Хәтерҙә генә тотор хикмәттәр
«Файҙалы бер эшкә тотонһаң, ул дауамлы булһын, дауамлы ғәмәлдәр бәндәгә изге ниәттәрен бойомға ашырыу мөмкинлеге бирә».
Ололар өйрәткән:
«Ҡулдарығыҙ хәрәмгә ҡағылмаһың, ҡолаҡтарғыҙ, хәрәм тураһында, ишетмәһен, аяҡтарығыҙ хәрәмгә ҡағылышлы ерҙәргә баҫмаһын, ашҡаҙанығыҙға хәрәм инмәһен, телегеҙ юҡ-бар һүҙ һөйләмәһен, бөтә тәнегеҙҙе хәрәмдән һаҡлай күрегеҙ. Һаҡлай белмәһәгеҙ, харап булыуығыҙ бар. Әгәр ҙә күҙҙәрегеҙ, үҙегеҙ ҙә аңғармаҫтан, хәрәм нәмәләрҙе күреп ҡалһа, бында гонаһ юҡ. Әммә күргән нәмәгеҙгә ҡабат-ҡабат ҡарау – гонаһ. Хәрәм нәмә күреү менән ҡараштарығыҙҙы, ситкә йүңәлтегеҙ», — тигән.
Хәрәмдәрҙән дә хәүефлерәк, нәмә Исламда — ата-әсә хаҡын танымау.
Үҙенең хаҡ илсеһе Мусаға, ғәләйһис-сәләм, Аллаһы Тәғәлә әйтә:
— Эй, Муса! — ти. — Ата-әсәһенә баш бирмәгән кешенең телен киҫ, әгәр ҙә инде уларҙы башҡа берәр төрлө рәнйетә ҡалһа, рәнйеткән ерен өҙөп ташла. Ата-әсәһенә күндәм булған кеше алдында Йәннәттәрҙең ике ҡапҡаһы асып ҡуйыла, ата-әсәһенә баш бирмәгән кеше алдында ла ике ҡапҡа асылып ҡуйылыр, әммә ул ҡапҡалар Йәһәннәмгә илтер. Ата-әсәләре ғәҙел була белмәгән, ҡаты бәғерле булған хәлдә лә, уларға ҡаршы тороп, дорфалыҡ күрһәтеүгә рөхсәт юҡ.
Гонаһтар араһында иң ауыры һәм иң олоһо — ата-әсәң һиңә өндәшкән ваҡытта, тиҫкәрелек менән уларға яуап бирмәүең. Асыуҙары ҡабарып, һиңә ҡысҡыра ҡалһалар ҙа өндәшмәй тор.
Һинең бәхетле булыуың да, бәхетһеҙлегең дә улар ҡарамағында. Әгәр ҙә ата-әсәң олоғайып, йәки ауырып китһә — тәрбиәңдән ташлама.
«Йәннәт, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — әсәләрҙер аяҡ аҫтында».
«Эй, Муса! — тигән Аллаһ. — Ата-әсәләре ҡәнәғәт булған балалар менән Мин дә ҡәнәғәтмен.
«Ата-әсәләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу нәфел намаҙҙары, нәфел ураҙалары, хаж һәм ғөмәрә хажынан да яҡшыраҡ. Ата-әсәһенә хеҙмәт күрһәтә белгән кешенең тормошо бәрәкәтле, ғүмере оҙонораҡ буласаҡ, ата-әсәгә баш бирә белмәгәндәрҙең, киреһенсә — йәшәүе мәғәнәһеҙ, ғүмере ҡыҫҡа булыр. Улар — Аллаһтың ләғнәтенә юлыҡҡан кешеләр».
Ҡәғбәтуллаға барып, тәүәф ҡылып йөрөгәндә Хәсән Әл-Басри арҡаһына кәрзин аҫып, мосолмандар менән бергә Ҡәғбә тирәләй тәүәф ҡылып йөрөгән бер кешене күрә: «Дуҫ кеше! Әгәр ҙә арҡаңдағы был йөктө ҡуйып торһаң, тәүәф ҡылырға ла еңелерәк булмаҫ инеме?» — ти. «Һинең йөк тип атағаның — ул минең атайым. Тәүәф ҡылыр өсөн тип, мин уны Димәшектән етенсе тапҡыр алып киләм. Ул мине иманға һәм иман талаптарын үтәргә өйрәткән, Ислам тәрбиәһе биреп үҫтергән зат», — ти кеше.
«Һин уны бына ошолай тәүәф ҡылыу өсөн Ҡиәмәт көнөнә тиклем йөрөтә алаһың, әммә шуны ла бел: ғүмереңдә тик бер генә тапҡыр атайыңдың кәйефен ҡырыр булһаң, бөтә был тырышлыҡтарың юҡҡа сығыр. Киреһенсә, ғүмереңдә бер тапҡыр ғына атайыңа һөйөнөс бирер булһаң, һинең әллә күпме игелегеңә бирелер әжер-сауаптарҙы да алмай ҡалмаҫһың», — ти Хәсән Әл-Басри, Фәҡирҙәргә, сабыйҙарға, ололарға ҡарата мәрхәмәтле бул. Юлыңда бер сабый күрһәң: «Был сабыйҙың бит бер гонаһы ла юҡ, ә мин гонаһтарға батып бөткәнмен. Шул сәбәпле, был бала минән яҡшыраҡ», — тип уйланып ал. Олоғайған бер мөьмин-мосолманды күреп ҡалһаң да: «Был бит ғибәҙәттә минән күберәк торған, шуға уның күңеле лә минекенән яҡшыраҡ», — тип уйлап ҡуй. Мосолмандарҙан динде яҡшы белгән бер ғалимды осратһаң, күңелеңдә: «Мин наҙанмын, ул минән күберәк белә, тимәк, дәрәжәһе лә олораҡ», — тигән уй сағылып үтһен. Бер наҙанды күреп ҡалһаң да: «Был бит белмәүе сәбәпле, гонаһҡа батып йөрөй, ә мин белгән көйө гонаһ эшләйем. Тимәк, ул да минән яҡшыраҡ», — тип фекереңде эшкә ек.
Бөтөнләй иманы булмаған бер әҙәмде күрһәң дә: «Был әҙәмдең дә иманға килгән хәлдә донъянан үтеп китеүе бар, ә мин иман менән үтерменме? Белеп булмай. Был йәһәттән ҡарағанда, әле иманға килмәй йөрөгән кеше лә бит минән өҫтөнөрәк була түгелме һуң?» — тип игелек эшләп ҡалырға ашыҡ.
«Тәкәбберлек менән морон күтәреп, йөрөмәһәң, мосолмандар алдында маһайып, кәпәренеп бармаһаң, Аллаһ ҡаршыһында ла дәрәжәң юғары булыр».
«Аллаһтың асыуына юлыҡмайым тиһәң, мал-мөлкәте күптең байлығына күҙ һалып ҡына торма, ейер ризығын күкрәк көсө, маңлай тире менән эшләп тапҡандарҙан ғибрәт ал. Шул ваҡытта үҙеңә биреп кенә торған бәрәкәттәре өсөн Аллаһы Тәғәләнең үҙенә лә шөкөр итә белерһең».
Мал-мөлкәттәр тапҡанда һәм дәрәжәләргә, дан-шөһрәттәргә өлгәшеп йәнеңде кер менән күмгәндә лә, ғибәҙәт тураһында ла онотма.
Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән:
«Тормошо етеш ваҡытта бәндәнең иманы зәғифләнеүсән», — тигән.
Кешенең малы ла булһын, иманына ла зыян килмәһен, тиң өйрәтә дин.
Бынан ике мең йыл ярым замандар, элек йәшәгән ғалим Геродот беҙгә бик фәһемле бер хикәйәт яҙып ҡалдырған:
«Бөтә донъяны яулап, халыҡтың малдарын талап, аҡыл эйәләрен дә үҙенә буйһондороп алғас, Крез батшаһ Солон исемле бер философты ҡунаҡҡа саҡыра, дәүләтен күрһәтә.
— Әй, Афинанан килгән ҡунағым! Беҙ һинең аҡыл эйәһе булыуыңды, аҡыл йыйып, күп илдәр, күп ерҙәр үтеп ҡайтыуыңды беләбеҙ, юлдарҙа йөрөгән ваҡыттарыңда донъяла иң бәхетле тип һаналырлыҡ берәр зат күрмәнеңме? — ти. «Юҡ, һинән дә бәхетлерәге булмаҫ», — тигән яуап алырға теләй.
— Күрҙем, — ти аҡыл эйәһе, — ул Афинала йәшәй.
— Нимәһе менән уны иң бәхетле кеше тип һанайһың? — ти батша.
— Был кеше, — ти ғалим, — иле сәскәгә күмелгән тыныс йылдарҙа йәшәне, игелекле балалар үҫтерҙе, ейән һәм ейәнсәрҙәренең дә һау-сәләмәт ғүмер итеүҙәрен күреп өлгөрҙө, мал-мөлкәте лә етерлек ине. Беҙҙең ҡарашыбыҙса, үлеме лә үкенесле булманы — илен һаҡлап, дошмандарын да ҡасып китергә мәжбүр итеп, бөтә халыҡ алдында хөрмәт ҡаҙанып, батырҙарса һәләк булды.
Батшаның асыуы ҡабара:
— Афинанан килгән ҡунағым! Һинең уйыңса, минең бәхетем шул ябай ғына кешеләрҙеке кеүек тә түгелме ни? — ти ул.
— Һеҙҙә кәмселектәр бар. Һеҙҙең Аллаһ тип табынғандарығыҙ — көнсөл һәм күңелдәргә шом һалып ҡына торған тораташтар булыуын белгән кешенән һин бәндә тормошо тураһында һорайһың. «Кеше тормошо, ғәҙәттә, 70 йыл менән сикләнә. Көндәр һаны менән иҫәпләгәндә ул 2550-нән артып китә. Шул көндәрҙең береһе лә икенсеһенә оҡшап бөтмәй — һәр береһе үҙенсә яңы, малы самалы булһа ла, йәне тыныс, алдағы көндәргә өмөтө яҡты, иманы камил кеше донъяны үҙ ҡулында тотҡан (йәки ҡулымда тотам тип уйлаған) батшаға ҡарағанда бәхетлерәк», тигән фекерҙе аңлатып бирергә теләй хикмәт эйәһе.
Батша уны өйөнән ҡыуып сығара.
Шул замандарҙан һуң тағы ла мең йыл самаһы ваҡыт үткәс, пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, маңлай тирен түгеп мал тапҡаны һәм мал табыуҙа ярҙамынан ташламағаны өсөн Аллаһҡа шөкөр итеп, донъяны Ахирәттең игелегенә әйләндерә белгән кешенән дә бәхетлерәк зат булмауына дәлилдәр ҙә килтереп, өммәтенә Ислам динен алып килә.
Һәм: «Раббәнә әтинә фид-дунйә хәсәнәтә үә фил-әхирәти, хәсәнәтә үә ҡыйнә ғазәбән-нар» — «Әй, Раббым! Беҙгә был фани донъяла күркәм тормош бир, Ахирәттә лә бәхет-сәғәҙәттәреңдән ташлама. Ут ғазабынан һаҡлай күр!» — тип доға ҡылып ҡына торорға өйрәтә.
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, тағы ла өйрәтә: «Мосолмандарҙан һәр кем гонаһ эштәргә, ҡәрҙәштәр менән араларҙы өҙөүгә сәбәп булмаған ниндәйҙер бер доға менән мәрәжәғәт итә икән Аллаһ уға өс төрлө нәмәнең береһен бирмәй ҡалмаҫ, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. — Һорағанын Ул йә был фани донъяла уҡ бирер, йә Ахирәттә биреү өсөн ҡалдырып торор, йәиһә һорағанына тиң булырлыҡ бер яуызлыҡтан ҡотҡарып ҡалыр».
Кешеләр ашығып барыусан -— һорағанын уға бөгөн үк бир, бирелмәй ҡалһа, ул донъя менән дә, дин менән дә ризаһыҙлыҡ күрһәтергә генә тора. Үҙенең пәйғәмбәрҙәренә лә Аллаһтың;
«Эй, пәйғәмбәрҙәрем! Ризыҡтың хәләл ителгәндәре менән генә туҡланығыҙ, ғәмәлдәрҙең игелеклеләрен генә эшләгеҙ. Һеҙ нимә эшләгәндең бөтәһен дә Мин бит белеп торам», — тигәнен хәтерҙә генә тотмайҙар, бәлки, уҡып ҡарағандары ла булмағандыр.
«Мөьминдәр» сүрәһе, 51-се аят
Хәҙистәрҙә тағы ла хәрәм ризыҡ менән туҡланып үҫкән, хәрәм ризыҡ менән туҡланып йөрөгән оҙайлы юлдар үткән берәүҙең саңға батып бөткән өҫтәрен, туҙғып торған сәстәрен пакларға ла теләмәгән хәлдә, ҡулдарын күккә һоноп: «Эй, Раббым! Эй, Раббым!» — тип доға ҡылыуын ишеткән пәйғәмбәребеҙ: «Шул кеше лә доғама яуап алырмын тип көтәме?» — тип кенә ҡуйыуы тураһында һүҙ бара.
«Һәр игелектең туҡтауһыҙ дауам итеп торғаны маҡтаулы», — тип өйрәтә дин. Белгәнде лә ҡабатлап һәм ғәмәлдәрҙә ҡулланып ҡына тороуҙы хуплай ул.
Ҡайһы бер мосолмандарҙың: «Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп ҡылған доғаларыбыҙға нишләп һуң беҙ бер яуап та алғаныбыҙ юҡ?» — тип зарланыуына, дин ғалимдарынан Ибраһим бин Әҙһәм биргән фәһемле яуаптарҙы ҡабатлап китке килә: «Ун төрлө нәмә айҡанлы, һеҙҙең күңелдәр үлеккә әйләнгән», — ти ул. «Улар ниндәй?» — тиҙәр, «Һеҙ Аллаһ тураһында белдегеҙ, әммә Уға буйһона белмәнегеҙ; һеҙ Аллаһ илсеһе тураһында белдегеҙ, әммә уның сөннәтенә эйәрә белмәнегеҙ; һеҙ Ҡөрьән менән таныштығыҙ, әммә уның бойороуҙары һәм тыйыуҙары талап иткәнсә йәшәргә тырышмайһығыҙ; Аллаһ биргән игелектәрҙән һеҙ көс алып ҡына тораһығыҙ, әммә улар өсөн шөкөр тигән нәмәгеҙ юҡ; һеҙ Йәннәттәр тураһында ишетеп белдегеҙ, әммә уларға инергә ашығып бармайһығыҙ; һеҙ Йәһәннәм уты тураһында ишетеп белдегеҙ, әммә унан ҡасып китергә ашыҡмайһығыҙ;
Һеҙ шайтандың кем икәнен белдегеҙ, әммә уға ҡаршы торорға тырышыу урынына, уның менән уртаҡ тел таптығыҙ; һеҙ үлем киләһен белдегеҙ, әммә уға әҙерләнергә кәрәк булыуын аңламанығыҙ; һеҙ мәрхүмдәрегеҙҙе ерләп йөрөйһөгөҙ, әммә унан бер ниндәй һабаҡ алғанығыҙ юҡ; йоҡонан уянып, һеҙ кешеләрҙең етешһеҙлеген тикшерә башланығыҙ, ә үҙегеҙҙә булған кәмселектәр тураһында уйланырға ваҡытығыҙ юҡ. Шулай булғас, һеҙҙең доғаларға ниндәй яуап булһын?» — ти.
Ғүмәр ибн әл-Хаттабтан ҡалған хикмәттәр.
«Ун нәмәнән башҡа ун нәмәгә урын юҡ: күңелең пак булмағанда — зиһенгә; ғилемең булмағанда — һәләткә; ҡурҡыу тигәнде белмәгәндә — ҡотолоп ҡалыуға өмөт бағлауыңа; ғәҙеллек булмағанда — әмирлеккә; тәрбиә булмаған ерҙә — күркәм холоҡ һәм намыҫҡа; аманатҡа тоғролоҡ булмаған ерҙә — именлек менәһ тынғылыҡҡа; йомартлыҡ һәм фәҡирҙәргә ҡарата хәйер-хаҡлыҡ булмаған ерҙә — муллыҡҡа; бары менән байҙарса йәшәргә өйрәнмәгән ерҙә — хәйерселектән арыныуға; тыйнаҡлыҡ булмаған ерҙә күркәм холоҡҡа; Аллаһы Тәғәлә ярҙамы булмаған ерҙә Хаҡ динде таратырға тырышыуға урын да юҡ, мәғәнә лә тапмаҫһың», — тигән ул.
Башҡортостан дини календары 2017 йыл