Ләғнәт

                                                             Ләғнәт
     Ләғнәт, рәнйетеү, мыҫҡыл итеү, һүгеү, әрләү һәм ҡәһәрләү элек-электән кешеләр араһында нәфрәттең һәм күрә алмаусанлыҡтың иң киҫкен сағылышы тип һанала, һәм ҡайһы берәүҙәр уларҙы кешеләргә йәки ваҡиғаларға ҡарата кире мөнәсәбәтен күрһәтеү өсөн ҡуллана. 
     Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ләғнәт менән мыҫҡыл итеү араһында айырма бар. Ислам динендә мыҫҡыл итеү тыйыла. Лексика һүҙлеге йәһәттенән ул әрләү, һүгенеү, хурлау һәм яманлау (хула) тигәнде аңлата (3). Зөбәйҙә былай тип яҙа:" Мыҫҡыл итеү — һүгенеү, әрләү һәм хурлау " («Таджәль-арус», 2 т. 63 бит). Ибн Манзур шулай уҡ былай тип яҙа: «Мыҫҡыл итеү — оятһыҙ һүҙҙәр, улар яла яғыу кеүек түгел („Лисан әль-араб“, 12 т., 318 бит). Тарихи былай тип яҙа:» Кәмһетеү — берәй нәмәне минустар һәм етешһеҙлектәр аша һүрәтләү " («Маджма' аль-бахрейн», т. 6, 70 бит).

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: «Бер-береһен мыҫҡыллаусылар – былар бер-береһен әрләүсе ике шайтандыр». "Оялтыусы, хата эҙләүсе, ҡарғаусы, һүгенеү һәм оятһыҙ һүҙҙәр ҡулланыусы — мосолман түгел! " Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Мөьминде ҡарғау уны үлтереүгә тиң». "Ҡиәмәт көнөндә ҡарғаусылар шәфәғәт ҡылыусы ла, шаһит та була алмайҙар.
     Асыуланып, кәйефһеҙ һүҙҙәр һөйләү, ләғнәт ҡылыу гонаһ һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Яман һүҙ һөйләгәндәргә йәннәт харам». Быға шулай уҡ һүгенеү ҙә инә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Әсәһе, атаһы менән һүгенеү, кешене әрләү, нахаҡҡа рәнйетеү харам», – тине. Мөьмин булған кеше ләғнәт ҡылмаҫ.
     Шулай итеп, исламда мыҫҡыллауҙар ҡәтғи тыйылған һәр аҡыллы һәм зирәк кеше боҙоҡлоҡтан һәм оятһыҙлыҡтан баш тарта һәм уларҙы бер ҡасан да ҡулланмай. Ләғнәтҡә килгәндә, ул мыҫҡыллауҙан айырмалы мәғәнәгә эйә һәм игелектән йыраҡлашыуҙы аңлата. Джовхари былай тип яҙған: «Ләғнәт — ул бәрәкәттән алыҫлашыу һәм ситләшеү» («Сыхах Джоухари, т. 6, стр. 2196; „Лисан аль-араб“, т. 13, стр. 387.). Рәғиб Исфахәни былай ти: „Ләғнәт — ул асыу аша ситләштерелеү менән алыҫлаштырылыу. Әгәр ул ләғнәт Аллаһынан булһа, был донъяла Уның бәрәҡәттенән һәм именлектән айырылыу һәм ахирәттә язаға тарыуыңды аңлата. Әгәр ул кешенән сыҡһа, ул доға аша башҡаға зыян килтереү теләген аңлата“.
     Ҡыҫҡаса ләғнәт ( ҡарғыш, ҡәһәр) һүҙҙәренең мәғәнәһе: «Аллаһы был әҙәмгә шәфҡәт күрһәтмә! Ярлыҡама». Түбәнлеккә төшкән кешегә ҡарата мыҫҡыл һәм яманлыҡ менән түгел, ә доға һымағыраҡ „Аллаһым, шундай кешене ләғнәтлә“ — „Уны бының өсөн буш ҡалдырма, ғәфү итмә“ тигәнде аңлата.
     Ҡарғау ҙа — был кешегә насарлыҡ теләү, шул уҡ ләғнәткә ҡарай. Аллаһы Тәғәлә үҙе генә ләғнәт итә ала. Теләһә ләғнәт итә, теләмәһә юҡ. Беҙҙең өсөн Аллаһы хәл итә: “Эй, Раббым, был кешене ләғнәт ҡыл!»– тип әйтә алмайбыҙ. Аллаһ Тәғәлә Иблисте, Әбү Ләһәбте ләғнәт ҡылған. Залимдар Ҡөръән аяттарында ләғнәт ҡылынған икән, беҙ, уларға ләғнәт булһын, тип әйтә алабыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Иҫерткес эсемлек эсеүе, араҡы яһаусы, биреүсене, зина ҡылыусы оло кешене Аллаһы Тәғәлә ләғнәт итә», – тигән. Быларҙы беҙ хәҙистәргә таянып әйтә алабыҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ-де күп йәберләһәләрҙә, дошмандары уны үлтерергә теләһә лә ул уларҙы ләғләтләмәне. «Мин ләғнәт ҡылыр өсөн килмәнем», – тигән ул.
     "Аллаһының ләғнәтен, Аллаһының асыуы, Аллаһының ғазабы һиңә булһын!" йәки «Аллаһы Тәғәлә һине ут һәм тамуҡ менән ғазап ҡылһын!» – кеүек һүҙҙәр менән доға ҡылыу һәм ләғнәт итешеү мосолман кешенең эше түгел. Аллаһ Тәғәлә Иблисте Ҡөръән Кәрим китабында ләғнәтләй:
                                                                                     وَإِنَّ عَلَيْكَ لَعْنَتِي إِلَى يَوْمِ الدِّينِ
     «Үә иннә ғәләйкә ләғнәтии иләә йәүмиддиин».
     «Хөкөм көнөнә ҡәҙәр Минең ләғнәтем һинең өҫтөндә булыр!» — тине. Саад сүрәһе, 38/78.
     Шулай итеп Аллаһ Тәғәлә Иблисте лә ләғнәт ҡылды. Тимәк, кешене ҡарғап, уны шайтан менән тиңләйбеҙ булып сыға.
     Ибраһим пәйғәмбәр, ﷺ , Исмәғил улын ҡорбан итергә булғас, Иблис Ибраһимдың ҡатынына Хәжәргә: «Ул уны Аллаһ әмере буйынса һуясаҡ!» -тип әйтә. Тәҡүәле Хәжәр былай ти: «Аллаһу Тәғәләнең һәр әмерендә – беҙҙең өсөн бәрәкәт, беҙ Уның мәрхәмәтенән өмөттө өҙмәйбеҙ». (Күрәһегеҙме: Аллаһының һәр һүҙҙе, һәр аяты бәрәҡәт үә рәхмәт). Хәжәрҙе алдай алмағас, Иблис Исмәғил (ғәләйһис-сәләм) артынан ашыға һәм шулай тип шыбырлай башлай: «Ә атайың ҡайҙа алып киткәнде беләһеңме?». Исмәғил шулай тип яуап бирә: «Раббыбыҙҙың әмерен үтәргә». Иблис һаман туҡтамай: «Һин аңланың бит инде: ул һине ҡорбан итергә алып бара!». Быға Исмәғил (ғәләйһис-сәләм) шулай ти: «Олаҡ, ләғнәтләнгән! Беҙ Аллаһтың әмерен шатланып үтәрбеҙ!» һәм ул Иблискә таштар ата.
     Ләғнәт – Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенән йыраҡ булһын тигән һүҙ. Беҙ уны баяғыса ҡәһәрләү, ҡарғау тип тә әйтәбеҙ. Ҡарғышым төшһөн, ләғнәт уҡыйым тип әйтергә ярамай. Был һүҙҙе әйтеү – ҙур гонаһ. Ҡөръәндә һәм хәҙистәрҙә, Аллаһ ете төрлө кешегә ләғнәт уҡыр, тиелә. Улар араһында араҡы эсеүсе, ғөмүмән араҡы менән бәйле кешеләр, татуаж (татуировка) яһаусы һәм яһаусылар бар. Араҡы менән бәйлеһе аңлашыла, ә татуаж яһатыусылар Аллаһ биргән тәндән ҡәнәғәт булмайынса, уны биҙәүселәр булып сыға. «Үҙенең сәсен киҫеп, кеше сәсенә ялғаусы һәм кеше сәсен киҫтереп, үҙ сәсенә ялғаусы, башҡаларҙың йөҙҙәренә һәм тәндәренә энә менән тишеп миң яһаусы һәм үҙенең йөҙөнә һәм тәненә миң яһатыусы ҡатындарға Аллаһы Тәғәлә ләғнәт ҡылһын»- тип әйтелә бит. Рибасылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә, йәғни бурысҡа аҡса биреп, уны процент менән арттырып алыусыларға ләғнәт ҡылына.
     Ләғнәтте икенсе төрлө бәддоға ла тиҙәр. Нимә һуң ул «бәддоға». Бәддоға ул – башҡаларға насарлыҡ, яуызлыҡ, яманлыҡ, зыян теләү. Тормош күрһәткәнсә, насар теләк кешенең теленән асыуы сыҡҡан ваҡытта ысҡынып китә. Ҡарғыш, ҡарғау, рәнйетелгән кешенең рәнйетеүсегә, Аллаһының яза биреүен һорау. Ғалимдар аңлатҡанса, бәддоға (йәки ләғнәт) ул кемде лә булһа шул уҡ Аллаһның рәхмәтенән өҙҙөрөү теләге, йәғни кешене Аллаһтың ярҙамынан, яҡлауынан мәхрүм итеп, уның ауыр хәлгә төшөүен теләү. Бындай теләк белдереү өсөн асыуланыусы күңелендә асыуланған кешегә ҡарата ниндәй оло нәфрәт булырға тейештер.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ шундай хәҙисе бар: «Хәҡиҡәттә, кеше ҡарғаған ваҡытта уның ҡарғышы күккә күтәрелә. Күк ҡапҡалары ябыла һәм ҡарғышты үткәрмәй. Артабан ул ергә төшһә, ер ҡапҡалары ла ябыла. Ҡарғыш үҙенә уңдан да, һулдан да урын эҙләй башлай, Әгәр ул үҙенә урын тапмаһа, һәм әгәр ҡарғалған кеше ҡарғышҡа лайыҡ булһа, ул уға табан йүнәлә. Әгәр ҙә ул лайыҡлы булмаһа, ҡарғыш ҡарғаған кешегә кире әйләнеп ҡайта». Беҙ әлеге кешенең ләғнәткә лайыҡмы-түгелме икәнен белмәйбеҙ.
     Мосолмандар кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла, башҡа төрлө нәмәләрҙе лә ләғнәтләргә тейеш түгел. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә: «Мөьмин булған ләғнәт итмәҫ». Ғимран бин Хөсәйен еткерә: «Ниндәйҙер бер һуғышта ансарҙарҙан бер ҡатын дөйәгә һыбай атланған ине. Әммә тегеһе ҡуҙғалманы. Шул ваҡыт ул хайуанды ләғнәтләне. Ҡарғышты ишетеп, Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): „Был дөйә ҡарғалды, унан әйберҙәрҙе алығыҙ ҙа ебәрегеҙ“, — тине. Ул дөйә кешеләр араһында йөрөнө, ләкин уға бер кемдә яҡынлашманы һәм бер кемдең дә уға ҡулы менән ҡағылмағаны һаман күҙ алдымда», — тип һөйләгән. Билдәле бер кешегә ләғнәт ҡылырға ярамай, әммә насар төркөмгә, мәҫәлән, залимдәргә, кәферҙәргә, фасихтарға ләғнәт булһын тиергә мөмкин. Әммә башҡа дин кешеләренә, йәһүдтәргә ләғнәт уҡырға ярамай, сөнки уларҙың үлгәнсе иман килтереүҙәре, уларҙың ҡәһәр һуҡҡыры тип әйтеүсенән дә хәйерлерәк булыуҙары мөмкин. Ошондай һорау мөмкин тыуырға мөмкин: мосолмандарға, Аллаһының рәхмәте булһын, тип әйтәбеҙ бит, бәлки, улар ҙа үлгәнсе кәфер булыуҙары ихтимал, ни өсөн хәҙерге ваҡытта башҡа кәфер булыусыларға ләғнәт уҡырға ярамай? Рәхмәт һүҙенең мәғәнәһе Аллаһы һине рәхмәте менән мосолманлыҡты дауамлы ҡылһын тигәнде белдерә. Ләғнәт уҡыу иһә, Аллаһы һине көфөрҙә дауамлы ҡылһын тигәнде белдерә. Әгәр бер кеше кеше ғүмер буйы шайтанға ләғнәт әйтмәгән булһа, ҡиәмәттә унан ни өсөн ләғнәт итмәнең тип һорамаҫтар. Әммә ул берәр кешегә ләғнәт ҡылған булһа, был турала унан һорауҙары ихтимал.
     "Аллаһы Тәғәләнең ләғнәте, асыуы һәм ғазабы менән ләғнәт ҡылышмағыҙ!.." Ғилем әһелдәренән бер фирҡа: «Аллаһының ләғнәтен һәм асыуы бар тип иғтиҡад ҡылабыҙ, әммә уларҙың хәҡиҡәттәрен беҙ белә алмайбыҙ, уларҙы белеү менән бәндәләр бурыслы түгел», – тиҙәр. Бәлки, улар дөрөҫөн әйтәлер.
                         وَمَن يَقْتُلْ مُؤْمِنًا مُّتَعَمِّدًا فَجَزَاؤُهُ جَهَنَّمُ خَالِدًا فِيهَا وَغَضِبَ اللَّهُ عَلَيْهِ وَلَعَنَهُ وَأَعَدَّ لَهُ عَذَابًا عَظِيمًا
     «Үә мәй-йәҡтүл мүьминәм-мүтәғәммидән фәджәзәә-'үһү джәһәннәмү хаалидәң фииһәә үә ғадыиибә-ллааһу ғәләйһи үә ләғәнәһү үә әғәддә ләһү ғәҙәбәң ғәҙыиимәә».
     «Ә кемдер белә тороп мөьминде үлтерә икән, уның язаһы – тамуҡ. Ул мәңге шунда ҡалыр. Аллаһ бик асыуланып, ләғнәтләп, уға оло яза әҙерләгән». Ән-Ниса сүрәһе,4/93.
     Бөгөнгө көндәрҙә барған ҡырылыш арҡаһында бер-береһенә туған тейерлек күрше йәшәгән халыҡ бер-береһен ләғнәтләй, бер береһен үлтерә, араларында мосолман булғандары шул ил мосолманының йәнен ала. Мосолманды ҡарғау — гонаһ, ә уны үлтереү – көфөрлөк, диндән яҙыу. Был ҡырылыштың сәбәбе нимәлә? Кем кемде баҫты? Асыҡтан-асыҡ килгән яуға, өйөңә, илеңә баҫып ингән дошманға ләғнәт әйтәләр бит! Был ләғнәт төшкөрө һуғыш! Ләғнәт яуһын тип, дошманға! Ә был хәлдә кемде ләғнәтләргә? Ләғнәтләнгән Иблис тә бер сүрәттә генә булмайҙыр. Элек, үткән быуатта, Германия нацистары Иблисҡа һатылған Гитлерға табынған. Ул ваҡытта беҙҙең халыҡ — Сталинға. Бөгөн бөтә ил менән аҡсаға табынабыҙҙа һәм шул ялған менән тулы донъяға сумдырған ил башын Аллаһ урынына күрәбеҙ. Һәр бер фанатизм ҡылыҡтарында Иблис һулышы бар. Шуға күрә, кеше үҙенең Иблис ҡолона әйләнеүен үҙе һиҙмәй ҙә ҡала. Икенсе милләт халҡының был һуғышта балалары, ҡатындары, ҡарттары, ир-аттары ҡырылғанға, ауыл –ҡалалары ер менән тигеҙләнгә ҡыуанабыҙ түгелме? Аҙағына был яуҙан ҡайтҡан ир-егеттәр шул халыҡ тарафынан ләғнәтләнеп, төшөнкөлөккә төшөп, кәмһетелеп яңы сәйәсәттә урын тапмай эскегә һалышыр, ғаиләләре тарҡалыр, үҙ халҡыбыҙға ла ҡарғыш төшөп Аллаһының бәрәкәтенән үә рәхмәтенән мәхрүм булырбыҙ. «Әгәр һеҙ насар юлда икән, Мин етәкселәрегеҙҙең күңелен дә насар яҡҡа борам; әгәр хәйерле юлда икәнһегеҙ, уларҙың ҡәлебтәрен ҙә яҡшы яҡҡа борам. Ғүмерегеҙҙе батшаларығыҙҙа һүгеп үткәрмәгеҙ, уларға хәйерле доға ҡылығыҙ, уларҙың хәйерле яҡҡа үҙгәреүе үҙегеҙҙең яҡшы яҡҡа үҙгәреүегеҙгә бәйле», – тип әйтә Аллаһы Тәғәлә. Тиҙҙән халыҡҡа яҡшы яҡҡа үҙгәрергә мөмкинселек буласаҡ, ә инде үҙгәрергә теләмәһә яманлыҡ ҡына артасаҡ һәм Аллаһының ҡарғышы ғына киләсәк.
     Шулай, был хаҡиҡәтте аңламаған халыҡ икенсе милләтте ҡарғай һәм тиҙҙән үҙ баштарына шул әйләнеп килгән үҙ ләғнәттәре төшәсәген аңламай. Ә ул халыҡ араһында ла ике милион мосолман бар һәм бер Аллаһыға ышанған икенсе дин кешеләре бар бит. Донъя эштәренә айырылып, беҙҙе баҫып алған ялғанды фашлап, ғүмер буйы алданыуҙа йәшәйбеҙ икәнде аңлап, бер аҙ булһа ла фекер итер кәрәк.
                                                                        أُولَئِكَ الَّذِينَ لَعَنَهُمُ اللَّهُ فَأَصَمَّهُمْ وَأَعْمَى أَبْصَارَهُمْ
     «Үләә'икә-лләҙиинә ләғәнәһүмү-ллааһу фә'әсаммәһүм үә әғмәә әбсаараһүм».
     «Уларҙы Аллаһы ләғнәтләгән. Ул уларҙы һаңғырау, һуҡыр итте». Мөхәммәт сүрәһе, 47/23. Һаңғыраулыҡтан, һуҡырлыҡтан белем донъяһына сығып, Аллаһының асыуынан ҡотолайыҡ!
     Дин ғалиме Ризаитдин Фәхретдин хәҙрәттең: Кешеләрҙе ләғнәт уҡыу (ҡәһәрләү) өс дәрәжәгә бүленә: 1) "Кәферҙәр, бидғәттәрселәр, аҙғындарға ләғнәт булһын " тип, ғөмүми сүрәттә ләғнәт ҡылыу. 2) Хаслап ләғнәт уҡыу. Мәҫәлән, залимдар үә риба ашаусылар, яла яғыусы һәм ғәйепләүселәргә ләғнәт булһын, тигән кеүек. 3) Тәғәйен (билдәле) бер кеше исемен атап ләғнәт уҡыу. Зәйеткә ләғнәт булһын, тигән кеүек. Ошо өс төрлө ләғнәттән башҡа икенсе бер милләттең йәки ҡәүемдәрҙең йөҙҙәренә һүгеү үә хурлауҙы маҡсат итмәһә, мөбах(хәләл) булыр, әммә берәр ғәүем һәм милләттең йөҙҙәренә һүгеү рәүешендә килһә, «Аллаһтан башҡа мөшриктәр табына торған заттарын һүкмәгеҙ, улар ҙа һеҙгә асыу итеп Аллаһты һүгә башларҙар» (Ҡөръән. 6:108), «Һәм бер халыҡҡа булған асыуығыҙ ғәҙелһеҙлек күрһәтеүегеҙгә сәбәп булмаһын», (Ҡөръән. 5:8) тигән аяттарға күрә, дөрөҫ түгел.
     Был аңлатмаларында ғалимыбыҙ икенсе милләтте ҡәһәрләмәгеҙ ти! Хәлдең айышына төшөнмәй, ялғанға инанып, башҡа милләтте хурлау мосолман кешеһенең эше түгел!
وَالَّذِينَ يَنقُضُونَ عَهْدَ اللَّهِ مِن بَعْدِ مِيثَاقِهِ وَيَقْطَعُونَ مَا أَمَرَ اللَّهُ بِهِ أَن يُوصَلَ وَيُفْسِدُونَ فِي الْأَرْضِ أُولَئِكَ لَهُمُ اللَّعْنَةُ وَلَهُمْ سُوءُ الدَّارِ
     «Үә-лләҙиинә йәңҡудуунә ғәһдә-ллааһи мим-бәғди мииҫәәҡиһи үә йаҡтағүүнә мәә әмәра-ллааһу биһии әй-йүүсалә үә йүфсидүүнә фил-ардыи үләә'икә ләһүмү-ләғнәтү үә ләһүм сүү'ү-ддаар».
     «Ә Аллаһыға тоғро булырға вәғәҙә иткәс, һүҙен боҙған, Аллаһының берләшергә ҡушҡанын айырған, донъяға боҙоҡлоҡ таратҡан кешеләргә – ләғнәт тә яман йорт!». Күк күкрәү сүрәһе, 13/25.
     Ошо Ҡөръән аятына тоғро булмай имандарын һатҡан әҙәмдәргә ләғнәт ҡыла бит Аллаһы. Аллаһ кешеләрҙе төрлө милләтле һәм төрлө теле иткән. Быға Ҡөръән аяттары дәлил. Бер халыҡ икенсе халыҡ үә ҡәүем өҫтөнән өҫтөн булырға тейеш түгел, әммә бөгөн урыҫ иле башҡа халыҡтан бөйөк һәм көслө тип, электән килгән үҙ боҙоҡ тәртибен тағы киңәйтергә һәм нығыраҡ урынлаштырыға маташа бит.
     «Әт-Тәғүиләт Ән-Нәджмийә» китабында былай тиелә: «Эреләнеү, маһайыу, дан-шөһрәт яратыу һәм башҡаларҙы түбән күреү кеүек шайтани ғәмәлдәр өсөн тәүбә ҡылмағандар иблис менән бер юлға баҫасаҡ, ләғнәткә дусар буласаҡ һәм Аллаһы Тәғәләнең мәғфирәтенә йырағаясаҡ».
     Бына шулай ҡәһәр юл әҙерләнгән юлдан яҙғандарға. Бөйөк, көслө, еңелмәҫ ил бармы, әллә бар нәмәгә ҡадир Аллаһымы? Аллаһы ҡеүәте үә көсө менән бер ниндәй ҙә еңеү булмаясаҡ, тик түбәнгә –хурлыҡҡа ғына төшөү һәм тамуҡта урын әҙерләнгән шундайҙарға.
                                                                                               أَن لَّعْنَةُ اللَّهِ عَلَى الظَّالِمِينَ
     «Әл-ләғнәтү-ллааһи ғәлә-ҙҙаалимиин».
     «Аллаһының ләғнәте – залимдарға!». Кәртәләр сүрәһе, 7/44.
     Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Тәүбә итмәүселәр иһә – золом ҡылыусыларҙан». Йәғни, Аллаһы Тәғәләгә буйһонаһың урынға, мин-минлеге, тәҡәббәрлеге арҡаһында үҙ-үҙҙәренә ҡарата золом ҡылыусылар, шуның менән үҙҙәрен, йәндәрен һәм тәндәрен Ғаләмдәр Раббыһының язаһына дусар итеүселәр.
      Был аяттан ул аңларға кәрәк, тәүбәнән ваз кисеүсе золом ҡылыусылар рәтенә индерелә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «„Кешеләрҙе һүгеүсе, ләғнәт ҡылыусы, аҙғын эшле һәм фәхеш һүҙле кеше камил мөьмин түгел“. (Сахих Мөслим: 2 к, 289 б.,) — тигән. „Йәғни, мөьмин кеше шул булыр: иман килтерер, тейешле ғәмәлдәрен ҡылыр һәм уның ҡулынан, теленән үә эштәренән бөтөн мосолмандар имен.
     Һәр хәлдә, ләғнәт ҡылыу Ислам динендә фарыз (тейешле) йәки сөннәт (хәйерле) эш түгел, һәм уның өсөн сауап та вәғәҙә ителгәне юҡ.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә: «Мәзлүм кешеләрҙең доғаларынан ҡурҡығыҙ, улар менән Аллаһы Тәғәлә араһында пәрҙә юҡтыр», – тип әйткән. Мәзлүм (мазлум) тип, на хаҡҡа ғәйепләнгән, рәнйетелгән, кәмһетелгән, ҡыйырһытылған, йәберләнгән кеше ул. Ауырыу, етем, аҡыл яғынанда, физик яҡтанда ғәрип булырға мөмкин. Йәшәүҙәре, эшләүҙәре ыңғай бармай, һәр саҡ ҡаршылыҡта булып, етешә алмағандарҙыр. Уларҙы рәнйетеүҙән ҡурҡығыҙ, доғалары ҡабул була, тип киҫәтә пәйғәмбәребеҙ. Аҡса һоранып торалар икән, саҙаҡаңды бирһәң бир, бирмәһәң бирмә, әммә ауыр һүҙ әйтеп рәнйетмә.
     “Өс төрлө доғаның ҡабул булыуында шик юҡ: мосафир доғаһы, мазлум доғаһы, атаның балаһы тураһында доғаһы». Шулай булғас, был кешеләрҙең хәйерле доғалары беҙгә ыңғай булыуын теләп һәм ҡәһәр доғаларынан һаҡланыу кәрәктер. Әгәр ниндәйҙер сәбәп асыуы менән ҡәһәр доға ҡылһалар, уның ҡабул булыуы өсөн ул бәддоғаның урынлы булыуы шарт.
Мәҫәлән, бер ата (йәки әсә) үҙенең итәғәтле һәм яҡшы балаһы тураһында үҙенең аңһыҙлығы һәм юҡ нәмәләр өсөн көйәләнеп, сабырһыҙланып асыуланыуы арҡаһында насар доға ҡылһа, йәки бер мосафир үҙенең күңел йөрәгенә генә эйәреп, ғәйепһеҙ бер кешегә ҡаты доға ҡылһа, әлбиттә, улар ҡабул булмаҫтар. Мазлум доғаһы – уй һәм самалау менән түгел, ә бәлки үҙенә золом итеүсе кешегә ғөмүми сүрәттә генә ҡылынған доғалыр. Көн кеүек асыҡ мәғлүм булмағанда бер кешенән шикләнеп һәм шул шикләнеүгә ҡарата ҡылынған доғалыр.
Аллаһы ихластан ҡылған доғаларҙың барыһын да ҡабул итергә мөмкин. Хатта Иблистең дә доғаһын ҡабул ҡылған. Иблис аҡтығы Аллаһ Тәғәләнән үҙенә ҡиәмәт көнөнә тиклем йәшәр өсөн ғүмер һораған булған. Аллаһ уның теләген үтәгән, әммә бында Аллаһыға ышанған һәм ышанмаған кешеләрҙең доғалары араһында айырма барлығын онотмайыҡ. Иманлы кешенең доғаһы һорап та, ҡабул булмаһа, киләсәктә, йә иһә ахирәттә ҡабул булыуы ихтимал. Барыһыла Аллаһ тәҡдирендә. Байлыҡ һорағансы, дини белем һорау хәйерлерәк, Аллаһ юлындағыларға Аллаһ ризығын биреп торор. Ә байлыҡ иманыңды зәғифләр, һинең дини булыуың байлыҡтан күпкә өҫтөн. Аллаһ иманһыҙ әҙәмдең доғаһын файҙаһыҙ булһа ла ҡабул итергә мөмкин. Бына Иблистең ғүмере ҡиәммәт көнөнә тиклем оҙон, тик бәрәкәте юҡ. Динһеҙ тормошта йәшәүҙең ниндәй файҙаһы бар?
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:"Донъя ләғнәт ҡылынған һәм донъяла булған һәр нәмә ләғнәт ҡылынған, өс нәмәнән ҡала: зекер итеү, ғилем алыу һәм ғилем биреү". Шуға күрә беҙ зекергә, ғилем алыуға һәм ғилем биреүгә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтмәйбеҙ икән, шул ваҡытта донъя менән бәйләнгән һәр эшебеҙ ләғнәт аҫтында булырға мөмкин. Шуға күрә шәриғәт ғилемен алыу бик кәрәк, зекер менән ошо ғилемде ҡальбтә нығытыуҙа тырышыр кәрәк. Әгәр кеше ошо өс ғибәҙәтте үтәһә, донъя менән бәйле булған хәйерле изге эше ләғнәттә булмаҫ, бәлки мәрхәмәттә булыр.
     Тәҡдир буйынса әйткәндә, беҙҙең ғүмер тәғәйенләнгән. Әжәл бер сәғәт алдан да килмәйәсәк, бер сәғәт һуңға ла ҡалмаясаҡ. Киреһенсә, кешегә оҙон ғүмер теләп, беҙ үҙ ғүмеребеҙҙең сифатын арттырабыҙ. Ләғнәт уҡып, үҙебеҙҙе, туғандарыбыҙҙы харап итәбеҙ. Сөнки беҙ ниндәйҙер мәхлуҡты ҡарғаһаҡ, унан беҙгә зыян килә башлай. Һыйырың, этең, ҡатының ҡарғалған икән, уларҙан һиңә зыян килә башлай. Кешенең бөтә бөйөклөгө, һәләкәте – телендә!
     Йә, Раббым, беҙҙе яуыз телдәрҙән, ҡарғыш-ләғнәттәренән һаҡла. Ҡәһәрләмәйек беҙ замандарҙы, тормошҡа ләғнәт уҡымайыҡ, барыһыла хәйерлегә булһын тип доға ҡылайыҡ.
     Бер-беребеҙгә, йә Раббым, күршемдең күңеленә, күрше халҡыма иман нуры һал, күршемә, күрше халыҡҡа һиҙайәт бир, әҙәп-әхлағы хәйерлегә ауышһын ине, тип доға ҡылайыҡ, ул тиҙерәк ирешәсәк.