“Беҙ ниңә йәшәйбеҙ?”

     Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “Үлгәс һәр кеше бер нәмәгә генә үкенер: фәҡәт әжер-сауаптарҙы әҙ ҡылғанына. Күп ҡылғаны әҙерәк ҡылғанмын тип, әҙ ҡылғаны тамам ныҡ үкенер.” Башҡа нәмә мәрхүмгә мөһим булмаҫ, хатта балалар, байлыҡ, машина... Ошо хәҙистән күренә: мәрхүмгә иң ҡәҙерле нәмә — әжер- сауап.
                                                              Ләззәттәрҙе өҙөүсе — әжәл.
     Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла юҡтан бар итте һәм бар иткәндән Һуң да беҙҙәрҙе ярҙамһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Бәлки һәр ваҡыт ризыҡландырып, ниғмәтләндереп торалыр. Раббыбыҙ Аллаһ беҙгә ошо донъяла йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтарын тыуҙырған. Һуларға һауа, күрергә күҙ, ишетергә ҡолаҡ, аралашырға тел һәм башҡа күп-күп ниғмәттәр биргән. Күктәге ҡояш, ай үә йондоҙҙар, һауалағы болоттар, ерҙәге диңгеҙ-һыуҙар, бейек-бейек тауҙар, төрлөнән-төрлө үҫемлектәр, хисаплап бөтөргөһөҙ хайуандар, һауалағы ҡоштар һәм һыуҙарҙағы балыҡтар беҙҙең өсөн. Раббыбыҙ Аллаһ кешене бар мәхлүктәрҙән дә өҫтөн ҡылған һәм был донъяға әмир итеп билгеләгән.

     Раббыбыҙ кешенең донъяла йәшәүе өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырған. Ошо сикһеҙ ниғмәттәрҙе Аллаһ бирә һәм алмашҡа беҙҙән бер нәмә лә һорамай, сөнки Аллаһ бөтә нәмәнең дә хужаһы һәм Ул беҙҙең байлыҡтарыбыҙға мохтаж түгел. Ул беҙгә лә мохтаж түгел, бәлки киреһенсә, беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһҡа мохтажбыҙ, Уның диненә мохтажбыҙ, сөнки Раббыбыҙ дине менән яралтҡан ҡолдарын — кешеләрҙе — йәшәргә өйрәтә һәм был донъяла йәшәүҙең маҡсатын аңлатып бирә. Үҙегеҙгә шундай һорау биргәнегеҙ бармы: “Беҙ ниңә йәшәйбеҙ?” Донъя фәйләсүфтәре был һорауға теүәл яуап таба алмай. Бәлки, кешеләрҙең дә күбеһе ул һорауға яуап таба алмай йәшәйҙер. Раббыбыҙ ул һорауға китабы Ҡөрьән аша яуап бирә:
                                                                                  وَمَا خَلَقْتُ الْجِنَّ وَالْإِنسَ إِلَّا لِيَعْبُدُونِ
     56. Үә мәә халәҡтүл-джиннә үәл-инсә илләә лийәғ-бүдүүн
     "Мин кешеләрҙе һәм ендәрҙе, бары тик Миңә генә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн яралттым.” Ҙәрриәт, 51/56.
     Әҙәм балаһы әсәһенең ҡарынында бер тамсы һыуҙан барлыҡҡа килә. Тамсы һыу — ойошҡан ҡанға, ойошҡан ҡан — ит киҫәгенә әүерелә; ит, һөйәктәр, тире менән әйләндерелеп, яралғыға әйләнә, уға йән өрөлә һәм бер тамсы һыу матур сабый булып донъяға килә. Әсәһенән башҡа бер нимә лә эшләй алмаған сабый Аллаһының ҡөҙрәте мелән үҫә, ҙур һәм көслө кешегә әүерелә, ғаилә ҡора, ғилем ала, кәсеп итә башлай. Шулай итеп айҙар, йылдар үтеп китә, әҙәм балаһы үҙен юҡтан бар итеүсе хужаһы Аллаһты онота башлай. Күңеле ҡарала, йөрәге күгәрек менән ҡаплана. Золомо, гонаһлы эштәре арта, яхшылыҡтары көндән-көн һирәгәйә. Кешелек донъяһында һуғыштар, талаштар, үлтерештәр, бер-береһен ҡыйырһытыуҙар пәйҙә була. Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙән талап иткән именлек, тыныслыҡ, бер-береңә ышаныс, ихтирам-хөрмәт юҡҡа сыға. Бының сәбәбе — Аллаһтың динен тотмау, бәндәләрҙең хужаһына буйһонмауы. Аллаһты таныһаҡ ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәһәк, донъяла йәшәү күпкә еңеләйер. Бөтә ерҙә именлек, мөхәббәт булыр.
     Барыбыҙ ҙа был донъяла ваҡытлыса ғына икәнебеҙҙе белһәк ине!.. Юҡ шул, аңламайбыҙ. Мәңгелеккә килгән һымаҡ ҡыланабыҙ, ни теләһәк, шуны эшләп, баштан-аяҡ гонаһҡа сумабыҙ. Ә бит матур көндө донъя ләззәттәре өҙөлә, донья эштәре бөтә, күңел асыуҙар бер төш кеүек юҡҡа сыға. Күҙебеҙгә күренеп, ҡаршыбыҙға үлем фәрештәһе йәнебеҙҙе алыр өсөн килеп баҫа. Шул ваҡытта беҙ аңыбыҙға килербеҙ. Аллаһты иҫебеҙгә төшөрөрбөҙ, яҡшы ғәмәлдәр ҡылмағанға ҡат-ҡат үкенербеҙ:
               وَأَنفِقُوا مِن مَّا رَزَقْنَاكُم مِّن قَبْلِ أَن يَأْتِيَ أَحَدَكُمُ الْمَوْتُ فَيَقُولَ رَبِّ لَوْلَا أَخَّرْتَنِي إِلَى أَجَلٍ قَرِيبٍ فَأَصَّدَّقَ وَأَكُن مِّنَ الصَّالِحِينَ
     10. Үә әнфиҡуу миммәә разәҡнәәкүм мин ҡабли әй-йәьтийә әхәдәкүмүл-мәүтү фәйәҡуулә рабби ләү ләә әххартәнии иләә әджәлиң ҡариибиң фә'ассаддәҡа үә әкүм-минә- ссаалихиин
     "Йә Раббым, Йә Раббым! Үлемемде аҙ ғына кисектерһәң ине?! Гел һиңә ғибәҙәт ҡылып ҡына йәшәр инем, изгеләрҙән булыр инем!..” Монафиҡтар, 63/10.
      Юҡ! Кешенең донъяға килгәнсе үк яҙылып ҡуйылған әжәлен Аллаһ бер генә бер миҙгелгә лә кисектермәй.

                                                  وَلِكُلِّ أُمَّةٍ أَجَلٌ فَإِذَا جَاءَ أَجَلُهُمْ لَا يَسْتَأْخِرُونَ سَاعَةً وَلَا يَسْتَقْدِمُونَ
     34. Уә ликүлли үммәтин әджәлүн фә'иҙәә джәә'ә әджәлүһүм ләә йәстәьхыируунә сәәғәтәү- үә ләә йәстәҡдимүүн.
     «Һәр бер халыҡтың әжәле бар. Билгеләнгән ваҡыттары килгәс, улар ул ваҡытты бер сәғәткә һуҙа ла, ашыҡтыра ла алмай...» Әғраф, 7/34.
     Әллә Раббым уға ғүмер бирмәнеме? Уны был яҡты тормошта 40-50-60-70-80 йыл йәшәтмәнеме? Хаҡлыҡты аңлатыусыларҙы ебәрмәнеме? Йәшәтте, ебәрҙе, ләкин кеше уларҙы ялғанға һананы. Аллаһтың Хаҡ һүҙҙәрен бер әкиәт, иҫкелек ҡалдығы кеүек тыңланы. Уны кем барып күргән әле, унда барған бер кемдең дә ҡайтканы юҡ әле... Башына ҡайғы төшкәс, тиҙерәк “Аллаһ, Аллаһ!” тине. Тыйылған хәрәм эштәрҙе эшләне, әмер ителгәндәрен үтәмәне. Ниндәй хәсрәт, ниндәй үкенес! Юҡ ул кешегә мәғфирәт, юҡ ул кешегә таяныс! Әҙәм балаһы үҙенең ҡасан, нисә йәшендә үләһен түгел, Ер йөҙөнөң ҡайһы мөйөшөндә әжәлен осратасағын белә алмай.
                                                                                  وَمَا تَدْرِي نَفْسٌ بِأَيِّ أَرْضٍ تَمُوتُ
     34. үә мәә тәдрии нәфсүм-мәәҙәә тәксибү ғадәү-үә мәә тәдрии нәфсүм-би'әййи ардыиң тәмүүтү.
     «Бер йән эйәһе лә үҙенең ҡайһы ерҙә үләсәген белмәй.» Лоҡман, 31/34.
     Билгеле булғанса, Сөләймән пәйғәмбәргә Аллаһ ендәрҙе буйһондора. Бер вәзиренә үлем фәрештәһе килгәс, ул Сөләймән пәйғәмбәрҙән уны тиҙ генә Ҡытайға күсереп ҡуйыуын үтенә.
Ендәрҙең береһе һә тигәнсә Сөләймәндең әмере менән вәзирҙе Ҡытайға күсерә. Шулай итеп бисара үлемдән ҡотолмаҡсы була. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, вәзирҙең Ҡытай ерендә вафат булыуы хаҡында хәбәр килә. Хикмәт шунда: вәзиргә Ҡытайҙа үлергә яҙған. Үлем фәрештәһенән иһә бер нисек тә ҡотола алмаған.
                                                             أَيْنَمَا تَكُونُوا يُدْرِككُّمُ الْمَوْتُ وَلَوْ كُنتُمْ فِي بُرُوجٍ مُّشَيَّدَةٍ
     78. Әйнәмәә тәкүүнүү йүд-риккүмүл-мәүтү үә ләү күңтүм фии бүрууджим-мүшәййәдәти
     «Ҡайһы урында булһағыҙ ҙа үлем һеҙҙе табыр.» Ниса,4/78.
     Пәйғәмбәребеҙ  әйткән: «Мөьмин был донъянан киткәндә, аның янына күктәрҙән ҡояш кеүек нурлы йөҙлө фәрештәләр төшә. Улар, үҙҙәре менән йәннәт кәфенлектәре һәм еҫле майҙар алып, бәндә тирәләй ултырыша, һуңынан үлем фәрештәһе килә. Бәндәнең баш осона ултыра һәм: «Әй изге йән, Аллаһтың мәгфирәте һәм ризалығына сыҡ,» — тип әйтә. Шул ваҡытта, һыу тиренән ағып сыҡҡан кеүек, йән тәндән сыға. Үлем фәрештәһе йәнде ҡабул итеп ала, йәнәшәлә ултырған фәрештәләр, шунда уҡ йәнде алып, йәннәт кәфендәренә төрөп, еҫле майҙар һөртәләр һәм йән менән өҫкә йүнәләләр. Иманһыҙ бәндәгә килгәндә, ул был донъянан киткәндә, уның янына һауанан ҡара йөҙлө фәрештәләр төшә, улар үҙҙәре менән хабис, күңелһеҙ, йәмһеҙ сепрәктәр алып килә. Фәрештәләр бәндә тирәләй теҙелешеп ултырғас, үлем фәрештәһе килә һәм баш осона ултырып: «Әй боҙоҡ йән, Аллаһтың асыуына сыҡ,» — ти. Тешле тимерҙе еүеш йөндән йолҡоп алған кеүек, үлем фәрештәһе йәнде тәндән тартып ала. Йәнәшәләге фәрештәләр, йәнде алып, сепрәккә сорнайҙар, шул ваҡытта йәндән ер йөҙөндә булған иң күңелһеҙ, иң ерәнгес еҫтәр аңҡый башлай. Шул һүрәттә фәрештәләр йәнде алып китә.»

     Йә мөьмин туғандарым, онотмаһаҡ ине шул көнөбөҙҙө! Онотмайыҡ Әхирәтебеҙҙе, йәшме беҙ, ҡартмы, баймы, фәҡирме, изгеме, насармы — барыбыҙ ҙа китәбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә, 1 метрға ике метрлы ергә кереп, шунда ҡалабыҙ. Президент та, министр ҙа, етәксе һәм ябай эшсе лә. Һин ошо көнөңдө уйлағаның бармы? Әллә ул көн миңә килмәҫ, ул көндән ҡотолормон тиһеңме?
     Бына һинең ғәзиз балаң, кескәй ҡулдарын күкрәгеңә ҡуйып, үкһей-үкһей илап ултыра: «Эй атайым, эй атайым, һин ҡайҙа китәһең? Беҙҙе кемгә ҡалдыраһың?” Һин уға яуап бирергә теләйһең, ләкин бер һүҙ ҙә әйтә алмайһың. Бәғер емешеңде һуңғы тапҡыр йылы күкрәгеңә ҡосоп, кескәй маңлайынан үбергә ынтылаһың, тик хәрәкәтләнә алмайһың.
                                                                                             كَلَّا إِذَا بَلَغَتِ التَّرَاقِيَ
                                                                                                     وَقِيلَ مَنْ رَاقٍ
                                                                                                   وَظَنَّ أَنَّهُ الْفِرَاقُ
                                                                                              وَالْتَفَّتِ السَّاقُ بِالسَّاقِ
                                                                                            إِلَى رَبِّكَ يَوْمَئِذٍ الْمَسَاقُ
     26. Кәлләә иҙәә бәләғати-ттәрааҡии.
     27. Үә ҡиилә мән рааҡ.
     28. Үә ҙаннә әннәһүл-фирааҡ.
     29. Үәл-тәффәти-ссәәҡу биссәәҡ.
     30. Иләә раббикә йәүмә'иҙинил-мәсәәҡ.
     »Юҡ, йән боғаҙға етһә, быға хәҙер кем дарыу, ярҙам бирер, тип әйтелер. Шул ваҡытта кеше әжәле килгәнен аңлар. Уға ауырлыҡ өҫтөнә ауырлыҡ өҫтәлер. Ул көн Раббың хозурына ҡайтыуҙыр.’’ Ҡиәмәт, 75/26-30.
    Эй ғафиллек диңгеҙенә батыусы? Эй күҙҙәре донъя тормошонан һуҡыр булыусы! Йәнең боғаҙыңа етер көнөң тураһында уйлайһыңмы? Яҡындарың хәлеңде күреп: "Ҡайҙа табип, дарыу ҡайҙа, кем уға ярҙам итә? Кем ҡәҙерлебеҙгә шифа бирә?” тиер. Әммә бер кем һиңә ярҙам итә алмай, ғәҙәттә эсә торған дарыуың да ғаләмдәр хужаһы билдәләгән әжәлдән алып ҡала алмай.
     Ошо тормошона күпме өмөттәр бағланы, осһоҙ-ҡырыйһыҙ күпме пландар ҡорҙо... Әммә әжәл бар нәмәгә нөктә ҡуйҙы. Пландар ҡорҙо эшләйем тип, эшләне лә эшләне, ғәмәл-ғибәҙәт ҡылырға һис ваҡыт тапманы. Уйламаған ваҡытта өҙөлдө ғәмәл, килде бар өмөттәрҙе өҙөүсе әжәл.
     Туғандарыбыҙ, күршеләребеҙ, дуҫтарыбыҙ, үлгәнебеҙҙе ишетеп, һуңғы тапҡыр йөҙөбөҙҙө күрергә килер. “Кисә иҫән инең, бөгөн китеп барҙың”, — тип үкһей-үкһей күҙ йәштәре түгерҙәр. Донъя кейемдәрен һалдырып алырҙар, яланғас кәүҙәбеҙҙе һалҡын ҡолашаға һалырҙар, һалҡын кәүҙәбеҙҙе йылы һыуҙар менән йыуырҙар, ап-аҡ кәфен өҫтөнә һалырҙар һәм, ныҡлап төрөп, баш- баштан бәйләп ҡуйырҙар. Йыназа уҡып, ҡәберебеҙгә алып китерҙәр, ҡараңғы ләхеткә һалып, йәһәтерәк күмә һалырҙар.
     Шуның менән бөттө... Күпме тырышыуҙарыбыҙ, күпме йыйған байлығыбыҙ, яратҡан ғәзиз балаларыбыҙ, хәләл ефеттәребеҙ ҡалды. Берәүһе лә ҡәбергә инмәне. Мәйеттең ус төбө асыҡ, әйтерһең лә ул әйтә: "Күпме йәшәнем, күпме эшләнем, күпме байлыҡ йыйҙым, барыбер буш ҡул менән ҡалдым.”
     Бер бай мосолман йәшәгән, уйын ике улы булған. Үлер алдынан улдарына васыяты шул булған: "Йә улдарым, йортом, бөтә байлығым һеҙгә, ләкин минең бер үтенесем бар: аяғымдағы иҫке башалтайымды ғына һалдырмағыҙ, мине шулар менән ерләгеҙ.” Аталары вафат булғас, улдары уйға ҡалған: "Мосолман булғас, мосолманса күмәбеҙ,” тип, башалтайҙарын һалдырып алғандар. Уларҙың береһенән шундай хат сыҡҡан: "Эй улдарым, ғүмерем буйы эшләнем, мал-байлыҡ йыйҙым, һиҙмәнем дә үлемем килеп етте, ҡәберемә ул байлығымды т үгел, хатта иҫке башалтайҙарымды ла алып инә алмайым, уларҙы ла һалдырып алдығыҙ.”
     Эйе, туғаным, ағайым, ҡустым, апайым, һеңлем, ғәзиз атам һәм әсәм! Дәрәжәле урынды ла, ҙур йортто, күп-күп байлыҡты ла, туған-тыумаса, балаларҙы ла, дуҫ-иштәрҙе лә ҡәбергә алып кереп булмай. Улар ҡала, һин китәһең.
     Ғосман ибн Ғәффән бер ҡәбер янына килә һәм ҡәбер әһеленә мөрәжәғәт итеп әйтә: "Эй ҡәбер әһеле, ҡатының бар ине — ул кейәүгә сыҡты, йортоң бар ине — унда башҡалар йәшәй, байлығың ҡалғайны — уны инде бүлделәр. Был минен хәбәрҙәрем, һинән ниндәй хәбәр бар?” Шул ваҡытта, ул ҡәрҙәштәренә борола һәм: "Әгәр ҡәбер әһеле һөйләшә алһа, ул әйтер ине,” — ти: «Был йортомда миңә мал-байлығым да, ҡатын -балаларым да, юғары урындарым да кәрәк түгел, бәлки ҡәберҙә кәрәк булған нәмәләрем — минем иманым һәм донъяла ҡылған изге ғәмәлдәрем.”
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: „Мәйетте һуңғы юлға өс нәмә оҙата, — тигән: икәүһе кире ҡайта, берәүһе уның менән ҡала. Кешене ғаиләһе, мал-мөлкәте, байлығы һәм ҡылған ғәмәле оҙата. Мәйетте ерләгәс, ғаиләһе лә, байлығы ла ҡайтып китә, ғәмәле ҡала... ”
     Эйе, һинең менән һинең ғәмәлен генә ҡала. Башҡалар һине ташлап китә. Яҡты донъяға нисек яңғыҙын килгән булһаң, һуңынан да яңғыҙың ҡалаһың. Ә бит шул башҡалар өсөн тырышам тип, ғәмәлеңә еңел ҡараның. Ғаиләңә ҡайтып, төшкө ашты ашап, мәсет тирәһенән эшкә киткәндә, өйлә намаҙын уҡып сығырға 10 минут ваҡыт тапманың. Шул башҡалар һине ташлап китте, ғәмәлең илә яңғыҙ ҡалдың.
                                                                                    وَنُفِخَ فِي الصُّورِ ذَلِكَ يَوْمُ الْوَعِيدِ
                                                                                 وَجَاءَتْ كُلُّ نَفْسٍ مَّعَهَا سَائِقٌ وَشَهِيدٌ
                                               لَّقَدْ كُنتَ فِي غَفْلَةٍ مِّنْ هَذَا فَكَشَفْنَا عَنكَ غِطَاءَكَ فَبَصَرُكَ الْيَوْمَ حَدِيدٌ
     20. Үә нүфиха фи-ссуури ҙәәликә йәүмүл- үәғиид.
     21. Үә джәә'әт күллү нәфсим-мәғәһәә сәә'иҡуу-үә шәһиид.
     22. Ләҡад күнтә фии ғафләтим-мин һәәҙәә фәкәшәфнәә ғәңкә ғыитаа'әкә фәбәсарукәл- йәүмә хәдиид.
     “Үлем иҫереклеге хаҡлыҡ менән килде, һин унан ҡаса, ҡурҡа инең. Һуңынан сурға өрөлөр, был вәғәҙә ҡылынған көндәр. Килер һәр йән, унын менән бер ҡыуып барыусы һәм ғәмәлдәреңдән хәбәр биреүсе шаһит булыр. Был нәмәләрҙән һин ғафил инең, инде һине һуҡыр иткән пәрҙәңде алдыҡ, бөгөн күҙең үткендер.» Ҡаф, 50/20-22.
     Үлемебеҙҙе онотмайыҡ, туғандар! Аллаһ билдәләгән үлемдән бер кем дә ҡотола алмай. Үлемебеҙ һәм буласаҡ йортобоҙға алдан әҙерләнәйек. Әйтмәйек: Әле иртә,” — тип, әйтмәйек: ''Мин йәш әле, күңел асып, донья рәхәтен күрәм әле!” — тип. Бындай һүҙҙәр йыш осрай. Әммә үлемдең ҡасан киләсәген кем белә? Бер кеше лә белмәй. Үлем йәшкә-ҡартҡа ҡарамай: "Һин институт бөтөрөп, диплом алдыңмы әле, ғаилә ҡорҙоңмо әле?” тип һорамай. Бөгөнгө көндә йәш егет һәм ҡыҙҙәрҙың үлеме ҡарттарҙың үлем һанынан артығыраҡ. Ғүмер дәүерендә, һаулыҡ-сәләмәтлектәрен ҡорбан итеп, алһыҙ-ялһыҙ эшләп, бер генә пенсия аҡсаһын да алырға өлгөрмәүселәр шаҡтай. Йоҡларға ятҡанда уйла: «Мин иртәгә тораммы, йоҡомдан уянаммы?» — тип, сөнки йоҡо ул — бәләкәс үлем. Эшкә барғанда кире ҡайтасағынды, юлға сыҡҡанда иҫән-һау ғына ҡайтып ғаиләңде күрәсәгеңде беләһеңме? Юҡ, белмәйһең? «Пенсиягә сыҡҡас намаҙ уҡырмын әле,» тиеүселәр иҫән-һау пенсия йәшенә етәсәктәрен беләләрме? Йәки пенсияға сыҡҡас: «Ҡартайҙыҡ инде, хәтеребеҙ ҙә насарланды”,» — тигән кешеләр үҙ-үҙҙәрен генә алдайҙар түгелме һуң?
     Әжәл ваҡыты еткәс, йәнде алыу өсөн үлем фәрештәһе килә. Уның иманлы кеше янына килгән ҡиәфәте иманһыҙға килгән ҡиәфәте менән бер булмай. Үлем фәрештәһе Муса пәйғәмбәргә күркәм һүрәттә килгәс. Муса пәйғәмбәр унан: «Һин бар кешеләргә дә шулай матур ҡиәфәттә киләһеңме?»— тип һорай. Фәрештә уға: «Юҡ, мин боҙоҡлоҡ эйәләренә ҡурҡыныс хәлдә киләм,»— тип яуап бирә. Муса: «Миңә лә шул һүрәттә күрен әле,»—- ти. Үлем фәрештәһе: «Эй Муса, минең ул ҡиәфәтемде күрмәһәң, һинең өсөн хәйерлерәк булыр ине,»— тип әйтә. Муса һаман үҙенекендә торғас, фәрештә уға икенсе яҡҡа боролоп торорға ҡуша һәм бер аҙҙан: «Ҡара!»— ти. Муса, үлем фәрештәһенең гонаһ эйәләренә килә торған ҡиәфәтен күреү менән, аңын юғалта.
     Үҙебеҙҙе «мосолман» тип, шайтанға табынабыҙ түгелме һуң? Үҙебеҙҙе: «Мосолман,» — тиһәк, дәлилебеҙ ҡайҙа һуң?! Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәмәйенсә, тыйғандарынан тыйылмайынса ғына мосолман булып буламы? Бер көн дә, бер сәғәт тә гонаһ эшләнмәй үтмәй. «Мин гонаһһыҙ,» — тигән һүҙ, ул үҙе гонаһ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа ғүмеренә бер мәртәбә Хужаһы Аллаһҡа сәждә ҡылмаған, Аллаһтың йорто мәсеткә лә инеп ҡарамаған «мосолмандар» ҙа аҙ түгел. Төндәрен йоҡламайынса, илай-илай намаҙҙар уҡыған, көндәрен һыуһап, ризыҡһыҙ ураҙалар тотҡан, себенде лә ғазапларға ҡыймаған сәхәбәләр ҙә йәһәннәмдән ҡурҡҡан, ғүмерендә бер намаҙ уҡып ҡарамаған кеше лә йәннәтте өмөт итә һәм күкрәк киреп: «Йәннәт минеке,» — тип әйтә. Йылына бер аш үткәреп, мәсеткә саҙаҡа һалып, йәннәт асҡыстарын кеҫәһенә һала. Юҡ, туғанҡайым: «Мин ашаным”,» — тип, ашамайынса тамак туймай. «Мин мосолман,»—- тип кенә мосолман булып ҡәбергә әҙерләнеп булмай.
     Йыраҡ юлға сығыр алдыннан бик ныҡ йыйынабыҙ, әҙерләнәбеҙ, әлбиттә, әҙерлекһеҙ сәфәргә сығып булмай. Әхирәт сәфәренән дә оҙон сәфәр бармы һуң? Ул сәфәргә әҙерләндекме, изгелектәребеҙҙе йыйҙыҡмы?
                                                                 «Мәрхүмдәр менән бәйле мәсьәләләр» китабынан