңелең бойоҡ ине, Бөгөн күңелең кем асҡан?

              Агроном кабинетта, Күрһәң икән бер йөҙөн.
              Күккә сойоп, болот итеп, Яуҙырһаң икән үҙен.

Агроном көлә микән, Колхозға килә микән?
Арыш менән бәрәңгене. Айыра белә микән?
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Шәмиғол хәлфә

0

Шамиғол халфа                                  Шәмиғол хәлфә

   30-сы йылдарҙағы Сталин режимының ҡәһәрле золомо осоронда Ислам дине әһелдәрен, шул иҫәптән ул заманда халҡыбыҙ өсөн ғалим да, табиб та, тура юлдан алып барыусы ла, аңыбыҙ етмәҫ ысулдар менән беҙҙе ҡурсалаусы ла булған изге әүлиәләрҙе лә ҡырыу башҡорт өсөн ҙур фажиғә булды. Был фажиғәнең ни тиклем тәрәнлеген төшөнөр көндәребеҙ алда әле. Уларҙың ысын мәғәнәһендә бөйөк кешеләр булғанлығын, Аллаға шөкөр, ана шул ҡанлы йылдар осорон мөғжизә менән имен-аман үтә алған бик һирәктәренең тормошо миҫалында күрә алабыҙ. Шуныһы үкенесле, ынйы бөртөктәреләй сүпләп, һәр береһен ҡәҙерләп кенә тарихыбыҙға алтын хәрефтәр менән яҙып, энциклопедиябыҙға теркәп ҡуйыу эшен дәүләт кимәлендә ойоштороп, улан-ейәндәребеҙгә улар хаҡында ғорурланып һөйләй торған урынға, беҙ был донъяның бөтмәҫ ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре менән көн үткәрәбеҙ, ә башҡа милләттәр тик ятмай, данлы тарихыбыҙҙы урлай, шәхестәребеҙҙе үҙләштерә. Шәмиғол хәлфә менән дә ҡыҙыҡһынып, йәһәннәм аръяғындағы американдар бынан 5-6 йыл элек үк килеп, әүлиәнең ейәнен күреп, ҡәберен фото һәм видеоға төшөрөп китә. Кемдәр улар, уның тураһында ҡайҙан белгәндәр? Бер кем дә, бер нәмә лә әйтә алманы. Ниәттәре изге булғандыр, тип ышанайыҡ.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Әбйәлил, Баймаҡ изгеләре

0

узор                       Әбйәлил, Баймаҡ изгеләре

   Хөсәйен әүлиәгә халыҡ элек-электән күп йөрөгән. Совет власы заманында ла юл өҙөлмәгән. Әүлиәнең хикмәтле һуҡмағы булған. “Ауҡа йылғаға төшкәнен – тәһәрәт алырға, ә өҫкә менгәнен – намаҙ уҡырға барған һуҡмағы”, тип аңлаталар ине. Ул һуҡмаҡ яҙлы-көҙлө ныҡ беленә. Тирә-йүндәге үләндәр һарғайһа ла, һуҡмаҡ юлындағы үләндәр йәшел көйө ҡала. Шунан, тирә-яҡта ҡылған үҫә, ә һуҡмаҡ тирәләй генә еләк япраҡтары.
   Элек тапма ауырыуы ныҡ көслө ине бит. Әүлиә зыяратына килеп, аят-доғалар уҡып, Хоҙайҙан һорап, шул ауырыуҙарҙан ҡотолғандар. Шуларҙың араһында минең әсәйем дә бар. Хөсәйен ауылына барып етмәҫ элек тау битләүендә, юлдан йөҙ-йөҙ илле метр тирәһе ерҙә ул әүлиә ҡәбере.
Мәхмүттән Ҡалмаҡ ауылына барған осонда, Түбә башында ике әүлиә ҡәбере бар. Бер йәй ныҡ ҡоролоҡ булғас, кемдер: “Әүлиә зыяраты аяҡ аҫтында тапалып ята. Кәртәләгеҙ”, – ти. Кәртәләп ҡуялар, шунан ямғыр яуҙы, тиҙәр.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Тәрбиәле бала

0

Ризаитдин бин Фахретдин

                       Тәрбиәле бала

   Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле булған нәмә-тәрбиәле балалыр. Ата үә әсә өсөн тәрбиәле бала дәрәжәһендә олуғ байлыҡ һис булмаҫ. Тәрбиәле бала донъяла йәнгә үә әхирәттә йөҙгә аҡлыҡ килтерер. Тәрбиәле бала донъя байлығына ла бирелмәҫ,үә бер мәмләкәт батшалығы менән дә алмаштырылмаҫ; уны һәр кем яратыр үә маҡтап һөйләр, ниндәй йомош һораһа ла, бирерҙәр. Тәрбиәһеҙ баланы бер кеше лә яратмаҫ, йомош бирмәҫтәр, бәлки хурларҙар үә кәмһетерҙәр. Тәбиәле бала бөтмәҫ үә төкәнмәҫ хазина булһа ла, тәрбиәле булмаҡ та бик еңелдер. Тәрбиәле бала булырға һәр баланың ҡулынан килер, көсө етер. ,,Атам-әсәм шатланһын, кешеләр миңә рәхмәт әйтеп, мине яратһындар һәм мине үрнәк итеп һөйләһендәр,”-тигән балаларҙың барыһы ла тәрбиәле бала була алырҙар. Тәрбиәле бала бик билгеле булыр. Эшләгән эштәре тәрбиәһен күрһәтеп, белдереп торор. Тәрбиәле балаларҙың ни рәүешле булғандарын ошо урында һеҙгә белдерәбеҙ, уҡып аңларһығыҙ һәм рәхәтләнеп, үә күңелләнеп, тәрбиәле балаларҙың ғәҙәттәре менән ғәҙәтләнерһегеҙ. Тәрбиәле балаларҙың ғәҙәт үә холоҡтары ошо рәүештә булыр: тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Өләсәй

1

Ишгали Нургалиев                                      Өләсәй

    Һеҙҙең иғтибарға Ишғәли Нурғәлиев яҙған “Ҡарабаш турғай” яҙмышнәмә                                                  әҫәренән өҙөк
                                                            Иманым — үҙем!
                                                            Ҡөрьәндер — һүҙем!
                                                                             Шәйехзада Бабич
   Минең уйлауымса, һәр сабыйҙың иң ышаныслы, иң яҡын кешеһе була. Минең дә балалыҡ йылдарымда шундай шәхес өләсәйем булғандыр. Юҡ, өләсәй татлы телле лә, йомарт та түгел ине, шулай ҙа сабый сағымда уҡ аңлағанмын, күрәһең: өләсәй булмаһа, минең өсөн яҡты донъяның ишеге ябылырға торалыр кеүек... Һәм ғүмерем буйына ҡолағым төбөндә уның һүҙҙәрен ишетеп йәшәйем. Мин белгәндә олатай исем өсөн генә ғаилә башлығы ине. Әлбиттә, ваҡытыңда бөтә йорт хужалығы уның ҡаты ҡулдарында була. Әммә бер һыйыр ғына ҡалғас, йорт дилбегәһе өләсәй ҡулына күсә. Бар мөлкәтен колхозға биргән өсөн өләсәй олатайҙы үҙенең беренсе дошманы итеп күрҙе, уға аҡланыу өсөн һүҙ ҡатырға ла ирек бирмәне.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Суфыйҙар хаҡында

0

Мирас Идельбав

                               Суфыйҙар хаҡында

     Суфыйҙар хаҡында мәғлүмәтте филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаевтың “Боронғо һәм урта быуаттар көнсығыш суфыйсылығы һәм башҡорт ерлеге” тип аталған ошо эшенән уҡып танышығыҙ.
      Боронғо һәм урта быуаттар көнсығыш суфыйсылығы һәм башҡорт ерлеге
     Боронғо, урта быуаттар дөйөм төрки әҙәбиәтенең бер йүнәлеше суфыйсылыҡ донъяһы һәм тәғлимәте менән тығыҙ бәйле. Суфыйсылыҡ (тасаууыф) — боронғо күренеш, ул ислам дине менән бер үк дәүерҙә тиерлек барлыҡҡа килгән, шуға күрәлер ҙә мосолман донъяһына Яҡын Көнсығыштан тарала башлаған. Суфыйсылыҡтың әҙәбиәткә мөнәсәбәтен аныҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн уның асылына төшөнөргә кәрәк. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Аҡъял батыр (әкиәт)

0

башкирские сказки

                   Аҡъял батыр

   Борон-борон заманда бер ауылда бер ир менән бер бисә булған. Улар бик ярлы ғына көн иткәндәр. Ураҙа ла тотмағандар, намаҙ ҙа уҡымағандар, муллаларға ла һис бер төрлө хәйер бирмәгәндәр, ти. Үҙ көндәрен үҙҙәре күргәндәр: һыуҙарҙан балыҡ тотҡандар, урманға һунарға йөрөгәндәр, ти.
   Бер ваҡыт, ҡыш килеп еткәс, быларҙың яға торған утындары бөтөп киткән. Былар, ирле-бисәле икәүләп, мәсет ишеге алдына ингәндәр ҙә, шунда үҫеп ултырған бер йыуан ҡайынды тумырып йығып алғандар ҙа ҡайтҡандар, шул мәсет ҡайынын сыуалдарына яғып, өйҙәрен йылыта башлағандар, ти. Иртәгеһен был эште белеп ҡалып, бейҙәр, муллалар мәсет ҡайынын ҡырҡып яҡҡан кешене эҙләп табырға бойороҡ биргәндәр. Бер ваҡыт ауыл халҡы тегеләрҙе эҙләп табып, шул арала икеһен дә урамға алып сыҡҡандар ҙа, туҡмап- туҡмап, аяҡ-ҡулдарына бығау һалып, Себер ебәргәндәр: бик алыҫҡа, Урал тауҙарының кеше аяғы баҫмаған бер еренә алып барып, ҡулдарын-аяҡтарын сисеп, ташлап киткәндәр. Теге ир менән ҡатын, шунда бер бәләкәй генә өй һалып, ирле-бисәле йәшәп ятҡандарында, быларҙың бер ир балалары донъяға килгән. Был малай түбәһенән алып ҡалаҡ һөйәге араһына еткәнсе ап-аҡ оҙон сәсле, ти, үҙе. Шуға ҡарап, уға Аҡъял батыр тип исем ҡушҡандар.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ислам и башкиры

1

Ислам и башкиры

                              Ислам и башкиры

       Распространение Ислама среди башкир

В самом конце I и с начала II тысячелетия н.э. на территории Башкирского Приуралья происходят важнейшие социальные изменения, впоследствии оказавшие определяющее влияние на все стороны жизни башкирского народа. Эти изменения послужили толчком для ускоренного развития новой фазы этно и культурогенеза. Отчетливое выражение эти процессы находят в факте постепенного распространения в регионе мировой монотеистической религии – ислама. Конечно же, идеологическая перестройка уходит своими корнями в базисные – экономические, а затем и политические явления. Новации в социально-экономической области послужили главными предпосылками значительных изменений в сфере культуры, и, в частности, в духовной сфере.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ауырыу кешенең намаҙы

0

намаз                               Ауырыу кешенең намаҙы

   Мосолман ҡәрҙәшем, ауырыу булһаң да, намаҙыңды ҡалдырыуҙан һаҡлан. Бел, намаҙ һиңә ауырыған ваҡытында йән тыныслығы килтерә һәм сәләмәтләнеүгә сәбәпсе була.
   Ауырыу кеше лә пакланырға, тәһәрәт алырға һәм ғөсөл ҡойонорға тейеш. Әгәр ауырыу үҙенең хәлһеҙлеге арҡаһында, сирҙе аҙҙырыуҙан ҡурҡһа йәки сәләмәтләнеү әкренәйер тип шөбһәләнһә, ул саҡта ҡом менән паклана ала. Ул тәйәммүм тип атала.
   Тәйәммүм ҡылып пакланыу өсөн ике ҡулдың устары менән таҙа тупраҡҡа бер тапҡыр һуғып алырға, һәм шунан һуң, устар менән битте һәм ҡулдарҙы һыпырырға кәрәк. Әгәр ауырыу үҙ — үҙен пакландыра алмаһа, уны икенсе кеше һыу йәки ҡом менән тәһәрәтләндерә.
тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ғөсөл

1

омовение, гусль                                            Ғөсөл

     Ғөсөл — ул бөтә тәнде йыуып, һыу менән ҡойоноу. Ғөсөлләнәм тип ниәтләгән кеше түбәндәге тәртип буйынса эш итер:
     1. истинжә ҡылып, гәүрәттәрен нәжестән таҙартыр;
     2. беләҙектәренә тиклем ике ҡул суғын йыуыр;
     3. тәһәрәт алыр, ләкин аяҡ суҡтарын йыумаҫ;
     4. иң әүүәле башына, унан һуң уң яғынан башлап тәненең һәр бер ерен һыулап сығыр;
     5. ҡулдары менән буйы еткән тиклем тәненең һәр бер ерен ышҡып сығыр;
     6. икенсе мәртәбә, йәнә уң яғынан башлап бөтә тәненә һыу ҡойор һәм ҡулдары менән буйы еткән тиклем тәненең һәр бер ерен ышҡып сығыр;
     7. өсөнсө мәртәбә йәнә уң яғынан башлап бөтә тәненә һыу ҡойор;
     8. иң аҙаҡтан уң яғынан башлап ике аяҡ суғын йыуыр.
     Ошо рәүештә ғөсөл алған кеше камил тәһәрәтле булыр. Намаҙ уҡыу өсөн яңы ғына ғөсөлләнгәндән һуң тәһәрәт алыу кәрәк түгел. 

     Ғөсөл алыр өсөн ниәтләйбеҙ: Иләһи ниәт ҡылдым ғөсөл алырға Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн — тип. Ниәтте күңелдән, йә телдән әйтергә була, тик уны душҡа, йә мунсаға инмәҫ борон әйтергә кәрәк.

                                            тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

RSS лента автора Назир Сабитов
Вверх
.