Сәләм биреү

                                           «Сәләм» һүҙен таратыуҙың файҙаһы
                                                      Аяттар һәм хәҙистәр
   Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Иман килтермәй тороп, һеҙ Йәннәткә инә алмаҫһығыҙ, бер-берегеҙҙе һөйә белмәй тороп, иманлы була алмаҫһығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата һөйөүгә алып бара торған юлды күрһәтәйемме? Үҙ-ара «сәләм» һүҙен таратығыҙ!» — тигән.
   «Сәләм» һүҙен таратыуҙың файҙаһы күп. Шуға ла Ислам мөьмин- мосолманды сәләм һүҙенән айырылмаҫҡа өндәп кенә тора.
   «Әй, иман килтергән кешеләр! — тип нәсихәт бирә Ҡөрьән. Сит-ят кешеләр өйөнә ингәндә рөхсәт һорамай, сәләм бирмәй инмәгеҙ. Был — үҙегеҙ өсөн хәйерле».
                                                                                                          «Ән-Нур» (Яҡтылык) сүрәһе, 27-се аят
   «Дин ҡәрҙәштәрегеҙҙең өйҙәренә ингәндә Аллаһ тарафынан бирелгән мөбәрәк һүҙҙәр менән яҡшы тормош, именлек теләп, бер-берегеҙгә сәләм биреп инегеҙ».
                                                                                                               Шул уҡ сүрә, 61-се аят

   «Ә инде үҙегеҙгә сәләм бирһәләр, һеҙ уларға үҙҙәре биргән сәләмдән яҡшыраҡ йәки, һис тә булмаһа, үҙҙәре кеүек үк итеп сәләм бирегеҙ. Аллаһ — бында бер ниндәй шик булыуы мөмкин түгел — һәр нәмәне иҫәптә тота».
                                                                                                «Ән-Ниса» (Ҡатындар) сүрәһе, 86-сы аят
   Ғабдулла Әмр бин әл Ғастан риүәйәт булып ҡалған хәҙистә әйтелә: «Пәйғәмбәргә, ғәләйһис-сәләм, килеп берәү: «Исламдың яҡшыларҙан да яҡшыраҡ сифаты нимә?» — тип һораған. — «Исламдың яҡшыларҙан да яҡшыраҡ сифаты — һинең фәҡирҙәргә һый-хөрмәт күрһәтеүең һәм таныштарға ла, таныш булмағандарға ла сәләм биреүең», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.

                                                                 Икенсе нәсихәт
                                                     Әбү Һөрәйрәнән ҡалған хәҙис
   Әҙәмде, ғәләйһис-сәләм, яралтып бар иткәндән һуң бер нисә фәрештәгә күрһәтеп, Аллаһ: «...Бар, уларға сәләм бир һәм фәрештәләрҙең һиңә нисек итеп яуап ҡайтарғандарын тыңлап тор. Фәрештәләр яуабы һинең үҙең өсөн дә, нәҫелең өсөн дә сәләм биреү юлы булып ҡалыр», — тигән.
Улар эргәһенә барып, Әҙәм, ғәләйһис-сәләм:
   - Әс-сәләмү-ғәләйкүм! — тигән. Фәрештәләр уға:
   - Үә ғәләйкүмүс-сәләмү үә рахмәтул-лаһ! — Аллаһтың рәхмәте булһын! — тигән һүҙҙәрҙе өҫтәп сәләм биргән.
   Ғүмәр Әл-Бара бин Ғәзиб беҙгә пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, ете нәмәне эшләргә бойороуы тураһында әйткән. Улар: «Ауырыуҙарҙың хәлен белеп тороу, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашыу, сөскөргән кешегә: «Йәрхәмүкәл-лаһ» — Аллаһ үҙеңде ярлыҡаһын!» — тип игелек теләү, зәғифтәрҙе яҡлау, йәбер-золом күргәндәрҙе ярҙамыңдан ташламау, «сәләм» һүҙен таратыу, саҡырғанды ҡабул итеү, ант иткән кешегә биргән антын үтәүҙә ярҙамлашыу».
   Тағы ла әйткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм:
   «Әй, кешеләр! Үҙ-ара сәләм һүҙен таратығыҙ, башҡаларға мохтаждарға һәм ҡунаҡ булып килгәндәргә һый-хөрмәт күрһәтегеҙ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытығыҙ, кешеләр йоҡлап ятҡанда, уяу тороп, намаҙ уҡығыҙ. Шул ваҡытта тыныс, имен булған хәлдә йәннәткә инерһегеҙ».

                                                                    Өсөнсө нәсихәт
                            Туфайл бин Үбәййә бин Ҡәғб һөйләп ҡалдырған бер хикәйәт
   Сәхәбәләрҙән Ғабдуллаһ бин Ғүмәр менән икәүләп, һәр иртә баҙарға бара торған булған. Ғабдуллаһ бин Ғүмәр баҙарҙа малдарҙың үпкә-бауырын һатып тороусы һәр кемгә, сауҙагәрҙәргә, фәҡирҙәргә — бөтәһенә лә сәләм биреп китә торған булған.
   Бер ваҡыт иртә менән тағы ла баҙарға саҡырғас, мин уға: «Һиңә унда нимә бар? Һин унда бер нәмә лә алмайһың, һатып алыу өсөн туҡталып та тормайһың, тауар хаҡы менән ҡыҙыҡһынмайһың да, хаҡ та ҡуймайһың. Әйҙә бында ғына һөйләшеп ултырайыҡ!» — тинем, ти. «Әй, ҡап-ҡорһаҡ! — ти Ғүмәр. — Үбәййә бин Ҡәғб ҙур ҡорһаҡлы кеше була. — Беҙ бит баҙарға әйбер алыу өсөн түгел, сәләм таратыу өсөн барабыҙ, һәр кемгә сәләм биреп үтәбеҙ», — ти.
   Үҙ хеҙмәтендә булған Әнәс ибн Маликкә нәсихәт биреп, пәйғәмбәребеҙ: «Үҙ өйөңә ингәндә лә, улым, ғаилә ағзаларыңа сәләм биреп ин. Был, һинең үҙең өсөн дә, ғаиләң өсөн дә игелек», — әйткән ти.
   Ғәрәптәрҙән берәү бер ваҡыт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, өйөнә килеп: «Инергә мөмкинме?» — тип рөхсәт һорай. Шул ваҡыт үҙенең хеҙмәтсеһенә әйтә пәйғәмбәр: «Бар, сыҡ та, был кешегә рөхсәт һорау тәртибен аңлатып бир: «Әс-сәләмү ғәләйкүм! Өйөгөҙгә инергә мөмкинме» — тип һораһын, ти.
   Осрашҡан ваҡытта мосолмандар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул биреп күрешә.
   «Ике мосолман ҡул биреп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем, уларҙың кескәй гонаһтарынан бөтә гонаһтары ярлыҡаныр», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Имам Хөсәйен әйтеп ҡалдырған һүҙҙәр бик фәһемле. «Сәләм биреү, — тигән ул, — 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙыр 69-ы беренсе булып сәләмде биргән кешегә, береһе — сәләмгә яуап ҡайтарғанға».