Әкиәт «Ҡаһарман батыр»

   Борон-борон заманда Ҡаһарман исемле бер кеше булған. Бер ваҡыт уның ҡатыны юғалған. Ҡаһарман батырҙың буйы ҡырҡ аршын булған. Ҡатыны юғалғас, ул уны эҙләп дейеүҙәргә киткән. Бөтә дейеүҙәрҙе йөрөп сыҡҡан, береһе лә уның ҡатынының ҡайҙа икәнлеген әйтә алмаған. Шулай ҙа бер дейеү:
   — Ҡаф тауының артында бер бик көслө дейеү бар. Һинең ҡатыныңды, моғайын, шул алғандыр,— тигән.
   — Ул дейеүгә нисек барырға һуң? — тип һораған Ҡаһарман батыр.
   — Хоҙай Тәғәләнең юлы бөтмәҫ. Ҡаф тауының артына барырға ла юл бар,— тигән дейеү.
   — Улай булғас, мин киттем,— тигән батыр.
   Шулай тигән дә Ҡаһарман батыр, ҡатынын эҙләп, Ҡаф тауы артына киткән. Уның аты бер атлағанда өс көнлөк юлды үтер булған. Барып еткән, Ҡаф тауы эргәһендә бер йылға бар икән. Йылғанан килеп һыу эсһә, ирененең тиреһе һыҙырылып төшкән. Атын эсергән, атының да ирененең тиреһе һыҙырылып төшкән. Шул ерҙә Ҡаһарман батыр ҡоҙоҡ ҡаҙыған да һәйбәт һыу алып эскән. Мәғриб менән мәшриҡ ҡапҡаларына килеп еткәс, Ҡаһарман батыр тәһәрәт алған. Шунан һуң ҡапҡаны күтәрәйем тиһә, күтәрә алмай икән. Ул ҡапҡаны тағы ла күтәреп ҡарамаҡсы булған, көсәнә торғас, тубығына тиклем күтәргән. Шунан, бөтә көсөн йыйып, ыһ та ыһ, тағы ла күтәреп ҡараған. Был юлы ҡапҡаны үҙенең ауыҙ тәңгәленә тиклем күтәргән. Ҡапҡа аҫтынан атын индереп ебәргән дә, үҙе лә инеп, ҡапҡаны кире төшөргән.


   Тауҙан Ҡаһарман батыр өс көн өс төн буйы төшкән. Шул тиклем ҡурҡыныс икән, бер ниндәй әҙәм заты юҡ, ти. «Бында кешеләр булһа ла ҡырылып бөткән, ахыры»,— тип уйлаған Ҡаһарман батыр. Бара торғас, Ҡаһарман батыр ерҙең аҫты-өҫкә әйләнеп ятҡан урынға килеп сыҡҡан. Ҡаф тауының артында бер ҙур күл бар икән. Башҡа бер нәмә лә күренмәй, ти. Күлгә ике яғынан да йәш кенә ҡарағайҙар ултыртылған бер ҡалҡыу һуҡмаҡ барып төшә, ти. Ҡаһарман батыр шул һуҡмаҡ буйлап киткән. Бара торғас, бер һарайға килеп сыҡҡан. Һарайҙың башына ҡараһа, бүреге ҡолап төшкән. Шунан һарай башын атынан төшөп ҡарамаҡсы булған, тик бер нәмә лә күрә алмаған. Ергә ятып ҡарағас ҡына ул һарайҙың башын күрә алған. Шунан Ҡаһарман батыр һарай ҡыйығына менеп ятҡан да:
   — Хоҙа Тәғәләнең рәхмәте менән мин ошонда ятып йоҡлап алайым әле, ни булһа ла булыр,— тигән. Шунда бер түшәк бар икән. Ҡаһарман батырҙың түшәккә ятыуы булған, күл ҡайнай башлаған. Унан кешегә оҡшаған бер йән эйәһе килеп сыҡҡан. Күл тағы ҡайнай башлаған, унан тау ҙурлыҡ дейеү килеп сыҡҡан. Шунан былар ашарға, уйнарға тотонғандар.
   — Ашағыҙ, әсегеҙ! Миңә дуҫым бер ҡыҙ килтереп бирҙе. Бөгөн мин шул ҡыҙ менән ҡушылам,— тигән дейеүҙәрҙең ҙурыһы.
   Шул ваҡыт бер ҡыҙҙың сеңләп-сеңләп илаған тауышы ишетелгән. Ҡаһарман батыр сыҙамаған, «Был бит минең ҡатыным!» — тип, һарайҙан һикереп төшкән.
Ҡаһарман батырҙың билбауы ҡырҡ аршын булған. Билбауҙы ул ҡырҡ дейеү тиреһенән үреп алған. Ошо билбау менән ул өй ҙурлыҡ дейеүгә һуҡҡан икән, дейеү ергә тәгәрәп барып төшкән. Ҡаһарман батыр уның ҡул-аяҡтарын бәйләп ташлаған да тегеһе менән һуғыша башлаған. Тау ҙурлыҡ дейеү менән өс көн, өс төн һуғышҡан. Дейеүҙе үлтереп, әлеге илаған ҡыҙҙы табып алған. Был бер батшаның ҡыҙы икән.
   — Минең ҡатыным ҡайҙа? Ул бында юҡмы ни? — тип һораған Ҡаһарман батыр теге ҡыҙҙан.   — Уның әхирәте бар, моғайын, шул әхирәте эргәһендәлер,— тигән теге ҡыҙ.
   Батыр ҡыҙҙы алған да ҡатынын эҙләп киткән. Бара торгас, бер һарайға барып сыҡҡандар. Был һарайҙың оҙонлоғо өс саҡрым икән. Инһәләр, һарай тулы һалдат, ти. Береһе: «Был — миңә», икенсеһе: «Юҡ, миңә!» — тип, дыу килеп ыҙғышып яталар, ти.
   — Бына һеҙгә!— тигән дә Ҡаһарман батыр һалдаттарҙың баштарын ҡырырға тотонған. Өс көн, өс төн һуғышҡан, бөтә һалдаттарҙы ҡырып бөтөргән. Икенсе бер һарайға инһә, Ҡаһарман батырҙың ҡатыны шунда ултыра, эргәһендә тағы бер ҡатын бар, ти. Ҡатыны, ирен күреп ҡалып:
   — Эй, Ҡаһарман, бында килмә! Ҡайҙан килдең шунда кит! — тип ҡысҡырған.
   — Юҡты һөйләмә,— тигән Ҡаһарман батыр.— Мин бит Ҡаф тауының теге яғынан килдем, дейеүҙәр менән һуғышмайынса китмәйем, ни булһа ла булыр! — тигән.
   — Ярай, Ҡаһарман. Дейеү бына был һарайҙа йоҡлап ята.
Һарайға барып инһә, бер ҙур дейеү ята, ти. Буйы һикһән аршын, йыуанлығы ҡырҡ аршын, ә һәр бармағы кеше дәүмәле, ти. Тәүҙә Ҡаһарман батыр дейеүҙе шунда уҡ сапҡылап ташларға уйлаған да аҙаҡ: «Ҡуй, былай егетлек түгел. Ҡаф тауы артына килеп, йөҙгә-йөҙ килеп алышмайынса, йоҡлап ятҡан дейеүҙе үлтерһәм, исемем Ҡаһарман булмаҫ»,— тип, был уйынан кире ҡайтҡан. Шулай тигән дә Ҡаһарман ныҡ итеп ҡысҡырып ебәргән. Дейеү уянмаған. Икенсе тапҡыр ҡысҡырған. Дейеү йоҡо аралаш:
   — Ҡаһарман, килдеңме әллә? Йоҡомдо туйҙырып алайым да, барып, Ҡаһарманды үлтереп, он итеп онтап киләйем тип ята инем әле,— тигән.— Алыш бармы, көрәш бармы?
   — Алыш атаң башына, көрәш бар! — тигән Ҡаһарман.
Һарай эргәһендә генә ҙур бер ҡара таш ята икән. Шуның янына сыҡҡандар ҙа:
   — Йә, башлап һин һуҡ, һуңынан үкенерлек булмаһын,— тигән дейеү.
   — Юҡ, һин башлап һуҡ, минең ҡатынымды урлағас, батырлығың артҡандыр,— тигән Ҡаһарман.
   — Ярар, улай булғас, мин башлап һуғам,— тигән дейеү.
Дейеүҙең ҡырҡ батман ауырлығы күҫәге бар икән. Ҡаһарман батыр теге ташҡа баҫҡан. Дейеү ҡырҡ батманлы күҫәген һуҡҡан саҡта, Ҡаһарман ситкә һикергән.
   — Йәнең сыҡманымы әллә? — тип һорай икән дейеү.
   — Юҡ әле,— ти Ҡаһарман. Дейеү тағы ла һуҡҡан. Ҡаһарман батыр тағы ла ситкә һикергән.
   — Йәнең бармы әле? — тип һорай икән дейеү.
   — Бар әле, бар,— ти Ҡаһарман.
   — Ҡайҙа, хәҙер мин һинең ҡабырғаңа һуғайым,— тип, дейеү ҡырҡ батманлыҡ күҫәген һелтәгән икән, Ҡаһарман был юлы ла ситкә янтайып ҡалған.
   — Хәҙер минең сират,— тигән Ҡаһарман батыр. Шулай тигән дә Ҡаһарман батыр, дейеүҙең яғаһынан алып, йоҙроғо менән бер тондорған икән, дейеү үлгән дә ҡуйған. Шунан дейеүҙең кәүҙәһен тураҡлап, ҡатынын, теге батша ҡыҙы менән икенсе ҡатынды ла алып, ҡайтып киткәндәр. Ҡаф тауына килеп еткәндәр, уны аша сыҡҡандар. Батша ҡыҙын үҙенә ҡатынлыҡҡа алған, теге ҡатынды үҙ өйөнә ҡайтарып ебәргән. Шулай итеп, донъя көтөп, йөн тетеп, йәшәп киткәндәр, ти, былар.

 

                   БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ Баҫмага НУР ЗАРИПОВ әҙерләне ӨФӨ

                  БАШҠОРТОСТАН КИТАП НӘШРИӘТЕ 1990