Саҙаҡа биреү

                                                                  Саҙаҡа биреү

                                          Саҙаҡа биреү тәртибе тураһында бер нисә хәҙис
   «Әгәр ҙә кеше доғаларының ҡабул булыуын, үҙенә килгән бәләләрҙең юҡҡа сығыуын теләһә, мохтажлыҡҡа төшкән кешегә үҙе лә ярҙам итһен».
   «Саҙаҡаның иң яҡшыһы — (һыуға ҡытлыҡ булған ерҙә) кешеләргә һыу эсереү».
   Йәки «...мосолман кешенең ғилемгә өйрәнеп, уны башҡаларға ла өйрәтергә тырышыуы».
Әлбиттә, саҙаҡа биреүҙең сауаплы булыуы хаҡында Ислам өгөт-нәсихәт биреп, үҙ-ара ярҙам итешеп кенә торорға бойора, әммә уны хәҙерге ҡайһы бер хәҙрәттәребеҙ кеүек һорап алыуҙан тыя.
   «Хәйер-саҙаҡа бирешеп кенә тороғоҙ!» — тигән ул. Ирҙәрҙән берәү шул ваҡыт: «Эй, Аллаһ илсеһе! Минең бер динар аҡсам бар, — ти, — уны саҙаҡа итеп кемгә бирергә кәрәклеген белге килә». «Үҙ кәрәк-яраҡтарыңа тотон». «Миндә тағы ла бер динар бар», — ти ир кеше. «Балаңа бир», — ти пәйғәмбәр. «Миндә тағы ла бер динар бар», — тип дауам итә ир. «Ҡатыныңа бир». «Минең тағы ла бер динарым бар», — ти кеше. «Хеҙмәтсеңә бир». «Минең тағы бер динарым бар», — ти ир. «Ҡайҙа тотонорға кәрәклеген үҙең яҡшыраҡ беләһең», — ти пәйғәмбәр.
  Әбү Сәғид әл-Худриҙан риүәйәт булып ҡалған бер хәҙистә Ибн Мәсғүт ҡатыны Зәйнәбтең пәйғәмбәребеҙгә килеп: «Эй, Аллаһ илсеһе! Бөгөн һин хәйер-саҙаҡа биреп кенә торорға кәрәклеге тураһында һөйләнең, минең үҙемдең бик матур биҙәнеү әйберҙәрем бар. Мин уны хәйер-саҙаҡаға таратып бирергә теләгәйнем,    Ибн Мәсғүт рөхсәт итмәне:


   «Уға минең үҙемдең һәм балаларымдың хаҡы күберәк», — тине, ти.
   «Ибн, Мәсғүт дөрөҫ әйткән, ысынлап та, ҡиммәтле был нәмәләргә уның да, балаларының да хаҡы олораҡ», — тигән пәйғәмбәр.

   «Һоранырға өйрәнгән кеше, — тигән ул, — Ҡиәмәт көнө килеп, битендә бер семтем ите ҡалғансы һораныуҙан туҡтала белмәҫ».

   «Әгәр ҙә кеше үҙе байып-ҡалыу өсөн генә һоранырға өйрәнеп алһа, утлы күмер һораған булып сыға».

   Әзмәүерҙәй ике ир бер ваҡыт саҙаҡа һорап пәйғәмбәребеҙгә килә. «Теләгегеҙҙә булһа, хәйер-саҙаҡаны мин һеҙгә бирәм, ләкин ул саҙаҡала байҙарҙың да, көслө кешеләрҙең дә, эшкә яраҡлыларҙың да өлөшө юҡ», — ти.

   «Яҡын ҡәрҙәшеңә, фәҡир меңән мосафирға үҙҙәренә тейеш булған хаҡын бир. Аллаһ ризалығына лайыҡ булырға теләгән кеше өсөн был бик яҡшы. Бына шулар инде ҡотолоу табып бәхет-ҫәғәҙәткә өлгәшәсәк».

   Бөтә нәмәнең ысын хужаһы — Аллаһ. Булған байлыҡты нисек итеп файҙаланыу ҙа Уңың үҙ ихтыярында.

                                                                                                                   «Рум» сүрәһе, 38-се аят

   Ҡәрҙәштәрҙең хаҡы башҡаларға ҡарағанда мөһимерәк, фәҡирҙәр һәм бөтә нәмәнән мәхрүм ҡалғандар араһында хәйер һоранып йөрөгәндәр менән мосафирҙарҙың мохтажлығы ҙурыраҡ.

   Үҙ-ара ярҙамлашып ҡына тороу, өмәләргә йыйылып, иң мәшәҡәтле эштәрҙе бергәләп башҡарыу, өйҙәр күтәреү, туйҙар үткәреү кеүек игелекле эштәрҙе ата-бабаларыбыҙ элек саҙаҡаға тиңләшерлек эштәрҙең иң сауаплыһы тип һанаған.
   Бындай игелекле ғәмәлдәр хәҙер онотолдо, бер эш килеп тыуһа, ҡәрҙәшенең кеҫәһенә генә ҡарап тороуҙар ғәҙәткә әйләнеп китте.
  «Үгеҙ үлһә ит, арба ватылһа утын», — тигән кеүек була инде ул. Аҡса бирер булһаң, гонаһлы эштәрҙе лә еренә еткереп эшләргә әҙер торғандар, аҡса артынан ҡыуып, тиҫбене автоматтарға алмаштырып йөрөгәндәр менән донъя тула башланы. Берәүгә йомош төшһә, иң элек кеҫәне ҡапшап ҡарайбыҙ, берәр ереңә зәғифлек килһә, аҡсаны барлап алабыҙ, берәү үлем түшәгенә ятһа, ашығыс ярҙам машинаһынан алда мәтәм командаһы килеп етә, ярҙам кәрәкмәйме икән, тип түгел, аҡса эшләп ҡалыу ниәте менән.
Мәрхүмдәр тураһында хәстәрлек бит ул Аллаһ ризалығы өсөң тип эшләнә, тип өйрәтә дин. Мәрхүмдәрҙе оҙатыуҙа ҡатнашыу сауаптың иң олоһо.
   «Аллаһ илсеһе бер ваҡыт беҙгә: «Мосолмандарҙан кем дә булһа берәүҙең тәҡүәлеге тураһында мосолмандарҙан дүрт кеше геуаһлыҡ биреп тора алған һәр кемде Аллаһ Йәннәттәренә индермәй ҡалмаҫ», — тине тип, хәтерләр булған Ғүмәр ибн әл-Хаттаб. «Ә өсәү генә геуаһлыҡ биреп торһа?» «Өсәү генә булһа», — тине ул. «Икәү генә булһа?» «Икәү генә булһа ла», — тип яуап бирә пәйғәмбәр.
   «Йома көндәрендә ата-әсәһенең икеһенең дә, йәки береһенең генә ҡәбереңә барып йөрөгән кешенең Аллаһ гонаһтарын ярлыҡап, үҙенең изге бәндәләре менән бергә урынлаштырыр», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   «Иҫән-Һау йәшәп ятҡан йәки Ахирәткә күсеп, киткән ата-әсәләрегеҙ хөрмәтенә, Улар хаҡына доғала булып, хәйер-саҙаҡа өләшеп, хаж ҡылып йәки ураҙа тотоп, әле иҫән-һау арағыҙҙа йәшәп ятҡан йәки Ахирәткә күсеп киткән ата-әсәләрегеҙ тураһында хәстәрлек күреп кенә торорға һеҙгә кем ҡамасаулай? — тигән имам Садыҡ. — Әгәр ҙә бәндә шуларҙы эшләп кенә торһа, ата-әсәләре лә, үҙе лә бының өсөн әжер-сауаптарҙы тигеҙ итеп аласаҡ. Ул ғына ла түгел, Аллаһы Тәғәлә уның игелегенә Үҙе лә игелек менән яуап бирәсәк».
   «Кешеләр араһында шундайҙар ҙа бар: «Беҙ Аллаһҡа иман килтерҙек», — тиҙәр ҙә улар, Аллаһ юлында ниндәйҙер бер ауырлыҡҡа килеп юлыҡһалар, кешеләрҙән күргән ҡыйырһытыуҙарҙы ла Аллаһ ғазабы менән тиң күрә башлайҙар. Әгәр ҙә һин, Мөхәммәд, Раббың ихтыяры менән бер еңеүгә өлгәшһәң, улар ҙа килеп етер ҙә: «Беҙ ҙә бит һеҙҙең менән бергә булдыҡ», — тиерҙәр. Ерҙә тереклек иткәндәр күңелендә нәмәләр булғанын Аллаһ белеп кенә тормаймы әллә?»
   Ундай кешеләр өсөн иман кәлимәһе күңел менән түгел, тел менән әйтелгән һүҙ генә. Имандың ысын мәғәнәһе йыш ҡына заманға, тормошҡа, илгә, халыҡҡа ауыр һынауҙар килгәндә нығыраҡ беленә. Аллаһ та белә уны, бәндәләр ҙә.
   «Кемдәрҙең иманға килгәнен дә, кемдәрҙең монафикҡа әйләнгәнен дә Аллаһ үҙе асыҡ итеп белеп тора».
Әгәр ҙә эше уңмаҫ көйө аҡыл һатып йөрөгән кеше Аллаһ беҙҙән алыҫ, ҡылған ғәмәлеңде йәшереп ҡалыу бер тин тормай, тип уйлаһа, яңылыша.
   «Иманға килмәгәндәр, ғәҙәттә, мөьминдәргә әйтер: «Беҙ йөрөгән юлда йөрөгөҙ, шул ваҡытта беҙ ҙә һеҙ ҡылған гонаһтар ауырлығын да үҙ өҫтөбөҙгә алырбыҙ», — тиҙәр. Ә бит уларҙан бер кем дә быны эшләй алмай. Алдашыуға ғына бара».
                                                                          «Әл-Ғәтсәбүт» («Үрмәксе») сүрәһе, 10—12-се аяттар
   Алдашыуҙар, аҙашыуҙар, ялған вәғәҙәләр һәм дин исеме менәң ҡылған енәйәттәр, ялған йолалар, ялған нәсихәттәр, башҡаларҙы гонаһҡа батырға мәжбүр иткән ҡотҡолар бигерәк тә артып китә башланы түгелме?
Заманында пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Насар бер йолаға юл ярған һәр кем ошо йоланы башлап ебәргәне өсөн дә, кешеләрҙең уға эйәреп йөрөгәндә ҡылған гонаһтарын да үҙ өҫтөнә алыр, шуның менән бергә был яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы юҡ-бар йолаға бирелеп киткәндәрҙең дә гонаһын еңеләйтергә мөмкинлек бирмәҫ».
   Бер ваҡыт сәхәбәләре араһында ултырған пәйғәмбәребеҙ эргәһенә килеп берәү хәйер һорай. Ләкин уның был үтенесенә яуап биреү теләге менән бер кем дә ҡуҙғалмағас, сәхәбәләрҙән береһе юл башлап тигәндәй, уға саҙаҡа килтереп бирә. Уның был игелекле эшенә башҡалар ҙа ҡушыла. Быны күреп торған пәйғәмбәребеҙ шул ваҡыт: «Яҡшы бер йоланы башлап ебәргән һәр кем, үҙе өсөн дә, үҙенән өлгө алғандар сауабын да кәметмәй әжерең алыр», — тигән.
   «Исламдың төп нигеҙе өсәү {беҙҙеңсә өс таған кеүек була инде), — тигән имам Ғәли хәҙрәт. — Эргәһендә булған икәүҙе таяныс итеп алмай тороп уларҙың береһендә лә файҙа булмаҫ: был терәктәр — намаҙ, саҙаҡа таратыу һәм имам етәкселеге».
   «Ауырыуҙарығыҙҙы саҙаҡа таратып дауалағыҙ, мохтаждар файҙаһына зәкәт биреү юлы менән мал-мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ», — тигән пәйғәмбәр.
   «Зәкәт» ул фәҡирҙәрҙе туйындырып тороу һәм уларҙың тормошон яҡшыртыу өсөн тәғәйенләнә», — тигән имам Джәғфәр.

                                                                                                            Башҡортостан дини календары 2017 йыл