Ҡунут доғаһы (Витр намаҙы)

Ҡунут доғаһы                                               Ҡунут доғаһы (Витр намаҙы)
     Ҡунут доғаһының төрлө вариантары осрай. Шулай уҡ ҡунут доғаһы ике төргә бүленә: беренсеһе ошо беҙ витр вәджиб намаҙында уҡылған доғалар һәм икенсе төрө доға ҡунут ән-нәүәзил, мосолмандарға бәлә килгәндә уҡыла. Был ҡунут ән-нәүәзил доғаһы һәр фарыз намаҙынан һуң бәлә үтеп киткәнсе тиклем уҡыла. Был доғаны әйтелеше шул килгән ваҡиғаға ҡарап ҡылына (төрлө ирекле доғалар).
                                                                            Витр намаҙы
     Витр намаҙы өс рәҡәғәттән тора. Вәджиб тейеүенең мәғәнәһе шулдыр: үтәлергә тейеш, сөннәт дәрәжәһенән был юғары. Уның ваҡыты йәстүнеке менән бер үк. Шунлыҡтан, вәжиб намаҙ булараҡ, витр намаҙы йәстү намаҙынан һуң уҡыла. Уның һәр рәҡәғәтендә «Әл-Фатиха» һәм башҡа сүрә уҡыла.

     Витр намаҙы түбәндәгесә үтәлә: иң беренсе «Аллаһ ризалығы өсөн бөгөнгө витр намаҙын үтәргә ниәт иттем», — тип ниәт ителә һәм, «Аллаһу әкбәр», — тип тәкбир әйтеп, намаҙға баҫалар. Иртәнге намаҙҙың сөннәте шикелле ике рәҡәғәт уҡығас, ултырып, «Әттәхийәт...» уҡыйҙар. «Аллаһу әкбәр» тип өсөнсө рәҡәғәткә торалар. «Әл-Фатиха» һәм бер сүрә уҡыйҙар. Унан һуң рөҡүғкә китмәйенсә, ҡулдар ҡолаҡтарға ҡәҙәр күтәрелеп, «Аллаһу әкбәр», — тип тәкбир әйтелә, һуңынан, ҡулдар кендек аҫтына ҡуйылып, «Ҡунут» доғаһы уҡыла. Шунан, ҡулдар төшөрөлөп, бүтән намаҙҙарҙағыса «Аллаһу әкбәр», — тип рөҡүғкә китәләр.
     Иҫкәрмә: башҡа намаҙҙарҙы уҡығанда ла сүрә үә аяттарҙы сират тәртибе менән уҡырға тырышығыҙ. Мәҫәлән: беренсе рөҡүғтә Фатиха сүрәһенән һуң Фәләҡ сүрәһе уҡып, икенсе рөҡүғтә Фатиха сүрәһенән һуң Ҡулһүаллаһ сүрәһең уҡыу ошо тәртипте боҙа. Сөнки Ҡөръән китабында Фәләҡ сүрәһе Ҡулһүаллаһ сүрәһенән һуң килә...
                                                   3 рәҡәғәт фарыз витр үәджиб намаҙы
     1- се рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә уҡыла.
     2- се рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүл- һүүәллаһ уҡыла.
     Ярты Әттәхийәт уҡыйбыҙ
     3- сө рәҡәғәттә Әлхәм, Ҡүл- һүүәллаһты уҡығандан һуң кендек тәңгәленә бағланған ҡулдарыбыҙҙы кире төшөрөп, яңынан күтәреп «Аллаһу әкбәр» тип ҡулдарҙың баш бармаҡтарын ҡолаҡ япраҡтарына тейҙерәбеҙ ҙә, яңынан бағлап «Ҡунут» доғаһын уҡыйбыҙ.
     Ҡунут доғаларын белмәгән кешеләргә уны өйрәнгәнгә тиклем витр намаҙында «бисмиллаһ» менән башлап «Раббәнә»не уҡырға мөмкин.
     Артабан сәждәнән һуң ултырып, «Әттәхийәт...», «Салауат», доғалар уҡып, сәләм бирәләр.

     Түбәндә беҙ витр вәжиб намаҙында уҡый торған доғаларҙың вариантары.

اللَّهُمَّ إِنَّا نَسْتَعِينُكَ وَنَسْتَغْفِرُكَ وَ نَسْتَهْدِكَ وَنُؤْمِنُ بِكَ وَ نَتُوبُ إِلَيْكَ وَنَتَوَكَّلُ عَلَيْكَ وَنُثْنِى عَلَيْكَ الْخَيْرَ كُلَّهُ وَنَشْكُرُكَ وَلاَ نَكْفُرُكَ وَنَخْلَعُ وَنَتْرُكُ مَنْ يَفْجُرُكَ اللَّهُمَّ إِيَّاكَ نَعْبُدُ وَلَكَ نُصَلِّى وَنَسْجُدُ وَإِلَيْكَ نَسْعَى وَنَحْفِدُ نَرْجُو رَحْمَتَكَ وَنَخْشَى عَذَابَكَ إِنَّ عَذَابَكَ بِالْكُفَّارِ مُلْحِقٌ
     «Әллааһүммә иннәә нәстәғиинүкә үә нәстәғфирукә үә нәстәһдииик. Үә нүьминү бикә үә нәтүүбү иләйкә үә нәтәүәккәлү ғәләйкә үә нүҫнии ғәләйкәл-хайра күлләһүү нәшкүрукә үә ләә нәкфүрук. Үә нәхләғү үә нәтрукү мәйй-йәфджүрук. Әллааһүммә иййәәкә нәғбүдү үә ләкә нүсаллии үә нәсджүдү үә иләйкә нәсғәә үә нәхфид. Нәрджүү рахмәтәкә үә нәхшәә ғәҙәәбәкә иннә ғәҙәәбәкә бил-күффәәри мүлхиҡ.»

     Мәғәнәһе: «Аллаһым, Һинән беҙ ярҙам, ғәфү итеүеңде һорайбыҙ, тура юл күрһәтеүеңде теләйбеҙ, Һиңә иман килтерәбеҙ, Һиңә тәүбә итәбеҙ. Эштәребеҙҙә Һиңә таянабыҙ, Һинең бөтөн изгелектәр менән ололап биргән ниғмәттәреңә шөкөр итәбеҙ, Һине бер ҡасан да инҡар итмәйбеҙ, Һиңә ҡаршы тороусыларҙан алыҫ торорбоҙ, уларҙан айырылырбыҙ.
     Аллаһым! Бары тик Һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм ҡоллоҡ итәбеҙ, Һинең өсөн генә намаҙ уҡыйбыҙ һәм сәждә ҡылабыҙ, Һиңә генә ҡол булыр өсөн эшләрбеҙ һәм йүгерербеҙ. Рәхмәтеңде өмөт итәбеҙ, ғазабыңдан ҡурҡабыҙ. һис шикһеҙ, Һинең ғазабың кафырҙарға төшөр».
     Ҡунут доғаһының вәджибең генә үтәп — Аллааһүммә иййәәкә нәғбүдү... тиклем генә уҡырға була. Аллааһүммә иййәәкә нәғбүдү... тип дауам итеү сөннәтте үтәп тулыһынса уҡыу булалыр. Дикторҙың туҡталған урындарында һүҙҙәрҙең аҙағы уҡылмай, әгәр бер тында дауам итеп уҡығанда аҙаҡтары менән ҡуша уҡыла.

     Аҫтағы варианты ла беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбендә ҡулланыла. Был варианты «Мөғәлим Сәнилә» килтерелә.
اللَّهُمَّ إِنَّا نَسْتَعِينُكَ وَنَسْتَغْفِرُكَ، وَنُؤْمِنُ بِكَ وَنَتَوَكَّلُ عَلَيْكَ وَنُثْنِى عَلَيْكَ الْخَيْرَ وَنَشْكُرُكَ وَلاَ نَكْفُرُكَ وَنَخْلَعُ وَنَتْرُكُ مَنْ يَفْجُرُكَ اللَّهُمَّ إِيَّاكَ نَعْبُدُ وَلَكَ نُصَلِّى وَنَسْجُدُ وَإِلَيْكَ نَسْعَى وَنَحْفِدُ نَرْجُو رَحْمَتَكَ وَنَخْشَى عَذَابَكَ إِنَّ عَذَابَكَ بِالْكُفَّارِ مُلْحِقٌ
     «Аллааһүммә иннәә нәстәғиинүкә үә нәстәғфирүкә үә нүьминү бикә үә нәтәүәккәлү ғәләйкә үә нүҫнии ғәләйкәл-хайра үә нәшкүрукә үә ләә нәкфүрукә үә нәхләғү үә нәтрукү мәй-йәфджүрук. Аллааһүммә иййәәкә нәғбүдү үә ләкә нүсаллии үә нәсджүдү үә иләйкә нәсғәә үә нәхфидү нәржүү рахмәтәкә үә нәхшәә ғәҙәәбәкә иннә ғәҙәәбәкә бил-күффәәри мүлхиҡ.»

   

 

     Эй Раббым, ысынында, беҙ Һинән ярҙам һорайбыҙ, һәм Һинән гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауын һорайбыҙ, Һиңә инанабыҙ һәм тәүәккәл ҡылып һәр бер эштәребеҙҙе һиңә тапшырабыҙ, Һине маҡтайбыҙ, Һиңә шөкөр ҡылабыҙ, көфөрлөк ҡылмайбыҙ, Һиңә гонаһ ҡыла торған кешеләрҙе ташлайбыҙ. Эй Раббым, беҙ Һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ, Һинең өсөн генә намаҙ уҡыйбыҙ һәм сәждә ҡылыбыҙ, ғибәҙәт ҡылып, Һиңә яҡын булырға тырышабыҙ. Рәхмәтеңде өмөт итәбеҙ, ғазабыңдан ҡурҡабыҙ. Ысынында, Һинең ғазабың иманһыҙ кешеләргә генә тейеүселер.

     Әхмәт Фазылдың егерме быуат башында яҙылған «Әхкәм Ислам» китабында (Мәрьйәм Солтанова мәҙрәсәһе тәржемәһе) ҡунут доғаһының ошо варианты:
اللَّهُمَّ إِنَّا نَسْتَعِينُكَ وَنَسْتَغْفِرُكَ وَنُؤْمِنُ بِكَ وَنَتَوَكَّلُ عَلَيْكَ وَ نَتُوبُ إِلَيْكَ وَنُثْنِى عَلَيْكَ الْخَيْرَ وَنَشْكُرُكَ وَلاَ نَكْفُرُكَ وَنَخْلَعُ وَنَتْرُكُ مَنْ يَفْجُرُكَ اللَّهُمَّ إِيَّاكَ نَعْبُدُ وَلَكَ نُصَلِّى وَنَسْجُدُ وَإِلَيْكَ نَسْعَى وَنَحْفِدُ نَرْجُو رَحْمَتَكَ وَنَخْشَى عَذَابَكَ إِنَّ عَذَابَكَ بِالْكُفَّارِ مُلْحِقٌ
     «Аллааһүммә иннәә нәстәғиинүкә үә нәстәғфирукә үә нүьминү бикә үә нәтәүәккәлү ғәләйкә үә нәтүүбү иләйкә үә нүҫнии ғәләйкәл хайра нәшкүрукә үә ләә нәкфүрукә үә нәхләғү үә нәтрукү мәйй-йәфджүрукә аллааһүммә иййәәкә нәғбүдү үә ләкә нүсаллии үә нәсджүдү үә иләйкә нәсғәә үә нәхфид нәрджүү рахмәтәкә үә нәхшә ғәҙәәбәкә иннә ғәҙәәбәкә бил-күффәәри мүлхиҡ.»
     Мәғәнәһе: Эй Аллаһ! Беҙ Һинән генә ярҙамға өмөтләнәбеҙ һәм Һинең генә ярлыҡауыңды теләйбеҙ. Һәм беҙ Һиңә генә иман килтерәбеҙ. Һәм Һиңә генә тәүәккәл ҡылабыҙ. Һәм Һиңә генә тәүбә ҡылабыҙ. Һәм Һиңә генә изге ҫәнә итәбеҙ. Һиңә генә шөкөр ҡылабыҙ, көфөрлөк ҡылмайбыҙ. Һиңә генә гонаһ ҡылыусыларҙы ташлайбыҙ. Эй Аллаһ! Һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ. Һәм Һиңә генә намаҙ уҡыйбыҙ һәм сәждә ҡылабыҙ. Һәм Һинең өсөн генә ғибәҙәт ҡылырға һәм Һиңә яҡын булырға тырышабыҙ. Һинең рәхмәтеңде өмөт итәбеҙ. Һәм Һинең ғазабыңдан ҡурҡабыҙ. Дөрөҫлөктә Һинең ғазабың иманһыҙ кешеләргә генә булыусылыр.

     Беҙҙең башҡортса сыҡҡан «Ислам дине йолалары» китабында (Исмәғил хәҙрәт Мөхәмәтйәнов) ошо вариант бирелгән:
     «Аллааһүммә иннә нәстәғиинүкә үә нәстәғфирукә үә нәтүүбү иләйкә үә нү, минү бикә үә нәтәүәккәлү ғәләйкә үә нүҫнии ғәләйкәл хайра, нәшкүрүкә үә лә нәкфүрүкә үә нәхләғү үә нәтрүкү мәй-йәфжүрүк. Аллааһүммә иййәәкә нәғбүдү үә ләкә нусалли үә нәсжүдү үә иләйкә нәсғәә үә нәхфидү нәржүү рахмәтәкә үә нәхшәә ғәҙәәбәк. Иннә ғәҙәәбәкә бил куффәәри мулхиҡе.»
     Витр намаҙының сәләменән һуң зекерҙәр
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм витр намаҙында «Әғлә», «Кәфирун» һәм «Ихлас» сүрәләрен уҡый ине. Сәләм биргәс:
     Сүбхәәнәл-мәлики-ҡуддүүс, Раббил-мәләә'икәти үәр-руух.
     (Изге Батшаға маҡтау, фәрештәләрҙең һәм Ябраилдың ғәләйһиссәләмдең Раббыһы.) Өс тапҡыр әйтелә һәм өсөнсөһөндә һуҙыңҡы һәм күтәреңке тауыш менән.
     Ҡунут доғаһының икенсе вариантары ла бар, хәҙистәрҙә лә улар күрһәтелгән, кемдәрҙер уны иртәнге намаҙҙан һуң да уҡыйҙар (беҙ Хәнәфиләр уҡымайбыҙ).
     Ғалимдар рамаҙан айында витр вәджиб намаҙын йәмәғәт менән бергә уҡыр кәрәк тигән фекергә килгәндәр. Ә былай көндәрҙә айырым уҡыла. Шуға ла Рамаҙан айында мәсеткә барып витр вәжиб намаҙының вәджибен йәмәғәт менән бергә уҡыуҙың сауабы күптер.