Белем һәм ғилем

                                                            Белем һәм ғилем
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Илдең, милләттең алға барыуы алған ғилемгә, уны тейешле файҙаланыуға, тормошҡа ашырыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта алған белем кешене һәр яҡлап тәрбиәләргә, бигерәктә Ислам дини әхләге яғынан, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд сөннәте яғынан рухландырырға тейеш.
     «Мотлаҡи дини белем» тигән төшөнсә бар, үҙен мосолман тип һанаған кеше, һис шикһеҙ, хәйерле ғилемгә эйә булырға тейеш. «Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығармаҫ» өсөн, теоретик һәм рухи ғилемеңде тулыландырыу, иманыңдан яҙмаҫ өсөн алған ғилемеңде тормошта дөрөҫ файҙаланыу мөһим. Хәҡиҡәткә, игелеккә саҡырыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе әхүәле рухиәбеҙ офоҡтарына туранан-тура бәйле, тимәк ғилемебеҙҙе, офоҡтарыбыҙҙы киңәйтергә кәрәк.

     Ҡоро бер Ҡөръән Кәримде генә ғәрәпсәнән уҡырға өйрәнеп, тиҫтә хәҙис ятлап динле булып булмай. Хатта хәҙистәрҙә әйтелә: «Ҡөръәнде яттан белеүсегә ҡарағанда, дин мәсьәләләрендә ғилемле кешене имам итеп ҡуйыу хәйерле», тигән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡөръәндең тәфсирен, аңлатмаларын, тәржемәһен һәм динебеҙҙең ҡанундарын, үтәлеш ҡағиҙәләрен белмәгәндәрҙе мәсеттәргә имам итеп ҡуялар.
     Мәүләнә Йәләлетдин Рәми, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, әйткән: «Төбө тишек тоҡто тултырырға тырышма». Ҡарамаҡҡа матур һымаҡ булып күренгән, әммә һөйөү һәм илһам булмаған хисһеҙ, ғилемһеҙ саҡырыу ыңғай һөҙөмтә бирмәү генә түгел, ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ҡайһы бер кешеләр үҙ дини бурыстарын, әхүәле рухиәһенең ҡиммәтен аңламай, хәҡиҡи ғилемгә эйә түгел, улар бөйөк һәм изге бүләкте – Илаһи аманатты – маҡтаныу өсөн, үтә торған матди байлыҡтар һәм ваҡытлы теләктәргә алмаштырыусылар. Улар – асыу, шәһүәт, дан, ләззәттәр көҫәү һаҙлығына батыусылар. Әле милләттәштәребеҙ араһында әсә һөтө менән күскән ҡиммәттәрҙе иҫәпкә алмайынса, балаға ят тел, сит йолалар нигеҙендә белем, тәрбиә бирергә тырышыуылар байтаҡ. Халыҡ-ара ыҙғыш сығарырға этәреүселәр бар. Бөгөн үҙҙәрендә булмаған дини мәсьәләләре менән барыһын ҡаңғыртып, етешмәгән аҡылдарын аҡыл һатыу, бәхәсләшеү өсөн генә файҙаланып, ниндәйҙер эш башҡарыу урынына ҡыл да ҡыбырҙатмай, динлеләрҙән хатта эҙләп, үҙҙәренең дөрөҫлөгөн өҫтөн ҡуйып, кемделер ғәйепләп, йылға буйы хәбәр һөйләп, әммә үҙен дин өсөн, ил, тел өсөн янып йөрөгән шәхес итеп күрһәтергә теләгәндәр бар.
     Быуаттар буйы тупланған дин ғилеменә ҡаршы сығып, йолаларыбыҙҙы тыйып, быуаттан килгән халҡыбыҙ дине дөрөҫ түгел, уларҙың яңы алып килгән дине дөрөҫ имеш тип, бер шиғырҙа әйтелгәнсә ҡыланалар:
                    Шыр наҙандар: “Шәпбеҙ”, – тиеп,
                    Белемлеләрҙе ҡыра,
                   Томанлығын ҡапларға
                   Томандай өҫтә тора.
     Шундайҙар йәштәрҙе яңылыш юлға этәрә, сәләфит-ваххабизм идеологияһына дусар итеп, диндән яҙҙыра. Халыҡҡа Ислам динебеҙҙе тулыһынса еткереү өсөн Ислам ҡанундарын, фиҡх мәсьәләрен, хәҙис ғилемдәрен өйрәнеү, «Ҡөръән Кәрим»дең тәфсирҙәрен, мәғәнәләрен белер өсөн тулыһынса мәҙрәсәләрҙә, бигерәктә юғары Ислам уҡыу йорттарында уларҙың асылдарын өйрәнер кәрәк.
     Үҙ халҡының белемле генә түгел, ә юғары мәҙәниәтле булыуын, дини үҫеште күтәрергә теләгән һәр кем бөгөнгө көндә беренсе сиратта төплө белем алырға, белемле һәм ғилемле булыу – осор талабын үтәргә тейеш. Билдәле шәхес Ғ. Хөсәйенов: «Ғилем менән белем генә кешене үҙ алдына аҡыллы итә алмай әле. Белеме – мәғрифәткә, ғилеме фәнгә хеҙмәт иткәне генә мәғрифәтле уҡымышлы, ысын ғалим булып һаналырға хаҡлы», тигән, шуға ла белем менән ғилемдең дауамлы, халҡыбыҙ өсөн хеҙмәт итеүе зарур. 

Сәифулла хәҙрәт менән Азамат Шаяхметов
     Ғилем үҙеңә, кешеләргә, илгә, халыҡҡа файҙалы булырға тейеш, – тип өйрәтә дин. – Аллаһ Тәғәләнән файҙалы ғилем биреүен һәм файҙаһыҙ ғилемдән һаҡлап ҡалыуын һорарға ҡушҡан пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм. Изге «Ҡөрьән Кәрим»дә Аллаһ Үҙе лә: «...Белгән менән белмәгән бер булырмы? Саф аҡыл эйәләре менән генә был хәҡиҡәткә төшөнөр», – тигән.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм йәнә: «Иман – яланғас бер нәмә, – тигән, – Уның кейеме – тәҡүәлек, зиннәте – әҙәп, емеше – ғилем». Мосолмандарҙы ул имандың татлы бер емеше булған ана шул ғилемде өйрәнергә, ғалимдарҙы хөрмәт итергә, аҡыллы булырға өйрәтә. «Ғалим йәки ғилем өйрәнеүсе, ғалимдарҙы тыңлаусы, күңелең менән уларҙы һөйөүсе бул, – ти, – бишенсеһе, йәғни ғилемде дошман күреүсе була күрмә – һәләк булырһың».
     Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән ошо ҡушҡандарҙы үтәргә ынтылған яҡташыбыҙ Әбйәлил районының Салауат ауылы егете Шаяхметов Азамат Таһир улы Өфө ҡалаһында РИУ-ҙың (Рәссәй Ислам Университеты) көндөҙгө бүлегенең беренсе курсын тамамлай, ИншаАллаһ. Киләсәккә ҙүр өмөт менән тырышып уҡып йөрөй. Уңған йәш егетебеҙгә беҙҙән доғалар ҡабул булһын. Ата-әсәһенә, туғандарына, олатай-өләсәһенә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте үә бәрәкәте булһын. Һаулыҡ-сәләмәтлектә, матур тормошта булһындар!

Азамат хәҙрәт Шаяхметов
     Азамат шәкерттең олатаһы Рафиҡ хәҙрәт Шаяхметов әлеге мәлдә Салауат һәм Ҡужан ауылы мәсетенең имам-хатибы, дини эшелә, тормошо ла хәйерле, дауамлы булһын. Зат, ырыу-нәҫелдәре дауамлы булһын. 

     Уның хаҡта ошо биттә уҡығыҙ: https://nazir1965.com/din/m%d3%99x%d3%99ll%d3%99-x%d3%99ld%d3%99re.html#more-10675
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең бер хәҙисендә әйтелә: «Әҙәм үлгәс, изге ғәмәлдәрен яҙыу ҙа туҡтала, әммә өсәүһе ҡала: саҙаҡа-джәрийә, файҙалы ғилем һәм уны доғаларында иҫкә алып торған иманлы бала». (Мөслим, Васыйа, 14; Тирмиҙи, Ахкам, 36).
     Белемгә һәм ғилемгә ынтылайыҡ мосолман ҡәрҙәштәр, хаҡты ялғандан, тура юлды аҙашыуҙан айырайыҡ, хәләлде харамдан, Аллаһының ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандарынан тыйылайыҡ.
              Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
              Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
              Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
              Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.
                            М. Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
     Эй Аллаһ, беҙгә хәйерле рухи ғилем менән тулы тормош насип итһен, ғилем ямғыры менән һәммәбеҙҙе һуғар!
     Эй Аллаһ! Беҙҙе хаҡ ғилемгә эйә булғандарҙан ит, ғаләмде, тирә-йүндәге нәмәләрҙе күңел күҙебеҙ менән күрергә насип ит! Йөрәктәребеҙҙе «Уҡы» тигән әмереңде үтәүселәрҙән ит! Әмин!