Әкиәт «Ҡамыр батыр»

   Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. Бабай балыҡ аулаған, шуның менән көн күргәндәр, ти. Барын барға иҫәпләп, юғын юҡҡа иҫәпләп йәшәй биргәндәр, һис нәмәгә зарланмағандар, ти,былар. Тик балалары булмау ғына уларҙың эҫтәрен бошороп торған да торған, ти. Йонсоу бер көндө бабай үҙенең ғәҙәтенсә диңгеҙгә балыҡҡа барған. Диңгеҙгә ауын һалып, тартып алған икән — сәйер бер балыҡ эләгеп килеп сыҡҡан. Был балыҡтың тәңкәләре алтындан да көмөштән, гәүһәрҙән дә яҡуттан ғына икән. Күҙҙең яуын алып торалар, ти.
   Бабай, балыҡты усына һалып, оҙаҡ ҡарап торған да: «Быны ашап тамаҡ туймаҫ, йәшәй бирһен әйҙә»,— тип диңгеҙгә ташлайым ғына тигәндә, балыҡ телгә килгән:
   — Бабай! Мине алып ҡайт. Итемде улдарыңа ашат, ҡанымды аттарыңа эсер, һөйәктәремде эттәреңә бир,— тигән.
Бабайҙың улдары булмағас, аптырап ҡалған. Ни эшләргә белмәй торған-торған да, ни булһа ла булыр тип, балыҡты алып ҡайтып киткән.
   — Ҡайтҡас, тупһаһын ашатлап, һүҙ ҡатырға ла өлгөрмәгән, ҡарсығы, ике малай күтәреп, ҡаршыһына килеп баҫҡан.
   — Күрәһеңме, был малайҙар — беҙҙең улдарыбыҙ! — тигәс, бабай тағы ла нығыраҡ ғәжәпкә ҡалған. Шунан бының ҡарсығы бабай балыҡҡа киткәс ни булғанын һөйләп биргән.
   — Һин балыҡҡа сығып китеүең менән ҡамыр баҫтым да, ике малай яһап, һандыҡҡа һалдым,— тигән әбей.— Шул арала үҙем ишек алдына сығып әйләндем. Килеп инһәм, ҡолағыма бала илаған тауыш салынғандай булды. Ипләберәк тыңлаһам, тауыш һандыҡ эсенән килә. Һандыҡты асып ебәргәйнем, шаҡ ҡаттым: минең бая һалып ҡуйған малайҙарыма йән ингән!
Ни әйтергә белмәйенсә ҡатып ҡалған бабай һушына килгәс, баяғы балыҡтың әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән. Шунан балыҡтың итен малайҙарға ашатҡан, ҡанын ике атына эсергән, һөйәктәрен ике этенә ташлаған.
   

   Мөғжизәле балыҡтың итен ашағас, малайҙарҙың баштары, алтын балыҡ тәңкәләре кеүек, аҫыл таштар менән ҡапланған. Был малайҙар көн үҫәһен бер сәғәттә үҫкәндәр. Быға бабай менән әбей бик ҡыуанғандар, үҙҙәрен донъяла иң бәхетле кеше итеп һанағандар, ҙурыһына Ҡамыр батыр тип исем ҡушҡандар.
   Бер ваҡыт Ҡамыр батырҙың донъя гиҙеп йөрөп ҡайтҡыһы килгән. Уның был уйын белеп, бабай менән әбей ҡайғыға ҡалғандар. Ҡамыр батыр үтенеп һорағас, ебәрергә риза булғандар.
   Бер көндө Ҡамыр батыр атаһына:
   — Атай! Миңә ун биш бот суйындан суҡмар ҡойҙор, унан да ауырыраҡ итеп ҡылыс һуҡтыр. Улар миңә юл йөрөгәндә кәрәк булыр,— тигән.
   Атаһы суҡмар менән ҡылыс эшләтеп биргәс, Ҡамыр батыр ҡоралдарын һынамаҡ булып, бер яланға сыҡҡан. Шунан был теге ун биш ботло суҡмарҙы шундай итеп күккә сорғап ебәргән, суҡмар хатта күҙҙән юғалған. Байтаҡ ваҡыттан һуң төшөп килгәне күренгәс, Ҡамыр батыр уның аҫтына үҙенең яланғас башын ҡуйған. Суҡмар, бының башына бәрелеп, селпәрәмә ватылған да тирә-яҡҡа сәсрәгән. Ҡамыр батыр был суҡмарҙың ярсыҡтарын йыйып ҡайтҡан да, тағы ла ауырыраҡ итеп, икенсе суҡмар ҡойҙортоп алған. Баяғыса һынап ҡарағас, быныһын ярарлыҡ тапҡан.
   Сығып китергә әҙерләнеп бөткәс, Ҡамыр батыр бер уҡты епкә бәйләп келәт өрлөгөнә элгән дә ҡустыһына:
   — Һин ошо уҡты көн һайын сығып ҡара. Әгәр унан май тамһа, мин иҫән-һау булырмын; ҡан тамһа, үлгән булырмын. Ул саҡта инде һин мине эҙләй сыҡ,— тигән.
   Ҡамыр батыр ата-әсәһе, туғаны менән хушлашҡан да, теге суҡмарын, ҡылысын тағып, атҡа атланып сығып киткән. Ауылды сыҡҡас, артына әйләнеп һуңғы тапҡыр хуш тигән дә өйөрмә ҡуптарып алға сапҡан. Киткән был, киткән, сабып китеп бара торғас, япа-яңғыҙ бер өйгә барып еткән, шунда йоҡлап китмәк булған. Арғымағын ситкәрәк бәйләгән дә үҙе өйгә ингән. Унда мәскәй тора икән. Ул Ҡамыр батырҙы, ишек асып, ҡаршы алған:
   — Кем булаһың, улым? Ҡайҙан киләһең? Ҡайһы илгә китеп бараһың? — тип һораша башлаған. Ҡамыр батыр мәскәйҙең һорауҙарына яуап биргәс:
   — Бик асыҡтым, ҡапҡылап алырға берәй нәмәң булмаҫмы? — тип һораған.
Мәскәй Ҡамыр батыр алдына төрлө ашамлыҡ өйөп ташлаған. Әллә ниндәй бер эсемлек тә килтереп ултыртҡан. Ҡамыр батыр, шикләнмәй-нитмәй, барыһынан ауыҙ итеп, теге һыуҙы эскән икән, шунда уҡ һуштан яҙған да ҡуйған. Эсемлек тигәне ағыу булған инде. Шуны ғына көтөп торған мәскәй Ҡамыр батырҙың кәүҙәһен тотошлай йотҡан да аҫыл ташлы башын, өй биҙәргә тип, алып ҡалған.
   Ҡамыр батыр сығып киткәс, байтаҡ ваҡыт үткән, уны хатта бөтөнләй онотҡандар. Берҙән-бер көндө әсәһе өйҙә ҡалған улына теге уҡты ҡарап керергә ҡушҡан. Ҡамыр батырҙың ҡустыһы келәткә инеп ҡараһа, уҡтан ҡан тамып тора, ти. Керә һалып, ата-әсәһенә әйткән дә, ағаһын юллап, сығып китергә булған. Атаһы менән әсәһе ризалыҡ биргәс, был теге балыҡтың һөйәген ашаған эттәрҙе эйәртеп сығып киткән. Эттәр быны туп-тура мәскәй әбейҙең өйөнә алып килгәндәр. Өйгә килеп инһә, уны бик һылыу бер ҡыҙ ҡаршы алған.
   — Егет, йәнең ҡәҙерле булһа, кит бынан тиҙерәк! — тигән.
   — Ағайымды күрмәйенсә китмәйем,— тигән егет.
   — Улай булғас, бына нәмә: әбей һине һыйларға итер, күп итеп төрлөһөнән ашамлыҡ ҡуйыр, эсемлек бирер, һин уның бер нәмәһен дә ашама ла, эсмә лә,— тип, ҡыҙ күҙҙән юғалған.
   Шунан был аптырап тора ине, теге мәскәй килеп инде, ти. Килеп инде лә, баяғыса ярамһыҡланып:
   — Кем булаһың, улым? Ҡайҙан киләһең? Ҡайһы илгә китеп бараһың? — тип һораша башланы, ти. Шунан: — Асыҡҡанһыңдыр, улым, ашап-эсеп кит,— тип, бының алдына төрлө ашамлыҡ өйөп ташланы, эсемлек килтереп ултыртты, ти. Егет бер ҙә ашамағас, ҡыҫтай ҙа ҡыҫтай, ҡыҫтай ҙа ҡыҫтай, ти. Мәскәй күпме генә ҡыҫтамаһын, егет бының һыйын ауыҙ итеп тә ҡарамаған. Шунан ҡарсыҡ быны тотоп алып үлтермәксе булған икән, көсө етмәгән. Был егет үҙе мәскәйҙең сәстәренән урап тотоп алған да, «бир минең ағайымды, бир», тип ҡамсыһы менән шажлатып ярырға тотонған. Шунан мәскәй ни эшләһен, быға ағаһын бирергә вәғәҙә иткән. Ҡамыр батырҙың һөйәктәрен килтереп сығарған да, башын ялғап, ниндәйҙер һыу бөрккән. Шунан һуң Ҡамыр батыр күҙен асып, һикереп торған да ултырған.
   — Ай-Һай, оҙаҡ йоҡлағанмын икән,— тигән Ҡамыр батыр.
   — Йоҡлағанһың, йоҡламай ни! Мин булмаһам, мәңге йоҡлаған булыр инең,— тип, ҡустыһы бөтә хәлде һөйләп биргәс, Ҡамыр батыр яуыз ҡарсыҡты шунда уҡ һуҡҡан да үлтергән. Шунан мәскәйҙең бөтә байлығы менән теге ҡыҙҙы ҡустыһына биргән. Ҡустыһы ата-әсәһе янына ҡайтып, шул ҡыҙ менән йәшәй башлаған, ә Ҡамыр батыр үҙе ары киткән.
Китеп бара, китеп бара, ти. Ҡамыр батыр, ә үҙе, донъяла минән дә көслөрәк кеше бармы икән, тип уйлай, ти. Китеп бара торғас, үҙенең көсөн һынап ҡарамаҡ булып, юл буйында ятҡан бик ҙур бер ташҡа суҡмары менән һуҡҡан икән, таш он-талҡан булған да ҡуйған. Китеп бара тағы ла Ҡамыр батыр, китеп бара, китеп бара торғас, хәҙер бер батша йәшәгән ҡалаға килеп етә. Килеп еткәс, бер ҡартҡа фатир төшә. Ҡунаҡты был бабай үҙендә бары менән һый-хөрмәт итә. Ашап ултырғанда Ҡамыр батыр ҡала хаҡында, бындағы хәл-әхүәл тураһында һораша. Ҡарт, ауыр көрһөнөп:
   — Бик бәхетһеҙ булды әле ул, беҙҙең ҡалабыҙ,— ти бабай.— Һәйбәт кенә йәшәп ятҡан бер көндө ҡалабыҙға дейеү осоп килеп төштө. Ошонда йәшәмәк булып, барыбыҙҙы ҡырып бөтөрөү менән янай башланы. Быны ишеткәс, ҡаланың бөтә халҡы майҙанға йыйылды, батша ла килде. Шул ердә дейеүгә илселәр ебәрергә булдыҡ. Илселәребеҙ дейеүгә барып: «Беҙҙән күпме түләү һорайһың, шул хәтле бирәбеҙ, тик үҙебеҙҙе тыныс ҡалдыр»,— тинеләр. Ә дейеү әйткән: «Миңә көн һайын бер ҡыҙ биреп торһағыҙ, үҙегеҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәм»,— тигән. Ни эшләмәк кәрәк, ҡала халҡы шуға риза булды. Дейеүгә көн дә бер ҡыҙ биреп тора башланыҡ. Бөгөн бына нәүбәт батшаның берҙән-бер ҡыҙына килеп етте. Ҡыҙын ҡот¬ҡарып ала алған кешегә батша ҙур бүләк вәғәҙә итә. Хәҙер уның ҡыҙы суйын һарайҙа, һарай тирәһен батшаның бер вәзире һаҡлап тора.
   Бабай һөйләп бөтөрөү менән Ҡамыр батыр үҙенең суйын суҡмарын алған да урамға сыҡҡан, ти. Был саҡ ете төн уртаһы булған, ҡараңғы. Ҡамыр батыр суйын һарайға барып, ишеген тартып ҡараған икән, ишек шунда уҡ асылып киткән. Шул ваҡытта батша ҡыҙы, Ҡамыр батырҙы күреп:
   — Егет, ниңә килдең бында? — тип һораны, ти. Ҡамыр батыр:
   — Һине ҡотҡарырға килдем,— тип әйтеүгә, тышта бик яман ел-дауыл ҡубып, күк күкрәне, йәшен йәшнәне, ти. Шул арала бында әллә ҡайҙан, ер аҫтынан сыҡҡан кеүек, ҡот осҡос бер дейеү килеп тә баҫты, ти. Уның янында Ҡамыр батыр малай һымаҡ күренә, ти. Дейеү Ҡамыр батырға:
   — Һин бында нимә тип килгән булдың? — ти.
   — Һине үлтереп, батша ҡыҙын ҡотҡарырға килдем! — ти Ҡамыр батыр.
   Шулай тигән дә Ҡамыр батыр, суҡмарын күтәреп, дейеүгә һуҡҡан икән, тегенең башы өҙөлөп, ситкә тәгәрәгән, кәүҙәһе шунда ергә ауған. Ҡамыр батыр дейеүҙең башын, суйын һарайҙы ҡалҡытып, уның аҫтына тығып ҡуйған, ә кәүҙәһен шундағы диңгеҙгә таш¬лаған. Шунан Ҡамыр батыр, батша ҡыҙы менән хушлашып:
    — Мин һеҙгә һуңынан барырмын, хәҙер миңә ял итергә кәрәк,— тигән дә ҡайтып киткән.
Ҡамыр батыр күҙҙән юғалыу менән ҡыҙ янына батшаның суйын һарайҙы һаҡларға ҡуйылған һанаты килеп еткән. Ул:
   — Әгәр атайыңа дейеүҙе мин үлтерҙе тип әйтмәһәң, хәҙер үк башыңа етәм! — тигән. Ҡото алынған ҡыҙ риза булған. Улар икәүләп батша һарайына йүнәлгәндәр.
   Батша, иҫән-һау ҡайтып ингән ҡыҙын күреп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торған. Шатлығынан хатта ҡыҙының нисек ҡотҡарылыуын, дейеүҙе кем үлтереүен һорашырға ла онотҡан. Шунда уҡ ҡыҙын ошо һанатына кейәүгә биреүен халыҡҡа иглан иткән.
   Инде өсөнсө көн туй бара. Батша ла, кейәү ҙә, ҡунаҡтар ҙа — барыһы шат, батша ҡыҙы ғына күңелһеҙ, ти. Ул Ҡамыр батырҙы көтә, ә Ҡамыр батыр һаман килмәй ҙә килмәй, ти. Батша ҡыҙы килгән бер кешене күҙҙән үткәреп ултыра.
   Бына бер ваҡыт һарайға бер хәйерсе килеп ингән дә ишек төбөнә генә ултырған. Батша, хәйерсене күреп ҡалып, бик асыуланған, уны ҡыуып сығарырға бойорған. Батша ҡыҙы ул хәйерсенең Ҡамыр батыр икәнен таныған да, атаһына килеп, уны бында ҡалдырыуын һораған.
   — Атай, рөхсәт ит, ул да бында булһын,— тигән. Ҡыҙы һорағас, батша ҡарышмаған. Шул саҡта батша ҡыҙы хәйерсегә бер аяҡ бал килтереп биргән. Хәйерсе балды эсеп ебәргән дә батшанан бер йыр йырларға рөхсәт һораған. Батша рөхсәт иткән. Ҡамыр батырҙың сикһеҙ моңло йырынан тәьҫирләнеп, бөтә ҡунаҡтар ойоп киткәндәр. Батша ҡыҙы ғына айыҡ ҡалған. Шул саҡта Ҡамыр батыр хәйерсе кейемен сисеп ташлаған, батша ҡыҙы уға суйын һарайҙан сыҡҡас ниндәй хәлдәр булғанын һөйләп биргән. Ҡамыр батыр:
   — Ҡунаҡтар һушын йыйғас, һин ошоларҙың барыһын да уларға һөйләрһең,— тигән дә икенсе йыр башлаған, ти. Был йырға ҡунаҡтар, һушын йыйып, уянып киткәндәр. Батша ҡыҙы үҙен дейеүҙән кем ҡотҡарғанын ҡысҡырып һөйләп биргән. Ҡунаҡтар теге һанатҡа ҡырын күҙ менән ҡарай башлағандар, ә ул һаман:
   — Юҡ, юҡ! Дейеүҙе мин үлтерҙем, батша ҡыҙын дейеүҙән мин ҡотҡарҙым! — тип ҡысҡырына, ти.
   Шул ваҡыт батша уға:
   — Әгәр дейеүҙе һин үлтергәнһең икән, раҫла! Нисек раҫларһың? — тип һорау биргән.
   — Дейеүҙең башын өҙә саптым да суйын һарай аҫтына ҡыҫтырып ҡуйҙым,— тигән теге һалдат.
   Бына шулай тигәс, барыһы ла, күмәкләшеп, суйын һарай янына киткән. Барып еткәс, батша үҙенең был һанатына:
   — Дейеүҙең башын суйын һарай аҫтына ҡыҫтырып ҡуйғанһың икән, хәҙер уны кире алып беҙгә күрһәт,— тигән.
Һанат тегеләй иткән, былай иткән, суйын һарайҙы күтәреү түгел, урынынан ҡуҙғата ла алмаған.
Шул саҡта халыҡ араһынан Ҡамыр батыр килеп сыҡҡан да, суйын һарайҙы күтәреп:
   — Дейеүҙе мин үлтерҙем. Бына уның башы! — тип дейеүҙең килбәтһеҙ башын алып күрһәткән. Шунан ул диңгеҙгә сумған да шул арала дейеүҙең кәүҙәһен дә күтәреп алып сыҡҡан. Халыҡ, Ҡамыр батырҙың был батырлығын күреп, хайран ҡалған.
Шунан инде батша Ҡамыр батырға:
   — Вәғәҙәм буйынса, ярты байлығым менән ҡыҙымды һиңә бирәм, минең вариҫым булырһың,— тигән, ә теге алдаҡсы һанатын аҫырға бойорған, ти.

       Йәшәгән, ти, батырҙар. Башҡорт халыҡ әкиәт­тәре.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,

1990.— 536 бит.