Назир Сабитов

Назир Сабитов

Записей (928), комментариев (0)

Нет информации об авторе

Главная: https://nazir1965.com

Записи автора Назир Сабитов

Зәйнулла ишан һәм үәххабиттәр

0

                          Зәйнулла ишан һәм үәххабиттәр

     Үәххабиттәр хаҡында күренекле ғалим Зәйнулла Рәсүлев хәҙерге мәлдә үҙҙәрен сәләфиттәр тип йөрөткән бәндәләр тураһында нимә яҙған? Был турала Зәйнулла ишандын ғәрәпсә яҙғандарын тәржемә иткән Ильшат Насыровтын «Божественные истины» тигән китабында уҡырға мөмкин.

     Бына ошо ссылка буйынса ҡарағыҙ: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/z%d3%99jnulla-r%d3%99s%d2%aflev-%d2%bb%d3%99m-va%d2%bbabittar.html#more-8631

     Үәххабиттәр кем ул? Улар Мөхәммәд пәйғәмбәрҙән һуң 1131 йыл үтеп ошо донъяға тыуған кешенең идеяһына эйәргәндәр. Бер мәле Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә өс кеше килә. Әңгәмәләшкәндәң һуң, улар үҙ ерҙәре өсөн Пәйғәмбәрҙәң доға ҡылыуын үтенәләр. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм икәүһенең йәшәгән ере өсөн доға ҡыла, ә берәүҙәренеке тороп ҡала. Пәйғәмбәрҙән ҡабаттан һорайҙар доға ҡылыуын ошо ҡалған кеше өсөн. Пәйғәмбәр әйтә:

    — «Мин ул ер өсөн доға ҡылмайым, сөнки унан динебеҙҙе болғаусы сығыр» — тип. Был ер әлеге Үәххаб тыуыр ер була. Үәххабтәр быға тиклем булған мосолман динен һәм меңдәрсә бөйөк ғәлимдәрҙе эшкә һанамаусылар. Үҙ алды һәр ҡайныһы Ҡөръән Кәримде һәм хәҙистәрҙе нисек етте, шулай аңлатырға тырышалар. Әстәғфирулла, Аллам һаҡлаһын, ғүмер буйы динде өйрәнгәндәр, яңылышыуҙан ҡурҡалар, ә бында маңҡа малайҙар ошолай-былай ярай ти.

     Ваҡытында Пәйғәмбәребеҙҙең иң яҡын сәхәбәһе Усман быны үҙ ғәрәптәренә тыя. Ғүмер буйы изге Ҡөръән Кәримде һәм хәҙистәрҙе өйрәнгән ғалимдәрҙе мыҫҡыллап, мин шунда уҡып ҡайтым, мин ғалим тигән шайтан эйәрсендәре, дин ошолай булырға тейеш тип яр һалыусылар. Ғәләмәте шул, уларҙын мәҙхәбе (юлы) юҡ, сектанттар булып сығалар. Аллаһ Тәғәләне әҙәмгә оҡшаталар (ҡулы бар, тик кешенеке һымаҡ түгел һәм башҡа...). Был турала интернеттә хәбәр күп. Ә хәҙергә Зәйнулла ишандын үәххабиттәр тураһындағы хеҙмәтен ҡарағыҙ.

Тәҡдир үә ризыҡ

0

                                          Тәҡдир үә ризыҡ

     Һәр бер эш был донъяла Аллаһ Тәғәләнең ҡәләме үә тәҡдире менән эшләнә. Шуға ла иртәнге көнгә миңә, йәки балаларыма ризыҡ юҡ тип ҡайғырырға ярамай. Һәр көнгә ризыҡтан өлөшөбеҙ яҙылған. Әгәр берәй кем иртәнге көнгә ризығым юҡ тип ҡайғырһа, ул Аллаһ Тәғәләгә ышанмаусы! Һеҙҙең кем генә булыуығыҙға ҡарамаҫтан (милләт, раса, дин, мөьмин йә атеист...) Аллаһ Мәрхәмәтле үә Рәхимле булыуы арҡаһында һәр берегеҙгә үҙ өлөшөгөҙҙе биргән һәм бирә, тик шөкөр ҡылығыҙ.

     Шундай хикәйәт ҡылына: бер ваҡыт дүрт йәш кеше юлда осрашып бер-береһенә юлдаш булып сәфәр ҡылдылар. Уларҙың береһе — падишаһ улы, икенсе — сауҙагәр улы, өсөнсеһе — затлы бай атаның улы, дүртенсеһе — игенсе улы ине. Был юлдаштарҙын һәр береһе фәкирлеккә төшөп, өҫтәренә кейгән кейемдәренән башҡа һис бер нәмәләре юҡ ине. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ожмаҡмы әллә тамуҡ?

0

                                    Ожмаҡмы әллә тамуҡ?
   

   Әҙәм балаһы гөнаһ эшләһә лә, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәгә дүрт нәмә менән шәфҡәт күрһәтә: шул кешене ризығынан яҙырмай, һаулығын алмай, гөнаһларын үҙенә күрһәтмәй, кисекмәҫтән шунда уҡ язаға тартырмай. Ваҡыт бирә: кемгәлер оҙон ғүмер, мал-байлыҡ, матур ғәилә һәм бала-саға... Ә кеше уйлап та бирмәй кемдең донъяһында йәшәгәнен.

   - Әгәр нәфсеңә, шайтанға эйәреп, бер-бер артлы гөнаһ ҡыла ҡалһан, төшөнкелеккә бирелмә, шунда уҡ кисекмәҫтән тәүбә ит, тәүфиҡҡа ҡайт, — тип әйтә Аллаһ Тәғәлә.
                 

                       Шағир Әбү Нәүүәстән:
         

          Фекер йөрөтһәм, гөнаһым күп донъяла тип,
          Рәхмәте Раббымдың гөнаһымдан иркенерәк.
          Изгелектә ғәмәл ҡылыу бер теләгем,
          Алланың рәхмәтенә өмөтләнеү – шул күберәк
          Был донъяға яратты Раббым мине,
          Мин – ҡол Уға, йән-тән менән буйһоноуса;
          Ярлыҡауға ирешә алһам, рәхмәте киң,
          Һин һуңғыһы була ҡалһаң, нишләр инем? тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Балалар һәм бүреләр Бөрйәндә

1

 Түбәндәге төшөрөлгән видеоның тулы версияһы ошо биттә

Балалар бүреләргә ҡаршы

2

Интернет был хаҡта нимә һөйләй (ошо ҡыҙыл юлға баҫ)

Мөхәммәд ғәләйһиссәләм юлы

0

                            Мөхәммәд ғәләйһиссәләм юлы

     Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә әйткән: «Беҙ инде һиңә ҡәҙәр пәйғәмбәрҙәр ебәргән инек. Улар араһында Беҙ һиңә улар тураһында һөйләгәндәре дә, һөйләмәгәндәр ҙә бар».

     Әлеге өҫтәге аят Ҡөръән китабында яҙылған. Бик күп пәйғәмбәрҙәр ер йөҙөнә һуңғы пәйғәмбәр киләсәген белгәндәр. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Ҡиәмәт көнө алдынан бар халыҡҡа хаҡты еткереү өсөн ебәрелгән рәсүл. Халыҡ бит иң башта пәйғәмбәрҙәргә эйәреп йәшәй торғас биргәс, быуындар алмашына килә, аҙа башлай. Ниндәй генә көслө илдәр булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемдең байлыҡҡа батып йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итмәү арҡаһында ер өҫтөнән һөрөләләр. Бына һеҙгә ниндәй ҙур ҡалалар, ныҡ үҫешкән цивилизациялар тураһында көнө-төнө бар мәғлүмәт һөйләй. Ҡайҙа һуң улар? Бар хаҡ Ҡөръәндә яҙылған. Шуға ла кем генә булыуынан ҡарамаҫтан, раса һәм милләтенә, енесенә һәм башҡаһы, уға иман килтереү һәм уның бойороҡтарын үтәү — һәр кешенең бурысы.

     Аллаһ Рәсүле: «Мөхәммәдтең йәне Уның ҡулында булған Зат менән ант итәм! Был өммәттән кем генә булһала, йәһүд йәки насара (христианин) булһа ла, минең турала ишетеп һәм мин ебәрелгән нәмәгә иман килтермәйсә вафат булһа, ул һис шикһеҙ Ут әһеленән буласаҡ», — тип әйткән. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Муллағыҙ указноймы?

2

                                   Муллағыҙ указноймы?

 

   Ошоға ярашлы: положения Федерального закона «О внесении изменений в Федеральный закон «О противодействии терроризму» и отдельные законодательные акты Российской Федерации в части установления дополнительных мер противодействия терроризму и обеспечения общественной безопасности» (№374-Ф3 от 6 июля 2016 г.) динде (мосолман, христиан, иврит...) таратыусыларға яңы үҙгәрештәр буйынса эш итергә ҡушыла.

   Мәсеттәргә һәм ауылдарға ҡуйылған имам-хатыйбтар ғына, әгәр уларҙын шуға рөхсәт ҡағыҙҙары булһа. Был документ: Мөфтий тарафынан ғына свидетельство бирелә. Документы булмаған муллалар тарафынан йыназа, мәжлестәрҙә аяттар һәм башҡа саралар, шулай уҡ балаларҙы һәм башҡаларҙы уҡытыуҙар тыйыла. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡаты яза!

0

                           

 

 

                          Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡаты яза!

 

женщины ада
      Әбү Сәғит әйтте: Бер мәл, пәйғәмбәребеҙ ғәйет көнөндә намаҙ уҡый торған урынға сыҡты һәм ҡатын-ҡыҙҙар эргәһенән үтеп барғанда, туҡтап уларға: Әй ҡатын-ҡыҙҙар! Саҙаҡа бирегеҙ! Дөрөҫөн әйткәндә миңә, Ут әһелдәренән иң күпселеге һеҙ икәнлеге күрһәтелде", — тине. Улар: «Ни өсөн, әй Аллаһының илсеһе?», — тип һораны.      Пәйғәмбәребеҙ, әйтте: «Сөнки, һеҙ күп ләғнәт ҡылағыҙ һәм ирҙәрегеҙгә көфөрлек итәһегеҙ. Ҡәҙерҙәрен белмәйһегеҙ, рәхмәтле түгелһегеҙ. Мин, аҡыллы ир-атты аҡылдан яҙҙырырлыҡ, аҡылға һәм дингә кәмселекле булғандарҙан һеҙҙән дә хәтәрерәктер күрмәнем».

     Бер ваҡыт Мөхәмәд ғәләйһиссәләмдең сәхәбәһе Ғәли ҡатыны Фатима (пәйғәмбәрҙең ҡыҙы) менән, хәл белешергә тип киләләр. Шул саҡ пәйғәмбәрҙең ғәләйһиссәләмдең илап ултырғанын күрәләр. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ҡәберҙән ҡубарылыу

0

                                   Ҡәберҙән ҡубарылыу

2016-10-24_0-32-32_mini

судный день

   

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән китабында: “Әәмәңтү билләәһи үә мәләәәәикәтиһиии үә күтүбиһии үә русүлиһии үәл йәүмил әәхыйри үәл ҡадәри хайриһии үә шәрриһии минәллааһи тәғәәләә үәлбәғси бәғдәл мәүти“. — Ышандым мин Аллаһ Тәғәлә барлығына һәм берлегенә, уның фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, Ҡыйәмәт көнөнә, тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһ Тәғәләнән булыуҙан, үлгәндән һуң терелеүгә — тип әйтә. Әйҙәгеҙ ҡәберҙән ҡубарылыу хаҡында уҡыйыҡ.
    тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Кинйә Арсланов

0

Кинзя-абыз. Кинзя Арсланов — батыр и предводитель. Фильм. 2007г.

Старшина бушман-кипсакского рода башкир Кинзя Арсланов одним из первых присоединился к Пугачеву, стал его полковником, остался верным ему до самого конца Крестьянской войны 1773-75гг.
Автор сценария Сарвар Сурина, реж. Анвар Нурмухаметов. 2007г.

 

RSS лента автора Назир Сабитов
Вверх
.