Хәҙрәттән нәсихәт

                                  Ризаитдин бине Фәхретдин хәҙрәттәренән ҡалған тағы ла бер нәсихәт
   Бер мулланың мөнбәрҙә ултырып, ерҙең үгеҙ, балыҡ өҫтөндә булыуы тураһында һөйләгәнен тыңлап торғандан һуң, мосолман бер студенттың: «Ислам дине ошо булһа, мин бынан сыҡтым», — тип тороп китеү хәбәрен ишеткәнем бар. Бында ғәйеп Ислам динендә түгел, студентта тип тә әйтеп булмай, бәлки ялған менән дөрөҫлөктө айыра белмәй үә урынын да тикшереп тормай һүҙ һөйләгән муллалалыр. Был мулла әгәр ҙә һүҙ һөйләмәй тик кенә торған булһа, үҙе лә ауыр хәлгә төшмәҫ, кешеләр ҙә сәләмәт ҡалыр ине. Мәсеттә халыҡтарға ерҙәрҙең, күктәрҙең ниндәй рәүештә булыуын һөйләргә, астрономия һәм география хаҡында (аҡылға һыймаҫ) мәғлүмәт бирергә ниндәй ихтыяж бар? Мәсеттәрҙәге хатиплыҡ урыны бит үл — бик оло һәм мөбәрәк урын.
   Мөнбәргә менгәндә, имам Рәсүлулла урынына баҫҡанын хәтерҙә тотоп, һәр һүҙен үлсәп һөйләргә тейеш.
Теләһә нимә һөйләп йөрөгәндәр мосолмандарҙың динһеҙләнеүенә сәбәп булған кеүек, һәр һүҙен үлсәп һөйләй белгән кешенең вәғәзе бәғзе ваҡыт динде ҡабул итеүгә лә сәбәп була.
   Бер мәжлестә олуғ һәм һүҙе үтемле, үҙенә ҡаршы һөйләү бик тә ситен булған бер морзаның ожмах һәм тамуҡ хаҡында булған хәбәрҙәргә әһәмиәт бирмәүен белдереп: «Мин фәлән кешеләр менән ожмахҡа инеүгә ҡарағанда актрисалар менән тамуҡҡа инеүҙе артығыраҡ күрәм, тамуҡҡа керермен дә уҫал мосолмандарҙы ғазаплап йөрөрмөн», — тип һөйләп көлә ине.
   Шунда бер дәрүиш унан:
   «Һеҙ әһәмиәт бирмәгән хәбәрҙәр ялған булһа, һис кемгә зарар юҡ, әммә дөрөҫ була күрһә һәм ул хәлдәр үҙ башыңа килһә, морҙалыҡ һәм түрәлектең бер тинлек мәғәнәһе күренмәһә, бына әле тирә-йүнеңдә булған әҙәмдәрҙең береһе лә булмаһа, шул ваҡытта нишләрһең?» — тип һорап ҡуйҙы. Төҫө боҙолған хәлдә морза урынынан торҙо һәм бик етди төҫ менән: «В самом деле, эш харап бит!» — тине һәм шунан һуң бындай һүҙ һөйләүҙәре ишетелмәне.
   Һүҙҙең бик әҫәрлеләре, мөләйемдәре була, ҡолаҡтан инеп улар күңелдәрҙең иң тәрән нөктәләренә барып етә. Рәсүлулланың хәҙиҫтәре лә шул йөмләнән. Шам үә Мысырҙа христиан ғәрәптәр төрлө мәҡәләләрҙе башлап ебәрәләр, төрлө дәлилдәргә миҫал итеп килтерәләр, күңелдәргә тәьҫир итерлек урындарҙа файҙаланалар, әммә уларҙың пәйғәмбәребеҙ һүҙҙәре булыуын йәшереп, ата-бабаларҙан ҡалған тапҡыр һүҙҙәр булараҡ ҡулланалар ине, әле лә ҡулланалар».
   Был календарҙарҙы яҙылғандарҙың күбеһен хәҙрәттәребеҙҙә уҡып тормағаның да беләм, уҡыр өсөн дә бит иң элек теләк, унан йәштән өйрәнеп алған бер ғәҙәт тә кәрәк. Шулай ҙа ҡабатлап әйтәм: «Был фекерҙәрҙе мин илдәге дин өсөн иң ауыр замандарҙа мөфтий вазифаһын башҡарған ғалим, яҙыусы, имам Ризаитдин бин Фәхретдин хәҙрәт әҫәрҙәренән алдым».
                                                                   Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғүл кәлин-шәрхе»