Рәжәб айы хаҡында

                                                            Рәжәб айы хаҡында
     Рәжәб айы боронго ғәрәптәрҙә «Мөнфәсыйл» тип атала. Был һүҙҙә с хәрефе артынан ы һәм й хәрефтәренең яҙылыу сәбәбе шунда: ғәрәп телендә нәҙек (йомшаҡ с хәрефе) өнө бар. Ул син хәрефе (өс тешле һәм нөктәһеҙ) менән бирелә. Шулай уҡ ҡалын (ҡаты) с өнө бар. Уныһы инде бүтән төрлө яҙыла һәм сад тип атала. Мөнфәсыйл һүҙендә тап шул ҡаты с яҙыла. Уның артынан и уҡылмай, ә ҡаты сы «ы» өнө ҡушып әйтелә.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, Һашим исемле бабаһы, Византиянан ҡайтып килешләй, бер тау янында ялға туҡтай. Тауҙан аҡҡан шишмәнең матурлығына һоҡлана ул. Юлдаштарының байтағының эсе ауыртҡан була. Ошо шишмәнең һыуын эскәс, сирлеләр һауығып китә. Был хәл Һашимды бик ғәжәпләндерә. Һашим күккә баға. Унда яңы тыуған айҙы күрә. Шунан инде, ҡулдарын күтәреп: «Был ни ғәжәп олуғ үә ҡәҙерле дауа? Шифа табыуыбыҙ был шишмәнәнме әллә яңы тыуған айҙанмы?» — ти.

     Күрәһең, шифаны айҙан, тип тапҡандарҙыр. Айҙың исемен Рәжәб тип атау шул ваҡиғанан һуң ҡабул ителә.
     Рәжәб айында ниндәй ваҡиғалар булған? Тарихтан шул билдәле:
     Рәжәб айының тәүге көнөндә туфан һыуы ҡалҡа башлай. Пәйғәмбәр Нухтың, ғәләйһис-сәләм, өйөндә мейес төбөнән һыу һарҡып сыға башлай.
     Рәжәб айының 26-сы тәүлеге башланған кистә миғраж булған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте, ғәләйһис-сәләм, Аллаһ күккә олғаштыра.
     Унан алдараҡ ошо айҙың 27-се көнөндә Мөхәммәдкә, ғәләйһис-сәләм, пәйғәмбәрлек насип ителә.
     Рәжәб тыныслыҡ, солох мәғәнәһенә эйә. Мосолмандар һуғыш алып барған осраҡта ла был айҙа һуғышты туҡтатып торған.
     Рәжәб — мәғфирәт айы. Йәғни был айҙа Аллаһ Тәғәлә бәндәләренең гонаһтарын ярлыҡай.
     Әгәр кеше Рәжәб айында бер көн ураҙа тотһа, Рәжәб айының көндәре Аллаһтың ихтыярынан шулай ти икән: «Эй, Раббым! Рәжәб айында ураҙа тотҡан бәндәләреңдең гонаһтарының бөтәһен дә ярлыҡа, зинһар!» Әгәр кеше Рәжәб айында өс көн ураҙа тотһа, Аллаһ ул бәндәне тамуҡтан һаҡлар.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, шулай тигән: «Әгәр кем дә булһа берәү, Рәжәб айының тәүге кисендә төн йоҡламай үткәреп, ғибәҙәт ҡылһа, шул кешенең күңеле үлмәҫ. Йәғни ул кеше ахирәтен ҡайғыртҡан, хәстәрләгән булыр һәм йән биргән ваҡытта ғазап күрмәҫ. Аллаһ Тәғәлә ул кешегә һәр төрлө изгелекте насип итер, булған гонаһтарын ярлыҡар, шул төндән һуң бәндә, гонаһтарынан арынып, инәнән яңы тыуған кеүек пак булып ҡалыр».
     Ғәббәс, разыйаллаһу ғәнһү, әйткән: «Бер саҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, янында ултыра инек. Шул саҡта оҙон буйлы, күркәм рәүешле берәү эргәбеҙгә килде һәм пәйғәмбәргә, ғәләйһис-сәләм, сәләм бирҙе. Унан да буйсаныраҡ һәм тосораҡ кәүҙәле кешене уға тиклем күргәнебеҙ юҡ ине. Ул кешенең ни әйткәнен аңламаныҡ. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, уның сәләмен алды. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, һораны: «Йә, ир кеше! Ҡайҙан киләһең, кем булаһың? Хәлеңде һөйләп бирсе!»
     Теге кеше яуап бирҙе: «Рухуллаһ пәйғәмбәрҙең (Ғайса пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм) әсәһе Мәрйәмде, разыйаллаһу ғәнһү, тәрбиәләнем. Уға хеҙмәт иттем. Бәлиғәтенә еткәнсә, Рухуллаһ пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, янында «Тәүрат»ты уҡыным».
     Пәйғәмбәр Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, ғәжәпләнде: «Ни ғәжәб оҙон ғүмерле һин! Минең менән Рухуллаһ пәйғәмбәр араһы — мең йыл бит!» — тине.
     Теге кеше яуап бирҙе: «Тәүрат»та һәм «Инжил»да һинең күркәм сифаттарыңды уҡып белдем һәм теләк теләнем: «Эй, Раббым!» Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе, ғәләйһис-сәләм, һәм уның өммәтен күрһәтһәң ине миңә», — тинем. Шулай уҡ Рухуллаһҡа ғәләйһис-сәләм, әйттем: «Минең хаҡыма Аллаһ Тәғәләнән һора, зинһар, миңә оҙон ғүмер бирһен. Мөхәммәдте, ғәләйһис-сәләм, һәм уның өммәтен күргем килә». Рухуллаһ, ғәләйһис-сәләм, доға ҡылды. Аллаһ Тәғәлә уның доғаһын ҡабул иткән. Шул сәбәптән ошондай оҙон ғүмерле булдым».
     Оҙон буйлы теге ят кеше һүҙен дауам итте: «Рухуллаһ, ғәләйһис-сәләм, менән юлда китеп барғанда бейек бер тауға юлыҡтыҡ. Тауҙың башында нурҙар балҡый ине. Аҫыл таштар күплектән шулай нурланып тора ине. Шул ерҙә Рухуллаһ, ғәләйһис-сәләм, доға ҡылды: «Эй, раббы! Тауҙың башына менергә беҙгә ҡеүәт бирсе, шул тауҙың өҫтөндәге хазинаны күрер инек!» — тине. Шул уҡ мәлдә тау өҫтөндә булып сыҡтыҡ. Тау өҫтөндә саҡта Рухуллаһ Аллаһтан үтенеп һораны: «Эй, Раббым! Тауға тел бирсе һәм һөйләшергә рөхсәт итсе уға!» Аллаһ Тәғәлә тауға тел бирҙе. Тау шулай тип өндәште: «Эй, Рухуллаһ! Минән нимә һорамаҡсыһығыҙ?»
     Рухуллаһ, ғәләйһис-сәләм, шулай тине: «Эй, тау, миңә берәй хуш ғәжәп хәл хаҡында һөйләсе!»
     Тау шулай тине: «Эй, Рухуллаһ! Минең ҡуйынымда Муса, ғәләйһис- сәләм, ҡәүеменән бер кеше бар. Ул кеше Мөхәммәд пәйғәмбәргә, ғәләйһис- сәләм, һәм уның өммәтенә изге мөнәсәбәтле ине.      «Тәүрат»тың күркәм сифаттарына ғашиҡ ине. Шул кешенең ҡуйынымда булыуы сәбәбендә миңә аҫыл таштар насип ителде».
     Рухуллаһ, ғәләйһис-сәләм, доға ҡылды: «Эй, Раббым! Шул кешене ошо тауҙың ҡуйынынан сығарып, миңә күрһәтһәң ине!»
     Шул мәлдә тау ярылып китте һәм уның ҡуйынынан күркәм йөҙлө, оҙон буйлы бер ҡарт сыҡты. Рухуллаһ, ғәләйһис-сәләм, уға өндәште: «Эй, шәйех! Һин пәйғәмбәрҙәрҙең ҡайһыһының ҡәүеменән? Ғүмереңдең оҙонлоғо күпме?» — тине.
     Шәйех яуапланы: «Мусаның, ғәләйһис-сәләм, ҡәүеменән булам. Мусаға, ғәләйһис-сәләм, күп йылдар хеҙмәт иттем. Муса пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис- сәләм, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе, ғәләйһис-сәләм, һәм уның өммәтен ҙурлап, хөрмәтләп һөйләгәнен ишетеп, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылдым: «Эй Раббым! Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе күрергә насип итсе! Мөхәммәд пәйғәмбәр менән минең арамда бик күп йыл булһа ла, мине ошо тауға индерсе! Мөхәммәдте, ғәләйһис-сәләм, күргәнгә тиклем ошо тау ҡуйынында ғибәҙәт ҡылыр инем», — тинем. Аллаһ Тәғәлә доғамды ҡабул итте.
     Шул саҡ Рухуллаһ, ғәләйһис-сәләм, мөнәжәт менән әйтте: «Эй, Раббым! Һинең алдыңда был бәндәңдән дә ҡәҙерлерәк һәм сауаплыраҡ кеше бармы?» — тине.
     Аллаһ Тәғәлә шулай тине: «Эй, Рухуллаһ! Әгәр Мөхәммәд, ғәләйһис- сәләм, өммәтенән кем дә булһа берәү Рәжәб айында Минең ризалығым өсөн ураҙа тотһа, шул кеше йөҙ йыл ғибәҙәт ҡылған ошо шәйехтән ҡәҙерлерәк һәм сауаплыраҡ булыр минең ҡаршымда».
     Әнәс, разыйаллаһу ғәнһү, әйткән: «Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис- сәләм, шулай тине: «Әгәр кем дә булһа берәү Рәжәб айында бер көн ураҙа тотһа, ул кеше өсөн тамуҡ ишектәре ябылыр һәм бикләнер. Әгәр кеше Рәжәб айында һигеҙ көн ураҙа тотһа, ожмахтың һигеҙ ишеге асылыр, ун көн ураҙа тотһа, хәжәттәренең бөтәһе лә үтәлер, доғалары ҡабул булыр. Ун биш көн ураҙа тотһа, күктән хәбәр килер: «Эй, ураҙа тотҡан бәндә, һинең гонаһта-рыңдың бөтәһе лә ярлыҡанды, ғәмәл дәфтәреңдә изгелектәрең генә ҡалды!»
     Әгәр кеше Рәжәб айында ун биш көндән дә күберәк ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә сауапты арттырыр.
     Рәжәб айында шундай сауапҡа һәм һөйөнөстәргә өлгәшеү ниәтендә мо-солман кешеһе ғибәҙәт ҡылырға бурыслы. Ғибәҙәтебеҙ нимәнән ғибәрәт һуң? Ураҙа тотоу, саҙаҡа биреү, изге ғәмәлдәр атҡарыу, кешеләргә яҡшылыҡтар ҡылыу, ғаиләләгеләрҙе һөйөндөрөү — барыһы ла күркәм ғибәҙәттән һаналыр, ин шәәъ Аллаһ!
     Рәжәб айында көндөҙ ураҙа тотҡан, төнгөлөккә уяу тороп, Ҡөрьән уҡыған, намаҙ үтәгән, Аллаһтың исемен зекер иткән кеше ҡәбер ғазабынан ҡотолдоролор, ин шәәъ Аллаһ!
     Һәүбән, разыйуллаһи ғәнһү, шулай тигән: «Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, менән бергә барғанда, бер ҡәберлек янынан үткәндә, пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, туҡтап, бик ныҡ иланы. Шунан һуң, миңә ҡарап: «Һәүбән! Был ҡәберҙәрҙең әһелдәре ғазаплана. Аллаһ Тәғәлә ундағы бәндәләреңдең ғазабын кәметһәңсе, тип, доға ҡылдым», тине. «Эй, Һәүбән, бындағы ҡәбер әһелдәре Рәжәб айында исмаһам бер көн ураҙа тотҡан булһа, йәки ошо ай төнөнән берәүһендә уяу килеш ғибәҙәт үгәһә, ул ғазаптарҙы күрмәҫ ине».
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, бүтәндәр күрмәгәнде күргән, бүтәндәр ишетмәгәнде ишеткән. Бер заман Ҡәберстан янынан үткәндә, Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, туҡтай ҙа илай. Янындағылар:
     — Һиңә ни булды, Аллаһтың рәсүле? — тип ғәжәпләнә.
     — Бына бында ятҡан мәрхүмдәр ҡәбер ғазабы кисерә. Әгәр Рәжәб айында бер генә көн ураҙа тоткан булһалар, бындай ғазапҡа дусар ителмәҫ ине улар, — ти Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, үҙе һәр саҡ, һәр айҙың тәүге өс көнөндә, уртаһында, айҙың тулған мәлендә — өс көн, ай аҙағында өс көн ураҙа тотҡан. Рәжәб айында ла шулай уҡ ураҙа тотҡан ул. Был ғәмәл рәжәб айында ураҙа тотоуҙы (уны, ғәҙәттә, өс көн тоталар) беҙгә лә кәңәш иткән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. Рәжәб айында ураҙа тотоуҙың иң ҙур файҙаһы шунда — ураҙа тотҡан кеше ҡәбер ғазабын арындырыла.
     Ҡәбер ғазабы бик ауыр ғазаб икәнлеге лә бәйән ителә. Шундай бер риүәйәт бар: бер мәрхүмде ерләргә ҡәбер ҡаҙырға килгән кешеләр шуны күҙәтә. Ике фәрештә кеше рәүешенә инеп, ике мәрхүмдең ҡәберене киңлеген билдәләй икән: берәүһенең ҡәбере офоҡтан офоҡҡа тиклем иңе билдәләнә, ә икенсеһенең — иңе, буйы 18 сантиметр самаһы билдәләнелә. Был 18 сантиметр киңлеккә оло кеше түгел, яңы тыуған сабый ҙа һыймай. Ә инде шул тар ҡәбергә урынлаштырылған мәрхүмдең ниндәй ғазап кисергәнлеге ҡот осҡос хәл бит! Бына шундай ғазапҡа эләкмәҫ өсөн сәләмәтлеге форсат биргән һәр кем рәжәб айында ураҙа тоторға тейеш.
     Аллаһтың рәсүленән (илсеһенән) һораным: «Эй, пәйғәмбәр! Бер көн ураҙа тотоу йәки бер төн, уяу тороп, ғибәҙәт ҡылыу менән ҡәбер ғазабынан ҡотолоп буламы ни? »
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, шулай тип яуап бирҙе: «Эй, Һәүбән! Аллаһ менән ант итеп әйтәм: әгәр ҙә берәй ир йәки ҡатын кеше Рәжәб айында бер генә көн булһа ла ураҙа тотһа, йәки Рәжәб айының бер генә төнөндә уяу ҡалып, ғибәҙәт ҡылһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә мең көн ураҙа тотҡандың һәм мең кистә уяу тороп ғибәҙәт ҡылғандың сауабын бирәсәк», — тине.
Рәжәб айында тағы бер оло көн бар — миғраж кисе ул. Миғраж кисе Рәжәб айының 27-се тәүлеге башланған кистә билдәләнә. Был кистә пәйғәмбәр Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, күккә олғаштырыла һәм Аллаһ сөбхәнә үә Тәғәлә менән һөйләшеү насип ителә уға.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә, ғәләйһис-сәләм, насип ителгән иң олуғ мөғжизә изге Ҡөрьән китабы күндерелеү булһа, шуға етә икенсе мөғжизә — миғраж насип ителеүе.
Миғраж кисенән алда ғына Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Таиф тигән ҡалаға бара. Ул ҡалала хәлле кешеләр күп була. Мөхәммәдтең, ғәләйһис- сәләм, ниәтенсә ундағы кешеләр исламды ҡабул итһә, артабан диндең таралыуына юл киңерәк асылыр ине. Әммә Таиф кешеләре Мөхәммәдте, ғәләйһис-сәләм, бик насар ҡаршылай. Уны мыҫҡыл итергә тырышалар, таш атып, пәйғәмбәрҙе, ғәләйһис-сәләм, ҡаланан ҡыуып ебәрәләр. Был хәл Мөхәммәдте, ғәләйһис-сәләм, бик бошондора. Миләди йыл иҫәбенсә 619 йылда була был хәл. Етмәһә, шул йылда пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, шәхси тормошонда ике ҙур ҡайғы кисерә: ҡатыны Хәҙисә донъя ҡуя. Шулай уҡ тәрбиәләп үҫтереүсеһе Абуталиб вафат була.
     Белеүегеҙсә, Абуталиб ислам динен ҡабул итмәй. Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Абуталибҡа инәлеп: «Лә, иләһи иллә Аллаһ: Мөхәммәд рәсүлуллаһ», — тип әйт, ахирәттә шәфәғәтсе булырмын үҙеңә!» — ти. Әммә Әбүталип уны тыңламай, исламды ҡабул итмәй донъя ҡуя.
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, тере саҡта уның замандашы булған бер тол ҡатындың 8 балаһы була. Шул һигеҙ бала араһынан Әнәс исемле улын Мөхәммәдкә, ғәләйһис-сәләм, аҫырауға бирә. Мөхәммәд, ғәләйһис- сәләм, Әнәсте үҙ балаһы кеүек күреп тәрбиәләй. Ошо Әнәс Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, миғраж хаҡында һөйләгәнен хәтерләгән була: «Миңә, — тигән Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Бораҡ (ишәктән ҙурыраҡ, аттан бәләкәйерәк бер хайуан) йәшен мәғәнәһенә лә эйә был һүҙ бирелде. Ошо хайуандың ҡарашы ҡайҙа төшһә, тояҡтары ла шунда була. Шундай етеҙ Бораҡҡа атланып, Бәйтел-мөҡәддәскә килдем (Иерусалимдағы мәсет хаҡында бара һүҙ). Мәсеткә инеп, ике рәҡәғәт намаҙ уҡыным. Мәсеттән сыҡҡас, Ябраил, ғәләйһис-сәләм, шулай тине миңә: «Бик яҡшы эшләнең. Өммәтең ислам дине әһеле булыр. Әгәр (намаҙ уҡымаҫтан) хәмер эскән булһаң, өммәтеңдәгеләрҙең бөтәһе лә ғасый булып, аҙғынлыҡта ҡалыр ине», — тине.
Унан һуң, Ябраил фәрештә менән бергә күктең беренсе ҡатына күтәрелдек. Ул ваҡытта фәрештәләр ҡыямда тора ине.
     Күктең икенсе ҡатына күтәрелгәндә, фәрештәләр роҡуғта тора ине. Күктең өсөнсө ҡатына күтәрелгәндә, фәрештәләр ҡәүмәлә тора ине (намаҙҙа, роҡуғтан турайып баҫып: сәмиғәллаһү лимән хәмидәһ тип әйткән ваҡыттағы хәләттә).
     Дүртенсе ҡатҡа күтәрелгәндә, фәрештәләр сәждәгә киткән ине (тубыҡланып, маңлайҙы ергә (намаҙлыҡҡа) терәгән хәлдә.
     Бишенсе ҡатҡа менгәндә фәрештәләр ике сәждә араһында ултырып тороу хәлендә.
     Алтынсы ҡат күктә фәрештәләр ҡәғдәлә ине («әттәхиәт» уҡыу ваҡыты).
     Етенсе ҡатта фәрештәләр уңға һәм һулға сәләм бирә ине.
     Бынан һуң Сидратөлмөнтәһәгә барҙыҡ. Был кистә (миғраж кисендә) Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Аллаһтың бик күп ниғмәтләренә өлгәшә.
     Миғраж кисендә мосолмандарға намаҙ фарыз ителә.
     «Аллаһ Тәғәлә элеккеләрҙең һәм ахырыҙағы нәмәләрҙең ғилемен миңә насип итте һәм илһам бирҙе, телем асылды, — тип һөйләгән Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Әнәстең әйтеүенсә. — Әт-тәхиййәтү лилләһи үәс-саләүәтү үәт-тайибәт: тел ғибәҙәттәре лә, тән ғибәҙәттәре лә — бөтәһе лә Аллаһ Тәғәлә өсөн. Ғиҙҙә үә әйтте: «әс-сәләмү ғәләйкә әййүһән нәбиййү үә рахмәтүллаһи үә бәракәтүһ (эй, пәйғәмбәребеҙ һиңә Аллаһ Раббыңдың сәләме һәм рәхмәте, һәм бәрәкәте булһын!) — тине. Мин шулай тинем: әс-сәлләмү ғәләйнә үә ғәлә ғибәдил-ләһис-салихин (сәләм беҙгә лә һәм) Аллаһ Тәғәләнең изге бәндәләренең һәр ҡайһыһына булһын!»
     Ябраил фәрештә һәм фәрештәләрҙең ҡалғандары ла был сәләмләүҙе ишетеп һәм ҡабул итеп: «Әшһәдү әл-лә иләһә илләллаһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһ!» — тине. (Мәғәнәһе: ихлас күңелдән гуаһлыҡ бирәбеҙ: Берҙән бер булған Аллаһтан башҡа һис бер илаһ юҡ. Унан (Аллаһтан) башҡа затҡа ғибәҙәт ҡылы у дөрөҫ түгел. Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, — Уның (Аллаһтың) хаҡ пәйғәмбәре).
     Бынан һуң Аллаһ, сөбхәнә үә Тәғәлә: эй, хәбибем! Миңә бүләккә нимә алып килдең? — тип һораны. Эй, Раббым! Ике нәмә алып килдем, — тинем. — Беренсеһе — итәғәт-ғибәҙәт етешһеҙлеге. Икенсеһе яфа менән гонаһ күплеге, — тинем. Хаҡ Тәғәлә әйтте: «Тәғәт-ғибәҙәт кәмселеген рәхмәтем менән ярлыҡайым. Гонаһ һәм яфа күплеген шәфәғәтеңә бағышлайым. Шулай үҙең риза булған ҡәҙерле ғәфү итеп рәхмәт ҡылам.
     Исрафил фәрештә: «Кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрә торған кәфәрәт нимә ул?». — тип һораны. «Өс төрлө нәмә гонаһты бөтөрә» — тинем. Беренсеһе — һалҡын ваҡытта, йоҡо килгән саҡта камил таһәрәт алыу. Икенсеһе — Йәмәғәт менән намаҙ уҡырға барғандағы аҙымдар. Өсөнсөһө намаҙ үтәлгәс, икенсеһен көтөү (мәҫәлән, икенденән һуң ахшам намаҙын көтөү).
«Ябраил фәрештә шулай тип һораны: «Уттан ҡотҡара торған ғәмәлдәр ниндәй ул? Мин яуап бирҙем: Өс төрлө нәмә Әҙәм балаһын уттан ҡотҡара:
     1. Аллаһ Тәғәләнән ысын ҡурҡыу менән ҡурҡыу. Яныбыҙҙа кешеләр булған саҡта ла булмаған саҡта ла, Аллаһты эргәбеҙҙә итеп хис итеп, һәр төрлө боҙоҡлоҡтан тыйылыу.
     2. Бай булһаң да, ярлы булһаң да үҙеңде уртаса тотоу — бай булһаң, фәҡирҙәргә, етемдәргә, мохтаждарға өлөш сығарыу, етемдәрҙең хаҡтарын үтәү, фәҡирҙәрҙең тейешле ғәмәлдәрен кисектермәйенсә үтәү. Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өлгәшеү теләгенән.
     3. Асыуың бик ныҡ килгән хәлдә лә үҙеңде тыя белеү, тәртипле тотоу. Асыулы хәлдә лә, ҡыуаныслы хәлдә лә үҙеңде уртаса хәлдә тота белеү, кеше-не хаҡһыҙға йәберләмәү.
     Микаил фәрештә һораны:
     Әҙәм балаларын дәрәжәле итә торған яҡшылыҡтар нимә ул?
     1. Хәлеңдән килһә, мөьмин ҡәрҙәштәреңә хәләл ризыҡ ашатыу.
     2. Ике арала сәләмде фаш ҡылыу, мөьминдәрҙең бер-береһенә доға ҡылыуы.
     3. Бүтән кешеләр йоҡлаған саҡта төндә тороп намаҙ үтәү. Бына шундай ғәмәлдәр кешеләрҙең дәрәжәһен күтәрә.
     Ғазраил фәрештә һораны:
     «Кешеләрҙе нимә һәләк итә?» «Бында ла өс төрлө нәмә бар», — тип яуаплай Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм.
     1. Бик ныҡ һаранлыҡ.
     2. Нәфсегә артыҡ ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү.
     3. Кешенең үҙ-үҙенә һоҡланыуы.
     Пәйғәмбәребеҙ тағы шул хаҡта ла һөйләгән: «Шундай кешеләрҙе күрҙек: игенде сәсәләр, уралар, әммә арттарында ҡамыл ҡалмай. «Был ни ғәләмәт?» — тип һораным Ябраил фәрештәнән. Ул: «Былары Аллаһ юлында Аллаһтың динен дөрөҫ итеп алып барыуҙа тыныс ҡына тырышлыҡ һалыусылар. Уларға әжер 70 өлөш тейә. Улар араһында һинең дә өммәтең бар», тине. Ары китеп тағы ҡәүем янында туҡтаныҡ.
     Кешеләр ала ла шул таш менән үҙҙәренең башын иҙә. Әммә ул баштар иҙелмәй, яңынан үҫә, яңыра тора. «Иә Ябраил, был ни ғәләмәт?» — тип һораным.
     Ябраил фәрештә: «Былар — намаҙ үтәргә иренеүселәр», — тине.
     Биш ваҡыт намаҙ – Аллаһ бүләге
     Аллаһ сөбхәнәһү үә Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, миғражда саҡта уның өммәтенә биш ваҡыт намаҙҙы фарыз ҡылған. Аллаһ пәйғәмбәргә шулай тигән: «Бер намаҙға ун намаҙҙың сауабын насип итәсәҡмен. Өммәтеңдең тәүбәһен ҡабул иттем, тәғәт ҡылыуҙарын ҡабул итермен. Өммәтеңдән берәй кеше бер изгелек эшләргә ниәтләнеп, шул ниәтен атҡарһа, уның шул бер изгелегенә ун изгелек сауабын бирермен. Әгәр берәй кеше бер яуызлыҡ ҡылырға ниәтләнеп тә уны ҡылмаһа, уға Һис ни яҙылмаҫ. Әгәр эшләһә, бер яуызлыҡ итеп яҙылыр».
     Риүәйәт
     Әбүбәкер Ситдиҡ, разыйаллаһи ғәнһү шулай тигән: «Мөхәммәдтән, ғәләйһис-сәләм, һораным: «Эй, Рәсуллуллаһ (ғәләйһис-сәләм) хаҡ Тәғәлә миғраждың ваҡытында һиңә нимә вәхи ҡылды?» — тинем. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, шулай тип яуап бирҙе: «Аллаһ сөбхәнәһү үә Тәғәлә шулай бойорҙо: «Әгәр ғәфү итеүҙе һөймәһәм, өммәтеңә хисап ҡылған булыр инем. Әммә өммәтемдән шикәйәт ҡылды һәм әйтте: «Мин бәндәләремдән киләсәк көнгә ғәмәлде хәҙер өҫтәмәйем. Улар киләсәк көнгә ризыҡты бөгөн өҫтәй. Икенсенән, Мин бәндәләремдең ризығын бүтәндәргә бирмәйем. Улар һуң ғәмәлдәрен башҡа затҡа; ни өсөн бағышлайҙар? Өсөнсөнән, мин биргән ризыҡ менән ризыҡланалар, башҡа затҡа шөкөр итәләр. Дүртенсенән, мин уларға ҡәҙер-ғиззәт бирәм. Улар бүтән заттан ҡәҙер ғиззәт һорай. Йәһәннәмде, тамуҡты ҡафырҙар өсөн яралттым. Улар, (өммәтеңдэге кешеләр) көн-төн ижтиһад ҡылып, үҙҙәрен утҡа ырғыта».
Мөхәммәдтең, ғәләйһи-сәләм, Мәккәгә ҡайтыуы
     Аллаһының рәсуле Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, миғраж ҡылын ҡайтыуына ятҡан урыны һыуынып та өлгөрмәгән була.
     Бына шундай ҡыҫҡа ғына ваҡытта оло сәфәр ҡыла Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. Аллаһтың ҡөҙрәтенән, һәм Раббыбыҙҙың ихтыярынан үтәлә был эш.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Таифтан (Мәккәнән 60 километр алыҫлыҡта — көньяҡ көнсығышҡа табан] бик күңелһеҙләнеп, күңеле төшөнкөлөккә бирелеп ҡайта, Шул сағында Аллаһ үҙе һайлаған һөйөклө бәндәһе, үҙенең рәсүле Мөхәммәдкә, ғәләйһис-сәләм, ҡәҙер хөрмәт күрһәтеп, миғраж ҡылдыра.
     Мәккәнән Бәйтелмөҡәддәскә барыуына, унан һуң миғраж ҡылыуына күптәр ышанмай. Иң беренсе Әбүбәкер (Ғәйшәнең, разыйәл-лаһу ғәнһә, атаһы) ышана.
     Рәжәб айы мосолмандарҙа һаңғырау ай булараҡ билдәле. Был айҙа Аллаһ бәндәләрҙең гонаһтары тураһында һорағанда ишетмәмешкә һалыша, улар тураһында әйтеп бармай. Шуға ла был айҙағы игелектәре өсөн бәндәләргә Аллаһ үҙенең бәрәкәттәрен яуҙырып ҡына тора.
     Рәжәб айының һәр көнө мосолман өсөн хөрмәтле, дәрәжәле, иң ҡәҙерле көндәр. Был айҙың һәр йома көнө лә башҡа айҙарҙағы йома көндәренән хөрмәтлерәк.
     - Дин ғалимдарының өйрәтеүҙәренә ҡарағанда, мосолман йыл дауамында кәм тигәндә 14 тапҡыр ураҙала була. Шуның өсөһө Рәжәб айына тура килергә тейеш, ти.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Рәжәб айының башында, уртаһында, аҙағында ураҙа тотҡан кешегә Аллаһ ай буйы ураҙа тотҡандың әжер-сауаптарын бирер», — тигән.
     Рәжәб айының 26-һында, йәғни Миғраж кисендә тотҡан ураҙаны дин ғалимдары йөҙ көн буйы ураҙа тотоуға, йөҙ төң буйы намаҙ уҡып сығыуға тиңләгәндәр.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Рәжәб — Аллаһтың үҙ айы, Шәғбан — минең айым, Рамаҙан — өммәтемдәгеләр айы», — тигән.
     «Бындай изге айҙарҙа бәндәне дин гонаһ эшләү сәбәпле ер- күктәр язаһына юлығып, үҙенә үҙе зыян килтереүҙән тыя. Аллаһ — тәҡүә мөьминдәр менән бергә», — ти.
     Рәжәб айының тәүге йомаһына ҡаршы кис — Рәғәиб кисе тип атала. Рәғәиб кисе — Аллаһтың үҙ ҡолдары ҡылған доғаларҙы һәм тәүбәләрҙе күпләп-күпләп ҡабул итә торған мәлдәре.
     Беҙ белмәгән бик күп хикмәттәре булған өсөн дә мосолман кеше бындай кисәләрҙе ғибәҙәттә тороп үткәрә.
                                                        Башҡортса дини календарь, 2004 йыл, 2012 йыл, 2006 йыл.

     Ошонда Рәжәб айы тураһында мәғлүмәт уҡығыҙ: Изге айҙа — изге ғәмәлдәр (Рәжәб айы):   https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/izge-aj%D2%99a-izge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r-r%D3%99zh%D3%99b-ajy.html#more-7302