«Амин» һүҙе
Доғаларығыҙ ҡабул булһын
«Амин» һүҙен йышыраҡ әйтегеҙ
Әбү Хөрәйрә риүәйәтенә ҡарағанда, Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән: «Имам намаҙҙа „Фатиха“нан һуң „Амин“ тигәс, һеҙ ҙә „Амин“ тип әйтегеҙ. Сөнки һәммәгеҙҙең дә „Амин“ тип әйтеүе фәрештәләрҙең „Амин“ тигән ваҡыттарына тура килһә, элек ҡылған гонаһтарығыҙ ярлыҡаныр».
Икенсе бер хәҙистә былай тиелгән: "Һеҙҙең арағыҙҙан берегеҙ «Фатиханан һуң „Амин“ тигәндә, фәрештәләр ҙә күктә „Амин“ тиһәләр, йәғни бер әйтеү икенсеһенә тура килһә, ул кешенең элек ҡылған гонаһтары ярлыҡаныр».
Ибн Тәббәстең (радиаллаху анху) риүәйәте буйынса, Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән: «Йәһүдтәр һис бер нәмәгә лә һеҙҙең „Амин“ тигән һүҙегеҙгә көнләшкән тиклем көнләшмәй. Шуға күрә „Амин“ һүҙен йышыраҡ әйтегеҙ».
Әнәс бин Мәлик (радиаллаху анху) риүәйәттәрендәге хәҙис тағын да тәфсиллерәк: «Миңә намаҙҙа һәм доғала „Амин“ бирелде. Бынан элек берәүгә лә бирелмәгән. Бары тик Мусаға ғына бирелгән, сөнки Муса доға ҡылған. Һарун да „Амин“ды әйткән. Шуның өсөн һеҙ ҙә доғанан һуң „Амин“ тип әйтегеҙ».
Хәҙис-шәрифтәрҙән күренеүенсә, «Амин» һүҙе «Фатиха»нан һәм бөтөн доғаларҙан һуң әйтелергә тейеш.
"Амин"дың әйтелеүе хаҡында төрлө мәҙһәбтәр араһында ҡайһы бер айырмалар бар. Шәфиғый мәҙһәбе ғалимдары раҫлауынса, «Амин»ды ҡысҡырып әйтеү тейешле. Ләкин Хәнәфи мәҙһәбендәгеләр был һүҙҙе намаҙҙан һәм доғанан һуң күңелдән генә әйтә.
Шулай итеп, намаҙҙы сәләм менән тамамлаған кеүек, доғаларыбыҙҙы «Амин» менән тамамларға тейешбеҙ. «Амин» һүҙе «Аллаһым, ҡабул ит», «Шулай булһын», «Өмөттәребеҙҙе юҡҡа сығарма» кеүек мәғәнәләргә тура килә.
Киске Өфө, №2, 2011 йыл