Байҙарға (Шәйехзада Бабич) (Ураҙа айы мөнәсәбәте менән)

                                            Байҙарға (Шәйехзада Бабич)
                                           (Ураҙа айы мөнәсәбәте менән)

Эй ҡалын ҡорһаҡлы бай, ҡорһаҡлы һәм «инсафлы» бай,
Ай буйына ас тороп, астар хәлен һиҙҙеңме, эй!
Туҡ тороп, рәхәткә күнгән эҫтәрең ҡыйналдымы?
Ас-яланғастарга шәфҡәт хистәрең уяндымы?

Уйланыңмы, социалдар тартышыуҙа хаҡлы, тип?
Социалдар ярлы, тапалған халыҡтар яҡлы, тип?
Уйланыңмы: ысын золом, ысын талау бит байлығың,
Байлығың күпме фәҡирҙең юймағандыр һаулығын!

Һеҙгә нәмә — көн дә байрам, һеҙгә көн дә тик тороу,
Ярлылар көн-төн егелгән, һеҙгә — көн-төн типтереү.
Ник былай был, ярлылар ҙа, бай кеүек, инсандыр бит?
Ярлылар ҙа, бай кеүек, рәхәт теләүсе йәндер бит?

Бер тигеҙ бай ярлы менән, юҡ уның артыҡлығы,
Булһа тик артыҡлығы — онҡотлого һәм мутлығы.
Бөтһөн инде: буржуаздар донъяға баш булмаһын!
Бөтһөн инде: ярлылар мохтаж-яланғас йөрөмәһен!

Бөтһөн инде киң йыһанда тар ҡәберҙәр тарлығы!
Бөтһөн инде бикләнеп ятҡан ҡарундар һандығы.
Йөрөмәһен инде фәҡирҙәр әлһерәп, хәлдән тайып!
Бер тигеҙ тотһон ураҙа һәм бер тигеҙ итһен ғәйет!